Дәүләкән ынйылары



жүктеу 3.67 Mb.
бет13/18
Дата07.05.2019
өлшемі3.67 Mb.
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   18

Яппар нәҫелдәре (69)

(бәйет)


Яппар ҡарттың беренсе ҡатынынан Аллағол, икенсе ҡатынынан Көҙәнғол, тарихта Күҙемғол тип күрһәтелгән, өсөнсө ҡатынынан Әҙеркәй менән Балғажы булған. Өс улы өс тарафта идара итә. Был ауылдар айырым йөрөтөлмәгән, Яппар тип күрһәтелә. Ваҡытында, 60-сы йылдарҙа, ауылда бик белемле Мөьмин исемле мулла йәшәгән. Шул бик күп тарихи мәғлүмәттәр яҙып ҡалдырған.

Башҡорт булып йәшә ерҙә,

Манҡорт булма һис ҡайсан,

Ата-баба рухын һаҡлап,

Ете быуыныңды бел.

Дуҫ менән дошман араһын

Күҙҙәренән ҡарап бел,

Беҙҙең үткән бик боронғо

Мең ырыуы икәнеңде,

Быуын-быуынға тарат,

Ҡәбиләбеҙ – ҡырҡөйлө мең –

Ҡырҡ өйҙөң ҡырҡ ырыуы.

Яппар ара нәҫелдәре

Иң ҙурҙан һаналған.

Берҙәм булған,

Бер-береһен ауыр саҡта яҡлаған,

Быны белеү һиңә мотлаҡ,

Ҡолағыңа киртеп ҡуй!

Балғажы нәҫелдәренең

Теле бик тәмле булған,

Ауыр саҡта һәр кемгә лә

Аҡыллы кәңәш биргән;

Ҡындырҙар ғәйрәтле булған,

Ҡурҡыуҙы һис белмәгән

Батырҙары күп булған,

Улар өсөн һатылыу –

Үлем менән бер булған;

Әжекәйҙәр йыр-моңло,

Ҡурайҙа уйнағандар,

Улар менән күңелле,

Дәртлеләре күп булған,

Байраҡайҙар һүҙгә бай,

Бик ышаныслы халыҡ,

Тоғро дуҫтар уларҙа,

Бик ғәйрәтле булғандар;

Деүәрәндәр – бай халыҡ,

Тырышып эшләп мал тапҡан,

Матур кейенә белгән;

Ҡамаҡтар – сабыр халыҡ,

Уйсан, уйлап һөйләгән,

Ғәйбәт тигән нәмәне,

Яҡын да ебәрмәгән;

Сурабайҙар егәрле,

Оҫталарға бай булған,

Балаҫтары, кейеҙҙәре,

Тирә-яҡта дан алған;

Ҡатау тигән нәҫелдәр

Иҫәп-хисап эштәрен

Бик тә оҫта башҡарған.

Барыһын бергә берләштереп

Нәҫелдәр араларын,

Шул ерҙәрҙә донъя көткән

Яппар тигән уҙаман.
Йәнбәй генә (60)

Йәнбәй генә ҡарттың, һай, төйәген

Оҫтаханалары ла биҙәйҙер.

Дүрт уланы иртән иртүк тороп,

Балта тотоп шунда эшләйҙер.

Алтын ғына ҡуллы был уландар

Ағас юнып файҙа эшләйҙәр.

Кәмәләре икән ҡайындан,

Һауыт-һабалары икән йүкәнән.

Арбалары еңел уҫаҡтан,

Тәгәрмәсе ҡаты имәндән,

Көйәнтәһе икән еректән.

Йәнбәй генә ҡарттың әйберҙәре,

Тирә-яҡтың күңелен эреткән.


Эскән кешегә бәддоға (160)

(Информант ҡартинәһе Көнһылыуҙан ишеткән)

Раббыбыҙ Ғәлиәссәләм мосолманға әйткәндер:

Тәүбә тәүфикларын биреп иман сәсеп йәшәгеҙ.

Тыйылғандан тыйылып харамнәрҙан һаҡланың,

Эскелектән йыраҡ тороп – араҡыны ҡапмағыҙ.

Араҡы ул – бәдбәхет, туры юлдан яҙҙырыр,

Эскән кеше ҡайғы-хәсрәт ҡаҙанында ултырыр.

Әгәр тәүбә ҡылмаһа - әхирәттә хур булыр,

Урыны булыр тамуҡта.

Эскән кеше бөткән булыр – уның йөҙҙәре һүнәр,

Сәләм бирмәҫ мосолмандар, уны урап үтәрҙәр,

Яҡындары тора-бара яйлап ҡына биҙәрҙәр.
Бәлхиә, ник булманың Мәдхиә*?

(Мәктәп музейы архивынан, Булатова Сәйҙә исемле әбейҙән яҙып алғандар)

Ил гиҙеп, Дим буйы башҡорт ауылдары буйлап, элегерәк Бәлхиә исемле аҡылға еңелерәк булған әбей йөрөгән.

Эх, Бәлхиә, Бәлхиә,

Ник булманың Мәдхиә?

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарындай,

Булманың ниңә шулай?

Ауылдарҙы гиҙҙең һин,

Дәрүиштәрҙән уҙҙырып,

Һине һәр бер кеше белә,

Сәфәрләрен ҡылғанда.

Баҙар сумка бер ҡулыңда,

Икенсеһендә таяҡ,

Ҡат-ҡат кейгән күлмәгең,

Һинең шулдыр мөлкәтең,

Белмәгәнең юҡ һинең,

Аҡылың камил һинең,

Башҡайым эшләмәй тейеп,

Үҙ-үҙеңде хурлайһың.

Ҡайсан, ҡайҙа, кемдәр тыуған,

Һин бит яттан беләһең,

Һәр бер ауылда ла һине,

Һыйлап хөрмәт итәләр,

Мунсаларын яғалар,

Керҙәреңде йыуалар,

Өс көн һине ҡарағас,

Бәлеш тотоп ҡапҡанан оҙаталар.

Шул сағында доға ҡылып,

Алырға ла бит кәрәк,

Һин әрләйһең, таш бәрәһең,

Ер йыртып аҡыраһың,

Эх, Бәлхиә, Бәлхиә,

Булманың шул Мәдхиә.

Һинең кеүек яңғыҙ ҡалған

Ҡарсыҡтар донъя көтә,

Бәрәңгеһен ултыртып,

Ҡыярын да сәсәләр,

Һин йөрөйһең дәрүиш кеүек,

Нисек талмай аяғың?

Колхоз һиңә төйәк ит тип,

Өй ҙә алып бирҙеләр,

Ауылдаштар ашаһын тип,

Онон, итен бирҙеләр.

Һин бит риза булмайынса,

Хеҙмәтселәр һораның,

Депутатҡа барам тиеп,

Мәскәү менән янаның,

Эх, Бәлхиә, Бәлхиә,

Булманың шул Мәдхиә.

Хөрмәт иткән кешеләрҙән

Салауатын алманың.

Донъяларҙы тултырып,

Әшәкелектә булдың,

Иҫерек, йүнһеҙ ирҙәр кеүек

Ҡәбәхәтең ҡалманы.

Яҡындарың ғына түгел,

Бар Яппар һинән биҙҙе.

Эх, бер ҙә уйламайса,

Ниңә шулай ҡылдың?

Аҡылдарың тулы булып,

Һин бит алдан йөрөнөң,

ФЗУ-ға китмәҫ өсөн,

Башҡынайым һыҙлай тиеп,

Ал яулыҡтар бәйләнең.

Һиңә әгәр ҡаршы әйтһәң,

Йәшен кеүек йәшнәнең,

Сельсоветты һанға һуҡмай,

Ялғанлап яла яҡтың,

Эх, Бәлхиә, Бәлхиә,

Ник булманың Мәдхиә?

Был йүләрҙәр аңламай тип,

Эстән генә һин көлдөң,

Йәш ваҡытың үтеп китә,

Гел шулай сәфәр ҡылып,

Ҡартлыҡ килгәс, беҙгә ҡайттың,

Яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәй,

Һин шулай мыҫҡыл иттең.

Ҡартлығыңда һәр өйҙә, һинең өсөң

Ҡапҡалар бикләнделәр.

Ферма өйҙәренә килеп,

Һин шунда урын таптың.

Күпме тырышһалар ҙа,

Ҡарттар йортона тиеп,

Һин таяҡтар менән һүктең,

Үҙ еремдә үләм тип.

Ауылдаштар ташламаны,

Һауаптары булыр тип,

Ашамлыҡтар килтерҙеләр,

Баштарың ауыртмаһын тип,

Дарыуҙарын бирҙеләр,

Һуңғы сәғәттәрең еткәс,

Ясин сығып оҙаттыҡ.

Эй, Бәлхиә, Бәлхиә,

Булманың ник Мәдхиә?

Һуңғы сәғәттәреңдә лә һин

Беҙҙе уйлағанһыңдыр,

Тыуған ерем ғәзиз тиеп,

Күңелдәрең тулдымы?


Иманлыҡта булығыҙ (162)

Эй, Раббы – Аллабыҙ,

Донъялыҡта беҙ тарлыҡта,

Насип әйлән беҙгә йәннәт.

Һәр һүҙҙәрең фәһемле,

Салауатлы фатиха,

Һине ҙурлап баш эйәм,

Бир тәүбәңне нәсиха,

Һин әйткәнде иҫтә тотоп,

Тыйғандарҙа тыйылдым,

Һинең әмереңде үтәп,

Хәрәмнәрҙән һаҡландым,

Йәнем тәслим булған саҡта,

Иманлыҡта булырмын,

Һуңғы минуттарымда ла

Лә иләһи, тиермен,

Шуны әйтеп бөтөү менән

Был донъянан китермен.


Бер бәғзегә (145)

(Яңы Яппар мәктәп музейынан алынған)

Бәндәләрҙе ҡайғы баҫҡан, әй, бер өйҙә

Бер мәйетте оҙаталар һуңғы юлға ҡәҙерләп,

Ашын ашап, йәшен йәшәһә лә,

Ғүмерҙәре уның булды иманлыҡта, вә исламлыҡта.

Хушлашырға килгән шуға ауылдағы йәше, ҡарты –

Һәммә халыҡ.

Ҡарттар тиҫбе алып әйтә тәһлилдәрен,

Ҡәрҙәштәре саф күңелдән хәйер һалып, доға ҡыла,

Һәммәһе лә кейенгәндәр мосолманса.

Бер көтөүҙе бысратҡан насар һыйырҙай

Килеп керҙе шунда ҡапыл әрпеш ҡатын,

Хоҙайҙан да, мәйеттән дә ҡурҡмайҙыр был мәғәнәһеҙ,

Өҫтө башы ҡаралмаған – күлдәктәре таушаланған,

Бишмәтен дә ҡаптырмаған -

Әллә юҡтыр төймәләре бисараның,

Сәсе-башы йүнле итеп таралмаған,

Яулыҡ япһа тағы бер хәл, оялмаған,

Сираҡтары сиған кеүек асыҡ-шәрә,

Ойоҡ кейһә, был бәндәгә ни булған?

Ниңә шулай ҡаралмаған, оялмайса килеп керҙе,

Баҫып тора шүрәлеләй, һис килешмәй мосолманға.

Хәйер көтөп өмөт итә, эй, меҫкенкәй,

Ҡайғы барын өйҙә шулай һис уйламай.

Башҡайына таяҡ менән биреү кәрәк,

Кермәгәнгә кермәй инде, нишләмәк кәрәк?

Бер күреп тә әйтер инем шул ҡатынға,

Юлдарымда осраһа аулаҡ саҡта.

Йөҙҙәренә әйтер инем бәреп-йыртып,

Күңелдәрем бушар ине шул сағында.

Осратам да, тағы китәм өндәшмәйсә,

Яҡ-яғыма төкөрәмен өсәр тапҡыр,

Юлдарымда осрама зәхмәт, тиеп,

Ете быуын нәҫелемә яҡын килә күрмәһен, тиеп,

Ике ҡулым күтәрәм дә ҡиблаларға

Бер ҡарайым нурланып.

Доға ҡылам “Аллам мине һаҡла”, – тиеп,

Ошондай бер мәхлүктәрҙән.

Яңы Яппар ауылындағы Сыртланов Шәрәфетдин (1895 й.), ошо ауылда тыуған, мулла булып хеҙмәт ҡыла. Үҙ ваҡытына күрә бик белемле, мәҙрәсәләрҙе бөткән, бик күп бәйеттәр яҙған, ҡайһы берҙәрен ауылда яттан да белгән кешеләр бар.


Йәштәргә васыятнамә (149)

Сор ҡәләмем, ап-аҡ ҡыяғыҙға,

Ҡыл фатиха – доғалар ҡабул булыр,

Йәштәр өсөн әйтәм фәһем,

Һүҙҙәремде тыңлар тип.

Һеҙ милләттең киләсәге, илемдең һеҙ булмышы,

Харам эштән йыраҡ булып, хәмерләрҙән һаҡланың,

Өйләнешкәс, туй-һыйҙарҙа, бәғзе-берәү йүнһеҙҙәр,

Эй, ҡыҫтарҙар, ауыҙ ит тип, шараптарҙы һонорҙар,

Сәскә атҡан көнөгөҙҙө башламағыҙ харамдан,

Һуңы нимә менән бөтөр? – тиеп һеҙ уйланығыҙ,

Хәмер эсеп, гонаһ ҡылып көнөгөҙ башланмаһын,

Ғүмер буйы үкенерһегеҙ, үкереп бер иларһыҙ,

Һеҙҙән тыуған бала булыр йә ғәрип вә йә зәғиф,

Йә аҡылға тулы булмаҫ. Шул турала уйланып,

Көндәрегеҙ һеҙҙең үтәр духтырҙар юлдарында,

Төндәрегеҙ һеҙҙең үтәр йоҡоһоҙ вә тынғыһыҙ,

Гонаһтарҙан һаҡланһағыҙ – Хоҙай һаҡлар шул саҡта,

Тәҙрә төбө ҡына гөлгә шул хәмерҙе һалһағыҙ,

Бер тәүлектән күрерһегеҙ меҫкен гөлдөң үлгәнен.

Ниҙәр генә ҡылһағыҙ ҙа, шишмә һыуын һипһәгеҙ ҙә,

Был гөл ҡабат терелмәҫ.

Бәғзе йүләр-ахмаҡтарҙан һеҙ үрнәкте алмағыҙ,

Дуҫ, тиеп, юхаланып – дошман килер һөйөнөп,

Ишектәрҙән үткәрмәгеҙ, хур була һеҙ күрмәгеҙ,

Керетмәгеҙ өйөгөҙгә ҡара йылан дошманды,

Өйрәтмәгеҙ балағыҙға был мәлғүнде эсергә,

Ете быуын һинән ҡалған, нәҫелдәр зәғиф булыр,

Йөҙөгөҙҙөң йәме бөтөр, китер ҡулдан форсат эш,

Тормоштарың алға бармаҫ – эй, бәндәләр, уйланың.


Еңеү тураһында бәйет (100)

Баҫ, Ҡыҙыл Армия! – Еңелде Германия.

Арыҫландай көрәште

Беҙҙең Яппар улдары.

Беҙҙең Яппар егеттәре

Ҡурҡыуҙарҙы белмәне.

Йөҙ егерме егет китеп,

Бөркөт кеүек һуғышты.

Баҫ, Ҡыҙыл Армия! –

Еңелде Германия.

Туҡһан һигеҙ егет юғалттыҡ

Беҙ һуғыштың түрендә.

Баҫ, Ҡыҙыл Армия! –

Долой бул Германия.

Күп афәттәр килтерҙең,

Ҡара ҡағыҙ тараттың.

Беҙҙең Яппар ҡыҙҙары

Үҙен тылда күрһәтте.

Бер норманы үҙ итмәйсә

Биш норманы үтәне.

Беҙҙең Яппар ҡыҙҙары

Ирҙәр эшен башҡарҙы.

Ас-яланғас булһа ла,

Пландарҙы үтәне.

Баҫ, Ҡыҙыл Армия,

Суҡынһын Германия.

Илгә афәт килмәһен,

Имен булһын еребеҙ.

Баҫ, Ҡыҙыл Армия! –

Еңелде Германия.

Егерме ике егет ҡайтты,

Орден-медален тағып.

Баҫ, Ҡыҙыл Армия! –

Дөмөктө Германия.

Фашистарҙы турап һалды

Илдең батыр улдары.


Иман керһен һәммәгеҙгә (160)

Ислам белгән

Иман кергән

Бәндәләр нурлы булыр.

Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанын үтәп,

Биш ваҡыт намаҙ ҡылыр,

Ураҙаһын ҡалдырмаҫ,

Ҡулынан тәсбих төшөрмәҫ,

Фани донъянан киткәс,

Урыны булыр ожмахта,

Рухы булыр йәннәттә.
Ҡош аҫрау бәйете (264)

Ҡаҙ аҫраһаң, өйөң булһын Дим буйында,

Ашарына булһын бойҙай, һоло һәм тарың да.

Күберәк бирһәң ҡаҙҙарыңа һолоно,

Мул алырһың ҡаҙ мамығын, йөнөн.

Әгәр-мәгәр ҡыҙғанмаһаң тарыны,

Май менән тулы булыр ҡаҙ ҡарыны.

Бойҙайҙы бирһәң әгәр күберәк,

Ҡаҙ тәнендә ите булыр күберәк.
Бәхетле бала (28)

(Ҡаҙанғол мәктәбе сығанаҡтары)

Бала тыуар бәхет менән,

Бисмилла, тип.

Ғөсөл ҡойоп ҡабул итһә,

Яҡын кеше кендек нәнәй.

Собханалла, тиеп әйтеп,

Аҡ биләмгә төрөп ҡуйһа.

Ата-әсәле, бергә булып,

Никах менән тыуһа бала,

Фәрештәләр һәр саҡ уға

Теләк теләр.

Был балаға һәр саҡ

Бәхет юлдаш булыр.


Фәрхиямалға бәйет (162)

Исмәғил ауылынан Мөхәмәҙйәров фамилиялы бер туған 4 кешене 1936 йылдарҙа “халыҡ дошманы” тип, Себергә һөргөнгә ебәрәләр.

Иң ҙур ағалары, 1870 йылғы, Рафиҡ исемле була, унан һуң 1886 йылғы Мөхәрләм, унан һуң 1890 йылғы Сафа, иң бәләкәйҙәре, Шәймәрҙан исемлеһе, 1896 йылғы. Улар ауылда береһенән-береһе яҡшы йорттар һалған була, бик хәлле, бик күп мал тотҡан булалар. 1936 йылда халыҡ дошмандары, тип яла яғалар һәм райондан төнлә килеп алып та китәләр.

80-дән уҙған Фәрхиямал исемле инәләре [әсәләре] генә ҡала, 4 туғандың ҡатындары, балалары шулай уҡ Себергә оҙатыла. Ауылда һуңынан ошо инәйгә арнап, бәйет сығаралар.

Инә ҡаҙҡай бәпкәләрен, эй, юғалтҡас,

Эй, ҡаңғылдап ҡанат ҡағып ҡаңғылдайҙыр.

Фәрхиямал инәйгә лә түҙем бирһен –

Хоҙайға ла ҡул күтәреп доға ҡылың.

Ҡарт көнөндә, әй, бер килеп хәлең бөткәс,

Ҡара болот өйөрөлөп ҡаплағандыр.

Фәрхиямал инәкәйем яңғыҙ ҡалған,

Дүрт балаһы бер көн килеп ғәйеп булған.


Ғәйниә бәйете (36)

Ғәйниә исемле ҡатындың ирен рус-француз һуғышына алалар. Биш бала менән ҡалған ҡатын нисек итеп донъя көтөүе тураһындағы бәйет.

Болондарҙан ҡайтып килә берәү,

Биштәрләп тә биленә йөктәрен.

Ғәйниә лә кеүек меҫкен күрә [нужа],

Яңығыҙ ғына ҡалғас иренән.

Итәк тулы бала менән ҡалдыҡ,

Ирем киткәс француз яуына.

Бик алыҫта ятып ҡалған башы,

Илкәйенә кире ҡайтмайса.

Бер-бер артлы бигерәк йәшләй ҡалған

Бәлиғ кенә булмаҫ балалар.

Донъяларҙы алып барам, тиеп,

Көн-төн тирен түкте Ғәйниәм.

Әрәмәлә гелән усаҡ яғып,

Ҡаршыланың шәфәҡ нурҙарын.

Мал-тыуарҙы әрәм итмәйем, тип,

Бесән саптың көндәр буйына.

Һалға һалып тағы уны тарттың

Дим буйының бирге яғына.

Нисек түҙгәнһеңдер, Ғәйниәкәй,

Йүкә арҡан һис тә түҙмәгән.

Һалғынайҙан ғына ҡолап төшөп,

Һалҡын һыуға керҙең, Ғәйниәм,

Бер-бер артлы тыуған биш бала

Ике ярҙа ҡалған илашып.

Тиҫбеләрен тартып өйҙә илай

Оло йәштә булған ҡарт ҡәйнәң.

Биш көн буйы ғәйеп булып,

Биш-ҡарларҙа ҡалҡтың, Ғәйниәм.

Ғәйниә хөрмәтенә сабынлыҡты “Ғәйниә төбәге” тип йөрөтәләр.

Ҡобайырҙар
Яман кеше ни булыр? (90)

(Латифа исемле оләсәһенән отоп алған ҡобайыр)

Бер тигәс тә нимә яман?

Берәҙәк булыу шул яман;

Ике тигәс тә нимә яман?

Ирекһеҙ булыу шул яман;

Өс тигәс тә нимә яман?

Өйһөҙ булыу шул яман;

Дүрт тигәс тә нимә яман?

Дәүләтһеҙ булыу шул яман;

Биш тигәс тә нимә яман?

Бығаулы булыу шул яман;

Алты тигәс тә нимә яман?

Аҡылһыҙ булыу шул яман;

Ете тигәс тә нимә яман?

Ерһеҙ булыу шул яман;

Һигеҙ тигәс тә нимә яман?

Һтлыҡ булыу шул яман;

Туғыҙ тигәс тә нимә яман?

Тғанһыҙ булыу шул яман;

Ун тигәс тә нимә яман?

Уһыҙ булыу шул яман.


Әйтер һүҙем халҡыма (45)

Башҡорттарым, бал ҡорттарым,

Туған еремдең күсе.

Ете ырыу, ете күс,

Етеһендә ете көс.

Тыуған илемдең биҙәге –

Ырыуҙарым үҙәне.

Ете ырыу, ете төҫ,

Етеһендә ете көс.

Берҙәмлектә беҙҙең көс.

Һәр милләттең уңыштары,

Өлөштәре беҙҙә тос.

Ете ырыу, ете күс,

Етеһендә ете көс.

Берҙәмлектә беҙҙең күс.

Һәр милләттең үҙ ере бар,

Үҙ илем бар, Аллаһтан.

Тамырыбыҙ беҙҙең был ил

Яратылған Аллаһтан.
Әй илкәйем, илкәйем,

Әлдә ныҡ билкәйең.

Теҙләндереүселәр бик күп,

Тик бирмәнең билкәйең.

Эй, илкәйем, илкәйем,

Бигерәк матур телкәйең.

Телгеләйҙәр, бүлгеләйҙәр

Раббым, ни хәл итәйем.

Көлкө сире – көслө сир ул

Иманһыҙ, динһеҙ өсөн.

Иманлының иманына

Шифа сере бит ул.

Ғалим тигәндәре – залим,

Мулла тигәне – бер мул.

Нисек итеп алға китһен,

Бындай кешеләрҙән ил?

Эстәрем дә ап-аҡ булһын,

Кейемкәйҙәрем таҙа.

Ни әйтһәгеҙ ҙә түҙәрмен,

Булһа ла ул буш яла.

Тау буйҙары әсе ҡылған,

Ҡаҙалдымы – әрнетә.

Һаҡһыҙ әйткән һүҙҙәре

Бигерәк йөрәк әрнетә.

Раббым, минең юлдарыма

Көнсөлдәрҙе сығарма.

Ғүмерем ҡыҫҡа, юлым алыҫ,

Көс бир миңә еңергә (269).




Берғаҙан (298)

Мәкәш, Ҡоръятмаҫ ауылдары эргәһенән башланып Асылыкүлгә тиклем элек бик күп ҡоштар төйәк иткән бер күл бар ине. Ул күлгә шулай уҡ берғаҙандар (пеликандар) килер булған, шунлыҡтан күлде Берғаҙан күле тип йөрөткәндәр.

Элек был ерҙәр

Бай булған кейек-ҡошҡа.

Аусылар, һунарсылар

Килгәндәр Ҡоръятмаҫҡа.

Ҡоръятмаҫ буйын иңләп,

Ятҡан шырлыҡ, әрәмә.

Ошо хаҡта мәғлүм булған

Бөтә яҡын-тирәгә.

Һунар ҡомары менән

Ашҡынғандар аусылар.

Урмандар, ҡырҙар үтеп

Туҡтаған юлаусылар.

Маһир һунарсы йәйеп,

Атып алған, ти, бер ҡош.

Итен бешерергә һалғас,

Ҡаҙан тулған, ти, тотош.

Берҡаҙан тип ҡошто ла,

Урынды ла атаған.

Был тирәлә гел генә

Һунар итә башлаған.

Бик бай булған Берғаҙан,

Ҡош тауышы тынмаған.

Иртәнән кискә тиклем

Улар йырҙар йырлаған.

Төлкөләре йылҡылдап

Йүгерешкән туғайҙа.

Балалары тәкмәс атҡан

Йүгереп барған ыңғайға.

Ҡылый күҙле ҡуянға

Төйәк булған был ерҙәр.

Тарбаҡ мөгөҙ мышыһы

Ирәүәнләп йөрөгән.

Һыуҙарында ҡондоҙо,

Шәшкеләре уйнаған.

Йылғаһында балығы

Һикереп тә туймаған.

Торналар ҡайтҡан күмәк,

Өсмөйөшкә теҙелеп.

Һаҙлыҡтарын һағынып,

Тыуған ерҙәрен эҙләп.

Аҡҡоштар ҙа парлашып,

Йөрөгәндәр йәйҙәрен.

Ғорур ҡоштар яҙ һайын,

Ҡайтыр булған әйләнеп.

Берғаҙандар күмәкләп

Йәшәгәндәр дуҫ, татыу.

Пырылдашып осҡандар

Гөрләп торған ҙур ятыу.

Әрәмәлә суҡ муйыл,

Ултырған шау сәскәлә.

Тос уңыштан ботаҡтар

Эйелгәндәр ергәсә.

Баландары йәмләнгән,

Ҡыҙыл асы емештән.

Ҡояшҡа үрелгәндәр

Андыҙҙар, гөлйемештәр.

Ҡышҡаса туй кейемен

Һалмаған һылыу миләш.

Бөҙрә талдар, еректәр,

Ҡайындар торған йәнәш.

Ҡайындар йәш булғандар,

Билдәр торған өҙөлөп.

Еректәр йылға биҙәп,

Ярға баҫҡан теҙелеп.

Талдары, әрһеҙләшеп,

Ҡаплап алған болондо.

Ҡомалаҡтар бау һуҙған

Шырлыҡ яһап урманды.

Гөрләп торған Берғаҙан,

Һиҙелмәй ғүмер үткән.

Был гүзәл ерҙәр хәҙер,

Ниндәй хәлдәрҙә икән?

* * *

Айҙар үтте ашығып,



Йылғыр йылдар уҙҙылар.

Самолеттар күктәрҙә

Юлдар һалып ҡуйҙылар.

Тракторҙар, машиналар,

Күбәйҙеләр ауылда.

Урман ҡырҡып алынды,

Таштан юлдар һалынды.

Киптерергә булдылар

Канау ҡаҙып һаҙлыҡты.

Алдаштырыу юлы менән

Күндерҙеләр халыҡты.

Имеш, ошо урында,

Буласаҡ баҫыу, ҡырҙар.

Уңасаҡ унда иген,

Башаҡтар баш ҡоҫарҙар.

Кукуруз, көнбағыштар

Кеше буйы булырҙар.

Бойҙай, арыштар менән

Ҙур келәттәр тулырҙар.

Ағастарҙы юҡ итеп,

Ялан итеп ҡуйҙылар.

Кәбән ҡойор бесәнлекте

Малдар тапап уҙҙылар.

Күреп туймаҫ гүзәллек

Ташландыҡҡа әйләнде.

Халыҡ үҙе лә һиҙмәне

Килеп еткән бәләне.

Күлһеҙ ҡалған аҡҡоштар,

Иңрәп, осоп киттеләр.

Моңһоу илап, йөрәккә

Юшҡын һалып үттеләр.

Айыуҙары йәшенер

Урындары ҡалманы.

Аяуһыҙ балта теле

Урмандарҙы ялманы.

Айыуһыҙ “Айыу баҫыуы”

Берғаҙанһыҙ Берғаҙан.

Бындай вәхшилекте бүтән

Табып булмаҫ бер ҡайҙан.

Тәбиғәттең зарҙарын

Ишетмәй үткәрәбеҙ.

Ҡул менән эшләгәнде

Иң менән күтәрәбеҙ.
* * *

Берғаҙанды тергеҙергә

Бирелде яңы фарман.

Тик тәбиғәт үпкәһен

Онотормо бер заман?

Яңынан ҡайтырмы һуң

Онотолған Берғаҙан?

Юғалған тереклекте

Табырбыҙ икән ҡайҙан?

Турғайҙы ҡырып бөткәс,

Оран һалғайны Ҡытай.

Берғаҙанды ҡайҙарҙан

Алырбыҙ икән һорап?

Һорауҙар күп, яуапты

Кемдәр икән бирәсәк?

Килә күрмәһен бер үк

Киләсәкһеҙ киләсәк.
“Заятүләк менән Һыуһылыу” ҡобайырынан өҙөк, көйләп уҡыла (281).

Алып килгән тауығыҙ –

Балҡантауым* был түгел.

Бүлә-бүлә йөрөгән

Бүреһе күп Балҡантау,

Алпан-толпан атлаған

Айыуы күп Балҡантау.

Майлап ҡуйған ҡайыштай

Йыланы күп Балҡантау.

Ҡыҙ балалай биҙәнгән

Төлкөһө күп Балҡантау.

Тауҙы тауға оҡшатып,

Алып бында килһәләр ҙә

Балҡантауым был түгел.



Һандар әйтеме – башҡорттарға (239)
Бер тигәс тә – Башҡорт булып, милләтеңде онотма,

Ике тигәс тә – Илкәйеңдән һин китмә,

Өс тигәс тә – оя ҡорған нигеҙҙәрҙе ташлама,

Дүрт тигәс тә – донъяларҙа ҫанлы булып һин йәшә,

Биш тигәс тә – быуын-быуын шәжәрәңде онотма,

Алты тигәс тә – аумаҡай дошмандарға һатылма,

Ете тигәс тә – еркәйеңде ҡулдарыңдан ебәрмә.

Һигеҙ тигәс тә – һөйгәнеңде һис бер ваҡыт әрләмә,

Туғыҙ тигәс тә – туғандарға татыу булып, һис бер ваҡыт ташлама,

Ун тигәс тә – уйлап һөйлә, уйнап-көлөп һин йәшә.

Был әйтемде информант ҡартинәһе Шәкәрбаныу исемле инәйҙән отоп алған.


хӘТИРӘЛӘР
Абдрахманов Солтан олатайҙың һөйләүе буйынса, 1909 йылда Сапай, Ҡыҙрас, Буранғол, Ҡаңлы-Төркәй ауылдарына Мәжит Ғафури килә. Уның хөрмәтенә Баттал бей исемле Сапай байы Асылыкүлдең ярында Аҡ тирмә ҡора, тирә-яҡтан бай ҡатлам кешеләре саҡырыла. Солтан олатайға ул ваҡытта 18 йәш була.

Баттал бей оҫта ҡурайҙа уйнап, башҡорт йырҙарын башҡара. Ошо мәжлестә ҡулдан яҙылған “Ҡуҙыйкүрпәс менән Һыуһылыу” (дөрөҫө: “Заятүләк менән Һыуһылыу” – ред.) исемле эпосты Мәжит Ғафуриға тапшыра. XIX быуат аҙағында урыҫ яҙыусыһы В.И.Даль килә, башҡорт сәсәндәрен йыйып ошо эпос тураһында уларҙан ишеткәндәрен яҙып ала*. Баттал бей ошо мәжлестә була, был хаҡта М.Ғафуриға һөйләй.

Солтан олатайҙың һөйләүе буйынса, әүәл был ерҙәргә Сынғыҙхандың ейәне Сәмәрхан исемле хан хужа булған. Ҡыҙылъяр буйындағы ерҙәрҙе Сыңғыҙхан йәйләү ерҙәре тип тә йөрөткәндәр. Элек был урындарҙа бик күп башҡорт ауылдары булған. Баш күтәреп, болала ҡатнашҡандары өсөн башҡорттарҙың күп ауылдары юҡ ителә, ерҙәре хөкүмәт тарафынан тартып алына.

Һуңғы ҙур болала был яҡтарҙа Ҡыҙрас исемле старшина, бик ҡыйыу батыр юлбашсы етәкселегендә Салауат менән берлектә көрәшкә күтәрелә, ләкин, көстәр нисбәте бер булмағанлыҡтан, көрәш туҡтатыла.

Шул сәбәпле ошо яҡтағы башҡорт ауылдарын, ерҙәрен һаҡлап ҡала ала, уларҙы хөкүмәт тартып ала алмай. Ҡыҙрас үҙе Келәтаяғы тигән боронғо ауылдан була. Ошо ерҙәрҙе һаҡлап ҡала алғас, был ауылды старшина хөрмәтенә Ҡыҙрас старшина ауылы тип атайҙар. Элегерәк Асылыкүл ауылдары яғында уны данлаған Ҡыҙрас бей тигән йыр ҙа бар ине.

Ҡыҙрас бейҙең ерҙәре –

Асылыкүл буйҙары.

Ҡырлас-ҡырлас тауҙарында

Тора икән һаҡтары (һаҡсыһы)
Ҡыҙрас старшинаның

Көмөш микән ҡайышы?

Был ерҙәрҙе һаҡлап ҡалған

Һиңә халыҡ алҡышы.


Ҡыҙрас старшина ваҡытында Ҡыҙрас (Келәтаяғы) Сапай, Ҡаранай, Ҡаңлы-Төркәй, Буранғол ауылдары Салауат яуында ҡатнашһалар ҙа, старшина булышлығында ауылдар иҫән ҡала. Тармалы, Иҫке Ыҙма ауылдары юҡ ителә. Ошо турала Баттал бей Асылыкүл янында йыйылған мәжлестә Мәжит Ғафуриға һөйләй. Ул ваҡытта бей 76 йәштә була. Әгәр 1909 йылда булһа был осрашыу, тимәк Баттал бей 1833 йылда тыуған була.

Был ауылдар Ҡаңлы-Табын ырыуына керәләр, был ерҙәрҙә ҡан менән үҙ ерҙәрен һаҡлап ҡалған башҡорттар йәшәй. Сапай ауылында ҡарағалпаҡ, ил ҡаймағы, ҡыпсаҡ, иҫәнғол, киже аралары бар. Изге ҡоштары булып, торна һанала. Был ҡош, илгә афәт килһә: “Тороғоҙ-тороғоҙ, уянығыҙ, – тип оран һалыр, – ерегеҙҙе һаҡлағыҙ, һаҡлағыҙ, ошо ерҙә торайыҡ-торайыҡ”, – тип ҡысҡырыр, ти.

Миләш ағасы – изге ағас, уның емешен алып афәт килгәндә лә, бындай ваҡытта төрлө билгеләр ҡуйыр булғандар. Шулай уҡ ҡарағас ағасы ла ҡаңлы табыны ырыуының изге ағасы иҫәпләнгән. 1843 йылғы ревизияла Сапай ауылында 231 башҡорт йәшәгән (267, 312).



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   18


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет