Дәүләкән ынйылары



жүктеу 3.67 Mb.
бет6/18
Дата07.05.2019
өлшемі3.67 Mb.
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   18

Сирмеш күле (6)

(Ҡаҙанғол музейы архивынан)

Ауылдың ситендә, Дим яры буйында, айырым бер йорт булған. Уның хужаһы ауылдағылар менән бик аралашып бармаған. Төп кәсебе – балыҡсылыҡ, мурҙа, йылым үргән, ҡош-ҡорт оялары, суман (талдан эшләнгән ҙур һауыт иген һалыу өсөн), шуларҙы эшләп һатыу кәсебе менән шөғөлләнеп көн күргән. Балыҡ һалыу урынын, күлде, “Сирмеш күле” тип атайҙар. Ирле-ҡатынлы батып үләләр был күлдә.
Биктимер тирәге (6)

Ҡышҡы юл – Димдең аръяғына сыға торған урын, һыу туңғас – шул ерҙән 30 метр самаһы бер ҡарт өйәнке үҫә. Шул өйәңкенең өҫкө өлөшөн һәр ваҡыт ҡорт ҡуныу, умарта ҡуйыр өсөн Биктимер исемле кеше киҫеп торған. Ваҡытында ул бик күп умарта тотҡан, бал һатыу кәсебе менән шөғөлләнгән. Ошо ерҙе “Умарта тирәге” лә, “Биктимер тирәге” лә тип йөрөтәләр.


Ҡаҙанғол ауылындағы нәҫел аралары (21; 34)

(Ҡаҙанғол музейынан, 1976 йыл)

1. Ҡуяндар - әрһеҙ, үрсемле, тәбиғәттең ниндәй ваҡытына ҡарамаҫтан яраҡлашҡан, етеҙ, бар эшкә лә өлгөр халыҡ. Улар кәрзин, һауыт-һаба, көнкүреш яраҡтарын бик оҫта үреп эшләгәндәр.

2. Ҡойҡалар – түҙемле, ныҡлы халыҡ. Улар тояҡтан бик оҫта итеп амулеттар эшләп, кәсеп иткәндәр. Тояҡтан эшләнгән амулет, бер ваҡытта ла туҙмаған, шуға ла ул ныҡлылыҡ, көслөлөк билгеһен йөрөткән. Ҡойҡалар үҙҙәре лә бит бер ваҡытта ла бирешмәй торған, әрһеҙ халыҡ. Был нәҫелдең бик күп оҫталары, ювелир биҙәү әйберҙәре эшләп, ошоларҙы һатып, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ яҡтарына барып, әйберҙәргә алыштырғандар.

3. Ҫәпрәләр - ҡыҙҙары бик уңған, сабыр холоҡло, элек-электән оҙон сәсле булған; тоғро нәҫел уларға ышанырға була. Һүҙсән булып, ғәйбәт тигән нимә ят булған ҫәпрәләргә. Уларҙың хәтерҙәре бик яҡшы, зирәк. Улар араһынан бик күп сәсәндәр сыҡҡан. Тарихты бик яҡшы белеп, булған ваҡиғаларҙы һаҡлай белгәндәр. Балаҫ оҫталары.

4. Һарт-ҫарттар. “Ҫарт эшләгән эше шарт” – тиҙәр улар хаҡында: маҡсат ҡуйып, шарт ҡуйып эшләгәндәр һәр эште. Уларҙы алдау бик ҡыйын, шарт ҡуйып, килешеү буйынса эш хаҡын алғандар. Улар – балта оҫталары, төрлө әйберҙәрҙе, ағастан һауыт-һабаларҙы оҫта эшләгәндәр.

5. Сәрмә - ултыраҡ тормош алып барыусы халыҡ. Атаһы өй һалһа, балаһы йыраҡ китмәгән (атай торған ауылдан йыраҡ китергә тейеш булмаған). Бәлиғ булып өйләнгәс, өй һалып, башҡа сығырға тейеш. Бер әйтем бар: “Сәрмә бәлиғ булғас, атай йортонда тормаҫ”. Дәртле халыҡ – улар араһынан бик күп йыраусылар (йырсылар) сыҡҡан. Кирбесте бик оҫта һуҡҡандар.

6. Торна – изге ҡош, башҡорттарҙың тәңре ҡошо. Бәлиғ булып өйләнһә, торналар һөйгән йәрҙәренә тоғро булып ҡалған. Һөйгән йәре булһа, күҙ күрмәҫлек ерҙән бейектә осоп, торна ҡысҡырыр, ти, “тороҡ-тороҡ, торайыҡ, – тип. – Тоғро булам ғүмергә”, – ти икән.

7. Көҙән – нәҫелдәре атаҡлы балыҡсылар, ниндәй күлдә ниндәй балыҡ, ҡай ваҡытта балыҡ ҡаба, шуларҙы бик яҡшы белгәндәр. Балыҡсылыҡ уларҙың төп кәсебе булған. Ау, нәрәтәне бик яҡшы үргәндәр, мурҙа, балыҡ тотоу әйберҙәрен яҡшы талдан үрә белгәндәр. Күл-йылға бүлеп шунда ау, мурҙа һалыр булғандар. Ҡатындары балыҡтан төрлө ризыҡтарҙы оҫта бешергән, балыҡты яҡшы итеп тоҙлай, киптерә, ыҫлай белгәндәр.

8. Сыуаш – йыуантаҡ, йыуан, тиҙәр. Ирҙәренә ҡыҙыу ҡанлылыҡ хас. Ҡатын-ҡыҙҙары бик дәртле, яҡшы йырсылар, оҫта бейеүселәр булған. Уҡыуға әүәҫ нәҫел.


Элекке ата-бабайҙар һөйләүе буйынса, һигеҙ нәҫелде берләштергән Ҡаҙанғол ауылының тамғаһы – өҙәңге. Мәғәнәһе: урталағы тура таяҡ – башҡорт булып тыуғанһың икән, үҙ халҡыңа бер ваҡытта хыянат итмәй, тура юлдан тайпылмай, алға барыу билгеһе. Юғарыға, мәғрифәтлеккә ынтылыу. Ике яғындағы ярым ай – һаҡлау билгеһе, ул нәҫелдәр араһында һатлыҡ йәндәр булырға тейеш түгел, бер уртаға (берлеккә) берләшергә тигән мәғәнәне аңлата. Быны быуын-быуын белергә тейеш. Был әйтем һүҙҙәрҙе мәҙрәсәлә уҡығанда Исхаҡ мулла әйткән. Яппар араларында ошо уҡ тамға – өҙәңге, мәғәнәһе бер үк. Тәңре ағастары – ҡайын ағасы, аҡлыҡ, сафлыҡ билгеһе.

Ҡаҙанғолдарҙың – 8 ырыуҙың – тәңре ағасы ҡайын булған, изге ағас; тәңре ҡошо – ҡарсыға, изге ҡош һаналған. Тел асҡысы төбө, йәғни, орандары – алаҫ [ут. – Редактор. Артабан: ред.].


Ниңә “Шонтаҡ күле” тип атала? (160)

Ғайсин Яхъя олатайҙың һөйләүе буйынса, Шонтаҡ күле Исмәғил ауылы янындағы иң ҙур күлдәрҙең береһе. Бик балыҡҡа бай, ваҡытында 5-6 урындан шишмә һыуҙары менән тулыланып тораған күл. Тирә-яғы ҙур тирәктәр менән уратылған булған. Һуңғараҡ шишмәләр ҡороған, ағастарын киҫкәндәр. Был хәл бигерәк тә тимер юлы үткәс, һәр бер ауылға күпмеҙер күләмдә хөкүмәткә күмер тапшырырға задание бирелгән заманда булған.


Шонтаҡ күл бәйете

Шонтаҡ күлкәйҙәре, эй, матур,

Тирә-яғы зифа ҡамышлы.

Зәңгәр һыуың һинең тулылана,

Һалҡын шишмәләрҙән көс алып.
Шонтаҡ күлкәйҙәре, эй, томбойоҡ

Тирә-ярҙарыңда тирбәлә.

Хистәрем дә моңһоуланып китһә,

Ярҙарына килеп хәл алам.


Шонтаҡ күлкәйҙәре һинең кеүек

Балыҡлы ла күлдәр бар микән?

Беҙ үҫкәнбеҙ шундай гүзәл ерҙә –

Ҡәҙерҙәрен белгән бар микән?

Күлдең исеменә килгәндә, былай тип һөйләйҙәр. Балыҡҡа бай булған күлдә ҡыш көндәрендә боҙ аҫтында балыҡтар күренеп торған, уларҙы таяҡ менән һуғып ала торған булғандар. Ә яҙ көнө, балыҡтар ыуылдырыҡ сәскәндә, ҙур-ҙур суртандар һыу өҫтөнә сығып йөҙгән, быларҙы таяҡ ҡаҙау менән алыуы бик еңел булған. Шуға ла шоң-шаңлап, таҡ-тоҡолдап һуҡҡандар. Шулай итеп, Шон-таҡ, шон-таҡ тигән тауышҡа оҡшатып, күлдең үҙен дә Шонтаҡ тип атағандар.
Кәмәсапҡан, Йәнбәй-Янбай, Нөкәй / Мөкәй төбәктәре (74)

Кәмәсапҡан тигән урындар элек ҡалын урмандар менән ҡапланған булған. Шишмә аҡҡан урында, уң яғында, өй нигеҙҙәре, ватыҡ, янған көршәк ярсыҡтары бихисап. Ошо урында Йәнбәй исемле ҡарт йәшәгән. Уның сабынлыҡтары булған. Ҡаҙанғолдар был урынды Йәнбәй-Янбай төбәге тип йөрөтәләр.

Кәмәсапҡан – Йәнбәй-Янбай ҡарттың улдары кәмә эшләгән урын (исеме шунан килә). Сәйфетдинов Ғилметдин олатайҙың һөйләүе буйынса, шишмә башында Йәнбәй ҡарттың йорттары булған. Йәнбәй төйәген, ҡарттың элек бесән сапҡан урындарын Ҡаҙанғолда белмәгән кеше юҡ. Йәнбәйҙең телһеҙ улы Нөкәй мал көткән төбәкте Нөкәй-Мөкәй төбәге тип йөрөтәләр.

Нөкәй / Мөкәй төбәге бәйете (286)

Йәмле генә Димкәй, ай, буйҙары

Һутлы ғына йәшел үҙәнле.

Шул ерҙәрҙә аттар көтә икән

Телһеҙ генә Нөкәй мөкәйләп.

Йәмле генә Димкәй, буйҙарында

Йәш имәндәр үҫкән теҙелеп.

Баш эйергә ҡушҡан яуыз дошман

Ғорур торған ғәзиз ҡәрҙәштәр.
Йәнбәй / Янбай бәйете (74)

Йәнбәй генә ҡарттың төйәге,

Оҫтаханаларға бай инең.

Етмеш кенә һөнәр эйәһе –

Етмешкә баҫҡан ир инең.

Һай! Етмеш йәшлек оҫта һин инең,

Йәнбәй генә ҡарттың, ай, улдарын

Тирә-яҡта хөрмәт иткәндәр,

Алтын ғына ҡуллы, ай, улдары

Халыҡҡа ла файҙа иткәндәр.

Йәнбәй генә ҡарттың төйәген күреп,

Күп кешеләр хайран ҡалғандар.

Эшләгәндә әйберҙәрен алып,

Ҡыуанғандар барса тирә-яҡ,

Шатланғандар ауыл ҡарттары.

Яуыз ғына дошман, ай, бер килеп,

Төйәгеңде һинең юҡ иткән.

Дөрләп кенә янған, ай, донъяңды күреп,

Йәнбәй ҡартта нисек түҙгәндер?

Яуыз ғына драгун нисек ҡулың барҙы

Ил ағаһын яза ҡылырға?

Бармаҡтарын ҡылыс менән сабып

Нәфрәт кенә беҙҙә уяттың.

Бәлиғ кенә булмаҫ, ай, улыңдың

Телкәйен дә тотоп киҫкәндәр.

Дошмандарға башын эймәйсә,

Эй ҙә батыр заттан Йәнбәй ҡарт,

Ил ағаһы Йәнбәй, һин батыр.

Йәнбәй ҡарттың бик күп малы булған. Һуңынан теле киҫелгән имгәнгән улы ҡалған малдарын көтөп көн күрә, Шәрип менән Ҡаҙанғол аҫмаһында бер төбәк бар, малдарын һәр ваҡыт шунда көткән, теле булмағанлыҡтан аттарына “ну-кай” тигән ауаз ғына сығара алған. Уның хөрмәтенә был төбәкте Мөкәй тип йөрөтә башлағандар. Сирләп бер үҙе генә ҡалған Мөкәйҙе инәһе яҡлап бер туған апаһы Ябалаҡлы ауылына ала. Тыуған яғын һағынып, көн дә шишмә янына килеп, был ғәрип илар булған. Уның хөрмәтенә Ябалаҡлы ауылында шишмәгә Мөкәй тип уның исеме бирелә.
Фәриҙун ауылы ҡайҙан килеп сыҡҡан? (160)

Фәриҙун ауылы 1917 йылда барлыҡҡа килгән тигән ҡайһы бер мәғлүмәттәргә мин ҡырҡа ҡаршы. Был – кемдеңдер уйлап сығарыуы.

1910 йылдарҙа Столыпин закондары сыҡҡан. Ошо ваҡытта Фәриҙун ауылы 4-5 йорттан торған ауыл ине. Уға нигеҙ һалыусы Фәрит оҙон. Ауылға Оҙон Фәрит, һонтор Фәрит исемле (ҡушаматлы) кеше нигеҙ һалған. “Фәрит оҙон” – шул һүҙҙән “Фәриҙун” ялғанып эшләнгән. Быны башҡорт осондағы кешеләр белергә тейеш.

Революциянан һуң, күсеп ултырған кешеләр иҫәбенә, ауыл ҙурайҙы, был 30-сы йылдар тирәһе булғандыр. Бында фермалар төҙөй башланылар, иген келәттәре, бер контор кеүек нимәне шул 22-се йылдар тирәһендә һалғандарҙыр инде. Шул Фәрит тигән кешеләр революцияға тиклем һәр ваҡыт балыҡсылыҡ менән шөғөлләнделәр, кис мурҙа, нәрәтә һалып, иртән Дәүләкәнгә илтеп һатырҙар ине. Фәриҙун күлдәре балыҡҡа бик бай булды, бында табан, ҡара балыҡ тоторға була ине. Дәүләкәндә ниместәр [немецтар] быны көтөп, һорап алалар ине. Исмәғилдән дә бик күптәр шул шөғөл менән былашты.


Өйрәккүл (160)

Был бик ҙур күл, Исмәғил башҡорттарының яратҡан балыҡлы күле булған. Бында яҙын, йәйен бик күп ҡоштар, ҡыр ҡаҙҙары, аҡҡоштар һәм бихисап күп өйрәктәр булған. Шуға “Өйрәк күле” тип атағандар. Ә ауылы 5-6 йорттан булған, күлдең исеме менән “Өйрәккүл ауылы” тип аталған. Һуңынан ер алынғандан һуң, халыҡтың ай-вайына ҡарамай, уларҙы кире Исмәғилгә ҡайтаралар. Хәҙерге көндә был нәҫелдән Минигәрәевтар йәшәй. 1812 йылда Исмәғил ҡарт француз яуында ҡатнаша. Ырымбур губернаторынан ерҙе мәңгеләштереү буйынса грамота алып ҡайта. Был ваҡытта уға 56 йәштәр самаһы була.


Ярыштауҙа әүлиә ҡәбере (6)

Был хәл һуғыш башланыр алдынан, 39-сы йылдарҙа булды, булһа кәрәк. Элек күлдәрҙә, Дим йылғаһының үҙендә лә, балыҡ бик шәп була ине. Мин һәр ваҡыт, күлде ситәнлек менән бүлеп, талдан үрелгән мурҙалар менән тота инем балыҡты. Йәй көндәрендә табан, ҡара балыҡ иң үтемле тауар ине. Уны әҙерәк ләмгә төрөп, һыу һалып мөгәрәпкә ҡуйһаң, ике-өс көн тере килеш һаҡларға була ине.

Аҙыраҡ йыйғас, иртәнге сәғәт 4-тәр тирәһендә тороп, уны Дәүләкәнгә илтеп һата инек. Дәүләкәндәр, көтөү ҡыуғанда эләкһәң, шундуҡ алып бөтәләр ине, баҙарға сығырға ла түгел. Бер барғанда иртән Ишдәүләтов Байбулат та осраны. Ул Йүкәлекүл яғына үҙенең нәрәтә, ауҙарын һала ине. “Нәрәтә, ау кәрәк булһа, минең Дәүләкәндә сыбыҡ осо нәҫелдәр бар, әйҙә шуларға керәйек, Сәхиулла ҡарт бәйләп һата нәрәтәләрҙе”, – тине.

Керҙек. 80-гә етеп килгән аҡ һаҡаллы ҡарт Сәхиулла менән таныштырҙы. Бихисап ептән үрелеп бәйләнгән йылым, ау – нимә генә юҡ инде. Барыһын да күрһәтте.

Ҡарсығы Мәликә исемле, ул да ҡартына ау ҡорамалдарын үрергә ярҙам итә икән.

Сәй эсеп, донъя хәлдәрен һөйләшкәс, ошо ҡарсыҡ әйтте (Байбулаттың йыраҡ ҡына булһа ла инәһе яҡлап апай тейешле кешеһе икән): “Донъялар бик болғанырға тора. Байбулат, һеҙгә лә килеп етәр сират. Ярыштауға барып, доға уҡып, хәйер һал”, – тине. Ҡайтҡас, беҙ йома көн иртүк Байбулат, тағы Фәхретдин ҡарт (ул ваҡытта йәш ине) өсәүләп шул Әүлиә ҡәберенә киттек. Теге әбей өйрәтеүенсә, тау итәгенән башлап 70 аҙым атлап барабыҙ ҙа (өҫкә табан тауға), тиҫбе тартып тәһлил әйтәбеҙ. Шулай тауға менеп еткәнсе 40 тапҡыр ултырып, тиҫбе тарттыҡ.

Был ҡәберлек билгеле урында, Ибрай менән Иҫке Көрмәнкәй яғында, урынлашҡан. Шунан ошо ҡәберлеккә килеп, Ҡөръән сүрәләрен уҡып, хәйер һалдыҡ.

Теге әбейҙең әйтеүе буйынса, ул батыр үлһә лә, уның рухы йәшәй, шуға ышанып унан һораһаң, теләктәрең ҡабул булыр, ти.

Ул батыр беҙҙең иреклек, иркенлек өсөн көрәшкән, ҡыйырһытылған, етемдәрҙе яҡлап: “Миңә ышанып инанғандар ғүмерле булыр – беҙ юҡҡа көрәшмәнек”, – тигән.

Шул тау башында башҡорт ғәскәрҙәре өс көн, өс төн ҡамауҙа булған. Үҙенең бер яҡын дуҫын төндә, нисек тә ошо тоҙаҡтан сығып: “Минең ҡылысым эйелде тип, беҙҙең егеттәр ошонда ятып ҡалды тип, иламаһындар ҙа, ҡайғырмаһындар ҙа, беҙҙең яҡта дөрөҫлөк булды – беҙҙең рухты дошман бер ваҡытта ла еңә алмаясаҡ тип халыҡҡа еткер”, – тигән.

Теге дуҫы бик ныҡ тырышлыҡ менән ҡамауҙан ҡотолоп, яраланған килеш Ибрай ауылына килеп, батыр аманатын тапшырып үлгән.

Ошо хәйер-доғалар йөрөттө микән, контузия алып та, үлем аҫтына кермәнем, иҫән ҡайттым.

Теге ике кеше лә, Байбулат менән Фәхретдин ҡарт та, һуғыштан иҫән-аман йөрөп, бик ҡартайып вафат булдылар. Мәликә ҡарсыҡ ул ваҡытта, 39-сы йылдарҙа, шул 80-гә еткән булдымы икән, Сәхиулла ҡарттан әҙерәк өлкәнерәк кеүек күренде. Батырҙың исемен Ҫөләймән тине, Ҫөләймән әүлиәгә барығыҙ, тине.
Берҡаҙған күле (279)

Ул күл Алғанан 1,5 саҡрым Мәкәш ауылына тиклем һуҙылған булған. Һуңғы быуатта һөрөнтө ерҙәрҙе күбәйтеү өсөн ерҙәрҙе ошо күл ярына тиклем һөргәндәр. Шунан төбөнә ләм, унан һуң ҡамыштар үҫеп, күл һаҙлыҡҡа әйләнә. Ата-бабаларыбыҙ һөйләүенсә, бында элек берҡаҙған ҡоштары – пеликандар килер булған. Балыҡ, бик күп баҡа уларҙы йәлеп иткән, күрәһең, бында һай булғанға уларҙы тотоуы бик еңел булғандыр. Һуңғы тапҡыр был ҡоштарҙы 1905 йылдарҙа күргәндәр, тип һөйләйҙәр ине.


Әкеш тауы (279)

Асылыкүл буйында элек кантун ваҡытында бер ихтилалда ҡатнашҡаны өсөн күп йылдар Әкеш (русса исеме – Апуш) исемле кешене эҙәрләгәндәр.

Ул үҙе тауҙарҙа землянка яһап, шунда йәшәгән, иптәштәре менән урыҫ ғәскәрҙәренә ҡапыл килеп сығып һөжүм иткән.

Быны Асылыкүл, Дим буйында белмәгән кеше булмаған. Уға бәйле Асылыкүл буйында 6-7 исем бар: Сөйәрғол Әкеше, Мерәҫ Әкеше, Сурай Әкеше, Ҡотло Әкеше, Емерек Әкеше, Йүкә аҫты Әкеше.

Ошо кеше иптәштәре менән бесән ваҡытында ошо һаналған кешеләргә ярҙам итеп йөрөгән. Шуға уның хөрмәтенә был сабынлыҡтарҙы шулай атап йөрөйбөҙ. Ә ул йәшәгән тау Әкеш тауы тип атала. Әкеш ул ҡасҡындарҙың етәксеһе булған.
Ҡоръятмаҫ ауылы* (279)

Беҙ 1930 йылда Алға ауылына күстек. Беҙҙең атайҙар Дим буйында Ябалаҡлы ауылында йәшәгәндәр. Үҙебеҙ – төп Ябалаҡлы ауылы башҡорттары. Шунан бабайҙар ҫунарға килеп йөрөгәндәр. Ошо ауылдың Мәргән атыусы ҫунарсылары Мөхәмәҙи, Ҡара Яҡуптан Мөхәммәт, Яппар ауылының данлыҡлы ҫунарсыһы Фәйзулла булған. Ҡоръятмаҫ ҫыуының башына, ҡапҡан ҫауыт ҫалғаннар, солоҡ ҡуйғаннар.

Ҡапҡанына кейек эләгер,

Солоғона килеп ҡорт ҡуныр.

Бигерәк тә бай ҙа, матур яҡ икән,

Ҡоро ғына тоҙаҡ буш ятмаҫ, – тип йырлар булғандар.


Бөрйән ырыуы (215)

(Дәүләкән ҡалаһының 3-сө һанлы мәктәп уҡыусылары йыйған материалдарҙан)

Дүртөйлө ауылы риүәйәтенән сығып фекер йөрөткәндә, бөрйәндәр бында 1755 йылғы күтәрелеш осоронда батша карателдәренең эҙәрләүҙәренән ҡасып килеп ултырған. Уларҙың элекке төйәк иткән урыны – Урал аръяғы Ирәндек итәктәре, дөрөҫөрәге данлыҡлы Ябыҡҡарағай урманы. Эҙәрләүҙәр яуыз түрә, бәдбәхет Брагиндан үс алыу ваҡиғаһына бәйле була. Халыҡ Брагинды генерал тип атай. Бына шунан һуң, генерал үлһә лә, закун үлмәҫ тип, “Дим буйы Аҡбуҙат” [Дим буйы бүртә ат?] йырын йырлап, ошо яҡҡа сығып киткәндәр. Дәүләкән, Әлшәй райондарында бөрйән ырыуының алты-ете ауылы бар: Көрмәнкәй (унда бөрйәндәргә тиклем аҫаба башҡорттары йәшәгән була), Этҡол, Ибрай, Ҡыпсаҡ-Асҡар, Тәүәтәй.
Ата-олатайҙарҙан ҡалған шәжәрәм (298)

Аҡҡусҡар

Байыш

Йәрмөхәмәт


Ғөбәйҙулла

Вәлиулла


Ғәлиарслан
Вәсил
Минзәлә


Шәжәрәм (289)

Ҡапай


Нәҙерғол

Һөйәрғол

Латип



Мөхәррәм


Зиязетдин



Хәҙисә
Элек беҙҙең ата-бабайҙар Дим буйының уң яҡ ярылап үткән юлды Боронғо башҡорт юлы тип атайҙар ине. Ул юл Ырымбур-Өфө ҡәлғәләрен тоташтырған булған (148)


Олатайым Мөхәмәтзариф 1912 йылда, 82 йәшендә, вафат була. Уның һөйләүе буйынса, Ҡәнзәфәр бейҙең улы Дәҫтән бей Ҡырҡөйлө мең башҡорттарының ханы булған, ҡырҡ ырыу нәҫелде берләштереп идара иткән. Уның түбәһе Бигеш ауылдары булған. Бигеш элек ике өлөштән – Үрге, Түбәнге өлөштән торған. Түбән Бигеш һуңғараҡ Салауат ихтилалында ҡатнашҡан Әлбәй Мырҙағолов старшина хөрмәтенә Әлбәй ауылы тип атала башлай. Был тарихи документтар менән раҫлана. Тәүге ревизия мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Бигеш, Әлбәй, Үзрәкбаш ауылдары Дәҫтән түбәләре тип атала (5 ревизия, 1795 йыл)

Дәрхән [Тархан] күле Дәүләкән ҡалаһына яҡын ерҙә урынлашҡан. Был матур зәңгәр күлдең зифалығына һоҡланмаған кеше булмаған. Ошо ерҙә тирмә ҡороп Дәҫтән бей ял итәр булған.

Ҡәнзәфәр бей 4 улын саҡырып: “Һеҙ минең – уң ҡулым, – шунан ҡулын алға ҡулым алға һуҙып – баш бармағым – үҙем, ә ҡалған бармаҡтарым – һеҙ. Минең быуындарым нисек эшләй, һеҙ шулай булырға тейеш”, – тип, улдарына ер бүлеп биргән. Ҡырҡ нәҫелде берләштерегән Дәҫтән булған ул. Унда Яппар, Ҡаҙанғол, Шәрип, Бигеш, Ябалаҡлы, Мәкәш, Ҡоръятмаҫ, Көрмәнкәй, Дәүләкән кеүек ҙур ауылдар кергән (69).

Минең ырыу ағасым (291)

Ҡапай


Һөйәрғол


Йомағол

Мөхәмәтйән

Әхмәҙи (старшина)



Хөсниямал



Әкиәттәр
Әтәсбай (262)

(Әлисә Вәкил ҡыҙына өләсәһе Ғәниева Хәҙисә

Мөхәммәтсаҙиҡ ҡыҙы һөйләгән)
Борон-борон тип башлайым

“Әтәсбай” әкиәтен.

Һеҙ ҙә уҡып белһен, тиеп

Был ҡоштоң әкәмәтен.

Шулай итеп, йәшәгән, ти,

Бер ауылда Әтәсбай.

Уның кеүек зирәктәрҙе

Эҙләп тә табып булмай.

Көндәр буйына был әтәс

Сүплегендә тибенгән.

Ниндәй ялтыр-йолтор таба

Илтеп кәртәгә элгән.

Төрлө-төрлө хазиналар

Тапҡан үҙ быуатында.

Көҙгө, тараҡ, ҡурғаштарҙы

Һаҡлаған һандығында.

Ә бер көндө, бына нимә,

Аҡ ҡашмау табып алған.

Шул табышы Әтәсбайға

Бигерәк оҡшап ҡалған.

Кәпәсен башына сөйөп,

Үтә ғорур йөрөгән.

Берәйһенең күҙе ҡыҙһа,

Кейеп торорға биргән.

Май башы. Күрше ауылдан

Әтәскә килгән бер ҡарт.

Ғәләметдин һүҙ әйтә алмай

Ҡатҡан ҡалпаҡҡа ҡарап.

Әйтеп үтергә кәрәктер:

Ҡашмау үтә лә матур.

Хатта битарафтар уға

Һоҡланып күҙен атыр.

Аптырап бер аҙ торғастын,

Ҡарт аҡылына килә.

Ни тип алдашырға белмәй,

Былай тип хәбәр теҙә.

“Эй, әтәс дуҫ, был аҙнала

Ҡыҙым кейәүгә сыға.

Биреп торсо ҡашмауыңды

Кейергә шул сараға”.

Әтәсбай һис ҡарун түгел,

Аҡыллы, йомарт була.

Яҡшы теләктәр еткереп,

Ҡартты оҙатып ҡала.

Бер аҙна ул бик тиҙ үткән,

Әтәсбай әле көткән.

Ағастарға һары төшкән,

Ғәләметдин юҡ икән.

Шунда әтәс аңлап ала

Ҡарттың мәкерле уйын.

Ҡайҙан улай уйлап тапҡан,

Ҡыҙын, ҡыҙының туйын?

Ҡояш сығыу менән иртән,

Юлға сығырға була.

Аҙ-маҙ ғына ҡапҡыларға

Тоҡҡа ашамлыҡ ала.

Таң нуры иркәләгәндә

Һанай-Шайтан тауҙарын.

Яҡшы юл теләп әтәсте

Оҙатҡандар дуҫтары.

Дәртле итеп шәп-шәп атлай,

Туғайҙар һуҡмағынан.

Туҡтап ҡалды, нурлы юлды

Ҙур даръя-диңгеҙ быуған.

Баҫма ла юҡ. Нисек кенә

Сыҡҡан икән тиһеҙме?

Уйлап-уйлап торған да ул

Тоҡҡа һалған диңгеҙҙе.

Иңенә ҡабаттан элә

Тылсым тулы муҡсаһын.

Йырлап, яңғырата үҙе

Көҙҙөң алтын баҡсаһын.

“Бөрлөгән”де көйләп бара,

Йәйғор төҫлө урмандан.

“Туҡта!” – тигән тауыш уны

Арындырған уйынан.

Ҡараһа, алдында ғына

Күк бүре баҫып тора.

Әтәс уны күрмәгәндәй

Үҙ юлы менән бара.

“Туҡта, тиҙәр! Хәҙер бына

Тотам баҫтырып, шунан…”

Һүҙен әйттереп тә бөтмәй

Ҡош уны тоҡҡа һалған.

Ары бара. Бер саҡ арттан

Килә егет-баһадир.

Атҡа егелгән арбала

Елә генә аҫыл ир.

Ҡошто күргәс, туҡтаны ла:

“Ултыр! – ти – алып барам”.

Вәт яҡшы кеше осраны

Әтәсбай ҙа шатлана.

Арбаға менеп ултыра

Юлда арып та ҡуйған.

Баралар, ти, хозурланып

Асылы буйҙарынан.

Тик егет кинәт әтәскә

Арҡан менән ташлана.

Иркен, хәтфәләй болонда

Ҡаты алыш башлана.

Беҙҙең Әтәсбай дуҫ – батыр!

Юлдан ары атланы.

Егетте, атты, арбаны

Ҡапсығына ташланы.

Ҡабаттан уның юлында

Ҡаршылыҡ осраманы

“Суҡ муйыл”ды йырлай-йырлай

Ул һуҡмаҡтан атланы.

Ауылға барып етәрәк

Ҡапҡылаған, ял иткән.

Ғәләметдин йортон тапҡас,

Туп-туры кереп киткән.

Ишек алды матур ғына,

Оло арбаҙы тора.

Әтәс: “Ғәләметдин ағай,

Сыҡ әле!” – тип ҡысҡыра.

Кем килгәнлеген белгәс, ҡарт

Әҙерәк ҡаушап ҡалды.

Ағарынды, ҡыҙарынды,

Тирә-яҡҡа ҡаранды.

– Мин ҡашмауымды алырға,

Килдем бит, Ғәләметдин!

– Бик мәслихәт, Әтәсбай дуҫ,

Унда торма, өйгә ин.

– Инеп торорға ваҡыт тар,

Оҙаҡҡа килмәнем мин.

Ҡашмауымды алайым да

Унан һуң ҡайтырмын, тим.

Ҡарт бик ҡурҡа, Әтәсбайҙы

Берәй кеше күрер тип.

Ҡошто арбаҙға яба ла

Өҫтөнән ҡуя ҙур бик.

Ғәләметдин уйлауынса,

Әтәсте үгеҙ һөҙөр.

Һөҙөп, тапап, үлтерер ҙә

Ҡарттың хәүефе бөтөр.

Тик беҙҙең әтәс аҡыллы,

Арбаҙға кереү булды.

Асып ебәрҙе лә тоғон,

Бүребайҙы сығарҙы.

Туйынғас башмаҡ итенән

Бүре тәҙрәнән сыҡты.

Кеше күҙенә салынмай

Ҡара урманға ҡасты.

Ғәләметдин тышҡа сыҡһа,

Күҙҙәре шарҙай була.

Ни тиһең, уның алдында

Әтәсбай баҫып тора.

– Бабаҡай, ҡайҙа ҡашмауым?

Минең ҡайтаһым да бар.

– Эй, дуҫҡайым, һиңә тигән

Иген келәттә бер лар.

Әтәсте шунда бикләй ҙә,

Хәйләкәр уйлап ҡуя:

“Был игенде ашап бөтһә

Үлерлек булып туя”.

Әйткәнемсә, беҙҙең дуҫтар

Һатып алмай аҡылды.

Келәт тыштан йоҙаҡланғас,

Әтәс тоғо асылды.

Егеттең ҡапсыҡтарына

Игенде тейәнеләр.

Ҡайтҡанда түгелмәһен, тип,

Ауыҙын бәйләнеләр.

Келәттән сыҡҡанда егет

Тағы бер рәхмәт әйтте.

Изгелектәр теләй-теләй

Атҡа ултырып китте.

Был саҡ бабай гәзит уҡып,

Өйҙә ултыра ине.

Әбейе, ҡото алынып:

“Ҡара тәҙрәгә!” – тине.

Һушы китә яҙҙы ҡарттың

Әтәсте күреү менән.

“Үгеҙемде лә ашаны,

Хәҙер ҡалдым игендән”.

Асыулы ҡарт – уттан яман –

Ҡошто эләктерә лә,

Ҡайнар эҫе мунсаһына

Бикләргә тип килтерә.

“Инде ҡотола алмаҫһың,

Башыңа эҫе ҡабыр!”

Эй, туҙынып кереп китә

Өйөнә. Әтәс сабыр.

Көлөп кенә ҡуя ҡарттың

Этлек тулы уйынан.

Ауыҙын асып ебәргәс,

Диңгеҙ аҡты тоғонан.

Вәт тамаша! Бөтә халыҡ

Йыйыла был тирәгә.

Ниндәй батыр килгәнлеген

Теләй улар күрергә.

“Кикирикүк!” әтәс тышта

Йырын һуҙып ебәрҙе.

“Ҡашмауҙың тарихы”н көйләп

Аптыратты күптәрҙе.

Ғәләметдин дә, әбей ҙә,

Оялып ҡасты баҙға.

Ғорур әтәс эре генә

Улар йортона уҙа.

Тәүҙә ултырып сәй эсә,

Бик арыған икән ул.

Тағын да хәл алыр ине

Ҡайтырға ла кәрәк шул.

Һандыҡ төбөнән ҡашмауҙы

Эләктереп ала ла,

“Иҫән-һау булығыҙ!” – тиеп,

Яйлап ҡайтырға сыға.

Бер ауылдан үткән саҡта,

Әтәскә осрай егет.

Ҡунаҡ итеп ебәрә ул,

Күстәнәс бирә төрөп.

Дим буйҙарына еткәнсе

Бүре оҙата бара.

Ҡашмауҙы күреп, һандуғас

Йырынан туҡтап ҡала.

Шулай ҡайтып етә әтәс

Тыуған ауылҡайына.

Үткән ике көн эсендә

Дуҫтарын бик һағына.

Ултырып доға ҡылалар,

Әтәсбай хәбәр һөйләй.

Бер ситтәрәк Тауыҡбикә

Себештәргә йыр көйләй.

Әгәр күрергә теләһәң

Әтәсбайҙың ҡашмауын.

Беҙҙең яҡтарға килеп сыҡ

Юлды бик тиҙ табырһың.

Уралтауҙың итәгенә

Һыйынған гүзәл ауыл.

Тирә яғы иҫ китерлек,

Ул урмандары, тауы!

Емеш-еләк, йәшелсәләр

Баҡсаларҙа туп-тулы.

Күктә яна йондоҙҙары,

Шишмәләре шифалы.

Ошо мөғжизә-төбәктә

Гөрләп йәшәп ятабыҙ.

Хәҙергә хуш! Әтәс менән

Һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!




Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   18


©kzref.org 2017
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет