Дәүләкән ынйылары



жүктеу 3.67 Mb.
бет17/18
Дата07.05.2019
өлшемі3.67 Mb.
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   18

Батырҙарға мәҙхиә (229)

Бөркөт ояларын ҫаҡлай

Тауҙа, бейек ҡаяла.

Башҡортомдоң илен ҫаҡлай

Батырҙары ҡая ла.

Һауаларҙа бейектә лә

Бөркөт ҡанатын йәйә.

Башҡортомдоң илкәйе лә

Күп батырҙарға эйә.
Хат башынан өҙөк, теләктәр*(11)

Ятҡан окоптарым бигерәк һалҡын,

Күңелкәйемдә ут-ялҡын.

Хаттарымды алып уҡығас,

Сәләмемде ҡабул ит, апай.

Һәммәгеҙгә минән бер теләк:

Хоҙайларҙан булһын салауат.

Иҫәнлектәр, һаулыҡ теләйем,

Имен-аман булһын көнөгөҙ.

Һәр тыуар көн һеҙгә йәшәү дәрте бирһен,

Сәләмәтлек, бәхет китерһен.
Яңы йыл алдынан яҙған ҡотлау хатында

Көмөш кенә йөҙөк, алтын балдаҡ,

Затлы әйберҙәргә ҡыҙмағыҙ.

Имен-аман көндәр насип итһен Хоҙай,

Тыуған еркәйләрҙе һатмағыҙ!

Аҡ ҡыяғаҙ алып сәләм яҙам һеҙгә,

Яңы йылдың яңы таңында.

Яҙған хаттарымды уҡып сыҡҡас,

Биктимер тип иҫкә алығыҙ.
Һуғыш башланыр алдынан яратып йөрөгән ҡыҙы Хәмдиямал менән никахҡа инеп, бер нисә ай ғына йәшәп ҡалалар. Ҡатыны Дәүләкәндә мөғәллимә булып эшләй. Бер шиғыр юлдары менән яҙылған хатында ҡатынына сәләм әйтергә ҡуша:

Сәскә атып емеш бирәлмәне,

Мөхәббәткәйемдең гөлдәре.

Ҡош телендәй генә сәләм еткерегеҙ,

Хәмдиямал тигән һылыуға.

Иҫкәрмә: Информант был материалдарҙы Исмәғил ауылында йәшәүсе Мәғүзә апаһында һаҡланған хаттар буйынса килтерә. Хаттар латин хәрефтәре менән яҙылған.
Асылыкүлгә мәҙхиә (298)

Асылыҡай буйы ҡамышлыҡ,

Төйәк иткән уны күп ҡоштар.

Тулҡындары уйнап ярға ҡаға,

Ағастары тора алҡышлап.

Аяҙ төндә алтын тараҡ һымаҡ,

Ай йылтырай тын күл өҫтөндә.

Таң атҡанда ҡояш йым-йым килә

Аллы-гөллө йәйғор төҫөндә.

Матур тәбиғәте – бер мөғжизә,

Һауаһы саф – иркен һулышым.

Яр буйында шишмә сиртеп сыға

Күҙ йәшеләй булып тулышып.

Шундай гүзәл ерҙә баҫып торам,

Хәтер-хыялдарҙан уйылып.

Асылыкүлдән етәкләшеп икәү

Алдарыма килеп сығыр кеүек

Заятүләк менән Һыуһылыу.


Ауылыма мәҙхиә (260)

Тыуған ерен, тыуған ауылын маҡтап,

Кемдәр генә шиғыр яҙмаған?

Өҙөлөп һағынғанда шиғырҙарын

Кемдәр генә йырға һалмаған?

Минең дә бер изге төйәгем,

Уға маҡтау йырлау теләгем.

Мәкәш тиҙәр минең ауылымды.

Имеш, борон-борон саҡтарҙа

Мәкәш атлы егет нигеҙ һалған,

Беренсе лә булып ошо яҡтарҙа.

Оҡшатҡандыр, бәлки, тәбиғәтен,

Бейек таулы шишмә-йылғаһын.

Емеш-еләк тулы туғайҙарын,

Урмандарын, күген, һауаһын.

Һәм шул көндән ауылым Мәкәш булып

Тороп ҡалған халыҡ телендә.

Изге төйәк булып ҡала килә

Бик күптәргә ауылым бөгөн дә.

Тәбиғәте матур ауылымдың

Урмандары емеш-еләкле.

Яландары иркен, һауаһы саф,

Туғайҙары йәмле, тирәкле.

Ауылым ҡунаҡтары бер күреүҙә

Оҡшаталар үҙен, маҡтайҙар.

Һау күңелле, асыҡ йөҙлө халыҡ,

Йәшәй минең тыуған яҡтарҙа.

Эшкә батыр, төҫкә матур улар,

Хеҙмәт менән биҙәй һәр көндө.

Матур итеп ял да итә белә,

Байрамдары үтә күңелле.

Матурлана ауыл, үҫә бара,

Ҡалҡып сыға яңы урамдар.

Ситтә бәхет эҙләп йөрөмәйҙәр

Минең ауылымда тыуғандар.

Тыуған ерҙәрендә тамыр йәйеп,

Ғаилә ҡора, гөрләп йәшәйҙәр.

Киләсәккә яҡты өмөт менән

Изге ниәт менән атлайҙар.

Мәкәш, тиҙәр минең ауылымды –

Минең өсөн мәңге изге ер.

Ауылымдың бәпкә үләненән,

Шишмә һыуы, шифа һауаһынан

Башлана ул миңә Тыуған ил.


Теләк теләү (289)

Эй, Хоҙайым, бир, Хоҙай,

Донъя-әхирәт.

Мәхсүҙемде бир, Хоҙай.

Йә илаһи иллалаһи,

Йөрө йөрөгән ереңдә.

Йә иллаһи иллалаһи,

Нур булыр ул гүреңдә.

Йә иллаһи иллаһи,

Һигеҙ ожмах асҡысы.

Йә иллаһи иллаһи,

Тамуҡ утын баҫҡысы!


Туғандарға бер һүҙ (305)

(Информант өләсәһе Сәфәрбаныу

исемле әбейҙән отоп алған)

Эй, туғандар, туғандар,

Таралышып бөтмәгеҙ.

Бер туғанды үҙ итмәйсә,

Төрткөләшеп бөтмәгеҙ.
Эй, туғандар, туғандар,

Татыу ғүмер итегеҙ.

Тар күңелле тартай кеүек

Тартҡылашып ятмағыҙ.


Эй, туғандар, туғандар,

Тапҡаның бер итегеҙ.

Булғанына шөкөр ҡылып,

Үрнәк донъя көтөгөҙ.


Эй, туғандар, туғандар,

Тәсбих әйтеп йөрөгөҙ.

Ҡыуаныслы хәбәр килһә,

Шатланышып көлөгөҙ.


Әсә нәсихәте (265)

(1975 йылда Венгр экспедицияһы яҙып алған)

Балам, һиңә өмөт ҙур,

Тороғоҙ, балам, инде тор.

Ғалим булһаң – булырһың

Нур өҫтөнә яҡты нур.

Оҙон ғүмер һорайым,

Бирһен шуны Хоҙайым.

Һәр кешегә булһа ине

Асыҡ йөҙлө малайым.


Һәр кешегә сәләм бир,

Яҡшы икән балам, тир.

Зирәк бала, бик тырыш

Юҡһа артҡа ҡалам тир.


Балам, булма бысраҡ,

Бысраҡтан бул йыраҡ.

Өҫкә кейгән кейемдәрең

Ҡарҙар кеүек булһын аҡ.



Информанттар исемлеге

Ҡаҙанғол ауылы

  1. Абдрахманова Ғәйнамал Ҡунаҡҡол ҡыҙы, 1906 йылғы

  2. Абдрахманова Зөһрә Ҡотлобулат ҡыҙы, 1904 йылғы

  3. Абдрахманов Ғәбдрәхим Абдрахман улы, 1897 йылғы

  4. Абдрахманова Мәхүпъямал Сәғәҙәткирәй ҡыҙы, 1884

йылғы, торна нәҫеле

  1. Аҙнағолов Зиннур Минеғәли улы, 1938 йылғы, ҡуян

нәҫеле

  1. Аҙнағолов Миниғәли Аҙнағол улы, 1909, ҡуян нәҫеле

  2. Аҙнағолова Мәғүзә Ғәлиулла ҡыҙы, 1910 йылғы

  3. Атнабаева Лилиә Ғәфүр ҡыҙы, 1950 йылғы, ҡойҡа нәҫеле

  4. Баймырҙина Ғилемзаза Хәмиҙулла ҡыҙы, 1918 йылғы, байраҡай нәҫеле

  5. Бәшәрова Миннемәрйәм Мәсәлим ҡыҙы, 1924 йылғы

  6. Ғәлин Биктимер Мөхәмәтғәли улы, 1909 йылғы

  7. Ғәлин Тимербай Мөхәмәтғәли улы, 1911 йылғы. Һуғыш йылдарына тиклем Ҡаҙанғол ауылында ете йыллыҡ мәктәптә география фәнен уҡыта, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса күп эш башҡарған

  8. Ғәлина Маһира Мәүлийәр ҡыҙы, 1883 йылғы

  9. Ғәлиуллина Һәҙиә Харис ҡыҙы, 1932 йылғы, терәккәй нәҫеле

  10. Ғәлиуллина Байбикә Ғиндалиф ҡыҙы, 1925 йылғы

  11. Заһиҙуллин Вәлиулла Хәмиҙулла улы, 1918 йылғы

  12. Заһиҙуллин Миҙхәт Тимерйәр улы, 1967 йылғы, ҫарт нәҫеле

  13. Заһиҙуллин Хәмиҙулла Заһиҙулла улы, 1894 йылғы, ҫарт нәҫеле

  14. Заһиҙуллина Тимербикә Камалетдин ҡыҙы, 1934 йылғы

  15. Исмәғилева Мәғрифә Шәйәхмәт ҡыҙы, 1914 йылғы

  16. Исмәғилев Сафа Исмәғил улы, 1906 йылғы

  17. Ишдәүләтов Байбулат Солтан улы, 1911 йылғы

  18. Ишмөхәмәтов Хәбиәхмәт Баймөхәмәт улы, 1907 йылғы

  19. Йәғәфәров Абдулла Абдрахман улы, 1917 йылғы

  20. Йәғәфәрова Кинйәбикә Таип ҡыҙы, 1898 йылғы

  21. Камалова Мәрйәм Хәйретдин ҡыҙы, 1924 йылғы

  22. Килдейәров Сәрүәр Аллаяр улы, 1937 йылғы, ҡуян нәҫеле

  23. Килдейәрова Нәғимә Ғәйнулла ҡыҙы, 1901 йылғы

  24. Ҡотлогилдина Йәүһәр Ғайса ҡыҙы, 1901 йылғы, ҡойҡа нәҫеленән

  25. Минибаева Гөлниса Минихан ҡыҙы, 1912 йылғы, сәрмә нәҫеле

  26. Миниғәлиева Сәлиха Ғиниәт ҡыҙы, 1928 йылғы

  27. Миниғәлина Гөлсөм Әхмәҙулла ҡыҙы, 1903 йылғы

  28. Мөкминова Шәмсиямал Минияр ҡыҙы, 1901 йылғы

  29. Мөхәмәтғәлин Ғәфурбай Мөхәмәтғәли улы, 1918 йылғы, ҡойҡа нәҫеле

  30. Мөхәмәҙиева Сафура Шәйғәрҙән ҡыҙы, 1912 йылғы

  31. Мөхтәруллина Йөҙлөбикә Мәсәлим ҡыҙы, 1903 йылғы

  32. Мөхтәруллина Сибәргөл Ҡотлояр ҡыҙы, 1906 йылғы, сәрмә нәҫеленән

  33. Рәжәпова (Әйүпова) Рәлиә Рәмил ҡыҙы, 1955 йылғы

  34. Рәхимова Илида Ғәфурбай ҡыҙы, 1965 йылғы

  35. Рәхимова Минибикә Таһир ҡыҙы, 1904 йылғы, ҫарт нәҫеле

  36. Садыҡова Ҡорбанбикә Ишмөхәмәт ҡыҙы, 1908 йылғы

  37. Сафина Сәрбиямал Мөхәмәтсадиҡ ҡыҙы, 1891 йылғы

  38. Солтанғәлина Гөлшәйҙә Ислам ҡыҙы, 1908 йылғы, ҡойҡа нәҫеленән

  39. Солтанғәлина Мәймүнә Хисамитдин ҡыҙы, 1886 йылғы

  40. Солтанғәлина Мөслимә Ғайса ҡыҙы, 1878 йылғы

  41. Солтанғәлина Нәҡиә Ҡотлоәхмәт ҡыҙы, 1910 йылғы

  42. Сәйфетдинов Ғилметдин Сәйфетдин улы, 1900 йылғы

  43. Сәйфетдинова Бәһиә Ғәйнетдин ҡыҙы, 1938 йылғы, сәрмә нәҫеле

  44. Сәйфетдинова Зәйнәп Миңлегәрәй ҡыҙы, 1917 йылғы

  45. Сәйфетдинова Мәүлетбикә Сәйфетдин ҡыҙы, 1917 йылғы

  46. Сәлимйәнова Минзифа Имаметдин ҡыҙы, 1915 йылғы

  47. Таипова Факиһа Сәйфетдин ҡыҙы, 1907 йылғы, бөрйән- әтәмбәй нәҫеле

  48. Хәмәҙиев Кәшәф Хәмәҙи улы, 1921 йылғы

  49. Хәмәҙиева Зайҙа Хәбибулла ҡыҙы, 1916 йылғы

  50. Хоҙайәхмәтов Нуриәхмәт Хоҙайәхмәт улы, 1896 йылғы

  51. Хоҙайәхмәтова Рәҡиә Сәйфетдин ҡыҙы, 1906 йылғы

  52. Шәңгәрәйева Миңлебикә Туйымбәт ҡыҙы, 1909 йылғы

  53. Шәмсетдинова Минибикә Шәүәли ҡыҙы, 1908 йылғы, торна нәҫеле

  54. Әбделғәлимов Тимербулат Сәһәриәр улы, 1940 йылғы

  55. Әбделғәлимова Камал Аҙнағол ҡыҙы, 1901 йылғы, ҡуян нәҫеленән

  56. Әхмәтова ХәҙисәАбдрахман ҡыҙы, 1906 йылғы

  57. Юлмөхәмәтова Хәмдиә Әсфәндийәр ҡыҙы, 1896 йылғы, ҫарт нәҫеленән


Иҫке Яппар ауылы

  1. Аллаярова Розалия Мәхмүт ҡыҙы, 1971 йылғы

  2. Биктимеров Нәғимйән Биктимер улы, 1906 йылғы

  3. Булатова Сәйҙә Сабирйән ҡыҙы, 1907 йылғы

  4. Гарипова Факия Мырҙахан ҡыҙы, 1930 йылғы, әжекәй нәҫеле. Тирә-яҡта оҫта ҡуллы мейес сығарыусы, уны белмәгән кеше юҡ.

  5. Ғабдрахманова Миңлеямал Рамазан ҡыҙы, 1896 йылғы

  6. Ғилманов Мөьмин Ишан улы, 1894 йылғы. Сәсән, 1914 йылда Иҫке Яппар ауылында яңы типтағы мәктәп асыусы мулла.

  7. Зарипов Әбелфазыл Зариф улы, 1902 йылғы, ҡалмаҡ нәҫеле

  8. Зарипов Миҙхәт Шәйәхмәт улы, 1927 йылғы, ҡалмаҡ нәҫеле

  9. Зарипова Зияза Вәли ҡыҙы, 1930 йылғы

  10. Зарипова Камал Билал ҡыҙы, 1924 йылғы, ҡалмаҡ нәҫеле

  11. Зарипова Мәрйәм Уҫман ҡыҙы, 1918 йылғы

  12. Зарипова Мәрхәбә Мостафа ҡыҙы, 1896 йылғы

  13. Зарипова Миниямал Вәли ҡыҙы, 1896 йылғы

  14. Йомағолова (Әхмәрова) Минниса Әбделғәзиз ҡыҙы, 1906 йылғы

  15. Йәрембәтова(Шәүәлиева) Хәҙисә Ҡотлобулат ҡыҙы, 1924 йылғы, бөрйән-әтәмбәй нәҫеле

  16. Кинйәғолова Ләйлә Сәмиғулла ҡыҙы, 1939 йылғы, бөрйән әтәмбәй нәҫеле

  17. Кинйәбулатова Фәнзилә Мәсәлим ҡыҙы, 1936 йылғы, ҡауҙы нәҫеле

  18. Ҡадырова Ғәйниямал Ғиндалиф ҡыҙы, 1900 йылғы

  19. Ҡотлояров Сафуан Уйылдан улы, 1908 йылғы

  20. Минибаева Фатима Ишмөхәмәт ҡыҙы, 1921 йылғы.

  21. Минийәров Сәйетғәли Ғариф улы, 1910 йылғы, ҡалмаҡ нәҫеле

  22. Минийәрова Көзифа Ғариф ҡыҙы, 1912 йылғы. Ҡалмаҡ нәҫеле, Ҡырҡөйлө мең ырыуы.

  23. Минийәрова Матургөл Миңлеғол ҡыҙы, 1898 йылғы

  24. Минийәрова Сания Ямалетдин ҡыҙы, 1908 йылғы, дүәрән (дворян) нәҫеле

  25. Миранов Низаметдин Ямалетдин улы, 1910 йылғы, дүәрән (дворян) нәҫеле

  26. Мостафина Ғәтифә Муллакилде ҡыҙы, 1896 йылғы, дүәрән (дворян) нәҫеле

  27. Мостафина Миләүшә Әхнәф ҡыҙы, 1959 йылғы

  28. Мөхәмәтғәлина Тәслимә Ғүмәр ҡыҙы, 1953 йылғы

  29. Мөхәррәмова Гөлмәҙинә Хәйбулла ҡыҙы, 1930 йылғы

  30. Муллағәлина Ғәйниямал Мөхәмәтрәхим ҡыҙы, 1898 йылғы

  31. Мәхмүтова Гөлйемеш Хәниф ҡыҙы, 1978 йылғы, дөйә нәҫеле

  32. Насыров Сәләх Әбделғәзиз улы, 1906 йылғы

  33. Насырова Минебикә Миниәхмәт ҡыҙы, 1908 йылғы. Ҡырҡөйлө мең ырыуы, ябалаҡ нәҫеле

  34. Ноғоманова Срур Искәндәр ҡыҙы, 1929 йылҡы, ҡыҙылбаш нәҫеле

  35. Ноғоманова Ғәзизә Солтангәрәй ҡыҙы, 1928 йылғы, ябалаҡ нәҫеле

  36. Рафикова Асия Хәбиәхмәт ҡыҙы, 1921 йылғы

  37. Ризуанов Миңлеғәле Ризуан улы, 1901 йылғы

  38. Ризуанова Ғәйниә Ғөбәйҙулла ҡыҙы, 1910 йылғы

  39. Рәхимова Сәкинә Миниәхмәт ҡыҙы, 1901 йылғы

  40. Рәжәпов Фларит Рәмил улы, 1949 йылғы

  41. Рәжәпова Әҡлимә Миңлегәрәй ҡыҙы, 1928 йылғы

  42. Рәжәпова Әсҡәпъямал Миниғәлим ҡыҙы, 1902 йылғы, ҡауҙы нәҫеле

  43. Сафина Айһылыу Хәниф ҡыҙы, 1980 йылғы, дөйә нәҫеле

  44. Солтанов Сәмиғулла Солтанғәли улы, 1908 йылғы, бөрйән-әтәмбәй нәҫеле. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 112 башҡорт кавалерия яугиры, Башкомвуз бөткән.

  45. Солтанов Тәлғәт Ҡорбанғәли улы, 1936 йылғы, бөрйән-әтәмбәй нәҫеле.

  46. Солтанов Ҡорбанғәле Солтан улы, 1905 йылғы

  47. Солтанова Минъямал Әбделғәлим ҡыҙы, 1946 йылғы, бөрйән-әтәмбәй нәҫеле

  48. Солтанова Мәғүзә Ғабдрахман ҡыҙы, 1907 йылғы, зыяҡай нәҫеле

  49. Солтанова Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы, 1963 йылғы, бөрйән-әтәмбәй нәҫеле

  50. Солтанова Суфия Сәмиғулла ҡыҙы, 1946 йылғы, бөрйән-әтәмбәй нәҫеле

  51. Сөләймәнова Алмаҡай Ғабдрахман ҡыҙы, 1909 йылғы

  52. Төйөмбәтова Миниғаян Ҡотлобулат ҡыҙы, 1934 йылғы

  53. Тәүлийәрова Ғәрифә Мөхәмәтрәхим ҡыҙы, 1902 йылғы. Иҫкесә уҡый-яҙа белә. Тирә-яҡта данлыҡлы быйма, кейеҙ итек, балаҫ һуғыу оҫтаһы.

  54. Тәүлийәрова Кинйәбикә Ҡолмөхәмәт ҡыҙы, 1911 йылғы

  55. Усманова Вәсилә Биктимер ҡыҙы, 1928 йылғы

  56. Усманова Ҡорбанбикә Сәитғәли ҡыҙы, 1889 йылғы

  57. Усманова Мәфтуха Ҡәнәфей ҡыҙы, 1909 йылғы, ҫәпрә нәҫеле

  58. Фәттәхова Хәлимә Сәрүәр ҡыҙы, 1933 йылғы. Ахун ауылында тыуған, Әбделмән нәҫеле Ҡырҡөйлө мең ырыуынан

  59. Фәзлиәхмәтов Миңлегәрәй Фазлиәхмәт улы, 1894 йылғы. Иҫкесә, төрки, ғәрәп яҙмаларын яҡшы уҡый, Ҡөръән китабы сүрәләренең күбеһен яттан белә.

  60. Фәзлиәхмәтова Фатима Миниғол ҡыҙы, 1893 йылғы

  61. Фәзлиәхмәтова Сәлимә Хәсән ҡыҙы, 1940 йылғы, шырау нәҫеле

  62. Хисмәтуллина Фәрзәнә Хәләф ҡыҙы, 1966 йылғы


Яңы Яппар ауылы

  1. Аллағолов Миниғәли Мөхәмәтдин улы, 1915 йылғы

  2. Ғайсина Миниямал Яхъя ҡыҙы, 1923 йылғы, аҫылҡай

  3. Ҡорманаев Сәғит Ғәлиәхмәт улы, 1952 йылғы

  4. Ҡужина Флүрә Миңлебай ҡыҙы, 1932 йылғы

  5. Миниғузина Мәрғүбә Минеғәли ҡыҙы, 1907 йылғы. Яңы Мерәҫ ауылынан Яңы Яппарға килен булып төшкән.

  6. Минниәхмәтов Хәбиәхмәт Ғәлиәхмәт улы, 1946 йылғы

  7. Миниәхмәтова Ҡунаҡбикә Минийәр ҡыҙы, 1902 йылғы

  8. Миңлеәхмәтова Рәйсә Миңлебулат ҡыҙы, 1948 йылғы

  9. Мирсаева А.

  10. Мөлөков Зөфәр Рәхимғол улы, 1950 йылғы

  11. Мәғәсүмова Вәлиә Хәмзә ҡыҙы, 1923 йылғы, сыраҡай нәҫеле

  12. Мәғәсүмова Миниғәйшә Сотанғәли ҡыҙы, 1926 йылғы, ябалаҡ нәҫеле

  13. Рәсәйева Зөбәйҙә Йомағужа ҡыҙы, 1928 йылғы

  14. Сафуанова Сибәрбикә Күсемхан ҡыҙы, 1906 йылғы

  15. Солтанова Ҡарлуғас Мостафа ҡыҙы, 1903 йылғы

  16. Солтанғолов Миниүәли Солтанғол улы, 1903 йылғы

  17. Солтанғолова Закира Хөснулла ҡыҙы, 1917 йылғы

  18. Солтанморатова Миңһылыу Сәитғәли ҡыҙы, 1927 йылғы

  19. Сыртланов Баһаутдин Мөхөтдин улы, 1912 йылғы

  20. Сыртланов Тимерйән Хәйретдин улы, 1912 йылғы

  21. Сыртланов Шәрәфетдин Хәйретдин улы, 1895 йылғы

  22. Сәфиуллин Рәис Ғәлимйән улы, 1964 йылғы, байраҡай нәҫеле

  23. Сәфиуллина Мәликә Зариф ҡыҙы, 1926 йылғы

  24. Таһиров Ниғмәтулла Сәфиулла улы, 1896 йылғы

  25. Таһирова Мәндүҙә Ниғмәтулла ҡыҙы, 1925 йылғы, оҫта ҡумыҙ яһаусы

  26. Хәлиуллин Хәтмулла Ғабдулла улы, 1931 йылғы

  27. Хәлиуллина Ғәкиҙә Хәбибулла ҡыҙы, 1925 йылғы, дүәрән нәҫеле

  28. Шаһиев Әхмәт Шаһи улы, 1897 йылғы

  29. Шаһиев Талип Әхмәт улы, 1921 йылғы

  30. Шаһиева Мәғмүзә Тимербулат ҡыҙы, 1920 йылғы, терәккәй нәҫеле

  31. Шәйбәков Ғәбделнасир Баймөхәмәт улы, 1914 йылғы

  32. Әхмәҙиева Сәрбинур Миниәхмәт ҡыҙы, 1932 йылғы

  33. Әхмәтйәнов Рәүф Миңлебулат улы, 1946 йылғы

  34. Әхмәтйәнова Зөлфиә Рәүф ҡыҙы, 1976 йылғы

  35. Әхмәтйәнова Нәфисә Ахун ҡыҙы, 1909 йылғы


Исмәғил ауылы

  1. Ғайсин Яхъя Ғайса улы, 1895 йылғы, аҫылҡай нәҫеле, белемле, Ырымбур кадет корпусын тамамлаған, шәжәрәһе һаҡланған.

  2. Ғайсина Миннинур Шәйгәрҙән ҡыҙы, 1919 йылғы, аҫылҡай нәҫеле

  3. Ғайсина Хәҙисә Мөхәмәтйән ҡыҙы, 1901 йылғы

  4. Ғәлиәхмәтова Мәүлиха Күсәрбай ҡыҙы, 1910 йылғы

  5. Сарбаева Хөсниямал Әхмәтсәлим ҡыҙы, 1915 йылғы

  6. Сәхибгәрәева Файза Миңлеғәле ҡыҙы, 1921 йылғы

  7. Хөснөтдинова Мәғүзә Мөхәмәҙғәли ҡыҙы, 1907 йылғы, ҡойҡа нәҫеле

  8. Шафиҡова Зөбәйҙә Шафиҡ ҡыҙы, 1916 йылғы

  9. Әйүпов Әнүәр Яҡуп улы, 1919 йылғы (атаһы Әйүпов Яҡуп Әйүп улынан, 1875 йылғы, яҙып алған)


Ҡәҙерғол ауылы

  1. Килмөхәмәтова Вәзифа Әлемғол ҡыҙы, 1902 йылғы

  2. Килмөхәмәтова Ғәрифә Әлемғол ҡыҙы, 1908 йылғы

  3. Хәмитов Миңлегәрәй Искәндәр улы, 1906 йылғы

  4. Хәмитова Зөһрә Ғәрифулла ҡыҙы, 1905 йылғы

  5. Әбелханова Суфия Сәйетгәрәй ҡыҙы, 1910 йылғы


Иҫке Өҫәйен ауылы

  1. Абыҙгилдина Ғәйниямал Минефазыл ҡыҙы, 1911 йылғы

  2. Ғәзизова Минизада Кәбир ҡыҙы, 1926 йылғы

  3. Мөхәррәмова Кинйәбикә Ҡотлоәмбәт ҡыҙы, 1901 йылғы

  4. Мусина Фәриҙә Шәмсетдин ҡыҙы, 1929 йылғы

  5. Рәхимова Шәмсиямал Шәйхетдин ҡыҙы, 1916 йылғы

  6. Сәғәҙәтгәрәев Кинйәбай Шәңгәрәй улы, 1910 йылғы

  7. Сәлимгәрәева Фәрхинур Сәитгәрәй ҡыҙы, 1923 йылғы, сирмеш нәҫеле

  8. Сәлимгәрәева Фәүзиә Сәитгәрәй ҡыҙы, 1930 йылғы, сирмеш нәҫеле


Яңы Өҫәйен ауылы

  1. Ҡорбанғәлиева Гөлнәфис Ғирфан ҡыҙы, 1940 йылғы

  2. Насыров Әхмәҙулла Ғәфүр улы, 1914 йылғы

  3. Насырова Рәҡиә Ҡаһарман ҡыҙы, 1917 йылғы

  4. Төхвәтуллина Мәрзиә Мөхәррәм ҡыҙы

  5. Уйылданова (Күсәрбаева) Мәфтуха Ғирфан ҡыҙы, 1925 йылғы

  6. Фазылов Хәмит Абдрахман улы, 1929 йылғы

  7. Фазылова Фәүзиә Вәли ҡыҙы, 1933 йылғы


ЯППАР ЙӘНБӘГЕ АУЫЛЫ

  1. Ҡотлоева Ғәйниямал Шәйарҫлан ҡыҙы, 1892 йылғы

  2. Минибаева Сибәргөл Солтанбәк ҡыҙы, 1904 йылғы


ЯҢЫ ЙӘНБӘК АУЫЛЫ

  1. Сәфиуллина Мәүлиха Зариф ҡыҙы, 1910 йылғы

  2. Уразбахтина Әлиә Әсҡәт ҡыҙы, 1975 йылғы

  3. Хафизова Гөлйыһан Сәлимгәрәй ҡыҙы, 1904 йылғы, мырҙай нәҫеле

  4. Хәйруллина Гөлсөм Сәитғәли ҡыҙы, 1915 йылғы


Иҫке Мерәҫ ауылы

  1. Ғәббәсова Гүзәл Муллағәли ҡыҙы, 1966 йылғы

  2. Ғәйнуллин Фәтҡулла Ғәйфулла улы, 1888 йылғы

  3. Дәүләтгәрәева Вазифа Әҙелгәрәй ҡыҙы, 1907 йылғы

  4. Зөбәйҙуллин Вәлим Сәлимгәрәй улы, 1915 йылғы

  5. Сөләймәнова Мәфтуха Миңлеғәли ҡыҙы, 1909 йылғы

  6. Усманов Ибраһим Ибраһим улы, 1905 йылғы

  7. Усманова Хәнифә Садиҡ ҡыҙы, 1910 йылғы

  8. Хәкимова Алмабикә Әхмәт ҡыҙы, 1895 йылғы

  9. Хәкимова Мәрйәм Әхмәтйән ҡыҙы, 1923 йылғы


ЯҢЫ МЕРӘҪ АУЫЛЫ

  1. Ғәббәсова Минсара Ҡасим ҡыҙы, 1928 йылғы

  2. Дәүләтова Факия Ғиниәтулла ҡыҙы, 1926 йылғы

  3. Суфиянова Миңлеямал Хәкимйән ҡыҙы, 1917 йылғы


Дүртөйлө ауылы

  1. Ғәбделмәнов Ҡотлоәхмәт Ғәлиәкбәр улы, 1897 йылғы. Уҫман аймағы, бөрйән ырыуы. Иҫке төркисә яҡшы уҡый белә.

  2. Ғәбделмәнов Садиҡ Хәйрулла улы, 1969 йылғы

  3. Ғәбделмәнова Рәйсә Ҡотлоәхмәт ҡыҙы, 1929 йылғы. Уҫман аймағы нәҫеле, бөрйән ырыуынан

  4. Күсемханова Динә Аллаяр ҡыҙы, 1926 йылғы

  5. Минибаев Минихан Минихажи улы, 1932 йылғы, бөрйән нәҫеле

  6. Минибаева Рәйсә Әхмәтғәли ҡыҙы, 1941 йылғы, Уҫман аймағы, бөрйән ырыуы

  7. Мәүлийәров Валерйән Әхмәтйән улы, 1954 йылғы. Сығышы – бөрйән ырыуы, өндәшмәҫ нәҫеленән

  8. Нәғимова Сафия Әбделнәғим ҡыҙы, 1925 йылғы

  9. Сәфәрғәлин Ҡотлоәхмәт Сәфәрғәле улы, 1904 йылғы

  10. Тиникеев Шаймырҙан Ғәлимырҙан улы, 1923 йылғы

  11. Әбделмәнов Батыргәрәй Әбделмән улы, 1910 йылғы

  12. Әбделмәнова Мәрйәм Ҡасим ҡыҙы, 1925 йылғы

  13. Әбделнәғимова Гөлнәфисә Таип ҡыҙы, 1905 йылғы

  14. Әхмәҙиев Закуан Әхмәтйән улы, 1932 йылғы, оҫта ҡурайсы

  15. Әхмәтова Шәмсиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы, 1910 йылғы

  16. Юнысов Миңйән Имаметдин улы, 1935 йылғы


Иҫке Шәрип ауылы

  1. Галина Ғәйшә Муллабай ҡыҙы, 1916 йылғы

  2. Кузеева Фәриҙә Шәмсетдин ҡыҙы, 1934 йылғы

  3. Латыпова Рәшиҙә Бәкир ҡыҙы, 1936 йылғы

  4. Минибаев Мотаһар Минибай улы, 1922 йылғы,

  5. Минибаева Туйбикә Вәлиәхмәт ҡыҙы, 1916 йылғы

  6. Минийәрова Ынйыбикә Вәлиәхмәт ҡыҙы, 1922 йылғы

  7. Минийәров Мөхтәр Миннийәр улы, 1924 йылғы

  8. Ноғоманова Миңлегөл Солтангәрәй ҡыҙы, 1948 йылғы

  9. Ноғоманова Фатима Миңнемөхәмәт ҡыҙы, 1900 йылғы

  10. Әсфәндийәров Ҡотлояр, мулла-сәсән, 1892 йылғы


ЯҢЫ ШӘРИП АУЫЛЫ

  1. Фәхретдинов Йәғәфәр Шәмсетдин улы, 1926 йылғы. Тирә-яҡта данлыҡлы умартасы (40-50-ләп умарта тота)

  2. Шәйгәрҙәнова Ғәйниямал Яхъя ҡыҙы, 1929 йылғы


ИГЕНСЕ АУЫЛЫ

  1. Ғабдрахманов Абдрахман Мөхәмәтдин улы, 1892 йылғы. Ҡаңлы-табын ырыуы, буранғол нәҫеленән


ИҪКЕ КӨРМӘНКӘЙ АУЫЛЫ

  1. Арыҫланбәков Миниүәли Арыҫланбәк улы, 1918 йылғы

  2. Аҡбирҙин Хәмит Нәбиулла улы, 1909 йылғы

  3. Булатова Римма Биктимер ҡыҙы, 1967 йылғы

  4. Сөләймәнова Мөһөрбаныу Суфиян ҡыҙы, 1915 йылғы

  5. Шафиҡова Рәшиҙә Яҡуп ҡыҙы, 1924 йылғы

Ахун ауылы

  1. Нәғимйәнова Хәмдиә Ғәбделгәрәй ҡыҙы, 1909 йылғы


Горчак (көршәк) ауылы

  1. Галина Миңһылыу Миңлегәрәй ҡыҙы, 1924 йылғы.

  2. Ғабдрахманова Нурзидә Фәйзрахман ҡыҙы, 1906 йылғы

  3. Тимерова Фәрхизада Миңлеғәле ҡыҙы, 1907 йылғы

  4. Фәттәхова Йәмилә Миннеәхмәт ҡыҙы, 1902 йылғы


Мәкәш ауылы

  1. Вәлиуллин Биктимер Вәлиулла улы, 1894 йылғы

  2. Вәлиуллина Сабира Әхмәт ҡыҙы, 1902 йылғы

  3. Ғәниева Хәҙисә Мөхәмәтсадиҡ ҡыҙы, 1928 йылғы

  4. Ғилманов Биктимер Мөхәмәтсафа улы, 1918 йылғы

  5. Ғилманов Сафа Ғилем улы, 1882 йылғы

  6. Ғилманова Миңлехәжәр Әһлиулла ҡыҙы, 1918 йылғы

  7. Зыяева Ғәйниямал Шәйгәрҙән ҡыҙы, 1889 йылғы

  8. Зыяева Зөләйха Закир ҡыҙы, 1927 йылғы

  9. Йосопова Сафаҡай Сәғәҙәткирәй ҡыҙы, 1892 йылғы

  10. Йосопова Фәнисә Мәүлитҡол ҡыҙы, 1958 йылғы, уйылдан нәҫеле

  11. Ҡадырова Рәзилә Кинйәбай ҡыҙы, 1955 йылғы, сыуаш нәҫеле

  12. Ҡолоева Фәриҙә Сәйетғәли ҡыҙы, 1951 йылғы, ҡалмаҡ нәҫеле

  13. Ҡотлоәхмәтова Рәшиҙә Хисаметдин ҡыҙы, 1912 йылғы, урмансы нәҫеле

  14. Рәшитова Әҡлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы, 1928 йылғы

  15. Саматова Гөлшат Ҡотлоәхмәт ҡыҙы, 1952 йылғы, ыраҡай нәҫеле

  16. Солтанова Миңзифа Минийәр ҡыҙы, 1911 йылғы, сыуаш нәҫеле

  17. Әхмәтрәхимова Әлисә Вәкил ҡыҙы, 1988 йылғы, ыраҡай нәҫеле

  18. Әхмәтрәхимова Рәйҙә Зәйҙулла ҡыҙы, 1960 йылғы



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   18


©kzref.org 2017
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет