Дәүләкән ынйылары



жүктеу 3.67 Mb.
бет16/18
Дата07.05.2019
өлшемі3.67 Mb.
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   18

Ҡоръятмаҫ тарихынан (312)

(Хузиев Мөлкәмән Хоҙайәхмәт улының Зыяйетдин бабайҙан алған яҙмаларынан)

Элек был ерҙәрҙә аҫаба башҡорттар менән мәҙейәрҙәр татыу көнкүреш иткәндәр. Хәҙерге ваҡытта ла Ҡоръятмаҫ ауылында 70-кә яҡын мәҙейәр ҡәбиләләренә ҡараған башҡорттар йәшәй. Легендалар буйынса, был яҡтарға 400 йылдар тирәһендә үҫәргән башҡорттары башында торған Сәғәҙәткирәй исемле батыр килеп ултырған. Улы Сәйетғәли менән был ауылға тәүгеләрҙән булып нигеҙ һалғандар. Был ауылда шулай уҡ тирә-яҡта данлыҡлы, сығышы менән Дим буйынан (атаһы Ябалаҡлы, инәһе Яппар ауылынан), Мөхәмәтвәли исемле һунарсы ошо яҡтарға килеп ҡош-ҡорт аулаған. Ҡорҙоң шул хәтле күп булыуына ҡарап, хайран ҡалған, ләкин был ҡошҡа атам ғына тигәндә, ҡоштар осоп китер булған. Шуға был урынды ҡор ҡошо ятмаҫ, Ҡоръятмаҫ тип атағандар.

Ҡайһы бер легендаларға ҡарағанда, шулай уҡ олатайҙарҙың һөйләүе буйынса, был ауылға тәүгеләрҙән булып нигеҙ һалыусы Мөхәмәтвәли ҙә тип күрһәтелә. Уның 4 улы булып, берҙән-бер ҡыҙы Йәнбикәне Сәғәҙәткирәйҙең берҙән-бер улы Сәйетғәлигә биреүе тураһында һөйләнә. Үҫәргән һәм мең башҡорттарының берләшеүен белдереп, аталары аҡ тирмәләр ҡороп, бик ҙур туй яһағандар, тирә-яҡ ауылдарҙан түрәләр, сәсән-аҡһаҡалдар саҡырылған.

1930 йылдар тирәһендә Ҙур Ҡоръятмаҫ ауылынан бер нисә ғаилә бүленеп сығып, хәҙерге Алға ауылына нигеҙ һалалар. Тәүҙәрәк был ауылды Яңы Ҡоръятмаҫ ауылы тип атай инек, ти, Зыяйетдин олатай, унан һуң нисектер рәсми яҙыуҙарҙа, кем ҡушыуы буйынса эшләнгәндер инде, Алға тип атай башланылар. Дәүләкән районында ике Алға исемле ауыл бар. Береһе “Мишәр Алғаһы” тип йөрөтөлә, беҙҙе “Башҡорт Алғаһы” тип атайҙар.

1970 йылда был бабай В.И.Лениндың юбилей миҙалы менән бүләкләнә. Алға менән Мәкәш араларында элек бик бейек ҡуйы, кеше үтмәҫлек ҡамышлыҡтар үҫкән булған. Был урынды Төпҡамыш ҡойоҫо тип атайҙар. Был урында яуҙа башҡорттар гел еңер булған, сөнки ошондағы йәшәгән халыҡ ҡына юлды яҡшы белер булған, дошмандарҙы ошонда алып кереп ҡыйратыр булғандар. Элек Аслыкүлде ата-бабайҙар Аҫылкүл тип атағандар, оло кешеләрҙә ошоға бәйле бик күп йырҙар һаҡланған. Мәкәштән Ҡоръятмаҫҡа тауҙан тауға төшөп йөрөй торған урынды элек-электән Сығыш ҡулы тип атайҙар. Электән был ауылдар бер-береһенә килен төшөрөп, бер ауылдан икенсе ауылға ҡунаҡҡа барыр булған юл ул. Йырыбаҡҡан урын – Аҫылкүлдең һыуы, бер күбәйеп, бер кәмеп нисә йылдарға бер ҡабатланыр булған, ошо тулған ваҡытта һыу ағып сығып Өйҙөрәк йылғаһы буйлап аҡҡан. Аслыкүлдең буйында Ҡарағас тауы, Ҡашҡатау, Нура, Ташлытау, Аҡтау тауҙары һуҙылған.

Ҡоръятмаҫ Алға ауылындағы аҫаба башҡорттары мең ырыуына ҡараған нәҫелдәрҙән тора. Был ауылдың тәңре ҡошо булып ҡарағош алынған, сөнки ҡышҡы һалҡындарға бирешмәҫ, сыҙамлы ҡош һаналған. Изге ағастары – ҡарағас, ораны – салауат, тамғалары – тәҙрә.

Был бик борон булған инде. Үзбәк тигән ханлыҡ ваҡытында, беҙҙең башҡорттар ислам динен ҡабул иткәндәр. Төрлө тарафтарҙан килгән уҡымышлы дин әһелдәре ауылдарҙа мәсет, мәхәлләләр асырға ярҙам иткән. Элек беҙҙең Ҡоръятмаҫ ауылында тау башында, тирә-яҡҡа йәм биреп ултырған, әллә ҡайҙарҙан күренеп торған, семәрләп эшләнгән манаралы мәсет бар ине.

Ауыл исеменә ҡағылышлы халыҡта тағы бер риүәйәт йәшәй. Элек ата-бабайҙар Ҡоръятмаҫ йылғаһының башына ҡапҡан ҡуйған, солоҡ элгәндәр. Йәнлектәр күп булғанлыҡтан, ҡапҡанына һәр ваҡытта ла эләгеп кенә торғандар, ә солоҡтарына һәр ваҡытта ла бал ҡорттары ҡунып, бал йыйыр булған. Шуға ла был бай урынды ата-бабайҙар ҡоро ятмаҫ, буш ятмаҫ ер, тигәндәр. Ошо бай, гүзәл урынға килеп ултырып, ауылдың исемен Ҡороятмаҫ, йәнле телдә – Ҡоръятмаҫ ауылы тип атайҙар. Боронғо ваҡытта йырлаған ҡарт атайымдарҙан отоп алған бер йыр иҫтә ҡалған:

Ҡоръятмаҫтың урманына

Керһәң, аҙаша күрмә.

Был ерҙәрҙән ҡолаҡ ҡағып,

Ҡәрҙәш, һаташа күрмә.

Ҡоръятмаҫҡа дуҫтар килһә,

Булыр башҡорт туйҙары.

Был ерҙәргә дошман керһә,

Булыр башҡорт яуҙары (312).
* * *

Ҡоръятмаҫ ауылының төп нигеҙен аҫаба башҡорт нәҫелдәре тәшкил итә. Мең башҡорттары, үҫәргән ырыуҙары, мәҙийәрҙар, морат, мерәҫ, сөйәрғол, аҡтүбәтәй нәҫелдәре күп (292).


Ҡоръятмаҫ ауылы (297)

(Хузиев Мөлкәмән яҙып алған)

Ата-бабайҙарҙың һөйләүе буйынса, беҙҙең Ҡоръятмаҫ ауылына нигеҙ һалыусы булып Дим буйының мең ырыуы аҫаба башҡорттары тора.

Ҡара Яҡуп тигән ауылдан Мөхәмәҙи, Иҫке Ябалаҡлы ауылынан Мөхөммәтүәли, Ҙур Яппарҙан Фәйзулла менән Мөхәммәт исемле мәргән һунарсылар булған. Улар Дим буйында дан тотҡан һунарсылар булған. Был дуҫтар һәр саҡ бергә һөйләшеп, атын эйәрләп, ҡорал алып, бергә һунар итер булғандар.

Элек-әүәл һәр бер ауылға, тархан-бейҙәргә, аҡ батшаға яҫаҡ түләргә, башҡорттарға йөкләмә биргәндәр. Ауыл халҡы, һанына ҡарап, күпмеҙер ҡиммәтле йәнлек тиреһе, ағас батмандарға һалып, күпмеҙер бал бирер булған. “Батман-батман бал бирҙем, затлы тиреләр бирҙем – аҡ батшалар туйманы, тағын һорай башланы” – тигән әйтем дә булған.

Ҡоръятмаҫ яғындағы ерҙәр, Аслыкүл буйҙарында элек-электән, йырып үтмәҫлек шар урмандар менән ҡапланған булған. Бында ҡош-ҡорт, йәнлектең иҫәбе-һаны булмаған. Шуға ла һунарсылар буш ҡул менән ҡайтмаған. Һалған ау-тоҙаҡтары ҡоро ятмаҫ, ҡорлары тик ятмаҫ, кеше күреү менән осоп китер булған. Бына ошо һунарсылар тәүҙә һунар йорттары төҙөп, унан һуң буранан өй күтәреп, ғаиләләрен алып килеп, Ҡоръятмаҫҡа нигеҙ һалғандар.

Был ауылда нәҫелдәрҙең күп өлөшөн мең ырыуҙары тәшкил итә, ара-тирә ситтән килгән, аҫаба хоҡуғын алып ултырған нәҫелдәр бар.

Элек Ҡоръятмаҫ ауылында мәхәллә, мәҙрәсәләр булған, бәләкәй генә поташ эшкәртеү заводы, һәр бер башҡорт ауылындағы кеүек, йәшерен, урман-тау араларында тимерлектәре булған. Был тимерлектәрҙе бер кеше лә белергә тейеш булмаған, ауыл старшина-түрәләре һәм ышаныслы кешеләре генә белгән. Сөнки аҡ батша тимерлектәрҙе асҡан башҡорт ауылдарына күп һалым һалған һәм хөкүмәт күҙәтеүе аҫтында ғына эшләргә рөхсәт ителгән. Элек Ҡоръятмаҫ яғында Шәрифйән исемле оҫта тимерсе булған, уның үҙенең сабынлыҡтары, мал көтөү урындары булған.

Тимерлектә көнкүреш яраҡтарынан башҡа, һуғыш ҡоралдары, ҡылыс, хәнйәр, ҡалҡан, уҡ баштары, һөңгө, өҙәңге кеүек әйберҙәр эшләнгән. Был ҡоралдар йәшереп тотолоп, кәрәк ваҡытта халыҡҡа таратып бирелер булған.

Ошо яҡтағы Ильяс атлы кеше ошондай һөнәр оҫтаһы булған:

Һинең белгән һөнәрҙе

Сит-ят кеше күрмәһен.

Араларға дошман кереп,

Тел асҡысын асмаһын, – тип киҫәтер булғандар.

Беҙҙең Ҡоръятмаҫ ауылының тәңре ҡошо булып, ҡарағош һаналған, сөнки ул ҡош үтә сыҙам, ҡурҡыу белмәгән, әрһеҙ, ҡыйынлыҡтарҙы еңел кисергән. Кешенең йәне сыҡҡас, был ҡош ғәҙел, батыр, үҙ еренә мөкиббән булған, халҡын яратҡан кешенең генә йәнен ҡурсалар, ти, насар, һатлыҡ, ҡурҡаҡ йәндәрҙең йәнен, суҡышлап, өҙгөләп ташлар, ти.

Изге ағастары – ҡарағас, сыҙам ағас. Һәр бер энәһенең һаны кеүек, нәҫел-ырыу ырыҫлы булырға тейеш, йәшәреп, йәмләнеп, береһе үлһә, энәләр кеүек, ике-өсө уны алыштырырға тейеш – шундай мәғәнә һалынған был ағасты ырыу ағасы итеп алғанда. Орандары – салауат. Мәғәнәһе: беҙҙән тыуған һәр бала быуын-быуынға, бер сиктән икенсе сиккә хәтлем, быуындар ауазын белеп, хөрмәт итеп үҫергә тейеш (салауат – йәйғор күпере). Тамғалары тәҙрә булған. Беҙҙән ҡалған тарих, күренмәле тәҙрәнән ҡараған кеүек, был тамға менән ырыуҙың сиктәрен, рәсми ҡағыҙ-яҙыуҙарын, ырыуҙаш-яуҙаштар ситтә ятып ҡалһа ошондай тамға менән билдәләр булғандар.


Ғәли пысағы” (196)

Элек башҡорт ауылдарында хөкүмәт тарафынан тимерлектәр (кузница) асырға рөхсәт ителмәй. Һәр бер ауылдың үҙенең йәшерен тимерлектәре урман, һаҙлыҡлы урындарҙа урынлашҡан булған. Ошо Өршәк яҡтарында, олатайым Ғәйнулла һөйләүе буйынса, Ғәлимулла исемле бик оҫта тимерсе булған. Ул көнкүреш әйберҙәре, бысаҡ, хәнйәр, ҡылыс, ураҡ кеүек әйберҙәр, тәгәрмәс, арба тирәсәләре яһалған.

Бик үткер, яҡшы булғаны өсөн хәҙер ҙә ошо яҡтарҙа “Бысағың, йә салғың үтәме?” – тип һораһалар, “Ғәли пысағы” – тип яуап бирәләр (бысаҡ, салғыһы үткер булғанда). Ул яһаған был көнкүреш әйберҙәрен тиҙ алыр булғандар.

Минең ҡартинәм Иҫке Яппар ауылыныҡы, Хәйерниса исемле ине. Бәләкәй саҡта шул ауылға бер нисә тапҡыр атҡа ултырып барырға тура килде. Ерекле тигән йылға (шишмә) буйынан үтә инек. Ҡартинәйемдең һөйләүе буйынса, элек ошонда Яппарҙарҙың тимерлектәре булған. Ҡотлобулат исемле ерҙә ошо кешенең тимерлеге булған. Башҡорттарҙың ҡорал яһап баш күтәреүенән ҡурҡып, батша хөкүмәте башҡорт ауылдарында тимерлектәрҙе асырға рөхсәт итмәгән. Тимерлектә эшләгән тимерсе ауылда бик һирәк күренгән. Эшләгән әйберҙәрҙең күберәген кәсеп итеүсе (һатыусы) кешеләре аша таратҡан.


Колхозлашыу заманы ваҡиғаларынан (312)

Иҫке Көрмәнкәй ауылынан Садиҡов Әхмәтйән Садиҡ улы (1894 йылғы), Садиҡов Ниғмәтйән Садиҡ улы (1907 йылғы) беренселәрҙән булып колхозға инәләр. Иртән иртүк таң атыу менән йылым тартып балыҡ тоталар ҙа, Дәүләкәндә билгеле кешеләргә кәмә менән сығып, балыҡтарын һаталар. Иртән ашап, халыҡ кантора янына йыйылған була. Ошо ваҡытта, өйҙәренә ҡайтып тормайынса, был балыҡсылар тура бында киләләр. Былар бер нисә минутҡа һуңға ҡалған була. ”Спекулянттар”, тип, Әхмәтйәнде 1932 йылдың 14 июлендә, Ниғмәтйәнде 1932 йылдың 15 июлендә ҡулға алалар. Шул китеүҙән икеһе лә ғәйеп була.

Иҫке Көрмәнкәйҙән Мостафин Ғилметдин Мостафа улының (1907 йылғы, мәҙрәсәлә бер аҙ уҡыған) яҙмышы ла аяныслы. Бер көн уны кәнсәләргә саҡырып: “Ниңә ҡолхозға инмәйһең?” – тип һорау алғандар. Был ултырыусы колхоз активистарына былай тигән: “Беҙҙең башҡорт ғүмер буйына ата-бабайҙар төйәк иткән ергә хужа булған, ошо ер өсөн күпме көрәшкәндәр, нисек итеп мин, аҫаба башҡорто, ерһеҙ ҡалырға тейеш? Аллаҡайым һаҡланы, Салауатым яҡланы, мин ерҙе бирә алмайым", – тип яуап биргән. Шулай итеп, Ғилметдин исемле кешене халыҡ дошманы тип, 1929 йылдың 26 октябрендә ҡулға алып китәләр. Тарихи документтарға ҡарағанда, ул РСФСР-ҙың 58.8, 58.10 статьялары буйынса ғәйепләнеп, 1930 йылдың 11 ғинуарында атыла.

Был 22 йәшлек Ғилметдин, ауыл ҡарттары һөйләүе буйынса, Иҫке Көрмәнкәйҙә генә түгел, тирә-яҡтарҙа һабантуй, йыйындарҙа көрәш батыры, ҡурҡыу белмәгән, көслө кеше булған.

Тура һүҙле, үҙ эшен еренә еткереп эшләр ине, тип иҫкә алалар уны. Атын, һабанын тартып алғас, ат урынына үҙем егелермен инде, тик ата-бабам ғүмер буйына мираҫ итеп ҡалдырған еремде бирә алмайым, тигән.

Ҡоръятмаҫҡа Чапаев әрмистәре килгәне (295)

1919 йылдың 25 майҙарында В.И.Чапаев үҙ ғәскәре менән Ҡоръятмаҫ ауылын азат итә һәм ике көн ошо ауылда ял итә. Шәмсинур инәй әйтеүенсә, Чапаев уларҙың өйҙәрендә туҡтай. Кис көнө усаҡ алдында ауылдың йәше-ҡарты йыйылып, уйын ойоштора, шатлыҡтан. Иҫтә ҡалған таҡмаҡтарҙан бер-нисә өҙөк:

Ҡыҙыл әрмисләр килгәс,

Ҡоръятмаҫҡа нур керҙе.

Чапай уҙаманды күргәс,

Дошмандар башын эйҙе.


Ҡыҙыл әрмистең бүреге,

Башында ҡыҙыл йондоҙ.

Әрмеләргә китәм мин дә,

Иҫән бул әле, балдыҙ! – тип бейеп күңел астылар.


Сауҙагәрҙәр юлы (312)

Элек Дим буйҙары буйлап Ырымбурҙан Өфөгә саҡлы боронғо юл үткән. Был юл хәҙерге Миәкә районы, Ҡаран-Ҡунҡаҫ, Нарыҫтау, Илсеғол, Әлшәй районы – Сурай, Ҡыпсаҡ Асҡар, Ҡайып, Ибрай, Дәүләкән районы – Көрмәнкәй, Ҡаҙанғол, Иҫке Яппар, Шишмә районы – Иҫке Шәрип, Әлбәй, Суҡраҡлы, Ябалаҡлы, Биҡҡол, Абдулла, Ҡара Яҡуп ауылдары аша үткән.

Был юлды “Сауҙагәрҙәр юлы” ла тип атағандар.
Әлбәй батыр тураһында мәғлүмәт (121)

Элек Дәҫтән тархандың баш ҡәрйәһе булып Суҡраҡлы ауылы һаналған. Ул Ҡырҡөйлө мең башҡорттарының баш түбәһе. Үрге, Түбәнге, Бигеш Суҡраҡлы ауылдары бар, Әлбәй исемле старшина булғас, ошо Үрге Суҡраҡлыны Әлбәй старшина ауылы (Әлбәй ауылы) тип, Түбәнгеһен – Суҡраҡлы тип кенә йөрөтә башлайҙар. Уның ҡарамағына 107 йорт инә, тамғаһы J – кеҫәүағас. Әлбәйҙең бер туған Хәлил исемле ағаһы була, унан туғаны Сөйәрғол (1779-1862) йәшәй. Әлбәйҙең Хөрәмәй исемле улы (1760-1812) һәм Хәлит исемле улдары (1759-1812) Француз яуында үлеп ҡалалар. Икенсе ҡатынынан Килдеғол улы 1760 йылда тыуған, һуңынан ул 7-се башҡорт кантоны старшинаһы итеп ҡуйыла. Әлбәй старшина Кинйә менән берлектә Ырымбурҙы ҡамауҙа башҡорт һыбайлыларының башлығы, полковник чинлы командир була (Салауат Таймасов. Восстание 1773-74 в Башкортостане). Ихтилалдан һуң тирә-яҡтағы башҡорт ауылдары яндырылып бөткән, ә Әлбәй старшина ауылдары төҙөк ҡалған. Уның улдары ла баш менән уйлап бик оҫта идара иткән һәм халыҡ араһында хөрмәткә лайыҡ булғандар. Уның тураһында ошолай тип йырлайҙар ине тип иҫкә алды олатайыбыҙ:

Әлбәй генә тигән, ай, түрәнең

Уң ҡулында булыр ҡылысы.

Ерем генә тиеп яуға сапҡан,

Ғүмерҙәрен Хоҙай бирһәңсе.


Әлбәй генә тигән, әй, түрәкәй

Изге эштәр генә атҡарҙы.

Илем генә тиеп ирек даулап

Башҡорттарҙы яуға саҡырҙы.


Мәскәүгә декадаға барыу (48)

1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт декадаһында ҡатнаштыҡ. Ошо ҡыҙҙар менән “Ете ҡыҙ” бейеүен башҡарып, коллективыбыҙ диплом алып ҡайтты.

1. Әмирханова Флүрә, 1936 йылғы

2. Ғәззова Хөмәйрә, 1937 йылғы

3. Кәримова Менәүәрә, 1932 йылғы

4. Вәлиәхмәтова Фәүзиә, 1934 йылғы

5. Әстрханова Флүрә, 1932 йылғы

6. Арыҫланова Фәрзәнә, 1930 йылғы

7. Сәйфетдинова Бәһиә, 1938 йылғы

Күмәкләп “Салауат” исемендәге башҡорт халыҡ йырын башҡарҙыҡ (48).


Ҡайып старшина

(Розалия Солтангәрәева яҙмаларынан)

Старшина Ҡайып Баянов, 1812 йылғы Ватан һуғышындағы 2-се Башҡорт полкы подпоручигы, 4-се дәрәжәләге Изге Анна ордены кавалеры. Был орден уға 1819 йылдың йәйендә генә тапшырыла. Бүләкләү тураһында документ ебәрелә. Шатлыҡтан Ҡайып Баянов ырыу ҡорон аҡ тирмәгә йыя.

Ҡайып ауылына уның дуҫтары йыйыла.

1. Аралбай Күсәрбай улы Аҡсулпанов, 2-се Башҡорт полкы командиры, Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылы.

2. Абдулла Булатов

3. Дәүләтбай Исламшин – Мораҡтан

4. Дәүләткилде Йомағужин

5. Ғүмәр Юлдашев

6. Алсынбай Ҡасҡынов – Аллағыуат ауылынан

7. Ильяс Юлдашев – Әлшәй ауылынан

8. Күҙәмеш Яҡшығолов – Сураҡайҙан

9. Рәхмәтулла Хәмзә – Ҡаҙанғолдан килә

10. Теләүкәй Килмөхәмәтов – Ҡыпсаҡ Асҡар ауылынан

11. Яхъя Килдеғолов – Ҡыпсаҡ Асҡар ауылынан

12. Боҫҡон Ишҡолов – Көпәй-Ҡобау ауылынан


Боронғо календарь (160)

Элек-электән башҡорттар ғәрәп календары буйынса йәшәнеләр. Ислам дине башҡорт ерҙәрендә Үзбәк тигән хан ваҡытында ныҡлап урынлаштырыла. Шуға ҡайһы бер башҡорттарға Үзбәк тигән исем ҡушҡандар, уның хөрмәтенә.

Яңы йыл Мөхәррәм айынан башлана. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Мәккәгә күскән көнө 622 йылдан башлана.

1-се ай – Мөхәррәм, 30 көндән килә

2 – Сәфәр, 29 көн

3 – Рәбиғел-әүүәл, 30 көн

4 – Рәбиғи-ахыр, 29 көн

5 – Йомаҙи-әүүәл, 30 көн

6 – Йомаҙиахыр, 29 көн

7 – Рәжәп, 30 көн

8 – Шәғбан, 29 көн

9 – Рамазан, 30 көн

10 – Шәүүәл, 29 көн

11 – Зөлҡәғиҙә, 30 көн

12 – Зөлхизә, 29/30 көн

Рамаҙан – изге ай, ураҙа тотоу айы.

Һәр ай яңы ай тыуған көндән башлана. Зөлхизә – хаж ҡылыу, изге ай. Хажға Мәккәгә барыу айы.

Бер-бер артлы килә торған 12 йылдың һәр береһенә исем биргәндәр:



  1. Тауыҡ йылы

  2. Эт йылы

  3. Сусҡа йылы

  4. Сысҡан йылы

  5. Үгеҙ йылы

  6. Юлбарыҫ йылы

  7. Ҡуян йылы

  8. Аждаһа йылы

  9. Йылан йылы

  10. Йылҡы йылы

  11. Һарыҡ йылы

  12. Маймыл йылы

Науруз – Нәүерез яңы йыл башланған көн, байрам. Яҙ айы – ерҙең йәнләнеүе, тәбиғәттең йоҡонан уянған көнөнән башлана, ул 21-22 мартҡа тура килә.


Иҫке Яппар ауылы тураһында (121)

Революциянан һуң Иҫке Яппар, Яңы Яппар ауылдары Өфө өйәҙе Абрай волосына ҡараны. Ауыл советы барлыҡҡа килгәс, Суҡраҡлы ауыл советына ҡараныҡ.

Аслыҡ башланыр алдынан Иҫке Яппар ауылында 145 хужалыҡ ине. Аслыҡ йылында бик күп кеше вафат булды. 30-сы йылдарҙа ауылда ни бары 95 йорт ҡалды. Бар ғаиләһе менән ерләнгән ҡәберлектәр – бының дәлиле.
Башҡорттарҙың үлсәм берәмектәре (34)

Башҡорт халҡы борон-борондан йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән, шуға оҙонлоҡто үлсәү өсөн арҡан ҡулланғандар. 1 арҡандың оҙонлоғо 25 аршинға тура килә, 1 аршин – 71 см. 71х25=17,25

1 арҡандың оҙонлоғо 17 м. 25 см. Арҡанды элек йүкәнән үргәндәр. Шуға баҙарҙан һатып алғанда һатыусы:”Нисә арҡан кәрәк?” – тип әйтер ине. Метрлап һатыу юҡ – арҡанды берәмләп һатыу бар ине.

1 саҡрым яҡынса 50 арҡан тәшкил иткән. Ҡаҙанғол-Иҫке Яппар аралары – 5 саҡрым, йә иҫкесә 250 арҡан оҙонлоғонда тип тә әйтер булғандар.

Бесән бүлгәндә сажин ҡулланыу уңайлы. Ике таяҡҡа арҡылы таяҡ ҡағып эшләнә, араһы – 2 м. 13 см. тигеҙ. Күпме сажин, күпме таяҡ? – тип тә һөйләрҙәр ине.

Бәләкәй үлсәмдәрҙә – бер иле тигән берәмек – бер бармаҡ киңлеге 1,5 см.

Бер ая – 4 бармаҡ киңлеге.

Ауырлыҡ үлсәгәндә ошондай берәмектәр күберәк ҡулланыла ине.

1 әсмуха – 50 г.

1 сирек – 100 г.

1 ҡаҙаҡ – 408 гр., ярты килоға етмәй.

1 бот – был он үлсәгәндә ҡулланыла, ул 40 ҡаҙаҡ тәшкил итә, 16 кг 40 гр.

Ерҙе үлсәгәндә дисәтинә тигән исем дә ҡулланыла. 1 дисәтинә яҡынса 1 га тиң.

Ҡолас тигән дә үлсәм берәмеге бар ине, ике ҡулды йәйеп бармаҡ остарына тигеҙ булған ара. Мәҫәлән, бесән алып ҡайтҡайным санаға тейәп, киңлеге ике ҡолас, оҙонлоғо өс ҡолас булды. Бесән өйгәйнем, эҫкертемдең киңлеге 4 ҡолас, оҙонлоғо 6 ҡолас булды, – тип тә әйтерҙәр ине.



Дини мәғлүмәттәр
Уҡыуға ингәндә тел асҡыстары бирһен” тигән доғалыҡ (242)

Хаҡ Тәғәлә, Аллаҡайым,

Нурлы йөҙҙәремде асып,

Ҡиблаларға мин бағам.

Ҡул күтәреп һиңә ҡарап,

Иншалла, доға ҡылам.

Мөьмин мөслимә (ҡыҙҙың йә улдың исеме әйтелә)

Һинең әмерең буйынса,

Бир сабырлыҡ, сәләмәтлек,

Уң яҡтағы фәрештәләр,

Ғилем ҡапҡаларын асып,

Тел асҡыстары бирһен.

Хоҙай Тәғәлә, һинең ярҙамыңа,

Һинең ризалығыңа өмөт итеп саф күңелдән доға ҡылам. Амин!


Рамаҙан айы – мосолмандар өсөн бик мөбәрәк ай. Пәйғәмбәребеҙ Ғәлийәссәләм был айҙың башы рәхмәт, уртаһы мәғрифәт, ахырыһы йәһәннәм ғазабынан, гонаһтарҙан ҡотола алыуҙыр, ти.

Ураҙа сәхәрҙән башлап, аҡшам аҙағына ҡәҙәр дауам итә.

Ниәт ҡылғас, ифтар доғаһы уҡыла:

“Алләһүммә леке сүмтү үә әмәтү үә гәләйке тәүәккәлтү үә гәлә ризҡиһе әфтәрү. Фәғфирли йә ғәффәрү ма кәддүмтү үә мә әххартү” (“Аллаһы тәғәлә ураҙаны Һинең өсөн генә тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем һәм Һиңә тәүәккәл ҡылдым. Эй, гонаһтарымды ғәфү итеүсе Аллам, инде лә минең әүәлге гонаһтарымды ла, һуңғы гонаһтарымды ла ғәфү әйлә”, – тип уҡыла) (119).


Тылсым һүҙе (226)

Бисмиллаңды әйтеп башла

Намаҙлыҡ алған саҡта.

Ҡөръән сүрәләрен уҡып,

Тәсбих әйткән ваҡытта.

Бисмилла тип фатиха ҡыл

Изге ҡәрҙәштәр өсөн.

Милләт тип йәнен биргән

Батырҙар хөрмәтенә.

Бисмилла тип хәйерҙәр һал

Изгеләр ҡәберенә.

Илем тиеп янып-көйгән

Шәхестәр исеменә.

Бисмилла тип сәфәр сыҡһаң,

Юлың һәр саҡ уң булыр.

Уны әйткән һәр бәндәгә

Хоҙай салауат бирер.
Әлхәмдүлиләһи тип әйтеп,

Уҙған һайын шатлыҡ көндәрең.

Хоҙайҙарҙан һора түҙемлек –

Шөкөр булыр ҡылған эштәрең, –

тип элек өйрәтә торғайны ауыл ҡарттары (9).
Йәннәт ашы” (39)

(Информант оләсәһе Мәрхәбә әбейҙән яҙып алған)

Дини байрамдарҙа бешерелә торған аш, күберәк Дим буйы башҡорттарында таралған. Һәр дини байрамға “Йәннәт бәлеш”е бешереп өҫтәлгә ҡуйырға кәрәк, Хаҡ Тәғәләнең ризалығы буйынса, бисмилланы әйтеп ауыҙ итергә кәрәк. Бешергәндә дөгөнө бер аҙ тоҙло һыуҙа ҡабартҡас, һалҡын һыу менән йыуып, иләктән үткәрергә. Ҡамырҙы – аҡ он алып, һөткә эретелгән аҡ май, бер аҙ шәкәр ҡомо, йомортҡа ҡушып болғатырға һәм тигеҙ итеп уҡлау менән йәйергә. Табаны үҫемлек майы менән һөртөп, төбөнә ҡамыр йәйелә, эслек: дөгөгә ҡушылған йөҙөм, ҡураға, ҡара емеш (тосо алынып) турала, әстерхан сәтләүеге менән арахис ҡатнашмаһы бергә бутап һалына.

Тышлыҡ ябып, ҡырҙарын матур итеп биҙәйһең. Урта өлөшөндә бер аҙ тишек ҡалдырыла. Бешеп сыҡҡас, бер ике-өс аш ҡалағы менән шыйығайтылған бал һалына. Тышлыҡты йомортҡа һарыһына эретелгән аҡ май һалып, еңелсә генә ҡанат менән һөртөп сыҡҡас, бәлеш матурланып китә.

Мәкте бәлеш өҫтөнә һибергә, йә ҡамырға ҡушып баҫырға була.
Ҡәҙер кисәһе – был төндө теләктәр теләп, тиҫбе тартып, Ҡөръән сүрәләрен уҡығанда Хоҙай Тәғәлә барлыҡ гонаһтарҙы бөтөрөр, сауаплы булырһың (207).

ТӨРЛӨҺӨНӘН

Мәҙхиә, нәсихәт, васыятнамә

Ҡан-ҡәрҙәштәргә теләктәр (302)

(көйләп уҡыла)

Хоҙайым рәхмәте булһын,

Был өй нур менән тулһын.

Әҙерләгән табындары

Йәннәт ниғмәттәре булһын!

Дәхи алдығыҙҙа булһын

Барса ҡәрҙәштәр менән.

Һигеҙ йәннәт насип булһын,

Баҡый иман насип булһын!

Дәүләт менән , әй, ҡәрҙәштәр,

Яҡты ғүмерегеҙ үтһен

Хоҙай рәхмәте менән!

Барыбыҙҙы беҙҙәрҙе ҙурлағаны өсөн

Хоҙай Тәғәлә ҙурлаһын үҙҙәрен.
Хат башына яҙған һүҙҙәр (259)

Сәмәүәти, Сәмәүәти,

Һеҙгә яҙам сәләм хатын.

Фәрештәләр мәрхәмәте –

Һағынам бит ғәләмәти.
Ҡаҙанғолға мәҙхиә (17)

Ҡаҙанғолом – тыуған ауылым,

Һиндә булдым мин һәр саҡ.

Уйнаһам да, илаһам да,

Һиндә үтте бала саҡ.

Әрәмәлә һандуғастар

Төрлө телдә һайрайҙар.

Ә кис ҡорон һылыу ҡыҙҙар

Төрлө телдә йырлайҙар.

Ай нурында ел тибрәлтә

Димдең көмөш тулҡынын.

Ярҙарында тыңлап торһаң,

Ишетерһең ҡурай моңон.

Ауылымдың уртаһында

Ҡыҙҙар тауы урынлашҡан.

Яуға киткән саҡта халҡым,

Тауға менеп хушлашҡан.

Яҙҙар килде ауылыма

Ҡыр ҡаҙҙары ҡайттылар.

Ҡыҙҙар тауын уранылар,

Дим һыуын һуланылар.

Яу сигенән һалдаттар ҙа

Берәм-берәм ҡайтҡандар.

Ҡыҙҙар тауын күреү менән

Шунда менеп баҫҡандар.

Ҡыҙҙар тауы булғанғамы

Ҡуйғандар унда һәйкәл ташы.

Күҙ йәштәрен һөртә-һөртә

Сыҡҡан һымаҡ әсә ҡаршы.

Изге шишмәнән һыу эсәмен,

Ер аҫтының һыуы тип.

Аҡ теләктәр теләйем мин,

Изгелеккә булһын тип.

Урмандарға кергән саҡта

Аҡ ҡайындар шаулаша.

Төрлө сәскәләр нурынан

Минең күҙҙәр ҡамаша.

Күк йөҙөндә моңло тауыш

Әллә ҡайҙан ишетелә.

Көҙ еткәнен белдерепме –

Аҡҡоштар күтәрелә.

Ҡыр ҡаҙҙары киткәнгәме –

Шик тыуҙы күңелемә.

Бөрсөк-бөрсөк тамсы булып,

Йәш тулды күҙҙәремә.

Үҙәк өҙгөс ҡош моңдары

Оҙон микән юлдары.

Биргән Хоҙай шундай яҙмыш –

Үтә ғүмер йылдары.

Киләм әле оло юлдан,

Һоҡланамын туғайға.

Бәхетлемен тим үҙемде

Ҡаҙанғолда тыуғанға.

Дәүләкәнгә барған саҡта,

Ҡаҙанғол артта ҡала.

Был яҡтарҙа халҡым йәшәй,

Бәхетлеҙер һәр бала.

Ҡаҙанғолға ҡайтҡан саҡта,

Ваҡ ҡайынлыҡты үтәм.

Ауылымды һағынып ҡайтам

Күрмәгән кеүек күптән.

Үҙ яғыма күп ҡалманы –

Айғыр ял тауын күрәм.

Гөлғәйшә тауҙарын ураһам,

Урамдарынан үтәм.

Ҡаҙанғолға кергән саҡта,

Иҫәнләшеп керегеҙ.

Яҡшы кешеләр йәшәй –

Шуныһын да белегеҙ.

Яҡты йөҙлө уҡытыусым

Һөнәренә көс һалды.

Тәжрибәле булғанғамы –

Үҙ “Әлифба”һын баҫты.

Башҡорттарым күп уҡыған,

“Әлифба”нан башлаған.

Ул китаптан белем алған

Наҙанлыҡтан арынған.

Күргәнең юҡтыр Ҡаҙанғолдо,

Бәлки, килеп күрерһең.

Яҙмышыңды осратырһың,

Таҡыялар үрерһең.

Әкиәттәге кеүек бында

Бәхетеңде табырһың.

Һабантуйҙа көс һынарһың,

Бәйгеләрҙә сабырһың.

Әй, дуҫҡайым, кил әле,

Ваҡытыңды бүл әле.

Ҡымыҙ эсеп ял итерһең,

Ҡаҙанғолдо күр әле.

Башҡорт атлы бәндәләргә өндәмә, васыятнамә! (125)

Берҙәм булыу, берҙәм булыу –

Берҙәмлеккә ни етә?

Тарҡау булған – таралырҙар,

Шул бит баштарға етә.

Аҡһаҡалдар һүҙҙәре лә –

Булғандыр бит аманат.

Дошмандарҙың күҙҙәре лә –

Шул бит булыр яманат.

Батыр булыр, батыр данлар,

Батыр – илдең терәге.

Дәүләт ерҙе алып ҡалыр –

Шул бит беҙгә кәрәге.

Аҡһаҡалдар һүҙҙәре лә –

Булғандыр бит аманат.

Дошмандарҙың күҙҙәре лә –

Шул бит булыр яманат.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   18


©kzref.org 2017
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет