Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы муниципаль районы Бәләбәй ҡалаһы Башҡорт гимназия-интернаты муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы



жүктеу 0.54 Mb.
бет2/2
Дата07.05.2019
өлшемі0.54 Mb.
түріПрограмма
1   2

Календарь-тематик план


Беренсе сирек (16 сәғәт)

Дәрес һаны

Тема

Сәғәт

һаны

План.

дата

Факт.

дата

Иҫкәрмә

Уҡыусылар эшмәкәрлегенең эш төрҙәре

1.

Әҙәбиәт – һүҙ сәнғәте.

1

05.09




Хәҙерге тормошта китаптарҙың роле, уның башҡа мәғлүмәт сығанаҡтары араһындағы урыны. Дәреслектән “Баш һүҙ” исемле мәҡәләне уҡыу, уҡылғанаға ҡарата эмоциональ ҡараш, шәхси мөнәсәбәтте сағылдырыу. Төркөмдәр менән дәреслектә бирелгән һорауҙарға яуап биреү. “Башҡорт әҙәбиәте” дәреслек-хрестоматияһы, уның авторҙары менән, дәреслектең башҡа компонентары менән танышыу.

2.

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина. “Башҡортостан флагы”.

1

08.09




Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы тураһын­дағы Положение менән танышыу. Дәүләт флагын ҡулланыу тәртибе. Флагтың төҫтәре бирелешен аңлатыу. Дәүләт флагы тураһында ижад ителгән әҙәби әҫәрҙәр, уларҙың исемдәре. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның «Башҡортостан флагы» шиғыры менән танышыу, тасуири уҡырға өйрәнеү.





Алтын һуҡмаҡ













3.

С. Әлибаев. “Мәктәп юлы”,

Я.Вәлиев. “Беренсе көн”.



1

15.09




Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнеү. Һорауҙарға телдән яуап­тар. Уҡыусыларҙың парҙар менән эшләүе. Йөкмәткеһе бу­йынса һорауҙар. «Беренсе көн» хикәйәһен тасуири уҡыу. Хи­кәйәнең киңәйтелгән планын төҙөү. «Белем байрамы» көнө тураһында һөйләшеүҙә ҡатнашыу. Коллектив диалогта ҡат­нашыу.


4.

Кл.тыш уҡыу. Ә.Бикчәнтәев. “Ҙур оркестр”.

1

19.09




Ҙур оркестр» повесының йөкмәткеһен үҙләштереү.

Повестың идея-тематик йөкмәткеһен асыу.




5.

Я.Ҡолмой. “Мәктәп”,

Р.Фәхретдин. “Мәктәп”.



1

22.09




Шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң биографияһы һәм ижады менән танышыу. Шиғырҙы тасуири уҡыу. Йөкмәткеһе буйынса һорауҙар әҙерләү һәм күршең менән кәңәшләшеү. Тасуири сараларҙы табыу. Уларҙың функциональ ролдәрен асыҡлау. Ризаитдин Фәхретдиндең әҙәби һәм мәғрифәтсе эшмәкәрлеге. Нәсихәттәре менән танышыу. Нәсихәттәрҙең социаль һәм педагогик функцияһы. Нәсихәттәрҙең бөгөнгө тәрбиәүи саралар менән тап килеүен асыҡлау. Нәсихәттәр табып яҙып килеү һәм мәғәнәһен аңлатыу.


6.

З.Биишева. “Башҡорт теле”.

1


26.09




Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады менән танышыу. Зәйнәб Биишеваның башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ролен аңлау. «Башҡорт теле» шиғырын тасуири уҡыу. Шиғырҙы ятҡа һөйләргә әҙерләнеү. Шиғырҙың йөкмәткеһенән сығып, парҙар менән аралашыу. Уларға һорауҙар биреү һәм яуап алыу. Шиғырҙа ҡулланыл­ған тасуири сараларҙы табыу. Уларҙың ролен билдәләү. Ши­ғырҙың идеяһын асыҡлау. Был идеяның бөгөнгө көндә лә көнүҙәк мәсьәлә икәненә ышаныу.


7.

Ҡ.Аралбай. “Башҡорт ҡоролтайына”.

1

29.09




Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың био­графияһы. Уның әүҙем эшмәкәрлеге. Ҡоролтайҙар үткәреүҙең кәрәклеге, уларҙың әһәмиәте. «Башҡорт ҡоролтайына» ши­ғырының яҙылыу ваҡыты. Шиғырҙы тасуири уҡыу. Йөкмәт­кеһе буйынса һорауҙар бирергә өйрәнеү. Шиғырҙың теле. Ши­ғырҙа ҡулланылған тасуири саралар. Уларҙы табыу, мәғәнә­ләрен аңлатыу. Йөкмәткеһен һөйләргә әҙерләнеү. Аңлашыл­маған һүҙҙәрҙе табыу. Һүҙлек эше.


8

Р.Бикбаев. “Халҡыма хат”.

1

03.10




Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тор­мош һәм ижад юлы менән танышыу. Шағирҙың башҡорт әҙә­биәтен үҫтереүҙәге ролен асыҡлау. Поэманан өҙөктө тасуири уҡыу. Поэма буйынса парҙарға һорау әҙерләп биреү, яуаптар. анализлау. Лирик шиғырҙың төрөн билдәләү. Автор ҡул­ланған һүрәтләү сараларын асыҡлау. Шиғырҙың йөкмәткеһенән сығып проект технологияһы буйынса сығыш әҙерләү.


9.

Тасуири һүрәтләү саралары.

1

06.10




Художестволы әҫәрҙәрҙә тасуири һүрәтләү сараларының ролен һәм әһәмиәтен аңлау. Һүрәтләү сараларының төрҙәре хаҡында белешмәне үҙләштереү. Сағыштырыуҙың әҙәбиәттә тотҡан урынын билдәләү. Эпитет, метафораның лирик жанр­ҙарға хас булыуын аңлау. Риторик һорау, өндәү һөйлөмдәре­нең үҙенсәлектәрен төшөнөү.





Ил ҡеүәте - икмәктә













10.

Г.Юнысова. “Ер улына”.

1

10.10




Гөлфиә Юнысованың ижады менән танышыу. Уның шиғ­риәт темаһын асыҡлау. «Ер улына» шиғырын тасуири уҡыр­ға әҙерләнеү. Йөкмәткеһе буйынса парҙарға һорау әҙерләү. Шиғырҙа ҡулланылған тасуири сараларҙы табыу һәм улар­ҙың лексик мәғәнәһен аңлатыу. Уларҙың функциональ ролен асыҡлау. Иген үҫтереүсе Ер улының образын күҙ алдына баҫтырыу.


11.

Д.Бүләков. “Ҡара икмәк”.

1

13.10




Динис Бүләковтың ижад юлы менән танышыу. Уның ижа­дының төп йүнәлешен, идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау. Прозаик булараҡ яҙыусының әҙәби оҫталығын күҙ алдына баҫтырыу. Уның хикәйәләр жанры оҫталығының серен бил­дәләү. «Ҡара икмәк» хикәйәһен уҡыу, образдар системаһын күҙаллау. Хикәйә жанрының үҙенсәлеген аңлау. Хикәйәнең сюжет, композиция элементтарын асыҡлау. Тел-стиль үҙенсә­леген күҙ алдына баҫтырыу.

12.

Ф.Чанышева. “Икмәк еҫе”.

1

17.10




«Икмәк еҫе» шиғырын тасуири уҡыу. Шиғырҙың йөкмәт­кеһен үҙләштереү. Төркөмдәр йәки парҙар менән эшләүгә һо­рауҙар әҙерләү. Шиғырҙа тасуири һүрәтләү сараларын табыу, уларҙың функциональ ролен асыҡлау. Шиғырҙы шартлы рә­үештә өлөштәргә бүлеү. Һәр өлөшкә исем биреү.

13.

Ә. Вахитов. “Өс бөртөк бойҙай”.

1

20.10




Әнүр Вахитовтың ижады менән танышыу. «Өс бөртөк бой­ҙай» хикәйәһен тасуири уҡыу. Хикәйәнең идея-тематик йөк­мәткеһен билдәләү. Хикәйәнең төп геройҙары менән таны­шыу. Яҙыусының образдар тыуҙырыу оҫталығын күреү. Хи­кәйәнең планын төҙөү, һәр өҙөккә исем ҡушыу. Хикәйәнең сюжет, композиция ҡоролошо, был йәһәттән яҙыусының оҫ­талығы. Хикәйәләү кем исеменән алып барыла? Хикәйәлә бер үк һүҙбәйләнеш бер нисә тапҡыр ҡабатлана, был алым нисек тип аталыуын һәм ни өсөн ҡулланылыуын асыҡларға.

14

Т.Ү.Инша. Икмәк – ил байлығы.

1

24.10




Инша яҙыу серҙәренә төшөнөү.

15.

Уҡыу темпын тикшереү

1

27.10




Уҡыусылар нормативҡа ярашлы уҡыу темпын тапшыра

16

Кластан тыш уҡыу

1

31.10




Уҡыусыларҙа нәфис әҙәбиәт уҡыу күнекмәләрен һәм уҡыу мәҙәниәтенә төшөнә.


Икенсе сирек (16 сәғәт)




Халыҡ һүҙен ташлама













17.

“Урал батыр” әкиәте (I-II бүлектәр).

1

07.11




Тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен аңлау. Ролдәргә бүлеп уҡыу. Айырым фрагменттарының йөкмәткеһен һөйләү. Таныш бул­маған һүҙҙәрҙе табыу һәм уларҙың лексик мәғәнәһен асыҡ­лау. Класташтарҙың тасуири уҡыуҙарына телдән рецензия. Әкиәттең планын төҙөү, әкиәттең ваҡиғалар нигеҙҙәрен айы­рып күрһәтеү. Һорауҙарға телдән һәм яҙма яуап биреү. Ге­ройҙарға телдән характеристика.

18.

“Урал батыр” әкиәте (III-IV бүлектәр)

1

10.11




Әкиәтте тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен аңлау. Ролдәргә бүлеп уҡыу. Төрлөсә йөкмәткеһен һөйләү (ҡыҫҡартып, тулы­һынса, өлөшләтә). Коллектив диалогта ҡатнашыу. Әкиәттең өлөштәрен сәхнәләштереү. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу һәм мәғәнәһен аңлатыу. Әкиәт буйынса төшөрөлгән иллюстрация һүрәттәренә рецензия, үҙең төшөргән һүрәттәрҙе презентация-лау.

19.

“Урал батыр” әкиәте (V бүлек)

1

14.11




«Урал батыр» әкиәтен тасуири уҡыу. Ролдәргә бүлеп уҡыу. Урал батырҙың батырлығы һәм халыҡ бәхете өсөн үҙ ғүмерен дә йәлләмәүенең сәбәптәрен аңларға тырышыу. Сәсәндең әйт­кән һүҙҙәре хаҡында уйланыу. Ҡобайыр жанрының иң бо­ронғо халыҡ ижады әҫәре булыуы. Батырҙар тураһындағы әкиәт төрҙәрен билдәләү, уларҙың үҙенсәлектәре. Актер уҡыуында «Урал батыр» әкиәтен тыңлау һәм уға ҡарата булған фекерҙәр.

20.

“Ҡариҙел” әкиәте. Легенда тураһында төшөнсә.

1

17.11




5-се класта әкиәттәр тураһында алған белемдәрҙе иҫкә тө­шөрөү. Дәреслектән легендалар тураһындағы мәҡәләне уҡыу. «Ҡариҙел» әкиәт-легенданы тасуири уҡыу. һорауҙар биреү. Һорауҙарға яуап биреү. Легенданың жанр үҙенсәлеген билдә­ләү. Таныш булмаған һүҙҙәрҙе эҙләү, һүҙлек ярҙамында улар­ҙың мәғәнәһен аңлатыу. Уҡыу барышында өкиөт-легендаға мөнәсәбәтте күрһәтеү. (Эмоциональ биҙәк, интонирование, уҡыу ритмы.) Тыуған яҡтың легендалары.

21.

Бәйеттәр. “Герман һуғышы бәйеттәре”.

1

21.11




Бәйет тураһында аңлатма биреү, уның нисек башҡары­лыуын аңлау. Бәйеттәрҙең төҙөлөшөн һәм әһәмиәтен билдәләү.Герман һуғышы бәйеттәренең ижад ителеү дәүере менән танышыу.

Бәйеттәрҙең белем һәм тәрбиә биреүҙәге әһәмиәтен аң­лау.



22.

“Дон далаларында” бәйете.

1

24.11




Бәйеттәр тураһында. «Дон далаларында» бәйетенең тема­тик йөкмәткеһен аңлау. Бәйетте тасуири уҡырға өйрәнеү. Бә­йет жанрының тел үҙенсәлектәренә төшөнөү, ундағы лексик ҡатламдың төрлө булыуын билдәләү. Бәйет жанрының бөгөн­гө көндә киң таралмауының сәбәптәрен асыҡлау.

23.

Таҡмаҡтар тураһында. “Егеттәр”.

1

28.11




Таҡмаҡ жанры тураһында. Уның функциональ ролен асыҡ­лау. Таҡмаҡтарҙың тематикаһы. Таҡмаҡ жанрының ҡайһы осраҡтарҙа әйтелеүен аныҡлау. Таҡмаҡтарҙың көйө һәм улар­ҙың күп осраҡта бейеү башҡарғанда әйтелеүе. Таҡмаҡтарҙы көйләп әйтеп ҡарау. Таҡмаҡтарҙың тел-стиль үҙенсәлеген аң­лау. Класс тормошона арналған таҡмаҡтар ижад итеү.




Уҡытыусы! Ошо исемдән дә юғарыраҡ ниндәй исем бар?!













24.

К.Кинйәбулатова. “Уҡытыусым”.

1

01.12




һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ Кәтибә Кинйәбулатованың тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләргә әҙерләнеү. «Уҡытыусым!» шиғырын тагсуири итеп уҡырға әҙерләнеү. Шиғырҙа уҡытыусы образының, һүрәтләне­шен күреү. Шиғырҙа ҡулланылған тасуири һүрәтләү сараларын табыу, уларҙың функциональ ролен асыҡлау. Коллектив диалогта ҡатнашыу.

25-26.

Л.Яҡшыбаева. “Уҡытыусы – ул белем биреүсе лә, икенсе әсәй ҙә...”

2

05.12

08.12





Уҡытыусы һәнәре хаҡында уйланыу. Өҙөктө тасуири итеп уҡыу, йөкмәткеһен үҙләштереү. Өҙөктә яҙыусы тарафынан ҡулланылған художестволы алымдар. Өҙөктөң тел-стиль үҙен­сәлектәрен күҙәтеү. Образдар системаһын аныҡлау. Персо­наждарға характеристика. Уҡытыусыны яҡлау һәм һаҡлау хаҡында фекерҙәр. Йөкмәткеһен һөйләү. Өҙөктөң планын тө­ҙөү.

27.

Р.Шаммас. “Уҡытыусыға”.

1

12.12




Рауил Шаммастың биографияһын өйрәнеү. “Уҡытыусыға” шиғырын тасуири уҡыу, йөкмәткеһен үҙләштереү. Шиғырҙа ҡулланылған һүрәтләү сараларын табып, уларҙың функциональ ролен билдәләү. Шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса һорауҙар төҙөү һәм уларға яуап биреү. Уҡытыусы образын һүрӘТләүзә ыңғай күренештәр һәм теләктәр.

28-29.

Ф.Иҫәнғолов. “Уҡытыусы Ғүмәров”.

2

15.12

19.12





Фәрит Иҫәнғоловтың биографияһын һөйләү. Уның балалар яҙыусыһы булыуына баҫым яһау. Хикәйәне тасуири уҡыу йөкмәткеһен һөйләргә әҙерләү. Хикәйәнең темаһын, образдар системаһын асыҡлау. Образдарға характеристика. Хикәйәнең сюжет, композицияһына төшөнөү. Хикәйәнең йөкмәткеһен Һөйләүҙең бөтә төрҙәрен ҡулланыу.

30

Т.Ү.Инша. Уҡытыусы – ул ҙур исем!

1

22.12




Инша яҙыу серҙәренә төшөнөү.

31

Уҡыу темпын тикшереү


1

26.12




Уҡыусылар нормативҡа ярашлы уҡыу темпын тапшыра

32

Кластан тыш уҡыу

1

29.12




Уҡыусыларҙа нәфис әҙәбиәт уҡыу күнекмәләрен һәм уҡыу мәҙәниәтенә төшөнә.

Өсөнсө сирек (20сәғәт)




Беҙҙең боронғо әҙәбиәтебеҙ













33.

Яҙма ҡомартҡыларыбыҙ. “Йософтоң матурлығы”.

1

16.01




Яҙма ҡомартҡылар тураһында фекер туплау. Дәреслектән «Яҙма ҡомартҡыларыбыҙ» исемле мәҡәләне уҡыу, дәфтәргә ошо мәҡәлә буйынса конспект яҙыу. Ҡол Ғәли хаҡында мәғ­лүмәттәр менән танышыу, уның ижад үҙенсәлектәрен аңлау. «Йософтоң матурлығы»н тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен үҙ­ләштереү. Әҫәрҙең хәҙерге әҙәби әҫәрҙән айырмалы яҡтары. Әҫәрҙең телен хәҙерге башҡорт теле менән сағыштырыу.

34.

Шәжәрә. Табын ҡабиләһенең Ҡара Табын ырыуы шәжәрәһе.

1

19.01




Ҡара Табын ырыуының шәжәрәһе менән танышыу. Шә­жәрәнең нимә икәнен аңлау. Таныш булмаған һүҙҙәрҙең һүҙ лектәр ярҙамында мәғәнәләрен аңлау. Дәреслектән «Шәжәрә тураһында» мәҡәләне уҡыу. Үҙ ырыуыңдың шәжәрәһен тө­ҙөргә өйрәнеү. Ҡара Табын ырыуы шәжәрәһенең авторын билдәләү.

35.

Сәйф Сараи. “Парсалар”.

1

23.01




Сәйф Сарайҙың биографияһы менән танышыу. Уның баш­ҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыуҙағы ролен асыҡлау. Ижадында төп урынды алып торған парсалар менән танышыу. Аңла­шылмаған һүҙҙәрҙе табып, уларҙың лексик мәғәнәләрен аң­лау. Парса жанры менән танышыу, уның әҙәбиәт жанрҙары араһындағы урыны. Хәҙерге әҙәбиәттә парсалар.




Ата-олатайҙарҙың да төйәге













36.

Т.Йосопов. “Ай, Уралым, Уралым”.

1

26.01




«Ай Уралым, Уралым» шиғырын тасуири уҡырға өйрәнеү. Текст буйынса һорауҙар төҙөү һәм уларға яуап биреү. Йөк­мәткеһе буйынса һорауҙарға яуап биреү. Урал образының би­релешен аңлау. Урал образының башҡорт халҡы өсөн ни тиклем ҡәҙерле булыуын аңлау. Шиғырҙа ҡулланылған тасу­ири һүрәтләү сараларын табып, уларҙың функциональ ролен асыҡлау. Урал тураһындағы коллектив диалогта ҡатнашыу.

37.

Н.Иҙелбай. “Салауат ташы”.

1

30.01




Нәжиб Иҙелбайҙың биографияһын һөйләү. «Салауат та­шы» хикәйәтенең тексын тасуири уҡыу. Йөкмәткеһе өҫтөндә уйланыу, һөйләргә әҙерләнеү. Хикәйәт жанры тураһында һүҙ­лектән уҡып, уның йөкмәткеһенә төшөнөү. Хикәйәттә ҡулла­нылған ҡобайыр жанры, уның исемен асыҡлау. Хикәйәттә ҡулланылған тасуири сараларҙы табып, уларҙың функцио­наль ролен билдәләү. Ьирәк ҡулланылған һүҙҙәрҙе табып, уларҙың лексик мәғәнәһен аңлатыу.

38.

Ж.Кейекбаев. “Урал тураһында ҡобайыр”.

1

02.02




Жәлил Кейекбаевтың биографияһын һөйләү. Уның бөйөк телсе, башҡорт теленең фәнни фонетикаһына нигеҙ һалыусы икәнлеген таныу. «Урал тураһындағы ҡобайыр»ҙы тасуири итеп уҡыу. Ҡобайыр жанрының дауам ителеүенә иғтибар итеү. Был ҡобайырҙың боронғо ҡобайырҙарға оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын билдәләү. Ҡобайырҙа ҡулланылған тасуи­ри һүрәтләү сараларын асыҡлау. Халыҡ араһында һирәк ҡул­ланыла торған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен төшөнөү.




Батырҙарҙы яуҙа күп күрҙек,

Салауаттай батыр юҡ икән...













39.

С.Юлаев. “Ағиҙелкәй аға ҡая аралап”.

1

06.02




Салауат Юлаевтың тормош юлын иҫкә төшөрөү. Уның шағир-импровизаторлыҡ һәләтен күреү. «Ағиҙелкәй аға ҡая аралап...» шиғырын тасуири итеп уҡыу, йөкмәткеһен үҙләш­тереү. Салауаттың шиғырҙарының идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау. Шиғырҙарында ҡулланылған тасуири һүрәтләү са­раларын табыу, уларҙың эстетик һәм әҙәби роле, Салауаттың шиғырҙарының стиль үҙенсәлектәрен билдәләү.


40.

“Юлай менән Салауат”. (Эпостан өҙөк)

1

09.02




«Юлай менән Салауат» өҙөгөн тасуири итеп уҡыу. Йөк­мәткеһен үҙләштереү. Халыҡтың Салауатҡа булған мөхәб­бәтен күреү. Ул ихтирам Салауаттың халыҡҡа мөрәжәғәтендә һалынған булыуын төҫмөрләү. Ҡобайыр жанрының дауамсан-лығын күреү. Тарихты беҙгә килтереп еткереүҙә ҡобайырҙың роле. Эпостың теленә иғтибар итеү.


41,42.

М.Иҙелбаев. “Төш”

2

13.02

16.02





Мирас Иҙелбаевтың биографияһы менән танышыу. «Төш» өҙөгөн тасуири уҡыу, йөкмәткеһен һөйләй белеү. Йөкмәткеһе буйынса һорауҙар төҙөү. Төркөмдәрҙә яуап әҙерләгәндә әүҙем ҡатнашыу. Әҫәрҙең теленә иғтибар итеү. Салауаттың бала сағы, уның тирә-яғындағы кешеләр менән мөнәсәбәте.

«Төш» әҫәренең дауамын уҡыу һәм уның йөкмәткеһен үҙләштереү. Аҙналы ҡарттың ҡунаҡсыллығы нимәлә күренеүен аңлау. Салауатты иң ныҡ аптыратҡан ваҡиғаның сәбәптәренә төшөнөү. Салауаттың бала сағынан уҡ уҡырға, белем алырға ынтылыуын күреү. Гөлсафия ҡарсыҡтың төшөнөң раҫланыуын иҫбатлау. Уҡылған өлөштөң планын төҙөү һәм һәр бүлеккә исем биреү.



43.

Р. Ғарипов. “Салауат батыр”.

1

20.02




Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тор­мош һәм ижад юлын һөйләү. Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр. 3-сө том: Көндәлектәр, хаттар, тәржемәләр китабын файҙаланыу. «Салауат батыр» шиғырын тасуири уҡыу, йөкмәткеһен үҙ­ләштереү. Һирәк ҡулланыла торған һүҙҙәрҙе табыу, уларҙың лексик мәғәнәһен аңлатыу. Шиғырҙа Салауат образын йәнле һүрәтләү өсөн ҡулланылған тасуири сараларҙы табыу, улар­ҙың функциональ ролен асыҡлау.

44.

Шиғыр һәм проза.

1

27.02




Шиғри әҫәрҙәрҙе таныу. Ритм, рифма, стопа, строфа һымаҡ төшөнсәләрҙе аңлау, уларҙың ҡулланылыу тәртибе менән танышыу. Шиғри текстар төҙөү күнекмәләре тәрбиәләү. Проза әҫәрҙәре, уларҙың үҙенсәлектәрен аңлата белеү. Проза әҫәр­ҙәрен ижад итеүҙең үҙенсәлектәре менән танышыу.






Башҡортостан – Гөлбостан...













45.

Ш.Бабич. “Башҡортостан”.

З.Биишева. “Башҡортостан”



1

02.03




Шәйехзада Бабичтың ҡатмарлы тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләү. Шағирҙар араһында иң тәүгеләрҙән булып Башҡортостан, башҡорттар хаҡында яҙыусы шәхес булыуын аңлау. Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу, өйрәнеү, уға яҙылған йырҙы тыңлау. Шиғырҙа ҡулланылған тасуири һүҙҙәрҙе та­быу һәм уларҙың ролен билдәләү, һирәк ҡулланыла торған һүҙҙәрҙе табып, уларҙың лексик мәғәнәһен аңлатыу.

Зәйнәб Биишева ижадының ҡайһы бер үҙенсәлектәренә төшөнөү. «Башҡортостан» шиғырын тасуири уҡыу, йөкмәт­кеһен үҙләштереү. Текст буйынса һорауҙар төҙөү һәм уларҙы төркөмдәрҙә бирергә әҙерләнеү. Шиғырҙа тасуири сараларҙы табып, уларҙың мәғәнәһен аңлатыу. Шиғырҙы ятҡа һөйләргә әҙерләнеү. «Башҡортостан — гөлбостан» темаһына проект әҙерләү, уның менән класс алдында сығыш яһау.



46.

Ялыҡ Бурнаҡ улы. (“Һуңғы Һартай” әҫәренән

өҙөк)


1

06.03




Иң боронғо дәүерҙән беҙгә килеп еткән эпостың йөкмәтке­һен үҙләштереү, һартай ырыуы тураһында мәғлүмәттәр туплау. Ялыҡ бейҙең атаһы Бурнаҡ бейҙең ҡыҙыҡлы исем тарихы ме­нән танышыу. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһен аң­латыу. Шул дәүерҙә ҡулланылған тасуири һүрәтләү саралары.

47.

Кл.тыш уҡыу. Башҡортостан – тыуған илкәйем.

1

09.03




Уҡыусыларҙа нәфис әҙәбиәт уҡыу күнекмәләрен һәм уҡыу мәҙәниәтен булдырыу.

Уҡыусыларҙа эстетик һәм патриотик тойғолар тәрбиә­ләү.




48.

Н.Нәжми. “Башҡортостан”.

1

13.03




Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тор­мош һәм ижад юлы тураһында һөйләү. «Башҡортостан» ши­ғырын тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен үҙләштереү. Шиғыр­ҙың тема һәм идея йөкмәткеһен билдәләү. Төркөмдәрҙә эшлә­гәндә биреү өсөн һорауҙар төҙөү. Башҡортостан образын күр­һәтеү өсөн ҡулланылған тасуири һүрәтләү сараларын табыу, уларҙың мәғәнәүи ролен асыҡлау.




Һыҙҙырт, ҡурай,

башҡорт моңдарын













49.

“Ҡурай” (Башҡорт халыҡ йыры)

1

16.03




«Ҡурай» йырын тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен үҙләште­реү. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралына булған һөйөүен асыҡлау. Йыр һүҙҙәренең мәғәнәһен аңлау. Башҡорт музыкаһының тәрән мәғәнәле булыуына төшөнөү һәм халыҡ тарафынан ижад ителеүенә иғтибарҙы йүнәлтеү. Ҡурайҙың Башҡортостандың ете мөғжизәһенә индерелеүе. Ҡурай үҫкән урындарҙы асыҡлау.

50.

Н.Ғәлимов. “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай”.

1

20.03




«Яуҙан ҡайтҡан ҡурай» очеркын тасуири уҡыу, йөкмәт­кеһен үҙләштереү. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла баш­ҡорт ҡурайын ташламағанға, кәрәк саҡта отҡорлоҡ күрһә­теп, бәреп төшөрөлгән немец самолетының көпшәләренән ҡурай эшләп уйнағанына һоҡланыу. Таныш булмаған һүҙҙәрҙе табып, уларҙың лексик мәғәнәһен аңлатыу.

51.

Ҡ.Аралбай. “Йомабай ҡурайы”.


1

23.03




Ҡәҙим Аралбайҙың «Йомабай ҡурайы» шиғырын тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен үҙләштереү. Йомабай ҡурайсының Образын тыуҙырыу өсөн күпме тасуири һүрәтләү саралары Ҡулланылғанын билдәләү, һәр сараның исемен асыҡлау. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табып, лексик мәғәнәләрен аңлатыу. Шағир тарафынан ҡулланылған тасуири һүрәтләү сараларын табып, уларҙың функциональ ролен асыҡлау. Ҡурай эшләү технологияһын төшөнөү.

52

Уҡыу темпын тикшереү


1

03.04




Уҡыусылар нормативҡа ярашлы уҡыу темпын тапшыра


Дүртенсе сирек (16 сәғәт)




Әсәй күңеле – тулы ҡояш













53.

А.Игебаев. “Әсәйемә”.

1


06.04




Абдулхаҡ Игебаевтың «Әсәйемә» шиғырын тасуири уҡыу, йөкмәткеһен үҙләштереү. Шағирҙың әсәй образын һүрәтләүгә бар оҫталығын, йылылығын бирергә тырышыуын күрһәтеү Әсәй образын тыуҙырыу өсөн ҡулланылған һүрәтләү сарала рын табып, уларҙың ролен асыҡлау.

54,55.

Й. Солтанов. “Ҡәнәфер сәскәһе”.

2

10.04

13.04





Йыһат Солтановтың «Ҡәнәфер сәскәһе» хикәйәһен тасуири итеп уҡып сығыу һәм йөкмәткеһен үҙләштереү. Хикәйәнең образдар системаһын билдәләү. Фәриҙә образына характерис­тика биреү. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табып, лексик мәғәнә­һен аңлатыу. Хикәйә жанрының үҙенсәлектәрен иҫкә төшө­рөү һәм «Ҡәнәфер сәскәһе» әҫәренең ошо жанрға ҡарауын иҫбатлау. Хикәйәнең планын төҙөү һәм ошо план буйынса йөкмәткеһен һөйләү.

56.

Художестволы әҫәрҙең сюжет һәм композицияһы.

1

17.04




Сюжет һәм композиция тураһындағы төшөнсәләрҙе аңлау һәм уларҙы нығытыу. Әҫәрҙәрҙә композиция элементтарын айыра белеү күнекмәһе булдырыу. Класташтарҙың ижади эш-тәренә үҙеңдең фекереңде әйтә белеү.


57.

Р.Ғарипов. “Әсәм ҡулдары”.

1

20.04




Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың фәһем­ле тормош юлы, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә бай әҙәби мираҫ калдырыуы менән танышыу. «Әсәм ҡулдары» шиғырын тасу­ири итеп уҡыу һәм йөкмәткеһен үҙләштереү. Шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһенә төшөнөү. Әсәй образы, уның ҙур оҫталыҡ менән бирелешенә иғтибар итеү. Тасуири һүрәтләү сараларын табыу, уларҙың ҡулланылыуын аңлатыу.




Яуҙа еңеп ҡайтығыҙ!













58.

Кл.тыш уҡыу.

“Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр генә күрмәй

Ир-егеткәй менән ат башы”.


1

24.04




Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында яҙыусыларҙың героик аҙымдарын барлау. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ихтирам, хөрмәт тәрбиәләү.

59.

Ҡ. Даян. “Шайморатов генерал”.

1

27.04




Ҡадир Даяндың биографияһын һөйләү. Уның «Шаймо­ратов генерал» шиғырын тасуири уҡып, йөкмәткеһен үҙләш­тереү. Генерал Шайморатовтың героик подвигтарын иҫкә төшөрөү. Шайморатов образы, уның автор тарафынан сағыу итеп бирелеүе. Шиғырға яҙылған музыканың аһәңлеген, уның хәрбиҙәрсә яңғырауын төшөнөү. Ҡулланылған һүрәтләү сара­ларын табыу.

60-61

Ә. Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә”.

2

04.05

08.05





Әнүәр Бикчәнтәевтең тормош юлын һәм ижадын һөйләү. Балалар өсөн яҙылған күп кенә әҫәрҙәрҙең авторы булыуын асыҡлау. «Бөркөт һауала үлә» повесын иғтибар менән уҡыу, йөкмәткеһен үҙләштереү. Матросовтың үлемһеҙ батырлығын күҙ алдына килтереү, уны бары тик совет ысынбарлығында ғына тәрбиәләнгән шәхестең эшләүенә инаныу. Александр Мат­росовтың башҡорт егете, йәғни Шакирйән Мөхәмәтйәнов, икәнен белеүҙең шатлыҡлы күренеш булыуын аңлау. Романда Александр Матросовтың (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) батыр­лығын күҙ алдына баҫтырыу.

Романды тдауамын уҡыу, йөкмәткеһен тулыһынса үҙләштереү. Әҫәрҙең төп образдарын билдәләү. Улар ара­һындағы төп образға Александр Матросовҡа (Шакирйән Мөхәмәтйәновҡа) характеристика биреү. Романдың өҙөгө буйын­са план төҙөү, уның буйынса йөкмәткеһен һөйләү. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табып, уларҙың лексик мәғәнәһен аңлатыу.



62.

Р.М.Нурмөхәмәтовтың “Генерал Таһир Тайып улы Күсимов” портреты буйынса инша.

1

11.05




Башҡорт атлы кавалерияһының данлыҡлы юлын иҫкә тө­шөрөү. Дивизияның талантлы командирҙары менән таны­шыу. Шуларҙың береһе — генерал Т. Т. Күсимов хаҡында биографик мәғлүмәттәр туплау. Күренекле рәссам Р. М. Нур-мөхәмәтовтың уның шәхесенә мөрәжәғәт итеү сәбәптәрен асыҡ­лау. Генерал Т. Т. Күсимовтың төшөрөлгән портретын уҡыр­ға өйрәнеү.

63.

Т.Килмөхәмәтов. “Турайғыр”.


1

15.05




Тимерғәле Килмөхәмәтовтың биографияһы һәм ижады ме­нән танышыу. Уның оҫта прозаик булыуын таныу. «Турай­ғыр» повесының идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау. Әҫәрҙә образдар системаһын билдәләү. Ыңғай һәм кире геройҙарға бүлеү. Повесты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләргә әҙерләнеү. Ҡулланылған әҙәби һүрәтләү сараларын табып, уларҙың функциональ ролен асыҡлау. Бирелгән өҙөктөң пла­нын төҙөй белеү һәм, шуға таянып, йөкмәткеһен һөйләү.




Тәбиғәт донъяһында...













64.



Г.Юнысова. “Талы бөгөлөп тора”.

Ф.Ғөбәйҙуллина. “Умырзая”.



1

18.05




Гөлфиә Юнысованың тормош юлы һәм ижады менән та­нышыу. «Талы бөгөлөп тора» шиғырын тасуири уҡыу, йөк­мәткеһен үҙләштереү. Экология мәсьәләһенең бөгөнгө көндә лә актуаль булыуын аңлау. Шиғырҙа ҡулланылған һүрәтләү сараларын табыу, уларҙың функциональ ролен асыҡлау.

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның «Умырзая» хикәйәһен тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен үҙләштереү. Хикәйәнең тәрән тәрбиәүи маҡсатҡа йүнәлтелгәнлеген аңлау. Хикәйәнең йөкмәткehe буйынса һорауҙар төҙөү һәм парҙарға биреп яуап алыу. Хикәйәлә файҙаланылған һирәк осрай торған һүҙҙәрҙе табып, уларҙың лексик мәғәнәһен аңлатыу.



65.


А.Игебаев. “Сыйырсығым”.

Р.Назаров. “Офоҡтағы ҡояш”.

С.Яҡупов. “Ҡарабаш турғай”.


1

22.05




Абдулхаҡ Игебаевтың тормош юлын һәм ижадын иҫкә төшөрөү. «Сыйырсығым» шиғырын тасуири итеп уҡыу, йөкмәткеһен үҙләштереү. Шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен билдәләү. Сыйырсыҡ образын һүрәтләүсе һүрәтләү сараларын табыу, уларҙың ролен аңлатыу, сыйырсыҡ һүрәтен яһау.

Рәшит Назаровтың фажиғәле яҙмышы һәм уның ҡыҫҡа ғүмерендә булған емешле ижады менән танышыу. «Офоҡтағы кояш» шиғырын тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен үҙләштереү. Лирик поэзияһының өлгөһө булған шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен аңлау, фекерҙәрҙе тотоп алыу. Ҡояш hәм автор образын һүрәтләүҙәге тасуири сараларҙы табып, уларҙың ролен аңлатыу.

«Ҡарабаш турғай» хикәйәһен тасуири итеп, ролдәргә бүлеп уҡыу, йөкмәткеһен үҙләштереү. Хикәйәнең темаһын билдәләү. Ҡоштарҙы һаҡлау тураһындағы фекерҙе аңлау. Хикәйәһенең планын төҙөү, шул план буйынса йөкмәткеһен һөйләү.











Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте













66.

Ғ.Туҡай. “Шүрәле”.

1

25.05




Татар халыҡ шағиры Ғабдулла Туҡайҙың тормош юлын һәм ижадын иҫкә төшөрөү. Шағирҙың Башҡортостандың ха­лыҡ шағиры Мәжит Ғафури менән дуҫлығы. «Шүрәле» әҫә­рен тасуири уҡыу, йөкмәткеһен үҙләштереү. Уҡыу барышын­да йөкмәткеһе буйынса план төҙөү. Ошо план нигеҙендә йөк­мәткеһен һөйләү.

67.

В.Бианки. “Ҡоторған тейен”.

И.Йосопов. “Ҡара бүрек хаҡында һүҙ”.



1


29.05




Рус әҙәбиәтенең күренекле яҙыусыһы Виталий Бианкиҙың тормош юлы һәм ижады менән танышыу. Виталий Бианки­ҙың рус әҙәбиәтендә тотҡан урынын асыҡлау. «Ҡоторған те­йен» хикәйәһен тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен үҙләштереү. Хикәйәнең башҡорт яҙыусыһы Али Карнайҙың «Урманда» хи­кәйәһе менән ауаздаш булыуын асыҡлау. Оҡшаш һәм айыр­малы образдар системаһын сағыштырыу

68.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Уҡыу темпын тикшереү.



Йомғаҡлау дәресе.

1

31.05











Достарыңызбен бөлісу:
1   2


©kzref.org 2017
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет