Дәүләкән ынйылары



жүктеу 3.67 Mb.
бет2/18
Дата07.05.2019
өлшемі3.67 Mb.
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   18

Бәпес үҫтереү йолаһы (256)

Бәпес ҡайтып бер нисә көн үткәс, ағай-эне, дуҫ-иш, күрше-күлән, һәр кем үҙ-ара һөйләшеп, бәпес үҫтерергә киләләр.

Йәш әсәгә тәмле итеп аш, ҡоймаҡ, бәлеш бешереп алып киленә, йәш бәпескә бүләк алып, матур, бәхетле бул, ата-инәле, ата-инәңә ярҙамсы, илгә терәк, иман килтереүсе бул тип, теләктәр әйтелә һәм бүләк тапшырыла. Әсәй кешене мәшәҡәтләү, йөрөтөү ҡәтғи тыйыла. Һыйҙар алып килгән кешеләр табынды үҙҙәре әҙерләп, үҙҙәре хөрмәт күрһәтә әсә менән бәпескә.

Баланың әсәһен, туғандарын саҡырып һыйлау ғәҙәте лә бар. Күстәнәс бик мул әҙерләнеп бирелә йәш әсәгә.

Баланың әсәһе йәки оләсәһе килеүселәргә бүләк (яулыҡ, ҡулъяулыҡ, еҫле һабын һ.б.) тарата. Бүләк “бәпес бүләге”, “бәпес күстәнәсе” тип бирелә. Табында матур теләктәр әйтелә.

Бәләкәй балалар бәпес күрергә килә. Әсәй кеше уларға “бәпәй күстәнәсе” тип кәнфит, печенье һ.б. нимәләр бүләк итә. Йыр, шиғыр һөйләтәләр. Балалар бик ҡәнәғәт булып тарала.

Бәпес алып ҡайтҡан әсәгә атай кеше алтын йөҙөк, алтын алҡа бүләк итә. Бала өсөн шатланыу, баланы, әсәне ҙурлау билгеһе ул. Был матур йола башҡорт ауылдарында элек-электән йәшәп килә.
Һабантуйҙа ат ярыштары (34)

Һабантуйҙың иң ҡыҙыҡ, иң мөһим күренеше ат ярышы була торғайны. Һәр ауылда иң яҡшы аттарҙы, айҙар буйына ҡарап, ярышҡа әҙерләйҙәр ине. Элегерәк башҡорт аралары ауылында аттарҙа төрлө ярыштар уҙғарғандар.

Шуларҙың береһе – атта уҙышыу. Ул – “бәйге” тип атала. Йыйындың бер асыҡ урынында, йә тау башында ҡолғаға (ат бейеклегендәге) яулыҡ бәйләйҙәр ине, беренсе килгән ат (һыбайлы) шул яулыҡты эләктереп алып китергә тейеш.

Ат сабышыуҙың оҙонлоҡтары төрлөсә булған. Мәҫәлән, Ҡаҙанғол һабантуйҙарында иң йыраҡ ара Яңы Ябалаҡтан булды – 20 саҡрымдар тирәһе. Суҡраҡлы ауылынан – 15, Әлбәй ауылынан 10 саҡрым. Ҡолға төрлө йылда төрлө алыҫлыҡта ҡуйыла ине. Һуңғараҡ, һуғыштан һуңғы йылдарҙа, ҡолғаға яулыҡ ҡуйыу бөттө, былай ғына уҙышырҙар ине.

Элек, олатайҙар һөйләүе буйынса, бәйгенән тыш, ҡылыс менән тал баштарын киҫеү булған. Был – бик боронғо ярыш.

Һәр бер атҡа ат бейеклегендә 20-30-лап тал ҡаҙап, шуларҙы айырым рәт-рәт ҡағып ҡуйғандар. Аттар уҙышып, ат башындағы һыбайлы ҡылыс менән ошо талдарҙы ҡыйпып үтәргә тейеш булған, финиш янындараҡ нисәҙер алыҫлыҡта бер генә дөйөм тал ҡуйылған, кем беренсе булып ҡыйпып үтә, шул мәргән һыбайлы һаналған.

Өсөнсө ярыш 100 м. алыҫлыҡта бер-береһенә ҡапма-ҡаршы атта сабып килеп бер һыбайлы икенсеһен төртөп, йә тартып төшөрөргә тейеш булған, йә булмаһа ҡапсыҡҡа һалам тултырып, бер-береһен, ҡапма-ҡаршы атта сабып килеп ҡапсыҡ менән һуғып төшөрөү, етеҙ һыбайлылар өсөн ерҙән әйбер эләктереп алыу кеүек ярыштар ҙа булған. Был ярышты ярыш аттары түгел, бындай аттарҙа ла уҙғарырға мөмкин булған.

Ярыш аттарын бик яҡшы итеп ҡарарҙар ине, һабантуйҙарҙа һәр ваҡыт ышаныслы кешеләрҙән һаҡсы ҡуйырҙар ине. Сит-ят күҙҙәрҙе күҙе теймәһен, аттың ҡото китмәһен өсөн боронғо йола буйынса аттың ялын ҡыҙыл таҫма менән үреү ғәҙәте бар ине. Уны йома көн үреп йома көн алыштырып тороу ғәҙәте бар ине, имеш күҙ тейһә ошо ҡыҙыл сепрәктә ауырлығы ҡала, уны алып ташлап, бер урында түгел икенсе ерендә тағы үрерҙәр ине.


Түл йыйыу йолаһы (36)

Мал үрсеһен өсөн түлен ергә күмергә кәрәк. Түл күмеү йолаһын беренсе мин Бирге Яппар ауылында, 13 йәшем тулғанда, күрҙем. Етем үҫкән бала – 8 йәштә инәйҙән, 12 йәштә атайҙан ҡалып – уны-быны белмәй инем. Бер ваҡыт мал һуйғандан һуң, мине аҫрауға алған бабай малдың енес ағзаларын кеше йөрөмәй торған ергә күмеп ҡуйҙы. Шуны күреп, сәбәбен Шәһәрбаныу исемле 80-гә еткән әбейҙән һораным (яҡынса 1834 йылғы, Арғы Яппар ауылынан 16 йәшендә килен булып төшкән).

Шул әбей әйтте, малдың үрсемен арттырыу өсөн ниндәй генә малды салмайһың, шулай эшләнә. Доға уҡып, енес ағзаларын йорт тирәһенә күмһәң – малың тиҙ үҫер, үрсеме артыр, сирләмәҫ, тине. Ҡош-ҡорттоң да шулай енес ағзаһы ергә күмелә.

Мин был йоланы бер ваҡытта ташлағаным булманы. Ҡаҙ таҙартҡанда, енес ағзаларын йыйып, ихатаның бер еренә күмеп ҡуям. Шуға ла минең йыл һайын 20-30 ҡаҙым үрсер ине. Эре малдың да, ваҡ малдың да ағзалары алынып, шулай эшләнә.

Минең, ошо йәшемә етеп, бер ваҡытта ла малым зыянлағаны булманы.

Әгәр ҙә эткә бирһәң – малыңды эт-бүре ашар, ҡош-ҡортҡа бирһәң – малың сит-ятҡа китәр, малдың түле бөтәр тип әйтәләр ине.

Үҙ ғүмеремдә минең мал юғалтыу бер тапҡыр ғына булды. 19-сы йылда атымды алып киттеләр. Бер ҡыҙылармеец алып киткәйне, алыҫ китә алмаған. Бирге Яппар менән Бигеш араһында атып үлтергәндәр үҙен, ат та яралы килеш 3-4 көн шунда ятҡан. Яппар кешеләре килеп әйткәс, барып бер ҡарттан салдырып, Ерекле йылғаһы буйында атымды күмдем Ни өсөндөр һуғыш гел ошо тирәлә булды, бер-ике көн торалар – ҡыҙылдар ауылды ала, ике-өс көн тора – аҡтар ала ине. Ике ҫарыҡты аҡтар ишек алдында ҫуйып ашанылар. Ошо уҡ зыян иткән кешеләремде ҡыҙылдар килеп, 227-се полк аҡма янында атып үлтерҙеләр. Төбәктә гел ҡәберлек. Әрәмәлә, Мәзин төбәгендә лә был ҡәберлектәр бик күп ине. Ул ваҡытта ике яҡтан да бик күп кеше ҡырылды.

Шул хәлдән һуң, аллаға шөкөр, бер ваҡытта ла малым зыян күргәне булманы. Шул Шәһәрбаныу әбей өйрәткән ырым ярҙам иткәндер тип, гел уның рухына хәйер биреп, доға ҡылдым.

Ҡаҙ үҫһен өсөн ошондай ырымды өйрәткәйне: бәпкә йомортҡанан сығып кипшеренгәндән һуң, өйҙөң мейес алдын, йылы ғына урынды, таҡта менән уратып ала инем. Шул бүленгән ергә, иҙәнгә, ҙур итеп ҫарымҫаҡ менән ай төшөрөлә. Унан ошо ерҙең ҡиблаға ҡараған өлөшөнә, сынаяҡ аҫтына ай һыҙып, ҫарымҫаҡ менән буяп, унан шул сынаяҡҡа ем һалып, өҫтөн еүешләмәҫ өсөн берәй стакан менән ҡаплайҫың. Гел шулай эшләнем. Минең бер ваҡытта ҡаҙ бәпкәләре үлгәне булманы, ҡарға алыу, күҙ тейеү тигән нимә булманы. Шул ай ҫыҙылған ергә “бисмиллаһир-рахманир-рахим” тип берәм-берәм бәпкәләрҙе төшөрәҫең.

Ҫыйыр быҙаулаҫа ла, тәүге ҫөтөн ҫауғанда биҙрә эсенә ҫарымҫаҡ менән ай төшөрөлә. Шунан ризыҡҡа яҙа, ҫөт күп була, быҙауы көслө, ғәйрәтле булып үҫә. Был “түл йыйыу” ырымын ауылда күп кешеләр белә ине. Әмирханова Бибекәй ғүмер буйы 15-20 ҡаҙ һуя ине.



Ямғыр яумағанда теләккә сығыу (196)

Элек Өршәк буйы ауылдарында оҙайлы ҡоролоҡ булһа, ауыл халҡы, өй беренсә ризыҡ йыйып, йылға буйына сығып, йыйын яһар булған. Тәүҙә Аллаһы Тәғәлә хаҡына ергә ултырып доға ҡылғандар. Унда бар халыҡ ҡатнашыр булған. Йола аҙағын һыу һибешеү, һыуға һалыу менән тамамланған. Күнәктәр менән һыу һибешкәндәр. Шуныһы мәғлүм: үпкәләшеү тигән нимә булмаған.



Теләккә сығыу (183)

Ямғыр яумаһа, яуын бутҡаһы йыйыны ҡоралар. Бәләкәй күл янына барып, бутҡа бешереп, сәй ҡайнатып эсәләр, теләк теләйҙәр, бер-береһен һыуға ырғыталар.



Туй йолаһы (314)

Мәкәш, Ташлы, Таштүбә ауылдары эргәһендә бейек тауҙа Килен ташы бар. Элекке йола буйынса, туй ваҡытында йәш килендәрҙе ошо тауға алып менеп, етәкләшеп киленгә арнап йыр йырлайҙар ине. Иҫтә ҡалғандарҙан:

Эй, киленкәй, һылыуҡай,

Һиңә әйтер һүҙем бар:

Дәүләттәрең бай булып

Малдарың ишле булһын!

Йорт-ҡураң ҡотло булып,

Дәүләтең артып торһон!


Эй, киленкәй, зифаҡай,

Өлкәндәрҙе хөрмәт ит,

Кеселәргә үрнәк ҡылһаң

Дәрәжәң һинең артыр.


Һинән тыуған балалар

Итәғәтле булһындар.

Тыуған ерҙе хөрмәт итеп,

Илгә файҙа ҡылһындар.

Ошо йоланы үтәгәндә бай, итәғәтле, нигеҙле, саф күңелле, кешелекле, кеселекле, үрнәк булырлыҡ хужабикә булыр, тип әйтерҙәр ине.
Йәйләүгә күсеү, тирмә ҡороуҙар (241)

Өйҙөрәктең буйында Яппар ауылы ере булған. Унда Ҡоръятмаҫ ауылынан да күсеп килер булғандар. Өйҙөрәкәй буйына күсенеп килеүгә хозурланып, улар былай тип йырлағандар:

Өйҙөрәкәй буйы, ай, бүтәгә,

Ат аяҡҡайҙары күтәрә.

Был йөрөүҙәр беҙгә тәсбих түгел,

Әҙерәк-әҙерәк күңел күтәрә.

Йәйләүгә йылҡыларын ҡыуалар, һыйырҙарын алып баралар, ә ваҡ мал ҡышлауҙа, ауылда, ҡала. Уларҙы аҙнаһына бер барып ҡарап, теүәлләп килер булғандар.

Йәйләүҙә ағас туҫтаҡтар менән ҡымыҙ эскәндәр. Ҡымыҙҙы ҙур ағас аштауға ҡойғандар. Уның бер яғына бал ҡуялар, икенсе яғына – ҡорот. Шунан алып эсеп ултыралар. Юлдан үткән һәр бер кешене ҡымыҙ менән һыйлағандар. Юлсы үтеп китә башлаһа, атайҙар атҡа мендереп: “Ҡымыҙ эсергә боролһондар”, – тип арттарынан саптыралар ине.


Ҡаҙ өмәһе (37)

Ҡаҙ өмәһе – Ҡырҡөйлө мең башҡорттарында киң таралған, элек-электән яратып, ҙурлап, көтөп алған байрамдарҙың береһе. Ҡаҙ, өйрәк, шулай уҡ күркә кеүек ҡоштар 8 ай самаһы бикләп, яҡшы итеп һимертелгәндән һуң, салыр көн элегерәк һыу ҡойондороп таҙартыла (ҡоштар таҙа булырға тейеш). Ҡаҙ өмәһенә аҙна элгәре тейешле кешеләр-өмәселәр саҡырылып ҡуйыла.

Байрамса йыйыштырылған өйгә иртән иртүк өмәселәргә сәй әҙерләнә, ҡоймаҡ, дөгөгә йөҙөм ҡушып бешерелгән гөбәҙиә, бауырһаҡ, сәк-сәктәр өҫтәлгә ҡуйыла. Сәй эскәндән һуң, һәр өмәсе үҙенә ҡаҙ һайлап ала, нәҫел ҡаҙҙары был ваҡытта икенсе урынға айырылып ҡуйылған була.

Ҡаҙ салыусы кеше, доға уҡып, ҡаҙҙарҙы сала, һәр салған ҡаҙ алға табан теҙелә бара. Шулай эшләгәндә, ҡаҙҙар бәрәкәтле булып, йыл һайын уңа, ишле булып үҫә тиҙәр. Ҡаҙҙарҙың ҡанатынан хәрәм йөндәре алып, ергә ҡаҙап ҡуйыла, муйындары бәйләнеп, башын-ауыҙын асып, таяҡ ҡуйыла.

Хужаларҙы ҡыуандырып,

Ҡаңғылдашып тороғоҙ.

Көҙҙәр еткәс өмәләргә

Беҙҙе саҡырып тороғоҙ! –

тип һамаҡлайҙар. Ҡаҙҙарҙы өйгә алып инеп, ваҡ йөнөн бер ергә, эре ҡанаттарын бер ергә йыя баралар. Ҡаҙҙарҙы йолҡҡанда ҡатын-ҡыҙ йырлаһа, ҡаҙ уңа тигән ышаныу бар. Төрлө мәҙәк хәлдәр һөйләнә.

Хужабикә мейескә яғып, йырлай-йырлай был ваҡытта белен бешерә. Белен был көндә күберәк тары ононан бешерелә.

Хужабикә ҡыҙҙарҙы маҡтап:

Ҡыҙҙарым уңған икән,

Эштәре уңдан икән.

Мине ҙурлап, ололап,

Өмәгә килгән икән.

Табанан сыҡҡан беренсе беленде бүлгеләп, берәр ҡабым тоҙ саҡлы, тәмле тип, һәр бер өмәсе тәмләп ҡарай.

Унан һуң хужабикә, һәр өмәсегә бағышлап, теләк белене бешерә. “Был беленде шул өмәсегә бешерәм, табаларға төшөрәм. Теләгеңде эстән әйт”, – тип, һәр бер өмәсегә өндәшә. Ҡаҙҙың йөнөн йолҡоп бөткәс, ҡойроҡ осондағы биҙ йөнөн киҫеп алып, һәр бер өмәсе, шуны тотоп урамға сыға. Шул ҡабарынҡы йөндө тотоп, “яҡын көндәрҙә кем менән күрешермен икән?” – тип, тиҙ генә ҡапҡанан сығып, әле уң, әле һул яғына ҡарап, өйгә инеп китә. Шулай 10-15 минут һайын бер өмәсе был йоланы башҡара.

Ҡаҙҙың эсен алып эшен бөтөргәс, көйәнтәләргә йөкмәп, ҡыҙҙар йылғаға ҡаҙ сайҡарға китә. Барғанда теҙелешеп, йыр йырлап барыу – барлыҡҡа була, тиҙәр.

Ҡаҙ түшкәләрен сайҡайбыҙ

Йәмле Дим буйҙарында.

Ҡыҙ баланы белеп булмай,

Кем икән уйҙарында?

Ҡыҙ балаҡай ҡаҙ йыуалыр

Дим буйының һыуында.

Хоҙай беҙгә насип итһә,

Осрашырбыҙ туйында.

Ҡыҙҙар ҡаҙ йыуған арала, төрлө уйындар, оҫталыҡ бәйгеләре ойошторола. Гармунда, элегерәк ҡубыҙҙа уйнап бейешәләр ине. Хужаларҙың береһе бәйгелә әүҙем ҡатнашҡан ҡыҙҙарға бүләк тапшыра.

Был ваҡытта өйҙөң хужабикәһе ауылдың бер нисә оло кешеһен ҡаҙ майы менән майлап бешергән белен сәйенә йыя. Кисен аш һалып, тәүҙә өмәселәргә һый-хөрмәт күрһәтелә, һәр өмәсегә ҡаҙҙан өлөш ите биреп, “ҡаҙ күстәнәсе” тип, тәмле ризыҡтарҙан бүләк әҙерләнә.

Өмәселәр киткәндән һуң, ҡаҙ итенән ауыҙ итергә тип, ауыл кешеләренең хөрмәтле кешеләре киске ашҡа йыйыла.

Тәүҙә һәр ҡунаҡҡа ҡаҙ итенән тәрилкәләргә өлөш бирелә, бәрәңге, йәшелсә ҡуйыла. Ашай башлағас “ит һоғондороу” тигән йола башҡарыла: оло кешеләр, үҙ өлөштәрен бысаҡ менән ваҡлап, майға манып, аралағы бер ҡунаҡҡа йырлап, киҫелгән итен бирә. Алған кеше үҙ сиратында икенсе берәүгә йырлап, итен һоғондора. Шулай итеп, бар ҡунаҡ та йырлап, күңел аса.



Ҡаҙ өмәһе (178)

Ҡаҙ өмәһе октябрь-ноябрь айҙарында үткәрелә. Кемдә ҡайсан булыуы, кистән үк киләсәк ҡатын-ҡыҙға хәбәр ителә. Өмәгә бигерәк тә етеҙ, таҫыллы ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә ҙур оҫталыҡ талап итә.

Ҡаҙ өмәһе барышында йыр йырлана. Әгәр оло быуын ҡатындар килһә, улар үҙҙәренең йәш саҡтарын, үткән тормоштарын һөйләйҙәр.

Ҡаҙ ҡанаттарын һайларға

Төштөм һыу буйҙарына.

Һыу буйында йөрөгәндә,

Һин генә уйҙарымда.

Йолҡолған ҡаҙҙар таҙартылғандан һуң, көйәнтәләп йылғаға сайҡарға баралар. Унан һуң өмәселәр баш-күҙ төҙәтергә ҡайтып китәләр.

Кисен хужа йортона йыйылалар, хужабикә ҡаҙ ите менән һыйлай.

Тәүге өлөш ҡыҙҙарға бирелә. Ҡанат биргәндә: “Ҡанатланып өйөңдән тиҙерәк осоп сыҡ”, – тиҙәр. Борондан ҡыҙҙар ата йортонда ҡунаҡ һымаҡ ҡына булған, ҡарт ҡыҙ булып ҡалыу –ғаилә өсөн бәхетһеҙлек тип иҫәпләнгән.

Ҡыҙҙарға өлөш бүленеп бөткәс, ололарға бүленеп, ҡаҙ бото эләкһә: “Ҡаҙ шикелле бейеп тор!” – тиҙәр. Баш тотторһалар: “Башлы була!” – тип бирәләр. Һәр төрлө ит үҙенсә бүленә. Һәр өлөштө һамаҡлап бирһәң, икенсе йыл ҡаҙың уңа.

Был ҡаҙ ҡайҙа ултырған,

Бото өрөп тултырған?

Өлөшөң ҡулыңдан төшмәһен

Ипләп! Ауыҙың бешмәһен!
Ҡарға бутҡаһы (166)

Иген сәсеү эштәре бөткәс, Дим буйы башҡорттары “Ҡарға бутҡаһы”на сыҡҡан. Йола буйынса, “Ҡарға бутҡаһы”нда күберәк ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ҡатнашҡан. Улар ҡырға сығып, сәй, бутҡа бешереп шунда төрлө уйындар ойошторғандар. Ҡарға иң беренсе яҙҙы башлаусы ҡош булғанға, уны һыйлайһың, сәскән орлоҡ тиҙ шытып сығыр, ҡарға кеүек әрһеҙ булыр тигән ырым йәшәй. Солтанғәлина Мәймүнә (1889 й., Иҫке Шәрип ауылында ҡыҙында йәшәй) инәй әйтеүенсә, был байрамға йомортҡа бешереп алып сыҡҡандар, бешкән йомортҡаларҙы бер кеше тау башында тороп, аҫҡа табан тәгәрәтә, ҡалғандары – уларҙың күпселеге балалар – аҫта тороп, кемуҙарҙан тоторға тырыша. Тотҡан кеше йомортҡаны һамаҡлап ашарға тейеш.

Йоморо, йоморо йомортҡа

Йомарланған ояла,

Йомортҡа кеүек тәгәрләп,

Үҫһен иген баҫыуҙа, –

тип, ҡулдарҙы сәпәкәйләп бейергә, һикерергә кәрәк. Шулай әйтһәң, иген шәп, эре башаҡлы булып үҫәр, тиҙәр ине. Ҡабыҡтарын әрсеп, ҡош ашай торған ризыҡтарҙы ғына һайлап, ултырған урында ҡалдырырға, ә сүп-сар, ҡағыҙ, башҡа ҡалдыҡтарҙы ҡалдырыу – ҙур гонаһ. Йыйған игенең сүп-сарға сығыр тигән ышаныу бар.

Ҡарға әйтер ҡар-ҡар,

Ҡарға бутҡаһына килгәс,

Ҡалғанын миңә ҡалдыр,

Ҡанат ҡағып ҡыуанып,

Һине маҡтап йырлармын,

Сүп-сарыңды ҡалдырһаң,

Ҡарап тороп ҡарғармын, –

тип ашарҙар ине.

ЙОЛА ПОЭЗИЯҺЫ

Һамаҡтар, әйтемдәр
Кендек инәһенең теләк-һамағы (199)

Аяғың менән килмә,

Башың менән кил.

Уңың менән кил,

Үҙ төйөнөңдө үҙең сис,

Үҙ һыуыңды үҙең кис.

Илаһым, рәхимеңде бир!

Бала тыуа башлағас:

Башыңдан башҡа булаһың,

Иншалла, тыуаһың, – тип ҡабул итергә.
Баланы һөйгөс (195)

Бәпес-бәпес, бәпестәй,

Бәләкәй генә бәпестәй.

Бәпелдәтеп һөйөргә

Арҡалары йәтештәй.
Бәхетле булғыры,

Тәүфиҡлы булғыры.

Белемле булғыры,

Ата-инәле үҫкере.

Баламдың балаһы –

Йөрәгемдең яраһы (204).


Бала тыуғас теләгән теләктәр (238)

(Р.М.Ураҡсина яҙып алған)

Кеше артты донъяла,

Ризығың менән, төклө аяғың менән!

Бәхетле, сәләмәт бул,

Тәүфиғың, аҡылың үҙеңдә булһын!

Әсәйеңә ярҙамсы, атайыңа иш бул,

Уҡып ҙур кеше бул!

Кешеләргә изгелекле-игелекле бул!

Баланы йыуындырғанда (238)

Балда, майҙа йөҙөп йәшә,

Бал ҡап, май ҡап!

Һүҙең, тормошоң яҡшы булһын,

Май ҡап, май ҡап!

Ҡылған эшең яҡшы булһын,

Бал ҡап, бал ҡап!

Ата-әсәңә алмашсы бул,

Бал ҡап, май ҡап!
Һикерткес (238)

Һоп-һоп, һоп-һоп! –

Хәҙер Балҡанға етә.

Мәкәшкә лә ул китә,

Матур кәләшкә етә!
Бала уйнатҡанда (238)

Әбей бутҡа бешергән,

Эсенә сысҡан төшөргән.

Уны алам тигәнсе,

Биш бармағын бешергән

Бармаҡтарҙы берәмләп бөкләп:

Атаһына, әсәһенә,

Ағаһына,

Апаһына, һеңлеһенә.

Үҙе быҙау ҡыуа киткән,

Безәү, безәү, безәү!

Ҡайтҡан да, әсәһенә:

“Әсәй, миңә бутҡа ҡалдымы?”

Әсәһе: “Ҡалды, ана ҡаҙан төбөндә, ҡыр!” –

тип, ҡытый-ҡытый баланы ҡытыҡлайҙар.


Уятҡыс (159)

(Рәсимә Ураҡсина яҙып алған)

Ас, Мәрйәмкәй, күҙеңде,

Яратайым үҙеңде – тип, баланы уята инек.



Бала һикерткәндә (132)

Малай, малай, маллы бул,

Ҡурҡаҡ булма, батыр бул,

Дошмандарға ҡаршы бар!

Йәйәү булма, атлы бул,

Һоп, һоп, һоп!


Кәк-күк, кәк-күк, кәк-күк (әкрен генә бәүелтә баланы),

Кәк-күк, кәк-күк, кәк-күк (шәп итеп бәүелтә),

Кәк-күк, кәк-күк, кәк-күк (бик шәп итеп аяҡта һикертә) (132).
Бала йыуындырғанда һамаҡлау (266)

Бала тыуғас, уны үҙ әсәһе менән мунсаға алып баралар. Сабыйҙы йыуындырғанда кендек инәһе шулай тип һамаҡлай:

Бәхетле, тәүфиҡлы бул,

Татлы телле бул!

Мунса ташы,

Бүрәнә башы,

Таштай ныҡ бул,

Бүрәнәләй бүкән бул!

Аталы-инәле,

Алтын ҡанатлы бул!

Һүҙҙәрең өҫтөн,

Йөҙҙәрең күркәм,

Ҡулдарың эшсән булһын!
Бала һикерткәндә әйтелә (123)

Инәһе уның – ай кеүек,

Атаһы уның – тай кеүек.

Бишектәге бәпесем –

Йомарлаған май кеүек.
Бала әүрәтеү (265)

Тынғыл-тынғыл, бәпәйем,

Тыңғылдатып һөйәйем.

Өй артында бүре бар,

Йылтыр-йылтыр күҙе бар.

Һыйыр һауғас, һөтөн бир,

Сеүәтәңде тотоп бир,

Күбек һөҙөп бирәйем.

Уны эсеп бөтмәһәң,

Артыңа сыбыҡ бирәйем.


Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙ кеше,

Ҡыҙыма килер йөҙ кеше.

Йөҙ кешегә бирмәмен,

Алып китер бер кеше.

Йөҙө яҡты бер кеше,

Ҡулы ипле бер кеше,

Күңеле изге бер кеше.
Балам, балам, бал ғына,

Тыуҙы инде ай ғына.

Ризыҡтары менән генә,

Ашаһын ул май ғына (265).


Бала һикерткәндә (185)

Тыңғыл-тыңғыл, бәпәйем,

Тыңғылдатып һөйәйем.

Өй артында бүре бар,

Йылтыр-йылтыр күҙе бар.

Һыйыр һауған ҡашҡа бар,

Сеүәтәңде тотоп бар.

Күбек һөҙөп бирәйем,

Аны эсеп бөтөрһөң.
Бала тәпәй киткәндә (204)

Кил әле, кил әле,

Килә алаһың микән?

Ҡамыт аяҡтарың менән

Баҫа алаһың микән?
Баланың телен астырғанда (204)

Ат, атай, тип әйт –

Әтәс ҡойроғо бирәм.

Әс, әсәй, тип әйт –

Әтәс кикереге бирәм.

Әб, әбей, тип әйт –

Әфлисун һиңә бирәм.

Ап, апай, тип әйт –

Ал алма алып бирәм,

Тешеңә йомшаҡ булыр.


Баланы сәпәкәй иттереү (204)

Сәпәкәй ҡағыр ҡыҙҙары,

Ауыртмаһын ҡулдары.

Билдәренә таянып,

Бейеп китәр улдары.

Ауыртһа ла ауыртһын,

Ҡул сапҡандың ҡулдары.

Сәпәк-сәпәк, сәпәкәй,

Бейетеп тора әсәһе,

Таҡмаҡ әйтә атаһы

Өҙөлөп тора атаһы.
Уятҡыс (һамаҡ) (45)

(Мөслимә инәй үҙ ваҡытында Матургөл исемле өләсәһенән отоп алған)

Эй, балам, минең күҙ нурым,

Уян әйҙә, ҡояш күптән һибә нурын.

Тор тиҙерәк, йыуын, кейен,

Самауырым күптән йырлай,

Тәмле сәйемде эс, тип.

Кистән инде һалып ҡуйған

Китап-әсбабым әҙер.

Изге юлдар теләп ҡалам,

Бар мәктәпкә, балам, тип.

Ғилем тауына үрләрһең,

Көн дә мәктәпкә барһаң.

Бер көн килеп шатланырһың,

Белемле кеше булһаң.

Хоҙайҙарҙан мин һорайым,

Таҙалыҡ бирһен, балам.

Уятҡыстар (136)

Төн пәрҙәһе асылды,

Яҡты нурҙар сәселде.

Тор, балам, битең йыу,

Тарап алсы сәсеңде!
Алтын, алтын, алтыным,

Минең йөрәк ялҡыным.

Уян, бәпкәм, күҙ нурым,

Ҡояш булып балҡырмын.


Яңы аш, йәки емеш ҡапҡанда әйтелә торған һамаҡ (123)

Иҫке ҡорһаҡ, яңы аш,

Йәмһеҙ йөнлө сирем ҡас.

Инна-һа-һа, иһа-һа! –

тип алып ҡаба торғайнылар.
Яңылыш йығылғанда (123)

Тфү! Тфү! Тфү!

Тәүбәләремде әйтәм –

Фәрештәләр ишетһен!

Еңеллеге тәнемә,

Ауырлығы пәрейгә!



Яңы өлгөргән емеште ашағанда, яңы һуғым итен ҡапҡанда былай әйтелә:

Яңы емеш, иҫке теш,

Зәннәт булһа, минән ҡас,

Яңы ҡапҡандан да ҡас,

Шифа бәрәкәт менән,

Яңы ашларың менән

Тәндәремә сихәт бир (98).
Ҡаҙ ҡауырыйының йөнөн һыҙырғандан һуң, ҡаурыйҙарҙы бер силәккә һалып, өйҙөң болдоронан алып һыуға барып еткәнсә, сәсә, һибә бараһың, һамаҡлап көйләп әйтә бараһың:

Киләһе йыл, иншалла,

Бәпкәләрем күп булһын!

Ҡаҙ булып үҫеп етһен,

Ҡаңғылдашып ихатамда

Күңелдәремде асһын!

Хоҙай тәғәлә насип итеп

Ризыҡларға яҙһын! (123).


Көсөмкөс* (82)

Ҡулға алып, бармаҡтан бармаҡҡа күсерә-күсерә осороп ебәреп, теләк әйтәһең:

Әй, көсөмкөс, көсөмкөс,

Әйҙә инде тиҙерәк күс.

Ана килә кейәүең,

Ҡулдарымдан осоп кит.

Минең һөйгән йәремә

Фатиманан сәләм илт! –

тип һамаҡлай инек.
Аҡ тирәк, күк тирәк, беҙгә кем кәрәк? (312)

(Минибева Сибәргөл Солтанбәк ҡыҙынан яҙып алынған уйын һамағы)

Өршәк буйы күк тирәк,

Беҙҙең ҡыҙҙар бик зирәк.

Ең һыҙғанып йәштән үк,

Тормош көтөүгә терәк.


– Ай, аҡ тирәк, күк тирәк,

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

– Сит-ятларҙан беҙ йыраҡ

Үҙ милләтемдән кәрәк!


– Ай, аҡ тирәк, күк тирәк,

Һеҙҙән беҙгә кем кәрәк?

– Милләтемдең йөҙөк ҡашы –

Батыр кейәүҙәр кәрәк!


– Ай, аҡ тирәк, күк тирәк,

Һеҙҙән беҙгә кем кәрәк?

– Милләтемде арттырырлыҡ

Уңған килендәр кәрәк!


Миндек менән сабынғанда (140)

Билде сапҡанда әйтелә:

Уң яғымдан уң керһен,

Шифалары күп булһын, иншалла!

Һул яғымдан ауыртыу,

Береһе ҡалмай сығып кит, иншалла!

Аяҡҡа:

Хәрәкәттә – бәрәкәт-бәрәкәт,

Аяҡтарым таҙа булһын, иншалла!

Бер туҡтауһыҙ йөгөрөп торһон,

Мине һәр саҡ тыңлап торһон, иншалла!

Тәнгә:

Тәнкәйҙәрем таҙа бул,

Сит сирләрҙән йыраҡ бул, иншалла!

Йөрәккәйем талғын ғына,

Бер туҡтауһыҙ эшләп тор, иншалла!

Аҙаҡтан, йыуынып бөткәс, өс тапҡыр ҡиблаға ҡарап ғосол ҡойонорға. Тәнем таҙа булып, ошо һыу менән бар ауырыу ауырлыҡтар ағып кит, иншалла-иншалла-иншалла – тип әйтерҙәр ине.


Ҡайҙа дау (яу) сыға – шунда баш юғала (298)

(әйтем)


Һылыу ҡайҙа – күҙ шунда,

Матурлыҡ арбай беҙҙе.

Йәшлектең саф ҡарашы,

Йөрәк утын тергеҙҙе.

Соҡор ҡайҙа – һыу шунда,

Ямғыр һыуы, ҡар һыуы.

Барыһы ла йыйыла,

Мөлдөрәп соҡор тула.

Әсә ҡайҙа – наҙ шунда,

Иркәләнә бар бала.

Һөйөү тулы ҡараштар,

Йөрәкте өтөп ала.

Күҙе ҡайҙа – ҡаш шунда,

Күге ҡайҙа – ҡош шунда.

Тауы ҡайҙа – таш шунда,

Дауы ҡайҙа – баш шунда.


Һамаҡ (58)

Ҡумыҙымдың ҡылдары,

Үткәнемдең йылдары.

Ҡумыҙымдан сыҡҡан моңдар

Күңелемде күтәрә, –

тип, һамаҡлап бейей инек элегерәк.


Ҡоштар теле (63)

(әйтем-һамаҡтар)

Йәмилә өләсәйемдән (1902 йылғы) “ҡоштар теле” тигән әйтем-һамаҡтар отоп алдым, улар баланың телмәрен, зиһенен, уйлау һәләтен үҫтереүгә ярҙам итә,ти торғайны ул.
Сыйырсыҡ теле

Сүпле сүпән көндәшем,

Үрәзмәтки, сүризәтки.

Пеҫ-күҫ ибе бай,

Эндән кенә, күсәк кенә, тыр-пыр.
Әтәс теле

Декерелләһи яғәфилүн.


Күгәрсен теле

Дүкү-дүкү – фетнә тәкем.


Тауыҡ теле

Тәпи ҡаси – ыннырахман.


Ҡарға теле

Тамғәм-ғәлле,

Тәмғам тәлле.

Ризыҡ ҡайҙа,

Беҙ шунда.

Торна теле

Тор, тор, торойыҡ, тырышып та, тырмашып.


Һандуғас теле

Фрилиҙә фри-фри,

Был донъя бит – фани

Булғаннар ниғмәтләре

Фриль-фриль ғәләмәти.
Ала ҡарға

Ҡыр-ҡыр ҡырҙан ҡайтам,

Ҡырҙа әле ҡар, ҡар!




Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   18


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет