Башѓортостан республикаћы мђЉариф министрлыљЫ



жүктеу 138.76 Kb.
Дата10.05.2019
өлшемі138.76 Kb.

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

ДӘҮЛӘКӘН УРТА (ТУЛЫ) ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ

ЛИЦЕЙ - ИНТЕРНАТЫ

Тарихымды онотмам – нигеҙемде ҡоротмам!
Ғилми – тикшеренеү эше

Башҡарыусыһы:

Сафина Илнура Тимерхан ҡыҙы

Дәүләкән интернат- лицейының

9 –сы А класс уҡыусыһы


Етәксеһе:

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы

Әхмәтова Гөлшат Йәдкәр ҡыҙы

Дәүләкән - 2016
Шәжәрә - ул сал тарихҡа

бағыр тәҙрә,

Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән

атыр йәҙрә.

Ал бер үрнәк – бал ҡорттары

төҙөй кәрәҙ ,

Һин дә ятма : ҡор ояңды.

Үр шәжәрә!
Башҡортмон тигән кеше өс нәмәне белергә тейеш. Беренсеһе – йондоҙҙарҙың исемдәрен, икенсеһе – халыҡ йырҙарының тарихын, өсөнсөһө - үҙенең ырыуын, ете быуынын, шәжәрәһен белергә тейеш.

Бер аҡыл эйәһе: “Ил тарихы кескенә ғаиләләр тарихынан йыйыла. Кеше үҙ нәҫел ебен, ата-бабалары һөйләгәндәренән ишетеп белгән осраҡта ғына тарихты тулыһы менән булмаһа ла, ниндәйҙер кимәлдә аңлай һәм белә”,- тигән. Ул хаҡлыҙыр. Боронғолар: “Үҙ тарихын һәм тамырҙарын белмәгәндәрҙең киләсәге лә юҡ!”- тип әйткән. Үҙ тамырыңды белеү мөһим, сөнки шәжәрәһен, нәҫел-нәсәбен белгән кеше генә ата-бабаларының изге йолаларын дауам итә, тап шундайҙарҙа яуаплылыҡ хисе күпкә көслөрәк була.

Шәжәрә ғәрәп телендә “ағас” тигән һүҙ. Борон заманда беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу-ҡәбиләне, нәҫел-нәсәпте, ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Ағас боронғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған. Шул уҡ ваҡытта, халыҡтың тормошон да сағылдырған. Тамыры – үткәнебеҙ, олоно – бөгөнгөбөҙ, тамыр-ботаҡтары – киләсәгебеҙ. Ағас тамыры ни тиклем тәрәнерәк тамырланһа, ботаҡтары ла ҡеүәтлерәк, үҫентеләре лә көслөрәк була.

Борон-борондан күп халыҡтарҙа ырыу тарихын, ата-бабаларының исемдәрен телдән-телгә һөйләп тапшыра килеү, аҙағыраҡ ҡағыҙға һыҙып барыу ғәҙәте йәшәгән. Шулар рәтенә башҡорт шәжәрәләрен дә индерергә мөмкин. Уларҙың күбеһе һаҡланмаған, әммә бөгөнгәсә атанан улға күсә килгән, ҡыҙыҡлы тарихи мәғлүмәттәр тупланған ғаилә шәжәрәләре табылып тора.

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың изге йолаларынан береһе – шәжәрәләрҙе өйрәнеү, тергеҙеүгә иғтибар артҡандан-арта. Республикабыҙ күләмендә конкурс, ғәмәли конференциялар, шәжәрә байрамдары ойоштороу, нәҫел-тарихтарын, шуларға бәйле шәжәрәләрҙе яңыртып төҙөп, китап итеп баҫтырып сығарыу – быға асыҡ дәлил.

Беҙҙең ауылда шәжәрә байрамы уҙҙы. Бик күп ғаиләләр үҙҙәренең ғаилә шәжәрәләре, ырыу тарихтары менән таныштырҙы. Уларҙың үҙ нәҫелдәре менән ғорурланып һөйләүҙәре, шәжәрә ағастарын төҙөүҙәре миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шуға күрә, быйыл атайымдың нәҫел ептәрен өйрәнергә, тигән бурыс ҡуйҙым.


Ғилми-тикшеренеү эшемдең актуаллеге:

Ғилми-тикшеренеү эшемде, үҙемдең тамырҙарыңды ныҡлап өйрәнмәй тороп, тарихыңды яҡшылап белеү мөмкин түгел, тигән ышаныуҙан башланым. Үҙ нәҫел ырыуыңды өйрәнеү бер ваҡытта ла үҙенең актуаллеген юғалтмаясаҡ. Сөнки тарихын белмәгәндең киләсәге юҡ! Шул уҡ ваҡытта үҙ затын, нәҫел-нәсәбен танымаған, ырыуын, араһын белмәгән, ғаилә бәҫен һаҡламаған кешенән өмөт юҡ. Ете быуын ҡәрҙәшеңде таныу – һәр зат-ара кешеләренең изге бурысы. Олатайҙар тарихын, быуынын белгән бала, моғайын, киләсәктә үҙ халҡы яҙмышына битараф булмаҫ.



Ғилми-тикшеренеү эшемдең теоретик һәм ғилми нигеҙҙәре:

Башҡорт ғалимдары шәжәрәләрҙе өйрәнеүгә һәм уның үҫешенә күп көс һалды. Күренекле фольклорсы Салауат Галиндың “Тел асҡысы халыҡта”, Рим Янғужиндың “Башҡорт ырыуҙары”, Раиль Кузеевтың “Башҡорт шәжәрәләре”, Р. Булгаковтың һәм М. Нәҙерғолованың “Башҡорт шәжәрәләре” исемле хеҙмәттәре, Мәрйәм Бураҡаеваның, Ғайса Хөсәйеновтың ғилми эштәре баһалап бөткөһөҙ бай сығанаҡ.


Ғилми-тикшеренеү эшемдең маҡсаттары:

Алда әйтелгәндәрҙән сығып, ошо хеҙмәттәргә таянып һәм үҙемдең күҙәтеүҙәремде барлап ғилми-тикшеренеү эшемдә шундай маҡсаттар ҡуйылды:



  1. Шәжәрәләр, уларҙың килеп сығышы тураһында мәғлүмәт менән танышыу;

  2. Мең ырыуына ҡараған Яңы Аҡҡолай ауылы тарихын өйрәнеү;

  3. Минең шәжәрәм:

- Көрмәнкәй ауылының тарихы;




    • В.Н.Львовтың “Шәмсинур” хикәйәһендә Нәҡиә өләсәйемдең шәжәрәһе сағылышы;

- Атайымдың әсәһе Сафина Нәҡиә Әхмәтғата ҡыҙының . шәжәрәһен өйрәнеү;
- Мостафиндар шәжәрәһенә нигеҙләнеп интернат-лицейҙа

уҡыған туғандарҙы табыу;

4. Һығымта;

5. Ҡулланылған әҙәбиәт.




1.Шәжәрәләр, уларҙың килеп сығышы тураһында мәғлүмәт менән танышыу
Шәжәрә” һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “нәҫел”, “генеалогия” (ырыу тарихы) тигәнде аңлата. Нәҫел, ырыу тарихын төҙөүҙең үҙ тарихы бар. Европа монархтары, урыҫ батшалары, ҡытай императорҙарының генеалогиялары булғанлығы билдәле. Төрки халыҡтарына килгәндә, уларҙың нәҫел тарихы, генеалогик йылъяҙма төҙөүе алыҫ тарихҡа барып тоташа. Быны башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән, нуғай кеүек халыҡтарҙың телдән телгә күсеп килгән фольклорындағы "Урал батыр" (башҡорттарҙа), "Уғыҙнамә" (төркмән, әзербайжан, төрөктәрҙә), "Манас" (ҡырғыҙҙарҙа), "Джангар" (ҡалмыҡтарҙа) кеүек тарихи, мифик, ярым мифик эпостар дәлилләй. Улар теге йәки был халыҡтың сығышы хаҡында иҫбатлаусы сығанаҡтар.
Тәүге осорҙа төрки халыҡтары шәжәрәһе, үрҙә әйтеп үтелгәнсә, телдән телгә тапшырылып килгән. Ырыуҙар тарихы 30 – 40 быуынға тиклем телдән тапшырыла алыуы ғәжәйеп күренеш, ул ғына ла түгел, ҡаһарман иҫтәлектәр, ата-бабаларҙың ғәмәлдәре тураһында легендалар һөйләнелгән, һуңғараҡ шәжәрәнең яҙма төрө барлыҡҡа килгән.

Башҡорт шәжәрәһе башҡа төрки халыҡтарҙыҡы кеүек үк, ХV – ХVI быуаттарҙа телдән телгә тапшырылған. Шәжәрәңде белеү башҡорттарҙа мотлаҡ һанала. Был турала билдәле шағир-мәғрифәтсе, ғалим Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев шулай тип яҙып ҡалдырған: "Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе – үҙеңдең сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды белеү, икенсеһе – йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм өсөнсөһө – хандар тураһындағы риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү".
Шулай итеп, башҡортта үҙеңдең ырыуыңды, хан һәм бейҙәрҙең генеалогик йылъяҙмаларын белеү һәр кемдең бурысы булған. Шуға күрә ҙур шәжәрәләр ҙә быуындан быуынға тапшырылып, киләсәк быуынға шәжәрә генә түгел, бихисап башҡорт ырыуҙарының генеалогик йылъяҙмалары ла килеп етә алған. Шәжәрәне тарихи сығанаҡ булараҡ файҙаланып, ғалимдар башҡорттарҙың Алтын Урҙа, Урыҫ дәүләтенә ҡушылыу үҙенсәлектәрен асыҡлаған. Нәҡ эре ырыуҙар шәжәрәһе башҡорттарҙың Алтын Урҙаға ла, Урыҫ дәүләтенә лә килешеү нигеҙендә ҡушылғанлығын иҫбатлай. Юрматы, Тамъян, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән ырыуҙары шәжәрәһендә был хаҡта аныҡ һөйләнелә. Үҫәргәндәр һәм табындар шәжәрәһе иһә Сыңғыҙхан менән башҡорт ырыу башлыҡтарының үҙ-ара мөнәсәбәте тарихын киләсәк быуынға тапшыра алған. Һуңғараҡ шәжәрәләр ҡағыҙға теркәлә башлай. Был шәжәрәгә ырыу тарихын ғына түгел, дөйөм алғанда башҡорттарҙың, уның составына ингән ырыу, ҡәбилә тормошондағы мөһим хәл-ваҡиғаларҙы ла индерергә мөмкинлек бирә.
Ырыу тарихы һәм тарихи хәл-ваҡиғаларҙан тыш, шәжәрә үҙенә теге йәки был нәҫел йәшәгән биләмә (географик атамаһын да күрһәтеп), тормош-көнкүреш, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре, мифология, ауыҙ-тел ижады, башҡорт әҙәбиәте тураһында бай материал туплай. Шуға күрә лә шәжәрәне халыҡ тормошо энциклопедияһы тип тә атарға мөмкин. Шуны ла билдәләргә кәрәк, ул тарихи сығанаҡтан бигерәк, йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреү ысулы ла булып тора. Тамырҙарын, ырыуының тамғаларын белеү кешегә үҙен ошо ерҙең хужаһы, ата-бабалар йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе итеп тойоу, үҙ ҡылыҡтары, эше өсөн һәм ҡәрҙәштәре, ауылдаштары, халҡы алдында яуаплы булыу хоҡуғын бирә. Шуға ла Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең "Башҡортостан Республикаһында халыҡ байрамы "Шәжәрә байрамы"н үткәреү тураһында"ғы Ҡарарын ҡыуанып ҡаршыланы һәм уны ойоштороуҙа район-ҡалаларға ярҙам итеү теләген белдерҙе.

2. Мең ырыуына ҡараған Яңы Аҡҡолай ауылы тарихы

Мин, Сафина Ильнура Тимерхан ҡыҙы, 2000 йылдың 19 декабрендә Яңы Аҡҡолай ауылында тыуғанмын. Иң башта тыуған ауылымдың тарихы менән таныштырырға кәрәктер.

Аҡҡолай ауылы исеме 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт восстаниеһында ҡатнашып, сотник дәрәжәһенә күтәрелгән Аҡҡолай Бикташев менән бәйле. Ул Әлшәй районына ҡараған Ташлы ауылы кешеһе була. Уның һәм бер нисә башҡорттоң, шул иҫәптән, Ҡармыш мулланың, Иҙрис Минәшевтың, Сураҡай Төркиевтың Ташлы кешеләре икәнен тарихи документтар ҙә раҫлай.

Ә бына тап Аҡҡолай ауылына Бикташев ҡарттың улы Бәхтигәрәй Аҡҡолаев нигеҙ һала. Был турала 1770 йылғы документ иҫбат итә. Унда Бәхтигәрәй Аҡоллаевтың, хужа булараҡ, мишәрҙәргә ер биреүе тураһында һөйләнелә. Шулай итеп, Аҡҡолай ауылына 1745-1770 йыл арауығында нигеҙ һалынған булһа кәрәк. 1795 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Аҡҡолайҙа барлығы 28 йорт (168 кеше), 1816 йыл – 199 кеше, 1834 йыл – 306 кеше, 1859 йыл – 392 кеше, 1870 йылда – 292 кеше йәшәүе билдәле.

XX быуаттың башында Аҡҡолай ауылының халҡы ҡырғараҡ күсеп Бәләкәй һәм Яңы Аҡҡолай ауылдарына нигеҙ һала. Иң башта Яңы Аҡҡолай ауылы Бай-Аҡҡолай исеме менән йөрөтөлә. 1917 йылда был ауылда 416 башҡорт, 1920 йылда – 388 башҡорт теркәлгән.

3. Минең шәжәрәм

Көрмәнкәй ауылының тарихы

Үрҙә әйтелгәнсә, нәҫел-ырыу ебен барлауымдың төп сәбәбе – ауылда уҙғарылған шәжәрә байрамы булды. Етмәһә, атайымдың әсәһе Нәҡиә Әхмәтғата ҡыҙы Сафина-Мостафинаның, ике туған апаһы Рәшиҙә Хөснөтдинова тарафынан төҙөлгән шәжәрәһе булыуы асыҡланды. Шуға күрә, иң башта ошо шәжәрәне, уның быуындарын өйрәнеү, һәм артабан тулыладырыу тигән маҡсат менән эш башланым.

Өләсәйем Нәҡиә Мостафина Көрмәнкәй ауылында тыуған. Уның шәжәрәһе 5 быуынға тиклем төҙөлгән.

Игебай – Иҫәньюл – Мостафа - Әхмәтғата – Нәҡиә

Игебай олатай (1795-1843) сығышы менән Верхнеуральск өйәҙе, бөрйән олоҫо башҡорто. Сөнки Көрмәнкәй ауылына припущенник- башҡорттар (бөрйәндәр) нигеҙ һала. 1735-1738 йылдарҙа башҡорт восстаниелары ваҡытында эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып килгән бөрйәндәр меңлеләр еренә һыйына. Уларҙың башлығы – Бөрйән олоҫоноң старшина улы Аҫлан Көрмәкәев булырға тейеш. Игебай ҙа бөрйән башҡорто, тимәк. Игебайҙың Иҫәньюл исемле улы булыуы билдәле (1819-1870) Иҫәньюлдан 5 бала тыуған (Хәжи, Хөснөтдин, Мостафа, Фазыла, Таһир).

Мостафа олатай тураһында бер аҙ һөйләп китәһем килә.



К.Н.Львовтың “Шәмсинур” хикәйәһендә Нәҡиә өләсәйемдең шәжәрәһе сағылышы
Мостафиндар шәжәрәһен өйрәнгәндә, ғилми етәксе йүнәлтеү буйынса, “Башкирия в русской литературе” тигән китапты алып уҡырға тура килде. Был китапта рус яҙыусыларының Башҡортостан тураһында яҙылған әҫәрҙәре тупланған. Шул хикәйәнең береһе туранан-тура Мостафа олатайымдың ғаиләһе менән бәйле.

Был ғәжәп матур әҫәр “Шәмсинур” тип атала, сөнки хикәйә Мостафаның ҡыҙы 6 йәшлек Шәмсинурға бағышланған. Уның авторы -рус яҙыусыһы Владимир Николаевич Львов.

1900 йылда Львов В.Н. Дәүләкән районы Көрмәнкәй ауылына ҡымыҙ менән дауаланырға килә, һәм ауылдың хәлле кешеһе, ауыл муллаһы – Мостафа йортона туҡтай.

Мулланың 2 ҡатыны булған, әммә беренсе ҡатынын ни өсөндөр айырған, ә бөтә хужалыҡ эштәре икенсе ҡатыны Фәрихә елкәһенә төшкән.

Мостафа олатай үҙе мулла булһа ла ауыл халҡы менән яҡшы мөнәсәбәттә булған. Өйөндә лә күп эш башҡарған, ауылдаштары балта оҫтаһы тигән исем дә биргәндәр.

Фәрихә менән Мостафаның өс улы һәм бер ҡыҙы булыуы тураһында яҙылған: олоһо - Әхматғата, Әхмәтлафа, Әхмәтзәкир һәм Шәмсинур.


“Шәмсинур” хикәйәһе этнографик материялдарға, ғөрөф-ғәҙәт йолаларға бай. Мәҫәлән, унда ауыл башҡорттарының нисек кейенеүҙәре тураһында һүрәтләнә.

…[Мулла, как и все башкиры, ходил в длинной, длиннее колен, белой рубашке — без пояса, сверху которой, когда не было очень жарко, надевал коричневую безрукавку. Его бритая голова всегда была покрыта замасленной плюшевой тюбетейкой. Но когда он собирался идти в мечеть, вид его мгновенно изменялся до неузнаваемости. Он облекался тогда в длинный и широкий серый халат (жилян), на голову надевал большую, теплую, суконную шапку, обернутую белой чалмой, и, взявши в руки посох.] …

…[Блестящие, украшенные кораллами и серебряными монетами головные уборы, такие же серебряные красивые нагрудники, черные бешметы с серебряными позументами на спине, яркие цветные платья, красные, синие и зеленые сафьяновые сапоги… Нагрудник очень тяжелый и весь состоит из пришитых к какой-то красной материи серебряных рублей, мелких серебряных монет, простых оловянных кружков, а по краям выложен красными бусами, окрашенными под коралл. Среди монет есть много старинных, екатерининских и елизаветинских, один рубль был даже петровский.]…

Ошо юлдарҙан ғына ла башҡорттарҙың нисек кейенеп йөрөүҙәрен белергә мөмкин.


Әҫәрҙә “махан” ашау йолаһы тасуирлана. Махан – “Башҡорт теле һүҙлеге” буйынса, диалект һүҙе – ит һоғондорошоу тигәнде аңлата.

Һәр йылдың июлендә, баҫыу эштәре тамамланғас, хәлле башҡорттар махан йолаһы үткәрер булған. Ҡунаҡтар араһында байҙар менән бер рәттән ярлыларҙа була. Килгән ҡунаҡтарҙы дәрәжәһе буйынса ултырталар. Намаҙ уҡылғас, ҙур табаҡтар менән һарыҡ ите ҡуйыла. Хужаның оло улы Әхмәтғата киҫәкле иттәрҙе өләшеп сыға. Шунан башлана ла инде һоғондорошоу йолаһы…

[Между тем мулла-хозяин взял нож и, отрезав от своего куска жирный кусочек и держа его пальцами, повернулся к мулле-гостю. Тот открыл рот, и мулла сунул ему туда махан. Затем он отрезал другой кусочек и также сунул его пальцами в рот другому почетному гостю, сидевшему от него по другую сторону. Мулла-гость, проглотив положенный ему в рот кусок, отрезал от своего и, в свою очередь, сунул в рот хозяину, а потом соседу с другой стороны. Протягивая третьему, он сам должен был раскрыть рот, так как кто-то из гостей в это время сунул ему самому жирный кусочек. Теперь пошло взаимное угощение. Каждый, проглотивши несколько кусочков от собственной порции, вдруг следующий всовывал кому-нибудь в рот и сейчас же сам должен был широко раскрывать свой собственный рот, чтобы принять в него протягиваемый кем-нибудь из гостей кусочек махана. Если у того, кому протягивали кусок, был в это время занят рот, он принимал его руками и, прожевавши первый, сам уже клал себе в рот]…

Шулай итеп, Львов В.Н. Мостафа мулла ғаиләһенең йәшәйеше аша башҡорт халҡының тормошош, йолаларын тасуирлап биргән.




Атайымдың әсәһе Сафина Нәҡиә Әхмәтғата ҡыҙының шәжәрәһен өйрәнеү

“Шәмсинур” әҫәрендә иҫкә алынған Мостафаның улы Әхмәтғата - өләсәйемдең атаһы. Өләсәйем һөйләүе буйынса, ул бик уҡымышлы була. Ауыл мәктәбендә башланғыс белемде алғандән һуң, 3 саҡрым алыҫлығындағы Итҡол ауылына, рус-башҡорт мәктәбенә уҡырға китә. Аҙаҡ Көрмәнкәй ауылында мулла-мөғәллим була. Тыуған ауылында нигеҙ ҡора. Тиҙҙән ике улын етем ҡалдырып( Ғилминур, Зәкей) ҡатыны үлеп китә. Башҡорт йолаһы буйынса ҡатынының һеңлеһенә, үҙенән 20 йәшкә бәләкәйерәк Гөлсөмбикә балдыҙына өйләнә. Унан 5 балаһы тыуа.

20-30 йылдарҙа, Совет хөкүмәте , атеисттар дингә, дин әһелдәренә ҡарата ҡаты эҙәрлекләүҙәр алып барған осорҙа, Әхмәтғата олатайға мулла булып эшләүе еңел булмай. Аҙаҡ вазифаһынан бушатыла, йорт-йыһаздары тартып алына.

1930 йыл ,халыҡты Совет власына ҡаршы ҡотортоуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алына, һәм 5 йылға Пермь өлкәһендәге спецпоселениеға тимер юлы төҙөргә ебәрелә. 1935 йылда тыуған ауылына ҡайтырға ярамағанлыҡтан, ғаиләһе менән Ташкент яҡтарына юллана. Тик 1936 йылда ғына Дәүләкән районы Димоновка ауылына әйләнеп ҡайтырға насип була.

1946 йылда Нәҡиә өләсәйем донъяға килә. 16 йәше тулғас Яңы Аҡҡолай ауылы егете Сафин Йәдкәр уны урлап алып ҡайта һәм донъя ҡоралар.

Йәдкәр олатайым бик күп йылдар комбайнер булып эшләй, БАССР-ҙың Почет Ордены менән бүләкләнә. Өләсәйем ғүмере буйына һауынсы була. Ғаиләлә 5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр, балалары белемле булһын өсән күп көс һалалар.

Атайым Тимерхан ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, БДП университетының физика һәм математика факультетына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, бөгөнгө көнгәсә, уҡытыусы булып эшләй.

1998 йыл, атаһынан күргән уҡ юнған, тигәндәй Мәкәш һылыуы Альмираны урлап алып ҡайта. Был уларҙың тәүге осрашыуҙары була. Әсәйем дә уҡытыусы булып эшләй. Бөгөнгө көндә Яңы Аҡҡолай ауылында беҙҙе - Иҙел, Илнура, Сулпан туғанымды тәрбиәләйҙәр.


Бына шулай, өләсәйем Нәҡиә Әхмәтғата ҡыҙының шәжәрәһе тәрән дә, тарихи мәғлүмәттәргә лә бай.
Мостафиндар шәжәрәһенә нигеҙләнеп интернат-лицейҙа

уҡыған туғандарҙы табыу
Иң ҡыҙығы – Мостафиндар шәжәрәһе аша интернат-лицейҙа уҡыған һәм эшләгән туғандарымды барланым. Бына улар:

  1. Әхмәтова Гөлшат Йәдкәр ҡыҙы – атайымдың бер туғаны;

  2. Жданова Роза Миниахметовна – тәрбиәсе;

  3. Хәбибуллина Флүзә - 10 класс уҡыусыһы;

  4. Хәйруллина Айгөл – 10 класс уҡыусыһы;

  5. Хәйруллина Алина - 5 класс тәрбиәләнеүсеһе;

Шулай уҡ, күптән уҡып сығып киткән, Рәхимовтар, Муллагилдиндар, Хөснөтдиновтар һәм башҡалар билдәле.

4. Һығымта

Ауылым, ырыу тарихы менән ҡыҙыҡһыныуым мине ошондай ғилми-тикшеренеү эшенә алып килде. Үҙеңдең тамырҙарыңды өйрәнеү, шәжәрә төҙөү буйынса эште мин тәрбиәләү алымдарының береһе тип иҫәпләйем.

Ғаилә архивын, атай-олатайҙарҙың фотографияларын, боронғо ҡомартҡыларҙы, хәтирәләләрҙе барлау, әйтеп бөткөһөҙ баһаға эйә. Һәм, ниһәйәт, шәжәрәһен белгән бала, затындағы күренекле кешеләргә оҡшарға тырыша.

  Тамырҙарыңды, ырыу тамғаларыңды белеү  кешегә үҙен ерҙең хужаһы, ата-бабалар  йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе итеп тойоу, үҙ ауылдаштары,  халҡы, эше өсөн яуаплы булыу хоҡуғы бирә.

     Шәжәрәне өйрәнгәндә ауыл, ер-һыу тарихына бәйләп өйрәнеү отошло. Сөнки һәр ергә генә хас атамалар беҙҙең ата-бабайҙарыбыҙҙың баһалап бөткөһөҙ  ҡомартҡыһы.

    Был тикшеренеү эшен киләһе йылдарға тағы ла тулыландырырмын тип уйлайым.



Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Аҡҡолай ауылы аҡһаҡалдары менән интерьвью. Ата - әсәйемдең һөйләүҙәре;

  2. Рәшиҙә Хөснөтдинова .- Мостафиндар шәжәрәһе.

  3. Башкирия в русской литературе. – Уфа, 1993. – 3 том.

  4. Сайт “Генеалогия и архивы”

Каталог: uploads -> doc -> 01a9
doc -> Тест сынып Ұлы Отан соғысы нұсқа
doc -> Пєн атауы: Математика
doc -> Сабаќтыњ тарихы: ХІХ ѓасырдыњ 60-70 жылдарындаѓы ќазаќ халќыныњ отарлыќ езгіге ќарсы азаттыќ к‰ресі
doc -> 1 -сынып, аптасына сағат, барлығы 34 сағат Кіріспе (1 сағат)
doc -> Сабақтың тақырыбы: XVIII ғасырдың бірінші ширегіндегі Қазақ хандығының ішкі және сыртқы жағдайы Сабақтың мақсаты
doc -> Сабақтың тақырыбы: XVIII ғасырдың бірінші ширегіндегі Қазақ хандығының ішкі және сыртқы жағдайы
01a9 -> Оқу жылының I курс студенттерін «Студенттер қатарына қабылдау» рәсімі Сыныптан тыс іс-шара


Достарыңызбен бөлісу:


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет