Йыһат Солтанов


(53) рҡойҡрғоғ : олғрутдм : бснғмә : йғығ : клүрырртм ҡғнмн : сүлтдмз : тңры йрлҡзо



жүктеу 0.59 Mb.
бет3/4
Дата07.05.2019
өлшемі0.59 Mb.
1   2   3   4
(53) рҡойҡрғоғ : олғрутдм : бснғмә : йғығ : клүрырртм ҡғнмн : сүлтдмз : тңры йрлҡзо

(53) Арҡой ҡарағаса. : Оло ҡыр(ла) үттем, : боҫонғома (боҫоноу урыныма) : йәйәү : килер инем. Ҡаған менән : сү (ғәскәр) илттек беҙ. : Тәңре ярлыҡаны –



(54) бо түрк боднҡә : йрҡлғйғығ : клтүрмдм : түгнлгутғйүгртмдм : ылтрс ҡғн : ҡзғнмср :

(54) был төрк бөтөнгә (халҡына) яраҡлыҡ (көплө-ҡораллы дошман) яуын : килтертмәнем, : түгенлек (бөлгөнлөк) утын йүгертмәнем. : Илтиреш ҡаған : ҡаҙанмаһа әгәр, :





(55) одо бн үзм : ҡзғнмср : ылймә : боднймә : йукртчырты : ҡзғнтуҡын үчн : одоғзм : ҡзғнтуҡмүчн : олғболтм : нңйрдкы : ҡғнлғ : боднкә :

(55) ошо мин үҙем : ҡаҙанмаһам әгәр, : илемә, : бөтөнөмә : йоҡ арттырыусан : ҡаҙаныштарым өсөн, :ошо үҙемдең : ҡаҙанышым өсөн, : олоғ булдым. : Анаң-Ерҙәге : ҡағанлыҡҡа, : бөтөнгә (халыҡҡа), :





(56) ылймә : ылболты : боднймә : боднболты : үзмҡрыболтм : олғболтм : нңйрдкы : ҡғнлғ : боднҡә :

(56) илемә -- : ил булды, : бөтөнөмә (халҡыма) -- : бөтөнлөк булды, : уҙем ҡары (ил инәһе) булдым, : олоғ булдым. : Анаң-Ерҙәге : ҡағанлыҡтың : бөтөнгә (халыҡҡа ҡарата)





(57) бунтгы : бррср : нәбоңы : брртчырмс

(57) мөнтөгө (етешһеҙлеге) : бар иһә, : моңһоҙо бар-артасаҡ имеш.





(58) түрк былгә ҡғн : ылңә : бытытдм : бн былгә утонуҡуҡ :

(58) Төрк Белге [63] ҡаған : иленә : яҙҙырттым : мин – Белге Утан Уҡымышлыһы.




(59) ылтрыс ҡғн : ҡзғнмср : йуҡртрср : бн үзм былгә утонуҡуҡ : ҡзғнмср : бн йуҡртмср

(59) Илтиреш ҡаған : ҡаҙанмаһа, : юҡ (ине) артыр сара; : мин үҙем, Белге Утан Уҡымышлыһы, : ҡаҙанмаһам, : минһеҙ юҡ (ине) артыр сара.



(60) ҡпғн ҡғн : түрксыр бодн : йрынтә : бодймә : боднймә : кысыймә : ыдыйуҡртчырты :

(60) Ҡапаған ҡағандың : төрк-сыр (Үҫәргән) бөтөн (халҡы) : ерендә : бөтәйеү, : бөтөнәйеү (халыҡ булып тупланыу), : кешеләнеү (кеше һаны ишәйеү) : эше юҡ, артыш (артыу) юҡ ине.




(61) ылтрс ҡғн : былгә утонуҡуҡ : ҡзғнтуҡ үчн : ҡпғн ҡғн : түрксыр бодн : йорыдуҡыбо

(61) Илтиреш ҡаған, : Белге Утан Уҡымышлыһы : (бергәләп) ҡаҙанғаныбыҙ өсөн : Ҡапаған ҡаған(дың) : төрк-сыр (Үҫәргән) бөтөнө (халҡы) : йөрөйҙөр (йәшәйҙер).


(62) түрк былгә : ҡғн : түрксыр боднғ : оғз боднғ : ығдүолрор

(62) Төрк Белге [63]: ҡаған : төрк-сыр (Үҫәргән) бөтөнгә (халҡына), : уғыҙ бөтөнгә (халҡына) : игелекле (булып) ултыралыр (тәхеттә).

Иҫкәртмәләр:



60 Апаһы тархан – ҡағандың апаһы (ҡатын-ҡыҙ) тархан, йәғни Белге Утан Уҡымышлыһы үҙе –ҡағандың ошо ике туған апаһы.

61 Тимерҡапҡаға – Дербент ҡәлғәһенә.

62 “Төрк Белге ҡаған ләҡәбен бирҙем” булһа кәрәк.

63 Төрк Белге – Илтиреш ҡағандың һуңғы ләҡәбе.

Шулай итеп, ике ядкәрташтың осона сыҡтыҡ – үткән быуатта уҡ башлаған, ныҡышмаланып соҡсонған эшемә, ниһәйәт, аҙаҡҡы нөктә ҡуйылды -- Хоҙай Бабайға шөкөр! Бөйөк текстарыбыҙҙың икеһен дә ырын-хәрефтәрҙән туранан-тура эҙмә-эҙлекле уҡып, аҡҡа күсереп бирҙем. Был ядкәрҙәр – мәңге көсөн юғалтмаҫлыҡ тәрбиәүи-рухи ҡорал ул! Бабаларыбыҙҙың йөрәк көсөргәнеше ырын-яҙыу юлдарында йәҙрәләге дарылай тынҡыслап төйөлгән. Һәммәһен, түкмәй-сәсмәй, мәктәп дәреслектәренә индерергә кәрәк ине лә бит...

28.11.06.


ОЛО ҺӘМ КЕСЕ ЯҘЫУҘАРҘЫҢ ХӘҘЕРГЕ ӘҘӘБИ ТЕЛЕБЕҘГӘ ИРКЕН КҮСЕРЕЛЕШЕ
1. ОЛО ЯҘЫУ
(1) Өҫтә Күк-Тәңре, аҫта Көрән Ер яһалғанда ике арала кеше улы яһалды. Кеше улынан өҫтә Әсәм-Апам (текст авторы Юллыҡтуғандың үгәй әсә-апаһы Белге Утан Уҡымышлыһы), Быуман-ҡаған, Истәми-ҡаған ултыра. Ултырып, төрк [1] бөтөндөң (халҡының) илен, турыһын (ҡанунын) тота торған ине. Бирелгән (2) дүрт тарафында күп яу-дошман бар ине. Ғәскәр ебәреп-һуғыштырып, дүрт тарафындағы халыҡтарҙы күп алды, күптәрҙе емерҙе, башлыларын йөгөндөрттө, теҙлеләрен сүктертте. Алғараҡ (көнсығышҡараҡ) Ҡыҙырған юшауға-үләнлеккә тиклем, кирегә (көнбайышҡа) -- Тимерҡапҡаға (Ҡафҡаздағы Дербентҡа) тиклем еткереп ҡундырҙы ғәскәрен. Ике арала (Уралда) (3) йәшәй ине үкһеҙ-яңғыҙы төрк халыҡ. Анда тәхеттә ултырыусы Белге ҡаған [2]ине, алып-батыр ҡаған ине – бойороҡтары ла белдекле ине бит, алып-батыр ине бит! Бәктәре (бейҙәре) йәмғеһе, бөтөн халҡы йәмғеһе уға тоғролоҡло ине – илен шулай ҡулында тота ине бит, илен ҡулында тотоп, хөкөм итә ине; үҙ үлеме менән (4) гүр эйәһе булды. Юҡһыныусылар, һыҡтаныусылар шунда көнсығыштан – мүкле сүлдәгеләр, утбағыусы (ҡытай), тибет, абар, римле, ҡырғыҙ, өс уғыр хан, ватыусы ут атар, [3] ҡатай-көҙән, татабы [4] -- барса халыҡ килеп һыҡтанды, иланы. Шундай көйлө-шәп ҡаған ине. Андан һуңыраҡ энеһе ҡаған (5) булды бит, улы ла ҡаған булды бит. Андан һуңыраҡ энеһе әсәһендәй [5] булманы бит, улы ла ҡаңындай -- атаһындай [6] булманы бит, белекһеҙ ҡаған ултырҙы бит, ябалаҡ-яман ҡаған ултырҙы бит, бойороғо ла белекһеҙ ине бит – яман ине бит. (6) Бейҙәре, бөтөн халҡы тоғролоҡһоҙ булғаны өсөн, утбағыусы (ҡытай) халҡы ярығыбыҙҙы (берҙәм булмауыбыҙҙы) күрә алғаны өсөн, арбаҡлағаны (үҙенә ҡаратҡаны) өсөн, энеле-әсәле барыһы ханға ҡаршы һуғышҡаны [7] өсөн, бейле бөтөнлөгөн йомшартҡаны өсөн төрк бөтөн халҡы иләүләнгән илен ҡулынан ысҡындырҙы, (7) ҡағанланған ҡағанын йотторҙо утбағыусы (ҡытай) халҡынан. Бейлек, ир-улан ҡол булды, һылыу ҡыҙ, улан күң (күндәм хеҙмәтсе) булды, төрк бейҙәре төрк исемен юйҙы һәм әүерелде утбағыусыға (ҡытайға); бейҙәр, утбағыусы (ҡытай) исемен алып, утбағыусы (ҡытай) ҡағанға (8) буйһондо. Илле йыл уға эҫе көсөн бирҙе. Анан ары көн тыуышҡа (көнсығышҡа) – Мүкле ҡағанға тиклем һуғышып барҙы, ултыраҡлы Тимерҡапҡаға (Дербентҡа) тиклем һуғышып барҙы, утбағыусы (ҡытай) ҡағанға илен, ҡанунын хеҙмәт иттерҙе. Төрк ҡоро булған күмәк (9) халыҡ – ир-әсә әйтә ине: “Илле-дәүләтле бөтөн халыҡ инем, илем өмөтө ҡайҙа? Инде кем файҙаһына дәүләтселлек ҡаҙанырмын? – тиер ине. – Ҡағанлыҡлы бөтөн халыҡ инем, ҡағаным ҡайҙа? Ниндәй ҡағанға эҫе көсөмдө бирермен?!” – тиер ине. Ана шулай тип, утбағыусы (ҡытай) ҡағанға яу (дошман) булды. (10) Яу булып, этләнеп, йортонда өмөтһөҙлөк сикте йәнә. Барса эҫе көсөн бирә тороп, ысҡынманы (азат булманы). Төрк бөтөн халҡы “үләйем, ырыуымды серетәйем”, тир ине, юғалыуға барыр ине. Өҫтә төрк Тәңреһе, аҫта төрк изге Ере (11) һүҙен ошолай әйтте: “Төрк бөтөн халҡы юҡ булмаһын! – тиеп. – Бөтөн халыҡ булһын!” – тиеп. Ҡаңым (атам) Илтиреш ҡағанды, өгәм (үгәй анам) Ил Белге ҡатынды [8] Тәңре түбәһенән ҡағып (һөйөп) юғары күтәрҙе бит!
Иҫкәртмәләр:

Төрк – Тороҡ (Тора) тау хоҙайы Тәңрегә (фаллосҡа) табыныусы башҡорттар, улар менән 922 йылда Башҡортостан тупрағында ғәрәп илгиҙәре Ибн-Фаҙлан да осрашҡан.



2 Белге ҡаған йәки Төрк Белге ҡаған – Илтиреш ҡағандың һуңғы маҡтаулы ләҡәбе.

3 Ватасы ут атар – бәғзеләр быны “утыҙ татар” тип уҡый. Минеңсә, был – ватҡыс артиллериянан ут атып һуғышыусы айырым ҡытай, йәки вьетнам иле булһа кәрәк.

4Татабы – татар.

5 Йәғни атаҡлы үгәй әсәһе – Белге Утан Уҡымышлыһыһындай.

6 Йәғни Илтиреш ҡағандай.

7 Илтиреш ҡағанға тиклемге “ябалаҡ” (ямаҡ) ханды уға ҡаршы баш күтәреүселәр үлтереп, халыҡ Ҡытай ҡулы аҫтына ыға.

8 Өгәм (үгәй анам) Ил Белге ҡатынды – был юлдарҙы яҙыусы Юллыҡ-туған уны, Белге Утан Уҡымышлыһын, Ил Белеге тип кенә исемләй. Илтиреш ҡаған, үҙе яу юлында саҡта өйҙә ҡалған ҡатыны вафат булғанын ишетеп, уны ерләргә ҡайтып китә (Белге Утан Уҡымышлыһы яҙған ядкәрҙең 31-енсе юлын ҡарағыҙ). Ә инде был ядкәрҙең ошо 11-енсе юлына ҡарағанда, тол ҡалмыш Илтиреш ҡаған үҙенең данлы ғәскәр башлығы һәм кәңәшсеһе, ике туған апаһы (старшая сестра) Белге Утан Уҡымышлыһына өйләнгән булырға тейеш; ә тәүге ҡатынынан тыуған улы Юллыҡ-туғанға (был ядкәрҙең авторына) ул ысынлап та “өгәм” (үгәй анам) булып сыға.

9 Йәғни үгәй әсәһе (апаһы) Белге Утан Уҡымышлыһы төҙөгән ҡанун.
Ҡаңым (атам) ҡаған егерме ете ир менән юл үтергә сыҡты, үтешендә (12) уның хаҡта, өйөр-өйөр күс (ғәскәр) төйнәй, тип ишетеп, балыҡтағылар (ҡалалағылар) тауға ыҡты (ағылды), тауҙағылар килде -- тирелеп (йыйылып), етмеш ир булды. Тәңре көс биргәне өсөн, ҡаңым (атам) ҡағандың һуғышсылары бүреләй ине, дошмандары ҡуйҙай ине. Алға (көнсығышҡа) ҡарай ғәскәрен йөрөтөп халҡын тирҙе (йыйҙы), күмәк ир итте. (13) Күмәге ете йөҙ ир булды, ете йөҙ ир булып алыштылар. Ҡаған аҫрамыш бөтөн халыҡты, ошоғаса ҡытайға күндәм хеҙмәтсе тигән, ҡол тигән бөтөн халыҡты, төрк ҡанунынан ысҡынған бөтөн халыҡты әсәм-апам [9] ҡанунынса йөрөттө. Төләстә [10] ултыраҡланып йәшәгән (14) ябайҙары, саты (хан нәҫелдәре) бергә барҙы. Бирелә (көньяҡта) утбағыусы (ҡытай) бөтөн халҡы яу-дошман ине. Арыла (төньяҡта) Абыз ҡағандың туғыҙ уғыҙ [11] бөтөн халҡы яу-дошман ине. Ҡырғыҙ, уйғыр хан, ватыусы ут атар, ҡатай-көҙән, татар – күп яу-дошман ине. Ҡаңым (атам) ҡаған быларға ҡаршы (15) ҡырҡ артығы ете (йәғни 47) юлы (тапҡыр) һуғышҡа йөрөнө, егерме һуғышта һуғышты. Тәңре ярлыҡағаны өсөн иллеләрҙе илһеҙ итте, ҡағанлыларҙы ҡағанһыҙ итте, ҡаршы яуҙарҙы боҙҙо-ҡыйратты, теҙлеләрҙе сүктерҙе, башлыларҙы йөгөндөрҙө (тубыҡландыртып бил бөктөрттө). (16) Шулай ҡанундар ҡаҙанып осто – вафат булды. Ҡаңым (атам) ҡаған зыяратына дошманыбыҙ башлығы Абыҙ ҡағанды һынландырған балбалдар (тораташтар) теҙеп ҡуйылды. Ул турыла (тәңгәлдә) өҫтә -- әсәм һәм ҡаған ултыра [12]. Әсәм һәм ҡаған, бергә ултырып, төрк бөтөн халыҡты йәшәтте, йәшәү сығанағы сәсте. (17) Әсәм менән ҡаған ултырғанда үҙем тордош (хәҙерге төркмән?) бөтөн халҡы өҫтөндә сат-солтан инем. Әсәм һәм ҡаған менән бергә алғары (алдағы – көнсығыштағы) Йәшел ыуыҙҙағы [13] Шантуң [14] яҫылығына тиклем ғәскәр илттек беҙ, уйғыр ҡырына, Тимерҡапҡаға (Дербентҡа) тиклем етеп һуғыштыҡ беҙ. Күгмән [15] аша килеп (18) күмәге утыҙ биш тапҡыр ғәскәр илттек беҙ, егерме өс тапҡыр һуғыштыҡ беҙ, иллеләрҙе илһеҙ иттек беҙ, теҙлеләрҙе сүктерҙек беҙ, башлыларҙы йөгөндөрҙөк беҙ. Төргөш ҡаған үҙ төркөбөҙ (19) булғаны өсөн, шулай була тороп та, беҙгә ҡарата яңылышлығы өсөн ҡағаны үлде, бойороғо (бойороусы вәзире – премьер-министры), бейҙәре лә үлде. Ун уҡлы бөтөн халҡы имгәк (ыҙа) күрҙе. Әсәбеҙ-апабыҙ ҡулында тотҡан [16] ер-һыуы эйәһеҙ булмаһын тип, аҙ һанлыны бөтөн халыҡ итеп яратыусы инсан (20) Барс бей ине. Ҡаған исемен бында уға беҙ бирҙек, уға кесе һеңлемде бирҙек. Үҙе яңылышты – ҡағанлығынан осто (вафат булды), бөтөн халҡы, күндәмдәре (хеҙмәтселәре) ҡол булды. Күгмән ер-һыуы [17] эйәһеҙ ҡалмаһын тип, аҙғын ҡырғыҙ бөтөн халҡы йортона (21) йәнә барҙыҡ беҙ.
Иҫкәртмәләр:

10 Төләс – Талас, хәҙерге Ҡырғыҙстандағы ҡала.

11 Туғыҙ уғыҙ – Күбәләк-Тиләү башҡорттары бабаларының туғыҙ ырыулы ҡәбилә берлеге.

12 Авторҙың үгәй әсәһе Белге Утан Уҡымышлыһы менән атаһы Илтиреш ҡаған берлектә идара итеүенә ишара.

13 Йәшел ыуыҙҙағы – Йәшел йылғалағы, хәҙерге Ҡыуанһыу (Хуанхэ).

14 Шантуң – хәҙерге Пекин янындағы ҡала.

15 Күгмән – Күк Ирәндек (Көньяҡ Ирәндек) тауы.

16 Белге Утан Уҡымышлыһы сығарған ҡанундар буйынса йәшәүсе.

17 Күгмән ер-һыуы – Күк Ирәндек ер-һыуы – Төрки ҡағанаттың ҡағандар тоҡомон башлаусы Әсинә (Үҫәргән) башҡорттарының тыуған төйәге.
Алғары (көнсығыштағы) Ҡыҙырҡан юшығы (үләнлеге) аша уҙып, бөтөнөһө нисәмә көн торҙоҡ беҙ, ни саҡлым юл үттек беҙ! Кирегә (көнбайышҡа) ҡарай Киң Үтәрмәнгә тиклем төрк бөтөн халҡын ана шунса киңлеккә ҡундырҙыҡ (йәйелдерҙек) беҙ, шунса ерҙе ҡулда тоттоҡ беҙ; ул ваҡытта ҡол – ҡоллоғон белмәҫ ине. (22) Шунса ҡаҙанған илебеҙ, ҡануныбыҙ бар ине. Төрк, уғыҙ бейҙәре, бөтөн халҡы ишетегеҙ! Өҫтән Тәңре баҫмаһа, аҫтан Ер теленмәһә, -- төрк халҡы, һинең илеңде, ҡануныңды кем арытты (көсһөҙләндерҙе)?! (23) Үкен! Кирелегең менән игелекле Белге ҡағанға ҡаршы барып, изге илеңә ҡайһындай ҙа яңылышлыҡ, яманлыҡ килтерҙең! Һуғыш яраҡлылар ҡайҙан булһа ла өҫтөңә килдеме, йәнеңде алдымы; һөңгөлөләр ҡайҙан булһа ла өҫтөңә килдеме, бала-сураны алдымы? (Утбағыусыға – ҡытайға хеҙмәт итеп,) изге Үтәкән юшауына (үләнлегенә) (24) барҙың, кирегә (көнбайышҡа) ҡарай барыуға барҙың, барған ерҙә гелән шул ине бит: ҡаның һыуҙай йүгерҙе (аҡты), һөйәгең тауҙай ятты, бейлек ирең-улың ҡол булды, һылыу ҡыҙ, улың күндәм (хеҙмәтсе) булды. Шуларҙы белдерер өсөн, (25) дошманыбыҙ башлығы ҡырғыҙ ҡаған һынлы балбалдар (тораташтар) теҙҙем. Төрк бөтөн халҡының исеме, күсе юҡ булмаһын, тиеп, ҡаңым (атам) ҡағанды, [18] өгәм [19] (үгәй анам) ҡатынды [20] күтәргән Тәңре, ил биргән Тәңре: “Төрк бөтөн халҡының исеме, күсе юҡ булмаһын”, -- тип, мине лә ҡаған итеп ултыртты бит. Аның байып-йәлсегән бөтөнөнә-халҡына ултырманым, эсендә ашһыҙ, тышында тунһыҙ яуыз-яман бөтөндөң-халыҡтың өҫтөнә ултырҙым. Энем Көлитуған менән бергә һөйләштек беҙ: “Ҡаңыбыҙ (атабыҙ) һәм әсәбеҙ ҡаҙанышын юғалтмайыҡ!” -- (27) тиеп. Төрк бөтөн халҡым өсөн төн йоҡламаным, көндөҙ тик ултырманым, энем Көлитуған менән бергә, ике сат (хан нәҫеле) менән бергә оло етешлектәр ҡаҙандым. Шунса ҡаҙанып, хатта бер-ике генә халыҡҡа ла ут-һыу зыяны ҡылманым. Мин (28) барған һәр бөтөн халыҡ үлергә етешеп, йәйәүлеһе, яланғасы яныма килде. “Бөтөнөмдө-халҡымды игелекләйем!” – тип, йырағыраҡ (төньяҡҡараҡ) уғыҙ-бөтөнгә үттем, алғараҡ (көнсығышҡараҡ) ҡатай-көҙән, татабы-татар бөтөндәренә үттем, бирегәрәк (көньяҡҡараҡ) утбағыусыға (ҡытайға) үтеп, егерме ике тапҡыр оло һуғыш (29) кисерҙем. Тәңре ярлыҡаны: ҡотом бар өсөн, өлгөм бар өсөн үлеп барыусы бөтөн халыҡты терелеүсе иттем, яланғас бөтөн халыҡты тунлы иттем, юҡсыл бөтөн халыҡты байыттым, аҙ һанлы бөтөн халыҡты ишәйттем. Уғыры (уйғыр) иллегендәге (30) бөтөн халыҡҡа күп ҡыйралыш килтерҙем, уларҙы яуһыҙ-ғәскәрһеҙ ҡылдым, күбеһе миңә ҡараны (буйһондо), эҫе көсөн бирҙе. Шунса хакимлыҡ ҡаҙанып, энем Көлитуған үҙ үлеме менән гүр эйәһе булды. Атам ҡаған осҡанында (вафат булғанында) энем Көлитуған ете йәштә ҡалғайны. (31) Һомайҙай өгәм (үгәй анам) ҡатын [21] ҡатарында энем Көлитуған ир-ат булды. [22] Егерме алты йәшендә әсәм менән ҡағандың илен, ҡанунын – шунса ҡаҙанышты алға илтешеп, Соғдҡа үтеп кереп һуғыштыҡ беҙ, уны боҙҙоҡ (ҡыйраттыҡ) беҙ, утбағыусының (ҡытайҙың) уң тотоғон (уң флангаһын тотоусы ғәскәрен) баҫтыҡ. (32) Көлитуған йәйәүләп иң алға ташланды, уң тотоҡ башлығының эйәрсенен – ҡоралланып ҡаршы килгәнен тотто, шул ҡораллыны ҡағанға инселәне (бүләк итте). Оло һуғышта аларҙы юҡ ҡылдыҡ беҙ. Энемдең утыҙ бер йәшендә сәсә-сәңкемгә [23] ҡаршы һуғыштыҡ беҙ, иң алға үткән осорҙа буҙы (буҙ аты) (33) үлде.
Иҫкәртмәләр:

18 Илтиреш йәки Төрк Белге ҡағанды.

19 Өгәм – үгәйем, ә был осраҡта “үгәй анам” тигән һүҙ.

20 Белге Утан Уҡымышлыһын.

21 Ҡатын – ҡаған ҡатыны Белге Утан Уҡымышлыһы.

22 Көлитуған батырҙы уның үгәй анаһы Белге Утан Уҡымышлыһы тәрбиәләп ир-ат ҡорона еткергән.

23 Сәсә-сәңкемгә -- Үҫәргән ырыуының Әсә-Бүрегә табыныусы әсә тармағына.
Икенсе тапҡыр Эшбара Ямтарҙың буҙ атын менеп ташланды, ул аты ла үлде. Өсөнсө тапҡыр Йөгөнһөлөк бейҙең ике аҙымлыҡ юрға туры атын менеп уҡталды, ул аты ла үлде. Елгәнендә ярағына (һуғыш кейеменә) йөҙҙәрсә уҡ ҡундыртты, еҙле (еҙ кәпәсле) башына берәүе (34) тейгәнен һеҙ, төрк бейҙәре, ошоно уҡып белерһегеҙ. Ул һуғышсыларҙы анда (шул урында) юҡ ҡылдыҡ беҙ. Анан һуңыраҡ Ер-Байырҡа, Оло-Иркен беҙгә яу (дошман) булды. Аларҙы еңеп, Түрге Йырғын (Байҡал) күлдә боҙҙоҡ (ҡыйраттыҡ) беҙ. Олоғ-Иркен аҙ ғына һанлы ирен (һуғышсыларын) теҙеп ҡаршы барҙы. Көлитуған утыҙ алты йәшендә саҡта ҡырғыҙға үтеп кереп һуғыштыҡ беҙ. Һөңгө бөтөмө (буйы) тәрән ҡарҙы сығып, Күгмән (Күк Ирәндек) юшауҙы (үләнлекте) үткәнсе йөрөп, ҡырғыҙ бөтөн халҡын йоҡлағанында баҫтыҡ беҙ, ҡағаны менән Сөң юшауҙа һуғыштыҡ беҙ. Көлитуған Байырҡының аҡ айғырына (36) менеп иң алға ташланды, бер иргә уғын атты, гүр эйәһе итерлек сәнсте. Ул бәрелештә Байырҡаның аҡ айғырының ботон сыя аттылар. Ҡырғыҙ ҡағанын үлтерҙек беҙ, илен алдыҡ беҙ. Ул йылда То- (37) утоҡҡа Иртыш ыуыҙын (һыуын) кисеп йөрөнөк беҙ, төргөш бөтөн халҡын йоҡоһонда баҫтыҡ беҙ. Төргөш ҡаған һуғышсылары Болсала ут бөрсәһеләй ябырылып килде, һуғыштыҡ беҙ. Көлитуған башҡа буҙатын менеп ташланды, башҡа буҙы к... (38) тотторҙо... икеһен үҙе алдырҙы. Анда йәнә кереп, Төргөш ҡаған бойороғон (бойороусы вәзирен – премьер-министрын), аҙау [24] тотоғоноң (башлығының) элеген (ҡулын – ярҙамсыһын) тотто. Ҡағанын шунда үлтерҙек беҙ, илен алдыҡ беҙ. Ҡара төргөш бөтөн халҡын Табарҙа ҡундырҙыҡ (урынлаштырҙыҡ). (39) Соғдаҡ бөтөн халҡынаса үтәйек, тиеп, Йәнәсәй ыуыҙҙы (һыуҙы) кисеп, Тимерҡапҡаға (Дербентҡа) тиклем һуғышып барҙыҡ беҙ. Шунан һуңыраҡ ҡара төргөш бөтөн халҡы беҙгә яу-дошман булды. Ҡуңырһыуҙы үтеп барҙыҡ. Беҙҙең һуғышсыларҙың аты отороҡ (арыҡ), аҙығы юҡ ине. Яман кеше ир (40) алып-батырҙары беҙгә ташланды. Шундай мәлгә үкенеп, Көлитуғандың аҙ һанлы ирен (яугирҙәрен) алдан йөрөтә инек беҙ. Оло һуғышта һуғышты ул. Алып-батыр Шалсының аҡ атын менеп ташланды, ҡара төргөш бөтөн халҡын шунда үлтерҙе, алды. Йәнә йөрөп, (41) ...менән, Ҡошсо [25] тотоғо (башлығы) менән һуғышты, яугирҙәрен күп үлтерҙе, улъя-әйберен барыһын да күп килтерҙе -- Көлитуғандың утыҙ ете йәшендә ине. Ҡарлуҡ бөтөн халҡы орола-бәрелә дыуамалланып беҙгә яу-дошман булды, Изге Тамаҡ (Иҙелтамаҡ?) һыуы башында һуғыштыҡ беҙ. (42) ...Көлитуған ул һуғышта утыҙ йәш йөрөр ине, алып-батыр Шалсы атын менеп иң алға ташланды, ике яугиргә үтәләй сәнсте. Ҡарлуҡтарҙы үлтерҙек беҙ, алдыҡ беҙ. Аҙау бөтөн халҡы беҙгә яу-дошман булды, Ҡара күлдә [26] һуғыштыҡ беҙ, Көлитуғанға ҡырҡ бер йәш йөрөр ине; алып-батыр Шалсы ағын (аҡ атын) (43) менеп... иң алға ташланды, аҙау илтабарын тотто, аҙау бөтөн халҡы шунда юҡ булды. Әсәм һәм ҡаған иле ҡумшыҡ (йомшаҡ) булғанында, бөтөн халҡы игелекле булғанында әсәгел [27] бөтөн халҡы менән һуғыштыҡ беҙ. Көлитуған алып-батыр Шалсы ағын (аҡ атын) менеп (44) иң ал...ды, ул атынан төштө... Әсәгел (Үҫәргән-Болғар) ... үлде. Туғыҙ уғыҙ бөтөн халҡы кәнде [28] бөтөнөм-халҡым ине; Тәңре, Ер болғанғаны өсөн, беҙгә яу-дошман булды. Бер йылда биш юлы (тапҡыр) һуғыштыҡ беҙ. Иң элек Туҡ-болаҡта [29] һуғыштыҡ беҙ.(45) Көлитуған аҙау менгеһен менеп иң алға ташланды, алты яугиргә сәнсте, шул бәрелешендә етенсе яугирҙе ҡылысланы. Үҙ ҡышлағында даз (тажик) менән һуғыштыҡ беҙ, Көлитуған аҙау көрәнен менеп, иң алға ташланып, бер яугиргә сәнсте, (46) туғыҙ ирҙе өйөрөп туҡманы, тажик бөтөн халҡы шунда үлде. Өсөнсө юлы Бол...нда уғыҙ менән һуғыштыҡ беҙ. Көлитуған аҙау менгеһен менеп ташланды, сәнсте. Һуғышсыларын сәнстек беҙ, илен алдыҡ беҙ. Дүртенсе юлы Сош йылғаһы башында һуғыштыҡ беҙ. Төрк (47) бөтөн халҡының аяғы ҡаймылышты, ямаҡ булды...ине. Шул саҡ килгән дошман һуғышсыларын Көлитуған ығытып (ҡыуып), Төңрә [30] тигән бер ырыуҙың алып-батырын, ун яугирен, шулар Тоңатуғанды йыйғандарында (ерләгәндәрендә) өйөрөп үлтерҙек беҙ. Бишенсе юлы Эҙгәнте Ҡадаҙҙа уғыҙ менән һуғыштыҡ беҙ. Көлитуған (48) аҙау көрәнен менеп ташланды, ике яугиргә сәнсте, ҡәлғәгә ебәрмәне, ул дошман һуғышсылары шунда үлде. Мағы Ҡорғанда [31] ҡышлап, яҙында уғыҙға ҡарай һуғышҡа сыҡтыҡ беҙ.
Иҫкәртмәләр:

24 Аҙау башҡорттарының һәм ҡаҙаҡтарының бабалары.

25 Ҡошсо – башҡорттоң Ҡошсо ырыуы.

26 Ҡара күлдә -- Ҡара диңгеҙ янында.

27 Әсәгел (Әсәрген) – башҡорттоң Үҫәргән ҡәбиләһенең көнбайыш тармағы -- болғарҙар.

28 Кәнде – үҙ.

29 Туҡ-болаҡ – хәҙерге Ырымбур өлкәһендәге Туҡ йылғаһы.

30 Төңрә -- Таңғауыр башҡорт ырыуы.

31 Мағы (Могучий) Ҡорған – Урта Азиялағы хәҙерге Кәттә Ҡорған ҡалаһы.
Көлитуған бей башлығында ыҡтыҡ (киттек) беҙ. Уғыҙ яуы урҙаны баҫты. Көлитуған (49) маҡтаулы үҙ ағын (аҡ атын) менеп, туғыҙ яугирен сәнсте, урҙаны бирмәне. Өгәм (үгәй анам) ҡатын, ололарым, улдарым, өкәләрем (икәтәйҙәрем), килендәрем, ҡанбабаларым, барсағыҙ ҙа – тереләрегеҙ – ул дошмандарға күндәм-хеҙмәтсе булыр инегеҙ, үлеләрегеҙ йортта, юлда аунап ятып ҡалыр инегеҙ – (50) Көлитуған юҡ ине булһа (булмаһа), күп үләсәк инегеҙ. Энем Көлитуған гүр эйәһе булды. Үҙем һағындым-һыҡтандым, күрер күҙем күрмәҫтәй булды, белегем (аңым) белмәҫтәй булды, үҙем һағындым-һыҡтандым. Үтәһен (ғүмер ахырын) Тәңре яҫар, кеше улдары күп үлгеләп торор. (51) Шундай ҙа һағындым-һағышландым, күҙгә йәш килер ине лә күңелгә һағыш килер ине лә яңынан уғата ҡаты һағындым-һыҡтандым, ҡаты һағындым-һыҡтандым. Ике саттың (хан нәҫеленең) – энеләремдең, улдарымдың, бейҙәремдең, бөтөн халҡымдың илауҙан күҙе-ҡашы ямаҡ булды бит, тип һыҡтандым. Юҡһынып һыҡтауға (йола үтәүгә) ҡатай-көҙән, татабы (татар) халыҡтары башлығы булып (52) Уҙыр-сәнкем килде. Утбағыусы (ҡытай) ҡағандан Ысйы Ослоғо килде, ун бер меңлек алтын-көмөш үлентеге килтерҙе. Тибет ҡағанынан Билән килде. Ҡырый (алыҫ) көнбатыштағы, Соғдтың барса ҡорондағы, Бохара ылыҫындағы бөтөн халыҡтарҙан Анаң-сәнкем, Уғыл-тархан килде. (53) Ун Уҡтан [32] -- улым, Төргөш ҡағандан – Маҡрас тамғасы, уғыҙҙан – Белге тамғасы килде. Ҡырғыҙ ҡағандан – Тордош Инаныс Сор килде. Бурау итеүсе (бина бураусы), биҙәкле һуңғы йортона яҙыулы таш итеүсе (яһаусы) – утбағыусы (ҡытай) ҡағандың сығаны (ике туған ҡустыһы) Саң-сәңкем [33] килде.
Иҫкәртмәләр:

32 Ун уҡ – 635 йылда Көнбайыш Төрки ғағанат ҡағаны Эшбара ҡулынан “автономия” хоҡуғы алған үҫәргәндәр. Б.э. тиклем 105 йылда хәҙерге Башҡортостандың Таштуғай төбәгендә төйәкләнмеш Әлми хандың башҡа сығарылған ике улы Дала һәм Насипбай кешеләренән дауамланған ҡуш ҡәбилә тармаҡтары һәр береһе бишәр ырыу тәшкил итеп (Үҫәргән ырыуы әлегәсә биш аранан хасил), йәмғеһе ун булғанлыҡтан, унауына ла үҙ ҡәбилә башлығы сат (шад) һайлап ҡуйыу хоҡуғының билдәһе – ун уҡ тапшырылғанлыҡтан, улар “ун уҡ” берлеге тип йөрөтөлгән.

33 Ҡытай императоры булып башҡорт ултырғанлығына бер дәлил.
Көлитуған ҡуй йылында беренсе айҙың егерме етеһендә осто (вафат булды), туғыҙынсы айҙың утыҙында яҡ (таш битен) ырҙырттыҡ беҙ. Бураһын, биҙәген, яҙыулы ташын мәсен йылдың етенсе айының утыҙында күмәкләп ололаныҡ беҙ. Көлитуған үлгәндә ҡырҡ артығы ете (ҡырҡ ете) йәшендә булды. Ташсыларҙы, барса биҙәкселәрҙе Тойғон Илтабар килтерҙе.

Оло Яҙыу тексы тамам
2. КЕСЕ ЯҘЫУ
(1) Белге [34] Утан [35] (ҡытай тәхетендә танғауыр-үҫәргән башҡорттары ултырған Тан дәүләте) Уҡымышлыһы тигән ләҡәпле мин үҙем утбағыусы [36] илендә ҡылындым (белем алдым), төрк [37] бөтөн халҡы ул саҡтарҙа утбағыусыға ҡарар (буйһонор) ине. (2) Төрк бөтөн халҡы ҡанун белмәй ине, утбағыусыла (Утан-Тан дәүләтендә) терелде, ханланды. Ханына уҡ атып, утбағыусыға йәнә ышыҡланды (буйһондо), Тәңре шул саҡ әйтте: “Көн бирҙем, (3) ләкин ханыңа уҡ атып ышыҡланыуың (ҡытайға буйһоноуың) өсөн Тәңре һине үле итер”. Төрк бөтөн халҡына үләт алҡынды, ул юҡ булды, төрк сыр [38] бөтөн халҡы ерендә (4) береһе лә ҡалманы, ыҙалы эштә (ҡытай иҙеүендә) ҡалғаны ҡубарылып, ете йөҙ һуғышсы булды, ике өлөшө атлы ине, бер өлөшө йәйәүле ине. Ете йөҙ кеше (5) ине ул мәлдә: олоһо шад [39] ине, ул “йыйылығыҙ!” тине, йыйыусыһы мин инем – Белге Утан Уҡымышлыһы. Уға ҡаған ымы [40] ҡушайым, тинем, һығындым (уйландым): “Отороҡ (арыҡ) буғаны (һыйыр малын), һимеҙ буғаны бер ҡарауҙан (6) белерҙәр: “һимеҙ буға”, “арыҡ буға” тиеп; ә был белмәй имеш, тиеп, шунса уйландым. [41] Шундай кисерештә Тәңре белем биргәне өсөн тәүәккәлләнеп, үҙем үк уға ҡаған тип ҡуштым, Белге Утан Уҡымышлыһы – буйлы (нәҫелле) буға-тархан менән (йәғни минең менән) (7) берлектә эш итеүсе Илтиреш [42] ҡаған бул, тинем. Барҙыҡ (һөжүм иттек) утбағыусыға (ҡытайға); һуңынан ҡытанға (киданьгә йәни ҡатай-көҙәнгә); йөрөнөк уғыҙға, ул кешеләрҙе үлтерҙек. Ҡағандың белгесе, кәңәшсеһе мин инем. Соғай ҡоҙоғонда, Ҡараҡомда ултырыр (йәшәр) инек беҙ. (8) Кейек ейеп (ашап), ҡуян ейеп ултырыр (йәшәр) инек беҙ. Бөтөн халыҡ боғаҙы туҡ ине, тирә-яғыбыҙ асыға ине, беҙ һау инек. Шул саҡ ултыраҡлы уғыҙҙан төндә күрегебеҙ (күҙәтсебеҙ) ҡайтып килде. (9) Күрег (күҙәтсе) һөйләне: туғыҙ уғыҙ [43] бөтөн халҡынан өҫтә ҡаған ултырыр, утбағыусы (ҡытай) ҡоро беҙгә ҡаршы уғын, һөңгөһөн тоҫҡаған, тип әйтте; ҡытан (ҡатай-көҙән) ҡороноң Тәңреһе – маг, тип әйтте; уның (уғыҙ ҡағандың) һүҙен дә әйтте: “Аҙ ғына һанлы төрк бөтөн халҡы йөрөйҙөр имеш, ҡағаны алып-батыр имеш, яусыһы (ғәскәр башлығы) Белге (Утан Уҡымышлыһы) имеш; шул ике кеше етәкләп алып барған сыр [44] (Үҫәргән) халҡы һине – утбағыусыны үлтерәсәк, тинем; һуңыраҡ ҡытанды (ҡатай-көҙәнде) үлтерәсәк, тинем; мине – уғыҙҙы (11) үлтерәсәк, тинем; утбағыусы (ҡытай) – биренән-яндан, ҡытан (ҡатай-көҙән) – уңдан яндан, мин – ошо ерҙән ябырылып ҡамайыҡ; төрк сыр (төрк Үҫәргән) бөтөн халҡы ер йөҙөндә ыҙалап йөрөмәһен беҙҙе: уҡ осороп ҡыҫымлайыҡ! – (12) тинем”. Шул һабаҡты (хәбәрҙе) ишетеп, төн оҙоно йоҡом килмәне, көндөҙ алыр йоҡом килмәне. Шунда ултырып ҡағанымдан үтендем, ошолай үтендем: “Утбағыусы (ҡытай), уғыҙ, ҡытан (ҡатай-көҙән) – был өсәү ҡауышыр 13) булһа, беҙ Уҙансы Ташын ҡулыбыҙҙа тота алмаҫбыҙ; Яйыҡ арҡылы Тубылғылы (Тобол) осона уҙырбыҙ, Йәнәсәй арҡылы Уҙғалы осто уҙа килә Яйыҡҡаса ҡалын (көр) булырлыҡ, тупланырлыҡ алып-батырҙарбыҙ ҙаһа; Йәнәсәй яғынаса булышырлыҡ уҙғалыҡлы (йөрөмтәл) алыптарбыҙ ҙаһа! Һуңыраҡ ҡытанға (ҡатай-көҙәнгә) барып, утбағыусыла (ҡытайҙа) ҡор өйө (баш ҡала) ҡорайыҡ та йөрөйөк уғыҙға. Ике-өс мең һум үҙ ҡалтасыбыҙҙа (финансисыбыҙҙа) бар бына”. Ана шулай үтендем. (15) Ҡағаным, мин үҙем, Белге Утан Уҡымышлыһы, үтендек Тәңрегә, үтенесемде ишетә бирҙе (тыңланы), күңелең теләгәнсә ут кисеп уҙ, тине. Күк Үңгә, Юғары Үтәгән [45] яҫыһынаса ут кисеп уҙҙым, Ингәк Ҡалҡан [46] таулыла уғыҙ ҡаршы килде – (16) һуғышсыһы өс мең ир имеш. Ике мең инек беҙ, һуғыштыҡ беҙ. Тәңре ярлыҡаны – еңдек беҙ, тегеләр йылғаға төштө (батты). Еңеүле юлда йәнә үлтерештек: анда үлтерергә уғыҙ уҡсылары килде (17) Килертамаҡҡа – төрк бөтөн халҡы өҫтөнә, Үтәгән ергә. Мин үҙем, Белге Утан Уҡымышлыһы, Үтәгән ергә ҡунған (туҡталған) икән тип ишетеп, эргәмә бар яҡтың бөтөн халҡы – уғыр яғы, йыраҡ яғы, уңғар яғы – бөтөн халҡы килде. (18) Ике мең инек беҙ – беҙ ике су [47] (ғәскәр) булдыҡ. Төрк бөтөн халҡы ултыраҡланған, төрк ҡаған ултырған Сынтоң ҡаланан Атулай [48] ыуыҙғаса (һыуынаса) барып етеү әмәле юҡ имеш. Ҡағанымдан үтенеп су (ғәскәр) илттем, (19) Сынтоң ҡаланан Атулай ыуыҙға еткерҙем, утыҙ өс ҡаланы сыйҙым (емерҙем). Осын мең тотоғо (башлығы) йортонда ете улы тора ине. Утбағыусы (ҡытай) ҡағаны – яуыбыҙ (дошманыбыҙ) ине. Ун уҡ [49] ҡағаны – яуыбыҙ (дошманыбыҙ) ине.


Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет