Дәүләкән ынйылары



жүктеу 3.67 Mb.
бет9/18
Дата07.05.2019
өлшемі3.67 Mb.
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   18

Дәҫтән бейгә бағышланып сығарылған боронғо йыр (69)

Йәйрәп ятҡан Димдең буйҡайы –

Ҡырҡөйлө лә меңдең илкәйе.

Бигеш кенә тауҙа тирмәләр,

Дәҫтән бейҙең булыр ҡәлғәһе.
Дим буйының изге еркәйе –

Ҡырҡөйлө лә меңдең илкәйе.

Дәрхән күлдең һутлы туғайы –

Дәҫтән бейҙең булыр йәйләүе.



Ҡыр ҡыҙы йыры* (74)

Ҡаҙанғол ауылында бер байҙа хеҙмәтсе ҡыҙ йәшәгән. Һәр ваҡыт уның ғүмере йәйләүҙә, ҡырҙа уҙған. Ул һыйыр, бейә һауып ҡымыҙ яһаған. Шуға күрә уны “Ҡыр ҡыҙы” тип атағандар, шул төбәкте, бейә бәйләү урынын “Ҡыр ҡыҙы төбәге” тип йөрөткәндәр. Ошоға бағышланған йыр.

Ҡыр ҡаҙҙары осҡан йылы яҡҡа

Тыуған ерҙәрен дә ҡалдырып.

Бер ҡыр ҡаҙы тороп ҡалған күлдә

Ғәрип ҡанатҡайын талдырып.

Ҡаңғылдап та ҡанат ҡаға меҫкен:

Яңғыҙ башым инде нишләр? – тип,

Кем уйлаған, минең яҙмышым да

Шул ҡаҙ яҙмышына оҡшар тип.

Ҡыр ҡыҙы ла һинең, эй, йәшлегең

Үтеп китәр микән ҡырҙарҙа?

Бейә һауып, тәмле ҡымыҙ яһап,

Үтәр микән ғүмерең ҡырҙарҙа?


Ерәнсәкәй атым (49)

Ерәнсәкәй аттың, ай, ялдарын

Ҡиблаларҙан иҫкән ел тарай

Эй бәхеткәйҙәрең бер булмағас,

Байға хеҙмәт итеп кем ярай?

Ерәнсәкәй аттың, ай, матурын

Көмөш теҙгендәр ҙә биҙәйҙер.

Батыр ғына ирҙең, ай, аҫылын

Көрәш майҙандары һынайҙыр.

Ерәнсәкәй аттың, ай, ялына

Ҡыҙыл таҫмалар ҙа элергә.

Хоҙай тәғәлә беҙгә шулай ҡушҡан

Күрше менән тыныс йәшәргә.
Туғандарға мәҙхиә (307)

Эй, туғандар, һеҙ генә лә

Минең бәғерләремдә.

Үлһәм дә һеҙҙе эҙләрмен,

Ятһам да ҡәберләрҙә.
Эй, туғандар, һеҙҙең менән

Шат минең күңелдәрем.

Гелән шулай һеҙҙең менән

Үтһен ине ғүмерҙәрем.


Һәбиләгә (80)

(мәктәп музейынан, 1960 й.)

Элек Яппарҙа бик хәлле бер бай булған. Уның берҙән-бер матур Һәбилә исемле ҡыҙына Бигеш ауылының бер көтөүсе егете ғашиҡ була. Был бай бик асыулана быға, сөнки ҡыҙын икенсе бер бай улына йәрәшкән була. Ағалары ҡыҙҙы һәр ваҡыт һаҡлап йөрөр булғандар. Меҫкен егет үҙенең яратҡанлығын Бигештең бейек тауына менеп ҡурай аша белдерә икән. Был тау ҡалҡыулыҡты Ҡурай тауы тип йөрөтәләр. Хәҙер был ауыл юҡ инде. Ауылдар араһы бер-ике саҡрым ғына булған.

Яппар ҡыҙҙарының сибәрлеген

Йондоҙҙарға тиңләр инем мин.

Шул йондоҙҙар араһынан һайлап,

Һәбиләкәй һине алырмын.

Беҙҙең яҡтан һеҙгә елдәр иҫһә,

Ҡурайымды алам уйнарға.

Улар һиңә сәләм әйтер төҫлө,

Һинһеҙ миңә тормош юҡтыр тип.

Яппар менән Бигеш араларын

Һары ҡылған ғына баҫҡандыр.

Бейек тауға менеп йыр йырлайым,

Бәлки, ишетерһең иркәм тип.

Ике саҡрым ғына беҙҙең ара,

Йүгереп тә барыр ер генә.

Көтөү-көтөү малдар табыр инем,

Атаң риза булһа бирергә.

Бигеш менән Яппар араһында

Ерекле лә шишмә ағаҙыр.

Таш күперҙәр шунда һалыр инем,

Ағаларың риза булһасы.

Бигеш менән Яппар аралары,

Юлдары ла бигерәк бормалы.

Ҡырҙарына гөлдәр сәсер инем,

Инәң генә риза булһасы.
Өйрәккүл (160)

(Исмәғилдәр йыры)

Өйрәккүлдең көмөш һыуҙары,

Тирә-яғы зифа ҡамышлы.

Шул төбәктәр беҙгә бигерәк яҡын –

Башҡорттарҙың йәйләү урыны.

Өйрәккүлдең тоноҡ һыуҙарында

Аҡ аҡҡоштар ҡанат ҡағына.

Шул күлкәйгә тағын барырмын тип,

Күңелкәйем минең һағына.

Өйрәккүлдең тирә-яғын

Һары томбойоҡтар баҫҡанмы?

Әллә шулай беҙҙең кеүек улар

Һағыш уттарына төшкәнме?

Өйрәккүлдең итәктәрен биҙәй

Ҡырысталдың тауҙар теҙмәһе.

Шул тауҙарҙың ҡылған битләүендә

Өйөр-өйөр йылҡы йөрөйҙөр.

Ошо уҡ йыр “Өйрәк күле” тигән исем аҫтында Ҡаҙанғол мәктәбе музейында табылды, уҡыусылар Мәхүп исемле әбейҙән яҙып алғандар (1895 йылғы Исмәғил ауылында тыуған, Ҡаҙанғолға тормошҡа сыға).

Өйрәккүлдең йәмле, ай, буйҙары

Туғайында – билан муйылы.

Шул ерҙәрҙә элек бесән сапҡан

Ата-бабаларҙың улдары.

Өйрәккүлдең тымыҡ һыуҙарында

Ҡаҙ-өйрәктәр сума торғандар.

Элегерәк ошо изге ерҙә

Бабаларым төйәк ҡорғандыр.

Йырҙың икенсе бер вариантын, Ҡаҙанғол ауылында йәшәүсе Сәйфетдинов Ғилметдин бабай әйтеүенсә, Иҫке Ҡаҙанғолда – совхоз Ҡаҙанғолонан Әптрәхим исемле ҡарт, ҡарсығы Гөлсөм менән ҡунаҡ ваҡытында башҡарҙылар.

Өйрәккүлдең буйы бигерәк йәмле,

Шунда нигеҙ ҡорған башҡорттар.

Күлкәйенең һыуы бигерәк йомшаҡ,

Шишмәләре аға сылтырап.


Өйрәккүлкәй, һинең, ай, күлеңдә

Өйөр-өйөр өйрәк йөҙәлер.

Үҙәктәрем минең, ай, өҙөлә

Һыуҙарында нисек йөҙөргә.


Ауылым кистәре (101)

(мәктәп музейы сығанаҡтары)

Һары ла ғына алтын, ай, бигерәк,

Яппарымдың айлы кистәре.

Ҡурай моңдарына ҡушылып,

Ағыла йырым – күңелем хистәре.

Һандуғастар һайрай сут-сут тип,

Һары талдарға ла бер ҡунып.

Тәңреләргә тәсбих әйтәләрҙер,

Тыуған илем шундай матур тип.



Кейәү ҡаршылағанда йырлай торған йыр (257)

Ишек алдым гел сәскәле,

Ҡыҙҙар йыйып шатланһын.

Егете һеҙҙән, ҡыҙы беҙҙән,

Бергә йәшәп ҡартайһын.
Ишек алдында баланым

Балан түгел, миләштер.

Оло ҡыҙымды һиңә бирҙем, кейәү,

Ҡаҡмай-һуҡмай эйәләштер.


Ауыл көйҙәре (287)

Ҡоръятмаҫтың тауҙарында

Үҫкәндер умырзая.

Был донъяла ишеңде тап,

Үтмәҫен ғүмер зая.
Ҡоръятмаҫтың юл сатында

Үҫкәндер ялғыҙ ҡайын.

Шул ҡайынды ҡосаҡлайым

Һине һағынған һайын.


Беҙҙең Ҡоръятмаҫ ҡәрйәһе

Асылыкүл буйында.

Йәшләй һөйгән йәрең булҫа,

Шул ҡалаҙыр уйыңда.


Әлшәй-Дәүләкән (279)

Әлшәй – Дәүләкән,

Һөйгәнең сәләм әйткән.

Вәғәләйкүм-әссәләм,

Үҙенә лә әйт сәләм.
Әлшәй – Дәүләкән,

Һөйгәнеңде урлағандар.

Вәғәләйкүм-әссәләм,

Ҡоҙаларға ла әйт сәләм.



Таҡмаҡтар
Таҡмаҡтар (108)

Ниңә бәреләләр икән

Болоттарға болоттар?

Ниңә тиҙ үтәләр икән

Бергә булған минуттар?
Оса ҡаҙҙар, оса ҡаҙҙар,

Оса ҡаҙҙар Донбассҡа.

Мин дә уйлап торам әле

Шул ҡаҙҙарҙан ҡалмаҫҡа.


Ҡыҙыл-ҡыҙыл бөрлөгәндәр

Юл буйына теҙелгән.

Булмаҫ инде минең кеүек

Һеҙҙең өсөн өҙөлгән.


Сәс үргесем, сәс үргесем,

Сәсемде үрер өсөн.

Таһир үлгән Зөһрә өсөн,

Мин үләм һинең өсөн.


* * *

Ишек алды аҡ балсыҡ

Бата күрмә, атлап сыҡ.

Һин дә минән артыҡ түгел,

Бер аҙ ғына маҡтансыҡ.
Йәйгә сыҡһаң йыярһың,

Ҡыҙыл бөрлөгәндәрҙе.

Нисек итеп онотайым

Бергә йөрөгәндәрҙе.


Беҙҙең кашауай бәләкәй,

Икәү һыярлыҡ түгел.

Беҙҙең күңел аҙған инде,

Кеше тыярлыҡ түгел (93).


Баланы беҙ үҫтерәбеҙ,

Аҡылын Алла бирә.

Әллә яҡшы, әллә яман,

Уны кем генә белә?


Ғүмер буйы йүгергәнгә

Һыҙлай аяҡ табаным.

Уныһына әрнемәйем,

Зая үтте заманым.


Аламалыҡтар күргәндә

Өҙөлөп төшә йөрәгем.

Был хәсрәттәргә түҙә алмай

Мин, ахыры, үләрмен.


Ниндәй кәңәштәр бирһәм дә,

Мине уҫал, тинегеҙ.

Мин үләрмен, һеҙ ҡалырһыҙ,

Рәхәт ғүмер итегеҙ.


Сабырлығым – инәйемдән,

Аҡылды биргән атам.

Таҙалыҡты һәм зиһенде

Тартып алмаһын Аллам.


Һеҙҙән бер ни кәрәк түгел,

Бары бер генә теләк.

Иптәштәреңдән көнләшеп,

Донъя көтөргә кәрәк.


Балаларыма рәхмәт,

Биткә ҡара яҡмайҙар.

Көнө-төнө эшләйҙәр,

Иҫәңгерәп ятмайҙар.


Асылы тәрән икән,

Йөҙөүе уңай икән.

Минең эстәрем өҙөлә,

Һеҙҙең дә шулай микән?


Һыу инәм тип төшкән инем,

Асылы һыуы һалҡын.

Ҡысҡырып йырлап ебәрәм,

Эсем тулы ут-ялҡын.


Асылыла йөҙгәндә,

Кинәнеп ишкәк ишкәндә.

Ҡысҡырып йырлап ебәрәм,

Һеҙ иҫемә төшкәндә.


Мин ултыртҡан ағастарҙың

Тамырын ҡоротмағыҙ.

Әле онотмаған кеүек,

Үлгәс тә онотмағыҙ.


Тормош юлдары бик ауыр,

Түҙһәң еңергә була.

Бәхетте һәм мөхәббәтте

Беркетеп тора бала.


Һеҙҙән бер ни кәрәкмәй,

Хәл белһәгеҙ – шул етә.

Балаларым ҡайтыр, тиеп,

Йөрәк һаман да көтә.


Ишек алдым йәшел сирәм,

Аттарҙан кимертмәгеҙ.

Тороп ҡалдым яңғыҙ башым,

Хаттарһыҙ тилмертмәгеҙ.


Баҫма һалдым тар ергә,

Тал тамыры бар ергә.

Осоп барып ҡайтыр инем

Балаларым бар ергә.


Мин ағастар күп ултырттым,

Һандуғастар ҡунһын тип.

Мин булмаһам һеҙ ҡайтҡанда,

Һайрап ҡаршы алһын тип.


Алмағасым алмалана,

Сейәләр сейәләнә.

Үҙ бәхетең булһа ғына,

Сәстәр сәскә бәйләнә.


Һин үҫтерҙең улыңды,

Мин үҫтерҙем ҡыҙымды.

Ике ара татыу булһын

Бир, ҡоҙағый, ҡулыңды (299).


Иҫке Яппар таҡмаҡтары (78)

Иҫке Яппар ауылында

Күтәрелде ел-дауыл.

Булма матур, бул бәхетле,

Бәхетһеҙлектәр ауыр.
Иҫке Яппар шуға матур,

Тау битләүендә генә.

Яндарыңа килер инем

Хаттар эсендә генә.


Иҫке Яппар, Яңы Яппар

Уртаһында фабрик.

Беҙҙән һеҙгә, һеҙҙән беҙгә

Булһын ҡотлау-тәбрик.


Беҙҙең Яппар баҫыуында

Йәшелләнә һуғандар.

Йәшелләнгән һуғандарҙай

Йәшәгеҙ һеҙ, туғандар.


Таҡмаҡтар (230)

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң

Исемдәре Миңлегөл.

Ауыр хәбәр ишетһәгеҙ,

Хәлдәремде килеп бел.
Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң

Исемдәре Сәлихйән.

Ҡатыныңды айырып ебәр,

Телдәренән ялыҡһаң.


Шәрип ауыл урамында

Ағас күпер һалғандар.

Беҙ айырылдыҡ та һарғайҙыҡ,

Һарғаймаһын ҡалғандар.


Ярыштауҙың баштарында

Ике ҡайын бер төптә.

Икебеҙ ике яҡтарҙа,

Һағынмайбыҙ бөртөк тә.


Таҡмаҡтар (91)

Айҙар ғынайым да, вайҙар ғынайым,

Беҙ ултыртҡан кукуруздар

Сәскә ата, ғынайым.

Ал итә, итә, итә,

Гөл итә, итә, итә,

Янығыҙға килеп индек

Ял итә, итә, итә.


Алай итеп, былай итеп,

Үтә беҙҙең ғүмерҙәр.

Ҡысҡырып йырлап ебәрһәң,

Күтәрелә күңелдәр.


Ҡайыш быу билдәреңә,

Ҡайыш быу билдәреңә.

Сит илдәрҙә күп йөрөнөң,

Ҡайт тыуған илдәреңә.


Ҡайыш быуырһың әле,

Ҡайыш быуырһың әле.

Сит илдәрҙә күп йөрөһәң,

Ялғыҙ ҡалырһың әле.


Тыпыр баҫалаһыңмы,

Тыпыр баҫалаһыңмы?

Кисә баҫҡан эҙҙәреңә

Бөгөн баҫалаһыңмы?


Аяҡтары ялт итә,

Аяҡтары ялт итә.

Йәшлек аҡылдары менән

Ташламам, тип ант итә.


Алмалар бирәм алһаң,

Гөлдәрен бирәм алһаң.

Ҡәҙерҙәрең китәр әле,

Ят ҡулдарына ҡалһаң.


Ҡар урманда ҡараҡ бар,

Абзый, атың ҡарап бар.

Беҙ китәбеҙ сит яҡтарға,

Тыуған яҡты ҡарап ҡал.


Ҡараңғыларға ҡалдым,

Һин бит минең яҡын дуҫым,

Янған уттарға һалдың.
Иҫкән елдәр иҫә инде

Ҡалын шәл ябынһам да.

Мин барып күрә алмам инде,

Өҙөлөп һағынһам да.


Иҫә елдәр, етә көҙҙәр,

Иҫкән елдәр файҙаһыҙ.

Төндә күрәм төштәремдә,

Көндөҙ әллә ҡайҙаһыҙ.


Иҫеңдәме, иҫкән елдәр

Һындырҙы гөлдәремде.

Һынған гөлдәргә оҡшатам

Айырылған көндәремде.


Айырым үтә төндәрем,

Айырым үтә көндәрем.

Айырым үтһә лә ғүмерҙәр

Айырылмай күңелдәр.


Айырылдыҡ айғамы?

Айға түгел күпкәме?

Айға түгел, йылға түгел,

Әллә ғүмерлеккәме?


Бергә булдыҡ бер заман

Бергә йәшәүҙәр бер заман,

Айырым йәшәүҙәр яман.
Һары һандуғас тотайым,

Телен нисек отайым?

“Көт мине, ҡайтырмын” – тигән

Һүҙен нисек онотайым?


Һары һандуғас балаһы

Һыу буйында һыу тапмай.

Һыу тапмағас үлән ҡалмай,

Яңғыҙ баштар йәм тапмай.


Һандуғасым, гүзәлем,

Һындырма төн үҙәген.

Тик бер үҙем генә беләм,

Үҙәгем өҙөлгәнен.


Һандуғасты кем ҡурҡытҡан

Ҡунаҡлаған еренән?

Кемдең дә китәһе килмәй

Тыуып үҫкән иленән.


Һандуғасым, бәләкәйһең,

Ҡағынмайһыңдыр инде?

Һин сабырһың, дуҫыҡайым,

Һағынмайһыңдыр инде.


Һары һандыҡ ниңә кәрәк?

Һабын һалырға кәрәк.

Һағынһаң да, һарғайһаң да

Һабыр итергә кәрәк.


Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң

Исемдәре Саралыр.

Һағыныуым, һарғайыуым

Хат эсендә баралыр.


Хаттар яҙҙым ултырып,

Ҡағыҙ бите тултырып.

Иҫән булһа ҡайтыр әле,

Машинаға ултырып.


Иркәм ярата ине,

Иркәм иркәләй ине.

Иркәм китте алыҫтарға

Кемдәр иркәләр мине?


Минең иркәм бар ине,

Үҙемә тиң, пар ине.

Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле,

Бигерәк матур йәр ине (270).


Шаян таҡмаҡтар (270)

(Әминева Гәүһәр Мөхитдин ҡыҙы яҙып алған)


Кисә лә эшкә барманым,

Бөгөн дә эшкә барманым.

Башҡайым ауырта – тиеп,

Бригадирҙы алданым.


Бригадир эшкә әйтһә,

Бер ултырам, бер торам.

Аҙна һайын ете сотый

Төшөрөп кенә торам.


Бригадирҙың ҡалҡаны –

Ике генә арата.

Кем ашата, кем эсерә –

Шуны ғына ярата.


Бригадир сәй эсә,

Бал да май алдарында.

Ҡалаҡлап он бүлешәбеҙ

Ҡалдауай яндарында.


Фермала һарыҡ һуйғандар

Билдәмәһе Шакирға (председатель).

Түше, башы, эс-ҡарыны

Сәхибгәрәй һуҡырға.


Бейейек әле, йырлайыҡ әле,

Йыр күңелде аса ул.

Йыр күңелдәрҙе аса ул,

Ҡайғы-хәсрәт баҫа ул.


Ал бәйләйҙәр, гөл бәйләйҙәр

Алдан килгән аттарға.

Һағыныуҙарым, һағыштарым

Барыр микән хаттарҙа?


Ҡыңғыраулы талъян гармун

Кемдәр уйнатыр икән?

Һин булмағас, күңелемде

Кемдәр йыуатыр икән?


Шаян таҡмаҡтар (71)

Ал алъяпҡыс быуалар,

Бауын ҫалындыралар.

Майға ҫалһаң, эт ашамай,

Шулар ялындыралар.

Әрәмәлә эт йөрөй ҙә,

Әрәмәлә эт өрә.

Матурлығы бер ни түгел,

Атлауҙары үлтерә.
Яппар таҡмаҡтары (135)

Еҫле гөл еҫле була,

Еҫле гөл еҫле була.

Еҫле гөлдөң сәскәләре

Гел һинең төҫлө була.
Яратам мин ҡынаны,

Яратам мин ҡынаны.

Яратмаҫ инем ҡынаны,

Һиңә оҡшатам мин аны.

Дим буйында әрәмә лә,

Әрәмәлә ҡарама.

Әгәр һинән көлөр булһа,

Әйләнеп тә ҡарама.


Дәүләкәнгә барған яҡта

Үҫкән икән ваҡ ҡайын.

Тыуған яҡтарыңдан китһәң,

Була икән бик ҡыйын.


Яппар яҡтарына табан

Теҙелеп киткән ҡарағас.

Күңелдәрем тулып китте,

Матур итеп ҡарағас.


Тау буйҙары итәгендә

Үҫеп сыҡҡан бер сейә.

Һөйгән йәре ташлап киткән,

Шуға йәндәре көйә.


Баҡсаларым түр башында

Үҫкән матур алмағас.

Ваҡытыңды буш уҙғарма,

Ник йөрөйһөң алмағас?


Өй артымдағы баҡсамда

Ҡыҙарып бешкәндер миләш.

Яңғыҙ булыуҙары ҡыйын,

Ниңә алманың кәләш? (156)


* * *

Ялтыр-йолтор ут күренә

Әрем араларында.

Әлдә үҙем ирем матур

Әҙәм араларында (86).
Таҡмаҡтар (83)

Аҡ алъяпҡыс быуалар,

Бауын һалындыралар.

Майға манһаң, эт яламай

Шулар ялындыралар.
Лавкаларға барып кергәс,

Алдым бер кило ҡалас.

Әллә ҡалас, әллә ағас –

Белмәйем йөрәк янғас.


Телеграмм бағанаһын

Шылтыратып ел ҡаға.

Авторитың төшөп ҡалған,

Сдавать ит сельпоға.


Мәкәш таҡмаҡтары (256, 261)

Исемдәре, исемдәре

Исемдәре Исырай.

Аҡ бирсәткә биргән инем,

Ҡараһын тағы һорай.
Исемдәре, исемдәре,

Исемдәре Исырай.

Ауылығыҙҙан йәр һөйһәгеҙ –

Сыҡҡан һайын осорай.


Иҫке Яппар, Яңы Яппар,

Уртаһында ҡарағай.

Ҡәһәр һуҡҡан анау егет

Әйләнеп тә ҡарамай.


Исемдәре, исемдәре,

Исемдәре Рәсилә.

Һөйгән йәрен һатып эскән

1 литр кәрәсингә.


Кәзә һауаһым да бар,

Һыйыр һауаһым да бар.

Өй артына егет килгән –

Анда сығаһым да бар.


Ике лимон, бер әфлисун,

Әфлисуны үҙемә.

Елдән тамған тамсы кеүек

Күренәһең күҙемә.


Алмалары, хөрмәләре,

Ҡыҙарып бешәр әле.

Әле иҫеңә төшмәһә,

Һуңынан төшәр әле.


Ҡараһаң да күренмәй ул,

Беҙҙең Мәкәш соҡорҙа.

Минең яҙған мөнәжәтем

Һеҙгә ҡалһын уҡырға.


Эй, ҡайын ул, ҡайын ул,

Ҡайын урман һайын ул.

Ҡайғы миндә генә түгел,

Ҡайғы кеше һайын ул.


Ике ҡайын, ҡуш ҡарама,

Иҙел утрауында.

Ҡысҡырамын да йырлайым,

Уйлап ултырамын да.

Үҙем йырлайым, үҙем илайым,

Үҙем бөрлөгән өҙәм.

Хәсрәт даръяһында йөҙәм,

Ауыр булһа ла түҙәм.


Ишек алдым аҡ ҡына,

Аҡ ҡына, ҡыуаҡ ҡына.

Ҡыҙ балаға һүҙ әйтмәгеҙ,

Ҡыҙ бала ҡунаҡ ҡына.


Иртән дә ҡаптым йөҙөм,

Кистән дә ҡаптым йөҙөм.

Йөҙөм сәскәләре кеүек

Яныйым, нурлы йөҙөң.


Баҡсаларҙа ике түтәл,

Береһен аны һин күтәр.

Илама күҙләрең бөтәр,

Йырлап күңелең күтәр.


Ашаһым килмәй минең,

Эсәһем килмәй минең.

Һыу юлында түңәрәк күл,

Төшәһем килмәй минең.


Ҡарурманды әрсегеҙ,

Әрсеп, сәйләр эсегеҙ.

Яныҡайым тыумаҫ борон

Бәйләнгәндер сәсебеҙ.


Әйҙә киттек ҡарурманға

Бөрлөгәнен ашарға.

Мин аҡылдан яҙмағанмын

Бер башлағас ташларға.


Самауыр ҡуйҙым ағартып,

Ҡиблаларға ҡаратып.

Өс көн түгел, өс ай түгел,

Өс йыл йөрөнөм яратып.


Кәкүк-кәкүк тип әйтәләр,

Кәкүк тә – ялан ҡошо.

Моңло-моңло тип әйтәләр,

Моңло – бәхетһеҙ кеше.


Скрипкамдың баштары

Һығыла-бөгөлә башланы.

Һағынмамын тигән инем,

Һарғайта ла башланы.


Һандуғастар ҙа һайрамай,

Һандуғастар ҙа сабыр.

Былай йөрәккәйем янһа,

Көл-күмерҙәргә ҡалыр.


Сын-сынаяҡ алған инем,

Сатнамаҫ тигән инем.

Үҙе һөйгәс һөйгән инем,

Ташламаҫ тигән инем.


Алмы һинең көйәнтәң,

Гөлмө һинең көйәнтәң.

Алмағастарға һөйәләм

Күренер микән һөйәркәм?


Аттың алаһы була,

Ем-ем ҡараһы була.

Хоҙай тәғәлә насип итһә,

Һөйгәс бараһы була.


Тәҙрә төбөм еҫле гөл,

Арлы-бирле бөгөлһөн.

Һинең өсөн өҙөлә эсем,

Минең кеүек түгелһең.


Уйлай күңелем, уйлай күңелем,

Уйлай күңелем барһын да.

Уйлама күңелем барһын да

Әҙерәге ҡалһын да.


Аҡсаларың булған саҡта,

Байлар кеүек йәшәнең.

Инде хәҙер мөлкәт бөткәс,

Бармаҡ һурып йәшәйһең (228)


Фәриҙун таҡмаҡтары (302)

Беҙ Фәриҙун, беҙ Фәриҙун,

Беҙ Фәриҙун бит әле.

Ҫағынырҫың, ҫарғайырҫың,

Йыраҡларға кит әле.
Ҡулыңдағы йөҙөгөңдөң

Әйләндереп кей ҡашын.

Үҙем һөймәй ятҡа бирмәм,

Әйләндерермен башын.


Вагондарҙың ишегенең

Тотҡаһы юҡ тотарға.

Йәшләй генә өҙөлөп ҫөйҙөм

Бирәҫем юҡ яттарға.


Белем тураһындағы таҡмаҡтар (233)

Эй һабаҡташ, һабаҡташ,

Һин, по-нашему, иптәш.

Өфө вузларына керҙең –

Һай, молодец һин, яҡташ.
Киртләс-киртләс теҙелгән

Өфө тауҙары бейек.

Вузға кереп уҡыған

Беҙҙең ҡәрҙәштәр бөйөк.


Өфөләргә барайыҡ та

Вузларына керәйек.

Белемдәргә эйә булып,

Аҡмуллалай булайыҡ.

Элек Өфөгә уҡырға кергәндәрҙе бик хөрмәт итәләр ине, ҙур, абруйлы кеше итеп ҡарайҙар ине.

Бейеүгә саҡырыу-таҡмаҡ (176)

Шыуый-шыуый бейергә

Шыма иҙәндәр кәрәк.

Шыма иҙәндәр өҫтөндә

Быяла өҫтәлдәр кәрәк.
Быяла өҫтәл өҫтәрендә

Сын тәрилкәләр кәрәк.

Сын тәрилкә эстәрендә

Майлы ит булыу кәрәк.


Майлы итте бүлергә

Булат бысаҡтар кәрәк.

Булат бысаҡтар тоторға

Батыр егеттәр кәрәк.


Батыр егеттәр янына

Хур ҡыҙҙары ла кәрәк.

Хур ҡыҙҙары эргәһенә

Аҡ сымылдыҡтар кәрәк.


Таҡмаҡтар (291)

Таҡмаҡҡа ла мин оҫта,

Шаҡмаҡҡа ла мин оҫта.

Бригадир эшкә әйтһә

Мин – ауырыу, мин – ҡаҫта.
Хөсниямал ерҙәр һөрә

Тракторға ултырып.

Һин киткәстин кемгә ҡарим

Күҙҙәремде тултырып.


Педаленә баҫтыниһәң

Тракторҙар ҡуҙғала.

Эйел, башым, түгел, йәшем,

Һине кемдәр ҡыҙғана?


Хөсниямал һыуҙар һала

Радиаторҙарына.

Йырлап-йырлап, яманһыулап,

Сығып ҡарим тыштарға.


Таҡмаҡтар (91)

Алай итеп, былай итеп,

Үтә беҙҙең ғүмерҙәр.

Ҡысҡырып йырлап ебәрһәң,

Күтәрелә күңелдәр.
Алай ҙа бергә-бергә,

Былай ҙа бергә-бергә.

Беҙҙең менән бергә булғас,

Күгәрсен кеүек гөрлә.


Ҡайыш быу билдәреңә,

Ҡайыш быу билдәреңә.

Сит илдәрҙә күп йөрөнөң,

Ҡайт тыуған илдәреңә.


Тыпыр баҫалаһыңмы?

Кисә баҫҡан эҙҙәреңә

Бөгөн баҫалаһыңмы?
Аяҡтары ялт итә

Йәшлек аҡылдары менән

Ташламам, – тип ант итә.
Тыпырҙатып баҫһын ул,

Егет булғас, шулай булһын

Күңелемде асһын ул.
Ҡаҙанғол таҡмаҡтары (43)

Эх, үҙебеҙҙең Ҡаҙанғол,

Ултыртҡан гөлдәр кеүек.

Күтәренке күңелдәрем,

Томанлы көндәр кеүек.
Беҙ Ҡаҙанғол, беҙ Ҡаҙанғол,

Беҙ Ҡаҙанғол бит әле.

Беҙҙең менән һөйләшергә

Права иметь ит әле.


Ҡыҙҙар кейгән алъяпҡысы

Сәскәле лә биҙәкле.

Ҡаҙанғолдоң ҡыҙҙары

Тәртипле лә әҙәпле.


Күк көмбәҙе, күк көмбәҙе,

Аяҙлы ла болотло.

Ҡаҙанғолдоң ҡыҙҙары

Үтә сабыр холоҡло.


Беҙ алай түгел инек,

Беҙ былай түгел инек.

Беҙ еткәндә егет булып

Тәмәке тартмай инек,

Араҡы эсмәй инек.
Шырпы ҡабы, шырпы ҡабы,

Шырпы ҡабы бушаған.

Эскесе, ахмаҡ кешеләр

Шүрәлегә оҡшаған.



Уйындар
Зәкәриә, Кәримә” тигән ҡыҙҙар уйыны (223)

Уйын башында ике уҙаман ҡапҡа булып баҫа. Сер итеп икеһенә берәр һүҙ әйтәләр (һуған, һарымһаҡ, башҡа ҡыҙҙар белергә тейеш түгел). Башҡа уйынсылар бер сафҡа теҙелеп, ҡыр ҡаҙҙары кеүек “ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ” тип, ҡулдарын урап-урап килеп, ошо ҡапҡа аша үтәләр, аҙаҡҡыһын алып ҡалып, шым ғына: “Һарымһаҡ кәрәкме, һуғанмы?” – тиҙәр. Был ҡыҙ береһен һайларға тейеш. Шунан һайлаған яҡҡа сыға. Ошо рәүешле бөтә ҡыҙҙар ҡапҡа аша сығып бөткәс, ике командаға бүленеп ултыралар, уҙамандар командир була. Уйынды улар башлай, береһе бер мөйөштән, икенсеһе икенсе мөйөштән ҡапма-ҡаршы таҡмаҡ әйтешеп бейеп, бер-береһенә киләләр.

1-се: Ай-ли, Зәкәриә, һин ҡайҙа? Бейеп килә лә туҡтап тора.

2-се: Ай-ли, Кәримә, һин ҡайҙа? – тип тыпырҙап ҡуя.

1-се: Ай-ли, Зәкәриә, мин бында – тип бейеп килә.

2-сеһе: Ай-ли, Кәримә, мин бында – тип бейеп ҡаршыһына килә.

Барыһы бергә:

Зәкәриә, Зәкәриә,

Зәкәриә, Кәримә.

Кәримә, Кәримә,

Кәримә, Зәкәриә – тигәндә, был икәү тотоношоп уртала өйөрөләләр.

Беренсе командалағы уҙаман икенсе команданың бер ҡыҙын бейергә саҡырып баҫа, ә шул командалағы ҡыҙҙар уҙаманды маҡтап йырлай:

Зәкәриә – уңған ҡыҙ, Зәкәриә – сибәр ҡыҙ,

Зәкәриә – аҫыл ҡыҙ, Зәкәриә – эшсән ҡыҙ,

Зәкәриә, Зәкәриә, Зәкәриә кем мая [моя]? –тигәндә, шул һайлап алынған ҡыҙ менән өйөрөлөп бейейҙәр.

Икенсе команданың Кәримәһе был ваҡытта, сәпкә итеп, урында тыпырҙап торған була. Былар бейеп бөткәс:

Кәримә бит – уңған ҡыҙ, Кәримә бит – һылыу ҡыҙ,

Кәримә бит – зифа ҡыҙ, Кәримәкәй, Кәримәкәй,

“Кәримәкәй, кем мая?” тигәндә, һайлап алынған ҡыҙ менән Кәримә әйләнә. Уҙамандар ултырғас, уртала ҡалған ҡыҙҙың береһе Зәкәриә, икенсеһе Кәримә була, шулай уйын бөткәнсе дауам итә.
Наза” уйыны (294)

(Розалия Солтангәрәева тарафынан яҙып алынған)

Уйнаусылар парлашып, ҡулдары менән тотоноп, ҡапҡа яһап, аллы-артлы теҙеләләр. Иң арттағы берәү ҡулдары аҫтынан бара-бара ла, күңеленә ятҡан кешене алып китә. Ә был ваҡытта таҡмаҡ әйтәләр. Ҡушымтала барыһы ла урындарында тыпырҙап бейей.

Селтәр элдем ситәнгә,

Елебер-елбер итәргә.

Беҙ килмәнек тик китәргә

Килдек алып китәргә.

Ҡушымта:

Наза, Наза,

Наза – матур ҡыҙ бала.

Кеше йәрен тартып алып

Һөйә торған замана.

Ағиҙелгә томан төшкән,

Ҡараңғы төшкән кеүек.

Уф, яна йөрәккәйҙәрем,

Уттарға төшкән кеүек.

Ҡушымта:

Наза, Наза,

Наза – матур ҡыҙ бала.

Кеше йәрен тартып алып

Һөйә торған замана.

Ағиҙелдәрҙә күләгә

Ағиҙел ҡамыштары.

Беҙ тигәнсә булһа ине

Хоҙайҙың яҙмыштары.
Алдарын алға манам,

Гөлдәрен гөлгә манам.

Уҡы, иркәм, шоферлыҡҡа,

Һин шофер булһаң, барам.

Зәңгәрләтә, зәңгәрләтә,

Зәңгәр йөрөтә беҙҙе.

Зәңгәр болоттарҙа йөҙгән

Айҙан эҙләйем һеҙҙе.


Йәшелсә” уйыны (147)

Һуғыш йылдарында кәбеҫтә, һуған, ҡауын һ.б. булып уйнай инек. Берәү сығып таҡмаҡ әйтә:

Йәшелсәләр араһында

Иң тәмлеһе мин – ҡауын.

Сәсеп үҫтер, сығарып һат,

Донъялар булыр уйын.

“Ҡауын” менән икенсе берәү әйләнә лә таҡмаҡ әйтә:

Йәшелсәләр араһында

Иң тәмлеһе – сөгөлдөр.

Сәсеп үҫтер, сығарып һат,

Һөйгән ашың түгелдер.

“Сөгөлдөр” таҡмаҡ әйткәс, икенсегә баҫа:

Йәшелсәләр араһында

Иң тәмлеһе мин – һуған.

Сәсеп үҫтер, сығарып һат,

Ашамаһаң ни булған?

Йәшелсәләр араһында

Иң тәмлеһе – кәбеҫтә.

Сәсеп үҫтер, сығарып һат,

Егәрлегә кем етә!


Айҙар” уйыны (242)

Бар уйынсы ҡулға-ҡул тотоношоп, түңәрәк буйлап әйләнеп йөрөйҙәр, таҡмаҡ әйтәләр. Уртала әйләнеп, “һәли-һәли” тигәндә, парлашып тыпырлайҙар, таҡмаҡты күмәкләп әйтәләр.

Яландарҙа ҡуҙғалаҡ,

Бик бәхетле булһа ғына,

Тыуһын икән ҡыҙ бала.

Һәллилә-һәлилә, һәли-һәли-һәлиләү!

Исемдәрен белмәйҙәр

Йөҙҙәремә ҡарамай ҙа

Ниңә һарғайҙың тиҙәр.

Һәллилә-һәлилә, һәли-һәли-һәлиләү!

Ҡараны кейгәндәрем,

Үкенескә ҡалмаһын

Өҙөлөп һөйгәндәрем.

Һәллилә-һәлилә, һәли-һәли-һәлиләү!

Исемдәрҙе беләһең.

Сәхрә былбылдары булып

Төштәремә керәһең.

Һәллилә-һәлилә, һәли-һәли-һәлиләү!

Гөл-сирен һыу яратмай.

Дуҫтыҡайым, мөхәббәтең

Башҡаларға ҡаратмай.

Һәллилә-һәлилә, һәли-һәли-һәлиләү!

Тар булды килешмәне,

Башҡайҙарым йәш булһа ла,

Ҡайғыға бирешмәне.

Һәллилә-һәлилә, һәли-һәли-һәлиләү!

Ҡарғалы ҡалҡыуҙары,

Айырылыуға миҫал булды

Һул ҡашым тартыуҙары.

Һәллилә-һәлилә, һәли-һәли-һәлиләү!

Исемдәре Гөлсөмкәй,

Бәндәләргә бәндә булып

Йөрөй бит, меҫкенкәй.

Һәллилә-һәлилә, һәли-һәли-һәлиләү!

Уфимский ҡәләмем,

Ай нурҙары, таң елдәре

Илтһен һиңә сәләмем.

Һәллилә-һәлилә, һәли-һәли-һәлиләү!


Көйһөҙ кейәү” уйыны (242)

Был уйынды кис ултырып уйнағандар. Берәүҙе “кейәү” итәләр. Кейергә бишмәт, башына бүрек алып киләләр, ҡулына таяҡ биреп, таяҡҡа таяндыралар, ҡағыҙҙан “папирос”, шырпы әҙерләп ҡуялар. Маҡсаты – мыжыҡ кейәүҙе көлдөрөү, яйын табыу. Кейәү булған кеше һамаҡлай:

Тиҙ-тиҙ булһана,

Тиҙерәк булһана.

Ахун ашҡа саҡырған,

Мулла ашҡа саҡырған.

Анда бараһым да бар,

Бында бараһым да бар.

Түбән осҡа ҡунаҡ килгән,

Унда сығаһым да бар

Тиҙ-тиҙ булһана! –

тип, “кейәү” бер урында һикергеләп, ҡулдарын һелкетеп тора. Бер кейендереүсе була. Ул көйһөҙ кейәүҙе кейендерә башлай. Ә кейәү дауам итә:

Тәмәкемде ҡабып бир,

Бүректе кейҙереп бир,

Бишмәтемде кейҙереп бир,

Тунымды кейҙереп бир! –

тип, һаман тыпырҙап тора. Кейендереүсе кейәүгә тәмәке ҡабыҙа, мышнай-мышнай арый башлаған кейендереүсене кейәү:

– Мин мышыйҙан тыумаған, – ти ҙә, тәмәкене ата ла бәрә. Үҙе бер урында көйләп атлай. Яңынан һамағын ҡабатлай башлай:

Тәмәкене ҡабып бир,

Тунымды туры итеп бир!

Тунын кейендергән кеше көлөп ебәрһә, кейәү кейемен тағы сисеп ташлай:

– Мин көлкөнән тыумаған.

Тағы үҙ һамағын ҡабатлай, шулай хәлдән тайғансы дауам итә.
Өйҙәш” уйыны (114)

Уйнаусылар парлашып тотоношоп теҙелеп баҫалар. Алда бер-бер артлы йәнәш рәттән шаҡмаҡлап һыҙыҡтар (өй) һыҙыла. Һәр парҙан бер кеше сығып, уйын алдынан сыбаға тотоша. Кем осҡа сыға, шуның буйынса парҙар теҙелеп баҫа.

1-се пар шаҡмаҡ өйгә керә, таҡмаҡ әйтәләр ҙә өйөрөләләр шул шаҡмаҡ эсендә.

Исемдәре, исемдәре,

Исемдәре Әүхәҙи.

Һөйөүҙәрең йүри булһа,

Сразу минән ухади! – тип, ҡалған уйынсылар ҡушыла:

Әлләри-риллә, әллә-риллә, әллә-риллә лә-риллә – тиеп, йәнәш торған кешеләр менән урында әйләнә. Ә беренсе пар үҙ пары менән шул өй эсендә өйөрөлә.

Бынан һуң был пар икенсе өйгә күсә, икенсе кеше таҡмаҡ әйтә:

Исемдәре, исемдәре,

Исемдәре Фатима.

Мине һөйәр булмаһаң,

Зинһар өсөн, алдама.

Барыһы бергә ҡушымта әйтә:

Әллә-риллә, әллә-риллә, әллә-риллә лә-риллә – тип, үҙ парҙары менән әйләнәләр.

Ә бынан артта килгән пар һәр өйгә кергән һайын таҡмаҡ әйтеп өйөрөлә, ҡалғандар, сәпәкәйләп, улар менән бергә өйөрөлөп тыпырҙай урында. Ошо шаҡмаҡлы өйҙәр бөтә парҙар йырлап сыҡҡансы уйын дауам итә.


Тауға сығыу” уйыны (138)

(Р.Солтангәрәева тарафынан яҙып алынған)


Мәсет тауына егеттәр алыҫтан уҡ ҡулъяулыҡтар болғап, йырлашып киләләр. Ҡыҙҙар йырлап ҡаршы ала:

Йырҙар, көйҙәр ишетелә

Әрәмә араларында.

Ҡаршы килеп тә алмайһың

Әҙәм араларында.
Ҡыҙҙар:

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң

Исеме Муса ғына.

Уйындар күңелле була,

Һөйгәнең булһа ғына!
Ҡулъяулығың – ҡыҙыл суҡ,

Яҡаларың – йәшел суҡ.

Түңәрәктең уртаһына

Һөйгәнеңде әйтеп сыҡ.


Өфөләргә барам әле,

Өфө юлы асылһа.

Уф йөрәгем! – тимәм әле,

Әрнеүҙәре баҫылһа.


Өфө, тиһең дә ҡарайһың,

Өфө күренәме ни?

Күрмәй тороу менән генә

Күңел һүреләме ни?


Егеттәр:

Һеҙҙең лампа унлы икән,

Беҙҙеке бишле генә.

Беҙҙең һөйгән йәрҙәребеҙ

Үҙебеҙ ишле генә.
Һөйәм һине, һөйәм һине,

Һөйәм һине, алтыным.

Үлһәм, ҡәберемдән сығар

Һине һөйгән ялҡыным.


Һағынамын илкәйҙе,

Һағынамын илкәйҙе.

Илкәй менән бергә һағынам

Йәштән һөйгән йәркәйҙе.


Тәҙерәнән ҡарайһың да,

Ҡарап, кемде таныйһың.

Ҡарап күҙең талдырғансы,

Ниңә сығып алмайһың?


Әйләнмә” уйыны (138)

(Р.Солтангәрәева тарафынан яҙып алынған)

Таҡмаҡ әйтеп, бер кеше икенсе кешене һайлап алып, түңәрәк эсендә өйрөләләр, ҡалғандар ҡушымта әйтеп сәпәкәй итәләр.

Исемдәре, исемдәре,

Исемдәре Клара.

Ике километр ғына

Түгел бит беҙҙең ара.

Бөтәһе: Әлләрилә-ләриләү! – тип тыпырҙап, сәпәкәйләп тора.

Алған кеше уртала таҡмаҡ әйтеп, икенсе кешене ала.


Сәриә” уйыны (272)

Көйҙөң яртыһына берәү өйөрөлөп барып берәйһен һайлап ала, икенсе яртыһына тыпырлайҙар.

Килә илаһыларым,

Сәриә!


Килә илаһыларым,

Һандуғас балаһы!

Төштәремә лә кермәне,

Сәриә!


Былай булаһыларым,

Һандуғас балаһы!

Алдарыма килдеңме ни,

Сәриә?


Алтын бағанаҡайым,

Һандуғас балаһы!

Һеҙҙең менән үтә ине,

Сәриә!


Йәшлек заманаҡайым,

Һандуғас балаһы!

Күгәрсендәр байҡап оса,

Сәриә!


Ауылымдың урамын,

Һандуғас балаһы!

Һинең һағынғанды беләм,

Сәриә!


Төнөн йырлап уҙаһың,

Һандуғас балаһы!



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   18


©kzref.org 2017
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет