Шљжљрљ- быуындар сылбыры



жүктеу 90.99 Kb.
Дата10.05.2019
өлшемі90.99 Kb.



Шәжәрә-

быуындар сылбыры
8б синыфы уҡыусыларының

проект эштәре

Уҡытыусы:Сәләхова Нурия

Фәнәүис ҡыҙы


Иҫке Ҡорос урта мәктәбе

Март 2009

Маҡсат:

Уҡыусыларҙа ғөрөф- ғәҙәттәргә, ғаилә традицияларына,

йәдҡәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу:

Эҙләнеү-тикшеренеү эшенең һөҙөмтәһе булараҡ, проектты тәҡдим итергә өйрәтеү:

Үҙ фекереңде, эшеңде күрһәтә, дәлилләй, яҡлай белеү:

Уҡыусыларҙың ижади үҫеше өсөн шарттар булдырып, уҡыу хеҙмәтенә ыңғай ҡараш,әбей- бабайға,атай-әсәйгә ихтирам, хөрмәт, яратыу хисе тәрбиәләү:

Ғаиләләрҙе бергә туплау,ата-әсә менән балаларҙың берҙәмлеккә ынтылыу теләген нығытыу:

Йыһазландырыу:

Шәжәрә ағастары, ғаилә газеталары, фотогазета,

проект эштәре, слайдтар, иншалар, әйтемдәр,

мәҡәлдәр



Шәжәрә- быуындар сылбыры.

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, һаумыһығыҙ!

Һеҙҙе Һағынып ҡайтты күпме туғанығыҙ?!

Күҙ алдына килә барса уҙғанығыҙ,

Уҙғаныбыҙ,туңғаныбыҙ, уңғаныбыҙ.

Ер ҡәҙерен белгән атай-олатайҙар.

Ер арҡыры сыҡҡанда ла бола-дауҙар,

Мөҡәддәс зат күреп ерҙе һаҡлағандар ,

Улдарына аманатҡа бағлағандар.

Усаҡ янһын, сәй ҡайнаһын һәр бер көндә,

Бала тыуһын, бәхет тулһын һәр бер өйгә.

Тыуған яҡты, ауылдаштар,онотмайыҡ!

Йөрәктәрҙең уттарын беҙ һыуытмайыҡ!

«Һаумыһығыҙ!»- тип әйтергә бер-беребеҙгә,

Ауылдаштар,яҙһын гел дә, яҙһын гелдә.

(Ҡәҙим Аралбай)

Оло байрам бөгөн беҙҙә,

Ырыуҙаштар йыйыла.

Ата-бабалар мираҫы-

Шәжәрә байрамына.

Ырыу ағасы ҡоромаҫ.

Беҙ, йәштәр, барҙа ғына.

Рәхим итегеҙ, туғандар,

Шәжәрә байрамына!

Һәр беребеҙҙең тормош ығы-зығыһында ҡайһы ваҡыт туҡтап тораһы һәм кешелекте көслө һәм ныҡлы итеүсе ҡиммәттәр тураһында уйлаһы килә. Шәжәрә-нәҫел байрамы ул.Үҙеңдең ғаилә тамырҙарыңа яңыса ҡарарға,еребеҙҙә күп булған тарихи ваҡиғаларҙы яңыса бәйәләргә мәжбүр итеүсе байрам.

“ Шәжәрә” К.Аралбай.

Ата-бабам эҙен юллап, сумам тарихтарға,

Ырыу ҡаны тарта мине төрлө тарафтарҙан.

Һәр исеме-телле,түлле,ерле шәжәрәмдең,

Ғазап,хафа,ҡомар,оран ҡайнай ҡараштарҙа.

Ырыу ағасым, һин, әй шәжәрәм!

Һин үҫкәндә донъя йәшәрә-тип

Юҡҡа ғына яҙмаған шағир К. Аралбай.

Шәжәрә - ул ырыуҙың, бер кешенең нәҫел ағасын төҙөү буйынса ҙур, ентекле тикшереү эше генә түгел,бәлки уларҙың кесе туған ерҙәренең тарихын өйрәтеү ҙә. Ауылдаштарыбыҙ һыу ҡойонған йылға, еләк йыйған урман,

башланғыстарҙың – башланғысы булған тыуған йорттары тураһында хәтирәләрен ғүмер буйы йөрәктәрендә йөрөтәләр. Ер йөҙөндә һәр ваҡыт әйләнеп ҡайта алырлыҡ урыны бар икән-кеше бәхетле.

Шәжәрә,ғәрәп телендә «ағас» тигән һүҙ.

Беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу- ҡәбиләне, нәҫелде, ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған.

Ә ни өсөн ағас?

Ағас борон башҡорттарҙа һауаны, ерҙе,ер аҫтын берләштереүсе билдә булған.

Халыҡтың тормошон сағылдырған.Тамыры-үткәнебеҙ, олоно- бөгөнгөбөҙ,тармаҡтары-киләсәгебеҙ. Кешенең ата-бабаһы ағастың кәүсәһен, яҡын туғандары-ботағы, туғандарҙың-туғандары- һабаҡтары, япраҡтары формаһында тармаҡланып төҙөлгән була.Туғандары күп булған кешене нәҫел-нәсәпле кеше тиҙәр. Нәҫел-ырыуҙы үҫтермәүсе,тарҡатыусы,бетереүсе кеше тураһында: «нәҫел ҡоротҡос» тип әйтәләр. Нәҫел серетеү тигән әйтелмә нәҫел-нәсәптең,ырыу-ҡәбиләнең, милләт-халыҡтың сыйфаттарын бетереү мәғәнәһендә ҡулланыла.

Һәр кеше үҙ нәҫел ағасындағы яҡшы сифаттарын һаҡлап, уны тағы ла яҡшыртырға тейеш.

Ә шәжәрәнең әһәмиәте нимәлә?

Шәжәрә - борон – борондан ырыу- араның документы, икенсе төрлө әйткәндә бер туған кешеләрҙең дөйөм танытмаһы ла булып һаналған. Сөнки шәжәрәлә ырыуҙың нәҫелдән- нәҫелгә бирелер ер биләмәһе лә теркәлгән.Ошо яғы менән шәжәрә - ижтимағи сәйәси документ, тарихи сығанаҡ та.

Беҙ ниндәй ҡәбиләгә инәбеҙ һуң?

Мең башҡорттары.

Мең ҡәбиләһе башҡорттарының биләмәләре төнъяҡтан, Ағиҙелдең урта ағымынан, көнъяҡҡа, Дим, Өршәк йылғаларының үренә саҡлы, һуҙылған булған.

Көнбайышта иһә Ҡармасан, Сәрмәсән,Өсән, Сөн һәм Ыҡ йылғаларына барып еткән.Ул биләмәләр хәҙерге Туймазы,Йәрмәкәй,Шаран, Бүздәк, Илеш, Баҡалы, Бәләбәй, БишбүләкМиәкә, Татарстандың Мөслим, Аҡтаныш,Бөгөлмә райондарына ҡарай.

Меңдәр ерендә, Башҡортостандың өс ҙур

йылғаһы- Ағиҙел,Ҡариҙел,Дим йылғалары

ҡушылған урында, Өфө ҡалаһынан нигеҙ һалына.

Мең башҡорттарының ерҙәре малсылыҡҡа бик файҙалы һәм үтә бай булған. Унда һутлы

үләнле киң далалар йәйрәп ятҡан. Меңдәрҙең ере йәйләү өсөн дә, ҡышлауға ла уңай була.

Ул ерҙәргә хужа булыу өсөн һәр саҡ киҫкен

көрәш барған. Шуға ла мең башҡорттары, беренселәрҙән булып, Рус дәүләтенә ҡушылыу тураһында илселәр ебәргәндәр.

1.Үҙҙәренең нәҫел ептәре менән шушы осорға уҡ барып тоташҡан Ибраһимовтарҙың нәҫел ағасы бик үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс.

Ата-әсә хаҡы тигән

Ҡанундар йәшәп килә.

Ғаиләләр һис ҡайсан да

Ҡиблаһын юғалтмаһын.

Ғаилә- бәхет асҡысы,

Ир-беләк, хатын- терәк,

Татыу ғаиләлә һәр саҡ

Асыҡ йөҙ, тыныс йөрәк,

Ата-әсәнән башҡа

Бар нимә лә табыла.

Һәр бала ата-әсәгә

Изге итеп табына.

Ата йөрәге тауҙан өлкән,

Әсә йөрәге диңгеҙҙән тирән-

тип әйтке килә Ибраһимовтар ғаиләһе хаҡында.



(Һүҙ уға).
Эшсән,тура һүҙле, булдыҡлы, шаян, ғаиләләре

бер нисә йыл рәттән «иң үрнәкле йорт» конкурсында

еңеүсе,үҙ көсө менән көн күреүсе, тырыш, йорттар һалып, бер – береһенә ярҙамлашып йәшәүсе ,туған

йәнле һәм балалары ла үҙҙәре кеүек тырыш,эшсән,

Ильвир,Роберт,Резидалар тураһында бик күп йылы һәм матур һүҙҙәр һөйләргә булыр ине.

Зирә Аглеевна бик күп йылдар сельсовета эшләгән ваҡытта гадел,тура һүҙле, булдыҡлы, кешелекле булуы менән айырылып тора ине, үҙендәге матур сифаттарын балаларҙа тәрбиәләгән өсөн рәхмәт һеҙгә.(Концерт номеры)


2. Йырҙар-ул күңел көҙгөһө.

Йырҙар-ул гүзәл биҙәк.

Ҡәҙерен белеп тормоштоң

Йырлап йәшәргә кәрәк.

Бүлмәләргә һибелһен йыр,

Йырҙарҙан күсһен йылы.

Йырҙар бит-бәхет билдәһе,

Йырҙар бит-күңел нуры.

Йырҙарҙың була төрлөһө,

Моңлоһо ла, шаяны.

Халҡыбыҙ элек-электән

Ней күрһә лә йырлаған,

Шатлыҡ хистәре түгелһен

Һеҙ йырлаған йырҙарҙан.

Тип әйтке килә Усмановтар ғаиләһе тураһында

(Һүҙ уға)

Ишле балалы ғаилә,музыкалдәр,ипле,тәртипле,хеҙмәт һөйөүсән, балаларында уҡытыусыларға ҡарата ихтирам тәрбиәләй беләләр. Үҙ көстәре менән көн күрәләр, туған йәнлеләр,олоно- оло, кесене- кесе итә беләләр.Рәмил абый әйткән- закон, уның фекеренә ҡолаҡ һалалар,кәңәш һорап киләләр.Ярҙамсылдар.

(концерт номеры)


3. Алыҫ бабаларҙан килгән тамға,

Беҙҙең тамға- нәҫел тамғабыҙ.

Әткәйемә килеп ирешкән ул

Нәҫел тере! Иҫән ҡалғанбыҙ!

Ул тамғаны әткәй өй һалғанда

Балта менән сапты нигеҙгә.

Хәтерләп ҡал,улым, был тамғаны,

Һәм яман һүҙ уға тигеҙмә!

Был тамғала- әҙәм,фекер,асыш…

Ошолар һис тә туҡтап ҡалмаһын!

Тапшыра күр, берүк, ейәндәргә-

Был тамғаны- һыуҙар ағыҙмаһын,

Был тамғаны- уттар алмаһын.

Суҡбай ҡаны түгел-тамырыңда

Боронғонан килгән ҡан аға!-

Һинең өсөн нәҫел ҡыҙармаһын,

Һин дан өҫтә ошо тамғаға,

ти Ғайсиндар. Һүҙ уға.


Ныҡлы нәҫелдәр, борон- борондан абруйлылар, хеҙмәт һөйөүсәнлектәре менән айырылып торалар. Үҙ хеҙмәттәренән тәм табып йәшәүселәр,туған йәнлеләр,берҙе биш итергә тороусылар, юҡтан бар итеүселәр, тырыштар, ҙур, бейек йорттар һалып, үҙ көстәре менән көн күреүселәр,йыр- моңға оҫталар.

(Концерт номеры)


4. И тирбәлә өй түрендә

Талбишек талғын ғына…

Үрһәгеҙ бишек, алығыҙ

Беҙҙең яҡ талын ғына.

Беҙҙә бишек әллә нисек-

Талдан, йырҙан үрелә.

Йырлы бишек, йылы бишек,

Эленә өй түренә.

Йырлай бишек, илай бишек!

Йырлай- илай моңлана-

Әллә бишек,әллә инде

Бишектә ятҡан бала?! ти Солтанова һүҙ уға

Ишле нәҫеллеләр, бер-береһенә ярҙамсылдар, береһенән-береһе ҙурыраҡ йоттар һалыусылар,өмәләр ойоштороусылар, татыуҙар, йор теллеләр, шаян һүҙлеләр, музыкаль һәләтлеләр.

/Концерт номеры/

5.

Әбекәйем намаз уҡый-



Мин ситтән карап торам;

Уның һәр ым- хәрәкәтен

Иҫкәреп, барлап торам.

Өс тә түгел, дүрт тә түгел-

Нәк биш мәртәбә көнгә.

Әбекәем намаз укый

Мин аңламаған телдә.

Иелә дә турая ул,

Турая да иелә-

Шуңа, ахры, әбекәйнең

Сызламайдыр биле дә.

Хәрәкәттә- бәрәкәт, ди,

Минем әби тапкыр ул,

Көндә физзарядка ясый

Шуңа көләч, матур ул,

ди Шамсимухаметов /сүз аңа/

Алтын куллы, бар эшне дә булдыра торған, тыныч, тәртипле, олоно олы итә белеүче, үрнәкле гаилә, татыу, күрше-тирәләре бик ихтирам итә, кешеләргә ярдәмчел. Үзләренә охшап балалары да уңғаннар,кеше хәленә керә беләләр, Суфия апа тәмле ашлар пешереп безне сыйлый.

/Концерт номеры/

6.

Йондоҙҙар күктә яналар,



Кешеләр ерҙә балҡый,

Илем, ерем, халкым тип,

Яналар ғүмер баҡый

Шәжәрә байрамы- байрам

Эштәр уңғанда ғына.

Ырыу ағасы ҡоромай

Йәштәр булғанда ғына- тип әйтке килә Сәләховтар нәҫел ағасына ҡарап. /һүҙ уға/

Әйе, Мөнәзир Кушнарен ауыл хужалығы техникумын ҡыҙыл диплоамамлай. Шатлыҡ менән ҡайғы бергә йөрөй.Әткәй, Мөзәйер, үлеп китә. Ул ваҡытта Әлфәрит 9- сы синыфта уҡый, иң кесе улына ике йәшула Зөбәергә. Әнкәй бер үҙе биш баланы аяҡҡа баҫтыра. Яҡшы тәрбиә бирә. Балалары береһе лә аҙып-туҙып йөрөмәй. Атай булһа, ярҙам итер ине. Йортта һалышыр ине, киңәш тә бирер ине. Ә алар үҙ көстәре менән донъя көтәләр. Ярҙамсылар, хеҙмәт һөйөүселәр, кеше менән уртаҡ тел таба беләләр. Ауыл өҫтөндә абруйлылар. Балаларында ла хеҙмәткә мөхәббәт тәрбиәләййҙәр. Балалары бөхтә систа йөрөй. Көн-төн димәй береһе һатыу мненән һалыҡты шатландыра, икенсеһе –рухи аҙыҡ бирә, газета , журнал, хат, яҡшы хәбәрҙәр килтерә. Еңгә Ҡамышлынан килгән, ә Ҡоростағы бөтә кешенең туғанлығын, нәҫел-нәҫебен белә. Магазинға кергән кешегә нәрсә кәрәген алдан белеп тора,бына быныһы һиңә һәйбәт, быныһын ал тип тәҡдим итә.

/Концерт номеры/
“Ете ят” тигән төшөнсә нимәне аңлата ул ?

Кеше кәмендә ете быуынын белергә тейеш булған, сөнки ырыуҙа ҡан яңартыуға ынтылыш аныҡ булған. Был ҡан ҡәрҙәштәр менән ғаилә ҡороу тыйыла тигән һүҙ. Схемала ул бына ошолай күренә:

Ата – Ул – Ейән – Бүләр – Тыуар – Тыуа-ят – Ете-ят. Етенсе быуын тыуған тип һаналмаған. (кейәүгә сығыу, өйләнеү мөмкин),

Шәжәрә - ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

Күҙ яҙҙырһаң , шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.

Ал да бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,


Һин дә ятма: ҡор ояңды, үр шәжәрә.

Кемдәр шәжәрә төҙөмәгән, улар газета яһанылар. Һәм шуның буйынса һөйләнеләр.Фотолар, инша, мәҡәлдәр, әйтемдәр.



  1. Ҡайсан һәм ҡайҙа ата-аналар танышҡан?

  2. Дуҫлашып, танышып оҙаҡ йөрөгәннәрме?

  3. Туйҙары ҡасан булған?

  4. Мин донъяға килдем.(ҡайсан?,ҡайҙа?, нисәнсе бала булып?; Исемде кем тапкан, нимә аңлата?)

“Кто я” уен, һәр гаиләгә һорау

В семье я – ребёнок

В школе – ученик

В библиотеке – читатель

В магазине – покупатель

В больнице – пациент

В интернате – житель

В театре – зритель

В дороге – пешеход

В автобусе – пассажир

В соревнованиях – участник

В парикмахерской – клиент.

“Истәлеккә - төйөн”

Мәкәлнең яртыһын мин әйтәм, һез әйтеп бөтөрөгөз, һәм төйөн яһагыз. Икенсе гаиләгә тапшырыгыз.

1.Йөз һум аксаң булгансы – йөз дусың булһын.

2. Күрше хакы- тәңре хакы.

3. Саулык- зур байлык.

4. Агач күрке – яфрак, кеше күрке – чүпрәк.

5. Укыу – янә менән кое казыу.

6. Китап – белем чишмәсе.

7.Якшы сүз – җан азыгы.

8.Корал эшләр – ир мактаныр.

9. Кыю бер үлер – куркак мең үлер.

10. Бөркөт – оясыз,кеше гаиләсез булмай.

11. Мөхәббәтсез гаилә - тамырсыз агач.

12.Бала – бауыр ите.

______

Безнең гаиләләр ныклы булсын.



Тату, бергә булайык.

Ата - бабаларыбызның аманатын

Күз караһы кеүек һаклайык.

Ауылыбызны төйәк иткәннәрнең

Ышанысын без дә аклаек.

Без бит Иске Короч балалары,

Илгә именлектәр теләек.

Акыллылык башы – бердәмлектә,

Туганнарның кәдрен беләек.

Үлгәннәрнең кәдерен беләек.

______
Йолаларда бәхет тантанаһы,

Йән сафлыгы, күңел яктыһы.

Гөмер буе озата барһын безне

Был байрамдың күңел паклыгы.


Кешемен тигән кеше үзенең дә, халкының да үткәнен барлап, бөгөнгө хәстәрлектәр менән мәш килеп, киләсәккә зур өмөттәр баглап, матур пландар короп йәшәй. Йәшәйештең төп мәгәнәһе, асылы булган быуындар сылбыры өзөлмәсен, шәжәрә агачыбыз гел югары үрләсен, ябалдаштары киңәйһен, ныгысын ине.

Достарыңызбен бөлісу:


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет