Вәлиева Айгөл, Өфө ҡалаһы М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының 9Б класы уҡыусыһы Башҡорт теленән интернет-олимпиада һорауҙарына яуаптар



жүктеу 29.65 Kb.
Дата17.02.2018
өлшемі29.65 Kb.

Вәлиева Айгөл, Өфө ҡалаһы М.Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының 9Б класы уҡыусыһы

Башҡорт теленән интернет-олимпиада һорауҙарына яуаптар:


  1. Был текст әҙәби стилдә яҙылған.

  2. Текстың телмәр тибы – тасурлау. Әҫәрҙә һүҙ барған ҡатнашыусының кисерештәре, йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт күренештәре һүрәтләнә.

  3. Тест яныбай Хамматовтың “ Төньяҡ амурҙары” романынан алынған өҙөк.

  4. Буранбайҙың тыуған яғын тураһында яҙыла.

  5. Тыуған яҡҡа ҡайтыу.

  6. Кантон, генерал-губернатор – тарихи һүҙҙәр; кордон – архаизм; ҡарт Урал тауы, көс еткеһеҙ ауыр тойғо, оҙон көй, йән тетрәткес йыр, ауыр үткәндәр, йөрәк тетрәткес моң, күҙ күреме етмәҫлек ер – эпитеттар;

7. Сағыштырыуҙар: наҙлы ҡыҙ һымаҡ; ҡабаланмай барған ат һымаҡ; Салауаттай батыр булырға,

Антонимдар: уңда – һулда.

Тамырҙаш һүҙҙәр: йылы, йылыта; ҡурай – ҡурайсы.

Эмоциональ-экспрессив һүҙҙәр: малҡай, ир-егеткәй, уҡ-һаҙаҡҡай, Ирәмәлкәй.

Метафора: халыҡ ҡанаты, көй ағылды,

Йәнләндереүҙәр: күк юғалып тора, йөҙөн аса;

Инверсия:

Алыҫтарҙан, ай, күренгән,

Ирәмәлкәй тауының аҡ ташы;

Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй

Ир-егеткәй менән ат башы...;

Аямаған йәнен, түккән ҡанын,

Һис бирмәгән башҡорт Уралын....

8. Контекстуаль синонимдар: өмөт бирә – сәм бирә – дәртләндерә, аямаған йәнен – түккән ҡанын, илаһи – көслө, көслө – йән тетрәткес,



Лексик синонимдар: моң – көй; төҫмөрләнә – күренеп ята; еткеһеҙ – ауыр; бушанып – еңеләйеп ҡалды; ирек – азатлыҡ; һирәк – мирәк - әле; әйҙәргә – өндәргә; алыҫта – күҙ күреме ерҙә; хәтерләй – онота алмай; йырлап ебәрҙе – моңдо һуҙалар, маҡтау – данлау.

Градация: ҡурай зарлана, һыҡтай, илай.

9. Текста күберәк ҡушма һөйләмдәр ҡулланыла.

Риторик һорау: Ләкин уның көйө таштар араһында ғына яңғырауҙан ни файҙа?

Башҡорт әҙәбиәтенән интернет-олимпиада һорауҙарына яуаптар:
1. Байыҡ сәсәндең юлдары. Был сәсән Златоуст өйәҙе Мырҙалар волосы (Хәҙерге Башҡортостандың Салауат районы) Мәхмүт ауылында 1710 йылдар тирәһендә Байназар тархан ғаиләһендә тыуған, 1815 йылдарға тиклем йәшәгән.

2. Ырымбур губернаһына һөргөнгә ебәрелгән Декабрист шағир Петр Кудряшевтың башҡорттарға арналған юлдары.

3. “Йәнтүрә хикәйәһе” риүәйәте

4. Француздар башҡорттарҙы «Төньяҡ амурҙары» тип атағандар, сөнки улар уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған мөхәббәт аллаһына оҡшаған булғандар.

5.

6. Парижға инеүсе һуғышсыларға “За взятие Парижа 19 марта 1814 года”, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан бөтә яугирҙарға «В память войны 1812 года» (1812 йылғы һуғышҡа иҫтәлек) көмөш миҙалы тапшырылған.



7. Шағир Н.К.Батюшковтың һуғыш ваҡиғаларына арналған юлдары.

8. Башҡорттар бөйөк немец шағиры Гетегә уҡ һәм ян бүләк иткәндәр. Башҡорттар килеп киткәндән һуң 11 йыл үткәс, Гете ошо ҡәҙерле бүләген оло һоҡланыу менән дуҫы Эккерманға күрһәтә.

9. «Любизар», «Ҡаһым түрә», «Эскадрон», «Әхмәт Байыҡ», «Кутузов», “Һары ла сәс”, “Абдрахман” йырҙары.

10. Башҡорт яугирҙарының уҡ-һаҙаҡтары, һөңгөләре, ҡылыстары, мылтыҡтары булған.

11. 1813 йылда Татарская слобода тигән ерҙә мәсет һалынған.

12. Ырымбур губернаһынан 46 полк ойошторолған.

13. Фазыл Туйкиндың “Ватан ҡаһармандары” әҫәре халҡыбыҙҙың Наполеон яуына ҡаршы күтәрелеүгә һүрәтләүгә арналған.

14. Төхби, һәм Ноғман исемле дуҫтар тураһында һүҙ бара.

15. Әнүәр Әсфәндиәров, Ирек Ахманов.

16.


17. Абрахман Аҡъегеткә батша миҙалдар, ҙур батырлыҡтары өсөн ер биргән.

18. Рус армияһында ялланып хеҙмәт итеүсе Фольгнер “Ҡаһым түрә” драмаһында тыуған илдең азатлығы өсөн көрәшеүсе халыҡҡа ҡаршы ҡуйып һүрәтләнә. Уға илһөйәрлек тойғо ят. Фольгнер пруссак булған.



19. Полктарҙы тулдырыр өсөн бөтә ир-егеттәрҙе һуғышҡа алып киткәндәр, шуға ла ике аты, үҙ кейеме менән яуға киткән башҡорттар иррегуляр ғәскәрҙе тулыландырған.

20. Ҡаһым түрәнең ҡатынының исеме, документтарҙа күренеүенсә, Сафия булған.
Каталог: data -> olimp
olimp -> 5-8-се кластар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙарына яуаптар
olimp -> V –viii кластар њсњн башќорт љЎљбиљтенљн интернет-олимпиада яуаптары
olimp -> Аҡмулла һәр заманға хаҡ мулла
olimp -> Ответы на задания II тура дистанционной олимпиады по Башкирскому языку для учащихся 9 11 классов (второй этап)
olimp -> 1797 года в Химмельпфортгрунде небольшом пригороде
olimp -> Башҡорт һәм рус халыҡ балалар уйындарын сағыштырыу
olimp -> «Аҡмулла һәр заманда хаҡ мулла» Эшләне
olimp -> Населенные пункты, расположенные на территории современной Республики Башкортостан и существовавшие к 1812 году
olimp -> Фгбоу впо «бгпу им. М. Акмуллы» Центр развития одаренности школьников Кафедра татарского языка и литературы


Достарыңызбен бөлісу:


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет