Дәүләкән ынйылары



жүктеу 3.67 Mb.
бет5/18
Дата07.05.2019
өлшемі3.67 Mb.
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   18

Бер туғандар бер-береһенә һүҙ атһа ла [ауыҙын асһа],

үс тотмаҫ (144)

Элек ике бер туған йәшәгән беҙҙең яҡтарҙа. Береҫе бик бай, хәлле булған, бай ҡатлам кешеләре менән генә аралашып йәшәгән. Фәҡир булған ҡустыһын ҫанға ҫуҡмаған, быны саҡырҙың да саҡырманың, кейергә кейеме юҡ, кеше алдында оят, ҫүҙен әйтһә, үпкәҫе күренергә тора, тип уйлай икән. Был байҙың бөтә нәмәҫе булып та, бер нимәҫе генә юҡ. Ул да булһа – төндәрен йоҡлай алмай интегә икән. Йоҡлап китҫә, ниндәйҙер ауаз ишетелә, ыңғырашҡан тауыш килә икән баҙҙан. Шулай бик күп яфаланғас, был күрәҙәсегә барып хәлен һөйләгән. Теге: “Һинең баҙыңда, нигеҙгә етер-етмәҫ урында, бер мәйет ята, шул ыңғыраша. Яҡын кешеләреңде саҡырып ал да, Ҡөръән сығып, ҡәҙерләп, зыяратҡа итеп ерлә”, – тип әйткән, ти, күрәҙәсе.

Был дуҫтарына әйтеп ҡараған, тегеләре яҡын да килмәй: “Үҙең бешергән бутҡаңды үҙең аша, һинең арттан төрмәлә ултырыр хәлебеҙ юҡ”, – тип баш тартҡандар. Килер кешеһе ҡалмағас, был бай, фәҡир туғанына килеп, хәлде ҫөйләгән.

Фәҡире былай тигән: “Эй, ағай, күптән үлгән кешенән ҡурҡырға түгел. Зыян ҡылһа, тереләре, генә зыян ҡыла”, – тигән. Теге мәйетте баҙҙан табып, соҡоп алғандар ҙа зыяратҡа итеп, ҡәҙерләп, Ҡөръән уҡытып ерләгәндәр икән. Шунан ҫуң был бай төндәрен тыныслыҡ табып, яҡшы йоҡлар булған.

Был фәҡир туғанын саҡырып алып ҡунаҡҡа һәр саҡ йырлар булған:

Эй, туғаным, эй, туғаным,

Һин бит минең ишләрем.

Һинән башҡа айырылһам,

Яңғыҙ башым нишләрем.

Эй, туғаным, эй, туғаным,

Бер бау ғына ҫуғаным.

Күңелем тулҫа, илайым да,

Һине маҡтап йырлайым.

Шул көндән бирле был ике туған һәр ваҡыт бергә йәшәр булған.


Сураман исемле Дим буйы батыры тураһында риүәйәт (284)

(Хузиев Мөлкәмән бабай яҙып алған)

Әүәл-элек Дим буйҙарының Дәүләкән, Әлшәй яҡтарында бер Сураман исемле тирә-яҡта дан тотҡан көслө батыр йәшәгән. Мең ырыуы башҡорттарының данын тирә-яҡтарға таратҡан, йыйындарҙа көрәшеп, һис тә бил бирмәгән. Шуға был батырға һәр ауылдың бай ҡатлам түрәләре иң шәп аттарын бүләк итер булған. Хатта был батыр үҙенең дуҫтары менән ҡаҙаҡ далаларына барып, батырҙар бәйгеһендә ҡатнашҡанда, бил бирмәҫ булған. Ошо тирә-яҡтағы башҡорттарҙың етәксеһе булып, күп кенә ихтилалдарҙа ҡатнашҡан.

Әлеге ваҡытта ла оло кешеләр ир енесенән тыуған балаларҙы мунсала миндек менән сапҡанда ошолай тип һамаҡлайҙар:

Бисмиллаһи-рахман-рәхим,

Әпсен-төпсөн, күҙ теймәһен.

Сураман кеүек батыр бул, иншалла,

Сураман кеүек көслө бул,

Сураман кеүек таҙа бул,

Сураман кеүек ҡыйыу бул,

Сураман кеүек түрә бул.

Сураман кеүек башлыҡ бул,

Сураман кеүек матур бул,

Сураман кеүек тыйнаҡ бул,

Сураман кеүек терәк бул,

Ата-инәңә итәғәтле,

Бәхетле, ҙур булып үҫ!

Теләктәрем ҡабул булһын, “собханалла, иншалла” – тип, өс тапҡыр миндек менән һыпырып, ғосол ҡойондоралар.



Ер-һыу атамалары, ырыу,

нәҫел, ауылдар тарихы
Ҡыҙрас ауылы (267)

Ҡыҙрас ауылы – ҡара табын ырыуына ҡарай. Был ауылда юлыш, ҡаҙаҡ, сыуаш, ҡарағалпаҡ, муйнаҡ, ҡалмаҡ, тауыҡ, торна аралары бар.

Тәңре ҡоштары – торна, изге ағастары – миләш. Элек-электән үҙ ерҙәрен кәләп тамғаһы менән билгеләп ҡуйыр булғандар. Бындай тамғалар менән яуҙа үлгән ҡәрҙәштәренең ҡәберҙәренә лә билдә һалынған. Исем-тамғаны ташҡа соҡоп яҙып ҡуйыр булғандар.

Ауылдың тарихы 1773-1775 йылдарҙа Салауат яуында ҡатнашҡан, унан һуң хөкүмәт ғәскәрҙәре яғына күскән полковник, башҡорт старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаев менән тығыҙ бәйләнгән. Ул тархандар нәҫеленә ҡараған. Ҡарттарҙың һөйләүе буйынса, быға тиклем ауыл Келәтаяҡ тип аталған.

Ҡыҙрас старшинаның сығышы*:

Юлыш ҡарттың улы

|

Үткәй ҡарттың улдары


Муллаҡай Юмай
Ильяс Ҡыҙрас



Бикташ

1842 йылда 70 йәшендә Солтанбәк Солтанморат

Урмәмбәт (1763-1826) (1763-1831)
Иҫке Яппар ауылында шырау нәҫеле бар. Ул – беҙҙең нәҫел. Шырау – дәртле, уйын-көлкөгә маһир кешеләр (123).

Ауылыбыҙҙа өндәшмәҫ нәҫелдәре лә бар. Өндәшмәҫ нәҫеленән сыҡҡан ир-егеттәр, ысын дуҫ, тоғро иптәш булып ҡалғандар. Был нәҫел кешеләре сер һаҡлай, яҡшы яугир, һәр ваҡытта аманатҡа тоғро булып, ерен, илен һаҡлаусы, яҡлаусы кешеләр булғаны менән үҙҙәренә яратыу, хөрмәт яулағандар (213) [Дүртөйлө ауылы].


Элек өләсәйемдәр әйтә торғайны: дөйә бик сыҙамлы мал, аҙналар буйына һыу эсмәй, ашамай тора ала. Беҙҙең нәҫел дә бик сыҙам, сабыр холоҡло. Шуға ла беҙҙе дөйә нәҫеле тип йөрөтәләр (105) [Иҫке Яппар].
Беҙҙең нәҫелдәр ауырлыҡ килгәндә, бер-береһенә терәк булып, ярҙам итеп йәшәр булғандар. Туғандары өсөн йән бирергә лә әҙер булғанға күрә “Терәк, терәкәй нәҫелдәре” тип атағандар (14) [Ҡаҙанғол ауылы].
Беҙ – сыуаш нәҫеленән. Элек бик борон беҙҙең нәҫелдән бер башҡорт байы сыуаш ҡыҙына өйләнә. Сыуаштар ул ваҡыт мосолман динендә булалар, шуларҙан беҙҙең нәҫел киткән (302) [Фәриҙун ауылы].
Ҡоръятмаҫ ауылында иң күп нәҫелдәр: үҫәргәндәр, мәҙиәрҙәр, аҡ түбәтәйҙәр.

Аҡтүбәтәйҙәр – Ҡырҡөйлө мең ауылдары араһында иң уҡымышлыларҙан һаналған, шуға ла уларҙы “аҡ түбәтәйҙәр” тип атағандар. Күп кенә ауылдарға ошо нәҫелдән мөәзиндәр күсеп ултырған. Ауылда ошо тирәлә Морат, Мерәҫ, Сөйәрғол исемле уҡымышлы кешеләрҙе бик яҡшы белгәндәр (287).
Иҫке Ыҙма тауы (235)

Василий Иванович Чапаевтың ҡыҙылармеецтары аҡтарҙы 1919 йылдың май аҙаҡтарында ошо тауҙа ҡамап алып тар-мар итә. Һуңынан ауыл халҡы барып, бик күп мәйеттәрҙе ерләгән. Бабайҙар шулай тип һөйләй ине.




Шарламаҡ – килен һыуы юлы (235)

Шарламаҡ Буранғол ауылынан бер саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Элек-электән был шишмәгә киленде һыу юлы күрһәтергә алып барырҙар ине. Алдан аҡ алъяпҡыслы, матур итеп кейенгән, ҡулдарына сәк-сәк тотоп алған еңгәләре, унан һуң яулыҡ ябынған, көйәнтәгә биҙәкләп аҫылған силәктәр менән килен, уның артынан бала-саға, йәш-елкенсәк гармунға йырлап барыр ине.

Барғас, килен кеше шарламаҡ төшкән урынға тәңкә һала, доға уҡый, теләк әйтә. Унан һуң ошо урында йырлап, бейеп, күңел асып алалар. Ҡайтҡанда килендең тулы силәктәрен алмашлап еңгәләре күтәрә. Осраған оло кешеләргә, бала-сағаларға килен кешенән бүләк таратыла. Ҡайтҡас, ошо шишмә һыуынан сәй ҡайнатыла. Был “килен сәйе” була. ”Килен сәйен” батмусҡа бүләктәр, аҡса һалып эсәһең.
Көпшәкүл (235)

(Ғабдрахманов Абдрахман Мөхәмәтдин улы 60-сы йылдарҙа Аҡҡолай ауылы Бикбулатов Рәхимйән Бикбулат улынан, 1895 йылғы, яҙып алған).

Ниндәйҙер ихтилал ваҡытында бик ҡаты алышта башҡорт яугирҙары ҡамауҙа ҡалалар. Батырҙарса көрәшеп, ҡайһы бер яугирҙар ғына ҡамауҙан сыға алған. Ошо тирә ауылдарҙың береһендәге яугир саптар аты менән ҡамауҙан сығып, Ибрай/ Дүртөйлө туғайына табан әрәмәлеккә борола, артынан килгән карателдәр быны ошо туғайҙа ҡамап ала. Был яугир атынан төшә лә, ҡамсы менән һуғып, ярһыған атын ебәрә, үҙе тиҙ генә көпшә киҫеп алып, күлдең уртаһына сумып, ләм-томбойоҡтарҙы аҡрын ғына ҡуҙғатмай, һыу аҫтынан көпшәһен сығарып тын ала икән.

Туғайҙы арҡылы ла, буй ҙа йөрөп, ҡарамаған тал төптәрен, күл буйындағы ҡамышлыҡты ҡалдырмай эҙләйҙәр быны, ләкин тамам хәлдән тайған карателдәр уны таба алмай.

Аҙаҡтан был яугир сығып, нисек итеп күл ярҙамында иҫән ҡалыуы тураһында халыҡҡа һөйләй. Шунан һуң был күлде Көпшәкүл тип атай башлайҙар. Яугир үҙе Ибрай ауылыныҡы булған тип тә һөйләйҙәр ине.
Бикә түбәһе (274)

(Хузиев Мөлкәмән ишеткән һәм яҙып алған сығанаҡтарҙан)

Аҫылыкүл буйында Бикә түбәһе исемле тау бар. Элек-әүәл ошо тирәләге башҡорт ауылдарының береһендә атта етеҙ һыбай сапҡан, уҡ-һөңгө менән яҡшы ҡулланып төҙ атҡан Бикә исемле ҡатын була.

Был ҡатын ир-егеттәр менән бер сафта, арыу-талыу белмәйенсә, дошмандарға ҡаршы яуға саба, әммә бер алышта бик ҡаты яраланып, вафат була. Бикәне ире бик ныҡ яратҡан була: ҡатынымдың һөйәге сит-ят ерҙәрҙә ятмаһын тип, яуҙаштары менән Асылыкүл буйына алып ҡайта. Шундағы бейек ҡалҡыулыҡта уны ҡәҙерләп ерләйҙәр. Ошо көндән алып был тауҙы Бикә түбәһе тип атайҙар. Еләк йыйырға барғанда һәр ваҡыт оло кешеләр был ҡәбер янына туҡтап, ҡөръән уҡып, хәйер һалырҙар ине. Ҡәбере элегерәк билгеле ине, хәҙер ташы ергә һеңеп, селектәр менән ҡапланып бөткән.


Ярыштау, Ярыш шишмәһе (285)

(Дәүләкән ҡалаһының 3-сө һанлы мәктәп уҡыусылары йыйған материалдарҙан)

Ярыштау – элек мең башҡорттарының йыйын йыйыу урыны булған. Уға төрлө тарафтан, төрлө башҡорт ауылдарынан, һабантуйға йыйылғандар. Иң һуңғыһы революцияға тиклем башҡорт байҙарының, муллаларҙың хәйриә аҡсаһына уҙғарылған һабантуйы булды. Элек-электән бында һәр ваҡыт ярыштар уҙғарылған: көс һынашыу, ҡул көрәше, гер күтәреү, туп ырғытыу, көйәнтә менән һыу ташыу, иң ҡыҙыҡлыһы – ат сабыштырыу.

Йыр, бейеү бәйгеләре, ҡурайҙа уйнау, сәсәндәр ярышы ла уҙғарыла ине. Ярыштауҙың Ярыш тигән шишмәһе бар. Тауҙың иң түбәһендә, Көрмәнкәй, Ибрай яғына ҡараған өлөшөндә, бер изге әүлиә ҡәбере бар. Унда Дим буйы башҡорттарының батыры*, өс көн алышҡандан һуң тауҙа башҡорттар еңелә, яҙғы һыуға ҡушылып ҡып-ҡыҙыл булып ҡан аҡҡан. Март, апрель айҙары булһа кәрәк.

Ул батырҙы Шәриптән бүленеп сыҡҡан бер ауылда, хәҙерге Сакалау ауылы ерендәрәк, булған тип һөйләйҙәр. Ҫөләймән тигән ауыл. Уны карателдәр ут төртөп яндыралар. Ул батыр тау башында үлә, уны аҙаҡтан ҡәҙерләп ерләйҙәр, ҡәберен таштар ҡуйып уратып алалар. Азатлыҡ, ирек өсөн көрәшкән, шуға уның ҡәберенә һәр ваҡыт барып, хәйер һалыр булғандар. Хөкүмәт ҡушыуы буйынса, килгән кешеләргә штраф һалғандар, тип һөйләйҙәр. Шуға был ҡәбер янына төндә, Етегән йондоҙ ҡалҡан саҡта, килһәң, һауабы күп була, тиҙәр ине. Тау һыҡтап – шишмәләр барлыҡҡа килгән. Һыуы бик файҙалы, ауырыған кешегә ярҙам итә тип, халыҡ Ярыш шишмәһенә бара ине.
Асылыкүл турында (282)

“Асылыгүл” тип әйтеү, дөрөҫ түгел: элек-электән ата-бабайҙар уны “Аҫылкүл” тип атайҙар ине.

Яңы Тормош ауылы – Буранғолдан күсеп ултырған ауыл. Күсеү 1928 йылдар тирәһендә булды. 9 йорттоң 8-е буранғолдар, бер Ҡупояр мордва бар, ул хәҙер башҡортлашып бөткән инде.

Мин үҙем Буранғолдоҡо. Минең иҫәпләүем буйынса, шәжәрәләргә ҡарағанда, Буранғолға 1740 йылдарҙа нигеҙ һалынған. Беҙҙең бабайҙар Ырымбур губернаҫы Верхурал [Верхнеурал] өйәҙе Абҙаҡ исемле ауылдан килгәндәр. Уларҙың ошондай данлыҡлы кешеләре булған: Ҡыҙрас исемле полковник, ағаҫы Ильяс. Уныһы Туҡ буйында ҡала. Буранғол исемлеһе тархан нәҫеленән, ҡатыны – Бәбеш, уларҙың Йәмил исемле улы була. Улар бик яҡшы заттан: ҙур атаҫы – Аҡынсаҡ тархан, тирә-яҡта бик данлыҡлы кеше була. Сабай – хәҙерге Сапай ауылына нигеҙ ҫалыусы. Буранғол Иҫке ыҙма буйына ултыра. Тармалыҡ тигән урында тарманы ҫыуға ҫалып киптереп, эшкәртеп күлмәк-ыштан теккәндәр.

Иҫке ыҙманан ярты саҡрым алыҫлыҡта Мәсет тауы бар. Буранғол, Сабай, Ҡыҙрас ауылдары – табындар, Буранғолда йәнә ил ҡаймағы, ыҙмайлылар, әҙ генә ҡатайлар бар. Сапай, Ҡыҙраста ҡарағалпаҡ, шыңғыр, торна, сыуаш аралары, аҙаҡ үтәкәйләр тигәне килгән.

В.И.Даль яҙыуынса, XIX быуатта Иҫке ыҙма урынында Иҫке ауыл булған.

Яңы Тормош ауылы ултырған ерҙә – Шәрифҡул, Ильяс ҡулы, Ҡар ҡулы, Сығыр ҡулы, Иманғол ҡолағы, Мисташ тигән урындар бар.

Асылыгүл янында элек Мисташ мәмерйәһе булған. Мисташ – “мейес таш” тигәндән алынған. Буранда эсенә өс саналы ат кереп тора, йәй көнө балыҡсылар шунда кереп ямғырҙан һаҡлана ине. Хәҙер ул ер убылып күмелде. Заятүләктең Күк дүнәне торған тау Ҡашҡатау тип атала. Ул ерҙәр хәҙер Ҡырынъюл, Ҡырынтау тип йөрөтөлә, сөнки шунан, ҡырын ерҙән, юл һалынған. Нуратау, Ҙур Ҡарағас тауҙары урынлашҡан.


Йырыбаҡҡан (166)

Асылыгүлдән Өйҙөрәккә ташып сыҡҡан һыу юлы ул Йырыбаҡҡан [“Йырып аҡҡан” һүҙенән].

Солтанов Ҡасим бабайҙың һөйләүе буйынса, ошо юл – Яппар башҡорттарының юлы. Өҫкәрәк – Йүкәле Шишмәләре ошо ерҙәргә тиклем йәйге йәйләүҙәре йәйелгән.

Бик борон замандарҙа бер Яппар егете Асылыкүл буйындағы бер ҡыҙға ғашиҡ була. Былар бер йыл йәйләүҙә осрашалар, ике йыл… Өсөнсө йылына, Аслыкүл буйында туйлап, Яппарҙың хәлле генә кешеһе был ҡыҙҙы алып китә. Шунан Аслыкүлдең һыуы ошо Өйҙөрәк буйлап ҡыҙ юлынан Димгә ҡарап аға башлаған, тип һөйләйҙәр ине Ҡоръятмаҫ ауылындағы ҡарттар.


Буранғол ауылы (282)

(Хузиев Мөлкәмән яҙмаларынан)

Был ауыл ҡаңлы табын ырыуына ҡарай. Ауылда әүәл аҡынсыҡ, буранғол, алаҡай, ҡаймағы [ил ҡаймағы], ҡатай, исмаил, имел, таҙ аралары бар ине. Тәңре ҡоштары – ҡарсыға. Ҡыйыу, баш эймәҫ һигеҙ нәҫел бергә берләшеп, ерҙәрҙе һаҡларға, һуңғы алышҡа ҡәҙәр ҡарсыға ҡошо кеүек ҡыйыу булып, торған нигеҙҙәрҙе һаҡларға тип, Ҡарағас тауына менеп вәғәҙә бирешкәндәр. Изге ағастары ҡарағас булған. Был ағас әрһеҙ, һыуға талапсан түгел, тау-таш араһында үҫкән өсөн һайлап алғандар. Сөнки башҡорт яугирҙәре һәр ваҡытта ла тауҙан көс алған, элек аҡһаҡалдар ошолай әйтер булған:

Яуҙа яугир хәлең бөтһә,

Тау баштарын һайларһың.

Дошманыңа түбән ҡарап,

Көс ғәйрәтен алырһың.

Элек, Буранғол ҡарт килеп ултырғанға тиклем, бихисап башҡорт ауылдары булған был тирәлә, ни сәбәп менәндер улар юҡҡа сыҡҡан.

Буранғол ҡарт бик белемле булған. Уның Өмөтбай тигән улы Салауат яуында актив ҡатнаша. Был һүҙҙәр тарихи документтар менән дәлилләнә.

Буранғол ҡарттың Күҫәк Буранғол исемле улы 1736-1817 йылдарҙа старшина булып тора. Өмөтбай Буранғол исемле улы – 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиән восстаниеһында актив көрәшсе. Ул ошо тирә-яҡ башҡорттарының етәксеһе була. 1834 йылғы ревизияла Күҫәктең улдары – зауряд сотник Ғайса 46 йәшлек, уның улдары (Әхтәм, Әхтәрәй, Әхмәҙи) күрһәтелә.

Уртансы улы Исхаҡ – 62 йәшлек (улдары: Ғәйнулла, Сәйфулла, Фәтҡулла).

Оло улы Ғөбәйҙулла – 63 йәшлек (уның ҙур улы Ҡаһарман – улдары: Иргиз, Юныс; икенсе улы – Райман, өсөнсө улы – Зәйнулла һәм Нариман). Юсуп 64 йәшлек, беренсе улы – Сөләймән – Шаһигиҙгән – Хоҙайбирҙе.

Икенсе улы – Мөлкәмән (улдары: Әмирхан, Ноғоман, Ғилман). 1795 йылда был ауылда 24 йорт иҫәпләнһә, 88 ир затынан башҡорт иҫәпләнә. 1843 йылғы ревизия күрһәтеүе буйынса, 361 кеше йәшәп, 560 бот яҙғы иген культуралары сәсәләр.

1920 йылда 188 йорт иҫәпләнеп, уларҙа 884 башҡорт йәшәй.



Иҫкәрмә: Элек башҡорт ғаиләләрендә бер нисә ғаилә йәшәгән. Атаһы улдарын өйләндереп ҡырға түгел, төп нигеҙгә төкәтмә һалындырып, шунда сығарыр булған. Былай эшләгәндә бер нисәнән торған ғаилә бер ҙур ғаилә булып иҫәпләнеп, хөкүмәткә бер генә налог түләр булғандар. Был бик отошло булған. Ауылда ҡатын-ҡыҙҙар һаны айырым осраҡтарҙа ғына иҫәпкә алынған, күберәк ир-ат затынан булған һандар тәшкил иткән.

Яңы Тормош ауылы – Буранғол ауылынан бүленеп сыҡҡан ауыл. Күҫәк Буранғол ауылда абруйлы старшина, уҡымышлы сәсән мулла булған, үҙ өйөнә төкәтмә мәктәп асып башҡорт балаларына белем биргән. (Төкәтмә – торған өйгә ҡушып эшләнгән йорт). Үҙе үлгәндән һуң Ғайса сәсән был эште дауам итә.


Яңғыҙҡайын ҡәберлектәре (23)

Ауылда иң беренселәрҙән булып тракторға ултырған механизатор Ишмөхәмәтов Хәбиәхмәт Ишмөхәмәт улы, Яңғыҙ ҡайынлыҡ ҡәберлектәре тураһында ошоларҙы һөйләне:

– Элек-әүәл, тимер юлы үткәнгә тиклем Дәүләкәндән, был ерҙәрҙә ҡуйы урманлыҡ булған, ағастар ҡырҡылып яндырылған – күмерен Дәүләкәнгә ылау-ылау менән илткәндәр. 30-сы йылдарҙа ошо ерҙәрҙә ер һөргәндә, биш-алты йорттоң нигеҙенә тап булдыҡ. Ерҙе соҡоп буралар буралған булдымы икән, ярым янған, сереп бөткән бүрәнәләрҙе өйөп, баҫыу уртаһында яндырҙыҡ. Ошо урында бихисап элекке таштан эшләнгән үткерләү сарҙары ла бар ине. Береһен Лоҡманхәким алып ҡайтты, нимә эшләткәндер инде. Яңғыҙ ҡайын ҡырын һөргәндә (хәҙер ошо ергә уҫаҡ, унан һуң ҡарағас посадкаһы ултыртылған), бер ҡәберлеккә тап булдыҡ, уның һөйәктәрен йыйып, ошо посадка эсенәрәк ерләнек. Был ағас янында тағы ла бер нисә ҡәберлек бар, ул турала тарих уҡытыусыһы Хәмзә Муса улы ла һорашып яҙып алғайны. Бер көн уға ошо урындарҙы, элекке тимерлек урындарын күрһәттем (60-сы йылдарҙа).
Дүртөйлө ауылы (215)

Беҙҙең ауыл бөрйән ырыуы, яйыҡ ҫыбы башҡорттарына ҡарай. Был ырыуға Ибрай, Дүртөйлө, Иҫке, Яңы Көрмәнкәй, Ҡыпсаҡ, Ҡайып, Тәүәтәй, Иҫке Себенле, Ҫарыш ауылдары керә. Әүәл ихтилалда ҡатнашҡандары өсөн Ирәндек буйына Брагинды үлтереү ваҡиғаларынан һуң – батшаның каратель отряды ебәрелә. Аяуһыҙ күп халыҡ ҡырыла, ауылдарға ут төртөп яндыралар. Күп кеше Ябыҡҡарағай урманына инеп йәшеренеп ҡала. Бер килке халыҡ Дим буйындағы мең башҡорттарына килеп төпләнә. Иҫке Көрмәнкәйҙә – мең башҡорттары, улар рөхсәте менән бер килке бөрйән ырыу халҡы ошонда урын ала. Дүртөйлөгә яңы бөрйән ырыуҙары нигеҙ һала, был яҡынса 1756 йылдарҙа була (215).


Был яҡтарҙа Салауат яуында абруйлы, белемле, халыҡ алдында хөрмәт яулаған Аҫлай Көрмәнкәй исемле батыр етәксе була. Ул сығышы менән Иҫке Көрмәнкәй ауылыныҡы. Быны тарихи документтар ҙа дәлилләй (Крестьянская война 1773-1775 гг. на территории Башкирии. – Уфа, 1975. С. 281.)

Аҫлай ҡарамағында 144 йорт иҫәпләнә. Ошондағы һәр бер кеше старшинаға тоғро булып ҡала, улар ихтилалдың һуңғы көнөнә тиклем көрәшәләр. Шулай уҡ Көрмәнкәй ҡарттың икенсе улы ла уҡымышлы кешеләрҙән һанала. Уның исеме – Садыҡ мулла, ул, мәктәп асып, балалар уҡыта, 1746-1824 йылдарҙа мәктәп һалдыра.

Атаһы үлгәс, Иҙрис исемле мулла старшина булып ҡала, 1792 йылдан башлап түрә була. Ул атаһының эшен дауам итә. Уның ике улы Шиһап, Ирғыҙ, өсөнсө улы Хөсәйен – белемле офицер, есаул булып хеҙмәт итә. 1812 йылғы Ватан һуғышы яугире. Хөсәйендең дүрт улы була: Бикташ, Солтанғол, Солтангәрәй, Шәймәрҙан. Ейәне Ҡыҙрас Ҡатайун 1808 йылда тыуа.

1834 йылда Иҙрис Садыҡов һәм старшина Яҡшымбәт Илгәш менән яңы ауылға күсеп, 15 йорттан торған Яңы Көрмәнкәй ауылына нигеҙ һалалар. Ул Димдең уң яҡ ярында, Дәүләкәндән ике саҡрым алыҫлыҡта була.

1795 йылда был ауыл 44 йорттан тороп, 216 башҡорт иҫәпләнә. 1920 йылда, халыҡтың хисабын алған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Иҫке Көрмәнкәйҙә 444 башҡорт йәшәһә, Яңы Көрмәнкәйҙә 465 башҡорт һәм рустар йәшәй башлай. 1917 йылда Иҫке Көрмәнкәйҙә – 103 йорт, Яңы Көрмәнкәйҙә 98 йорт иҫәпләнә.

Был ауылдарҙа мең, бөрйән ырыуына ҡараған – йүкә, күсә, ҡуян, һайыҫҡан, эндәшмәҫ, иван ырыуы кешеләре йәшәй.

1812 йылғы Ватан һуғышында Итҡусты Әбделмәннәнов исемле батыр яугир ҡатнаша. Ул ошо һуғышта 2-се башҡорт полкында булып, Парижды алыуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике көмөш миҙал менән бүләкләнә.


  1. Ғайсин Яхъя, Исмәғил ауылы

  2. Зарипов Әблифазыл, Усманов Нәғимйән, Солтанов Ҡорманғәли

  3. Таһиров Ниғмәтулла, Шаһиев Ш. Яңы Яппар ауылы.

  4. Абдрахманов Әптрәхим, Ҡаҙанғол ҡасабаһы.

  5. Сәйфетдинов Ғилметдин, Ҡаҙанғол ауылы.

Уларҙың һөйләүе буйынса, Ҡырҡөйлө мең башҡорттары ҡырҡ ырыуы килешеүе менән берләшкән. Был ырыуҙа Дәҫтән – беренсе тархан булған. Уларҙың үҙәге – Бигеш ауылы (Шишмә районы), хәҙер был ауыл Әлбәй ауылына ҡушылған. Был мәғлүмәттәр тарихи документтарға тап килә. 1795 ревизияла Әлбәй, Бигеш ауылдары Дәҫтән түбәләре тип атала.

Күп башҡорт ауылдары, 1795 йылғы ревизияға тиклем булған ауылдар, восстаниела ҡатнашҡандары өсөн юҡ ителәләр.

Был турала тарих уҡытыусыһы, райондың күренекле шәхесе Миниғолов Хәмзә Муса улы (1928 йылғы ) яҡшы белә ине. Шулай уҡ, уның һөйләүе буйынса, ошондай ауылдар булған: Иҫке Йорт, йәки Түбәнге Яппар – ошо ауылдан Аллағол исемле юлбашсы, дәү, ҡурҡыу белмәгән батыр, ҙур болала ҡатнашҡаны өсөн дар ағасына аҫыла. Уның Алпамыша тигән ҡушаматы булған. Бер аҙна үткәндән һуң ғына был батырҙы ошо ҡалҡыулыҡҡа ерләй алғандар.
Балҡантау турында (251)

Был тау Мәкәш, Ташлы ауылдарында урынлашҡан. Олатайым Фәйзулла һөйләүе буйынса, элгәре тирә-яҡта дошмандарҙың килеүен иҫкәртеп тороу өсөн тау баштарына, ҡалҡыу урындарға һаҡ ҡуйылған. Яу хәүефен һиҙгән һаҡсылар ошо тауҙар аша дошман килерен алдан иҫкәртеп, төтөн, ут һалыр булғандар. Ҡыпсаҡ Асҡарҙа – Эткенәй, Илсеғолда – Нарыҫтау, Иҫке Көрмәнкәйҙә – Ярыштау, Ҡаҙанғолда – Мәсет тауы, Яппарҙа – Алпамыша ҡалҡыулығы, Ҡараяҡупта Ҡыҙҙар тауы. Бер-нисә сәғәттә илгә әфәт килгәндә, башҡорттар ошо тауҙарға ҡарап яуға күтәрелер булғандар.

Эй, Балҡантау, бейек тау,

Эй, Балҡантау, нурлы тау.

Мең иленең күп ғазаптан

Һин ҡотҡарған изге тау.


Эй, Балҡантау, бөйөк тау,

Эй, Балҡантау, данлы тау.

Күп батырҙар илем тейеп,

Башын һалған изге тау.


Эй, Балҡантау, һаҡсы тау,

Эй, Балҡантау, серҙәш тау.

Илгә әфәт килгәндә,

Хәбәр итә торған тау.


Эй, Балҡантау, күркәм тау,

Эй, Балҡантау, матур тау.

Аҡһаҡалдар кәңәш иреп,

Түбәһендә йыйған тау.


Эй, Балҡантау, мәрхәмәтле,

Мөхәббәтле зифа тау.

Йәш-елкенсәк осрашып,

Вәғәҙә бирешкән һылыу тау.


Эй, Балҡантау, түбәләрең

Болоттарға олғашҡан.

Ата-бабам ҡул күтәреп,

Тәсбих әйткән изге тау.


Аслыкүл тирәһендәге башҡорттар – ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары. Изге ҡоштары – ҡарағош, ағастары – ҡарағас ағасы. Орандары – Салауат, тамғалары – тәҙрә. Изге байрамдар үткәреү урыны – Ҡарағас тауы. Ҡоръятмаҫ, Алға, Ҡыҙыл Тормош ауылдары инә.

Бынан тыш, ҡаңны ырыуына ҡараған башҡорттар күп, уларҙың изге ҡошо торна, ағастары – ерек, ораны – Тәңре булған. Ҡаңныларға Буранғол, Сапай, Ҡыҙрас, Ҡарапай, Ҡаңны-Төркәй ауылдары инә (266).


Минең шәжәрәм (299)
Ҡапай

Һөйәрғол


Аллағол


Хәсән


Әсәҙулла



Миңлеғәли

Әлифә


Айғырял ҡалҡыулығы (34)

(1876 йылғы Солтанғәлина Мөслимәнән ишеткән)

Элек Ҡаҙанғолда бер байҙың бик күп йылҡылары булған. Йылҡы өйөрөн һәр ваҡытта бик ғәйрәтле өйөр айғыры ҡарап йөрөгән. Иртән иртүк айғыр өйөрҙө алып сығып китеп, кис яңынан алып ҡайтыр булған. Ҡаҙанғол ауылынан 300 метр алыҫлыҡта (көньяҡтараҡ урынлашҡан ҡалҡыулыҡта), был өйөр айғыры һәр ваҡытта аттарҙы туплап ял итергә йыйнар булған. Шуға был ҡалҡыулыҡты “Айғыр ял итеү урыны” йә булмаһа “Айғырял ҡалҡыулығы”, тип атай башлағандар.

Тарихи документтар буйынса, XIX быуаттың 60-сы йылдарынан алып, Ҡаҙанғол ауылында Йәғәфәр исемле кеше иң байы һанала. Ауыл ҡарттарының һөйләүе буйынса, таштан һалынған һарайҙары булған, бик күп һыйыр малдары, һарыҡтары була. Хеҙмәтселәр тотҡан. 20-нән артыҡ йылҡы малы тота. Был сығанаҡтар тарихи архив документтары менән дәлилләнә.


Ниңә “Байрамыш” тип атала? (47)

Байрамыш – Димдең эскә ингән ҙур ҡултығы. Ошо урында йыл һайын башҡорт ауылдарының аҡһаҡалдары байрам ашына, кәңәшмәгә йыйыла торған булғандар. Ошо урын менән бәйле бәйет*:

Кәңәшле ил көн күрер –

Боронғолар әйтеме.

Байрам ашына йыйыр

Илдең аҫыл ирҙәре.

Байрамыш буйҙары гөрләй,

Изге кәңәш ҡорғанда.

Төрлө тарафтарҙан килгән

Аҡһаҡалдар булғанда.

Ошо уҡ бәйетте Исмәғил ауылында йәшәүсе мулла Ғайсин Яхъя белә.
Гөләшә ҡалҡыулығы (61)

(Мәктәп музейынан алынған яҙыу)

Гөләшә – гөл өләшә торған изге урын, унда ауыл зыяраты, әрүахтар ята. Ғөрөф-ғәҙәт буйынса, зыяратта элек-электән үҙ үлеме менән үлгәндәрҙе генә ерләгәндәр. Эсеп, боҙоҡлоҡтар ҡылған кешеләрҙе зыяратҡа индермәгәндәр.

Мөлим-мөлим ҡәрҙәштәр,

Ғәлиәссәләм пәйғәмбәр

Беҙгә әйтеп ҡалдырған:

Ислам дине бөйөктөр,

Биш фарызын үтәргә

Һәммәбеҙгә кәрәктер.

Саф булған, аҡ күңелле

Мөьмин мосолман кеше

Биш ваҡыт намаҙ уҡыр,

Ураҙаһын ҡалдырмаҫ,

Зәҡәт саҙаҡа бирер,

Изге урындарға барып,

Саф күңелдән хаж ҡылыр.

Шуларҙы үтәгән кеше

Изгеләрҙән һаналыр,

Фани донъянан китеп,

Әхирәтлеккә ингәс,

Гонаһ ҡылмаған бәндәне

Хур ҡыҙҙары ҡаршылар.

Һинең алдыңа килеп

Гөл өләшә икән, ти,

Гөләшәгә итер, ти.



Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   18


©kzref.org 2017
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет