Дәүләкән ынйылары



жүктеу 3.67 Mb.
бет7/18
Дата07.05.2019
өлшемі3.67 Mb.
1   2   3   4   5   6   7   8   9   10   ...   18

Йырҙар

Тубылғы ла ағас, ай, ҙур булмай (211)
Тубылғы ла ағас, ай, ҙур булмай,

Туры ла юл – урау юл булмай.

Кешеләрҙән кеше һис кәм булмай,

Тик яҙмыштар төрлө булғылай.


Тубылғы ла ағас, ай, сәскә атҡан

Оло ла ғына юлдың буйында.

Киләсәктә һәр саҡ һеҙҙең менән

Һеҙ булырһыҙ минең уйымда.


Тубылғы ла ағас, ай, ҙур булмай

Тубылғыҙан үтә лә юл булмай.

Ҡайҙа ғына барһаң да, бәхетең булһын,

Бәхетле лә кешеләр хур булмай.


Ҡарасай ҡыҙ (211)*

Ҡарасай кейгән ҡар(а) итек,

Күтәрмәһе тар итек.

Ҡарасай сыҡҡан урамдарға

Юҡ йомошто бар итеп.
Ҡарасай ҡыҙы, ай, матур ҡыҙ,

Ағарта, ти, керҙәрҙе.

Ҡарасай кеүек матур ҡыҙҙар

Һарғайта, ти, ирҙәрҙе.


Ҡарасай ҡыҙҙың ҡалпағы ла,

Яңы суҡланған сағы.

Ҡарасай ҡыҙҙы уятмағыҙ

Яңы йоҡлаған сағы.


Ҡарасай ҡыҙы бик матур,

Юрған ябынып ятыр.

Һыҙылып таңдар атҡан саҡта

Ҡыҫып-һурып уятыр.


Шарлы урман (212)

Шарлы урманҡайҙарҙың уртаһында

Боролоп-боролоп үҫә бер уҫаҡ.

Шарлы урманҡайҙар ҙа китмәҫ ине

Йыйын Яйыҡһыбы бер булһаҡ.
Шарлы урманҡайҙарҙың, ай, бейеге,

Һыҙғырһам да сыҡмай кейеге.

Шарлы урманҡайҙары ҡулдан киткәс

Үлмәйенсә китмәҫ көйөгө.


Зөләйха (212)

Ай юғары, ай юғары,

Айға менәһем килә.

Айға менеп, түбән ҡарап,

Һине күрәһем килә.
Таңдан тороп һыуҙар һиптем

Баҡсалағы түтәлгә.

Күҙем төшһә, күңелем төшмәй

Һинән башҡа бүтәнгә.


Оҙон ҡара сәстәреңде

Таҫма кәрәк үрергә.

Өҙөлөп һөйгән йәрең килгән,

Сыҡсы, зинһар, күрергә.


Аҡлы-суҡлы ал таҫмаңды

Тағып ебәр тәңкәңә.

Шул егетте яратам, тип

Әйт, Зөләйха, әсәңә.



Мәжлес йыры (111)

Бейек кенә тауҙың баштарында

Юлаусынан ҡалған бер күмер.

Ашайыҡ та эсәйек баш һау саҡта,

Ике килмәй икән был ғүмер.

Сәхрәләрҙә алма серемәй, тиҙәр,

Бисмиллалар тиеп ташлаһам.

Өҫтәлдәрҙән ризыҡ кәмемәй, тиҙәр,

Ағай-эне менән бергә ашаһаң.
Ҡыр ҡаҙҙары (79)

Ҡаҙҙар оса оло юлға,

Елпеп пар ҡанаттарын.

Һағыныр инде ҡошҡайҙарым

Тыуып үҫкән яҡтарын.

Ҡул болғап оҙатып ҡалам:

Хушығыҙ, ҡошҡайҙарым!

Онотмағыҙ тыуған илдең

Тирәкле туғайҙарын.

Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый,

Нисәлер, һанаманым.

Ниҙәр яҙҙы улар күккә

Мин генә аңламаным.

Ҡул болғап оҙатып ҡалам:

Хушығыҙ, ҡошҡайҙарым!

Онотмағыҙ тыуған илдең

Тирәкле туғайҙарын.

Ҡаҙҙар оса алыҫтарға,

Ҡанаттарын талдырып.

Оса улар алыҫтарға,

Тыуған илен ҡалдырып.

Ҡул болғап оҙатып ҡалам:

Хушығыҙ, ҡошҡайҙарым!

Онотмағыҙ тыуған илдең

Тирәкле туғайҙарын.

Һикереп кенә төштөм, ай, төбәккә,

Ике генә бөртөк еләккә.

Береһе генә ҡалды, береһен ҡаптым

Ял булһын тип янған йөрәккә.
Ағиҙелкәй аға тулҡынланып,

Башҡа йылғаларҙан кәм түгел.

Кешеләрҙән кеше һис кәм түгел,

Тик бәхеткәйҙәре тиң түгел (109).


* * *
Уйна, дуҫым, гармуныңды

Һин матур уйнатаһың.

Уйнатаһың, йырлатаһың,

Күңелде йыуатаһың.


Уйна, дуҫым, гармуныңды,

Беҙ йырлаған көйҙәргә.

Беҙ йырлаған, һеҙ уйнаған

Ҡалһын һағынып һөйләргә.


Гармунсы булһын йәрең,

Гармунсы булһын йәрең.

Гармунсының быу(ы)ны һайын

Мөхәббәт була уның (112).


Юрмый буйы (249)

Асылыҡай буйы – аҫыл таш,

Юрмый буйҡайҙары – йәшел таш.

Юрмый буҡайында үҫкән ирҙәр

Яҫы яурын булыр, ҡара ҡаш.
Аҡ ҡарсыға менән күк ҡарсыға

Берен-бере ҡыуып талсыға.

Ашау-эсеү менән дандар сыҡмай,

Татыу йәшәү менән дан сыға.


Юрмый ғына буйы дөм ҡарағай,

Үтеп кенә булмай ҡарамай.

Ыласын кеүек кенә ир булһаң да,

Мәслихәтһеҙ эштәр ярамай.


Юрмый буйҡайҙары аҡ татыр,

Аҡ татырҡайҙарҙа мал ятыр.

Тыуған-үҫкән ерҙе таяныс иткән

Ир-ат күңелендә хаҡ ятыр.


Юрмый буйы (67)

Юрмый ҡалҡыуында ем-ем итә

Юлаусынан ҡалған бер күмер.

Аҡрын ғына, беҙгә һиҙҙермәйсә,

Үтә лә китә икән был ғүмер.
Асылыҡай буйы, ай, аҫыл таш,

Юрмый буйҡайҙары – йәшел таш.

Юрмый буйҙарында үҫкән егет –

Яҫы ла ғына яурын, ҡара ҡаш.


Асылыҡай буйы, ай, аҫыл таш,

Юрмый буйҙарында яҫы таш.

Юрмый буйҙарында үҫкән ҡыҙҙар

Нәҙекәй генә билле, ҡыйғас ҡаш.


Юрмый буйҡайының туғайында

Ат аунарҙай тигеҙ ерҙәр бар.

Ирҙәр менән ирҙәр берҙәй түгел,

Берәүе бишкә торор ирҙәр бар.


Юрмый буйҙарынан йылҡылар ҡайта,

Алдан сабып килә күк юрға.

Ашап та ғына эсеп, уйнап-көләйек,

Хоҙай ғүмер бирһен күп йылға.


Юрмый буйҙарына бүреләр килгән, тиҙәр,

Һоро ла ғына микән, күк микән?

Уҙған ғүмерҙәрҙең билгеһе юҡ,

Ҡалған ғүмерҙәребеҙ күп микән?

Юрмый буйҡайының бүтәгәһе

Һәр бөртөкәйҙәре ҡыл кеүек.

Был ғүмеркәйҙәрҙең уҙыуҙары

Ҡиблаларҙан иҫкән ел кеүек.


Юрмый буйы (289)

Юрмый буйҡайҙары, ай, бүтәгә,

Ат тояҡҡайҙарын күтәрә.

Был йырҙарым минең тәсбих түгел,

Әҙрәк-мәҙрәк күңелде күтәрә.
Юрмый буйҡайҙары, ай, туйыра,

Япраҡтарын ярһа ҡуйыра.

Һандуғастар кеүек һайрашайыҡ,

Мәжлестәр шуны бойора.


Сәрмәсән буйы* (265; 280)

Сәрмәсән дә буйы киртләс, киртләс,

Киртләстәре китер, боҙ киткәс.

Ир балалар ҡайта хеҙмәт иткәс,

Ҡыҙ балалар ҡайтмай бер киткәс.

Ауырта ла башым, яна йөрәгем,

Һеҙ дуҫтарҙы көндә күрмәһәм.

Ғүмерем дә булһа онотмамын

Һеҙ дуҫҡайҙарымды, үлмәһәм.

Ҡара ла урман арттарында

Ҡыҙыл бөрлөгәндәр ҡан кеүек.

Сит илдәргә сыҡһа яңғыҙ егет

Йөрөй закладтағы мал кеүек.
Ғәйшә (194)

Ишеккәйем алды, һай, ҡуш тирәк,

Ҡуш тирәккәйем төбө ер еләк.

Еләктәре бешкән, һай, йыйған юҡ,

Был донъяҡайҙарҙан туйған юҡ.
Ишеккәйең алдын һепереп тот,

Алма тәгәрәтеп уйнарһың.

Был йырҙарҙы, йәнем, иҫеңдә тот,

Мин үлгәс тә, һағынып йырларһың.


Өршәк кенә һыуы, һай, ҙур булмай,

Уның кеүек яҙын һыу булмай.

Ҡайҙа ғына барһаң бәхет кәрәк,

Бәхетле лә кеше хур булмай.


Мәжлес йырҙары (96)

Ҡаҙ бәпкәләре лә, ай, һары икән,

Теҙелеп-теҙелеп һыуға бара икән.

Йөрәк башларына ҡан һауҙырған

Үҙәк ярып сыҡҡан бала икән.

Дим буйыҡайҙары, ай, бүтәгә,

Ат аяҡтарын, ай, күтәрә.

Был йырҙарым минең тәсбих түгел,

Әҙерәк кенә күңел күтәрә.

Әҙерләгән дә, ай, өҫтәлдәре,

Йәйелеп кенә ятҡан күл кеүек.

Саҡырып та килгән, ай, ҡунаҡтары,

Сәскә генә атҡан гөл кеүек.

Яҡут ҡына тигән, ай, аҫыл таш,

Ята ла бит алда ялтырап.

Ҡайһы ғына илдәрҙән, ай, килдегеҙ,

Ҡояш та ғына кеүек ялтырап.
* * *

Ҡыҙылбаштың нәҫелдәре*

Илгә батырҙар биргән.

Тыуған ергә афәт килһә

Ил менән бергә күргән (96).
Ҡоҙағыйҙың өҫтәленә хөрмәт ҡылыу йыры (149)

Гөлнәзирә көйөнә көйләп йырлана, ҡушымтаны йырлағанда бармаҡтар шартлатып йырлана.

Ҡоҙағыйым ҡунаҡ йыйған,

Килмәй ҡалыр хәлем юҡ.

Өҫтәленә нисек һыйған

Бының хәтлем ризыҡ.

Һай ли, ҡоҙағый,

Матур баҫа түгелме?

Матур баҫып, йылмайып,

Күңел аса түгелме?

Ҡоҙағыйҙың өҫтәленә

Гөбаҙыя ҡуйылған.

Хөрмәт иткән яҡындары

Был табынға йыйылған.

Һай ли, ҡоҙағый,

Матур йөрөй түгелме?

Матур йөрөй, матур йөрөй,

Беҙҙе һыйлай түгелме?

Ҡоҙағыйҙың самауыры

Ҡайнатырға ҡуйылған.

Һый-хөрмәтте күтәралмай

Өҫтәлкәйе һығылған.

Һай ли, ҡоҙағый,

Матур көлә түгелме?

Матур көлөп, йылмайып

Хөрмәт итә түгелме?

Ҡоҙағыйҙың күлдәктәре

Әберкәләп тегелгән.

Өҫтәлдәргә һауыттарға

Сәк-сәктәре һибелгән.

Һай ли, ҡоҙағый,

Матур йырлай түгелме?

Матур йырлап, беҙгә ҡарап,

Беҙҙе һыйлай түгелме?

Ҡоҙағыйҙың сәйкәйҙәре

Бигерәк тә тәмле икән.

Өҫтәлдәге һый-хөрмәте

Бигерәк тә йәмле икән.

Һай ли, ҡоҙағый,

Күлдәк бирә түгелме?

Күлдәк биреп, бүләк алып,

Яҡын итә түгелме?


Олоғошҡай тауы (34)

(йыр)


Олоғоштоң ҡалҡыу түбәләрен

Бөркөт ҡоштар бигерәк ярата.

Үҙән ере уңдырышлы ҡара,

Ашлыҡтары үҫә эркелеп.

Олоғоштоң түбән үҙәнлеге,

Ҡар ҡатламы ята бик ҡалын.

Шунда көҙөн арыш сәсеп ҡуйһаң,

Йәренгәгә тулыр келәтең.

Олоғоштоң иркен баҫыуында

Тигеҙ бара һуҡа-һабандар.

Шул ерҙәрҙә тирен түгеп эшләй

Башҡорттарҙың уңған улдары.

Был йырҙы “Ҡойҡа ырыуы йырҙары” ла тип йөрөтә торғайнылар. Мәжлес табындарында ла гел генә шуны йырлар булғандар (34).
Дим йылғаһы һыуҙары (146)

Дим йылғаһы һыуҙарынан

Аттар эсерһәң ине.

Был донъяла дуҫтар менән

Ғүмер кисерһәң ине.

Дим һыуында матур үҫкән

Аҡ томбойоҡтар йыйҙым.

Дуҫтар онотмаһын тиеп,

Иҫтәлек яҙып ҡуйҙым.

Дим йылғаһы һыуҙарын да

Алып эсеп туйманым.

Ауыр саҡтар килгәндә лә,

Дуҫтарымдан яҙманым.
Дим буйы (137)

Димдә тыуҙым, Димдә үҫтем.

Еләк йыйҙым туғайҙа.

Эй-й… йәмле Дим буйы,

Ҡоштар һайрай көн буйы.

Һағынмамын тигән инем,

Һағындыра шулай ҙа.

Эй-й… йәмле Дим буйы,

Ҡоштар һайрай көн буйы.

Димдә тыуҙым, Димдә үҫтем,

Дим һыуҙарын күп эстем.

Эй-й… йәмле Дим буйы,

Бик һағындым был юлы.

Дим һыуҙарын күп эскәнгә

Бәхетле булып үҫтем.

Эй-й… йәмле Дим буйы

Һағынамын һеҙҙе йыл буйы.
Дим буйҙары (271)

Дим һыуҙары, Дим һыуҙары,

Дим һыуҙары ағаҙыр.

Донъя ҡәҙерен белмәгәне

Бер туғанын ҡағаҙыр.

Дим буйҙары, Дим буйҙары,

Дим буйҙары тирәктер.

Ауыр саҡтар килә ҡалһа,

Бер туғаның кирәктер.

Дим яҡтары, Дим яҡтары,

Дим яҡтары бик йәмле.

Бер туғандар менән бергә

Эскән сәйҙәр ҙә тәмле.
Дим буйҙары (89)

Дим буйының һыуҙарынан

Атҡайымды эсерәм.

Әллә һеҙҙән айырылғанға,

Һағынып ғүмер кисерәм.

Дим буйҙарына төшөргә

Әллә ниңә ашҡынам.

Тағы ниҙәр күрер икән

Минең ғәзиз башҡынам?

Дим буйында емеш булһам,

Ҡыҙарып бешәр инем.

Алдарыңа алма кеүек,

Өҙөлөп төшәр инем.
Дим буйҙары* (34)

Дим буйҙары, Дим буйҙары

Дим буйҙарын буйланым.

Күңелемдән һис китмәнең,

Һине генә уйланым.

Әй, тирҙә-ритәйем

Тирҙә-риттә-ритәйем.

Дим һыуҙары, Дим һыуҙары,

Дим һыуҙарында йөҙҙөм.

Бер кемгә лә алыштырмай

Үҙ йәрҙәремде һөйҙөм.
Дим яғына, Дим яғына,

Төйәгем Дим яғында.

Һине генә күрергә тип

Быйыл ҡайттым тағын да.


Дим ярҙары, Дим ярҙары,

Дим ярҙары бик текә.

Ауырлыҡтарға бирешмәм

Минең һөйгәнем иркә.


Дим һыуҙары әрәмә,

Әрәмәлә ҡарама.

Һөйгән йәрең ташлап китер,

Ситләргә һис ҡарама.



Дим буйыҡайҙары (221)

Дим буйыҡайҙары, ай, бүтәгә,

Ат аяҡҡайҙарын күтәрә.

Был йырҙарым һеҙгә тәсбих түгел,

Әҙерәк кенә күңел күтәрә.
Ишек алҡайҙарым, әй, күк сәскә,

Күк сәскә лә түгел, кәрешкә.

Сабырлыҡтар – солтан, нәфсе – шайтан,

Сабырлыҡтар кәрәк һәр эштә.


Селтәрле лә күперҙең, әй, таҡтаһы,

Дағалы ла аттар тапаһын.

Бер битең ай, береһе ҡояш

Яман күҙҙән Хоҙай һаҡлаһын.


Ағиҙелкәйҙәргә ауҙар һалдым,

Аҡ балыҡҡай менән ҫаҙанға.

Ҡайҙа ғына барһаң, матур йөрө –

Дандарың китһен Өфө өйәҙе менән Ҡаҙанға.


Кизеле лә шаршау, башы бурлат,

Бөккән еркәйҙәре бер түгел.

Кешеләрҙән кеше һис кәм түгел,

Тик бәхете генә бер түгел.


Дим буйыҡайҙары (19)

Дим буйҡайҙарының, ай, балығы,

Көмөш кенә тәңкә ҡабығы.

Йөҙкәйҙәре көләс, үҙҙәре нурлы,

Дим буйҡайҙарының халығы.

Дим буйҡайҙары, әй, сипкәнәй*,

Елдәр ҡоя аның кипкәнен.

Донъя мәшәҡәте менән белмәйбеҙ бит

Был ғүмеркәйҙәрҙең, һай, үткәнен.

Ҫут-ҫут ҫайрай ҫандуғастар

Дим буйындағы ла таллыҡта.

Был донъяның бәрәкәте, дуҫтар,

Байлыҡ түгел, булыр ҫаулыҡта.
Димкәй (261)

Дим ҫыуын кискәнем бар,

Ҫыуын да эскәнем бар.

Ғашиҡ хәле – бик ауыр хәл,

Башымнан кискәне бар.
Әйҙә, иркәм, оҙатайым,

Дим ҫыуына еткәнсе.

Дим ҫыуҙары аҡмай торор,

Беҙ айырылып киткәнсе.


Димкәйемнең ҫыуҙарына

Әйҙә ҫыуҙар керергә.

Ҫандуғас кеүек талпынам,

Ҫеҙ дуҫтарҙы күрергә.


Дим буйыҡайҙары (234)

Дим буйыҡайҙары бигерәк йәмле

Аҡ тирмәләр ҡороп йәйләргә.

Ҡайҙа ғына барма дуҫ-иш кәрәк

Ҡаршы сығып атың бәйләргә.

Дим буйыҡайҙары бигерәк матур,

Ярҡайҙары зифа ҡамышта.

Бер-беренә терәк булыу кәрәк,

Ауырлыҡтар килгән ваҡытта.

Дим һыуыҡайҙары бик шәп аға,

Ҡаҙ - өйрәктәр ҡаршы йөҙалмай.

Уҙған йәш ғүмерҙәр иҫкә төшһә,

Бер йырламай йөрәк түҙалмай.

Аҡрын ғына йырым йырлаһам да,

Яңғыратып Димкәй буйҙарын.

Үҙкәйҙәрем бында йәшәһәм дә,

Әллә ҡайҙа минең уйҙарым.
Мәсет манаралары,

Манара аралары,

Беҙгә генә ҡалды инде

Ауыр заманалары.

Беҙ үҫкәндә күрҙек инде,

Замана михнәттәрен.

Балаларға күрһәтмәһен

Тормоштоң михнәттәрен (234).


Яппарҙар (151)

Арғы Яппар, Бирге Яппар,

Күперҙәре ҡабыҡтан.

Беҙҙең дуҫтарҙың бәлеше,

Бешкән икән ҡабаҡтан.
Арғы Яппар, Бирге Яппар,

Хәлдәремде белегеҙ.

Ауыр саҡтар килеп етһә,

Яндарымда булығыҙ.


Алпамыша тауҙарында

Ҡыл батырҙың ҡәберен.

Был донъяла йәшәгәндә,

Бел дуҫтарҙың ҡәҙерен.


Сабаталарымды үрҙем

Дим буйы йүкәһенән.

Апаһына күҙ һалғайным –

Хат алдым бикәһенән.


Сабатамдың бауҡайҙарын

Өс үремдән үргәнем.

Хоҙайларҙың яҙғанылыр

Йәшләй нужа күргәнем (31).


Ҡара урман (259)

Ҡара урмандарға керҙем,

Һыҙылып ҡына таңдар атҡанда.

Ҡара урман аша

Ҡоштар һайраша –

Хайран да тамаша.

Ҡура урман матур була

Ҡоштар ҡанат ҡаҡҡанда.



Шаян йыр (311)

(Боронғо ваҡыттарҙа йырлап күңел аса торған инек)

Самауырҙы, самауырҙы

Мин килмәйсә, шыжлатма.

Самауырҙы йырлатмағас,

Сәй эсеү буламы ни…

Өҫтәлеңдең өҫтәренә,

Балын, майын, сынаяғын,

Ҡуйырға ла онотма!

Баллап-майлап сәй эсмәгәс,

Сәй эсеү буламы ни?

Урындыҡтың баштарына,

Онотма ла ҡуйырға

Таҫтымалдың алһыуын.

Быны, дуҫҡай, һиңә әйтәм,

Бер кемгә лә һөйләй күрмә!

Тирләп-бешеп сәй эсмәгәс

Сәй эсеү буламы ни?


Ярыштау* (213)

Ярыштауҙың буйҙары ла,

Дүртөйлө ауылдары.

Бигерәк күркәм, бигерәк матур

Башҡортом йолалары.

Ярыштауға менгән саҡта,

Таянам ташларына.

Күңелдәрем һис ышанмай

Һөйгәнем ташларына.

Талир тәңкәләр ырғыттым

Ярыштау буйҙарына.

Һөйгән йәрем иҫкә төшә

Гел минең уйҙарыма.

Ярыштауҙың баштарынан

Осоп килә ыласын.

Һөйгәндәрен белеп торам:

Йәйеп тора ҡоласын.
Зәлифәкәй (183)

Элек, ата-инәнән етем ҡалған өйҙә, ағаһы Зәлифә исемле һеңлеһен бер байға аҡсаға һатып ебәрә.

Зәлифәкәй ҡайҙа, һыу буйында,

Һыу һибә лә Зәлифә баҡсаға.

Зәлифәкәй һылыу ни хәл итһен,

Үҙ ағаһы һатҡас аҡсаға.

Зәлифәкәй ҡайҙа, меҫкен яр буйында,

Толом-толом сәсен йыуаҙыр.

Зәлифәкәй һылыу ни хәл итһен,

Күҙҙәренән йәштәр ағаҙыр.

Зәлифәкәй ҡайҙа, тау башында

Сәскәләрҙән таҡыя үрәҙер.

Зәлифәкәй һылыу ни хәл итһен,

Тыуған төйәктәрен күрәҙер.


Зәлифәкәй (108; 110)

Элек Зәлифә исемле бик матур ҡыҙ булған. Ата-инәһе үлгәндән һуң, ағаһы ҡарамағында ҡала, ағаһы һеңлеһен артыҡ күреп бер байға аҡсаға һата.

Зәлифәкәй һылыу Дим буйында

Болондарҙа сәскә йыямы?

Бер туған да ағаһында тороп,

Нисек итеп кенә һыямы?

Зәлифәкәй ҡайҙа, Дим буйында,

Һыу алып та ҡайта баҡсаға.

Зәлифәкәй һылыу ни хәл итһен,

Үҙ ағаһы һатҡас аҡсаға.

Зәлифәкәй һылыу Дим буйында

Шым ғына ла тороп илайҙыр.

Аҡсаларға һатып, ай, ағаһы

Нисек кенә байға ярайҙыр?


Ярыш ҡына тауҙың, ай, түбәһе (138)

Ярыш ҡына тауҙың, ай, түбәһе

Мендем генә хәйер һалырға.

Батыр ғына рухын нурлап,

Изге доғаларҙы ҡылырға.
Ярыш ҡына тауҙың, ай, түбәһе

Тиҫбе төймәләрен һананым.

Ҡиблаларға ҡарап теләк әйттем,

Хоҙай ғына ҡабул итһен тип.


Информатор Сафуанова Сибәрбикә Күсемхан ҡыҙының (1906 йылғы) иҫкәрмәһе: атайым Күсемхан (1850 йылғы) гел ошо боронғо йырын йырлар ине.
Бейеү таҡмағы (129)

Ҡумыҙ тартҡан һылыу ҡыҙға

Урындыҡты бирегеҙ.

Бейей-бейей матур баҫып

Күңелдәрен күрегеҙ.
Ҡумыҙ тартҡан ваҡытында

Бейеп кенә алығыҙ.

Был ғүмерҙәр ике килмәй,

Күңел асып ҡалығыҙ.


Ҡумыҙ ҡулдарына алһа,

Ир-егеттән көй булыр.

Балта тотоп ағас юнһа,

Бына тигән өй булыр.




Дәҫтән ханды* күргән булһам (84)

Дәҫтән ханды күргән булһам,

Ҡулдарҙы бирер инем.

Ҡөръән китаптарын алып,

Тәүбәләр итер инем.

Намаҙлыҡтар алға йәйеп,

Баштарым эйәр инем,

Суҡраҡлы ҡәрйә юлына

Гөлдәрен йыяр инем дә,

Алларын һибәр инем.


Аҫылкүлдең буйҙары (276)

Аҫылкүлдең буйҙары,

Буйҙарында уйнауы!

Аҫылкүлдең буйҙарында

Уйнап туйып булманы.

Аҫылкүл, Аҫылкүл,

Күл буйҙары аҫыл гөл.

Күл буйҙары дүңгәк-дүңгәк,

Күл һыуҙары күк-күмгәк.

Аҫылкүлдең буйҙарында

Кәрәк уйнамаҡ-көлмәк.

Аҫылкүл, Аҫылкүл,

Шунда асыла күңел.

Аҫылкүлдең буйында

Ҡоштар һайрай муйылда.

Эштән ҡайтҡас, ҡояш батҡас,

Йәштәр сыға уйынға.

Аҫылкүл, Аҫылкүл,

Ҡарап торма: уйна, көл!

Асылыкүл (268, 269)

(Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы яҙып алған)

Норатауға менһәм күренә ҡарағас,

Ҡарағаста һайрай һандуғас.

Эскенәйең бошоп, янһа йөрәгең,

Асылыкүлгә килеп күңел ас.

Асылыҡай тигән шифалы күл,

Әйләнә-тирәһе лә ҡамышлы.

Күрмәйенсә, гүрҙәргә кереп үк булмай,

Хаҡ тәғәлә яҙған да яҙмышты.

Асылыҡай күле – түңәрәк күл,

Тирә-яғы уның да еҫле гөл.

Минең әйтеүҙәрем тәсбих тә түгел,

Фәһемдәре булһа ла үҙең үк бел.


Аслыкүлдең буйҙары (269)

Аслыкүлдең буйҙары,

Йәмле икән ҡырҙары.

Бер күреүҙә ғашиҡ булдым –

Бигерәк матур ҡыҙҙары.
Аслы күлдең буйҙары,

Текә микән ярҙары?

Шул ерҙәрҙе төйәк итә

Бигерәк матур йәрҙәре.


Аслыкүл (120)

Аслыкүл түңәрәк,

Аслыкүлкәй түңәрәк.

Түңәрәктең уртаһында

Уйнай һары күбәләк.

Аслыкүлдең буйҙары

Йәшелләнә яҙ булғас.

Япраҡ ярған аҡ ҡайында

Маҡтап һайрай һандуғас.

Аслыкүлдең тәмле була

Ҡыҙыл бөрлөгәндәре.

Иҫегеҙгә төшәр әле

Бергә йөрөгәндәре.

Аслыкүлдең буйҙарын

Ҡабат-ҡабат буйлайым.

Иркәм иҫемә төшә,

Мин һағынып уйлайым.

Аслыкүлдең ярҙарында

Ҡыйылып оса ҡарлуғас.

Күңелдәрем тулып китә,

Һине өҙөлөп һағынғас.

Аслыкүлгә аҡҡош төшкән,

Йөҙөп килә күлдәрҙән.

Тауыштарың килер кеүек

Киске һалҡын елдәрҙән.
Ҡыҙыл буйы* (209)

Ҡыҙыл ғына буйының ҡыр төлкөһө

Ҡыҙарып кереп бара үрҙәргә.

Күрәсәккәйҙәрҙе күрмәйенсә,

Ахыры, кереп булмаҫ гүрҙәргә.

Ҡыҙыл ғына буйының, ай, ҡырҙары,

Ҡыҙарып ҡына бешкән еләге.

Хоҙай тәғәләгә генә барып етеп,

Ҡабул булһын ине теләге.

Ҡыҙыл ғына буйының, һай, ярҙарын,

Ҡырлап ҡына осар ҡарлуғас.

Фани донъяларҙан хушлашып,

Ҡайтып китһәм ине яҙ булғас.
Ҡыр ҡаҙы (155)

Ҡыр ҡаҙы ла оса, талпына

Тыуған еркәйенә ҡайтырға.

Ҡыр ҡаҙы ла кеүек һағынам

Тыуған илкәйемә ҡайтырға.
Ҡыр ҡаҙы ла күлдәрҙә уйнай,

Ялғыҙ ҙа башым гел һине уйлай.

Ҡыр ҡаҙы ла күлдәр ситендә,

Ялғыҙ йәшәү миңә ситен дә.

Ҡыр ҡаҙы ла күлдә ҡағына,

Күңелдәрем һине һағына.

Ҡыр ҡаҙы ла күлдә ҡысҡыра,

Йәшлек йылдар мине саҡыра.


Йәнешем (188)

Йәнешәйҙәрем китте, һай, һунарға,

Һыу буйҙарына ла шәшкегә.

Шәшкеләргә китеп вафат булғас,

Ғәзиз башым ҡалды йәш кенә.

Һунарға ла киткән , ай, сағында,

Теҙгененән тотоп оҙаттым.

Йәшләй генә һөйгән йәнешемде

Күҙ-ҡаш араһында юғалттым.

Иртәнсәкәй тороп тышҡа сыҡтым,

Аҡбуҙаты ҡайтҡан – үҙе юҡ.

Ай… аҡбуҙаты ҡайтҡан – үҙе юҡ.

Күҙгенәйен төбәп миңә ҡарай,

Һөйләр ине малҡай – теле юҡ.

Ай, һөйләр ине меҫкен – теле юҡ*.

(Һунарға китеп йәнеше (бергә торған һөйгән иптәше) һыуға батып үлә, аҡбуҙаты әйләнеп ҡайта).


Сума ла өйрәк, сума ата ҡаҙ (102)

(Шаян йыр)

Сума ла өйрәк, сума ата ҡаҙ… “Ҡыйғаҡ!”

Йәмле Дим буйҙарында.

Һый-хөрмәте бигерәк тәмле,

Ултырыуҙары күңелле

Был яҡтың туйҙарында.
Сума ла өйрәк, сума ата ҡаҙ… “Ҡыйғаҡ!”

Дим һыуҙарын болғата.

Яппарҙың бит егеттәре

Менә тигән ҡыҙҙар һайлай –

Барыбер бит ҡарата.
Сума ла өйрәк, сума ата ҡаҙ… “Ҡыйғаҡ!”

Дим буйы күлдәрендә.

Бер күреүҙә ғашиҡ итә

Яппарҙың бит егеттәре.

Уңған, матур ҡыҙҙар һайлай –

Барыбер бит ярата.


Боронғо йыр (181)

Алма япрағы ҡойола

Әкрен генә ел менән.

Белмәйһеҙ шул хәлдәремде,

Бер күрергә тилмерәм.
Бар хәсрәтем бөтәр ине,

Өршәк буйын буйлаһам.

Аяҡҡайҙарым да баҫа алмаҫ,

Уҙған ғүмерҙәрҙе уйлаһам.


Зәйнәбем (212)

Дим йылғаһы буйҙары,

Дәүләкән ҡалалары.

Дәүләкәндәргә килде,

Дәүләкәндәргә килде

Шатлыҡлы донъялары.

Ай, Зәйнәбем, Зәйнәбем,

Аллы-гөллө йәйләүем.

Беҙҙең илдәр – сәхрә ерҙәр,

Ал сәскә ата гөлдәр.

Дәүләкәндәргә килде,

Дәүләкәндәргә килде

Бик тә шатлыҡлы көндәр.

Ай, Зәйнәбем, Зәйнәбем,

Аллы-гөллө йәйләүем.
Боронғо башҡорт йыры (148)

Боронғо ла башҡорт юлдары,

Эй, теҙелеп киткән ҡәлғәҫе.

Батырҙарҙың ҡалған эҙҙәре

Шунда үткән данлы йылдары.

Боронғо ла башҡорт юлдары,

Эй, тоташтырған меңдең ҡәлғәҫен.

Шул юлдарҙа йырлар саңы ҡалған

Ата-бабайҙарҙың торошо.
Яппар көйө (149)

Яппар көйө, Яппар йыры –

Ул бит моңло беҙҙең көй.

Ҡан-ҡәрҙәште ситкә типмә,

Бер туғандай яҡын һөй.
Яппар тауҙары башында

Һары-һары ҡылғанлыҡ.

Ҡан-ҡәрҙәште дошман күреп,

Яманлыҡтар ҡылмайыҡ.


Яппар көйө, Яппар көйө,

Яппар көйҙәре матур.

Бергә-бергә тотоношоп,

Ҡан-ҡәрҙәштәр йәшәйек.


Яппар яғы – йәмле яҡ,

Яппарларҙа ҡалайыҡ.

Ауыр саҡтар беҙгә килһә,

Бергә-бергә булайыҡ. (1976 йылда яҙып алынған.)




Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   10   ...   18


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет