Дәүләкән ынйылары



жүктеу 3.67 Mb.
бет14/18
Дата07.05.2019
өлшемі3.67 Mb.
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   18

Яңғыҙҡайын тирәһендәге ҡәберлектәр (23)

“Элек был ерҙәрҙә ҡуйы урманлыҡ булған. 1880 йыларҙың аҙаҡтарында Дәүләкән аша тимер юлы үткәндән һуң, күп урмандарҙы ҡырҡып, яндырып, күмер яһағандар. 30-сы йылдарҙың нисәһе булғандыр инде, ошо баҫыуҙы һөргәндә Яңғыҙҡайындан Ҡабаҡҡайынға табан ерҙә биш-алты йорттоң нигеҙе табылды. Ошонан хатта Лоҡман-Хәким сарташ та (үткерләй торған) алып ҡайтты. Бик боронғо инде, хәҙер андый нәмәләр юҡ. Һуғыш йылынан һуң ҡайынды киҫтермәнек. Ошо ерҙән, ағасҡа турап, ҡарағас посадкаһы ултырттыҡ. Бер ваҡыт ер һөргәндә, ошо яңғыҙ ҡайын эргәһендә (был ерҙе һәр ваҡыт таштары булғас ҡыялап үтә инек), нисектер турылайбыҙ тип, ташын алып һөрөп үткәйнек, ҡәберлеккә тап булдыҡ. Кеше генә түгел, ат башы, һөйәктәре сыҡты… Бының барыһын алып, ошо ҡарағас посадкаһына ерләнек.

Был ағас тирәһендә тағы ла ошондай ҡәберлектәр бар. Ул турала тарих уҡытыусыһы Хәмзә Муса улы ла яҙып алғайны”.
Төбәктәге ауылдар тураһында (160)

Элек башҡорт ерендә бик күп ихтилалдар булған. Улар хаҡында бик күптәр хәҙер белеп бөтмәй. Шул ихтилалдар ваҡытында бик күп башҡорт ауылдары яндырылған. Сөләймән (Һөләймән, ҡушаматы Бәҫелеүән) тигән батырҙың ауылын урыҫ карателдәре яндыра. Хәҙерге Соколовка урынында ултырған ауыл. Сөләймән үҙе сығышы менән Шәрип ауылыныҡы. Сөләймән ғәскәр башлығы була. Шәрип муллаһы Бәҫелеүән тигән бәйетте яттан белә ине. Һижри йылдың 1774 йыл март айҙары була. Сөләймәндең ғәскәре өс көн - өс төн Ярыштау итәгендә картелдәр отряды менән көрәшә. Ләкин был тигеҙ булмаған көрәштә башҡорттар еңелә. Ул ваҡытта ҡарҙан тау асылмаған була – шуға тау ҡан менән ҡыҙыл төҫкә инә. Ике яҡтан да бик күп яугирҙәр һәләк була. Башҡорттар һуңғы алышҡа саҡлы көрәшәләр. Һуңынан Сөләймән батырҙы тирә-яҡ ауыл кешеләре тауҙың итәгенә ерләйҙәр, таш ҡуялар. Был ҡәберҙе Әүлиә ҡәбере тиҙәр. Башҡорттар элек-электән батыр кешеләрҙе Әүлиә, изге кеше, алпамыша, ил батыры тип атағандар.

Ошо уҡ хәл Яппар ауылында була. Хәҙерге Иҫке йортто яндыралар. Яппарҙар күбеһе ошонда ҡырыла, иҫәндәре хәҙерге Иҫке Яппар урындарына күсәләр. Быны бик яҡшы тарихи мәғлүмәттәре булған Ғилманов Мөьмин исемле мулла белә ине. Ҡатыны Шәмсиямал ҡыҙ балаларҙы өйөндә лә, мәҙрәсәлә лә уҡытты. Яппарҙар был кешеләрҙе белергә тейеш.

Аллағол исемле батыр, шул уҡ Алпамыша батыр тигән әүлиә – тирә-яҡтың даны. Ҡәбере Ҡаҙанғолға табан ҡалҡыулыҡта, һәр ваҡыт элек тәңкә һалыр ине кеше. Был ҡәберҙәр хөкүмәт тарафынан эҙәрләнде, хәйер һалырға килгән кешеләрҙе яуапҡа тарттырыр булғандар.



Яңы Яппар. Бында берҙәм халыҡ, Исмәғил кеүек, бер төрлө нәҫелдәр, ситтән килгән кешеләр юҡ. Элек башҡорт араларынан тыш, башҡа халыҡты индермәйҙәр ине ауылға, сөнки хөкүмәт тарафынан ҡушылған шымсылар, һатлыҡтар күп ине.

Ҡаҙанғол волость үҙәге булғас, унда әтәмбайҙар күп ине, шуға бик тыныс ауыл булманы: кеше юғалыу, алып китеү – бында ғәҙәти күренеш ине. Ошондай уҡ хәл Ташлытамаҡ, Ташлы ауылдарында ла булды.


Ер эшкәртеү ҡоралдары, иген үҫтереү (45; 166)

Солтанғәлина Мөслимә Ғайса ҡыҙының һөйләгәндәренән: Минең иҫләүемсә, колхоздар ойошторолғанға тиклем, Ҡаҙанғол ауылында 4 кешелә молотилка бар ине, бер 15-ләп кешелә курәшимкә һабаны, ябай һабан байтаҡ ҡына ине. Унан колхозлаштырғас, барыһын да йыйып алдылар. Ерҙе һөргәндән һуң тырматалар. Беҙҙә ағастан (имәндән) эшләнгән, тештәре тимер тырма бар ине. Шуны атҡа тағып бер нисә үтһәң, ер тигеҙләнеп матурланып ҡала. Ошо эҙ буйынса орлоҡто һибеп күмдерәһең. ҡоштар ашамаһын өсөн, тырма эсенә һалыр инек. Быны күпселек өмә менән күмәкләп башҡара инек. Йәй буйына бер унлап ғаилә берләшеп, сиратлап иген баҫыуын ҡарай инек. Рәхмәт асыһында йоморо тирмәгә оҡшатып тирмә үрелгәйне һыу үтмәһен өсөн. Йәйге селләлә, ямғырҙа бик яҡшы ине. Керергә урын булғас, төтөн сөрөк һалһаң, бер ниндәй ҙә бөжәк ҡалмаҫ ине.

Иген урғанда күпселек ураҡ менән урылды, былай эшләгәндә башаҡтар ҡойолмай. Көлтәгә бәйләп сүмәләгә һалына 15-ләп көлтә, бер сүмәлә башаҡтары менән өҫкә ҡуйыла. Ә иң һуңғыһы, өҫтәгеһе, һыу, дым үтмәһен өсөн, башаҡтары менән аҫҡа ҡуйыла.

Ураҡ эшендә өйҙә барлыҡ кеше лә ҡатнаша ине, ҡарттар ғына ауылда ҡалыр ине. Беҙ Гөлбаҙыян исемле әбейҙе һәр ваҡыт ҡалдыра торғайныҡ, күрше сапрыш өйҙә торалар ине. Улар игенде бик аҙ ултырттылар. Беҙҙең аяҡ осонда Хайбулла исемле улы, килене Мәликә исемле, беҙгә ҡул алмаш йөрөнөләр. Улы рус-япон һуғышына китеп үлде, 1905 йылдар тирәһендә шикелле. Баҙыян әбей 60-65-тән уҙып үлде, Мәликә бер үҙе ҡалғайны. Дәүләкәнгә тормошҡа сыҡты. Ул ваҡытта 30 йәштәр самаһы булғандыр, Баҙыян ҡарсыҡтың үҙе сығарған сеңләүе бар ине, ҡайһы бер иҫтә ҡалғандарҙан.

Бер үҙемкәй ҡалдым яңғыҙ өйҙә,

Кәкүк кеүек булды яҙмышым.

Инде хәҙер, дуҫтар, нишләйем,

Эй-эй, яңғыҙ ҡалды минең башҡайым.

Ҡәҙерләп тә ҡарап торған балам

Һуғыштарға китеп юҡ булды.

Яуыз япон алды башҡайын.

Эй-эй, харап ҡына булды улҡайым, – тип сеңләп илай ине.

Һәр өйҙә ырҙын табағы эшләгәйнеләр, бының өсөн тәүҙә ергә яҫы таштар түшәп, шунан ҡалын итеп мәте һалаһың, был ер таш кеүек ҡата. Туһан, үлән үҫмәй ҡатҡас. Ошо урынға көлтәләрҙе һалып сыбағас менән һуғыла. Был эш ҡоралы оҙон таяҡтан һәм бәләкәй тәпәстән бау менән беркетелә. Ошоноң менән һуғып башағы ҡойола. Унан һуң елгәреп, киптереп ағастан эшләнгән көбө, һандыҡтарға һалына. Килелә, ҡул тирмәнендә лә тартып он яһайҙар ине. Иләктән үткәреп яҡшыра торғайны. Иҫке Яппарҙа тирмән бар ине, шунда күбеһе йөрөй ине.
Ҡаҙанғол ауылында малсылыҡ (15; 166)

Ауылда дөйә тотҡан кешеләр ҙә бар ине. Байсит тигән кешеләрҙең 4 дөйәһе булды, шуны һауып, ҡымыҙ яһанылар. Бер нисә кеше ишәк тә тотто, ҡапсыҡ һалып әйбер ташынылар, бәләкәй арбала егеп йөрөйҙәр ине. Күп кешеләр ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнделәр. Был бик үтемле, доходлы эш булды, йәй көндәрендә төрлө яҡтарҙан килеп ял итә торғайнылар. Беҙ 15-ләп бейә тоттоҡ, өс бүлмәле йорт һалдыҡ, ауылда бик күркәм йорттарҙан һаналды. Дәүләкән урамындағы кеүек таштан юл һалдыҡ. Таштан һалынған аҡ келәттә ҡымыҙ эшләнек. Йәйге миҙгелдә 5-6-ға тиклем ғаиләне ҡараныҡ. Беренсе йылда уҡ килгән килемгә “Зингер” тегеү машинаһы алдыҡ. Йорт йыһаздары, ҡунаҡтар килгәндә ҡулланыр өсөн Ҡытайҙа эшләнгән посудалар алдыҡ хәләл аҡсаға.

Ауылда иң күп йылҡы аҫырап, ҡымыҙ менән шөғөлләнгән кеше Йәғәфәр ине. Ул бик бай булды. Уның ике ҡатынына 40-тан ашыу ғына һауым бейәһе бар ине. Гел күренекле бай кешеләр уларға төштө. Революцияға тиклем яҙыусы Мәжит Ғафури булып киткән, тағы мишәр, татар яҙыусылары булдылар тип һөйләйҙәр.

Ҡаҙанғолға һәр йыл һайын Сембер губернаһындағы Сукно фабрикаларының хужалары Аксурин тигән кешеләр килер булды. Улар һәр ваҡыт Йәғәфәр байға төшәләр ине. Йәғәфәр бай бик күп һарыҡ та тотто, ауылдан уларға барып йөн тапшыралар ине. Ябалаҡлы аулында Ҡормой бай, Ҡыҙраста Сәфәрғәли бай, Буранғолда Йомағол ҡарт бай – ошо өйҙәргә килеп йөн йыйғандар (Был Әмирхан Еникиҙың “Һуңғы китап” тигән әҫәрендә лә күрһәтелә, 15-16-сы биттәр).

Ҡаҙанғолда Муллабай менән Маһира 10-15-ләп бейә тотто. Уларҙың бик матур өйҙәре ауылға йәм өҫтәп торҙо. Ихаталары бик ҙур (Бибиян ҡарсыҡтың ихаталары ла керә ине), бик яҡшы һалынған һарайҙары… Келәт ҡыҙыл таштан һалынған. Йоморо соҡор һалып, шунда силос тапаттылар. Йәйгә тиклем малдары ризыҡтан өҙөлмәне. 5-6 һауын һыйыр тоттолар. Май, ҡаймаҡ яһап, 2-3 көн һайын баҙарға илтеп һатырҙар ине. Бик тырыш булдылар. Ҡымыҙҙың бер биҙрәһе – 1 тәңкә, 20-25 һум бер кешенән бер айға алынды аҡса.

Вәлиәхмәттәрҙең 8-ләп һауым бейәһе, Исхаҡ мулланың 10-лап, Мөхәммәтситдыҡтың 15-ләп бейәһе булды. Хәҙерге Аҡмалыҡ ярында йоморо соҡорҙар һалып, үләндән силос тапаттылар. Элек ауыл тирәһендә бер ниндәй ҙә ҡый үләне юҡ, кесерткән кеүек үләндәрҙе Оҙонғол буйынан барып алдылар, малға яҡшы тип, киптерә торған инеләр.

Байситтарҙың дөйәләре бар тигән инем, уларҙың өйө (мәктәп-интернат) беҙгә ҡаршы ерҙә, һәр ваҡыт аш-һыуҙан бер-беребеҙҙе ҡалдырманыҡ. Ул домбрала уйнай белә ине, ҡатыны һамаҡлап, дөйә кеүек бейеп, таҡмаҡ әйтер ине.

Дөбөр-дөбөр-дөбөрҙәтеп,

Дөйәләрем ҡайтҡандыр.

Дөбөр-дөбөр, дөп-дөп,

Дөйәләремде һауам,

Һауып ҡымыҙ яһайым.

Дөбөр-дөбөр, дөп-дөп,

Гөбөләрем дөбөрҙәй,

Тәңкәләрем елберҙәй.

Дөбөр-дөбөр, дөп-дөп,

Ҡымыҙымды эсеп ҡара.

Тәнгә сихәттәре бар, –

тип, ҡымыҙ һалып бирерҙәр ине.
Элек гел шундай йор күңелле кешеләр ине, һәр кемдең үҙ йыры була торғайны, үҙҙәре сығарып йырлайҙар ине. Рәкән шишмәһенең Яппар юлында (ул ваҡыт, 1905 йылға тиклем булдымы икән, шишмә аға ине, шул башланған ерен мал тапамаһын, тип, кәртә менән уратып ҡуйғайнылар) беренсе йорт Кинйәғол ҡарттыҡы ине. Уны Кинйә, Кинйәкәй ҙә тип йөрөттөләр, ҡарсығы Тәңкәбикә исемле ине. Ҡыҙҙары Шәфәҡ Бигеш тигән ауылда кейәүҙә ине. Улар бик күп мал тотманылар. Ваҡыттары ла булманы микән? Мин белгәндә, 5-6-лап мамыҡ кәзәһе тоттолар. Ҡарсығы бик оҫта шәл бәйләне, аҫалы балаҫтар һуға ине һатырға.

Ҡышын, йәйен Кинйәкәй менән быйма баҫтылар, тиренән күн дә иләйҙәр ине, итек-сарыҡ тектеләр. Өйҙәре ҙур балмаһа ла, ыҡсым ғына, ҡабыҡ менән ябылғайны. Һыу үтмәҫкә, ҡабыҡ эсенән тирене иләп, күн беркеткәйнеләр. Өй эстәрендә ҙур һике (ҡунаҡ килһә, шунда ашъяулыҡ йәйеп табын ҡорола), бәләкәй өҫтәл, ике һандыҡ, матур итеп семәрләп эшләнгән шкаф, эскәмйә-урындыҡтар бар ине. Стенаға бәләкәй көҙгө эленеп ҡуйылғайны.

Беҙ был бабай-әбей менән гел аралашып йәшәнек бер йылды. Бер саҡ былар ҡышлау быҙау алып һуйҙылар, беҙ ҙә өмәлә булдыҡ, Бигеш ауылынан кейәү менән ҡыҙҙары ла килгәйне. Һуғым һуйыр алдынан бик матур табын әҙерләгәйнеләр. Балан бәлеше, кәзә итенә бәрәңге ҡушып, бәлеш ҡуйҙылар. 1900 йылдар булдымы икән инде? Ошонда беренсе тапҡыр кәзә ҡаймағынан ауыҙ иттем. Кис һалма һалып, аш бешерҙеләр. Иҫемдә ҡалған Тәңкә ҡарсыҡтың беҙгә әйткәне: “Ҡатын-ҡыҙҙың күрке – ашта. Һурпа тоноҡ, тәрилкәгә һалғас, төбө күренеп торорға тейеш. Әгәр күренмәһә, был ҡатын-ҡыҙҙың әрпешлеген күрһәтә”, – тигәне иҫтә ҡалған. Кинйә ҡарттың бик оҫта ҡурайҙа уйнап, Тәңкә ҡарсыҡтың һамаҡлап таҡмаҡ әйтеп бейегәне иҫтә ҡалған.

“Үрҙәк бейеүе”

Баҡ-баҡ баҡылдығы – мин баҫамын ваҡ-ваҡ,

Бына шулай йөҙөп киләм һөйгәнемдең янына.

Әннә-гиҙер геннәйем, әннә-гиҙер геннәйем, – тип бармаҡтарын шартлатып, тыпырҙаны.

Баҡ-баҡ, һөйгәнем, һин ҡарайһың яҡ-яҡ,

Кинйәкәйем ашарға тап, һин бит йорттоң хужаһы

Әннә-гиҙер геннәйем, әннә-гиҙер геннәйем!

Баҡ-баҡ, баҡылдап, бергә йәшәү күңелле,

Йорт хужаһы иҫән булып, ата үрҙәк булғанда,

Әннә-гиҙер геннәйем, әннә-гиҙер геннәйем,

Баҡ-баҡ, баҡылдап, ҡанаттарымды ҡағам,

Бер аҙ күрмәй, әҙерәк торһам, һөйгәнемде һағынам.
Революцияға тиклем халыҡ малды бик күп тотто. Дим буйы бесәнлеккә бай булды. Ер һатыу ҡәтғи рәүештә тыйылды, бесән сабып, баҙарға ғына илтеп һатырҙар ине. Болондо бик ныҡ һаҡланылар. Малай-егеттәр ат менән һәр саҡ сиратлап ҡарап ҡайтырҙар ине. 1912 йылдар тирәһендә булды микән, бер ваҡыт Кәлинкә көтөүсеһе эсеп йығылған, көтөүҙәре Һарытал буйына үтеп кергән. Ҡараусылар ҡайтып әйтеп, 15-20-ләп егет атҡа атланып, сыбыртҡылар менән кәлинкәләрҙең һыйырҙарын арығансы туҡмап, ауылдарына кереткәндәр, бер нисә һыйыр быҙау һалған, һарыҡтары зыян күргән, тип тә һөйләнеләр. Улай түләтеү-фәлән булманы. Теге көтөүсе ҡайһы яҡтан булғандыр инде, икенсе көндө ауылдан ҡыуғандар. Балыҡсыларҙы ла болонлоҡтан ҡыуа торғайнылар. Бигерәк тә Яппар аралары ныҡ торҙо. Хатта ҡыш көндәрендә күл тынсыһа, ситтән килгән халыҡты керетмәйҙәр ине, башҡорттарҙан башҡаларын.
Купец (һатыусылар) (45; 166)

1905 йылға тиклем Ҡаҙанғолда Минеүәли исемле ҡарт менән Сафура исемле ҡортҡа йәшәнеләр. Уларҙың өйҙәре Рәкән шишмәһенең башланған еренән саҡ ҡына аҫтараҡ ине. Уларҙың бер аты ҡолоно менән булды, башҡа малдары юҡ ине. Улар һәр ваҡыт һатыу менән шөғөлләнделәр, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, алҡа, беләҙек, йөҙөк, һабын кеүек әйберҙәр, туҡыма, яулыҡтар һ.б. Арбаларында ике һандыҡ, ямғыр яуһа, сатыр ҡуйылғайны. Күршеләренә йорт-ҡураларын ҡалдрып, ҡараған өсөн әйбер-фәлән бирә икән, тиҙәр ине. Күршеләре бик һәйбәт кешеләр ине. Дуғаһына ҡыңғырау тағып улар килгәнен әллә ҡайҙан ишетергә була ине. Уларҙың ике ҡыҙҙары иҫән ине. Мин белгән береһе Көрмәнкәй яғында, икенсеһе Өршәк буйында Ҡаҙырғол яғында ине. Аҡсаһы булмаған кешеләргә бурыс ҡала, әйберләтә, ашамлыҡҡа ла алышырға була ине. Шуныһы иҫтә ҡалған: Сафура ҡарсыҡ бик матур кейенеп, өҫтөндә камзул, ситеккә үзбәк галошы кейҙерелгән, сәсбауында тәңкәләр, алдына ҡайһы саҡта түшелдерек тә кейеп, бик ыҫпай-таҙа кейенеп йөрөй ине. Кейеме күп булдымы микән, бер көндө кейгән кейемен икенсегә алыштырып кейер ине. Ҡайһы саҡта ҡатын-ҡыҙҙар әйбер алмаһалар ҙа, Сафураның кейемен ҡарарға сығалар ине. Әйберҙе ҡайҙан ҡайтара торған булғандар, уныһы билгеһеҙ, халыҡтың һорауы буйынса ла алып ҡайтырҙар ине. Ҡарты камзул, түбәтәйен ҡалдырмаҫ ине. Бик ипле, матур кейенеп йөрөр булды. Йыл һайын булмаһа ла, ике-өс йылға бер тапҡыр ат алыштырыр булғандар. Эскеселек тигән нимә улар өсөн ят булды, шуға ла аҡсалары булғандыр. Ҡыш көндәрендә бик һирәк йөрөрҙәр ине, күберәк ауыл халҡы өйҙәренән килеп алыр ине. Ҡарт көндәрендә хәлдәре мөшкөлләнгәс, Бибиямал исемле ҡыҙҙары алып китте. Шуларға бәйле бер ҡыҙыҡ хәл иҫтә ҡалған. Өршәк буйында һатып йөрөгәндә, ике егет килеп шаярып әйттеләр микән. Бабай әйберҙәреңде бөгөн ҡалдырып ҡайтырға тура килер инде, тип. Был Минәш ҡарт арбаһынан мылтығын сығарып, быларҙы ҡурҡытмаһынмы! Тегеләр табандарын ғына ялтыратҡандар.


Ҡаҙанғолда уҡытыу, мәктәп тураһында (43)

Һәр бер яҡын тирәлә мәҙрәсә булды. Ҡаҙанғолда мәсет юғарыла булһа, мәҙрәсә ауылдың түбән өлөшөндә булды. Ике синыф: бәләкәй кластар – иптидай (башланғыс синыф), юғары ҙурҙар уҡығаны – рөшти (урта синыфтар өсөн). Ҡаҙанғолдан Дәүләкәнгә лә барып уҡыған уҡыусылар булған. Ауылдан айырмалы бында жәграфия [география], иҡтисад фәндәре өйрәнелгән. Унда Искәндәр ахун исемле башҡорт муллаһы уҡыта. Иҫке Шәриптә үҙ ваҡытына күрә бик белемле, бик матур тауышлы, йырға оҫта, бик күп бәйеттәрҙе белгән Ҡотлояр исемле кеше бар ине (Ошо уҡ һүҙҙе Шәрип ауылынан Миниярова Ғәйшә әбейҙән ишеттем. – Р.М.). Ул ултырған ерҙә бәйет, мөнәжәт уйлап сығарыр булған.

Иҫке Яппарҙа Мөьмин исемле сәсән мулла йәшәне. Ҡатыны Шәмсиямал аҙыраҡ ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булған, Яппарҙа ҡыҙҙар уҡытҡан, шуға абыстай тип йөрөткәндәр. Мөьмин ҡарт бик белемле булған, ырыу араларын яҡшы белгән. Уларҙың бик ҡыҙыҡ, йылдан йыл алып барған, тәбиғәт календары булған. “Бына иртәгә сыйырсыҡтар килергә тейеш”, – тип әйтһә, сыйырсыҡтар килгән, ямғыр яуа иртәгеһен тиһә, ямғыр яуа ине, – тип һөйләйҙәр ине яппарҙар. Тәбиғәттең күренештәренә ҡарап, һауа торошон әйтер булған. Бер табында Ҡаҙанғол ауылында был аслыҡ йылы булырын алдан әйткән. “Алдағы йыл бик насар килер, ҡәрҙәштәр, аҙыҡ-ризыҡтарын бик һаҡ тотоноғоҙ”, – тигән. 1921 йылда шығырҙап торған Ҡаҙанғол ауылының 1/3 өлөшө астан үлгән (Исхаҡ ҡарттың мәғлүмәттәре буйынса, 170-ләп өй булған. 1917 перепись буйынса 151 йорт һанала). Аслыҡ ваҡытында ҡайһы берәүҙәр ғаиләләре менән киттеләр (һәләк булдылар астан). 1941 йылғы һуғыш булырын Мөьмин ҡарт ике йылдан алдан әйткән, тип һөйләй Ризуанов Миңлеғәли бабай.
Ҡаҙанғолдан Дәүләкән Искәндәр ахунда (рөшти синыфына) Солтанғәлин Биктимер, Садыков Ғүмәр, Астраханов Зәкәриәләр уҡыны. Көндә иртән атҡа атланып китерҙәр ине. Һалҡын, яҙ көндәрендә ятып та уҡынылар. Көҙ етеү менән ат ҡуйып ашатырға, берәр йөк бесән илтерҙәр ине. Күпселеге аттарын Арыҫлан тигән башҡорт байына ҡуйып йөрөнөләр (таныштарға). Был мәктәптә жәграфия, тәүарих фәндәре өйрәтелә (45).

Исхаҡ мулла тураһында (36; 43)

Бик хәлле был мулланың матур итеп һалынған ҙур булмаған йорто, самандан һалынған келәте, аҙбарҙары ситән менән уратылып алынған төҙөк кенә ихатаһы бар ине. Ҡатыны бик уңған булғандыр инде, өй тирәһендә гөл ултыртыр булды. Мал керә торған урын икенсе ҡапҡанан, ә өйгә керә торған урында бәләкәй ҡапҡалары бар ине. Ишек алды бик йәмле ине. Ғүмер буйы ауылды изгелек, әҙәплелеккә өйрәтте мулла. Бик дини, эсеү, тәмәке тартыу тигән нимәнән йыраҡ булды, балалар уҡытты. Ҡаҙанғолдарҙың күбеһе уға бурыслы, тик колхоз ойошторған ваҡытта, кемдеңдер ҡотортоуы буйынса, быларҙы раскулачивать иттеләр. Киткән көндө, ул аслыҡ ваҡытта ярҙам итеп алып ҡалған кешеләр урамда уның әйберҙәрен бүлештеләр. Ошоларҙы күреп, Исхаҡ мулла: “Алығыҙ, берегеҙ ҙә бәхет күрмәйәсәкһегеҙ. Килер бер көн, был Хоҙай Тәғәләнең бүләге булыр, – тигән. – Күрерһегеҙ, ошо кешеләр хәйер һорашып, кешелектән сығасаҡтар”, – тип доға ҡылған ҡиблаға ҡарап. Әллә ысынлап та, был ҡарғыш дөрөҫ булып ҡабул булған, быны күп ҡаҙанғолдар белә. Шуларҙан берәүһенең бер йылдан һыйыры зыянлап, әсәһен паралич һуҡҡан, алған бер малы зыянлап, баш ауыртыуына сыҙай алмай, Хәжәт яғына ғаиләһе менән сығып китә (Шишмә районы). Был кеше аҙаҡтан Ҡаҙанғолға килеп, ялланып көтөү ҙә көтөп йөрөгән, ҡатынының ризалығынан башҡа.

Икенсе бер кешенең, нисәмә йылдан һуң, бер-бер артлы улдары үҙ-үҙенә ҡул һалып үлә. Унан һуң был кеше ҡарт көнөндә үҙ-үҙенә ҡул һала, ә ҡарсығы аҙаҡтан ҡалып, этләнеп, ҡарт көнөндә хыялланып үлә. Исхаҡ мулла хөрмәтенә Мулла төбәге (Мәзин төбәге эргәһендә), Мулла, Исхаҡ сабынлығы тигән ер ҙә бар, күперҙән сығыу менән ҡоро Байрамыштан – ҡом кисеү, кисмәлектән сыҡҡан урындар.
Күрәҙәселек (43)

Элек Ҡаҙанғолда таштар менән һалып күрәҙәлек менән шөғөлләнгән кешеләр булды. Мөкминова Сәлиха, 1928 йылғы, ул кәрт асып күрәҙә ҡыла ине, уның инәһе Шәмсиямал ҡулдан, күҙҙән ҡарап, таштар менән дә, алдағы киләсәкте әйтте. Берәй әйбер юғалһа, уға барырҙар ине. Уның инәһе Шәмсиҡәмәр, ире Мөьмин элек бик ныҡ белгәндәр, сирҙән нисек ҡотолорға, ауырыуҙы нисек дауаларға – барыһын да әйтеп биргән. Ниндәй үләндәр ҡулланып, таштар менән кеше яҙмышын әйтер ине, тип һөйләйҙәр тирә-яҡтан килгәндәр.


Театр килде (58)

(архивтан)

Ул 1924 йылдар тирәһе булды микән? “Ҡаҙанғолға театр килә”, – тигәс, ун көн ауылдың ике яғында ла көтөү иртә, сәғәт 5-тәрҙә, ҡайтҡандыр. Артистар килгән көн кешеләр кейенеп- яһанып, кемдә ниндәй яҡшы, затлыраҡ кейем бар шуны кейеп, ҡатын-ҡыҙҙар ҡашмау, түшелдерек, беләҙек, матур алҡалар тағып (күбеһе камзул-еләндә ине), эспиктәкел ҡарарға барҙы. Бала-сағаның да өҫ-башы ҡаралғайны.

Тау башында, мәсеттән саҡ ҡына ҡырҙараҡ, арбалар теҙеп, өҫтәренә таҡталар, шаршауҙар ҡороп, сәхнә эшләнеләр. Өйҙән урындыҡтар алып, артист килгән, тип, алдан урын алып ҡуйҙылар. Артистарға тип Хәсбиямал Ғәзизоваға, Шәмсиямал Мөкминоваға аш бешерергә ҡуштылар. Шунда “Ғәлиәбаныу” тигән спектакль ҡуйҙылар. Халыҡ тын да алмай, илашып тигәндәй ҡарап ултырҙылар. Бик ҡыҙыҡ булды, аҙаҡтан уйын кеүек төрлө уйындар ойошторҙолар. Ул көн бик йәмле, ҡыҙыҡ булды Ҡаҙанғолда.


Солоҡсолоҡ (45)

Был эш менән күп кенә башҡорт кешеләре шөғөлләнгән. 1900 йылдарға тиклем Ҡаҙанғолда иң күп умарта тотҡан. Мөхәмәҙи исемле ҡарт, Фәхретдин исемле улы, килене Сафура, 20-нән артыҡ умарта тотҡан. Күбеһе умарталарҙы ул ваҡытта соҡоп түмәргә эшләйҙәр ине. Ҡабаҡҡайын яғына күсереп тә йөрөтөр булдылар.

Муллабай ҡарттарҙың умартаһы ундан артыҡ булғандыр. Беҙҙең (Мөслимә менән Мөхәмәтғәли – Р.М.) 15-ләп баш дүмәр умарта бар ине. Файҙаһы бик күп. Кәрәҙле бал бер ваҡытта ла боҙолмай, һаҡлауы еңел: ағас тәпәнгә (батманға) һалып ҡуйһаң, яңы килеш һаҡлана, һәр ваҡыт күстәнәскә бирҙек. Йәй көнөндә Өфө, Ҡазан яҡтарынан, Сембер яҡтарынан киләләр ине. Һатып та ебәрә торған инек. Иләккә һалып һыҡҡан балды яратып алырҙар ине. Тағы ла Йәғәфәр, Исмәғил, Ишдәүләт ҡарттарҙа бик күп кенә умарта бар ине.

Иҫке Яппарҙа бик күп кешеләр умарта тотто. Уларҙың күбеһе ҡорттарын йәй күсереп йөрөрҙәр ине. Бер нисә кеше бергә берләшеп, ҡыуыш аласыҡ яһап, күберәген Ерекле шишмә буйында йәйләйҙәр ине. Һарытау (Саратов) яҡтарынан элек бал йыйып та йөрөрҙәр ине.

Исмәғилдә йәшәгән Яхъя бабайҙың һөйләгәне: “Бал алыу өсөн йүкә ағастан батман эшләйҙәр ине, уның ҡапҡасын яһап, шунда бал һалыр инек. Былай эшләгәндә ҡараңғы, һалҡын ергә ҡуйһаң, бал оҙаҡ һаҡлана, тәмен, сифатын үҙгәртмәй. Ошолай итһәң, йыйып алыусылар ала торғайны. Ауылдарҙа йыйып йөрөнөләр. Һәр кешенең элек ҡорт ҡунарға ҡуйылған билгеһе, билгеле ағасы булды. Мин күпме ошондай урындарға тубыл ҡуя инем, тейгән кеше булманы. Шулай бал ҡорттарын үрсетә инек. Бал ҡорто айырһа, йыйып та ала инек”.

Умартасылыҡ менән иң күп шөғөлләнгән ауылдар: Ҡоръятмаҫ, Иҫке Яппар, Исмәғил, 4-се урында Ҡаҙанғол торған.


Арба (кырандас) эшләү кәсебе (45)

Башҡорттарҙа үҙ ваҡытында башҡа төр кәсептәр менән бер рәттән арба һәм кырандас етештереү ҙә таралыш тапҡан. XX быуат башында Дәүләкән районында был эш менән 30-ға яҡын кеше шөғөлләнә. Асылда бында һөнәр эйәләре күп була, бәләкәй яңғыҙ һөнәрселәр (башҡорт ауылында улар бик күп була) был иҫәпкә кермәй.

Кырандас үреү буйынса Иҫке Яппар ауылында Солтановтар ғаиләһе бик әүҙем була. Атаһының кәсебен Солтанов Сәмиғулла бабай яҡшы үҙләштерә. Уның һүҙе буйынса, кырандастың күкрәген һәм тәгәрмәстәрен айырыуса ентекләп эшләргә кәрәк. Кырандастың оҙонлоғо 2 м 500 см., һығылмалы һигеҙ урҙа алына, ҡайын ағасы бик яҡшы. Артҡы күсәре ағастан һырлап тимер планкалар менән беркетелеп ҡуйыла. Кырандас үреү өсөн муйыл ағасы яҡшы, оҙаҡ һаҡлана. Дим буйында тал ҡулланыла, был оҙаҡҡа сыҙамай. Иң яҡшыһы – муйыл ағасы. Ошо кырандастар бер аҙна эсендә эшләнеп бөтә ине, унан ҡара төҫкә буятыла. Революцияға тиклем бер кырандасты яҡынса 30-35 һумға һата торғайнылар. Элек, атайҙар һөйләүе буйынса, 20-30 тәңкә булған инде.

Исмәғил ауылында арба яһау оҫтаһы, ҡыш сана ла эшләгән инде, Ғәлиәхмәт исемле ҡарт булған. Яңы Яппарҙа Минәхмәт тигән бер оҫта булған. Ул ағастан, талдан кәрзин, һауыт-һабалар эшләгән. Улы Шәйәхмәт башҡорт кавалерияһында һуғышҡан. Беҙҙең кеүек 10-сы йылғылар микән инде? Һуғыштан ҡайтманы ул.

Иҫке Ҙур Шәриптә Вәлиәхмәт исемле, тирә-яҡта дан тотҡан оҫта булған. Уға заказ биреп эшләткәндәр. Арба, көйәнтә, ат кәрәк-яраҡтары, сбруй, эйәр-фәләнде бик оҫта эшләгән, тип һөйләй ине атайым. Ул был һөнәр менән XIX быуат аҙағы – XX быуаттың 1905 йылдарына тиклем шөғөлләнә. Аҙаҡтан Сунан исемле улдары уның эшен дауам иткән. Ҡарсығы Мәхүп ғүмер буйы талдан төрлө кәрзин, һауыт-һаба, ҡаҙ, тауыҡ оялары, иген һала торған һауыттар үрә ине. Ғүмер буйы мурҙа, балыҡ тота торған ҡорамалдарын Дәүләкәнгә тиклем барып һатыр ине.
Кәмә яһау кәсебе (45)

Элек бүрәнәләрҙе ярып, эсен соҡоп йомро кәмә эшләй инек. Бының өсөн иң яҡшы материал – күк тирәк алына. Ул Дим буйында бик тиҙ үҫә, үҙе ныҡ. Был шөғөл менән күберәк Яппар аралары, Әлбәй, Ябалаҡлы, Исмәғил ауылдарында шөғөлләнә инеләр. Ҡаҙанғолда бер-ике кеше генә булаша ине. Шуға бында тирәктәр бик ныҡ бейек булып үҫкән. Төндә кәмә ағасына тип Дим буйына бара инек. Кеше күрмәгәндә уны киҫеп, Дим буйлап ағыҙып алып ҡайта инек, шунан инде кәмә яһайҙар ине.

Кәмә-ҡайыпты бик оҫта эшләгән кешеләрҙән: Бирге Яппарҙа Мостафа ҡарт, уның улдары Шафиҡ, Әғзәм (һуғыштан ҡайтманылар). Улар бик оҫта булғандар. Шул ҡайыпты яһап, ағыҙып алып китеп, Өфө яҡтарына барып һатыр булғандар. Яңы Яппарҙа кәмә-ҡайып һатыусы Шәйгәрҙән тигән бик яҡшы оҫта булған. Исмәғилдә – Муллабай Миниғолов.

Эш арбаһы, көлтә арбаһы (фурман – ябай телдә) элек бик үтемле тауар – һәр кешегә кәрәк. Тәгәрмәс яһау оҫтаһы Зариф ҡарт. Уның бик күп – унға яҡын – улы бар ине, бер генә ҡыҙы Ҡорбанбикә исемле. Аҙаҡтан туғандарын бик ныҡ ҡарап, инәй урынына йөрөй ине. Улдары Нуриәхмәт, Фазлыйәхмәт, Абелфазыл, Зайнулла. Абелфазыл дауам итте атаһының эшен. Аҙаҡтан, колхоз ойошторған мәлдә, ауылдарҙа килеп заказ бирәләр ине. Бик күп станок эш ҡоралдары бар ине.


Өй һалып, баҙ соҡоғанда, бер иҫке ҡәберлеккә юлығалар. Ҡәберлек эсендә кеше һөйәге һәм уның баш осонда көршәк һауыттары табыла. Ауыл ҡарттары, Ҡөръән уҡып, был әрүахты зыяратҡа ҡуялар. Аҫҡараҡ, мөгәрәп соҡоғанда, ат һөйәге һәм уның янында бер кеше һөлдәһе табыла (162).
Әүлиә Йәғәфәр ишан (201)

Сәйҙи Йәғәфәр ишан булған. Инәһе – Рәжәпбикә, атаһы – Ғабдулла. Сәйҙи Йәғәфәр япон һуғышында ҡатнашҡан. Шунда мөғжизәләр күрһәткән. Уны кафырҙар эҙләгәндә ул юҡ була ла ҡуя икән. Һыуҙың әле бер яғында, әле икенсе яғында була икән. Уға уҡ та теймәгән. Иннәфәтә әхна сүрәһен уҡып, таяғын һыуға һалһа, шул юл булған уға.

Тәүҙә ул Иҫке Мерәҫтә йәшәргә килгән, ләкин уға аҫаба башҡорттары ер бирмәгән. Шул ваҡыт ул: “Был Мерәҫкә оло бәлә килмәһен, кесе бәлә китмәһен”, – тигән һәм Тимәшкә ауылына күскән. Ул ултырған ерҙә шишмә булған. Төрлө ауырыуҙарҙан ыҙаланған кешеләр шунан дауа алған. Үҙе киткәс шишмәләр ҙә ҡороған. Мин ауырығас, ошо Ишан бабай ҡәберенә барҙым. Беҙ тәүҙә әйләнеп 3 рәт тәҡбир әйттек. Ике рәт намаҙ уҡыныҡ. Зыяратта бик ҙур ҡарағай ағас бар. Шуны ҡосаҡлап-ҡосаҡлап илап әйләндек. Уның бөрөһө бар, һандуғастар сут-сут һайрай ине. Бабайҙар тубырсығын йыймағыҙ, тип, алдан әйткәйне. Туп итеп алдығыҙға төшһә, шуныһын ғына алырһығыҙ, тинеләр. Ҡәбер башында эскәмйә кеүек ике төрлө таш тора. Таштар икеһе лә ҡөҙрәт менән эшләнгән кеүек соҡорло. Береһенә ҡатындар, икенсеһенә ирҙәр хәйер һала. Хәйер һалғас: “Бабай, беҙ һине күрергә килдек, шәфҡәтеңде насип ит! Балаларыбыҙҙың балаларына ярҙамың тейһен! Яҡындарыбыҙға, илгә, үҙебеҙгә әхирәттә лә, донъялыҡта ла бәхилле бул” – тип, теләк теләнек. Мин ишанды төшөмдә күргәйнем. Ул әйтте: “Балам, исемемде телеңдән төшөрмәйһең, беҙҙең йортто килеп күрергә кәрәк”, – тине. Шунан барҙым. Аллаға шөкөр. Захар тирмәненең ҡаршыһында ғына ул зыярат. Мин уның өйөн күрҙем. Ҡәберҙең һул яғынан башлап уң яғына ҡиблаға табан сәғәт әйләнеүенә ҡаршы Аллаһы әкбәр, лә илләһи иллалаһ, әлхәмде әйтеп, өс әйләнәһең. Шул саҡ бөтә тәнгә еңеллек килгән һымаҡ булып китә лә, әйләнгән һайын әйләнге килеп тора. Тик күп ярамай.

Ҡәбер баҡсаһын асып кереп, баш осонда ултырып доға уҡығанда, мин Аман Рәсүле сүрәһен, Хәҙрәт Ғәлене, хәҙрәт Хәсәнде уҡыным. Йәнгә шундай рәхәт булды.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   18


©kzref.org 2017
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет