Башќорт теле буйынса 6 класта Хажин, Вилданов дљреслеге буйынса Јткљрелгљн дљрес конспекты



жүктеу 37.38 Kb.
Дата26.06.2018
өлшемі37.38 Kb.
түріКонспект

Башҡорт теленән 6 класта Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. дәреслеге буйынса үткәрелгән дәрес конспекты.
Тема: Исемдәр тураһында төшөнсә

Маҡсат: 1) исемдәр, уларҙың мәғәнәләре, үҙенсәлектәре

тураһында дөйөм төшөнсә биреү;

2) уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен, ижади

фекерләү күнекмәләрен үҫтереү;

3) балаларҙа тәбиғәткә һөйөү, тәбиғәт байлыҡтарына

һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.



Йыһазландырыу: һүрәтле текст, компьютер, проектлаусы таҡта,

магнитофон, көй яҙҙырылған аудиокассета,



Дәрес барышы:
I. Ойоштороу моменты.

Уҡытыусы менән уҡыусыларҙың бер-береһен сәләмләү, дәрес-кә ыңғай һәләт уятыу, инеш әңгәмә.



II.Өй эштәрен тикшереү

Уҡыусылар Башҡортостанда йәшәгән, ижад иткән рәссамдар тураһында әҙерләгән текстары буйынса сығыш яһайҙар. (бер нисә уҡыусы тыңлана)



III.Уҡытыусының инеш һүҙе.

Рәссамдар һүрәттәр менән күп нәмәне һүрәтләй, белдерә алалар. Ә һеҙ һүрәт төшөрөрөгә яратаһығыҙмы? (яуаптар тыңлана)

Тексты һүрәт менән биреп буламы? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? (яуаптар тыңлана)
Компьютер аша текст күрһәтелә:


-Тексты һүрәттәр урынына һүҙҙәр ҡуйып уҡырға. (тексты уҡыу)

-Ҡайын ағасы ниңә ҡороған? (яуаптар тыңлана)

-Һеҙҙең ҡайын һыуы эскәнегеҙ бармы? Быға һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек? (яуаптар тыңлана)

Ҡайындың орлоҡтары бик кескенә, һәр орлоҡтоң ике киң ҡанаттары бар. Елгә эйәреп был ҡанаттар бик- бик алыҫтарғаосоп китә, әсә - ағастан йыраҡлаша. Осҡан орлоҡтар ҡайҙа килеп төшә, шунда үҫә башлай. Үҫеү өсөн ҡайын орлроғона ашлы тупраҡ кәрәкмәй, хатта кирбес стенала үҫеп сығырға мөмкин ул. Артыҡ дымлы, йәки, киреһенсә, бик ҡоро урындарҙа ла йәшәй ала ҡайын, тик яҡтылыҡ ҡына булһын, ҡараңғы, ышыҡ урындарҙы яратмай был ағас.

Һәр кемгә мәғлүм: беҙҙең илдә йәшәгән кешеләр өсөн ҡайын ағасы ябай ағас ҡына түгел.Кайын – Тыуған ил, тыуған ер символы, бөйөк, матур, яҡты илдең кәүҙәләнеше. Әгәр ҙә беҙ ҡайынды бысаҡ менән йәрәхәтләйбеҙ икән, тимәк үҙебеҙ йөрөгән ерҙе лә рәнйетәбеҙ тигән һүҙ.
-Һеҙҙең йәшәгән урындарҙа шишмәләр бармы? Шишмәләр ҡоромаһын өсөн нимәләр эшләргә кәрәк? (яуаптар тыңлана)

IV. Яңы тема буйынса эш.

1.- Нимә ул исем, ниндәй мәғәнәне белдерә, ниндәй һорауҙарға яуап бирә? Теманы асыҡларға ошо текст ярзам итер.

Текстта һүрәттәр менән бирелгән һүҙҙәр нимәне белдергән төркөмдәр? ( предметты, заттарҙы белдергән төркөмдәр)

Тау, ҡайын, бысаҡ һүҙҙәре ниндәй һорауҙарға яуап бирә? (нимә?) . Ниндәй һанда килгәндәр? (берлек һанда)

Малайҙар һүҙе ниндәй һорауға яуап бирә? (кемдәр?)

Таштар, ҡоштар һүҙҙәре ниндәй һорауҙарға яуап бирә? (Нимәләр?) . Ниндәй һанда килгәндәр? (Күплектә)

Һығымта яһайыҡ, нимә ул исем ?



( Предметты, затты белдереп, кем? нимә? һорауҙарына яуап биргән һүҙҙәр төркөмө исем тип атала)

Улар ниндәй һанда килә? (Берлек һанда, күплек һанда)


2.Һүҙлек эш.

1-се бағанаға һүрәт менән бирелгән һүҙҙәрҙе яҙып алабыҙ, 2-се бағанаға яҙыу өсөн тауға, шишмәгә, малайҙарға исем бирәйек.

тау Ҡыятау

таштар


шишмә Зәңгәрһыу

ҡайын


ҡоштар Марат

малайҙар Илдус

бысаҡ

- 1-се бағаналағы исемдәр бер төрлө предметтарға уртаҡ исемдәр. Улар нисек яҙылған? ( яуаптар тыңлана)

Был исемдәр уртаҡлыҡ исемдәр тип атала, улар бәләкәй хәрефтән яҙылалар.

2-се бағаналағы исемдәр предметтың үҙенә генә бирелгән исемдәр. Улар нисек яҙылғандар? ( яуаптар тыңлана)



(Кеше исемдәре, йәнлектәрҙең ҡушаматы, географик атамалар, гәзит, журнал, китап исемдәре яңғыҙлыҡ исемдәр тип атала, улар һәр ваҡыт ҙур хәрефтән яҙылалар.)
3.Материалды нығытыу.

Дәреслектә бирелгән 5-се, 6-сы, 8-се күнегеүҙәрҙе телдән эшләү

4.Тексты һүрәттәр ярҙамында биреп була. Ә шиғыр яҙып була микән? Һүрәттәр менән бирелгән һүҙҙәрҙе индереп шиғыр яҙып ҡарағыҙ.

1.--- ---- ---- ----- 2.--- --- --- ---

--- шишмә аға. ---- шишмә сылтырай.

--- --- --- --- ---- ---- -----

--- ҡанат ҡаға. ---- ниҙер шыбырлай.

Балалар үҙ аллы рәүештә бирелгән рифмаларҙы файҙаланып шиғыр язалар, аҙаҡ бергәләп тикшерелә, уңышлы килеп сыҡҡан шиғырҙарҙы язып алалар. Уҡытыусы үҙенең шиғыр варианттарын уҡып күрһәтә, алдан әҙерләгән көйгә һалып йырлап күрһәтә.


V. Өй эше.

Өйгә 8-се күнегеү бирелә: тексты рус теленә тәржемә итергә,



VI. Дәресте йомғаҡлау.

Дәрестә үткән материал буйынса һығымтаяһала, исемдәрҙең белдергән мәғәнәләре, ҡулланылышы, тәбиғәтте һаҡлау тураһында ҡыҫҡаса әңгәмә. Уҡыусыларға билдәләр ҡуйыла.

Достарыңызбен бөлісу:


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет