Дәүләкән ынйылары



жүктеу 3.67 Mb.
бет8/18
Дата07.05.2019
өлшемі3.67 Mb.
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   18

Әй-ли, Миңниса (140)

Аҡлы ситса күлмәгемде

Кеймәйем тигән инем.

Шуларҙың нәҫелдәренән

Ҡыҙ алмаҫ тигән инем.

Әй-ли, Миңниса, ҡайҙа барҙың һин кисә?

Әй-ли, Гөлниса, һөйгәнең һинең нисә?

Аҡлы ситса күлмәгемде

Бер генә кейгән инем.

Былай булырҙарын белһәм,

Һис бер танышмаҫ инем.

Әй-ли, Миңниса, ниңә килмәнең кисә?

Әй-ли, Гөлниса, әлдә килдең һин кисә.

Аҡлы ситса күлмәгемде

Елдәргә элмәҫ инем.

Шуларҙың нәҫелдәренә

Ҡыҙ бирмәм тигән инем.

Әй-ли, Миңниса, ниҙәр эшләнең кисә?

Әй-ли, Гөлниса, мине көттөңмө кисә?
Өршәкәй ҙә буйы һары тал (189, 310)

Өршәккәйҙең буйы, әй, һары тал,

Һандуғастар ҡунып һайрайҙыр.

Был донъялар беҙгә ике килмәй

Ҡәҙерҙәрен, дуҫтар, беләйек.
Бүҙәнәкәй тигән, һай, аҫыл ҡош,

Йөгөрөп бара оло юл менән.

Маңлайҙарға ла яҙған күрәсәкте

Һыпырып ташлап булмай ҡул менән.


Дим буйы башҡорттары йыры (310)

(Хәйретдинова Нәйлә Закуан ҡыҙы олатаһы Хәйретдинов Ғәләүетдин Хәйретдин улынан, 1889 йылғы, яҙып алған)


Дим һыуҡайы ҡаты аға ла,

Ҡом араларында таш ҡала.

Ризыҡ яҙған ерҙә бәндә йөрөй,

Туфраҡ яҙған ерҙә баш ҡала.


Дим һыуҡайы бормаланып аға,

Болон-болон ерҙәр ҡалдырып.

Тарих ҡына үҙе һөйләр әле,

Батыр егеттәрен яҙҙырып.


Ауылыма йыр (299)

Беҙҙең Ҡоръятмаҫ ауылы –

Иң олоһо районда.

Беҙҙә үҫкән ҡыҙ-егеттәр

Эшләй төрлө урында.
Урмандар бай йәнлектәргә,

Яландары – еләклек.

Әрәмәлә төрлө емеш,

Булһын йыйырға теләктәр.


Улаҡлы ла тау итәгендә

Шишмә аға ҡиблаға.

Серен белгән һәр бер кеше

Уның шифаһын таба.


Иҫәнсапҡан еләклеге,

Әрәмәһе андыҙлыҡ.

Донъяла бар әсе нәмә –

Үлем менән яңғыҙлыҡ.


Ауылыма һоҡланамын,

Урманына, ҡырына.

Күпме йырҙар яҙып була

Ҡоръятмаҫым турында.


Иҫәнсапҡан соҡороноң

Һаҙлығында шишмә бар.

Аяҡ-ҡулдарың һыҙлаһа,

Ләме менән һыуын ал.


Сылтырап аҡҡан Өйҙөрәк

Ауылымдан башлана.

Тыуып үҫкән ергенәңде,

Балам, берүк ташлама.


Тыуған ауылым – Ҡоръятмаҫ,

Беҙҙә үҫкән егет-ҡыҙҙар

Бер кемдән дә һынатмаҫ,

Һис ҡайҙа ла һынатмаҫ!


Илкәйем (22)

(Ишдәүләтов Байбулат Ишдәүләт улы 81 йәшлек оләсәһе Миңлеһылыу исемле инәйҙән отоп алған йыр)

Эй, иҫке лә, иҫке, тиҙәр,

Иҫкергәнһең дә, тиҙәр.

Иҫкерһәм дә иҫләремдә

Минең Иҫке Яппарым

Әй-ли, гөлкәйем шул,

Минең тыуған илкәйем.


Күгиҙелкәй* ҫыулары ла

Ағиҙелгә ҡушыла.

Ҫөйөүләре ихлас булҫа,

Изге йәрҙәр ҡауыша.

Әй-ли, гөлкәйем шул,

Минең тыуған илкәйем.


Һауынсылар тураһында шаян йыр (124)

Һауынсылар эшкә бара

Күнәктәрен күтәреп.

Һауынсылар эштән ҡайта

Сумкаларын тултырып.

Һауынсылар фермаларҙа

Тырышып һыйыр һауа.

Беҙгә килгән баш түрәләр

Колхозыбыҙҙы һауа.
Оло юлдың туҙаны (95)

(Информанттан был йырҙы Хисмәтуллина Фәрзәнә Хәләф ҡыҙы яҙып алған)

Оло юлдың туҙанын да

Үҙем күрҙем туҙғанын.

Белмәй ҡалдым, һиҙмәй ҡалдым,

Был ғүмерҙең, ай, уҙғанын.


Оло юлдың туҙанында

Ҡалды минең эҙҙәрем.

Ҡайҙа икән йәшлегем? – тип,

Шул юлдарҙан эҙләнем.


Оло юлдың туҙанында

Юғалттым эҙҙәремде.

Их, ҡайтарып алыр инем

Уҙған ғүмерҙәремде.


Бишек йыры (105)

Әлли-бәлли, бәпкәһе,

Ҡайҙа киткән әсәһе.

Ҡайынлыҡҡа еләккә

Искәндәргә бүләккә.
Әлли-бәлли бәү итәм,

Йоҡлап кит, бәғеркәйем.

Минең ике күҙ нурым –

Бәләкәс бәпескәйем.


Бишек йыры (204)

(Ғәббәсова Гүзәл Муллағәли ҡыҙы яҙып алған)

Ә-ә-ә, әй итә,

Рәйсә йоҡоға китә.

Әсәһе эшкә китә,

Әлли-бәлли, бәү итә.

Әлли-бәлли итәр ул,

Йоҡоларға китәр ул.


Бәү-бәү итеп, күҙ йомоп,

Тирләп йоҡлап китәр ул.

Алма кеүек тәгәрәп,

Үҫеп буйға етәр ул.

Ағайҙары артынан

Армияға китәр ул.


Әлли-бәлли итәр ул

Бәлликигә китәр ул.

Бәлликийҙән ҡайтҡас ул,

Ил һаҡларға китәр ул.

Атаң кәсеп итәлер,

Мәкәрйәгә китәлер.

Атаңдың тапҡан малдары

Тәрбиәңә етәлер.

Әлли-бәлли, бәү, бәү!
Бишек йыры (248)

Әлли-бәлли, бәпкәһе,

Ҡайҙа киткән әнкәһе?

Ҡайынлыҡҡа еләккә

Бәпесенә бүләккә.
Әлли-бәлли, бәпкәйем,

Хәҙер йоҡлап китә ул.

Хәҙер йоҡлап китә лә,

Матур төштәр күрә ул.


Бишек йыры (300)

Аллаһыу, Аллаһыу,

Аллаҡайым һыу алла.

Бәпескәйем тәмле төштәр

Күреп йоҡоға китә.

Аллаһыу, Аллаһыу,

Хаҡ тәғәлә һыу ала.

Хәҙер генә бәпес ул,

Үҫкәс батыр ир була.

(Үҫкәс һылыу ҡыҙ була).

Аллаһыу, Аллаһыу,

Ҡолһоуалла, һыу алла.

Матур күҙҙәрен йомоп,

Тәмле йоҡоға тала.


Терәкәйҙәр* йыры (13)

Беҙ алай түгел инек тә,

Беҙ былай түгел инек.

Ваҡытында терәкәйҙәр

Гөл сәскәһендәй инек.
Беҙ үҫкәндә үҫтек инде

Тал сыбыҡтары кеүек.

Үҫеп еткәс таралыштыҡ

Ҡош балалары кеүек.


Сәскәләрҙе йыйырға тип,

Төштөм Дим буйҙарына.

Үҙемдең дә иҫем китә

Былай булыуҙарына.


Дим буйының туғайында

Бүҙәнә балалары.

Әл дә әле йәшәп килә

Терәкәй аралары.



Яппар йырҙары (77)

Тауға менгәс кенә беләм

Яппарлар икәндәрен.

Әҙ йөрөнөм, күп һынаным,

Кемдең кем икәндәрен.

Яппар менән Шөнгәк юлы

Бергә ҡушыла икән.

Араларҙың йыраҡлығы

Эсте бошора икән.

Яппарларҙың туғайында

Минең матур атҡайым.

Тағы ниҙәр күрер икән

Минең ғәзиз башҡайым?

Яппарҙың баҡсаларында

Йәшәргән һуғандарым.

Йәшәргән һуғандарымдай

Йәшәгеҙ туғандарым.

Яппар урамдары тигеҙ,

Теҙелеп үҫкән аҡ ҡайын.

Шул ҡайынға баҫып ҡарайым,

Һеҙҙе һағынған һайын.

Яппарымдың юлдарында

Гөлдәр тапталыр инде.

Ул минең йөрәккәйемдә

Мәңге һаҡланыр инде.

Яппарҙың туғайҙарында

Мин матур ҡошто тотам.

Моңайып һайраған ҡошто

Һин дуҫҡайға оҡшатам.

Аҡлы ситса күлмәгем дә,

Кейергә иркен түгел.

Тағы бер күрәһем килә,

Күрергә мөмкин түгел.

Беребеҙ унда, беребеҙ бында,

Беребеҙ Бөгөлмәләрҙә.

Бер-беребеҙҙе күрә алмабыҙ

Эстәр өҙөлгәндә лә.
Батырҙар тураһында

(Мәктәп музейынан алынды, Усманова Көзифа исемле

әбейҙән, 1904 й., яҙып алынған)

Оҙон ғына елән,ҡамсат бүрек –

Ир-егеттең кейгән кейеме.

Уҡ-һаҙағын аҫып, күкрәк кирһә,

Шул булаҙыр ирҙең аҫылы.

Яҡшы ғына атҡа, ай, атланып,

Дошмандарға сапһа ҡурҡмайса.

Батырҙарса үҙен, һай, күрһәтһә,

Шул булаҙыр ирҙең яҡшыһы.

Батыр ғына егет, һай, һыр бирмәҫ,

Ауырлыҡтар килгән сағында.

Баш эймәйсә үҙен тота белһә,

Шул булаҙыр ирҙең солтаны.
Батыр ғына ирҙәр, ай, күп булһа (74)

Элекке ваҡыттарҙа һәр бер ауыл янындағы бейек тауҙарға ҡәлғә төҙөлгән. Дошмандар ябырылһа илгә, шул ҡәлғәләргә төтөн уты һалғандар, шулай итеп тиҙ генә ғәскәр йыя торған булғандар.

Дим буйҡайҙарының, ай, тауҙары,

Ҡырлас-ҡырлас булып теҙелгән.

Бейек кенә һәр бер ҡалҡыулыҡта

Ҡәлғәләрҙә һаҡсы ҡуйылған.


Дим буйҡайҙарының, ай, ерҙәре,

Намыҫлы ла уның ирҙәре.

Батыр ғына ирҙәр күп булһа,

Имен генә булыр илдәре.


Йыр (77)

Башҡорт минең илкәйем дә,

Башҡорт минең еркәйем.

Ата-инәй бүләк иткән

Ғәзиз минең телкәйем.
Дәүләкәндең ҡәрйәләре*

Тау ҙа таш араһында.

Башларым аҙашыр инде

Маңҡорттар араһында.


Башҡорт телкәйҙәре матур,

Ҡыҙ-ҡырҡыны оялсан.

Ата-инәй биргән телде

Алыштырма һис ҡасан.


Һалдатҡа хат (77)

Һауаларҙа осҡан, һай, ҡарлуғас

Кереп юғалаҙыр болотҡа.

Мин һағынып хаттар яҙам,

Һин дә шулай мине онотма.
Ҡыҙарып та ҡояш шәүләһе,

Тирәктәрҙең төшә шәүләһе.

Үҙе генә унда, күңеле бында,

Нисек йөрөй икән кәүҙәһе?

Зәңгәр төндә, көндөң нурҙарында

Ҡара сәскәйҙәрең тарарһың.

Йырҙарымды бергә бүләк итәм

Һағынғанда уҡып ҡарарһың.


Алһыу нурҙар менән таң атҡанда,

Йомшаҡ елдәр әкрен иҫәләр.

Иҫәрҙәр ҙә, һине иркәләрҙәр,

Минән сәләм һүҙе һөйләрҙәр.


Хәтерләрмен һине һәр ваҡытта,

Алһыуланып таңдар атҡанда.

Хәтерләрмен һине һәр саҡта,

Үлем ҡосағында ятҡанда.


Бөҙрә лә генә, ай, сәсемде

Йырлай-йырлай ғына тарайым.

Һинең генә яҡтан иҫкән елгә

Бер әйләнеп кенә ҡарайым.


Тот һин, дуҫҡай, биргән вәғҙәләрҙе,

Онотма һин һөйгән йәреңде.

Һөйгән йәрең өсөн һәр ваҡытта

Ҡыҙғанма һин ғәзиз йәнеңде.



Мәк сәскәһе (77)

Мәк сәскәләре ҡойола,

Былбыл ҡағынған һайын.

Мәк сәскәләренә ҡарайым,

Һине һағынған һайын.
Беләм инде, күрҙем инде,

Ҡайғы тигәндәрен дә.

Ата-инәй бер ни белмәй

Бала күргәндәрен дә.


Был донъяның ҡәҙерен беләйек (11)

Йылтыр ғына, йылтыр, әй, ут яна,

Юлаусынан ҡалған бер күмер.

Былай ғына беҙҙең, ай, ултырыуҙар

Үҙе генә булыр бер ғүмер.

Селтер генә селтер, әй, шишмә аға,

Һыуһағанда алып эсәйек.

Был ғүмерҙәр беҙгә, ай, ике килмәй

Ҡәҙерҙәрен генә беләйек.

Ем-ем генә, ем-ем, күктә йондоҙ,

Ҡош юлына юлдар һалаҙыр.

Был донъяла ғына, ай, батыр ирҙәр

Тарихҡа ла яҙылып ҡалаҙыр.
Аҡбуҙат (210)

Аҡбуҙ ғына атты, әй, эйәрләп,

Сығып киттем яңғыҙ һунарға.

Ҡараңғы ла төндә бер яңғыҙым,

Тура ғына килде ҡунарға.
Бүртә аттар менеп һунар сығар

Башҡорттарҙың ғәзиз улҡайы.

Уҡ-һаҙағын алып яуға барыр

Милләтемдең батыр иркәйе.


Дим буйыҡайҙары туғай-туғай,

Туғайында берәү ҡул болғай.

Үҙе лә генә йырлай, үҙе илай,

Ник һарғайып үҫтем, ти, буғай.


Зөлхәбирә (81)

(60-сы йылдар аҙағында тарих уҡытыусыһы Лилиә Ғәфүр ҡыҙы яҙып алған).

Элек Дим буйында бик хәлле, белемле Мостафа исемле мулла йәшәгән, бөтә нимәһе етеш булған. Берҙән-бер көндө уның яратҡан ҡатыны донъя ҡуйған. Уларҙың бик сибәр, һылыу Зөлхәбирә исемле уңған ҡыҙы булған. Зөлхәбирә һылыулығы менән генә түгел, уңғанлығы менән дә тирә-яҡта дан тотҡан. Нисектер бер ваҡыт уны урыҫ байы күреп ғашиҡ була һәм Мостафа мулланан ҡыҙын һорай. Мулла тәүҙә риза булмаһа ла, нисектер отолоп, бик күп малдар вәғәҙә иткән урыҫ байына ҡыҙын бирергә була. Ләкин ҡыҙы был ғәрлеккә түҙә алмай үҙенә хәнйәр ҡаҙай.

Зөлхәбирә һылыу кер сайҡай

Дим йылғаһы ғына һыуында.

Зөлхәбирә һылыу үкһеп илай

Дим буйҙарының да ярында.
Мостафа мулла туй йыйғандыр,

Ҡыҙын һатып урыҫ байына.

Зөлхәбирә һылыу түҙалмайса

Йәшенә лә бахыр ҡойона.


Зөлхәбирә һылыу толом сәсен

Ҡыҙыл таҫмаларҙан үргәндер.

Зөлхәбирә һылыу ғәрлегенән

Йәш көйөнә генә үлгәндер.


Баланың да күҙ йәштәрен күреп,

Хаҡ тәғәлә ни тип торғандыр.

Мостафа ла мулла түҙә алмай

Был донъянан китеп барғандыр.




Боронғо йыр (151)

Ике лә генә ерән, парлар көрән,

Тау буйында аның төйәге.

Уттарҙа янмай, һыуҙа батмай,

Яҡшы ғына кеше һөйәге.

Һауаларҙа оса ике аҡҡош

Береһе бәйле, береһе бығаулы.

Үҙ генә атаҡайҙарың, ай, булмағас,

Кем балаһы кемгә аяулы?

Ҫөләймән батыр1 (131)

Ҫөләймән батыр менгән аты

Тура ҡондоҙ – ҡашҡаһы.

Башҡорттарға ирек даулап

Алып барған ҡашҡаһы**.
Ҫөләймән батыр яуға сапҡан

Уҡ-һаҙаҡтарын алып.

Яугирҙарын алып барған,

Дошман сафтарын ҡырып.


Ҫөләймән батыр яу ҡырында

Ҡурҡыуҙарҙы белмәгән.

Батырҙарса һәләк булғас,

Ярыштауҙа ерләнгән.


Ҡар(а) урман (161)

Ҡар(а) урманға кергәнем юҡ

Керһәм сығармын кеүек.

Ҡара урмандар аша ла,

Ҡара урмандар аша.
Матур ҡоштар һайраша

Шуға баштар аҙаша.

Ниңә лә, ай, милкенә

Йөрәккәйем елкенә?


Хоҙай бирһен сабырлыҡ.

Ҡар(а) урманға барам әле

Эҙләргә эҙләремде лә…

Ҡара урмандар аша ла

Ҡара урмандар аша.
Хайран ҡалам тамаша

Шуға баштар аҙаша.

Ниңә лә, ай, милкенә,

Йөрәккәйем елкенә?


Хоҙай бирһен түҙемлек.

Ҡар(а) урмандың эстәренән

Эҙләрһең, табалмаҫһың.

Ҡара урмандар аша ла

Ҡара урмандар аша.
Һыуһап телем ҡамаша,

Шуға баштар аҙаша.

Ниңә лә, ай, милкенә

Йөрәккәйем елкенә?

Хоҙай бирһен ҡыйыулыҡ.
Биләнтау* (292)

Элек Асылыкүл буйында еләк йыйған осорҙа, бер егет еләк йыйып йөрөгән башҡорт ҡыҙҙарының береһенә ғашиҡ була. Әйтергә ҡыйыулығы етмәй, йыр сығара.

Билән генә тауҙың, ай, итәге,

Еләктәре ҡыҙарып бешкәндер.

Елән генә кейгән матур ҡыҙҙар,

Еләктәрен йыйып төшкәндер.


Билән генә тауға, ай, бер килһәң,

Сәскәләрен йыйып бирермен.

Һинең нурлы йөҙҙәреңде күрһәм,

Яҙ ҡояшындай ҙа ирермен.


Шәфәҡ (53)

(1977 йыл яҙып алынды)

Башҡорт ихтилалын баҫтырырға каратель отрядтары ебәрелә. Ҡаҙанғол ауылында Рәҡәп исемле табипты ихтилалда ҡатнашҡаны өсөн язалап үлтерәләр, беренсе ҡатынын өйөнә бикләп, ут һалалар. Икенсе ҡатыны бик сибәр булған, уныһын ҡоллоҡҡа алып китәләр. Унан тыуған йәш ҡыҙ бала мейес эсендәге юллыҡҡа (ағас киптерә торған урын) инеп йәшеренә. Өй яна, әммә мейес эсендәге Шәфәҡҡә бер нимә булмай.

Ауылда был бала бик сибәр һылыу булып үҫә, бик күп яусылар килеп, иң батыр егеткә тормошҡа бирәләр.

Әй, Шәфәҡ тә һылыу, ай, сибәр ҡыҙ,

Ефәк тә генә микән яулығы?

Нисәүләп тә аттар егеп килгән,

Күмәк тә генә икән яусыһы.


Әй, Шәфәҡ тә һылыу, ай, зифа ҡыҙ,

Көмөш тә генә микән ҡашмауы?

Батыр ғына егет ҡулын биргән,

Еңел булыр тормош башлауы.


Урмандарға керһәң (193)

Урмандарға керһәң,

Аҡланынан сәскә өҙөрһөң.

Сит ерҙәргә сығып

Ялғыҙ башың,

Нисек кенә итеп түҙерһең,

Нисек кенә итеп түҙерһең?
Урмандарға керһәң –

Сейә еләк.

Сейә еләк кенә, бөрлөгән.

Сейә еләк кенә, бөрлөгәндәй

Һеҙ генә бит минең бер генәм,

Һеҙ генә бит минең бер генәм.


Бурыл ат (103)

Бәләкәй генә буртай әкрен юрта,

Әкрен юртып күп ерҙәр үтә.

Ашағандар бөтә, кейгәндәр туҙа,

Татыу йәшәүҙәргә ни етә?
Ҡушымта: Ел елләмәй томан асылмай,

Бер йырламай әрнеүҙәр баҫылмай.


Юртып ҡына шулай бара ла торғас,

Юлғынайым китте бит һул менән.

Маңлайҙарға яҙған хаҡ яҙмышты,

Һыпырып ташлап булмай ҡул менән.


Ҡушымта:Әкрен юртам үрҙәрҙе менгәнсе,

Онота алмам гүрҙәргә кергәнсе.


Үткән ғүмер (38)

Ике лә генә ҡайын, ай, йәнәшә,

Япраҡ яра-яра һөйләшә.

Ике лә генә туған бергә ултырһа,

Һандуғастар кеүек гөрләшә.
Ике лә генә йылҡы, ай, һимерттем,

Ялан ерҙән килгән төлкө өсөн.

Йыр белгәндән генә йырламайым,

Мин йырлайым уйын-көлкө өсөн.


Мылҡып ҡына килгән малдарымдың,

Уртаһында үҫкән бит күк юрға.

Ашайыҡ та эсәйек, йырлап көләйек,

Хоҙайым ғүмерем бирһен күп йылға.


Йәмле Өршәк буйҙары (304)

(Үҙ ваҡытында Хузиев Мөлкәмән Хоҙайәхмәт улы яҙып алған)

Яппар урамдары матур,

Теҙелеп киткән йорттары.

Шундай инсафлы, сабыр

Беҙҙең яҡтың ҡарттары.



Ҡушымта: Эх! Йәмле, күңелле,

Беҙҙең Өршәк буйҙары

Баҡсаларға гөл ултыртам,

Матурын һайлап ҡына.

Яппарымды ныҡ яратам,

Гел торам уйлап ҡына.


Яппар тауҙары бейек тә,

Яландарында кейек.

Кеше йәрҙәрен һөйөү –

Беҙҙең яҡтарҙа яҙыҡ.


Әкрен иҫкән ел уята

Өршәктең ҡамыштарын.

Әйҙә, киттек һыу буйына,

Таралыр һағыштарың.


Боронғо ла башҡорт юлдары (312)

Боронғо ла башҡорт юлдары,

Шунда ҡалған тарих эҙҙәре.

Халҡым үткән тормош йылдары

Беҙгә васыят улар йырҙары.
Боронғо ла башҡорт юлдары,

Билге ҡуйған уның үрҙәре.

Шул тарафтың һәр бер төйәге –

Мең иленең булыр ерҙәре.


Боронғо ла башҡорт юлдары,

Батырҙарын йыйған тауҙары.

Тыуған илен, ғәзиз еркәйен,

Һаҡлап ҡалған башҡорт улдары.


Туй мәжлесе йыры (248)

Сабып килер атының

Ялын тарап үрәлер.

Хаҡ йәрәшкән кәләшен

Төндә төштә күрәлер.

Көрәгәсе йырлап тора,

Аяҡсы бал тарата.

Көрәгәсе йырлап торһа,

Мәжлес шуны ярата.
Ҡоҙаҡайым, ҡоҙағый,

Балыңды һин һуҙа ҡуй.

Һандуғас һайраған кеүек

Иҫтә ҡалһын беҙҙең туй.


Ай, бал микән, бал микән,

Балдың һарыһы икән.

Беҙҙең кеүек ултырғандар

Бүтән ерҙә бар микән?


Ҡорос аттар (87)

Тракторҙар – ҡорос аттар

Ҙур йөктәрҙе тарталар.

Беҙҙең Яппарҙың ҡыҙҙары

Бары ла эште яраталар.
Тракторҙар – ҡорос аттар

Ҡолас йәйеп эшләйҙәр.

Беҙҙең Яппарҙың халығы

Бары ҙа яҡшы йәшәйҙәр




Сәриә (179)

Өршәк буйҙарында бер кешенең бик матур Сәриә исемле ҡыҙы була. Уға ғашиҡ булмаған ир-егет булмаған. Ҡыҙ менән бер балыҡсы егет бер-береһен яраталар. Балыҡсы ептән бик оҫта ау бәйләгән. Шул ҡыҙҙы Өршәктең түбән ағымындағы бер бай ҡатынлыҡҡа алып китә. Был егет менән ҡыҙ бер-береһен яратһалар ҙа, яҙмыш уларҙы айыра. Егет күҙ йәштәре менән ҡыҙҙы оҙатып ҡала.

Аҡ уҡанан ау бәйләнем, Сәриә,

Бер бөртөгө ҡалғансы, һандуғас балаһы.

Оҙата сыҡтым, ҡарап ҡалдым, Сәриә,

Күҙ керпегем талғансы, һандуғас балаһы.

Ағиҙелгә төплө төшмә, Сәриә,

Төшмә бер үҙең генә, һандуғас балаһы.

Эстәремде өҙөр өсөн, Сәриә,

Ҡалды бер һүҙең генә, һандуғас балаһы.


Исмәғил ауылы йәштәре йыры (166)

Эх-ха-ха тигән тауышҡа

Ҡаҙҙар ҡаса ҡамышҡа.

Йоҡлағандар уянһындар

Беҙ йырлаған тауышҡа.

Ҡаҙҙар ҡайта, ҡаҙҙар ҡайта,

Ҡаҙҙар ҡайта бойҙайҙан.

Кеше йәренә ҡыҙыҡма,

Үҙең һора хоҙайҙан.

Ҡаҙҙар оса, ҡаҙҙар соа,

Ҡаҙҙар оса көҙ еткәс.

Ҡыҙҙар китә үҫеп еткәс,

Атай йортларын ташлап.

Ҡаҙҙар ҡайта, ҡаҙҙар ҡайта,

Ҡаҙҙар ҡайта яҙ еткәс.

Ауыр булһа була инде,

Ҡыҙҙар ҡайтмай бер киткәс.

Ҡаҙҙар матур, ҡаҙҙар матур,

Ҡаҙҙар матур гәпләшһә.

Шундай ауыр, шундай ҡыйын,

Һөйгән йәрең көнләшһә.

Бүртә атҡай (34)

Бүртә атҡайҙарың яҡшы булһын,

Алыҫ ҡына юлға сыҡҡанда.

Дуҫ-ишкәйҙәрең яҡын ғына булһын,

Ауырлыҡтар килгән сағыңда.
Көмөш кенә уҡа, әй, йүгәне,

Бүртә атҡайҙарҙың башында.

Батыр ғына ирҙең, әй, йүнлеһе

Яҙылып ҡуяр тауҙың башында.

Был йырҙы һуғышҡа тиклем Ибрай ауылында бер бик ҡарт бабай мәжлестә йырлағайны. Элек был ауыл Дәүләкән районына кергән, хәҙер Әлшәй районына ҡарай.
Егеттәр йыры (229)

(Ишек төбө йырҙары)

Кис ҡыҙҙар янына барып, егеттәр йыр йырлар инек. Йырлаһаң, асырҙар, йырламаһаң – интектерерҙәр ине ишекте асмай.

Эй, ҡыҙҙары, ҡыҙҙары,

Беҙҙең Шәрип ҡыҙҙары.

Таңға тиклем тыңлар инем,

Биг(е)рәк матур йырҙары.
Эй, ҡыҙҙары, ҡыҙҙары,

Матур икән йөҙҙәре.

Өйҙө бикләп ҡуйғандар,

Харап икән үҙҙәре.


Эй, ҡыҙҙары, ҡыҙҙары ла,

Биг(е)рәк сибәр үҙҙәре.

Әйҙә тиеп әйтеүсе юҡ,

Биг(е)рәк яман һүҙҙәре.


Күңел йыры (237)

(боронғо йыр)

Ел елләйҙер ҙә бурайҙыр,

Бураҙнаға һалаҙыр.

Ҡарҙар иреп, яҙҙар килһә,

Күңел яманһыулайҙыр.


Ел елләйҙер ҙә уйнайҙыр,

Ҡылған башын тарайҙыр.

Ямғыр яуып, болот булһа,

Күңелдәр тулышаҙыр.


Ел елләйҙер ҙә өйөрөлөп,

Ҡойон күтәреләҙер.

Ҡәрҙәштәрем, бергә булһаҡ

Күңелем күтәреләҙер.


Салауат (48)

Салауат нисә йәшендә,

Йәшел ҡамсат бүрке башында?

Булғадир булған, ай, Салауат

Егерме лә ике йәшендә.

Яланда йөрөгән йылҡының

Алалары бар ҙа, буҙы юҡ.

Яуҙарҙы ҡырған, ай, Салауат,

Атҡынайы ҡайтты, үҙе юҡ.

Йүрүҙән һыуы туғайы,

Сырлап ҡына осор турғайы.

Салауат менән Юлайҙың

Сыңғырайҙыр тимер бығауы.

Салауат йөрөгән кир аттың

Ялғынаһын кемдәр тараған?

Салауаттың һиҙгер күҙҙәре

Алыҫтарға текләп ҡараған.
Мәҙинәкәй (54)

(Хәмәҙиева Зайҙа Хәбибулла ҡыҙы: “Инәйемдең яратып йырлаған йыры”, – тине.)

Ыласындар оса, ай, һауала,

Мәҙинәкәй, гөлкәйем,

Һандуғастар ҡуна талдарға.

Һандуғастай һайрар ҡыҙ баланы

Мәҙинәкәй, гөлкәйем,

Яҙмыш һата икән малдарға.


Йылға буйҡайҙары, ай, ҡамышлыҡ,

Мәҙинәкәй, гөлкәйем,

Аҡҡош балалары ҡағына.

Иртән генә тороп, тышҡа сыҡһам,

Мәҙинәкәй, гөлкәйем,

Тыуып үҫкән ерен һағына.


Сал бөркөткәй осор, ай, шыҡыйып,

Мәҙинәкәй, гөлкәйем,

Ябалаҡ та йоҡлар түш киреп.

Таңдар атҡан саҡта бер ҡыҙ илай,

Мәҙинәкәй, гөлкәйем,

Түшәгендә ауыр төш күреп.


Өфө тураһында йыр (115)

(Мәктәп музейы архивынан)

Өфө ҡайҙа, Өфө йыраҡ,

Өфө Урал тауында.

Ҡайғырмағыҙ, осрашырбыҙ

Йәйге һабан туйында.


Өфө тиеп бер йырлайыҡ,

Күңелдәр бушанғансы.

Ауырлыҡтар килә ҡалһа,

Бергә, дуҫтар, булайыҡ.


Өфөләргә барам әле,

Ал гөлөн алам әле.

Шул гөлдәрҙән бәйләм яһап

Дуҫтарға бирәм әле.


Өфөләр тип бер уйларһың,

Йәшлек йылдарың үткәс.

Һағынырһың, һарғайырһың,

Һөйгәнең ятҡа күскәс.

Өфө ҡалалары матур,

“Өф” тиеп торор инем.

Бер саҡырып хаттар яҙһа,

Янына барыр инем.


Өфө тиеп бер янырһың,

Йәшлегең иҫкә төшкәс.

Ултырып та бер иларһың,

Ғүмерҙәр үтеп киткәс.


Кәләш кейәүләү (248)

Сабып килер атының

Ялын тарап үрәлер.

Хаҡ йәрәшкән кәләшен

Төндә төштә күрәлер.
Туй ҡаршылағандағы йыр (293)

Ҡоҙаларым, килдегеҙ,

Килдегеҙ, күрендегеҙ.

Зөһрә йондоҙ кеүек кенә,

Нурлы һеҙҙең йөҙөгөҙ!
Дәрхән* көйө (97)

Дәрхән күлдәренә барып,

Күңелде асам әле.

Дәҫтән ерҙәренә ҡарап,

Бер йырлап алам әле.
Дәрхән күлдәре тирәләп,

Аҡ тирмәләр ҡоролған.

Дәҫтән түрәне тирәләп,

Аҡ һаҡалдар ултырған.



Мәкәштәр йыры (261)

Ап-аҡ итеп ҡарҙар яуған,

Яумаған үләндәргә.

Өндәшмәйҙәр, һөйләшмәйҙәр

Ни булған мәкәштәргә?
Өй артымда баланым,

Көн дә йыйып аламын.

Кеше хәлен кеше белмәй,

Көн дә илап аламын.


Өй артындағы миләште

Кемдәр әйтә “балан” тип.

Үҙ инәйем булмағас

Кемдәр әйтер “балам” тип?


Ал алъяпҡыс быуғандарҙың

Билдәре нәҙек аның.

Һәр кемдең дә балалары

Үҙенә ғәзиз аның.


Ямғыр яуа ҡар ҡатыш,

Инде килеп етте ҡыш.

Урмандарҙа йәм ҡалманы,

Һис һайрамай осҡан ҡош.


Ап-аҡ микән, ҡар микән,

Яумаған ер бар микән.

Яныйым да минең кеүек,

Бер күрергә зар микән.


Һары һаплы, һары бәке

Булһа булыр Мәкәштә.

Беҙҙең эстә нимә ятмай,

Һеҙгә һөйләмәгәс тә.


Эсем бошһа, һүтә башлайым

Сәсемдең үргәндәрен.

Һис кенә лә һөйләй алмайым

Башымдың күргәндәрен.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   18


©kzref.org 2017
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет