Дәүләкән ынйылары



жүктеу 3.67 Mb.
бет4/18
Дата07.05.2019
өлшемі3.67 Mb.
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   18

Тырнаҡ киҫкәндә (206)

Бисмиллаһир рәхмәнир рәхим!

Бәрейгә – ҡамыр тырнаҡ,

Миңә тимер тырнаҡ! – тип әйтергә кәрәк.



Сәфәр сығыусыға (206)

Сәфәр сығыусының биленән икмәкте 3 тапҡыр ураталар ҙа, шулай тиҙәр:

Хызыр Ильяс Хөбби хужа ярҙамсың,

Хызыр Ильяс булһын юлдашың.

Юлың уң булһын,

Ун ике мөсәлең һау булһын.

Йә Ханнан, Йә Маннан,

Эй, Хоҙайым, үҙең һаҡла,

Дошмандың күҙен ҡапла,

Ауыҙын бәйлә, телен сис!


Кеше үлгәндән, мәйетте оҙатҡандан һуң, ҡапҡа бикләп алынырға тейеш. Ошо һүҙҙе әйтеү мотлаҡ:

Әлхәмдүлиллаһи рабби ғәләм

Ҡайғыларым ҡабат ҡаралма.

Ҡапҡаларым ҡабат асылма,

Әжәлләрҙе ҡабат йөрөтмә –

тип, тиҙ генә ҡапҡаларҙы ябып ҡуярға кәрәк (42).


Мосолман кешеһенең иң яҡшы сифаттарының береһе ул – сабырлыҡ, ти. Сабыр иткән кеше һәр ваҡыт уйлап эшләр.

Сабырлыҡ – ул алтын һары,

Һандыҡ төбөндә булыр.

Һәр эште фекер йөрөтөп,

Уйлап башҡарыу кәрәк.

Шул сағында ирешерһең

Ҡуйылған маҡсатыңа – тип өйрәтәләр ине элек мәҙрәсәлә (245).
Информанттың 81 йәшлек оләсәһе Миңлеһылыу исемле әбей 19-сы йылдар тирәһендә вафат була. Оло йәштәрҙә булыуына ҡарамаҫтан, гел ауылын һағынып йырлар булған. Ҡаҙанғол – Иҫке Яппар аралары 5 саҡрым ғына булһа ла, көнөнә ауылына барып ҡайтыр булған. Яҙын ҡоштар килһә, көҙөн ҡоштар китһә лә, ҡайттылар, киттеләр микән тип һөйләр булған.

Был донъя менән хушлашыр алдынан ауылына барып нәҙер саҙаҡаһы тапшырам тип, юлға сыға. 80-дән уҙған әбей ауырып та тора, был яңылыша тип, Байбулатты ла эйәртеп ебәрәләр. Был инәй бик дини булған, нәҙер саҙаҡаһын 7 кешегә, аҡ диндә булған ауылдың хөрмәтле кешеләренә тапшыра. Нәҙер саҙаҡаһын былай башҡара: ҡуш ус аҡ ондо ямыяҡҡа һала, “бисмиллаһир-рахманир-рәхим” тип, төбәп килгән кешеһенә бирә. Алған кеше күкрәгенә, йөрәк янына, ҡуйып: “Аҡтан аҡ, сафтан саф булып, хәйереңде Хоҙай тәғәлә ҡабул итһен”, – ти ҙә, уны ике ҡулы менән тотоп, ямыяҡты үбеп өҫтәлгә ҡуя. Шунан Ҡөръәндән сүрә уҡылып, хәйер бирелә һәм доға ҡылына. Ҡайтыр саҡта Миңһылыу әбей: ““Оҙаҡламай мин фани донъянан ҡайтып китәм, ҫөйәктәремде тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатырһығыҙ, тыуған, тәүге тәпәй баҫҡан ерҙәремдә ерләрһегеҙ”, – тип, әхирәттәрен белгертә. Күп тә үтмәй, 1 ай тирәһе яттымы юҡмы икән, йәй айҙарында Иҫке Яппар ауылында был әбей ерләнә (22).


Ҡарын сәсен алыу, ҡаш һыҙыу (191)

Баланың ҡарын сәсе ҡырҡы сыҡмаҫ элек алына. Баланың ата-әсәһе ҡарын сәсен алыусыға бүләк бирә. Ҡарын сәсен утҡа яғырға ярамай, уны төрөп, ҡыҫтырып ҡуялар. Шунан ҡарын сәсе сәйен эсерәләр.


Йығылғанда (24)

Кеше аяҡ аҫтында ятҡан әйбергә һөрөнөүсән. Утын ағасымы, тимерме, ташмы – барыбер: “Атам рухынан, әсәм рухынан” – тип, уны артыңа ташлайһың.


Ашлыҡ сәсеү (24)

Сәсеүсе билбау менән тубалды муйынына аҫып ала ла, ҡолас киреп орлоҡ һибә. Тәүге һибеүендә:

Йә Аллам, рәхмәтеңде киң ҡыл! – ти.

Икенсеһендә:

Ҡош-ҡорт ырыҫҡалына! – ти.

Артабан:

Мал-тыуарым ризалығына! – ти.

Бөтәһенә лә мул уңыштан өлөш юрай, тик үҙен генә әйтмәй.



Ҡалҡан төйөү, ҡылыс һындырыу (24)

Яуҙан еңеп ҡайтһалар, ир-егеттәр ҡалҡан төйәләр. Ҡалҡанды тубыҡтарына һалалар ҙа шунан устары, ҡушҡар һөйәге менән дөбөрләтәләр.

Илен һатҡан, ҡасып ҡотолған йә ырыу башлығына антын боҙған кешенең муйынынан тамғаһын алып ташлайҙар, баш кейемен һалдырып, өҫтөндә ҡылыс һындыралар.
Тыуған көнөңдә тырнаҡ алырға ярамай, сәс киҫергә ярамай.

Сәсте, тырнаҡты кешелә киҫергә ярамай.

“Бисмиллаһир-рахманир-рахим” тип, яндырырға кәрәк (289).
Бала йыуындырыу (281)

Баланы йыуындырғандан һуң, кендекәй “су-у-уп!” тип, сабыйҙың һырт буйынан аҡҡан һыуҙы ирендәре менән аҫтан өҫкә ҡарай һыпырып алып, ситкә төкөрә (шуны бала арҡаһынан йөн алыу, тиҙәр). Шунан әсәһе һөтө менән баланың тәнен һыпыра.

Сабыйҙы тәүге йыуындырғанда, йыуынтыға ете бөртөк тары һалалар. Икенсеһендә – 9 бөртөк, унан – 11. Шулай итеп мунсала йыуындырған һайын 41-гә тиклем таҡ һанына тары һалып сығалар. Был йола баланың тарылай тәгәрәп, ырыҫлы, ғүмерле булып үҫеүен теләүҙе аңлата (игенде лә ҡулланырға була).

Бала тыуғас, бер туғандарына күрһәткәндә элек аяғын күрһәтәләр. Шулай итһәң, улар татыу була. Өлкәне кесеһен йәберләмәй.


Ни өсөн башҡорт ҡатындары сәскә тәңкә таҡҡандар? (12)

Боронғо башҡорт йолаһы буйынса, сәс ике толомға үрелергә тейеш булған, осона ике көмөш тәңкә таҡҡандар.

Был фани донъяла һәм әхирәтлектә (теге донъя) ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт ғорур, һис бер ваҡытта ауырлыҡтарға бирешмәй, баш эймәй йәшәргә тейешлекте, төҙ, һылыу йөрөргә тейешлекте белгерткән. Донъяға яралғанһың икән, һин һәр ваҡытта алға ҡарарға, үҙ маҡсатыңа ирешергә тейешһең. Сөнки һин әсә кеше, һиңә ҡарап, балаларың көслө булып үҫергә, донъяға яраҡлашырға тейештәр.

Икенсе яҡтан, көмөш тәңкәләрҙең һаулыҡҡа, арҡа мейеһенә файҙаһы бик күп, ауыртҡанлыҡ бөтә. Тәңкәләрҙең тауышы сихри тауыш сығарып, баш мейеһенә файҙа килтерә.



Сәскә елкәлек ҡуйыу – уңған, һәр эштә уң бул тигән маҡсат менән күберәген йәш ҡыҙҙарға ҡуйыла. Ҡыҙ кешенең елкә соҡорон ят күҙҙәр күрергә тейеш түгел. Елкә соҡоро ялҡаулыҡ билгеһе тигән ырым йәшәй. Тәңкәләрҙең сыңлауы ҡыҙ балаға һәр эште уйлап, йәштән үк теүәл, еренә еткереп, аҙағына тиклем атҡарып сығырға өйрәнеү кәрәклеген белгертеп торған.

Ҡалфаҡ, ҡашмау. Йәш ҡыҙҙар етлегеү осорона тиклем ҡалфаҡ кейгәндәр. Ҡалфаҡ ҡатыраҡ туҡыманан ҡуласа рәүешендә тегелеп, ҡырыйҙарына бәләкәй тәңкәләр тағылған. Тәңкәләр һаны таҡ булырға тейеш. Был иһә ҡыҙ әле йәрәшелмәгән, тормошҡа сыҡмаған, яңғыҙ тигәнде аңлатҡан. Ҡыҙ бала булыу – һәр ваҡыт яҡшылыҡ, яман эштән йыраҡ булыу билгеһе.

Тәңкәләрҙең сыңлауы һәр саҡ ата-әсәнең йөҙөн ҡыҙартырлыҡ эш ҡылмауҙы иҫкәртеп торған. Улар ят күҙҙәрҙең ҡарашын күҙ тейеүҙән арбап, сыңлап ситкә ебәреү маҡсатында эшләнгән.

Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар ҡашмау башлыҡ кейгән. Ҡатын-ҡыҙҙың былай кейенеүе – барса балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә изгелек теләү. Әсәнең бер ҡарашы, бер һүҙенән бала аңларға тейеш, ошо тәңкә сыңлауын улар һис оноторға тейеш түгел, ҡолаҡтарында ҡалырға тейеш. Ни өсөн тигәндә, ҡашмау кейеү, уның тәңкәләрен сыңлатыу балаларға бәхет теләү билгеһе булып торған. Ҡашмау – мәрйендәр (айырыуса ҡыҙыл төҫтә) теҙеп, тәңкә-сулпы баҫып, оҙон ҡойроҡ төшөрөп эшләнгән кейем. Ҡойроҡ (олон) арҡа үҙәге буйлап, тубыҡ бөгәренә тиклем етергә тейеш. Ҡашмауҙа быуын-быуынға байлыҡ, иҫәнлек, оҙон ғүмер теләү көсө бар тип иҫәпләнә.

Ҡаралыҡ – төрлө төҫтәге буяуҙарға манып эшләнгән сәсмәүлек остары. Суҡлап һумлыҡ, көмөш тәңкәләр йә суҡ ҡуйып эшләнә.

Был ҡаралыҡты һәр ваҡыт өс артмалы итеп эшләгәндәр. Был иһә һәр башҡорт ҡатыны өс быуынға үрнәк булырлыҡ тәртипле балалар, әҙәпле быуын тәрбиәләргә бурыслы тигәнде аңлатҡан.



Сыңлы алҡа һәр ваҡыт сыңлы, моңло тауыш сығарып, яҡшы хәбәрҙәр генә килтереү уйынан, аҡыллы, яҡшы кәңәштәр генә ишетергә теләү ниәте менән тағыла.

Металл биҙәүестәрҙең сере. Баҡыр тәңкәләрҙең көсө бик ҙур. Һыҙлаған ергә баҫыу өсөн тәңкә, ҡан баҫымын көйләү өсөн, йөрәк дөрөҫ типмәгәндә, баҡыр беләҙек, йөҙөктәр йөрөткәндәр. Көмөш тәңкәләрҙе һыуға, һөткә һалғанда насар, йоғошло сирҙәр йыраҡ булыр. Көмөштән эшләнгән һауытта һыу оҙаҡ боҙолмаҫ, уның һаулыҡҡа файҙаһы бик ҙур, тиҙәр.

Башҡорт кейемдәре ике башлы һөлөк биҙәге (лиана биҙәге – S) менән биҙәлгән. Был билге – мәңгелек билдәһе. Кеше донъяға килгән икән, тайпылмайса ошо донъя юлын үтергә, үҙенең нәҫел ебен өҙмәҫкә тейеш тигәнгә ишара был билге.

Башҡорт кейемдәрендә осраған ат башы биҙәктәре был тормошта ат менән башҡорт халҡының тығыҙ бәйләнеүенән.
Башҡорттарҙа иҫәнләшеү (231)

“Әссәләмәғәләйкүм” тигәнгә, “Вәғәләйкүмәссәләм” тип яуаплау – оло кешеләр менән иҫәнләшеү, динлелекте, иманлылыҡты, мосолман кешеләренең берҙәм булыу билгеһе.

“Һаумыһығыҙ” – кешеләрҙең дәрәжәле, белемле булыу билгеһе.

“Иҫәнмеһегеҙ” – үҙеңдең яҡындарың менән иҫәнләшеү.

“Шәпмеһегеҙ” –атта һыбайлы кеше менән иҫәнләшеү, был бер үк ваҡытта атҡа ла сәләм биреү билгеһе.

“Арыумыһығыҙ” – ауырыу менән сәләмләшеү, йәғни “арыуланаһыңмы?” тигәнде аңлата. Өлкәндәр менән иҫәнләшкәндә йәш ир-егеттәр баш кейемен һалып, күкрәгенә ҡуйырға тейеш – был хөрмәт билгеһе. Ике ҡул менән күрешеү – дуҫлыҡ билгеһе. “Сәләм” тип, йәш-елкенсәк иҫәнләшә.


Ышаныуҙар (248)

Йома көндө кер йыуырға ярамай. Әгәр кем дә изге көндө кер, иҙән йыуһа, бысраҡ һыуҙарын, үлгәс, үҙенә эсерерҙәр.

Шишәмбе көнө юлға сыҡма. Оло эш башлама, уңмаҫһың, тиҙәр. Һәр кемгә лә ҡағылмайҙыр бәлки. Ололар әйтеүенсә, шишәмбе кире кирелемән кешегә генә ыңғай була, икән.
Дим, Өршәк буйы башҡорттарында күҙ тейеүҙән һаҡлау өсөн яңы тыуған ҡаҙ бәпкәләрен ат ҡыубашынан күҙ төбө аша үткәреү ғәҙәте булған (196).
Әгәр тауыҡ йомортҡа баҫырға ултырмаһа, уға ҡуян тиҙәге ашаталар. Тауыҡ шунда уҡ себеш баҫырға ултыра.

Себештәргә күҙ теймәһен өсөн, уларҙы иләккә һалып бер нисә минут төтөндә тоталар (264).



ХӨРӘФӘТТӘР
Арбаҙ эйәһе (293)

Ҡышҡы һалҡында төнөн һыйыр быҙаулағанда, аҙбар эйәһе йоҡлап ятҡан хужаны: “Тор, һыйырың быҙауланы!” – тип уятыр булған. Йәки: “Ни эшләп ятаһың, мунсаңды яҡ!”, “Келәтеңә ҡараҡтар төштө!” – тип, өй эйәһе вайымһыҙ йоҡлап ятҡан хужаны иҫкәртер, ти.


Хазина эйәһе (308)

Берәйһе берәй ергә хазина йәшерһә, йылдар үткәс, шуға йән инә. Кешегә ул һарыҡ бәрәсе булып та, кеше, эт ҡиәфәтендә лә, башҡа төрлө лә күренә, ти. “әгәр уны күргән урынға көл йә ҡоро тупраҡ һалып сыҡһаң, ул ҡайҙа эҙен ҡалдыра, шул урынды соҡоп ҡарарға кәрәк: хазина шунда ятыр, ти.




им-том, Халыҡ медицинаһы
Мунса ингәндә, кесерткәнгә ҡушылып эшләнгән ҡайын миндеге бик яҡшы, файҙаһы күп. Кейәү сәскәҫен ҡайнар ҫыуға ҫалып, бер нисә тапҡыр ташҡа тигеҙеп алҫаң, хуш еҫ тарала, тын алыу юлдары яҡшыра (140).
Элек ауылда Миңлеһылыу исемле бик нескә күңелле инәй бар ине. Уның менән гел бергә, ҡыҙҙарҙы алып, еләккә барыр инек. Шул иҫтә ҡалған: урманда берәй ҡырмыҫҡа өйөмөн күрһә, ҡурай ботағын һындырып алып, ошо өйөмгә индерер ине. Бераҙ торғас, ҡиблаға ҡараған килеш, ошо ҡырмыҫҡа иләүенә эйелер ҙә, сәғәт йөрөшөнә ҡулдарын йәйеп, тейер-теймәҫ кенә йөрөтөр ине. Бераҙҙан иләү өҫтөнән ҡулын алып, битен һыпырыр ине. Ҡулдарын йөрөткәндә былай тип һамаҡлауы хәтерҙә ҡалған:

Иләү-иләү иләктә,

Иләүҙәрҙә ҡырмыҫҡа.

Минең башым ауырта

Ҡан баҫымым бик түбән.

Һеҙҙең ғаилә бик күмәк,

Мин бер үҙем яңғыҙым.

Миңә ярҙам итегеҙ,

Хәлкәйемде белегеҙ.

Шулай итһәң, баш ауыртыуы бөтә, тиер ине. Иләүгә тығылған көпшәне алғас, ҡырмыҫҡаларын һыпырып төшөрөп ебәреп: “Уны бер нисә тапҡыр һулаһаң, тын юлдары яҡшырыр”, – тиер ине (82).


Күҙ тейгәндә (98)

Балаға күҙ тейгәндә, элегерәк Ҡырҡөйлө мең башҡорттарында ошондай йола булған. Ул хәҙерге ваҡытта ла Дим буйы башҡорттарында һаҡлана.

Доға уҡыла, тәҙрәнең быуын алып, баланың башына, арҡа өлөшөнә һөртөлә, һөрткәндә ошолай тип һамаҡлайҙар:

Ерҙән килһәң – ергә кит,

Елдән килһәң – елгә кит,

Һыуҙан килһәң – һыуға кит,

Күҙҙән килһәң – күҙгә кит!

Минең күҙем теймәгән,

Ғәйшә-Фатиманыҡы,

Иншалла, төҙәлерһең,

Иншалла, терелерһең.

Өс яҡҡа ҡарап: “Тфү-тфү-тфү, Собханалла, иншалла”, – тип әйтергә кәрәк.


Балаға күҙ тейгәндә (98)

Таҙа, тишекле һөйәк алына. Тәүҙә күҙ тейгән кеше алдында бик таҙа итеп йыуылған ҡомғанға таҙа һыу һалына. Шунан таҙа таз ҡуйылып, һөйәкте күҙ тейгән кешенең башынан саҡ ҡына бейегерәк тотоп, таҙа һыуҙы ошо һөйәк аша үткәрергә:

Кемдең күҙенән тейгән,

Ошо күҙлектән аша

Аҡҡан таҙа һыу кеүек

Сирҙәрең ағып китһен.

Һау, сәләмәт, таҙа бул! –

тип һамаҡлап доға ҡылырға кәрәк.


Ҡайраҡ сирен имләү (275)

Көйәнтә аша атлап сыҡһаң, шеш сыға. Был шеште ҡайраҡ, ҡайраҡ сире тип йөрөтәләр. Уны ҡайраҡ менән имләйҙәр. Берәү “ҡайраҡҡа” ҡайраҡ менән төртөп ала, икенсеһе: “Ни булған?” – тип һорай.

– Ҡайраҡ булған, ҡайраҡ имләйем – ти тегеһе.

Шулай өс тапҡыр ҡабатлана. Шунан: “Име-томо шул булһын!” – тип, ҡайраҡты ташлайҙар.


Ауыҙлыҡ, йотҡолоҡ булғанда (241)

Йотҡолоҡ булып тамағы ауыртҡан балаға ҡарап, имсе:

– Ни булған? – ти. Әсәһе:

– Йотҡолоҡ булған! – ти. Шунан ауырыу:

– Тауҙы, ташты йотам - хуп! – тип, өс тапҡыр төкөргән.
Тамағым ауырта, тау йотам,

Тамағым ауырта, таш йотам,

Тфү, тфү, тфү! – тиһәң дә ярай.

Әпсенләү (141)

Әпсен-төпсөн,

Бүрәнә баҫһын,

Бер биҙрә ҡаны сыҡһын,

Бер биҙрә биҙе сыҡһын.

Бөлдөргәне бөтөп китһен,

Әпсен-төпсөн, үтеп китһен.

Сир-сир, сирмешкә,

Им – имгә,

Сир мөйөшкә,

Әпсен-төпсөн

Шайтан үпһен!


Йығылғанда (244)

Тфү! Тфү! Тфү!

Балаға ҡағылма, енгә ҡағыл,

Енгә ҡағыл!

Ай, Аллам, вай, Аллам,

Вай Аллам, вай Аллам.

Тыңламаның бит, балам,

Енгә ҡағылма, балам!

Бала йығылып китһә, шулай һамаҡлайҙар.
Тимерәүҙе имләү (191)

Имләү өсөн ҡаҙандың йә мейестең ҡоромон ҡырып алалар. Шунан тимерәүгә һөртәләр. Ата тимерәү, инә тимерәү була. Тимерәүҙе имләгәндә өҫтөнән ҡайраҡ йөрөтөп:

Бисмиллаһир-рәхмәнир-рәхим!

Им – имерләү,

Тим – тимерләү.

Ата булһа – аҙмаһын,

Инә булһа име шул! –

тип, 3 йә 7 рәт һыҙалар. Һамаҡ та өс йә ете ҡабат әйтелә. Шунан былай тиһең:

Бисмиллаһир-рәхмәнир-рәхим!

Бында сыҡма, тышҡа сыҡ! –

Имең-томоң шул булһын!

Минең имем түгел,

Ғәйшә, Фатималар име.
Йығылғанды имләү (191)

Кисен йығылһаң, нәҫтә ҡағыла. Шуға ла:

Шайтанға – ауырлыҡ,

Бәндәгә – еңеллек,

Тфү, тфү, тфү!

Шайтан, миңә ҡағылма!


Ваҡытында Ҡаҙанғол ауылы Исхаҡ мулланың инәһе [әсәһе] Сәбилә абыстай бик белемле мөғәллимә була. Ул һүҙгә йор, бик оҫта сәсән, ауылда табиб та була. Уға төрлө яҡтан ауырыуҙар килә. Уның дәрестәренән бер нисә өҙөк:

– Сир кешегә аяҡтан йәки баштан керер, шуға был ағзаларҙы бик һаҡларға кәрәк.

– Ялан аяҡ иртәнге ысыҡ төшкән ерҙә генә йөрөү файҙалы, ҡалған ваҡытта һәр ваҡыт аяҡ кейемендә йөрөргә кәрәк. Ауылда, урамда, бигерәк тә мал йөрөгән ерҙә йөрөһәгеҙ – ерҙән тиҫкәре көстәр генә аласаҡһығыҙ.

– Баш кейемендә йөрөү файҙалы. Ҡыҙҙар яулыҡ ябынмаһа, малайҙар түбәтәй кеймәһә, ҡояштың кире көстәрен генә түгел, башығыҙға насар туҙан ҡундырып, баш ауырыуҙарына юлығырһығыҙ. Ҡибланан иҫкән елдән генә ҡайһы ваҡыт сәстәрҙе наҙлатыу файҙалы.

Сәбилә абыстайҙың Һәрбилә исемле бик белемле табип ҡыҙы бар ине, теле менән күҙҙән сүп алыу, умыртҡа, быуын ултыртыу серҙәрен бик яҡшы белә ине (231).


Риүәйәттәр

Гөлғәйшә тауы, Гөлғәйшә ҡаяһы (59)

Элек Гөлғәйшә исемле бик матур ҡыҙ булған. Уның яратып ғашиҡ булған бик батыр егете булған. Был ҡыҙға күҙе төшкән бер бик бай кеше үҙенә өсөнсө ҡатынлыҡҡа алырға уға яусы ебәрә. Ҡыҙҙың ата-инәһе ярлы булғас, ҡуш ҡуллап риза булалар. Һөйгән егетен хәйлә табып армияға ебәрәләр. Ҡыҙҙың ай-вайына ҡарамайынса, никах ашына ҡунаҡтар саҡыралар. Ҡыҙ Димдең бейек ҡаяһына килеп, һыуға ырғып үлә. Шунан был бейек яр ҡаяны Гөлғәйшә тауы тип атайҙар.


Яңғыҙ ҡайын ере (24)

Ауылда бер абзыйҙы Һары Абдулла тип йөрөтәләр ине, ошо уҡ йәштәрҙә икенсе бер абзыйҙы Ҡара Абдулла тип әйтерҙәр ине. Абдулла абзый Ҡаҙанғол ауылынан революцияға тиклем иң бай кешеләрҙең улы булған. 30-сы йылдарҙа был ғаиләне һөргөнгә ебәрәләр, әммә был абзый, нисектер иҫән ҡалып, әйләнеп ҡайта.

Һуғыштан һуң оҫталыҡ һөнәрен үҙләштереп, йорт-ҡураларын тергеҙә, хужалығында умартасылыҡ менән шөғөлләнә.

Абдулла абзыйҙың һөйләгәне: “Тәүҙә бер баш ҡына умартам бар ине. Унан һуң яһалма умарта эшләп, ошо яңғыҙ үҫкән ҡайынлыҡ башына элеп ҡуйҙым. Был ерҙе ауылда яңғыҙ ҡайын посадкаһы тип атайҙар. Унда хәҙер уҫаҡлыҡ, унан һуң – ҡарағас ағастары башланған ер (Ҡабаҡҡайындың уң яғында). Ике-өс көн һайын был яһалма умартаға ҡорт ҡуныр ине. Бер көн, арба тартып ҡорт күсен алып ҡайтҡанды күреп, ут күрше 1894 йылдарҙа тыуған Хоҙайәхмәтов Нурыйәхмәт юлымды бүлде. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашып: “Улым, бәрәкәтле булһын ҡорт илең, ҡортон алған һайын, шул ағасҡа хәйер итеп тәңкә һалып доға ҡыл, хәйерле булыр, – тине. – Сөнки был ағас төбөндә, әгәр иғтибар итһәң, ҡәберлектәр. Таштары ергә һеңеп бөтһә лә, шәйләгәнһеңдер. Әүәл ошо урында ҡуйы урманлыҡ булып, был тирәлә башҡорттарҙың йәшерен тимерлектәре булған. Бер яуҙан һуң хөкүмәт отрядтары быны һиҙеп ҡалып, был ерҙе күрһәтергә ауылдан өс кешене ҡулға алып, язалап, бында алып киләләр. Ҡартатайымдың һөйләүе буйынса, элек был тимерлектә Тимерсалих исемле ҡарт үҙенең ғаиләһе менән шул ерҙә соҡоп эшләнгән йорттарҙа һәм тимерлектәрҙә йәшәгән. Драгун ғәскәрҙәре килгәс, был ҡартты ғаиләһе менән бергә ҡылыстар менән тураҡлайҙар. Шул ауылдан алып килгән кешеләр ҙә шул ерҙә һәләк булалар. Бер аҙ тынысланғас, ауылдан бер-нисә кеше барып, был кешеләрҙе ошо яңғыҙ ҡайын ерендә ҡәҙерләп ерләйҙәр. Элек был Тимерсалих исемле һөнәрмән, көнкүреш яраҡтарынан тыш, төрлө һөңгө баштары, уҡ-һаҙаҡ, ҡылыс кеүек һуғыш әйберҙәре эшләгән”.


Ҫатлыҡ урыны (207)

Димдең Дәүләкән күпере ерендә, бер нисә быуынға айырып аҡҡан төштө “Ҫатлыҡ урыны” тип атайҙар.

Элегерәк Иҫке Көрмәнкәй, Дүртөйлө ауылдарында Ҫултангәрәй менән Ибраһим исемле ике бер-береһенән айырылмаҫ дуҫ йәшәгән. Былар ҡайҙа барһалар ҙа бергә, бер-береһенә ярҙам итеп, көн иткәндәр. Таш сығарып, ҡыҙылташтан кирбес эшләп һатҡандар, ләкин бер ҙә ҡотая алмағандар. Ни тиклем генә тырышып эшләһәләр ҙә, быларҙың таштары матур булһа ла, башҡа урыҫ, йәһүдтәргә ҡарағанда, таштарын арзан хаҡ менән алалар икән урыҫ байҙары.

Уйлашҡандар былар: “Әйҙә урыҫ диненә күсәйек. Икебеҙҙең дә ишле ғаилә, уларҙы ҡарарға кәрәк. Баш күтәрһәң башты киҫәләр, елән елпеһә лә, ерҙе тартып алалар, балаларҙы уҡырға, эшкә алмайҙар”, – тип серләшәләр икән.

Былар Дәүләкән попына барып хәлде һөйләгәс, теге ҡуш ҡуллап риза булған. “Ярай, Димде йөҙөп сығаһығыҙ, бер стакан араҡы торор. Шуны эсеп, тәрене үберһегеҙ ҙә – суҡындырырмын. Унан һуң кейенеп, кәмә менән теге ярҙан ғаиләләрегеҙҙе алып сығырһығыҙ”, – тигән. Поп үҙе эстән генә шатлана, ти: “Был башҡорттарҙы батша ла буйһондора алманы, мин быларҙы яйлап суҡындырырмын”, – ти икән.

Ошо уңай менән Өфө, Бәләбәй, тирә-яҡтарҙағы поптарҙы саҡырған, ти, тәғәйенләнгән көнгә, тамаша күрергә.

Был ике дуҫ поптан һуң ауылдаштары менән хушлашырға, халыҡтан рөхсәт алырға тип, ҡорға килгән. Аҡһаҡалдарға хәлде аңлатып биргәндәр – халыҡ шул саҡ геү итеп ҡалған, ҡайһыһы битәрләй, ҡайһыһы йоҙроҡ төйнәй икән. Аҡһаҡалдарҙың береһе былай тигән: “Ҫултангәрәй, һин аҫаба башҡорто, ерең бар, туғайҙарың. Бында һинең нигеҙең, ата-бабайыңдың ҡәберҙәре ята, ҡан-ҡәрҙәштәреңә нисек итеп хыянат итәһең? Ибраһимды аңларға була, ул – әтәмбәй, ҡыуылған халыҡ, бер урындан икенсе урынға күсеп килгән, ырыуын да йүнләп белмәй, шәжәрәһен онотоп бөткән, ул ҡан-ҡәрҙәште теләһә ҡайһы ерҙә һатырға мөмкин. Әгәр китер булһағыҙ, беҙҙән бәхиллек көтмәгеҙ”, – тигән.

Ни булһа ла була инде, тип, былар һүҙҙәренән ваз кисмәгәндәр. Тәғәйенләнгән көндө, көҙҙөң һуңғы көндәре булыуына ҡарамаҫтан (һыу ситтәре туңа башлаған була), былар суҡынырға риза булалар.

Ике ярҙа бик күп халыҡ йыйналған була. Уң яҡтағы тау баштарында бик күп башҡорт йыйылһа, һул яҡ ярҙа урыҫтар икән. Төрлө ерҙән йыйналған поптар ҙа тамаша ҡылырға килгән, әҙерәк уларҙан айырмалы урында Дәүләкән башҡорттары тамаша ҡыла, ти. Һыуыҡ көн булыуына ҡарамаҫтан, поп тамашаны башлап ебәргән. Ҡулын һелтәүе була – Ибраһим исемле башҡорт, тиҙ генә өҫ кейемен һалып, Димгә төшөп китеп, тиҙ-тиҙ генә йөҙөп, йылғаның һул яғына сыға. Уң яҡта ҡалған Ҫултангәрәй дуҫына ҡысҡыра икән: “Ибраһим, ҫыу ҫыуыҡмы?”, ә тегеһе: “Башол (пошел – А.Х.), башҡорт басурман!” – ти икән. Шул һүҙҙе ишетеп, дуҫының ғәйрәте китә: “Юҡ, мин үҙ халҡым менән ҡалам”, – тигән. Ҡыҙып алған Ибраһим, ҙур коспой кәмәҫенә ултырып, балаларын алып сығырға уң яҡҡа сыҡҡан. Әммә ҡатыны күҙ-йәш аралаш: “Юҡ, Ибраһим, һин әле дуҫыңа “башол” тип әйттең, араҡы эсеп, нәмә эшләгәнеңде белмәйһең, беҙ башҡорт булып, ҡан-ҡәрҙәштәр менән ҡалабыҙ”, – тигән. Шул саҡ ике ярҙағы башҡорттар дыу килеп ҡул саба, ти, бүректәрен һауаға ырғытып: ”Афарин!” – тип ҡысҡыра икән. Аптырашта ҡалған был Ибраһим кәмәҫе менән Димдең уртаҫына тиклем килгән дә, ҫалҡын ҫыуға кейеме менән сумған, шул сумыуҙан кире сыҡмаған. Хәҙер Димдең ошо урынын “Ҫатлыҡ урыны” тип атайҙар. Әле ошо яҡтарҙа бер нимә булһа, ошондай әйтем йәшәп килә: “Ҫатлыҡ ул шатлыҡ түгел инде”.

Иҫкәрмә: Ҫатлыҡҡа, эскесегә ҡарата бер кәлимә һүҙҙе информант Ибрай ауылы муллаһынан ишеткән:

Эй, ҫин, йүнһеҙ эскесе,

Нәфрәтемде белһәңсе.

Милләтемдең ғәрлеге,

Башҡортомдоң хурлығы.

Ата-бабайҙарҙың рухын

Һин биш тингә ҫатыусы.
Гөләйфә (140)

Элегерәк Яңы Яппарҙа бик бай, ырыҫлы кеше булған. Уның иген баҫыуҙарының, туғайлыҡтарының, малының иҫәбе-хисабы булмаған. Бик күп хеҙмәтселәре, һаҡсылары булған. Өс ҡатыны булып, улары гел ҡыҙ алып ҡайтҡан. Нигеҙен дауам итеүсе ир-егете булмаған, шуға бай бик көйөнгән.

Бәләкәй Гөләйфә исемле ҡыҙы әрһеҙ, арғымаҡҡа атланып та сабыр егеттәр кеүек булған. Буй-һыны еткәс, Ҡаҙанғол байының Баййегет исемле кешеһенә кейәүгә бирәләр, тик был ауылға Гөләйфә бармай, сөнки бер апаһы был ауылға тормошҡа сыҡҡан була. Ғөрөф-ғәҙәт буйынса, бер ауылға башҡорт бер ваҡытта ла ике ҡыҙын бирмәгән. Был бай ҡыҙы менән кейәүенә Ҡырыҫтал тигән ерҙән ер биргән. Ошонда Яңы Ҡаҙанғол тигән ауыл барлыҡҡа килгән. Ләкин ире ҫуғышҡа алынып, бер нисә йылдан губернаторҙан грамота алып ҡайтҡас, был Баййегеттең үҙенә Нарыҫтау яғында ер бүленеп бирелә. Ул хәҙерге Миәкә районы яғында.

Ире үлгәс, Гөләйфә ҡарт атаһын ҡарарға Яңы Яппарға ҡайта. Элек уның тураһында йыр ҙа бар ине. Иҫтә ҡалғандарҙан:

Һауаларҙа осҡан бөркөт ҡоштоң

Ҡанаттары елгә ҡайырылмаҫ.

Гөләйфә лә кеүек һылыу ҡыҙҙар

Тыуған яҡтарынан айырылмаҫ.

Элек ҡәбере лә билгеле ине, хәҙер селеклек менән ҡапланып бөткән инде.


Гөләйфә тураты (148)

Яңы Яппарҙа бер бай кешенең өс ҡатыны була, тик ҡатындары барыһы ла ҡыҙ бала таба. Төпсөк ҡыҙын, Гөләйфә исемлеһен, Ҡаҙанғол ауылындағы бер байҙың малайы һората. Әммә был ауылға бер ҡыҙҙарын биргән булалар. Гөләйфә егеткә шарт ҡуя: “Әгәр яңы ауыл булып бүленеп сыҡһаң, һиңә барырға ризамын”, – тигән. Гөләйфәнең атаһы, килешеү буйынса, Ҡырысталдан ер бүлеп бирә. Шунда был йәштәр мал-тыуар, ялсылары менән Яңы Ҡаҙанғолға нигеҙ һалалар. Был Ҡымыҙлыҡ өйөнән йыраҡ түгел 200-300 метр тирәһе урында, хатта таштар ҡуйылған зыяраттары ла бар. Ҡаҙанғол совхозына бара торған юл улар иҫтәлегенә Турат юлы тип атала (тура юл элекке ҡымыҙ өйөнә 200-500 метр самаһы). Гөләйфәнең ире ерҙе мәңгеләштереү уйы менән губернаторҙан ер алыу өсөн 1812 йылғы француз һуғышына үҙ ризалығы менән китә. Аҙаҡтан улар Димдең үрге яғынан ер алалар. Халыҡ араһында Гөләйфәгә бағышланған йыр һаҡланған. Гөләйфә атта егеттәр кеүек бик етеҙ сапҡан. Ҡарт көнөндә һағынып, Яппарҙарға сәләм, тип, таҡыя үреп, Димгә һалыр булған.

Гөләйфә менгән тура аттың

Йүгәндәре алтын-көмөштөр.

Йыйындарҙа һәр саҡ алдан килгән

Һыбайлы ла батыр ҡыҙ икән.


Гөләйфә лә кейгән, ай, еләне

Алтын ефәктәрҙән биҙәлгән.

Һылыулығы булһа аҡҡош кеүек,

Батырлығы икән бөркөттәй.


Гөләйфә лә менгән тура аттың

Ялдарына таҫма үрелгән.

Һинең кеүек тирә-яҡта юҡтыр

Яппарларҙы өҙөлөп яратҡан.


Гөләйфә лә һылыу таҡыя үргән

Йәшел үҙәнлектәрҙә лә ултырып.

Бәйләм-бәйләм сәскә һала икән

Дим буйҙарына ла бер төшөп.

Ире үлгәндән һуң Гөләйфә ауылдарына ҡайта, уның менән сығып киткән кешеләр Миәкә районының Туҡһанбай ауылына күсеп ултыра. Был ваҡытта Гөләйфәгә 60 йәштәр самаһы була. 1816 йылда 7 йорттан 48 кешеһе булған ауылдаштары Аллағол, Ҡунаҡҡул, Рамаҙан, Абдулла Ғабдрахманов, Хәсән Мортазин күрһәтелә.

1859 йылда был ауылда 12 йорт һанала. 1870 йылғы перепись буйынса ауыл күрһәтелмәй.



Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   18


©kzref.org 2017
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет