Дәүләкән ынйылары



жүктеу 3.67 Mb.
бет11/18
Дата07.05.2019
өлшемі3.67 Mb.
1   ...   7   8   9   10   11   12   13   14   ...   18

Бабай:

Төнгө һыуҙар шыбыр-шыбыр нимә һөйләйҙәр икән?

Балаларға минең хаҡта хәбәр итмәйҙәр микән?

Тауыш ишетәм, юҡ сара “бындамын” тип әйтергә,

Кем уйлаған һыу эсендә тырнашып йән бирергә.

Аға һыуҙар шыбыр-шыбыр, һалҡын өтә үҙәкте,

Уйламаным мине алыр тип сихри Өршәкте.

Бәхил булығыҙ барығыҙ, асыуҙар онотолһон,

Рәнйетһәм, кисерегеҙсе, артта хәҙер барыһы.
Бәйет (192)

Кистән йоҡларға ятып, иртән уянмаған Усманов Рәмиз Фәһим улы бәйете.

Ҡалды инде, ҡалды инде

Мәңге етмәгән донъя.

Әсәйемә генә ауыр –

Хәсрәт уға киң даръя.

Ике бөртөк балам ҡалды,

Кем күҙенә ҡарарҙар?

Иҫкән йылы елдәр генә

Сәстәренән тарарҙар.

Ҡалды йәшел болондарҙа

Мин йөрөгән һуҡмаҡтар.

Ҡалды инде йырланып та

Бөтөлмәгән таҡмаҡтар.

Иҫкәрмәҫтән әжәл килде,

Быуҙы алды. Бөттө тын.

Бары сәғәт теле йөрөй,

Атай йортонда тып-тын.

Ҡысҡырырға хәл булманы,

Тауыш бөттө. Йән сыҡты.

Тиҙ үк һыуына башланы

Йәнһеҙ ҡалған йәп-йш тән.

“Бәхетле үлем”, – тиерҙәр,

Вафатымды ишеткәс,

Йәнәһе, рәхәт үлгәнмен,

Йоҡлағанда йән биргәс.

Тар гүр йомшаҡ бәрхәт түгел,

Булмай ятып күмелеп.

Тонйорап батҡан ҡояшты

Ҡарап булмай үрелеп.

Ҡояш нуры үтмәй гүргә,

Килмәй усаҡ ялҡыны.

“Еребеҙ – әсәй”, – тиһәк тә,

Йылытмай ер һалҡыны.

Тыуған ауыл урамында

Мин атлаған эҙҙәр бар.

Яҙмыштарҙан уҙып булмай –

Тыуым булғас, үлем бар.

Әжәл ҡай саҡ яңылыша –

Ала үтә йәштәрҙе.

Ғүмер биргән күпме әсә

Түгә әсе йәштәрҙе.



Әсә:

Ғүмер бирҙем, һөйҙөм, тырыштырҙым,

Өйләндерҙем, булдым ейәнле.

Һиҙмәнем дә, төнөн, ишек асып,

Ғазраилдың килеп ингәнен.

Сәй ҡайнатып, булған һый-ниғмәтте

Өҫтәлдәргә теҙеп ултыртып,

Уятайым әле, тор, улым, тим,

Сәй эсәйек икәү ултырып.

Юҡ, яҙманы, ейер ризыҡтарың

Тамам булған, улым… Киткәнһең.

Киткәнһең дә ғәзиз әсәйеңдең

Йөҙкәйҙәрен һары иткәнһең.

Ҡәберҙәрең йомшаҡ булһын тиеп,

Теләйем дә кисен ятҡанда..,

Йоҡо алмай, гел күҙ алдымдаһың,

Эс өҙөлә таңдар атҡанда.

Башҡа ҡайтмам бер ҡасан да,

Тыумаҫ минең ишеләр.

Мәрхүмдәрҙе ерләйҙәр ҙә,

Иҫкә ала кешеләр.

Минең ғүмер тамамланды,

Ҡабат ҡайтмам кирегә.

Туғандарым онотмаһын

Йома хәйер бирергә.

Ҡәнзәфәр бей булғанда,

Мең ырыуға баш ине.

Дәҫтән хандар килгәс тә,

Ун бармаҡҡа бүлендек,

Ҡырҡөйлө мең ерҙәре

Ҡырҡ ырыуҙан берләште.

Хәтерҙә ҡалғандары. Был бәйетте Тәүлийәрова Кинйәбикә әбей ҡәртинәһе Татлыбикә инәйҙән отоп алған (116).


Зарипова Мәрхәбә апай үҙ ваҡытында бик уҡымышлы, иҫкесә (ғәрәп, төркисә) уҡый-яҙа белгән. Уның ҡултамғаһы ҡуйылған, күсереп яҙылған бер бәйет ҡустыһы Әбелфазылда һаҡланған. Көйлө бәйет Яппар яҡтарында йырланған, латин хәрефтәре менән яҙылған.

Сәммәүәти, сәммәүәти,

Был фәрештә мөҡәммәти.

Ҡара алам, хаттар яҙам,

Һағынмаһа ғәләмәтти.

Эй, хоҙайым, хаҡ тәғәлә,

Былай булыуҙары ла.

Бер ҡайғыларым ике булған,

Иртән тороуҙарыма.

Ҡан ҡәрҙәш, туғандары ла,

Булһын иҫән сәләмәти.

Биргән ниғмәтеңә Хоҙай

Булһын беҙҙән рәхмәти (74).
Инәйемә бағышланған бәйет (77)

(көйләп әйтелә)

Ҡара урман эстәрендә

Әсәйемдең ҡәбере.

Йәтем ҡалған ҡыҙ баланың

Илап кибә бәғере.

Йомшаҡ елдәр иҫкән саҡта

Гөл-сәскәләр ҡуҙғала.

Ҡыҙғанырға әсәйем юҡ,

Их, мин бәхетһеҙ бала.

Сәскәләр баштарын эйә,

Ҡырау тейгән көндәрҙә.

Ҡайғы-хәсрәт моңдарымды

Һөйләйем мин кемдәргә.

Мин бәхетһеҙ, башҡайыма

Бәхет ниңә кәрәк ул.

Был донъяла бәхет менән

Йәшәгәндәр һирәк ул.

Атай мине үҫтергән

Кеше иткән, рәхмәт.

Инде хәҙер ни эшләйем

Башым күрмәй рәхәт.

Мин ишеттем дөрөҫөн,

Һандуғас балаһынан.

Ул да шулай минең кеүек

Айрылған анаһынан.


Саҡ менән Суҡ бәйете”нең риүәйәт-легенда формаһында төҙөлгән варианты (120).

Элек бер инәйҙең ике улы булған, береһе – Саҡ икенсеһе – Суҡ. Был улдары аҙ ғына берәй нәмәгә үпкәләһәләр ҙә, бер туған булыуына ҡарамаҫтан, бик ҡаты асыуланып, бер-береһе менән һуғышып, талашыр булғандар, ти. Аптырағас быларҙың инәләре: “Күҙемә күренмәгеҙ, тамам мине ялҡыттығыҙ”, – тип әйткәс, былар икеһе ике яҡҡа сығып киткәндәр, ти*. Бераҙ ваҡыт үткәс, былар бер-береһен бик һағынғандар, бер-береһен күрергә көн дә ашҡыналар, ти. Ә инә һүҙен тыңламаған өсөн Хоҙай тәғәлә быларҙы төндә генә, билгеле сәғәттә осраштырырмын, тигән. Был икәү көн дә алыҫ юлға сығып, бер-береһенә ҡаршы барып, күрешергә әйтеүҙәре була, таң ата ла ҡуя икән. Шулай итеп был татыу тормаған бер туғандар ғүмерҙәре буйына осраша алмай икән.


Ҡара йәнлек” бәйете (82; 98; 117)

Миңлегәрәй исемле сәсәндән “Ҡара йәнлек” исемле бәйет отоп алып ҡалғандар. Ул был бәйетте мәжлестәрҙә көйләп әйтер булған. Яҙып алынмағас, тулы варианты һаҡланмаған, иҫтә ҡалған өҙөктәре яҙып алынды.

Элек Иҫке Яппар эргәһендә бер ҙур ғына Бигеш исемле башҡорт ауылы булған (бер саҡрымдар тирәһе алыҫлыҡта Әлбәйгә табан). Ул Ҡырҡөйлө мең башҡорттары ырыуына ҡараған. 1960 йылдарҙа был ауылды перспективаһыҙ тип, бөтөрөлөү исемлегенә кертәләр. Ошо ауылда тирә-яҡта дан алған мәргән атыусы, бик оҫта һунарсы булған.

Әлбәй, Бигеш ҡәрйәләре,

Ҙур Яппарҙың ҡырҙарын.

Элек борон заманда

Ҡаплаған ҡара урман.

Дим буйында әрәмәләр

Үтеп сыҡҡыһыҙ булған.

Һәр ағаста ҡанат ҡағып,

Һайрар ҡоштары булған.

Ҡиммәтле тире биргән

Кейектәре күп булған.

Мул һыулы күлдәрендә

Ҡаҙ-өйрәктәр күп булған.

Бигерәк матур Дим буйы,

Бигештең ҡәрйәләре.

Әүәл-борон заманда,

Йәшәгән, ти, атаҡлы,

Тирә-яҡта дан тотҡан

Бик тә мәргән һунарсы

Исрафил тигән батыр.

Көн дә аулар булған ул,

Ҡиммәтле затлы йәнлек.

Бер ваҡыт һунарсыбыҙ,

Мәҙәк эшкә тарыған.

Шаянғол да, Мырҙағол

Исрафилдың аҡ бесәйен

Ҡоромға батырғандар.

Ҙур йәнлектең ҡойроғон

Беркеткәндәр бесәйгә.

Күк тирәклек янында

Исрафилдың юлында,

Ебәргәндәр, ти, быны.

Был һунарсы атынан

Саҡ төшмәгән, ти, ҡолап.

Бындай йәнлекте ул

Беренсе тапҡыр күргән.

Был йәнлектең артынан

Эте сапҡан ти, алдан.

Һыбай сапҡан Исрафил.

Уҡ-һаҙағын төҙләгән.

Был йәнлек бик шәп булған,

Етеҙ ҙә сапҡан булған.

Бер аҡландан, икенсеһе,

Әрәмәлек ҡалмаған.

Данлыҡлы һунарсыбыҙ

Тамам ғәжәпкә ҡалған.

Уҡ-һаҙағы теймәгән,

Тамам был аптыраған.

Бына килеп кергәндәр

Бигештең урамына.

Туп-тураға был йәнлек

Сапҡан Исрафил өйөнә.

Ишектәр асыҡ булған,

Йәнлегебеҙ һикергән

Мейес башына дөбөрҙәп.

Ҡарсығы Зәмзәбикә

Ҡурҡышынан ултырған.

Һунарсыбыҙ шатланған, ти,

Был йәнлекте тоттом, тип,

Ишектәрен япҡан, ти.

Исрафил килеп ҡараһа,

Ҡоромға батҡан аҡ бесәй.

Ҙур ҡойроҡ тағылған

Аҡбикә лә бесәйе

Мыраулап ултыра, ти.
Ҡаҙаш тарханға арналған көйлө бәйет (196)

Өршәк буйындағы ҡалҡан, ай,

Ҡаҙаштың ҡәрйәләре.

Ҡәнзәфәр бейгә килгән, ай,

Яҡшы хат хәбәрҙәре.

Өршәк әрәмәләре лә, әй,

Хәлдәремде һораша.

Дуҫ тип дошман килер, әй,

Һүҙҙәренә ҡарама.

Өршәк буйҙары йәмле, әй,

Эсер һыуҙары тәмле.

Ҡаҙаш кеүек тархан булһа,

Тарҡалмаҫ илкәйҙәре.

Камалова Мәрйәм (уҡытыусы) һөйләүе буйынса, ошо уҡ бәйетте Иҫке Мерәҫ ауылынан Камалов Хәйретдин исемле кеше яҡшы белгән.


Салауатҡа мәҙхиә* (143)

Ай-һай, Салауат,

Илдең даны Салауат,

Халҡым тиеп яуға саптың

Беҙҙән һиңә салауат**.

Бығауҙарҙы ырғытып,

Ирек тиеп дауланың.

Ҡулдарыңа ҡылыс алып

Дошмандарҙы яуланың.
Ай-һай, Салауат,

Булдың бит һин терәк.

Һинең кеүек уҙамандар

Донъяларҙа бик һирәк.

Тиҫбеләрҙе ҡулға алып,

Һиңә тәсбих әйтәбеҙ.

Ҡурайҙарҙы алға ҡуйып,

Һиңә көйҙәр көйләйбеҙ.


Ай-һай, Салауат,

Ил батыры Салауат.

Әйткән һүҙең хаҡ булды –

Беҙҙең өсөн аманат.

Мең башҡорто ҡолаҡ һалды

Һинең әйткән һүҙеңә.

Һуңғы һулышына тиклем

Дошман менән көрәштең.


Ай-һай, Салауат,

Милләттең йөҙөк ҡашы.

Бейек тауҙарҙың башы,

Тарихтар яҙған ташы.

Һиңә шиғыр яҙамын,

Һине данлап маҡтайым.

Һинең яҙған йырҙарыңды

Ҡәҙерләп мин һаҡлайым.


Ай-һай, Салауат,

Башҡортомдоң бөркөтө,

Толпар атҡа атланып,

Дошмандарҙы өркөттө.

Ерҙәремде һаҡлап ҡалып,

Милләтемде яҡланы.

Яугирҙәргә ҡанат биреп,

Урал буйын ҡалҡытты.


Яҡшы ир – ил күрке (301)

Иле булған ир көслө,

Дәүләте булғаны – бәхетле.

Нигеҙе булған ир нурлы,

Дәүмәле булған – ҡаҙналы.

Нәҫеле булған ир затлы,

Ҡатыны булған – ҡанатлы.
Батыр булған ир яҡшы,

Дуҫы булғаны – һанлы.

Көйө булған ир йырлы,

Дәрте булғаны – моңло.

Белемле булған ир башлы,

Фекере булғаны – аңлы.


Мәргән булған ир ашлы,

Ярҙамсыл булғаны – уңлы.

Ата булған ир аяҡлы,

Малы булғаны – барлы.

Тәртипле булған ир әҙәпле,

Ғилемле булғаны – ҡәҙерле.

Милләтте һаҡлаған ир ҫанлы,

Уҙаман булғаны – ҙурлы.



Мөғәллимәләргә мәҙхиә (85)

Дәүләкән ҡәрйәләре

Булды белем усағы.

Ике ҡатлы мәҙрәсәләр

Булды башҡорт ҡәғбәһе.

Мөҙәрисе танылған

Искәндәр ахун булды.

Үтә зирәк, белемле,

Булды башҡорт ғалимы.

Ғилемнәрҙе өйрәнергә

Тирә-яҡтан йыйналды

Башҡорттоң шәкерттәре.

Уҡынылар балалар

Әл-тәүәрихте-иманды,

Жәғрәфиә [география], хисапты,

Ятланылар Ҡөръәнде.

Башҡорт һылыуҙары өсөн

Милләтем йөҙөк ҡашы

Булғандыр Бибиғәйшә.

Был остазда уҡыған

Ҡыҙҙар белемле булды.
Яппар ҡапҡаһы (85)

(бәйет-рәнйеш)

Яппар башы ҡапҡаһы

Асыла ла ябыла.

Башҡортомдоң балаһы

Зиндандарға ябыла.

Яппарларҙың ҡапҡаһын

Кемдәр алған япмаһын?

Сталин да тик ятмаһын,

Сабатаһын ҡатлаһын.


Шәмсиәбаныу ҡарсыҡ бәйете (110)

(Шәмсиәбаныу әбейҙән ишеткән)

Солтанғәлина Йомабикә Мөхәмәҙғәли ҡыҙы (1900 йылғы) Яңы Яппар ауылына 18 йәшендә мөғәллимгә кейәүгә сыға. Ҡәйнәһе Шәмсиәбаныу исемле инәй өмә әйтеп өй-йорт ҡаралтыларын һылата (балсыҡтан). Бер-ике биҙрәләй балсыҡ етмәй ҡала. Йәш төпсөк килене Йомабикә ауырлы булыуына ҡарамаҫтан, Дим ярынан бер көйәнтә балсыҡ алып ҡайта ла, балсыҡ баҫып, был урынды, ҡәйнәһе ҡайтҡансы эш бөтһөн тип, һылап-шымартып ҡуя. Ҡәйнәһе өмә көн Хәжәткә ҡыҙҙарының хәлен белергә, ире бесән сабырға киткән була.

Шулай итеп ире, ҡәйнәһе ҡайтыуға өҙлөгөп аяҡтан йығыла һәм шул ятыуҙан тормайынса, бер-ике көндән һуң вафат була. Ҡәйнәһе ташлап киткән килененә бағышлап бәйет сығара.

Киленкәйем, ҡыҙҡайым,

Йәш инек, сабыйҡайым.

Ғүмерҙәрең булды ҡыҫҡа

Әй, бәләкәй бәбкәйем.

Эх, бәләкәй бәбкәйем.

Эш тип эшһеҙ торманың.

Үҙкәйеңде йәлләмәйсә,

Ниңә шулай эшләнең.

Эй, төпсөккәй киленем,

Эй, төпсөккәй киленем.

Йөгөрөп-йөгөрөп, күбәләктәй,

Уңған булдың – яраттым.

Ҡәйнәм тиеп өҙөлөп,

Хөрмәтләнең, рәхмәт.

Эй, балаҡай, күҙ нурым,

Эй, балаҡай, күҙ нурым.

Дим буйының балсығы,

Йөрәгемдә ярсығы.

Бәғеремдең янсығы ла,

Мин бәхетһеҙ ҡарсығы.

Эй, киленкәй, нишләнең,

Эй, киленкәй, нишләнең?

Ашын ашаған инем дә,

Йәшен йәшәгән инем.

Ҡарт көнөмдә әхирәтлек

Алып ҡуйған да инем.

Эй, киленкәй, киленем,

Эй, киленкәй, киленем.

Киленкәйем алға сыҡтың

Мин бараҫы юлдарға.

Һандыҡтарҙан алып бирҙем

Мин кейәҫе күлмәкне.

Эх, киленкәй, ни ҡылайым,

Эх, киленкәй, ни ҡылайым?

Күрәсәкте белгән булһам,

Сәфәрләр сыҡмаҫ инем.

Киләсәкте күргән булһам,

Күҙ йәштәр түкмәҫ инем.


Аҡмулла тураһында (121)

(Ҡаҙанғол мәктәбе музейы фондынан)

Эй, Аҡмулла, Аҡмулла –

Һин бит беҙҙең хаҡ мулла.

Башҡорттарым, уҡығыҙ тип,

Нәсихәттәр яҙғанһың.

Еребеҙ сәскә атһын тип,

Һин бит доға ҡылғанһың.

Мәғрифәтле булығыҙ тип,

Һин бит утта янғанһың.

Дим буйҙарын сәфәр ҡылып,

Һин бит һыуҙар кискәнһең.

Халҡыңдың аһ-зарын күреп,

Һин бит китап яҙғанһың.

Күңелдәрең саф булған бит,

Аҡ булған белемдәрең.

Эй, Аҡмулла, Аҡмулла –

Һин бит беҙҙең хаҡ мулла.

Һин бит беҙҙең аҡ мулла.

Был бәйетте Иҫке Яппарҙа “Мөьмин мулла бәйете” тип йөрөтәләр.


1812-1814 йылдарҙағы һуғыш турында сығарылған бәйет

(Розалия Солтангәрәева яҙып алған)

Мең һигеҙ йөҙ ун икелә

Уҡ-һаҙаҡтай ир инек.

Илем тиеп, Рәсәй тиеп,

Утҡа-һыуға кер инек.

Үҙең үлеп, даның ҡайтып,

Данлы башҡорт ғәскәре

Ил эсендә бер инең!

Рәсәй тигән батшалыҡ

Таянған ил беҙ инек,

Һай, ир инең!

Атҡан уҡтай төҙ инең,

Берең өсөн берең үлеп,

Бер һаҙаҡҡа теҙгән уҡтай

Торған уҡтай һин инең,

Һай, ир инең!
Ҡотлояр мулла бәйете (223)

Ваҡытында бик әүәл

Мең дәүләте булғандыр.

Тулы һыулы Күгиҙел,

Сылтырап аҡҡан Өршәге.

Зәңгәр һыулы күлдәре,

Аҫлы, Ҡандра һыуҙары

Был ырыуға кергәндер.

Ҡалын ҡара урмандар,

Киртләс киткән тауҙары,

Иркен ялан-ҡырҙары,

Булған ырыу байлығы.

Әүәл-әүәл электән

Ошо ерҙе төйәк иткән

Беҙҙең башҡорт бабалар.

Булған уның аҡыллы

Батырҙары, бейҙәре,

Тирә-яҡта дан тотҡан

Ҡәнзәфәр бей булғандыр.

Барлыҡ ерҙе берләштереп,

Ул булғандыр ҙур түрә.

Уның нигеҙ таштары

Ҡалмаҡсура буйында.

Ологүлдең* буйҙары

Донъя көткән шул ерҙә.

Һис бер нужа күрмәгән,

Береһенән береһе матур

Өсәү булған ҡатыны.

Иң өлкәне уңғаны –

Шәрифәһе матуры.

Бүләк иткәндер уға

Биш уланды, батырҙы.

Биш бармаҡтай берҙәм булып

Батыр булып үҫкәндәр.

Буй-һындары етеү менән

Уҡ-һаҙағын алғандар.

Атаһының һүҙен йыҡмай,

Тоғро булып үҫкәндәр.

Аҡ батшаға ҡушылғас,

Дүрт уғланын йыйғандыр.

Васыяттарын әйтә һалып,

Ерҙәр бүлеп биргәндер.

Ҙур уғланы Ҡоҙайбах

Нигеҙ ҡора һалғандыр

Йәмле Өршәк буйына.

Дәҫтән тигән уғланы

Дәрхән күлен* үҙ итеп,

Шунда нигеҙ ҡорғандыр.

Ҡуҙайбахты батыры

Ҡыҙҙар тауы** итәгендә,

Димдең йәмле ярында,

Нигеҙ ҡора һалғандыр.

Ҡоҙаш тигән уғланы

Өршәк, Үҙән буйҙарында

Тормош көтә башлаған.

Иң кесеһе, Хәжәре,

Ҡалған бейҙең янында.

Булған бейҙең дуҫтары

Иң яҡыны, уң ҡулы.

Сөфлө тигән ярҙамсы

Булған уның улдары.

Башҡорттарҙың батыры

Яйыҡ-Ҫубы тигәне

Ҡыпсаҡ яғын* үҙ иткән.

Ҡәҙер Ҫубы тигәне

Каршин яғын үҙ иткән.

Иҫел менән Минлеһе

Кармасандың яғында

Нигеҙ һалып, ер алған.

Ҡәнзәфәр бей үҙ итеп

Яҡын ҡорҙаштарына –

Ураҙ менән Мәмбәткә

Яҡуп тигән муллаға

Бүләк иткән ерҙәрен.

Шулай итеп Мең ере

Туғыҙ олоҫтан торған.

Кәңәшләшеп, бергәләп,

Улар бергә эш иткән.

Ҡаратундың итәгенә

Йыйылғандар бергәләп.


Тыуған яғым, тыуған ауылым (257)

(йырлы бәйет)

Шаулай ҡайын, шаулай ҡайын елдәр иҫкәндә,

Һағындыра тыуған ауылым иҫкә төшкәндә.

Һағындыра ауылымдың соҡор-саҡыр урамдары,

Әллә шунда тыуып үҫкәнгә?

Шаулай ҡайын, шаулай ҡайын елдәр иҫкәндә,

Һағындыра тыуған ауылым иҫкә төшкәндә.

Һағындыра әсәйемдең мәтрүшкәле тәмле сәйе,

Әллә шуны эсеп үҫкәнгә?

Шаулай ҡайын, шаулай ҡайын, елдәр иҫкәндә,

Һағындыра тыуған ауылым, иҫкә төшкәндә.

Һағындыра әсәйемдең “бәхетле бул” тигәндәре,

Әллә шуны ишетеп үҫкәнгә?


Йәйләү хәтирәһе бәйете

(Венгриянан килгән экспедиция вәкилдәре Акбаров Ҡотлоәхмәттән (1891 й.) яҙып алған, көйләп уҡыла, нотаға һалынған)

Элгәре башҡорт бабайҙар

Йөрөгәндәр йәйләү күсеп.

Тирмәләр ҡороп, бейә бәйләп

Һауып, ҡымыҙ эсеп.


Береһе ҡалмай ҡырға күсеп

Киткән улар яҙ көнө.

Сәхрәлә тулып йөрөгән

Төрлө малдың төркөмө.


Сәхрәләр ятҡан йәшәреп,

Һис бер эш үрелмәгән.

Тулҡынып диңгеҙ кеүек киң

Ситтәре күренмәгән.


Йәшел үлән, төрлө сәскә,

Иҫ китерлек йәйге саҡ.

Сәхрәлә үҫкән тулып,

Зәңгәр, һары, ҡыҙыл, аҡ.


Түшәлеп ятҡан яланда

Ҡып-ҡыҙыл төрлө еләк.

Бер сәғәттә йыйып алғандыр

Уны силәк-силәк.


Тау башы шул ҡырҙарында

Теҙелеп үҫкән күп ағас.

Баштарында һайрағандыр,

Яңғыратып, ҡош һандуғас.


Биҙәнеп йөрөгән матур ҡыҙҙар

Яланда ялтырап.

Икенән-өстән үреп сәсен,

Баштарын майлап тарап.


Йәш егеттәр сәхрәләргә

Йөрөгән уйнап, шатланып.

Ҡулдарына алып ҡамсы,

Яҡшы аттарға атланып.


Ул заман фиҙел биҙәннәр

Таҙа булған үҙҙәре.

Бик йыраҡтан күреп уҙған

Дәхи үткән күҙҙәре.


Саф һауа, сәскә ҡымыҙы

Булған уларға дауа.

Йәй көнө гел сәхрәлә

Еҫкәп йөрөйҙәр саф һауа.


Саф һауа һулап йөрөгәс,

Таҙа булған йөрәк-үпкәләре.

Булмаған ул саҡта сихутҡа

Һәм ялҡынлы уттары*.


Ул заман башҡорт араһында

Булған илтифат**.

Ҡылмаған бер-береһенә

Хыянат һәм нахаҡ.


Йөрөгән улар бер туған-ҡәрҙәш

Кеүек өлфәтләнеп.

Бергә ашап, бергә эсеп,

Бер тигеҙ рәхәтләнеп.


Бик йомарт булған фәҡиргә

Ул замандың байҙары.

Эсһә ҡымыҙ әҙер булған,

Ашаһа – икмәк-майҙары.


Йыйылып аҡ тирмәгә бай

Ярлыһы бергә ултырып.

Саф ҡымыҙ эскәндәр улар,

Көрәгәләр тултырып.


Һәр бер табын шауында

Тап сәхрәгә ҡырҙарын.

Көйләгәндәр моңло тауыш

Өйлө башҡорт йырҙарын.


Һөйләгәндәр ул заманда

Һыуһынып, ләззәтләнеп.

“Һай, ғүмерҙәр үтте” – тиеп,

Ҡарттарыбыҙ дәртләнеп.


Ваҡытында Дим буйы йыйындарында был аҡһаҡал-сәсән һәр ваҡытта сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып килгән. 1916 йылда Ярыштауҙа уҙғарылған йыйында сәсәндәр араһында беренселекте ала. Ҡотлоәхмәт сәсән тураһында Ҡаҙанғол ауылындағы Сәйфетдинов Ғилмитдин бабайҙар хөрмәтләп телгә ала. Ул яҡшы сәсән ине, Бирге Яппарҙың Мөьмин сәсәнен генә уҙалмаҫ ине, ти.
Буҙйегет бәйете

(1964 йылда Ҡотлогилдина Гөлсөмдән венгр ғалимдары яҙып алған)

Илағаным белмәйҙер атам минең,

Зарланғанымды белмәйҙер инәм минең.

Ғәриплеккә төшөп тә яңғыҙ башым,

Һорарға һис кемем юҡ, хәлем минең.


Ағастың башын киҫһәң, төбө ҡала,

Икәүҙең бере үлһә, бере ҡала.

Яңғыҙҙың үҙе үлһә, кеме ҡала?

Менгән аты, кейгән туны ятҡа ҡала.


Яҙҙым мин моңло күңелем асылһын тип,

Һәр ергә был йыр, һүҙем сәселһен тип.

Донъяла төрлө-төрлө әҙәм булыр,

Ҡайғылы әҙәм күңеле баҫылһын тип.


Гөлбәҙәр (231)

(бәйет)


Ҡотлояр мулланан ишеткән, ләкин яҙып алмау сәбәпле, был әбейҙә бәйеттең бер-нисә өҙөгө генә хәтерендә ҡалған.

Элек ниндәйҙер ихтилалды баҫтырыу өсөн Дим буйына батша хөкүмәте драгун – үс ала торған отряд ебәрә. Бик күп кешеләр ҡасып ҡотола. Ни сәбәп менәндер, бер-нисә ғаилә ауылда ҡала. Бер хәлле генә, бер аяҡлы һөнәрмән кешенең бик сибәр, тирә-яҡта һылыулығы менән дан алған бик ҡыйыу ҡыҙы була. Теге зәғиф һөнәрмәнде үлтереп, был атаһы янында ҡарап ҡалған Гөлбәҙәр исемле ҡыҙға драгундарҙың башлығы ғашиҡ булып, үлтерергә ҡушмай, үҙенә ҡоллоҡҡа ала һәм үҙенең янына ултыртып алып китә. Был ҡыҙҙың еләнендә йәшереп кенә йөрөткән хәнйәре була. Дәүләкәндең изге күпере янына килеп етәрәк, Гөлбәҙәр хәнйәрен тартып сығарып драгундарҙың башлығын үлтерә һәм үҙенең йөрөгенә ҡаҙай. Драгундарҙың һаҡсылары Гөлбәҙәрҙе үлгән урынында ырғытып ҡалдыралар. Бер аҙ тынғас, ауылдаштары Дим ярының ҡалҡыулығына Гөлбәҙәрҙе ҡәҙерләп ерләйҙәр һәм бәйет сығаралар.

Ҡотлояр ҡарт бик оҫта яттан һөйләй ине, ул көйләгәндә лә халыҡ күҙ йәше менән тыңлап ултырыр ине. Минең хәтерҙә бер нисә өҙөгө генә иҫтә ҡалған.

Гөлбәҙәрҙең башҡайында

Аллы-гөллө булыр яулығы.

Ҡоллоҡҡа ла алып киткән

Драгундарҙың яуыз башлығы.

Гөлбәҙәрҙең еләнкәйҙәрендә

Булған икән булат хәнйәре.

Тартып ҡына алып бер һелтәгән,

Яуыз драгундарҙың башлығын.

Хуш булығыҙ, халҡым, ғына тиеп

Шәрип яҡтарына ҡараған.

Үҙ еркәйҙәремдә лә ҡалам тиеп,

Йөрәгенә хәнйәр ҡаҙаған.

Хәҙерге ваҡытта ҡәбере Дәүләкәндең иҫке күперенән уң яҡтағы ҡалҡыулыҡта ергә һеңеп бөткән, таштан билге ҡуйылған.



Ике туған бәйете (291)

Ҡайҙалыр шунда, ауыл ситендә

Ярлы ғаиләлә тыуҙым мин.

Абыйҙар менән, апалар менән

Туғыҙ йәштән эшкә тотондом.

Рәхәт ине йәйге көндәрҙә

Тейәлешеп, эшкә китеүе.

Абыйҙар менән, апалар менән

Бергәләшеп, ғүмер итеүе.

Рәхәт көндәрем күпкә барманы

Тиҙҙән ҡанлы көрәш башланды.

Ҡырҡ йәшәрлек ғәзиз атабыҙ

Китеп, ут эсенә ташланды.

Оло абый китте ҡыҙылдар менән

Дошмандарҙан илде һаҡларға.

Бәләкәй абый үҙ ирке менән

Мылтыҡ алып китте аҡтарға.

Көндәрҙән бер көн ҡара урманда

Ишетелә мылтыҡ тауышы.

Оло абый менән бәләкәй абый

Атышалар ҡапма-ҡарышы.

– Атма, туғаным, ҡуй мылтығыңды,

Туған ағаң булам мин һинең!

– Юҡ инде, абый, бөгөнгө көндө

Туған энең түгел мин һинең! –

Тиеп әйтте лә, ул мылтығының

Затворын тартырға ҡыйманы.

Ул өлгөргәнсе бәләкәй абый

Илтеп күкрәгенә ҡаҙаны.

Алһыу сәскәләр бөгөлөп төштөләр

Ҡояш ҡыҙыуында болонда.

Ҡарғалар менән ҡоҙғондар ғына

Ҡалды абыйымдың ҡырында.
Алданған ҡыҙ бәйете (291)

Ҡайҙалыр шунда, гөл баҡсаһында

Йәш ҡыҙ булып йөрөй инем мин.

Дуҫтарым менән күңел асҡанда

Әле донъя белмәй инем мин.

Килде бер егет, тотто ҡулымдан,

“Әйҙә, – тине, – бергә күңелле”,

Шаярып этте бер яҡ ситкәрәк,

Дуҫтарымдан айырҙы мине.

“Һин матур, гүзәл, яратам һине,

Тыңла минең әйткән һүҙемде.

Ҡыҙғанам һине, яңғыҙ йәшәмә”, –

Тип, һурып үпте минең үҙемде.

Егет бик матур, оҡшаны миңә,

Ҡыҙыҡтырҙы, мине, йәш баланы

Ултырҙыҡ бергә, ҡараңғы ергә –

Шулай ялғаныҡ ике араны.

Йөрөй ҙә торғас, яулап алды ла

Әрәм итте мине – йәш баланы.

Эштәр әйләнде бигерәк насарға

Йәш ҡыҙ булыу минән ҡалғанға.

Көндәрҙән бер көн күрҙем егетте

“Әйҙә, балам була”, – тинем мин.

“Һөйләмә юҡты, һине белмәйем

Эҙлә хәҙер үҙең кеүекте”.

Кинжалын алып миңә ынтылды,

Ярай әле ҡасып ҡотолдом.

Йәшлеге урланған бахыр ҡыҙ бала

Ҡайттым ата йортона хур булып.

Эй, ҡыҙ балалар, бик һаҡ булығыҙ,

Ҡабатламай минең хатамды.

Аҙғын егеттәр – ҡоторған эттәр,

Тормай беҙҙең өсөн ҡайғырып.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   7   8   9   10   11   12   13   14   ...   18


©kzref.org 2017
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет