Аҡмуллаға хат



жүктеу 24.99 Kb.
Дата15.07.2018
өлшемі24.99 Kb.

Аҡмуллаға хат.

Һаумыһығыҙ, бөйөк аҡыл эйәһе Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла!

Һеҙгә Башҡортостандың иң эшсән халҡы, бай тәбиғәте менән дан тотҡан Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе, хәҙерге көндә 8А синыфында уҡып йөрөүсе Азамат исемле башҡорт егете хат яҙа.

Эйе, мин тыуған еребеҙҙең, башҡорт шиғриәтенең йондоҙо булған, данлыҡлы халыҡ улына хат яҙам, һеҙгә бөтә йөрәгемдә булған рәхмәтемде белдерәм. Һеҙ ижад иткән әҫәрҙәрегеҙҙе уҡыған саҡта нимәләр кисергәнемде, моғайын, белгегеҙ киләлер тип уйлайым.

Һеҙҙең менән танышыу күңелдә ҡабатланмаҫ бер осҡон булып ҡалды. Беҙҙең мәктәптең ишек алдына «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк» тигән һүҙҙәрҙе таҡтаға яҙып ҡуйғандар. Бик бәләкәй йәшемә ҡарамаҫтан, мин ундағы һүҙҙәрҙе ихлас күңел менән уҡып ятлап алып бөттөм. Шулай итеп, ул ваҡытта мәктәптә гел дүртле һәм бишле билдәләренә уҡырға кәрәклекте ошо серле һүҙҙәр аша тоя инем.

Ниһайәт, күп йылдар үткәс кенә, етенсе синыфта башҡорт әҙәбиәте дәресендә был юлдарҙың авторы, һеҙҙең тормошоғоҙ, ижадығыҙ тураһында мәғлүмәтле булдым.

Мифтахетдин Камалетдин улы, һеҙҙе бушҡа ғына мәғрифәтсе тип әйтмәгәндәрҙер. Сөнки «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» шиғыры шул дәүерҙән бигерәк беҙҙең бөгөнгөгә, быуаттар аша хәҙерге заман кешеһенә төбәп әйтелгәндәй. Минеңсә, үҙен ысын башҡортмон тип һанаған кеше шундай тапҡыр, аң- белемгә өндәү юлдарын уҡып уйланырға мәжбүр булалыр.

Кеше ысын мәғәнәһендә кеше булһын тиһәң, уның күңеленә бала саҡтан ныҡлы нигеҙ һалынырға тейеш. Мин дә был киләсәк быуынға фәһем булырлыҡ өндәү менән танышып, белем алыуҙың еңел түгеллеген, ләкин тырыш, ныҡышмал, ихтыяр көсө тапҡандар ғына ауырлыҡты, һис шикһеҙ, еңеп сыға тигән төшөнсәне үҙ иттем төҫлө.

Бигерәк тә һеҙҙең «Нәсихәттәр» тигән әҫәрегеҙҙе яратам. Бәлки, үҙем башҡорт халҡының тарихы һәм ислам дине тураһында күберәк белгем килгәнгәлер. Ҡайһы ваҡыт, Мифтахетдин Камалетдин улы, һеҙҙең «Инсафлыҡ», «Аҡыл», «Нәсихәтттәр» кеүек шиғырҙарығыҙҙҙы уҡып үҙемде әллә ҡасандан бирле йонсотҡан һорауҙарға яуап табам. Һәм тағы ла уйланыуҙарға тап булам. Шундай тапҡыр һүҙле юлдар бөгөнгө хәүефле заманда үҙе үк киҫәтеү булып яңғырай түгелме икән?

Һеҙҙең юбилей датағыҙға арнап Башҡортостанда күпләп конкурстар, кисәләр үткәрелә. Бына беҙҙең мәктәптә лә «Аҡмулланың аҡ юлдары» тигән әҙәби- музыкаль кисәгә әҙерлек эштәре алып барыла.



Хөрмәтле, Мифтахетдин Камалетдин улы, һеҙ әҙәбиәтебеҙҙең аҡылы, халҡыбыҙҙҙың ҡабатланмаҫ рухи мираҫы, бөйөк шәхесе, уның яҡты нуры. Аҡмуллаһыҙ мин башҡорт әҙәбиәтен күҙ алдына ла килтерә алмайым. Хатымдың аҙағында тоғро уҡыусыларығыҙ исеменән ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Шул заманда уҡ белемгә өндәгән, тәүфиҡлы,әҙәпле булырға саҡырған Аҡмуллаһын халҡыбыҙ онотмай. Аҡмулла аҡылы, Аҡмулла һабаҡтары, Аҡмулла шиғриәте башҡорт халҡының күңелендә йәшәне, йәшәй һәм йәшәйәсәк!

Бик күп сәләмдәр менән Азамат. 28.11.2011 йыл.
Каталог: data -> olimp
olimp -> 5-8-се кластар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙарына яуаптар
olimp -> V –viii кластар њсњн башќорт љЎљбиљтенљн интернет-олимпиада яуаптары
olimp -> Аҡмулла һәр заманға хаҡ мулла
olimp -> Ответы на задания II тура дистанционной олимпиады по Башкирскому языку для учащихся 9 11 классов (второй этап)
olimp -> 1797 года в Химмельпфортгрунде небольшом пригороде
olimp -> Башҡорт һәм рус халыҡ балалар уйындарын сағыштырыу
olimp -> «Аҡмулла һәр заманда хаҡ мулла» Эшләне
olimp -> Населенные пункты, расположенные на территории современной Республики Башкортостан и существовавшие к 1812 году
olimp -> Фгбоу впо «бгпу им. М. Акмуллы» Центр развития одаренности школьников Кафедра татарского языка и литературы
olimp -> Вәлиева Айгөл, Өфө ҡалаһы М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының 9Б класы уҡыусыһы Башҡорт теленән интернет-олимпиада һорауҙарына яуаптар


Достарыңызбен бөлісу:


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет