Башҡорттарым, уҡыу кәрәк! Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк



жүктеу 22.36 Kb.
Дата16.12.2018
өлшемі22.36 Kb.

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

Эйе, Аҡмулла беҙҙе уҡырға, белем алырға саҡыра. Ошо шиғыр юлдарын мин бәләкәй саҡтан ишетеп үҫтем. Ни өсөн тигәндә, олатайым менән өлөсәйем : “Ҡыҙым, уҡырға кәрәк, уҡыһаң кеше булырһың”,- тип һәр ваҡыт әйтеп кенә торалар. Элегерәк был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөп тә етмәй инем, бөгөнгө көндә әҙерәк аңлай башланым, буғай.

Минеңсә, тормошта белемһеҙ йәшәп булмай. Ҡайҙа ғына барма, һинең кем икәнеңде белем кимәлең күрһәтә. Шуның өсөн белем алыу- тормошта иң ҙур урын алырға, һәр кеше белемгә ынтылырға бурыслы. Белем алыу - беҙҙең йәшәү мәғәнәһенә әйләнергә тейеш. Бөгөнгө көндә беҙҙең ҙур урындарҙа эшләүсе апайҙар, ағайҙар ( иң ҙур кешеләр ) уҡымаһалар, ялҡау булһалар ундай етәкселәр була алмаҫтар ине. Минеңсә, улар күп уҡыған. Аҡмулла ла юҡҡа ғына белем алырға саҡырмай.Ул да бит бик күп белем алған. Хатта арбаһына китаптар һалып Ҡаҙаҡ далаларына сығып, балалар уҡытҡан, халыҡҡа белем таратҡан . Троицк мәҙрәсәһендә лә белем серҙәренә төшөнгән. Минең Насретдин ҡарттайым да хатта, йәйәүләп барып ошо мәҙрәсәлә белем алған , ти атайым. Был- минең өсөн ҙур ғорурлыҡ, әлбиттә. Тағы ла ул Бабичтың, Ғафуриҙың, Аҡмулланың шиғырҙарын яратып уҡыған. Ауылда белемле, абруйлы аҡһаҡал булған. Тик белемле булғаны өсөн генә.

Һәр ваҡытта үҙеңде үҫтерегә, күп китап уҡырға, милли матбуғат менән дә танышып барырға кәрәк. Сөнки һин донъяға бер тапҡыр ғына тыуаһың, тормошта күберәк белергә ынтылыу, матурлыҡты күрә белеү, тормоштоң асылын аңлау- былар барыһы ла һинең белем кимәлеңде күрһәтә. Заман менән бергә атлау кәрәк, минеңсә. Мин бөгөнгө көндә белемле кешеләрҙең барыһын да һәйбәт, аҡыллы тип әйтмәҫ инем. Күпме уҡыған кешеләр араһында үҙ телен белмәгән, үткәненә битараф, туғандарына ҡаты бәғерле булған кешеләр осрай. Улар бит юғары белемлеләр, ә үҙ телен, тарыхын белмәй. Ни өсөн? Сөнки уларҙың күңеле һуҡыр, буш, үҙҙәрен генә яраталар.

Минеңсә, Аҡмулла уҡырға ғына өндәп ҡалмай, ә рухи яҡтан бай булырға, үҙ илеңде, телеңде һаҡларға, киләсәк быуынды ҡайғыртырға саҡыра һымаҡ. Ә бит был һүҙҙәр бөгөн дә актуаль булып сыға түгелме? Ошо һүҙҙәрҙе яҙғанға күпме ғүмер үткән, күпме һыуҙар аҡҡан...

Мин әле бәләкәймен әле, әммә тел, ил , халыҡ, туғандар тигән төшөнсәне аңлайым. Киләсәктә мин юғары уҡыу йортона уҡырға инермен, кәрәкле һөнәр алырмын, тормошта үҙ урынымды табып, илемә, халҡыма хеҙмәт итермен тип уйлайым.Әле Аҡмулланың әйткән һүҙҙәре киләсәктә лә үҙ урынын юғалтмаҫ, беҙҙе , йәш быуынды яңы бейеклектәргә, изге эштәргә ҡанатландырыр, тип ышанғы килә.

Әйҙәгеҙ, дуҫтар уҡыйыҡ, белемһеҙ тормоштоң йәме юҡ. Илебеҙҙең киләсәге белемле, рухлы, иманлы, намыҫлы йәштәр ҡулында!



Ҡазиханова Эмилия Ғафурьян ҡыҙы , бишенсе класс.
Иншамдың темаһы” Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк”.
Бәләкәй генә иншамда мин белем алыуҙың , уҡыуҙың ни тиклем кәрәк икәнен аңлатып яҙырға тырыштым. Һуңғы ваҡытта минең туғандарым, таныштарым араһында ла теленә битараф булғандар йыш осрай башланы. Улар уҡыуҙы мәктәптә уҡыу, китапханаға йөрөү тип кенә уйлайҙар, буғай. Белем бит үҙ эсенә ата- олатайҙарыңдың телен белеүҙе иң беренсе алырға тейеш. Быны оло апай-ағайҙар аңламайҙар. Шул проблема күптәнән минең күңелемде ҡырып тора ине, һәм бөгөн фекеремде яҙырға мөмкинселек тыуҙы. Мин быға бик шатмын.
Каталог: data -> olimp
olimp -> 5-8-се кластар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙарына яуаптар
olimp -> V –viii кластар њсњн башќорт љЎљбиљтенљн интернет-олимпиада яуаптары
olimp -> Аҡмулла һәр заманға хаҡ мулла
olimp -> Ответы на задания II тура дистанционной олимпиады по Башкирскому языку для учащихся 9 11 классов (второй этап)
olimp -> 1797 года в Химмельпфортгрунде небольшом пригороде
olimp -> Башҡорт һәм рус халыҡ балалар уйындарын сағыштырыу
olimp -> «Аҡмулла һәр заманда хаҡ мулла» Эшләне
olimp -> Населенные пункты, расположенные на территории современной Республики Башкортостан и существовавшие к 1812 году
olimp -> Фгбоу впо «бгпу им. М. Акмуллы» Центр развития одаренности школьников Кафедра татарского языка и литературы
olimp -> Вәлиева Айгөл, Өфө ҡалаһы М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының 9Б класы уҡыусыһы Башҡорт теленән интернет-олимпиада һорауҙарына яуаптар


Достарыңызбен бөлісу:


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет