Уйнаныҡ та, эшләнек тә…”



жүктеу 44.21 Kb.
Дата22.06.2018
өлшемі44.21 Kb.

Баш6ортостан Республика3ыны5 м17ариф министрлы7ы

Йылайыр районы муниципаль районы ха6ими1тене5 м17ариф б9леге

:аш6ар ауылы т2п д2й2м белем бире9 м1кт1бе – Юлдыбай

ауылы урта д2й2м белем бире9 м1кт1бе филиалы

Уйнаныҡ та, эшләнек тә…”



(Бөйөк Ватан һуғышыосорона арналған сәхнә әҫәре)

Етәкселәре: Юлгилдина Ләйсән Зөфәр ҡыҙы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
2017

1 – се күренеш
(Сәхнәлә ҡыҙҙар-егеттәр ултыра)
Мөғлифә. 1941 йылдың бик матур аяҙ көнө ине. Шул саҡ, бөтә ауыл халҡын йыйып, немец фашистарының илебеҙгә һөжүм итеүҙәре тураһында хәбәр иттеләр. Ирҙәр, егеттәр һуғышҡа китеп бөткәс барлыҡ эштәр беҙҙең кеүек үҫмерҙәр , бала-сағалар елкәһендә тороп ҡалды. Ниҙәр генә эшләмәнек – иҫләһәң иҫең китерлек! Ни һан ерҙә ятҡан Матрайҙан көйәнтәләп тракторҙар өсөн сәләркә лә ташыныҡ, Күркәтауҙа ағас та йыҡтыҡ. Үгеҙҙәрҙе еккегә өйрәтеп, ер ҙәһөрҙөк. Әммә бирешмәнек. Барыбыҙ ҙа ашҡынып Еңеү таңын көттөк! Һәм көтөп алдыҡ!
Ҡыҙ. Мөғлифә, үҙең сығарған шиғырҙы һөйләп ишеттер әле…

Барыһы ла. Эйе шул, һөйлә, Мөғлифә…

Мөғлифә.

Һуғыш беҙгә сүмесләп һемертте

Ауыр замандарҙың һөҙлөгөн.

Һалдаттарса ныҡлы тоттоҡ беҙ

Үгеҙҙәрҙең хәтәр мөгөҙөн.

Ас та булдыҡ, хатта яланғас та

Ебәрҙек беҙ фронтҡа барын да.

Еңеү өсөн, халҡым өсөн, тиеп,

Анттар иттек Ватан алдында.

Икмәгебеҙ булды һарына, әтләк,

Туҡмасыбыҙ - әсе ҡуҙғалаҡ.

Йыр йырланыҡ, күңелде күтәреп,

Күмәк эшкә бергә ҡуҙғалып.
Бөтәһе. Афарин, Мөғлифә! Күңелдәген ярып һалдың бит…

Егет. Ҡыҙҙар, егеттәр беҙгә ҡайғырырға! Әйҙәгеҙ үҙебеҙҙең иген баҫҡанда сығарған Нау, нагуны уйнап алайыҡ!

Әйҙәгеҙ, нагу нагуға.



Мөғлифә алға килеп. Нагу нагу тип атаныҡ беҙ уйыныбыҙҙы… Игенде аяҡ менән баҫтыҡ.. Урыҫса әйткәндә в ногу, в ногу була инде. Шулай итеп, эш араһында үҙ күңелебеҙҙе үҙебеҙ күтәргән булабыҙ…

В ногу, вногу” таҡмаҡтары


Уйнайбыҙ бергә-бергә лә

Йырлайбыҙ бергә-бергә,

Уйнайбыҙ ҙа, йырлайбыҙ ҙа,

Эшләйбеҙ бергә-бергә.


Һеҙҙә иген баҫалармы?

Беҙҙә иген баҫалар.

Һеҙҙә нисек, беҙҙә шулай

Уйнап күңел асалар.

Еще раз, еще раз,

В ногу, в ногу көйҙәренә

Ана шулай өҙә баҫ.
Ураҡ рған ерҙәрем дә,

Бесән сапҡан ергенәм.

Ғорурланам һинең менән

Тыуып-үҫкән илгенәм.



Егет. Ҡыҙҙар, үҙебеҙҙең таҡмаҡты…

(таҡмаҡ әйтәләр)
1. Эй, бейеүсе, бейеүсе,

Тағалы итек кейеүсе.

Тағалы итек кейеүсене

Барҙыр әле һөйөүсе.


Килгил – гим, килгил – гим,

Кәликәсе Мәликә.

Алма – рики, рики, рики,

Тәҙрә сиртә Сәлимә.


2.Күпер, күпер

Күпер күтәрелмәй ул.

Уйнамағас та, көлмәгәс,

Күңел күтәрелмәй ул.


Вәзми, вәзмәлинки,

Тутый Сәбилә.

Аҡмалитдин, Камалитдин,

Ҡыямитдин Вазифа.


3. Алдар булғанда ғына ла,

Гөлдәр булғанда ғына,

Күтәрелә күңедәрем,

Бергә булғанда ғыны.


Килгил – гим, килгил – гим,

Кәликәсе Мәликә.

Алма – рики, рики, рики,

Тәҙрә сиртә Сәлимә.


Ҡыҙ. Косилка- молотилка…
Уйнап алайыҡ әле лә,

Йырлап алайыҡ әле,

Уйнап бөткәс, йырлап бөткәс,

Бейеп алайыҡ әле.

Косилка- молотилка,

Сортировка- веелка.

Йырлап алайыҡ әле,

Бейеп алайыҡ әле,

Йырлап бөткәс, бейеп бөткәс,

Уйнап алайыҡ әле.

Косилка- молотилка,

Сортировка- веелка.

Уйнайбыҙ бергә - бергә лә,

Йырлайбыҙ бергә - бергә,

Уйнайбыҙ ҙа, йырлайбыҙ ҙа,

Йәшәйбеҙ бергә - бергә.

Косилка- молотилка,

Сортировка- веелка.



( бейейҙәр)
Каталог: uploads -> doc -> 0f94
doc -> Викторина по пьесе В. Шекспира «Гамлет, принц Датский»
doc -> Тест сынып Ұлы Отан соғысы нұсқа
doc -> Пєн атауы: Математика
doc -> Сабаќтыњ тарихы: ХІХ ѓасырдыњ 60-70 жылдарындаѓы ќазаќ халќыныњ отарлыќ езгіге ќарсы азаттыќ к‰ресі
doc -> 1 -сынып, аптасына сағат, барлығы 34 сағат Кіріспе (1 сағат)
doc -> Сабақтың тақырыбы: XVIII ғасырдың бірінші ширегіндегі Қазақ хандығының ішкі және сыртқы жағдайы Сабақтың мақсаты
doc -> Сабақтың тақырыбы: XVIII ғасырдың бірінші ширегіндегі Қазақ хандығының ішкі және сыртқы жағдайы


Достарыңызбен бөлісу:


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет