5-8-се кластар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙарына яуаптар



жүктеу 87.59 Kb.
Дата12.09.2017
өлшемі87.59 Kb.

5-8-се кластар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән олимпиада

һорауҙарына яуаптар.

1. Сәрдар (фарсы һүҙе) - төрки илдәрҙә “башлыҡ”, “хаким”, “етәксе”

тигәнде аңлата. 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышы осоронда башҡорттар араһынан сыҡҡан иң күренекле сәрдар – Ҡаһым түрә. Ул тарихи шәхес Ҡаһым Мырҙашев. 1778 йылда Башҡортостандың хәҙерге Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында тыуған. Башҡорттар араһынан тәүгеләрҙән булып Санкт-Петербург хәрби академияһын тамамлаған. 22 йәшендә полклвник дәрәжәһенә эйә булған. Ул 1812 йылға Ватан һуғышы осоронда башҡорт полктарын еткләй.

Башҡорт халыҡ йыры “Ҡаһым түрә”лә әйтелеүенсә, Ҡаһым батша майоры тарафынан ағыуланып үлтерелә. Был хәл 1813 йылда була. Ҡаһымдың 1810 йылда тыуған Хәбибулла исемле улы, Сафия исемле йәш кенә кәләше тол ҡала. Ҡаһым заманына күрә бик уҡымышлы кеше булған. Ул Париждан ҡайтышлай немец шағиры Гете менән осраша. Был ваҡытта уға тәржемәсе кәрәкмәй. Немец шағирына башҡорттар уҡ-һаҙаҡ бүләк итеп китә.

2008 йылдың 18 авгусында батырҙың тыуған ерендә Ватан һуғышы батырҙарына арналған стела ҡуйылған. Композитор Заһир Исмәғилев “Ҡаһым түрә “операһын яҙған. Башҡорт халыҡ шағиры Баязит Бикбай “Ҡаһым түрә” драмаһын яҙған.
2. Башҡорт әҙәбиәтендә 1812 йылғы Ватан һуғышы темаһына бик күп халыҡ ижады әҫәрҙәре лә, яҙыусылар, шағирҙар тарфынан ижад ителгән әҫәрҙәр ҙә бар Улар: Яныбай Хамматовтың ике китаптан торған “Төньяҡ амурҙары” романы, Баязит Бикбайҙың “Ҡаһым түрә” драмаһы,

Шулай уҡ, Ватан һуғышы темаһы халыҡ ижадында ла киң сағылыш тапҡан. Был темаға бик күп йырҙар (“Ҡаһым түрә”, “Любизар”, “Әхмәт Байыҡ”, “Икенсе әрме”, “Эскадрон”, “Ерән ҡашҡа”), риүәйәттар (“Икенсе Әрме риүәйәте”, “Буранбай риүәйәте”, “Ҡаһым түрә риүәйәте”) билдәле.


3. “Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта,

Уң ҡулында булыр ҡурайы”.

“Уң ҡул” һүҙенең күсмә мәғәнәһе – ул ярҙамсы, терәк тигәнде аңлата. Берәй хужаның йәки башлыҡтың урынбаҫарын да уның уң ҡулы тип йөрөтәләр.Тимәк, Ҡаһым өсөн яуҙа терәк булып иң беренсе урында ҡурайы торған. Башҡорт халҡы элек-электән азатлыҡ һөйөүсе халыҡ. Ул ер, ил азатлығын ғына түгел, күңел азатлығын да мөһим һанаған. Ҡурай моңо уның күңелен дауалаған, йәненә, тәненә сихәт биргән. Ауыр саҡтарҙа ҡулына ҡурай алып, күңелен йыуатҡан, ғүмерен оҙайтҡан. Бына шундай сихри көскә эйә булған тылсымлы ҡурай. Шуға күрә, Ҡаһым түрәнең фарман биргәндә уң ҡулында ҡурайы булғандыр. Сөнки ҡурай моңон ишетеп, тыуған яҡтарын, яҡындарын күҙ алдына килтергән башҡорт яугирҙары, ошо изге ерҙәр дошман ҡулына ҡалмаһын өсөн тағы ла илһамланып көрәшкә ингәндер.

4. Һуғышҡа киткән башҡорт яугирҙарын Байыҡ-Айҙар сәсән оҙатып ҡалған булған. Башҡорт яугирҙарын Ватан һуғышынан ҡаршы алғанда уларҙы данлап йырлаған йыры халыҡ телендә “Әхмәт Байыҡ” исеме аҫтында билдәле.

Башҡортостандың хәҙерге Салауат районында 1717 йылдың декабрендә тыуған. Атаһы Байназар тархан булған. 1814 йылдың 10 октябрендә үлгән.

Ул 1735- 1740 йылдарҙағы, 1755-1756 йылдарҙағы, шулай уҡ, Пугачев етәкселегендәге ихтилалда ҡатнашҡан сәсн-импровизатор. Байыҡ сәсән батша карателдәренән ҡасып ҡаҙаҡ далаларына сығып киткән саҡта ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкән. Шулай уҡ, “Байыҡ сәсәндең Салауат батырға әйткәне”, “Ил һаҡлаусы башҡорт яугирҙарына” исемле мөрәжәғәте, “Уҡтар аттым”, “Йүрүҙәнкәй” йырҙары билдәле. Башҡорт бейеүе “Байыҡ”тың тәүге авторы ла Байыҡ сәсән булғаны билдәле.
5. “Төньяҡ амурҙары” романын күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хаммат улы Хамматов. Ул 1925 йылдың 16 ғинуарында Белорет районы Исмаҡай ауылында тыуа. 200 йылда вафат була. “Төньяҡ амурҙары” романы ике китаптан тора (дилогия). Был китаптар 1883,1885 йылдарҙа башҡорт һәм рус телдәрендә баҫыла.

Морат Хөсәйен улы Әхмәтов (1948-2006) “Төньяҡ амурҙары” исемле балет яҙа.


6. 1812 йылғы Ватан һуғышы батыры Ҡаһым түрә Хәҙерге Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында 1778 йылда тыуған.
7. 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан башҡорт старшинаһы Йәнтүрә һәм уның ҡатыны Аҫылбикә тураһында күренекле рус яҙыусыһы Василий Зефиров яҙған.
8. Ватан һуғышының 100 йыллығына арнап яҙылған драманың авторы Башҡортостандың халыҡ шағиры Баязит Бикбай. Драма “Ҡаһым түрә” тип атала.
9. Мәскәүҙе азат итеү өсн барған һуғыштар башҡорт халыҡ йыры “Любизар”ҙа сағылыш тапҡан.
10. Ата-бабаларҙың ҡанын һулап

Үҫкән сауҡаларҙан уҡ юндыҡ, - тигән һүҙҙәр “Икенсе әрме” йырының һүҙҙәре. “Икенсе әрме” риүәйәтендә яуға китеүселәрҙең әйткәнен белдәргән һүҙҙәрҙә лә бар.

Был һүҙҙәр башҡорт халыҡ йыры “Урал” дағы :

“Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам

Ат ҡыуырҙай яңғыҙ ҙа талдарың,

Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта,

Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары...” тигән һүҙҙәргә ауаздаш.
11. 1812 йылғы Ватан һуғышында ил башында Екатерина II батшабикәнең ейәне Александр Павлович I торған.
12. 1812 йылғы Ватан һуғышын сағылдырған легенда һәм риүәйәттәр: “Икенсе Әрме риүәйәте”, “Буранбай риүәйәте”, “Ҡаһым түрә риүәйәте” , “Ерән ҡашҡа” һ.б.
13. “Ҡаһым түрә” риүәйәте буйынса, Ҡаһым түрәгә яуҙан һуң батша: “Мин һине генерал-майор итәм. Сәйфетдин, Мортаза, Насир тигән батырҙарыңды есаул итәм; Әбүбәкер, Ярулла тигән батырҙарыңа хорунжийлыҡ бирәм”, - тигән.
14.Башҡорттар 1814 йылда Парижда саҡта билдәле инглиз яҙыусыһы Вальтер Скотт башҡорттар тураһында маҡтау һүҙҙәре яҙған.
15. Наполеонды еңеп, һуғыш бөткәс, улдары ҡайтҡанда, Байыҡ сәснгә 102 йәш була.


5-8-се кластар өсөн башҡорт теленән интернет-олимпиада яуаптары.

1. Төп башҡорт һүҙҙәре: әсәй, йүкә, олатай, елән, сәңгелдәк, нәфис, ябалаҡ, яу, һыу, юл, ҡорот, әйбер.
2. атаҡ-атай

атығ-аҙыҡ

тағ – тау

Iч – өс

бἃн – мин

буң- моң

ἃр-ер


3. Дөрөҫ яҙылған һүҙҙәр: көньяҡ, дуҫ-иш, аҡтамыр.
4. Дошмандың тылында үҙ аллы көрәш алып барған ҡораллы отрядтың ағзаһы- партизан

Халҡына, тыуған иленә тоғро кеше – илһөйәр(патриот)

Ниндәй ҙә булһа эште башлап йөрөүсе – лидер, башлыҡ, әйҙәүсе.

Театр өсөн сәхнә әҫәрҙәрен яҙыусы – драматург, сценарист.

Юғары уҡыу йорто етәксеһе – ректор, директор

Генерал дәрәжәһенән юғарыраҡ хәрби дәрәжәлә йөрөүсе- маршал


5.

Наполеон армияһы һөжүме



орудиеларҙың көслө атышы менән башланды. Уларға ҡаршы йәҙрәләр ямғыры һирпелде, ерҙә лә, һауала ла снарядтар, гранаталар ярылды.


Профессионализмдар

Ғәскәр башлығы янына аяғына шпорлы итек, өҫтөнә ҡазаҡ сәкмәне, башына түңәрәк башлығын кейгән Ҡаһым түрә инде.

Омонимдар

Улар бер-береһен ныҡлап белергә, ауыр уй-хыялдарын аңларға тырышып, аулаҡ саҡта серләшеп ҡалыуҙы кәрәкле һананылар.

Шундай ҙур йөрәкле булыуығыҙға рәхмәт, Ваше величество, Беҙ бүләк өсөн түгел, ә Рәсәй иле азатлығы өćөн

һуғыштыҡ.


Күсмә мәғәнәле һүҙҙәр

Француздар һөңгөләр һәм уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған баһадир, тәүәккәл, арыҫлан башҡорт яугирҙарын “Төньяҡ

амурҙары” тип атағандар.



Синонимдар

Ғәсҡәр әҙерлеге тикшерелгәндән һуң ике көн ваҡыт уҙғас, смотрҙа

ҡатнашасаҡ уҡсы дивизиялар, казактар һәм казачий башҡорт полктары, иртәнге таң беленер-беленмәҫтән, Париж урамдары буйлап ағылды.



Үҙләштерелгән һүҙҙәр

Матур-матур бик күп алдырларға кәртүк, табикмәк, көлсә, һалма өйөлгән табынға ул Ҡаһымды саҡырҙы.

Диалект һүҙҙәр

Яңы баш командующий Кутузов – беҙҙең генерал-губернаторыбыҙҙың иң яҡын дуҫы! – тип маҡтанып баш ҡаҡты ғәсҡәр старшинаһы.


Омонимдар

Аустерлиц эргәһендәге һымаҡ еңел еңеүгә ышаныс тотоусы Наполеон, рус ғәсҡәрҙәренең удар көсөнә ҡаҡлығып еңелеүгә дусар булды.

Антонимдар

Үҙенә тәғәйенләнгән шәхси бүләктән баш тартып, башҡорттарға ер-һыу һәм азатлыҡ һорауы полковнигының яман уй

менән йөрөүен раҫлай... Белемле

башҡорт егете, һис шиҡһеҙ,



ҡурҡыныслы, унан нисек тә булһа ҡотолоу мөһим!


Дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәр

Һыбайлы башҡорт полктары яугирҙары тантаналы байрам өсөн сәрмәләрендә һаҡлап ҡына йөрөткән иң яҡшы ҡалпаҡтарын, кәзәкейҙәрен, ҡаталарын кейеп, елкәләренә уҡ-һаҙаҡтарын аҫҡан көйө, эйәр өҫтөндә ғорур ҡиәфәттә баралар.

Иҫкергән һүҙҙәр



6. Батыр яуҙа беленер, сәсән дауҙа беленер.

Батыр үҙе үлһә лә, даны ҡалыр.

Байлыҡ күрке мал менән, батыр күрке дан менән.

Күҙ ҡурҡаҡ, ҡул батыр

Батыр бер үлер, ҡурҡаҡ мең үлер.

Батыр ут булыр, ҡурҡаҡ юҡ булыр.

Батыр алдында арыҫлан да ҡуян.

Егет булһа батыр булһын, ҡыҙ булһа матур булһын.
7. Ҡуш йөрәкле – батыр, ҡыйыу

Тишек кәмәгә ултыртыу – алдау

Балтаһы һыуға төшөү – күңелһеҙләнеү , кәйеф китеү.

Айыу майы һөртөү – урлау.

Телдән ҡалыу – һөйләшмәү.
8. “Башҡорттоң хатта аты ла үҙенең яйына ҡалыплашҡан, салт сыҙам һәм өркөүһеҙ, шуның өҫтәүенә әрһеҙ һәм арзан”, – тип яҙа генерал Чернов.
9. Сифат ҡылымдар: ҡаршылашҡан (рекруттар), үҙ ирке менән йыйылған (аҡсаға), шымартыусы (машина), арзан булған (тимерҙән).
10. Мәскәүгә лә керҙек беҙ,

Парижды ла күрҙек беҙ. Тиң киҫәкле, ике составлы хәбәр һөйләм. (“Любезники” йырынан).

11. Наполеон Рәсәй батшалығына ҡаршы һуғыш асҡас, башҡорттар ҙа яуға күтәрелгән. Рус батшалығы ойошторған төрлө хәрби походтарҙа электән үк ҡатнашып йөрөгән башҡорттар, был юлы ла уяу булғандар һәм етеҙ хәрәкәт иткәндәр. Башҡорттарҙың егет ҡорона ингән бөтә ир-егеттәре лә аттарына атланып, тыуған илде азат итергә яуға күтәрелгән. Башҡорттар (төп.к.) килеп ҡушылғас, рус ғәскәрҙәре көсәйгән. Француздарҙың йәҙрәләренә, туптарына ҡаршы һыбайлы башҡорттарҙың(эй.к.) уҡ-һаҙаҡ, һөңгө менән ҡаршы барыуҙары тарихтан билдәле. Уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланып һөжүм иткән башҡорттарға(төб.к.) был һуғышта “төньяҡ амурҙары” тигән исем биргәндәр.

Рус полковниктары һөңгө һәм уҡ-һаҙаҡ менән генә ҡоралланған башҡорттарҙы (төш.к.) иң алға ҡуйып, дәһшәтле француз ғәскәрҙәренә ҡаршы ебәргән. Башҡорттарҙа (ур.в.к.) Ватан һуғышы тураһында бик күп йырҙар, легендалар, риүәйәттәр йөрөй. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттарҙан(сығ.к.) бик күп кеше ҡатнашҡан һәм батырлыҡтар күрһәткән. Ватан һуғышы темаһы башҡорт әҙәбиәтенә генә түгел, сәнғәтенә лә ҡағылды.
12. әкрен(ниндәй? - сифат) ул, яман(ниндәй? - сифат) уттарҙы, тиҙ (нисек?- рәүеш) етә, яман(нисек? - рәүеш) үкереп.
13. 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында халыҡ тарафынан да, яҙыусы һәм шағирҙар тарафынан да бик күп әҫәрҙәр ижад ителгән.

Беҙ туған әҙәбиәт дәресендә Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романы менән таныштыҡ, “Икенсе әрме” риүәйәтен, В.Зефировтың”Йәнтүрә хикәйәһен” уҡып киттек. Күренекле композитор Заһир Исмәғилев “Ҡаһым түрә” операһын яҙған. Башҡортостандың халыҡ шағиры Баязит Бикбайҙың “Ҡаһым түрә” исемле драмаһы бар. Йыр дәрестәрендә беҙ “Любизар”, “Әхмәт Байыҡ” тигән халыҡ йырҙарын өйрәндек. Йырсылар башҡарыуында “Һары ла сәс”, “Абдрахман”, “Кутузов” йырҙарын, “Француз көйө”н тыңланыҡ.
14. Мин кисә Мораҡҡа бара һалып килдем (ябай, ике составлы, тарҡау, тулы, ҡатмарландырылған хәбәр һөйләм.

Ниндәй матур, һөйкөмлө, уңған булып сыҡты минең һеңлем! (ябай, ике составлы, тулы, тарҡау, тиң аныҡлаусылы, өндәү һөйләм).

Мораҡтан булаһыңмы? (Ябай, бер составлы, кәм, тарҡау, ҡатмарландырылған, һорау һөйләм).

Эйе, килдем. (Ябай, бер составлы, кәм, йыйнаҡ, хәбәр һөйләм)

Әсәйемә, атайыма алып ҡайттым. (Ябай, бер составлы билдәле эйәле, кәм, тарҡау, тиң тултырыусылы хәбәр һөйләм)
15. Әҙәби телдәге һүҙҙәр урынына ерле һөйләштәге ҡулланылған һүҙҙәр диалект һүҙҙәр тип атала. Мәҫәлән, әҙәби телдә “әсәй” була, ә ҡайһылыр яҡтарҙа “инәй” тиҙәр.

Башҡорт теленең һүҙлек составына башҡа телдәрҙән ингән һүҙҙәр үҙләштерелгән һүҙҙәр тип атала. (мәҫәлән, самауыр (самовар) рус теленән ингән һүҙ).

Лексик яҡтан өлөштәргә бүленмәгән, бер нисә һүҙҙән тороп, бер генә мәғәнә аңлатҡан һүҙ ҡушылмалары – синоним берәмек тип атала. Мәҫәлән: матур, сибәр, гүзәл.

Теге йәки был белгестең эш үҙенсәлегенә бәйле ҡулланылған махсус һүҙҙәр – профессиональ һүҙҙәр тип атала. Мәҫәлән: скальпель, шприц, марля һ.б.

Телдә барлыҡҡа килгән яңы һүҙҙәр- неологизмдар була, мәҫәлән: вебинар.

Телдә ҡасандыр ҡулланылып, ваҡыт үтеү менән, актив ҡулланыуҙан бөтөнләй сыҡҡан һүҙҙәр – иҫкергән һүҙҙәр (архаизмдар) була (кибет, мәзин, аршин һ.б.).

Бер нисә тел өсөн уртаҡ булған һүҙҙәр интернациональ һүҙҙәр тип атала (меридиан, Марс һ.б.).
Каталог: data -> olimp
olimp -> V –viii кластар њсњн башќорт љЎљбиљтенљн интернет-олимпиада яуаптары
olimp -> Аҡмулла һәр заманға хаҡ мулла
olimp -> Ответы на задания II тура дистанционной олимпиады по Башкирскому языку для учащихся 9 11 классов (второй этап)
olimp -> 1797 года в Химмельпфортгрунде небольшом пригороде
olimp -> Башҡорт һәм рус халыҡ балалар уйындарын сағыштырыу
olimp -> «Аҡмулла һәр заманда хаҡ мулла» Эшләне
olimp -> Населенные пункты, расположенные на территории современной Республики Башкортостан и существовавшие к 1812 году
olimp -> Фгбоу впо «бгпу им. М. Акмуллы» Центр развития одаренности школьников Кафедра татарского языка и литературы
olimp -> Вәлиева Айгөл, Өфө ҡалаһы М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының 9Б класы уҡыусыһы Башҡорт теленән интернет-олимпиада һорауҙарына яуаптар


Достарыңызбен бөлісу:


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет