Яҙмыш, әсе яҙмыш Әҙәм балаһын ҡайҙа ғына ташламай ҙа ул, ниндәй генә ҡайғы- ғазаптар төшөрмәй. Берәүгә өйөп- өйөп шатлыҡ бүләк итһә, икенсеһен ығы-зығылы хәсрәт һағыштарға сорнай



жүктеу 33.24 Kb.
Дата07.05.2019
өлшемі33.24 Kb.

Урын алған халҡым йөрәгендә
Яҙмыш, әсе яҙмыш ... Әҙәм балаһын ҡайҙа ғына ташламай ҙа ул , ниндәй генә ҡайғы- ғазаптар төшөрмәй. Берәүгә өйөп- өйөп шатлыҡ бүләк итһә, икенсеһен ығы-зығылы хәсрәт һағыштарға сорнай.

Аллаһы Тәғәлә һәр кемгә йәшәү бүләк итһә, ә яҙмышты , киләсәккә барыр һуҡмаҡты һәр кем үҙе һайлай. Берәүҙәр киң , тигеҙ юлдан атлай, ләкин был юл –хаҡлыҡ, дөрөҫлөк юлы түгел, күптән тапалған, ялған һәм яуыҙлыҡ юлы; ә икенселерҙеке – тар ғына бормалы-бормалы, һикәлтәле, бер бейеккә үрләтә , бер түбәнгә ҡолата торған батыр йөрәкле кешеләр юлы. Был һуҡмаҡ менән барыусыларға тормошта булған иң ауыр ғазаптар һәм оло ҡыуаныстар , шатлыҡтар биреләлер. Ләкин шатлыҡтары ла ҡайғыға төрөлгән була, шул ҡайғы төргәген һүтмәй тороп , шатлыҡҡа ирешеп булмайҙыр.

Ғүмере- сәфәр. Һуңғы сәфәре лә

Кереп ҡалған бәйет , йырҙарға.

Йыраҡ киткән арбаһының даны,

Ә үҙенең даны йылдарға...,-тип яҙған М.Әғләмов Мифтахетдин Аҡмулла тураһында. Эйе, бик күп сәфәр ҡылырға тура килә Акмуллаға. Әсәһе үлеп киткәс, Аҡмуллаға бик йәшләй үгәй әсәһенең ҡыйырһытыуҙарын күреп үҫергә тура килә. Башта үҙ ауылында атаһынан тәүге сабактарҙы алһа, аҙаҡ тыуған ауылынан сығып китә. Ҡышын ул мәҙрәсәләрҙә белем алһа, йәй көндәрен ҡаҙаҡ далаларына китеп ҡаҙак балаларына һабаҡ биреп йөрөй.

Акмулла китеп йөрөгән

Ҡаҙаҡ далаларына .

Һабаҡ биреп йөрөр булған

Ҡаҙак балаларына.

Революцияға тиклем тыуған

Миәкә ерҙәрендә.

Туҡһанбай тигән ауылды

Һаҡлаған уйҙарында.

Башҡа шәкерттәр ,мәҙрәсәләрҙә уҡыуҙар тамамланғас , үҙҙәренең тыуған яҡтарына һағынышып ҡайтһалар , Мифтахетдин йәйҙәрен ситтә үткәрә, үгәй әсәйле тыуған йорто уны үҙенә тартып тормай.Уның үҙ тыуған яҡтарына һирәк ҡайтыуын атаһына яҙған шиғырынан да беләбеҙ:

... Ун өс йылда ҡайтып үҙ , итмәнең

Инде һағынып ҡайтырҙай булманыҡ беҙ...

Акмулланың үҙ яғында төпләнеп ҡалмауының , илгизәрлегенең сәбәбе лә шунлыҡтандыр.Ләкин ҡайҙа ғына йөрөһә лә , тура һүҙлелеге , ғәҙел булыуы менән дан алған, ышаныслы , тоғро, изге күңелле булғаны өсөн халыҡ уны Аҡмулла , йәғни Изге мулла тигәндер. Акмулла –ҡаҙаҡса тура һүҙле , ғәҙел кеше тигән һүҙ. Ҡаҙаҡтар уға һәр ваҡыт хөрмәт, ихтирам менән ҡараған.

Мифтахетдин Аҡмулла сәсәндәр ижадын дауам итеүсе.Уның хаҡында «Ҡара төндәре яҡты йондоҙ» тигәндәр .Акмулла Салауаттан һуң беренсе тапҡыр үҙ халҡына , башҡорттарым , тип ихлас күңелдән өндәшә, уны айырыуса бер ярһыныу менән мәғрифәткә , ғилемгә саҡыра. Уның бөтә шиғырҙары ла фәһемле , тәрбиәүи темаға ижад ителгән. Уларҙың барыһы ла тейерлек бөгөнғө көндәргә ауаҙдаш. Мәҫәлән, «Башҡорттарым , уҡыу кәрәк!», «Мөслимә»тигән шиғырҙары белем алырға, һөнәрле булырға саҡыра. «Тиһеңме?», «Аттың ниһен маҡтайһың» , «Билдәһеҙ», «Нәфсе», «Дуҫлыҡ», «Ҡәнәғәт»,- хәҙерге аҙгынлыҡ сәскә атҡан , күптәр байлыҡ өсөн әллә нимәләр ҡылған заманда был шиғырҙар ҙур әһәмиәткә эйә, әйтелгәндәре әле лә иҫкермәгән. Бигерәк тә бөгөнгөһө көн проблемаһын актуаль күтәреп сыҡҡан шиғыр « Нәсихәттәр» . Хәҙерге заманда , бигерәк тә йәштәр араһында әхлаҡһыҙлыҡ өҫтөнлөк итә.Ә был шиғырҙа Аҡмулла кешеләрҙе иманлы, сабыр, аҡыллы, әҙәпле, таҙа күңелле, ихлас булырға саҡыра. Был сифаттар кеше тормошонда иң кәрәклелер. Ошо шиғырҙы уҡып йәштәр үҙҙәренә әҙәпле булыу маҡсаты ҡуйһалар , донъялағы аҙғынлыҡ, боҙоҡлоҡ аҙ гына булһа ла кәмер инее. Ошо юлдар быны ң бер миҫалы. Кешеләге иң кәрәкле сифаттарҙы халыҡса нисек оҫта әйтеп биргән:

Иң әүәл кәрәк нәмә иман тигән,

Икенсе ҡиммәт нәмә күңел тигән,

Өсөнсө ҡиммәт нәмә аҡыл тигән,

Дүртенсе ҡиммәт нәмә шөкөр тигән,

Бишенсе ҡиммәт нәмә әҙәп тигән,

Алтынсы ҡиммәт нәмә сабыр тигән.

Сабыр кеше мораҙын табыр, тигән.

Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр тигән.

Ошо сифаттар етегә тиклем бер-бер артлы атап бирелә. Аҡмулла донъяның серлелеген ете һанына бәйләнешле итеп күрһәтергә тырышҡан. Ул ете һанының серлелеген, мөғжизәлеген бик күп һынауҙар үткәс кенә кешенең бәхетле булыуын, хыялдарының тормошҡа ашыуын шул заманда уҡ әйтеп биргән. Үҙенең шиғырҙарында Аҡмулла тел культураһы , һүҙгә оҫталыҡ мәсьәләләрен дә йыш күтәрә.Мәғәнәле , нәфис, затлы, ҡысҡа һүҙ шағирҙың идеалы. «Файҙа юҡ артыҡ һүҙҙән , тыуған»,- тигән ул. Сит телдәр белеү, бигерәк тә рус телен өйрәнеү кәрәклеге тураһында ла фекер әйтә ул:

Хәл килһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,

Камилләр сафына кергән яҡшы;

Урыҫһа уҡып ҡына түгел белмәк-

Хәл килһә, французса белгән яҡшы.

Эсендә ҡайғы-хәсрәт , халыҡ моңо ятҡан шағир ғына тәрәндән әйләндереп һүҙ ҡуҙғатыр. Ул һүҙ шағир йөрәге аша үткәндә генә,ысын шиғырға әйләнеп, халҡы йөрәгенә керерлек тәмле һүҙ булыр. Аҡмулланың шиғырҙары ысынан да ошондай.

Әйҙәгәнһең яҡты юлға,

Өндәгәнһең гел яҡшыға ...

Тереләрҙән тере булып



Йәшәйһең һин ана шуға.

Достарыңызбен бөлісу:


©kzref.org 2017
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет