Дәүләкән ынйылары



жүктеу 3.67 Mb.
бет3/18
Дата07.05.2019
өлшемі3.67 Mb.
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   18

Һандуғас һайрауы (204)

Ғаж-вәж мөхтәләф,

Ғаж-вәж мөхтәләф,

Һәдәрдәнки, һәләрнәки,

Әгмәгәнки Татлыбай.

На зари, тери-торыш,

Сып-сыр, сып-сыр, сып-сыр-р-ры!

Бына минең бәхетем,

Бына минең тәхетем.

Сөләймәндең бәхетен күр-р-р ҙә

Тәхетен күр-р-р!
Турғай булып һайрау (204)

Сүплә сү бешкенә,

Шаһи лимән сух.

Әрмән тәнки, хөрмәтәнки,

Дәнки-дәнки, сери-пу-пу,

Сепри пырт!


Ҡоштарҙы ҡыуғанда (128)

Һайт-һайт, һайыҫҡан,

Күкәй һытҡан һайыҫҡан.

Тиҙлектә тиҙәктә,

Яңғыҙ башың сүплектә,

Һайт-һайт һайыҫҡан!

Туҡ-туҡ туҡран,

Туҡылдатып ултырам.

Мейестә бәрәңге бешәме?

Шуны көтөп ултырам.


Балыҡ ҡаптырғандағы һамаҡ (177)

Ҡап-ҡап, ҡармағым,

Ҡапсыҡ төбөн ҡарманым.

Ҡапсыҡ төбөн ҡармағанда

Бысыраны бармағым.

Тфү!Тфү!Тфү!

Төкөрөп һалдым һикер-ҡап!

Яр башында ялтырап ят.

Ялтырамаһаң, ялтырама,

Яр башында ҡалтырап ят!


Эш башлағанда, балаҫ, тула һуҡҡанда (52, 214)

Икендегә етмәһен,

Ике һуҡыр күрмәһен.

Күрһә күрһен күҙлеһе,

Ул да булһын йүнлеһе!

Шулай итеп һамаҡлағанда, эшең уң, матур була.


Килгән ризыҡты ҡуйын ергә ҡуйғанда (178)

Ашып сыҡ, тулып сыҡ,

Ҡайҙан сыҡһаң, шунан сыҡ.

Ашып сыҡ, тулып сыҡ,

Ҡайҙан сыҡһаң, шунан сыҡ.

Ашып сыҡ, тулып сыҡ,

Ҡайҙан сыҡһаң, шунан сыҡ!
Яңы кейем кейгәндә (280)

Үҙең һике башына,

Күлдәгең сүплек башына!

Үҙең – кейәү ҡуйынына

Күлдәгең яңы башыңа!

Иген мул үҫһен өсөн (45; 166)

Һәр кем иген яҡшы үҫһен өсөн теләк әйтер булған. Әгәр теләк әйтһәң, иген уңыр тигән ҡараш йөрөй ине. Ҡойҡа нәҫелдәре араларында ошондай теләк әйтерҙәр ине.

Эй, Хоҙайым тәғәләм,

Үтенеп мин һорайым

Яҡшы уңһын бойҙайым,

Көндәрҙең бир яҡшыһын,

Ҡояш йылытып торһон,

Ямғырҙар яуып үтһен,

Игенем шаулап үҫһен!

Урағым шажлап торһон,

Көлтәләр ҡуйы булһын,

Келәтем туйып торһон!

Тирмәндәрем әйләнеп,

Онон сығарып торһон.

Иләктәрем буш тормай,

Уны айыра торһон.

Силәктәргә онон һалып,

Иҫеп ҡабара барһын.

Майлы табаларға төшөп,

Йылы мейестәргә керһен,

Йәмле өҫтәлдәргә ҡуйып,

Ауыҙ итергә яҙһын!

Ризыҡтарым киң булып,

Доға ҡылырлыҡ булһын!


Ямғыр теләү әйтеме* (45; 166)

Хоҙайҡайым, бир әле,

Ямғырҡайым, яу әле,

Ҡояшҡайым, сыҡ әле,

Игенкәйем, үҫ әле!

Эй, Хоҙайым, Хоҙайым,

Көн йылыһын бир әле.

Игенкәйем шаулап үҫһен,

Ямғырҡайҙы бир әле!
Ҡарғаға бутҡа ҡалдырғанда (32)

Ҡарға килгән ҡунаҡҡа,

Тәмле бутҡа ашарға,

Хәҙер ашап ҡараймын,

Унан һине һыйлармын.

Баҫыуҙарҙы һаҡларһың,

Бөжәктәрҙән яҡларһың,

Игендәрем яҡшы уңһа,

Тағы һине һыйлармын.
Ямғыр теләү (32)

Ямғыр яу, яу, яу,

Иген үҫһен тау, тау!

(Баланың исеме әйтелә)

Азамат батыр үҫһен,

Беҙгә алмашсы булһын.



Ҡыҙ кешегә: Миләүшә һылыу үҫһен,

Беҙгә алмашсы булһын.


Ҡояш бер нисә көн сыҡмаһа (165)

Ҡояш, сыҡ, сыҡ!

Батмандарҙан май алам,

Өҫтәлдәргә бал ҡуйып,

Һине ҡунаҡҡа алам, – тип һамаҡлайҙар ине
Сәфәр сыҡҡанда (191)

Изге сәфәр, изге юл,

Йондоҙҙарың яҡты булһын,

Күңелеңә шатлыҡ тулһын!



Йоҡо алдынан (191)

Бисмиллаһир-рәхмәнир-рәхим!

Ятҡаным – ер,

Динем – ислам,

Иманым – Ҡөръән,

Көрәйеш йыланға

Минән сәләм!
Икмәк баҫыр саҡта (52)

Ҡулдың ҡеүәтен бирһен,

Киң ризыҡҡа яҙһын,

Иҫән-һау ашарға яҙһын! – тиҙәр.


Май яҙғанда (52)

Уң ҡулдан, һул ҡулдан,

Ҡотло ҡулдан! – тип тотонорға.
Теш төшкәндә (244)

Тараҡанға – ҡамыр теш,

Балама – тимер теш,

Йә хәҙрәт, Шәйәхмәт,

Хызыр Ильяс, бир ҡеүәт! –

тип, уны еккә ҡыҫтырырға, шулай эшләһәң, баланың теше ныҡ була.


Юлаусыны оҙатҡанда (244)

Ебәрҙем аманат,

Ҡайтарып ҡуй сәләмәт!
Әрмегә, яуға киткәндә (244)

Хәйерле сәғәт, изге ниәт булһын,

Хызыр Ильяс юлдаш булһын.

Әйүп пәйғәмбәр сабырлыҡ бирһен,

Сабыр бирһен дә, ғүмер бирһен.

Әжәленә сабырлыҡ бирһен.

Ябраил фәрештәнең ҡанаты аҫтында йөрөргә яҙһын!

Тел-тештән һаҡлаһын,

Юҡ яланан яҡлаһын!

Раббым-Хоҙайым!

Бер һиңә тапшырам,

Ҡазаларҙан ҡурсала!

Амин!

Ебәрҙем аманат,



Ҡайтар сәләмәт!
Ҡыҙ йәрәшкәндә, ҡыҙ йәшергәндә (217)

Ҡара бейә һуйҙығыҙ,

Ҡаҙыһына туйҙығыҙ.

Миңә тигән ҡыҙығыҙҙы

Төнөн ҡайҙа ҡуйҙығыҙ? –

тип һамаҡлаған кейәү тейешле кеше.


Кәләш кейәүләгәндә һамаҡлау (281)

Аҙна кистәре етәлер,

Ҡыҙҙар кейәү көтәлер.

Аҙна араһы етмәйсә,

Кейәү килеп етәлер.
Сәфәр сыҡҡан кешегә теләк әйтеү (281)

Хызыр Ильяс булһын юлдашың –

Мең дошманға торор бер башың.
Яңы ай күргәндә (248)

Ай күрҙем аман менән,

Ҡуйыным тулы ҡөръән менән.

Яңы айларҙы күргәнсе,

Йәшәт, Хоҙай, иман менән.
Ай күрҙем аман менән,

Күңелем тулы иман менән.

Ошо айҙарҙа вафат булһам,

Үткәр, Хоҙай, иман менән.


Һармаҡтар, таҡмазалар

Әтәс менгән өҫтәлгә

“Ки-ки-ри-күк” итәргә.

Әтәскә повестка килгән

Әрмеләргә китәргә.

Әтәс әйтә “бармайым”,

Тауыҡ әйтә “ҡалмайым”,

Һин әрмегә киткәс тә,

Бер күкәй ҙә һалмайым” (136).
Әтәс менгән ситәнгә

“Ки-ки-ри-күк” итергә.

Әтәскә лә хәбәр килгән

Әрмеләргә китергә.


Әтәс китте әрмеләргә

Котелогын күтәреп.

Тауыҡ бахыр илап ҡалды

Бағанаға терәлеп (136).

(Рәсимә Ураҡсина яҙып алған)
Барҙыҡ борсаҡҡа,

Тейәнек ҡорһаҡҡа.

Килеп сыҡты Ҡотоп,

Алды беҙҙе тотоп.

Килеп сыҡты Миргәрәй,

Бына беҙҙе биргәләй.

Килеп сыҡты Әпәләй,

Бына беҙҙе төпәләй.

Килеп сыҡты Шәүәләй,

Бына беҙҙе әүәләй.

Килеп сыҡты Николай,

Бына беҙҙе тапалай.

Ул китте үрәтниккә

Үрәтник әйтә “атам” тип,

Беҙ сығып йүгерҙек“ҡайтам” тип (195).

(Рәсимә Ураҡсина яҙып алған)


Нисек итһәң дә ит,

Шишмәгә барып ет.

Шишмәгә барып етһәң,

Бешә бутҡа менән ит (130)

(Рәсимә Ураҡсина яҙып алған)

Тел төҙәткестәр (132)

– Был нимә?

– Шешә – иртәгә ҡулың шешә,

– Суйын – иртәгә һинең туйың,

– Һаумы – әллә һин быҙаумы?

– Ун ике – иң матур ҡыҙ минеке,

– Таба – иртәгә бала таба,

– Шәпме – әллә һин ишәкме?

– Иртәгә – сыҡҡан кәртәгә.
Һыу ингәндәге әйтемдәр (132)

Бығыр-бығыр бығырлатам,

Йөҙ самауыр ҡайнатам (һыуға сумып тын сығарыу).
Һыу инеп бөткәс (132)

Иҫәнлеккә-һаулыҡҡа,

Таҙалыҡҡа, байлыҡҡа!

Шулай тиҙәр ҙә, башты артҡа ташлап, танауҙы баҫып сумалар, сәс тәртипкә килә.


Тәмәкеселәрҙе үсекләү (127)

(Рәсимә Ураҡсина яҙып алған)

Аңҡыш-мыңҡыш,

Тәмәкесе – тыңҡыш,

Торған өйө мунсалай,

Тартыуынан бушамай.

Мөрйә танау, мейес ауыҙ,

Борҡолдап тора яуыз.

Мейес һыларға ҡушабыҙ,

Тәмәкеңде ташлатабыҙ.


Нурый, Нурый,

Тәмәке тарта юрый.

Тәмәкеһен гел урай,

Уға япраҡ урлай.

Урай-урай төн сыҡҡан

Төтөнөнә тонсоҡҡан.

Унда көлөн төшөргән,

Салбарына ут ҡапҡан.

Урамға сығып ҡасҡан,

Салбарҙарын төшөргән,

Тубыҡтарын бешергән (134).

Тәмәкеһен ҡабыҙған,

Һеләгәйен ағыҙған.

Тәмәкеһе түгелгән,

Илай-илай йүгергән.

Тәмәкесе, минән кесе,

Тәмәкесе – хәйерсе (158).
Үсекләшеүҙәр (127)

(Рәсимә Ураҡсина яҙып алған)

Хәйбул – Хабыш,

Аяғы-ҡулы салыш.

Буйы-һыны бер ҡарыш

Тәмәкеһе биш ҡарыш.


Бар ине, ти, юҡ ине, ти (204)

(Ғәббәсова Гүзәл Муллағәли ҡыҙы яҙып алған һәм ебәргән)

Бар ине, ти, бер Нары,

Итәгенә тейәгән, ти, тары.

Бара торғас йығылды, ти, Нары,

Итәгенән түгелде, ти, тары.

Йыйылды, ти, тауыҡ,

Сүпләйҙәр, ти, ҡабып.

Йыйылды, ти, сыпсыҡ,

Сүпләйҙәр, ти, соҡоп.

Йыйылды, ти, ҡарға,

Сүпләйҙәр, ти, бары ла.

Нары илай, ти,

Сүпләй алмай тары,

Сүпләр ине тары,

Бара алмай ары.

Барыр ине ары,

Ҡарғанан ҡурҡа Нары.

Килер ине бире,

Торған ере – соҡорҙоң яры.

Йығылды ла үлде, ти,

Бара алмай шунан ары.

Элек ике егет Өфөгә мәҙрәсәгә имтихан тоторға барғандар. Береһе имтихандарҙы уңышлы тотоп, икесеһе бирәлмәгән. Шул бирәлмәгәне былай тип һамаҡлай икән:

Эй, Хәйбулла, Хәйбулла,

Беҙ киткәнгә ай була.

Һин дә мулла, мин дә мулла

Атҡа бесән кем һала.

Һинең атаң – итексе,

Минең булды – көтөүсе.

Имтиханды бирер инем,

Арттан булһа этеүсе.
Уҡып мулла булмаҫһың,

Суҡып ҡарға булмаҫһың.

Мин дә хәҙер ҡайтып китһәм,

Барыбер уҡый алмаҫһың

– тип алып ҡайтырға һамаҡлай, ти, уҡырға кергән егетте (305).
Туйҙа тауар килтереү (141)

Алып килгән тауары

Элеп кенә ҡуймалы.

Муйынсағы теҙелгән,

Таҫтымалы бөрөлгән.
Димләүсенең сеңләүе (304)

Асыуланмағыҙ миңә:

Дөрөҫ әйтәм һүҙҙәрҙе.

Мин буш эште башҡарам,

Килдем ҡыҙҙы күҙләргә.

Мин йәрәшкән кешенең

Күркәм булыр ғаиләһе.

Оҫта ҡуллы атаһы,

Төҙөк уның өйҙәре.

Фиғеле яҡшы булыр,

Матур биләмәләре.

Уңған уның инәһе

Өҫтәле ипле булыр.

Һүҙкәйе баллы уның,

Нәҫелдәре бик хәлле,

Холоҡтары ныҡ яҡшы,

Тыуған-тыумаса тиеп,

Өҙөлөп торған йөҙҙәре.

Егетебеҙ бер тигән –

Милләттең йөҙөк ҡашы.

Батыр ыласын кеүек

Булыр ғаиләнең башы – тип йырлағандар.



Информант иҫкәрмәһе: Сибәр еңгә күп йылдар Әлшәй, Дәүләкән тарафтарында димләүсе булып йөрөй.
ТИҘӘЙТКЕСТӘР

Күрше күркә Ҡәйүм күҙҙәрен ҡыҫа-ҡыҫа, ҡулын ҡаҡ маңлайына ҡуйып, күккә ҡарай-ҡарай ҡояштың ҡыҙарып күтәрелеүен, ҡып-ҡыҙыл нурға күмелеп ҡырҙарға ҡалҡыуын күҙ ҡабағы аҫтынан күҙәтте (132).


Шыпыр-шыпыр, шыптыр-шыптыр, ҡыптыр-ҡыптыр, мейес артында, мейес аҫтында, шыптырлағыс шыптырлай (телмәрҙе үҫтереү, хәтерҙе яҡшыртыу өсөн)
Хәсрәттең тоҡсайының ҡапсығының ауыҙына бәйләнгән бауының ебенең һүрендеһенең осо (157).
Мәкәримов Мирсаяф Мирғәли малайы машина майы менән маңлайын майлаған да мендәренә менеп мендәрҙе майлаған (“М” хәрефенә һүҙлек) (157).
Ҡапҡан таптым, ҡапҡанға ҡаптым,

Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ,

Ҡапҡа ҡаҡма, тотҡа ҡаҡ! (204)
Ғөрөф-ғәҙәт, ышаныуҙар, тыйыуҙар
Тырнаҡ алыу көндәре (302)

(Информант инәһе Мәрйәм абыстайҙан (1896 йылғы)

яҙып алған)

Дүшәмбе – тырнаҡ киҫмә, ғауға сығар.

Шишәмбе – ярамай торған көн, ғүмерҙәрең ҡыҫҡарыр.

Шаршамбы – ярамай, насар бәндәләргә юлығырһың.

Аҙна кис – ярай, Хоҙай тәғәлә алдында таҙаланырһың.

Йома – ярай, Хоҙай тәғәлә сауабында булырһың.

Шәмбе – ярамай, гонаһларҙан һаҡлан.

Йәкшәмбе – ярамай, тормоштоң бәрәкәте китәр, йәм тапмаҫһың.


Умартасылыҡҡа бәйле (35)

Беҙ ғүмер буйы ата-бабайҙарым, ҡартым яғында солоҡсолоҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләндек. Ҡайһы бер йылдарҙа умарталар һаны 30-40-ҡа еткән ваҡыттар булды. Бал ҡорто айырғанда, күсте йыйғанда ҡайным менән ҡәйнәм еҙ һауытҡа шаҡылдатырҙар ине, былай эшләгәндә тауышы матур сыға, ҡорттарҙың башы ауыртмай, тиҙ генә билгеләнгән урынға күләгәлеккә йыйыла. Хәтерҙә ҡалғандарҙан:

Күс, күс, күс иле,

Балҡортомдоң бер иле.

Күләгәлек ҡуйылған,

Шунда ғына ҡунығыҙ!

Осоп китеп йыраҡҡа

Әрәм-шәрәм булмағыҙ!

Тубылдарға инерһеҙ,

Һеҙгә күптән баҡсамда

Умарталар ҡуйылған.

Матур итеп йыуылған,

Кәрәҙләр ҙә ҡуйылған.

Ашарға ла бирермен,

Бик яҡшылап ҡарармын, –

тип, еҙ һауытҡа ҡаҡһаң, бәрәкәтле, бал ҡорттары хәрәкәтле, эшсән була, тиҙәр ине.


Изге батыр ҡәберенә теләк хәйере (138)

Ярыштауҙа бер изге батыр ҡәбере бар, шунда бөтөн йолаларҙы башҡарып, изге уй теләк менән барып, хәйер итеп баҡыр тәңкә һалһаң, бөтә теләктәрең ҡабул була. Ярыштауҙағы изге батыр ҡәбере – ихтилалда ҡатнашҡан юлбашсы ҡәбере ул. Күп тапҡырҙар ошо изге ҡәбергә теләк хәйере һалырға барҙым. Ул ҡәберҙә Ҫөләймән ҡарт ерләнгән тип һөйләйҙәр ине.

Барыр алдынан өс көн таҙарынып ғөсол ҡойонорға кәрәк. Ғәйбәт һөйләп, кеше менән әрләшеп, рәнйешеп барырға ярамай. Тауға барғас, ҡибла яғына атлап, уң аяҡтан “бисмилла-рахман-рахим, Хаҡ тәғәлә рөхсәте, ҡабул ит, изге батыр тауы”, – тип әйтергә кәрәк.

Изге уйҙа менеп, изге батыр ҡәберен 7 тапҡыр әйләнеп, ҡиблаға ҡарап ниәтеңде әйтәһең эстән, уң ҡулдан тәңкә ырғытып, доға ҡылаһың. Шулай иткәндә, теләктәр ҡабул була.


Элек ауылда Миңлеһылыу исемле бик нескә күңелле инәй бар ине, уның менән гел бергә, ҡыҙҙарҙы алып, еләккә барыр инек. Был инәй һәр ваҡыт тип әйтерлек тәңкәләр тағылған түшелдереген, уҡалап сигелгән сәсмәүен тағыр ине. Төртмә телле ҡыҙҙар шаяртып: “Инәй бигерәк матур кейенгәнһең, әллә берәйһе урманда көтөп торамы?” – тиҙәр ине. Матур итеп йылмайып инәй: “Балалар, тәңкә сыңлауын тыңлап ҡарағыҙ әле, был бит тылсымлы: беренсенән, күңелде күтәрһә, икенсенән, һәр эште ләззәт менән ошо тәңкәләр сыңлауына ҡушылып ихлас башҡараһың. Әгәр артта ҡалһағыҙ, ошо тәңкәләрем сыңлауынан аҙашҡанда ла табырһығыҙ” – ти торғайны (82).
Күҙ тейеү (29)

(ырым йола)

Элек боронғо ата-бабайҙар бөтә нәмәнең дә йәне бар, тип уйлағандар. Күҙ ҡарашының да зыяны тейә, тиҙәр. Бигерәк тә балалар, йәш балалар күҙегеүсән булалар.

Малайҙарҙың түбәтәйенә, ҡыҙҙарҙың бишмәтенә ҡусҡар ҡабырсаҡтары теккәндәр. Насар күҙ ҡарашы шул нимәләргә ҡарау менән көсөн юғалта. Йәш балаларҙың маңлайына буяу, йә ҡором һөртөргә була. Әгәр күҙ тейһә артыш ағасын ыҫлайһың, йә күҙе ҡаты булған кешенең берәй күлдәгенең ебен һүтеп, һүрентеһен яндырыр булғандар.

Малға күҙ тейеүсән була, аттарға йә булмаһа башҡа малдарға, ялдарына, йә ҡолағын тишеп, ҡыҙыл сағыу төҫтә берәй нәмә тағыр булғандар.

Өйҙөң кергән төшөнә артыш ағасы ултыртыуҙың файҙаһы бик күп.


Сихыр (139)

Борон-борондан алама көстәр менән, сихыр менән эш иткән кешеләр булған. Сихыр эләккән кеше ауырыуға һалышыр, ялғышып һөйләшер, ғаиләлә татыулыҡ китер, мал-тыуар ҡырылыуға сәбәп булыр. Был михнәттән, алама көстәрҙән һаҡланыу өсөн элек-электән Дим буйында, мең башҡорттарында, көрәшеү сараларын күргәндәр:

1. Өйгә керер ерҙә буҫағала ат дағаһы беркетелеп ҡуйылған. Бындай өй доғалы була. Аллаһы тәғәлә уның хужаларын ҡара көстәрҙән һаҡлар, насар ниәттәге кешеләрҙең уйҙары шул урында ҡалыр. Иҙән йыуғанда дағаның ҡырыйын һөртөп алғанда: “бисмиллаһир-рахманир-рахим, Аллаҡайым доғаларының көсө артып, ғаиләм, йорт-ҡура, мал-тыуарҙарымды имен-аман һаҡлаһын”, тип әйтергә.

2. Өйҙөң кергән яғынан, өй эсе яҡлап, ишек башына Аятел көрси элеү мотлаҡ. Алама көстәрҙән, алама уйлы кешеләрҙең уйҙары ишектең тыш яғында ҡалыр. Һәр тәҙрә, ҡашаяҡ башына ҡөръән сүрәләренең берәр аяттарын беркетеүҙең дә файҙаһы күп.

3. Ишек алдында, кергән кешегә күренерлек итеп, артыш ултыртыуҙың файҙаһы бик ҙур: насар ниәттәге кешенең күҙ ҡарашы шул изге ағаста ҡалып, ихатанан тышҡа алып ташлар. Артыш – муллыҡ, байлыҡ ағасы, мал-тыуарға бәрәкәтлек, йорт-тирәгә именлек, ғаилә кешеләренә иҫәнлек теләп тороусы, Алла тарафынан билдәләнелгән изге ағас. Уның ботағынан элек сырхау, сихыр тейгән кешегә сәй ҡайнатып биргәндәр. Бер ботағын алып, өйҙөң өрлөк ағасына ҡаҙап ҡуйғандар.

4. Бетеү тағылған кешегә һис ваҡыт сихыр эләкмәҫ тигән дә ырым бар. Күндән эшләнгән бәләкәй генә янсыҡҡа доғалыҡтар, йә мин Аллаһы тәғәләнән яратылған, мин Аллаһы тәғәләнең ышаныслы ҡоло, Хоҙай үҙе һаҡлар, тип яҙылған яҙыуҙы шул янсыҡ эслегенә ҡуйып теккәндәр. Быны һуғышҡа киткән, алыҫ сәфәргә юлланған кешеләргә биргәндәр.

5. Сөннәтләү – яңы тыуған баланы, йә булмаһа ауырыу кешене мунсала ҡарағай, шыршы, артыш ағасынан сыҡҡан йәшел һыуҙы алып, ҡиблаға ҡаратып, йыуындырған кешене, йә булмаһа үҙең кергәндә ҡиблаға ҡарау мотлаҡ, сүмес менән ошо һыуҙы алып, Аллаһы тәғәлә рөхсәте менән был донъяла сырхауһыҙ йәшә тип ҡойонорға. Унан һуң һөлгөгә һөртөнмәйенсә, тән кипкәс, һарымһаҡ йә булмаһа ҡыр йыуаһының бүлбеһен алып, шуларҙың тамыр өлөшөн киҫкәс. маңлайға яңы тулған ай һыны яһала. Был кеше бер ваҡытта ла сихыр, күҙ тейеү тигән нәмәгә бирешмәҫ.

6. Уң яҡта уң фәрештәләр булыр. Һәр ваҡытта йоҡонан торғанда, уң аяҡтан алда баҫ. Буҫаға тупһаһынан үткәндә, уң аяғынды беренсе атлатып сыҡ. Уң аяҡтан булһа, уңырһың.


Сихырҙы нисек итеп белеп була? Нисек һаҡланырға?

1. Ишек, тәҙрә янында тутыҡ ҡаҙаҡ, энә, башҡа осло ҡаптырма кеүек әйберҙәрҙе күрһәң, ҡул менән тотмайынса, берәй нәмә менән берәй һауытҡа һепереп төшөр, йә булмаһа ҡыяғаҙ, башҡа нимә менән тотоп, үҙ ихата-йортоңдан сығарып, ергә күм. Кеше йөрөгән ер булмаһын. “Эй, Хоҙайым, ошо әйберҙәрҙе һинең рөхсәтең башҡарыуыңда кире хужаһына ҡайтарһаң ине”, – тип әйтергә. Ҡарашың ҡиблала булһын.

2. Сәс, тырнаҡ төргәге, йә булмаһа башҡа әйберҙәрҙе кеҫәлә йә башҡа урында тапһағыҙ, ихатанан алып сығып яндырығыҙ. Үҙегеҙ ҡулланған мейестә булмаһын. Яндырғанда: “Үҙ теләктәрең үҙеңә афәт булып ҡайтһын”, – тип әйткәндәр.

3. Сүп, йыуынты һыуҙарын төрлө урынға түгергә ярамай, ихатаның бер кеше йөрөмәй торған мөйөшөнә соҡор яһап, шунда түгеү файҙалы. Шулай эшләмәһәң, уң фәрештәләрҙе һул фәрештәләр еңер – ул ғаиләңә, яҡындарына сир булып ҡайтыр. Бәхетһеҙлек билдәһе – ауырыуға сәбәп булыр.

4. Өй эсендә энә кеүек әйберҙәрҙе билгеле һауытта һаҡла. Бысаҡ, сәнске кеүек осло әйберҙәрҙең һәр ваҡыт осло өлөшө аҫҡа табан ҡарап торһон: йөҙө менән өҫкә ҡараһа, был ыҙғышҡа, уң фәрештәләр менән һул фәрештәләр араһында тауыш сығар.

Балтаны тышта ҡалдырма, ишектән кергәс тә уң яҡҡа ҡуйһаң, яҡшыраҡ.

5. Урам яҡҡа ҡараған тәҙрәләрҙә һәр ваҡытта сәскә ата торған гөл ултырт: насар ниәттәге ҡараштар яҡшырыр, дәүләтең имен-аман булыр. Тыш яҡтағы тәҙрәләрҙе йыуғандан һуң тоҙло һыу менән сайҡаһаң, насар уйҙар берекмәҫ.
Мейес сығарғанда (66)

Мейес сығарғанда хужабикә менән кәңәшләшеп, мейес нисегерәк була, ауыҙы ҡайһы яҡҡа ҡарарға тейеш – ошо турала алдан һөйләшелә. Унан һуң, беренсе кирбес һалғансы, доға ҡылып һамаҡлар инек:

Сығарылған мейескәйем

Өй эстәрен йылытһын.

Табаларға икмәк һалғас,

Ҡабарып тәмле бешһен!

Унан һуң “бисмиллаһир-рахманир-рәхим” тип, беренсе кирбесте майлап, ҡиблаға ҡарап ҡуяһың.
Өй һалғанда (98)

Өй һалғанда, өйҙөң 4 мөйөшөндәге нигеҙ ташына доға уҡып, 1-әр тәңкә аҡса ҡуялар.

Тормош муллыҡта булһын,

Дәүләтем байлыҡта булһын.

Нигеҙ йорттарым ҡоромаһын,

Нәҫелем ырыҫлы булып,

Һау сәләмәт ғүмер итһен.

Амин! – тип доға уҡыла.


Йығылған ергә төкөрөп, типкеләп:

“Бәрейгә таш, миңә аш бир, Хоҙайым”, – тип, өс тапҡыр төкөрөп китергә (258).


Мунсанан сығып киткәндә:

– Минән һуң мулла менән оҫтабикә килә, – тип ишекте ябырға. Ен-шайтандар байрам ҡормаһын өсөн шулай әйтелә (258).


Һалдат оҙатҡанда (256)

Һалдатҡа киткән егеттең әсәһе икмәк тешләтә, ҡалғаны аҡ сепрәккә төрөп, быяла йәки ағас һауытҡа һалып, һандыҡҡа, йә булмаһа шкафҡа алып ҡуйыла.

Баланы ризығы өйгә саҡырып торһон өсөн шулай эшләнә. Ҡайтҡас, ҡалған һыныҡты ашатаһың.
Яңы ай тулғанда әйтә торған теләк доғаһы була. Теләгеңде әйтеп, фатиха ҡылһаң, теләгең ҡабул булыр(163).
Хәмер тураһында (16)

Заһиҙуллин Вәлиулла Хәмиҙулла улы үҫмер саҡта Искәндәр исемле остазда һабаҡ ала. Уның ҡултамғаһы ҡуйылған 20-ләп иҫке төрки телендә йыйылған китаптар Зәһиҙуллина Тимербикә инәйҙә һаҡланған. Вәлиулла олатай Бөйөк Ватан һуғышына алынып, 170 СД ҡатнаша. 1942 йылдың март айындағы барған ҡаты алышта билдәһеҙ ғәйеп була (Өфө архив документтарынан). Иҫке төрки яҙыуын яҡшы белгән юғары белемле, Мәкәш ауылында тыуған Рәшитова Фәнисә Мәүлитҡол ҡыҙы тарафынан тәржемә ителгән бер нисә ҡыҙыҡлы яҙыу бар. Был китаптарҙың күбеһе Стәрлетамаҡ Нур типографияһында баҫылған.

Эй, мөьминдәр! Иҫерткес эсемлектәрҙән һаҡланығыҙ! Аҡылды томалаған һәр иҫерткес эсемлектән, отош уйындарының һәммәһенән, нәжес эшләрҙән йыраҡ булығыҙ. Хәмер – кешене юҡ итә торған иң көслө нәмә, ул кеше аҡылына, тәненә, диненә зыян килтерә; ғәиләне тәрбиә ҡылыу һәм ҡайғыртыуҙан айыра, ҡатыныңдан һәм балаларыңдан йыраҡлаштыра. Ул йәмғиәт, халыҡтарҙың рухи, матди һәм әхлаҡый тормошо өсөн ҡурҡыныс янай.

Хәмер менән бәйләнеү – һәр мөьмин өсөн гонаһтыр.

Хәмер таптырыусы, эсеүсе, хәмер эсеүсе менән бер өҫтәлдә ултырыусы;

Хәмер һатып алыусы һәм һатыусы, хәмер менән сауҙа итеүсе, хәмер һатыуҙан алған керемде ашаусы – быларҙың һәммәһе гонаһлы.

Мөьмин мосолман хәмерҙе бер ваҡытта бүләк итергә тейеш түгел. Хәмерҙе бүләк булараҡ ҡабул итеүҙән йыраҡ тор.

Бынан тыш. Мөьмин мосолмандарҙың йәшәү ҡағиҙәләре:



Мосолманға 9 ҡағиҙә

  1. Кешеләрҙән мыҫҡыллап көлөү, уларҙы мәсхәрәләү гонаһ. Аллаһы тәғәлә һеҙҙең тышҡы ҡиәфәтегеҙгә һәм байлығығыҙға ҡарамай. Ул һеҙҙең күңелегеҙгә һәм йөрәктәрегеҙгә ҡарай. Ғәрип, ярлы кешеләрҙән көлөү – гонаһ.

  2. Мосолманға башҡа кешенең яманатын һатырға, кеше турында яман һөйләргә, аны яманларға, кимселектәрен эҙләргә вә уларҙан көлөргә ярамай.

  3. Исламда бер-береңде үртәп, ҡушаматтар ҡушыу рөхсәт ителмәй. Быларҙы эшләүсе йәмғиәтеңдәге әхлаҡ, әҙәпте инҡар итә, туғандашлыҡты ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.

  4. Йәмғиәттә күңел сафлығында булығыҙ. Ышаныс менән йәшәргә кәрәк. Яман фекерҙә булыу – насарлыҡтыр.

  5. Эске һәм тышҡы сафлыҡта булығыҙ. Хужаларҙан рөхсәт алмайынса һәм уларҙы сәләмләмәйенсә өйҙәренә кермәгеҙ. Әгәр өйҙә кеше булмаһа, керергә рөхсәт булғансы, атлап үтмәгеҙ.

  6. Нахаҡ һүҙ һәм яманлауҙан йыраҡ булығыҙ. Берәүҙәрегеҙ башҡаларҙы улар юғында яманлау – гонаһ эштер.

  7. Яманлау ниәтендә әйтелгән нахаҡ һүҙ һәм ғәйбәт ҙур гонаһ. Ғәйбәттән йыраҡ тор.

  8. Кешенең дәрәжәһен төшөрөү, кәмһетеү, пакъ мөьминәне аҙғынлыҡта ғәйепләү, абруйын төшөрөү ямандыр. Мөьминдәр хаҡында яманат таралыуын яратыусыларға был тормошта вә әхирәттә ғазаплы яза булыр. Аллаһ тәғәлә белә, ә һеҙ белмәйһегеҙ!

  9. Ислам кеше ғүмерен изгеләштерә вә йәнен һаҡлай. Кеше үлтереү, уның йәненә ҡул һуҙыу ауыр гонаһ иҫәпләнә. Мөьминде үлтереү – гонаһлы эш, язаһы –мәңгегә йәһәннәмдә яныр. Аллаһының асыуы ундайҙарға бөйөк, ҡарғышы көслө вә әҙерләп ҡуйылған язаһы мәңгелек. Аллаһ тыйған йәнде хаҡһыҙ үлтермәгеҙ.

Еләккә барғанда (275)

Берәй әйбер юғалғанда йә еләккә барғанда:

Табып бир, табып бир,

Табып бирмәһәң,

Биш балаңды үлтерәм, –

тип ҡурҡытып ендән эҙләтәһең.


Башҡа сыҡҡан йәштәрҙе ҡотлағанда (199)

Көнөн күрһен, көлөндә аунаһын!

Шулай тигән теләк тә бар: Ярар, үҙҙәренә бер башҡа мөрйәнән төтөн сығарһындар! Үҙҙәре нисек теләй, шулай йәшәһендәр әйҙә, – тиҙәр ул саҡта.
Һунарға сыҡҡан ваҡытта һунарсылар уй йәшерер булған, йәғни ауға сығарҙарын берәүгә лә әйтмәй, сер итеп тота. Һөйләһәң, кейек һиҙеп ҡала, тип уйлағандар (183).
Ҡойон уйнағанда уртаһында ҡалмаҫ өсөн (206)

Тфү! Тфү! Тфү!

Ҡара йылан ҡамсыһы!

Дауыл сыҡһа шулай 3 тапҡыр төкөрөргә. Дауыл-ҡойон эсендә ҡалырға ярамай.


Сәс менән тырнаҡ алғанда (206)

Бисмиллаһир-рәхмәнир-рәхим!

Был донъяла көл бул,

Теге донъяла гөл бул,

Яуап көнө гөл бул!

Сәсте мейескә яҡҡанда, шулай тиҙәр. Теге донъяла сәстең бөртөгө һайын һорау бирәләр, шунан яуап алалар, ти.



Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   18


©kzref.org 2017
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет