Йыһат Солтанов



жүктеу 0.59 Mb.
бет4/4
Дата07.05.2019
өлшемі0.59 Mb.
1   2   3   4
Иҫкәртмәләр:

34 Белге – белгес, белекле, белемле зат тигән маҡтаулы ләҡәп.

35 Утан (Тан) – утлы ҡоралға эйә дәүләт мәғәнәһендә; заманында сяньби-үҫәргән башҡорттары яулап алып төҙөгән һәм хаҡимлыҡ иткән Ҡытай империяһы (618 – 907 йй.). Был дәүләттә беренсе башлап “утлы уҡ” тигән ҡорал һуғышта киң ҡулланыла: “Термин “хо цзянь” интерпретировать нетрудно – это “огневая”, или зажигательная стрела, применение которой, вероятно, столь же древнее, сколь и появление лучного оружия. В китайской военной истории немало примеров огневого нападения с помощью зажигательных стрел... В период Тан (беҙҙеңсә, Утан. – Й.С.) к древку стрелы привязывали керамический сосуд... с горячим составом, продевая привязь через два отверстия в наконечнике стрелы”.(С.А. Школяр. Китайская доогнестрельная артиллерия. М., 1980, стр. 165). Бының график һыҙылышын бәғзе авторҙар “т” тип ҡыҫҡартып уҡыған ырын-хәрефтә (өҫкө мөйөшө уҡ менән осланған ромб) күрәбеҙ һәм ул минең тарафтан, һуҙынҡыһы менән ҡуша тулы килеш, “ут” тип күсерелә. Ә ул ырын-хәрефтең һәм шундай уҡ хәлдәге уҡ-һүрәт ырынын текстағы ҡайһы урында тулы килеш “ут” һәм “уҡ” тип, ә ҡайҙа “т” һәм “ҡ” тип кенә уҡыу ҡағиҙәһен аныҡ тикшереп билдәләү – үҙе айырым бер бурыс.

36 Утбағыусы (бәғзеләр “табғач” тип уҡый) – Утан (Тан) иле императоры.

37 Төрк – Тороҡ (Тора) тау хоҙайы Тәңрегә (мифик Имир тәүбаба фаллосына) табыныусы башҡорттар, улар менән 922 йылда Башҡортостан тупрағында ғәрәп илсеһе Ибн-Фаҙлан да осрашҡан.

38 Сыр (сир, сәр, үсәр, үсәрҡан) – көнбайыш Үҫәргән ҡәбиләһе, бөгөнгө Сырдаръя йылғаһы шулар исемен һаҡлай.

39 Шад (шата, сата) – хан нәҫеле, мырҙа (принц).

40 Ымы (имя) – исеме.

41 Ҡаған үлтерелгәс, уның урынына ҡалырға тейешле улының тәжрибәһеҙлеген уйлап һағышлана.

42 Илтиреш – ил тиреүсе (йыйыусы), дәүләт төҙөүсе.

43 Туғыҙ уғыҙ – туғыҙ ырыулы Күбәләк-Тиләү башҡорт ҡәбиләһе берләшмәһе.

44 Сыр – Үҫәргән халҡы Төрки Ҡағанат дәүләтенең нигеҙен тәшкил итеүенә тура ишара.

45 Үтәгән -- хәҙерге Силәбе өлкәһендә тороп ҡалған Арҡайым ҡорамы янындағы йылға.

46 Башҡортостан Республикаһының Усалы районындағы Ҡалҡан-тау.

47 Сү (сүб, сүбәй, сыбай, һыбай) – атлы ғәскәр.

48 Атулай ыуыҙғаса – Әтиләй (Иҙел) һыуынаса..

49 Ун уҡ – Көнбайыш төрки ҡағанатта (Урта Азияла) Үҫәргән башҡорттарының автономиялы ун ара берләшмәһе.
(20) Арытабан ҡырғыҙ Көслөк ҡаған яуыбыҙ (дошманыбыҙ) булды. Ул өс ҡаған өйөлөшөп (берләшеп), Алтын яҫыла беҙҙе хәбес (әсир) итеп алырға һүҙ ҡуйышҡандар – шулай уйлашҡандар. Һуңыраҡ төрк ҡаған ҡорона (йәғни беҙгә ҡаршы) су (ғәскәр) илттеләр. “Әгәр су-ғәскәре үлмәһә, ҡасан да әрсер ул беҙҙе: ҡағаны алып-батыр имеш, яусыһы (яу башлығы) Белге имеш – йоҡлап ҡалһаң әрсер үлтергәнсе. Өсөбөҙ ҡауышып (берләшеп), су (ғәскәр) алып, аны юҡ иткәнсе ҡыҫайыҡ!” – тигәндәр. Түргеш ҡаған ошолай тигән: “Минең бөтөн халҡым анда йөрөр, -- тигән. – (22) Төрк бөтөн халҡы өйөмә болғаныс ул”, -- тигән. Уғыҙ: “Өйөмә ытырғаныс ул”, -- тигән. Шул һүҙҙәрен ишетеп, төн буйына күҙемә йоҡо килмәне, көндөҙ алыр йоҡом килмәне – шундай борсолдом-һағышландым...(23) ...ә су (ғәскәр) алайыҡ... тинем. Ҡағанымдың: “Күгебеҙ (Тәңребеҙ) юлынан барырбыҙ, үтербеҙ”, -- тигәнен ишетеп: -- “Был юлдан йөрөргә ярамаҫ”, -- тинем... ерсе (юл күрһәтеүсе) табырға теләнем, ахыры үҙем сүлгиҙәре (сәфәр башлығы) булдым. “Эҙәрмәнлек... аны беләм... имеш, алдыбыҙҙа бер ултыраҡлы ер имеш, юл шунан бармыш. Аңарға (шунда) етеп, анда бер утлыҡ (үләнлек) бар имеш, -- тинем. – Ул юлдан йөрөү зерә йонсотҡос”, -- тинем, уйландым. Ҡағаныбыҙға (25) үтендем, су (ғәскәр) йөрөтөү үтенесемде үтәлдерт, тинем. Аҡтирмәлегәсә арҡылы үттем, ут-үләнлектән уҙып, мин туры ҡараға (ҡырлаға) сыҡтым. Юғары Үтәйҙә ятҡан ағасҡа тотона-тотона ырғылдырттым ғәскәрҙе. Һуңыраҡ ҡырланан (26) йүгерә-тәгәрәй барып остоҡ беҙ, яулыға (һуғышҡа) индек беҙ; көн-төн йәнгә үткес ут-уҡ бәреп барҙыҡ беҙ; ерсе (юл күрһәтеүсе) ерен яңылыштырып боғаҙланды (боғаҙынан һуйылды). Моңло (күктәге әруах) ҡаған: “Елегеҙ көр!” – тине. (27) Аны-һыуға (Амударъяға) барғаныбыҙҙа ул һыуыҡ ине. Барҙыҡ беҙ. Һанар өсөн ғәскәрҙе аттан төшөрҙөк беҙ, аттарҙы ышыҡҡа ҡуйырға бойорҙоҡ беҙ. Көнме, төнме – елеп барҙыҡ беҙ, ҡырғыҙҙы йоҡлағанында баҫтыҡ беҙ. (28) Һөңгөләп юл астыҡ беҙ, ханы, һуғышсылары эркелде, һуғыштыҡ беҙ, сәнстек беҙ, ханын үлтерҙек беҙ. Ҡағанға ҡырғыҙ бөтөн халҡы сүкте, йөгөндө -- еңдек беҙ. Күгмән яҫыһына барҙыҡ беҙ, (29) ҡырғыҙҙы еңдек беҙ. Түргеш ҡағандан күрег (күҙәтсе-темеҫкен) килде, һүҙе шундай: “Уңдан ҡаған ҡорона су (ғәскәр) йөрөтәм, -- тигән. – Йөрөтмәһәк, беҙҙе... ҡағаны алып-батыр имеш, яусыһы (яу башлығы) Белге (Утан Уҡымышлыһы) имеш. Ҡасһаҡ әгәр (30) беҙҙе үлтерәсәк”, -- тигән. Түргеш ҡағаны юл үтергә сыҡты, тине; Ун уҡ бөтөн халҡы көллөһө лә юл үтергә сыҡты, тине; утбағыусы (ҡытай) ғәскәре лә шунда бар имеш. Ул һабаҡты (һамаҡты йәки һүҙҙе) ишетеп, ҡағаным: “Мин өй ҡырына ҡайтайым”, -- тине. Ҡатыны вафат булған икән – аны йоҡлатайым (ерләйем), тине. Ә һин су (ғәскәр) менән барың, тине. Алтын яҫыла ултырың (туҡтал), тине. Дошмандың су (ғәскәр) башы булып Инәл ҡағандың Утордос исемле саты (хан нәҫеле) баралыр, тине. Белге Утан Уҡымышлыһына – миңә әйтте, (32) был ғәскәрҙе илт, тине. Ҡыйна (туҡма) күңелең ҡанғанса, мин һиңә башҡаса ни әйтәйем, тине. Килһә ирҙәр – ҡор йыйылыр, килмәһә ирҙәр – телле-һабаҡлы (мәғлүмәтле) булып ултыр, тине. Алтын яҫыла ултырҙыҡ беҙ. (33) Өс күрег (күҙәтсе) килде, һүҙҙәре бер: “Тегеләрҙең ҡағаны ғәскәре менән юл үтә сыҡты; Ун уҡ ғәскәре көллөһө лә юл үтә сыҡты”, -- тинеләр. “Ярыш яҫыла йыйылайыҡ”, -- тигәндәр. Шул хәбәрҙе ишетеп, ҡаған ҡырына шул хәбәрҙе еткерҙем, “ҡалайтайым?” тип һораным. Яуабы йәнә (34) килде: “Шул урыныңда нығын, -- тигән. – Шәп атлы ҡорҙо алға үткәртеп ырғыл, үҙеңде баҫтыртма”, -- тигән. Бөйөк ҡаған миңә шулай тип әйткән. (Миңә ҡарата -- ) апаһы тархан [50] ҡырына ҡарата серле һүҙ әйткән: “Белге Утан Уҡымышлыһы зирәк ул, үҙе аңлар ул: (35) су-ғәскәр йөрөтмә (һөжүм итмә), тиеүсене өнәмәҫ”. Шул һүҙен ишетеп, су-ғәскәр йөрөттөм Алтын яҫынан. Юлһыҙ – юл астым Иртыш ыуыҙғаса, кисеүһеҙ – аны кистек беҙ, төн киттек беҙ, таңында тура Балсыҡҡа еттек беҙ. (36) Тел (әсир) килтерелде, һүҙе ошондай: “Ярыш яҫыла ун төмән (йөҙ мең) су-ғәскәр тора”, -- тине. Шул һүҙҙе ишетеп бейҙәр күбенеһе (37) йыйналып: “Ырғып үтәйек” (тиҙерәк ҡасайыҡ), -- тине. Мин иһә әйттем: “Мин – Белге Утан Уҡымышлыһы! Алтын яҫыһы аша килдек беҙ, Иртыш ыуыҙҙы (38) кисеп килдек беҙ, ҡурҡыныстан янтайып ҡалмаҫ алып-батырҙар!” – тинем, әммә тойманылар. “Тәңре, Һомай, изге Ер-Һыу “барып баҫ!” тигәнендә ниңә туҙрарбыҙ?! (39) Ул көслө, тиеп, ниңә ҡурҡырбыҙ?! Аҙбыҙ, тиеп, ниңә башымды алып ҡасайым?!” – тинем. Һәм дошманды төйҙөк беҙ, туҙҙырҙыҡ беҙ. Икенсе көн килде, (40) үрттәй ҡыҙып килде. Һуғыштыҡ беҙ. Беҙҙекенән улар ике тапҡырға артыҡ ине. Тәңре ярлыҡағаны өсөн көскә тейендек беҙ, (41) ҡурҡманыҡ беҙ, һуғыштыҡ беҙ. Дошман яҡта Утордос сатыры ауҙы, ҡалғандарын да ҡыйҙыҡ беҙ, ҡағанын тоттоҡ беҙ, ябағаһын (ябайҙарын), сатын (Утордосты) (42) шунда үлтерҙек, илле сәрҙе (ғәскәр башлығын) тоттоҡ беҙ, шул уҡ төндә бөтөн халҡын һуйҙыҡ беҙ. Шул хәбәрҙе ишетеп, Ун уҡ бейҙәре күп (43) килде, йөгөндө (тубыҡланып бил бөктө). Килгән бейҙәрен, бөтөн халҡын тотоп йыйнағанда күпмелер халҡы ҡасҡайны. Ун уҡ ғәскәрен һуғышҡа илттем. (44) Беҙ йәнә ғәскәр илттек, Анды артылдыҡ беҙ, Йәнәсәй ыуыҙҙы кисеп, Тынсы улы яғына – Бәңлегек тауға... (45) Тимерҡапҡаға (Дербентҡа) тиклем барҙыҡ беҙ, анда йәнә торҙоҡ беҙ. Ынал ҡағанға... тажик тоғроһон (тажикка буйһонғандарҙы)... (46) андағы ерҙәге һыу башлығы, Соғдаҡ бөтөн халҡы күп килде. Ул көндә етте төрк бөтөн халҡы Тимерҡапҡаға. (47) Тынсы улы ятағындағы тауға еткәйнек, ул үҙе юҡ имеш. Ул ергә мин, Белге Утан Уҡымышлыһы, ғәскәремде еткергәстен, (48) һары алтын, затлы көмөш, ҡыҙы-ҡырҡыны мәшәҡәтһеҙ ағылып килер ине. Илтиреш ҡаған, мин Белгеһе бар өсөн, (49) алып-батырҙары бар өсөн утбағыусыға (ҡытайға) ҡаршы егерме ете тапҡыр һуғышты, ҡыутанға (ҡатай-көҙәнгә) ҡаршы ете тапҡыр һуғышты, уғыҙға ҡаршы биш тапҡыр һуғышты, анда яусы (яу башлығы) булып (50) йәнә мин барҙым – яусыһы (яу башлығы) һәр саҡ мин инем. Илтиреш ҡағанға (бөтөн) төрк бағынғанға күрә, (уға) Төрк Белге ҡ [51]... (51) Ҡапаған ҡаған ...төн үтмәне, (52) көн тыуып өлгөрмәне – ҡыҙыл ҡаным түгелде, ҡара тирем йүгерҙе. Эҫе көсөмдө бирҙем ки мин үҙем оҙон юлымда. Йәнә үттем ки (53) Арҡой [52]. Оло ҡырла [53]үттем, боҫонғома (боҫоноу урыныма) йәйәүләп килер инем. Ҡаған менән су-ғәскәр илттек беҙ. Тәңре ярлыҡаны – (54) был төрк бөтөн халҡына яраҡлыҡ (көплө-ҡораллы дошман яуын) килтертмәнем, бөлгөнлөк утын йүгертмәнем. Илтиреш ҡаған ҡаҙанмаһа әгәр, (55) ошо мин үҙем ҡаҙанмаһам әгәр... илемә, бөтөн халҡыма йоҡ арттырыусан ҡаҙаныштарым өсөн, ошо үҙемдең ҡаҙаныштарым өсөн олоғ булдым. Анаң-Ерҙәге ҡағанлыҡҡа, бөтөн халыҡҡа, (56) илемә -- ил булды, бөтөн халҡыма бөтөнлөк булды, үҙем ҡары (ил инәһе) булдым, олоғ булдым. Анаң-Ерҙәге ҡағанлыҡтың бөтөн халыҡҡа ҡарата (57) мөнтөгө (етешһеҙлеге) бар иһә (булһа), моңһоҙо бар булып артасаҡ имеш. (58) Төрк Белге [54] ҡаған иленә был ядкәрҙе яҙҙыртым мин – Белге Утан Уҡымышлыһы.
Иҫкәртмәләр:

50 Апаһы тархан – ҡағандың апаһы (ҡатын-ҡыҙ) тархан, йәғни Белге Утан Уҡымышлыһы үҙе – ҡағандың ошо ике туған апаһы.

51 “Төрк Белге ҡаған ләҡәбен бирҙем” булһа кәрәк.

52 Арҡайым булһа кәрәк.

53 Урал тауҙары булһа кәрәк.

54 Төрк Белге – Илтиреш ҡағандың һуңғы ләҡәбе.
(59) Илтиреш ҡаған ҡаҙанмаһа, юҡ ине артыр сара; мин үҙем, Белге Утан Уҡымышлыһы ҡаҙанмаһам, минһеҙ юҡ ине артыр сара -- (60) Ҡапаған ҡағандың төрк-сыр (Үҫәргән) бөтөн халҡы ерендә бөтәйеү, бөтөнәйеү (халыҡ булып уҡмашыу), кешеләнеү (кеше һаны ишәйеү) сараһы юҡ, артыш (артыу) юҡ ине. (61) Илтиреш ҡаған, Белге Утан Уҡымышлыһы бергәләп ҡаҙанғаныбыҙ өсөн Ҡапаған ҡағандың төрк-сыр (Үҫәргән) бөтөн халҡы ер йөҙөндә йөрөйҙөр (йәшәйҙер). (62) Төрк Белге ҡаған төрк-сыр (Үҫәргән) бөтөн халҡына, уғыҙ бөтөн халҡына игелекле булып ултырҙы тәхеттә.

Кесе Яҙыу тексы тамам

Был изге текстарҙы, оҙаҡҡа һуҙмайынса, мәктәп дәреслектәренә индерергә, тарихыбыҙҙы тулыраҡ өйрәтеү өсөн файҙаланырға кәрәк.

Ошо башҡортомдоҡолай героик-тетрәткес тарихлы башҡа һис бер халыҡты ла белмәйем! Ғәзиз бабаларыбыҙҙың көсөргәнешле, данлы тормошон сағылдырған эпик роман һәм поэмалар, трагедиялар ҡасан яҙылыр, кинодрамалар ҡасан экрандарҙы шаңғыртыр? Уянырбыҙмы ҡасан?!.

05.10.2011

Султанов Зигат Адигамович

СЕЛЕНГИНСКИЕ РУНЫ



Уфа – 2012, репринт, тираж 30 экз.





Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4


©kzref.org 2017
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет