Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов Ҡалдырма, әсәй!



жүктеу 1.26 Mb.
бет2/9
Дата21.04.2019
өлшемі1.26 Mb.
1   2   3   4   5   6   7   8   9

Әлиә апайым менән һөйләшмәй генә оҙаҡ илап ултырҙыҡ. Элек күҙгә сүп инһә лә, илаһаҡ, баштан һыйпап йыуаталар ине. Ә хәҙер түгелеп илаһаң да тынысландырыусы, йылы һүҙ әйтеүсе кеше юҡ ине яныбыҙҙа. Бына шунан да ауыры юҡтыр ул...

Илап ҡына хәлде үҙгәртеп булмай. Ошо бәләнән ҡотолоу, тиҙерәк иреккә сығыу кәрәк икәнен яҡшы аңлайым. "Ҡасырға, бөгөн үк ҡасырға!" — тигән уй мейемде телеп үтте.

Әйҙә, апай, бөгөн ауылға ҡасайыҡ. Урманға йәшенһәк, унда беҙҙе берәү ҙә тапмаҫ. Өйҙә лә һағынғандарҙыр. Атай миңә бирәм тигән әйберҙе лә эҙләп ҡарарбыҙ. Берәй тартмала яталыр...

Әллә инде... Юл алыҫ бит...

Беҙгә автовокзалға тиклем барып етергә кәрәк, ә артабанғы юлды мин беләм. Әгәр иртәрәк сыҡһаҡ, кискә тиклем ҡайтып етербеҙ.

Ильяс, беҙҙе кем тышҡа сығарһын ти. — Апайымдың ҡалтыраулы тауышы йөрәкте семетеп алғандай итте.

Бына бит көн тәртибе эленеп ҡуйылған. — Ишеккә эске яҡтан йәбештерелгән ҡағыҙға төбәп күрһәттем. — Сәғәт көндөҙгө 11-ҙән 12-гә тиклем саф һауала йөрөргә рөхсәт ителә. Ә тышҡа сыҡҡан булабыҙ ҙа — һыпыртабыҙ!



Тауышыбыҙҙы ишеткәс, Зөлфирә һеңлебеҙ ҙә уянып китте. Күҙен асып та өлгөрмәне, иларға тотондо:

Апай, әйҙәгеҙ өйгә ҡайтайыҡ. Бында насар, ҡурҡыныс... — Әлиә шул саҡ илауын онотоп, һеңлебеҙҙе йыуатырға тотондо:

Илама, бәләкәсем, илама. Бөгөн үк ҡайтабыҙ өйгә. Тик һин илама, йәме!

Ярай, иламам, тик, апай, тиҙерәк өйгә ҡайтайыҡ.



Шулай итеп, бөгөн үк сәғәт 11-ҙә табандарыбыҙҙы ялтыратырға килештек. Тәүҙә мин Алһыу менән тышҡа сығам, аҙаҡ Әлиә апайым Зөлфирәне етәкләп яныбыҙға киләсәк. Ҡасырға йөрөгәнебеҙҙе белмәһендәр өсөн еңелсә кейенергә кәрәк. Бөтә алып килгән әйберҙәребеҙ ҙә палатала ятып ҡаласаҡ. Әй, кәрәге лә юҡ ул сепрәктең! Ҡайтһаҡ ҡына ярар ине. Дүртебеҙ ҙә тышта булһаҡ, күҙебеҙ ҡайҙа ҡарай, шунда сабасаҡбыҙ. Ә инде дауахананан алыҫыраҡ китһәк, автовокзалдың ҡайҙа икәнлеген табырбыҙ әле. Бына күрерһегеҙ, ҡараңғы төшмәҫ элек өйҙә сәй эсеп ултырасаҡбыҙ...
* * *
Барыһы ла беҙ уйлағанса килеп сыҡты. Дауахананан сыҡҡас та, күп ҡатлы йорттар араһына инеп күҙҙән юғалдыҡ. Хәҙер бына тотоп ҡараһындар! Кешеләрҙән юлды һораша торғас, автовокзалға барып сыҡтыҡ. Ул ҡаланың ситендә урынлашҡан. Был ерҙә элегерәк булғаным бар ине, шуға ла артабанғы юлды яҡшы беләм. Ауылыбыҙға тиклем яҡынса утыҙ километр ара бар. Юл да бормалы ғына, бер нисә тауҙы менеп төшөргә кәрәк.

Автовокзал янында машина туҡтатып маташыуыбыҙ юҡҡа булды. Дүртәүбеҙгә бынан ултырып китеүе еңелдән түгел шул: йә урыны юҡ, йә теләге. Аптырағас, йәйәү китергә булдыҡ.

Көндөң аяҙ тороуы кәйефте күтәреп ебәрҙе. Ҡояшҡай шул хәтлем шаян булып сыҡты. Беҙҙең менән уйнай, битте ҡытыҡлай. Машиналар елдереп үтеп тора, уларҙан һуң саң ғына туҙып ҡала. Ә беҙ, дүртәүбеҙ, татлы уй-хыялдарға сумып, ауылыбыҙ яғына табан атлайбыҙ.

Күпме барғанбыҙҙыр, белмәйем. Ҡояш апай ҙа шаярыуҙан туҡтаны, беҙҙән алыҫлашты. Алға барған һайын атлауы ла ҡыйын. Арығас, юл ситенә ултырып ял итергә булдыҡ. Тауыш килгән яҡҡа ҡараһам — милиция машинаһы! Йөрәк жыу итеп ҡалды. Моғайын, беҙҙе генә эҙләйҙәрҙер. Ярай әле алыҫтан күреп ҡалдым. Әтеү әллә нимә эшләтерҙәр ине беҙҙе! Иң кесебеҙҙе ҡулыма алдым да, күмәкләшеп ҡуйы урман араһына инеп йәшендек. Үҙебеҙ ситтән генә күҙәтеп торабыҙ. Уф, ярай әле милиция беҙҙе күрмәй үтеп китте.

Апай, әйҙә юлдан бармайыҡ. Тотоп алһалар, — тинем ҡурҡып.

Мин дә шулай уйлайым, Ильяс, — тине Әлиә. — Ярай әле ҡасып өлгөрҙөк. Тотһалар, шунда уҡ детдомға алып китерҙәр ине. Ҡыйын булһа ла, урман эсенән барайыҡ инде. — Ысынлап та, атлауы ауыр булып сыҡты. Йә ботаҡҡа эләгем йығылаһың, йә үтә алмаҫлыҡ ҡыуаҡлыҡтары осрай. Нисек кенә ҡыйын булмаһын — юлға сығырға ярамай. Түҙгәнгә — түш, тиҙәр бит. Бына хәҙер ошо тауҙың түбәһенә генә менеп етһәк, аҙаҡ атлауы еңел буласаҡ.

Апай, арыным! — Ошо һүҙҙәрҙе Зөлфирә илап, йыш ҡабатлай башланы. Тәүҙә мин, арыһам — Әлиә уны елкәһенә ултыртып алып бара. Текә тауға күтәрелә башлағас, үҙебеҙҙең дә хәл бөттө. Һеңлебеҙ нисек кенә мыжымаһын, уны күтәреп йөрөтөү хәлдән килмәй ине.

Әлеү! — тип урманды яңғыратып ҡысҡырып ебәрҙе Алһыу. — Бүтән атлай алмайым, аяғым ауырта. — Ҡасҡанда, бүтәндәр алдында шик тыуҙырмаҫ өсөн еңелсә кейенгән инек. Алһыу аяғына сепрәк тапочка ғына эләктергән. Ул юлда таушалып, йыртылып бөттө. Ауыртһа ла, беҙгә әйтмәй түҙеп килгән икән. Ҡарап ебәрһәк — табаны ярылып бөткән, унан ҡан тамып тора. Әлиә үҙенең күлдәгенең аҫҡы өлөшөн шарт итеп йыртып алды ла, юл япрағын һалып, Алһыуҙың яраһын бәйләне.

Хәҙер инде күпкә яйыраҡ атлайбыҙ. Кесебеҙ илауҙан туҡтамай:

Атай, һин ҡайҙа? Атай, мин арыным. Килеп ал беҙҙе...



Элек атай менән урманға барырға ашҡынып тора инек. Ә бөгөн киреһенсә, ағастар шығырлауы, тумыртҡаның туҡылдауы күңелгә шул хәтлем шом һала.

Ҡар-р-р! Ҡар-р-р! Ҡар-р-р! — Ошо йөрәкте өтөп алырҙай тауыш беҙҙән ҡалышмай. Ҡайҙан килеп сыҡҡандыр был ҡарға? Етмәһә, үҙе ҙур, ҡап-ҡара төҫтә. Беҙ барған ерҙә ағас башына менә лә ҡарҡылдарға тотона. Ул яҡшылыҡҡа түгел, тиҙәр ине ауылда. Шуға ла ҡарға иң ҡурҡҡан ҡошобоҙ. Ә ул беҙҙән ҡалышырға уйламай ҙа.

Ҡар-р-р! Ҡар-р-р! — тип баш осонан өйрөлә лә өйрөлә.

Апай, мин ҡурҡам! — ти Зөлфирә туҡтауһыҙ илауҙан ҡалтыранып. — Ул килеп күҙҙе суҡыр, аҙаҡ мине урлар. Ҡурҡам, унан ҡурҡам! Атай, ҡотҡар инде! — Беҙ уны тынысландырырға тырыштыҡ.



Тау башына менеп еткәндә генә, кинәт көн боҙолдо ла ҡуйҙы. Әллә ҡайҙан ҡара болоттар килеп сыҡты, тирә-яҡ та ҡараңғылана төштө. Тәнде өшөтөп һалҡын ел иҫте. Күк күкрәп, ямғыр яуа башланы. Ә йәшене шул хәтлем ҡотора: йә алдан, йә арттан салт-солт итеп ҡала. Уның дөбөрләүенән бөтә донъя һелкенеп ҡуя кеүек. Элек йәшен ваҡытында беҙ юрғанға төрөнөп, ҡурҡып ҡына ята инек. Ә бында бит ышыҡланырға урын да юҡ. Тиҙ арала лыс һыуға баттыҡ.

Эт көсөктәре инәһенә һырынған кеүек, беҙ ҙә йыуан ҡарағай төбөнә ышыҡландыҡ. Бер-беребеҙҙе йылытырға тырышып, дүртәүләшеп ҡосаҡлашып ултырҙыҡ. Ирендәр күгәреп бөттө, тештәр тешкә теймәй, тән туҡтауһыҙ ҡалтырай. Әлиә, Алһыу һәм мин ауыр булһа ла, иларға тырышмайбыҙ. Ә Зөлфирә һыҡтап илай ҙа илай. Шуға ла тауышы ла бөтә башланы, бахырҙың.

Тәнебеҙҙә ҡоро урын ҡалманы. Исмаһам, йәшене бер аҙға тынһасы! Ана ҡалай утлы ҡылысы менән уйнай! Беҙҙән йөҙ метр самаһы алдараҡ бер ҡайын дөбөр-шатыр итеп ергә ауҙы. Унан осҡондар сәсрәп киткәндәй булды.

Хәҙер беҙҙең ағасты ла йығасаҡ! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Алһыу.



Ҡурҡышыбыҙҙан юлға йүгереп сыҡтыҡ. Бәхетебеҙгә күрә, ошо мәлдә машина килеп туҡтаны. Эсендә ир менән ҡатын ултыра ине. Дүртәүләшеп, машина тап булыуына ышанып бөтә алмай, йәһәт кенә артҡа ултырҙыҡ. Тештәр-тешкә теймәй ҡалтыранышып ултырғанбыҙҙы күреп, тегеләр төпсөнөп торманы. Ҡайһы урамда йәшәүебеҙҙе һорап, өйөбөҙҙөң алдына уҡ килтереп ҡуйҙылар.

Ярай, башҡа улай урманда яңғыҙ йөрөмәгеҙ, — тине ағай. — Һау булып тороғоҙ.



Ауылыбыҙҙа ямғыр булмаған. Өйҙө күргәс, күҙҙән йәштәр бәреп сыҡты. Туған йортобоҙҙан да ҡәҙерлерәк урын юҡ икән. Бүтән өйөбөҙҙән айырмаһалар ярар ине — бар теләгем ошо булды.

Йортобоҙ бикле, тимәк, туғандарыбыҙ ҡалаға уҡыуға киткән. Ҙур йоҙаҡты бер нисек тә аса алмағас, беҙҙе ҡалаға ебәрмәйем, тип ҡыр талашҡан Гөлнара апайға барҙыҡ.

Уй-й, балаҡайҙарым. Килдегеҙме? Һеҙҙең турала уйлана-уйлана йөрәгем ҡалманы, — тине күрше беҙҙе тупылдатып һөйөп. — Әйҙә, юрғанға төрәйем әле һеҙҙе. Өйрәк ите менән аш бешергәйнем. Хәҙер ашап алырһығыҙ.



Көнө буйы ризыҡ күрмәгәс, өҫтәлдәге һый-хөрмәттән ирендәремде супылдатып ялап алдым.

Ә беҙҙекеләр ҡайҙа ул? — тип белештем апай-ағайҙарым хаҡында.

Бөгөн иртәнсәк кенә ҡалаға уҡырға киттеләр. Уҡыу йылы тамамланырға тора бит. Имтихан бирергә кәрәк тинеләр. Улар ҡайтҡансы үҙем һеҙҙе ҡарап торормон әле. Шөкөр, ризыҡ етерлек...

Тамаҡты туйҙырып, йылынып, тәнгә бер аҙ хәл кергәс, өйгә ҡайтырға булдыҡ. Йоҙаҡты Гөлнара апай үҙе асып бирҙе. Мыҡты кәүҙәле күрше күп уйлап тормай, йоҙаҡты һурҙы ла ташланы.

Өйҙөң йәне була тиҙәр, шул дөрөҫтөр. Балҡып торған йортобоҙҙо алыштырғандармы ни! Стеналар ҙа, мейес тә, карауаттар ҙа моңһоуланған кеүек. Беҙҙең сыр-сыу тауышыбыҙҙы ишетмәгәнгә әйберҙәр ҙә күңелһеҙләнәләр микән?

Элеккеләй өйҙө аҫтын-өҫтөнә әйләндереп, шарҡылдап көлөп уйнағы ла килмәне. Йорт эсендә генә түгел, күңелдә лә ҙур бушлыҡ ине.

Зөлфирә һеңлем өйҙә урынлашҡан тынлыҡты боҙҙо:

Атай, әсәй, беҙ ҡайттыҡ, — тине стеналағы уларҙың фотоһына ҡарап. Шунан башын беҙҙең яҡҡа бороп. — Әйҙәгеҙ, әсәйҙе лә, атайҙы ла алып ҡайтайыҡ. Улар ҙа беҙҙе һағынған инде. Иртәгә үк алып ҡайтайыҡ, яраймы...



Һәр беребеҙ үҙ урынына йоҡларға ятты. Ә иртәгә таң менән тороп, туғайға барасаҡбыҙ. Унда беҙҙе берәү ҙә тапмаҫ. Детдомға алып китәм тип килгән кешеләр ул яҡты белмәй ҙә. Атай менән әсәйҙе лә ныҡ һағындырҙы, ауыл осондағы зыяратҡа ла барырбыҙ. Таң ғына атһын әле! Шул хаҡта уйланып ята торғас, татлы йоҡоға талғанмын.
* * *
...Атай ниндәйҙер эш буйынса таң атмаҫ элек ҡалаға китергә булды. "Иртә бит, атай! Һуңғараҡ юлға сығырһың әле", тип тә ҡараныҡ, ә ул тыңламаны. Бәлки, шулай кәрәк булғандыр. Ҡайһы саҡта шул тиклем мөһим эштәр була бит.

Ярай, үҙегеҙҙе тәртипле тотоғоҙ. Юҡҡа-барға талашмағыҙ. Һеҙҙең өсөн кеше алдында миңә оят булмаһын, йәме. — Атай һәр кемебеҙҙең башынан һыйпаны ла, тышҡа сығып китте.



Иң кесебеҙ әле йоҡлай ине, юғиһә ул атайҙы бер ҡайҙа ла ебәрмәйем тип, зыҡ ҡуптара. Мәктәпкә тиклем әле өс сәғәт самаһы ваҡыт бар. Тышта ла ҡараңғы. Тимәк, кәм тигәндә ике сәғәт серем итеп алырға була. Кинәт кенә мине йоҡо баҫты...

"Туҡ-туҡ-туҡ" тигән тауышты йоҡо аралаш ишетеп ятам. Бәй, кемдер тәҙрәбеҙгә шаҡый түгелме? "Туҡ-туҡ-туҡ"... Ә-ә-й, был бит атайыбыҙ ҡайтҡан! Кире боролоп килгәндер инде. Тәҙрәгә сиртеү дауам итте. Нимәне ҡарап ятам һуң әле ишекте асмайса, — тип уйлап та өлгөрмәнем, һиҫкәнеп уянып киттем. Тәҙрәгә, ысынлап та, кемдер сиртә. Йоҡомдан һаман айный алмай тәҙрәгә уҡталдым. Ә атайыбыҙҙың үлгәне иҫемдән сыҡҡан. Ҡорғанды шәп кенә астым да, тышҡа баҡтым. Баҡсаға инеп, тәҙрә төбөндә баҫып торған милиционерҙы күреп, артҡа тәгәрәп киттем. Ул шул хәтлем ҡурҡыныс итеп туп-тура күҙемә ҡараны, шөрләүемдән ҡулдарым тартышып китте. Бөттө былай булғас!

Хәҙер үк ишекте асығыҙ! Һеҙгә әйтәм. — Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, йөрәк дөпөлдәп тибә башланы. Тиҙ генә Әлиәне уяттым. Ни эшләргә белмәй, беҙ мейес артына йәшендек. Икәүебеҙ бер ни һиҙмәй йоҡлай ине.

Күрҙем бит һине, малай! Ас әле ишегеңде. Милиция менән ҡаршылашырға ярамай!

Бүренән ҡасҡан ҡуяндар кеүек боҫоп ултырҙыҡ. Беҙгә нисек тә булһа ишекте асмаҫҡа кәрәк. Ә улар китһә, ш
Тағы дүрт детдомовский...
Өйгә килеп ингәс тә, милиционерҙың ауыҙы йырылып китте. Алан-йолан тирә-яғын ҡараштырып алды. Шунан һыуытҡысты асып, эсен ентекләп тикшерҙе. Ятып йоҡлаған урыныма ла барып, нимәлер эҙләгәндәй булды.

Әйҙә, йоҡлағандарын уятайыҡ та, апайыңа киттек, — тине ул Әлиәгә. — Кейемегеҙҙе йыйығыҙ!



Был һүҙҙәр беҙгә етә ҡалды. Әйберҙәребеҙ дауаханала ҡалғайны бит. Шуға булған бер нисәһен генә шунда уҡ йыйып алдым. Әлиә лә үҙенекен, һеңлемдекен сумкаға тултырҙы.

Милиционер килеп ҡалай шәп итте әле тип эстән генә ҡыуандым. Бына хәҙер бер нисә сәғәттән туғандарыбыҙ янында ултырырбыҙ. Бергәләшеп йәшәрбеҙ шунда. Детдомдың кәрәге лә юҡ. Шуға ла йәһәт булырға кәрәк. Әтеү, милиционер кире уйлап ҡуйыр ҙа, беҙҙе алып бармаҫ.

"Һә" тигәнсе әйберҙәребеҙҙе йыя һалып, машинаға сығып ултырҙыҡ. Ә шулай ҙа өйҙән китеүе шул тиклем ҡыйын ине. Бында кире киләсәгебеҙҙе белгәнгә, әллә ни борсолманыҡ. Әммә барыбер күңелдә ниндәйҙер шом инеп ояланы.

Минең өйҙән китке килмәй. Бүтән ерҙә насар! Бер ҡайҙа ла бармайым! — тип ҡаршылашты Зөлфирә.

Юҡ, бәләкәсем, ҡурҡма! — тиеп тынысландырҙы Әлиә.

Машина ҡуҙғалып китте. Күҙҙән юғалғансы бар ҡарашым өйөбөҙҙә ине. Ауыл осондағы зыяратты үтеп барғанда, кинәт атай иҫкә килеп төштө. Ауыр һулап ҡуйҙым.

Оноттом! — тип ҡысҡырып ебәрҙем.

Нимәне? — Әлиә апайым аптырап китте.

Атай миңә бирергә уйлаған әйберҙе. Иҫләйһеңме, был турала һиңә һөйләгәйнем.

Эйе шул. Ә ниңә ҡараштырманың һуң, Ильяс?

Кисә арып йоҡлағаным да киткәнмен. Ә бөгөн ағай ҡабаландырғас, баштан сыҡҡан. Шунда берәй кәштәлә яталыр. Әлиә, бәлки, кире боролайыҡ?



Милиционер ыңғай яуап бирмәне. "Тегендә һеҙҙе түҙемһеҙләнеп көтәләр. Ваҡыт ҡыҫығыраҡ", — тип яуапланы ул.

Үҙемде эстән генә шул тиклем әрләнем. Был хаҡта ниңә онотҡанмын икән? Моғайын, атай уны әллә ҡайҙа йәшереп ҡуймағандыр. Гел шулай кәрәкле саҡта хәтерем юғала ла ҡуя. Хәҙер ул нәмәгә нимә булыр икән? Минең өсөн иң ҡиммәтлеһе ул тигәйне бит атайым. Әгәр берәйһе үҙенә алып ҡуйһа? Юҡ, атай миңә бирәм тигәс, ул әйбер барыбер ҡулыма килеп эләгергә тейеш. Ярай, ауылыбыҙға ҡайтабыҙ бит әле, шунда табырмын.

Юл ғәләмәт оҙон икән дәһә. Әллә күпме тауҙы үттек, ул теҙелешеп ятып ҡалған ауылдарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Әллә нисә тапҡыр йоҡоға талып, уянып өлгөрҙөк. Берҙе туҡтап та алдыҡ. Шулай күпме барғанбыҙҙыр, белмәйем, әммә ары киткән һайын түҙемһеҙлек арта барҙы.

Бына бер ауылға килеп индек. Ауылдың үҙәгенән тау башындағы урамға күтәрелә башланыҡ. Әллә ҡайҙан балҡып торған ике ҡатлы кирбесле йортҡа килеп туҡтаныҡ.

Килеп еттек, — тине милиционер беҙгә ҡарап.

Ағай, беҙҙең апайыбыҙ ҡалала уҡый бит. Ә һеҙ беҙҙе ауылға алып килдегеҙ, — Әлиәнең йөҙө үҙгәреп китте. Быны күргәс, миндә лә ниндәйҙер шик тыуҙы.

Борсолмағыҙ! — Беҙҙе алып килгән ағай төлкө кеүек тойолдо шул саҡ. — Бында бөтәһе лә һеҙҙеке, туғандарығыҙ ошонда. Әйҙәгеҙ, артымдан.



Йортҡа ингәс тә, шундағы ултырғысҡа ултырттылар. Милиционер төптәрәк урынлашҡан кабинетҡа юлланды. Машинанан үҙе менән бик күп ҡағыҙҙар алып килде. Беҙҙе шунда уҡ сыр-сыу килешеп, балалар уратып алды. Йән-яҡтан беҙгә ҡарайҙар, үҙ-ара көлөшәләр, нимәлер тип шыбырлашҡан булалар. Үҙҙәре беҙҙән көлгән булалар, ә өҫтәрендә йүнле кейем булһасы. Берәүһе ямалған ыштан кейгән, икенсеһенең ойоғо тишек, ә бер малайҙың футболкаһы ҡайышланып, бысрап бөткән. Ниңә әсәләре ҡарамай икән уларҙы? Бәлки, шуға башҡа балаларҙы күргәс, ошолай ҡыланалар. Анау һары ҡыҙыҡай минең йәштәр тирәһелер — тик йүнләп сәсен тарамаған, уныһы ойошоп бөткән. Ә бынау малай, күренеп тора, һуғыш суҡмары — күҙе күгәргән. Бите тырналып бөткән ҡыҙ ҙа талашырға яраталыр. Былар ниңә иҫтәре китеп беҙгә ҡарай икән? Етмәһә, яйлап ҡына яҡынлашалар. Әллә танышырға уйлайҙар инде? Юҡ! Ауылыбыҙҙағы дуҫтарым былар кеүек түгел дә ул. Былар менән күрешке лә килмәй, әллә ниндәй тәртипһеҙ күренәләр.

Тыҡ-тыҡ-тыҡ... Аяҡ тауышын ишеткәс, беҙҙе уратып алған малай-ҡыҙҙар шунда уҡ ситкәрәк китте. Коридорҙың теге яҡ осонда һары сәсле апай күренде. Яҡыная биргәс, уның өҫ-башы күҙгә салынды. Сәстәрен ҡыҙыҡ ҡына итеп үргән ул — әйтерһең дә, башынан кәбән йығылып бара. Ә былай ипле генә кейенгән, теге балалар кеүек түгел. Костюмы ла ялтырап тора, бармаҡтарында әллә нисә алтыны бар. Муйынына ла ниндәйҙер затлы биҙәүес таҡҡан. Өҫтө матур ҙа ул, тик ниңәлер йөҙөндә йылмайыу юҡ. Ҡоралай кеүек тыһылдата баҫып, теге апай туп-тура беҙгә килде.

Һаумыһығыҙ, — тинек бер тауыштан.

Һаубыҙ, — тип кенә сикләнде ул. Әллә был апайҙың кәйефе юҡ инде? Кеше менән ипләп һөйләшмәй, буғай. Ҡырт киҫеп яуапланы. Хатта дауаханала табиптар беҙгә йылмайып һүҙ ҡуша ине. Шунан теге апай беҙгә ҡарап торған балаларҙы әрләргә тотондо:

Нимә йыйылышып киттегеҙ бында, ас ҡарғалар? Берәй ят кеше күренһә, элмәндәшеп килеп етәһегеҙ! Бөтәһен белергә, күрергә кәрәк һеҙгә! — Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, тегеләрҙең бер нисәүһе ҡасып өлгөргәйне. Әммә һары сәсле апай ҡысҡырыуын дауам итте:

Ну ялҡыттығыҙ һеҙ мине, ну хәлемде бөтөрҙөгөҙ. Сәстәремде лә ағартыусы бары һеҙ генә. Тағы һеҙгә нимә етмәй, ә? Төркөмөгөҙҙә генә ултырһағыҙ нимә була? Ҡарға кеүек темеҫкенеп тик йөрөйҙәр. Марш бынан!

Уның "марш" тигәнен ишеткәс, башы эйелә төшкән малай-ҡыҙҙар тиҙ арала таралышып бөттө. Беҙ ҡайҙа килеп эләктек икән? Теге милиционер ағай ҙа төпкә инеп китте лә, юҡ булды. Тиҙерәк китергә кәрәк бынан, тиҙерәк! Ҡысҡырыуын тыңлап торғас, ҡолағым сыңлап китте.

Апай, һеҙ кем булаһығыҙ? — Әлиә ҡыҙыҡһыныуын йәшермәне.

Директор! Мәүлиҙә Нурғәлиевна исемем. Ярай, етәр! Миңә һорау биргәнде яратмайым. Киттектәр артымдан.

Оҙон коридор буйлап атлайбыҙ. Шунан уңға боролдоҡ, йәнә тура барҙыҡ. Күп тә үтмәй, дарыу еҫе аңҡып торған кабинетҡа килеп индек.

Бына беҙгә тағы дүрт йолҡош килде, — тине Мәүлиҙә Нурғәлиевна беҙгә төбәп.



Шәфҡәт туташы директор ингәс тә урынынан тора һалып, уның янына килде. Етәксеһенең һүҙен ҡеүәтләгәндәй, башын һелкте. Һары сәсле апай һөйләүҙән туҡтаманы:

Сәйҙә, бынауҙарҙың башын ҡарап сыҡ әле. Беттәре барҙыр ул! Әтеү бүтән балаларға йоғор.

Хәҙер, Мәүлиҙә Нурғәлиевна, хәҙер!

Уф, ошо йыйын алкаштарҙың мәхлүктәрен кеше итәм тип ғүмер үтер инде. Хөкүмәткә нужа итеп ниңә табаларҙыр ул, аптырайым. Шунан ошо йолҡоштарҙы дөрөҫ юлға баҫтырам тип күпме нервы бөтә. Бына былар ҙа әле генә шым күренә: тамаҡтары туйһа — шашырҙар әле...

Апай, ниңә улай әйтәһегеҙ, — тип ризаһыҙлығымды белдермәйенсә түҙә алманым.

Уй, шымып тор әле, маңҡа, — тине ҡаты тауышлы етәксе.



Был апайҙың да балалары бармы икән? Булһа, мин уларҙы йәлләмәйем. Нисек түҙәләр икән? Беҙҙең әсәй улай түгел ине...

Фотоаппарат тотоп, медпунктҡа ниндәйҙер ағай килеп инде.

Дүртәүһен дә теҙеп фотоға төшөр. — Мәүлиҙә апай уға бойороҡ бирҙе. — Бер нисә йылдан кеше булып китһәләр, шашына башлайҙар. Ҡайҙан килгәнен, ниндәй ҡиәфәттә булғандарын оноталар. Тамағы туйһа, өҫ-башы йүнле әйбер күрһә, шулай ҡылана улар. Ә беҙ шул саҡ иҫенә төшөрөр өсөн фотоһын күрһәтербеҙ, эйе бит! — тип көлгәс, ирендәре йәйелеп китте. Теге ағай шалт-шолт итеп беҙҙе фотоға төшөрҙө лә юҡ булды.



Шәфҡәт туташы кабинетына күҙлек кейгән йыуан ғына апай килеп инде. Беҙҙе күргәс, көлөп ебәрҙе.

Таныш булығыҙ — Рәйфә апайығыҙ. Ул һеҙҙең тәрбиәсе, — тине директор. Беҙ иҫәнләштек...

Ата-әсәләре ҡайҙа йөрөй икән, Мәүлиҙә Нурғәлиевна?

Үлгәндәр...

Ә-ә-ә!? Нимә булған икән?

Әлләсе. Шуртым белһен. Туймаҫтай булып эскәндәрҙер...

Улай түгел! — Әлиә быларға ҡаршылығын белдерҙе. — Һеҙ беҙҙең атайҙы ла, әсәйҙе лә белмәйһегеҙ. Шулай булғас, ниңә улайтып әйтәһегеҙ?

Уй, Мәүлиҙә Нурғәлиевна, былар менән эшләүе ауыр булыр ул. Бынау ҡыҙҙың теле бик үткер күренә.

Улай тимәгеҙ апайыма! Сығарығыҙ беҙҙе, өйөбөҙгә ҡайтабыҙ, — тинем.

Аб-бау! Кәкре аяҡлы малай ҙа шул сама. Апаһы менән килешкән. Ярай мин уларҙы тәртипкә өйрәтермен. — Рәйфә апай тигәндәре шулайтып киҫәтеп ҡуйҙы.

Рәйфә, һин быларҙы төркөмгә алып бар. Аҙаҡ тағы һөйләшербеҙ әле.

Ярай, Мәүлиҙә Нурғәлиевна.



Тәрбиәсе беҙҙе икенсе ҡатҡа алып китте. Рәйфә апай бүлмәләр менән таныштырып йөрөгәндә, беҙгә бер ҡыҙыҡай осраны.

Апай, тағы дүрт детдомовский өҫтәлдеме? — тип һораны тәрбиәсенән.

Кит бынан, йөрөмә юлда! — Рәйфә апай теге ҡыҙҙы ҡыуып ебәрҙе.

"Детдомовский" һүҙе ҡолағымды йыртып индеме ни! Бер-беребеҙгә аптырап ҡарап алдыҡ. Әлиәнең йөҙө ҡасты. Башым әйләнеп китте. Йәшен атҡандай тойолдо.

Бында ҡалмайбыҙ, сығарығыҙ беҙҙе! — Апайым илап ишек яғына ынтылды.

Беҙ өйгә ҡайтабыҙ! — тине Алһыу.

Әсәйемә әйтәм, әйтәм! — Зөлфирә лә ҡысҡырып илай башланы.



Һеңлемде ҡулынан тотоп алдым да сығыу яғына дүртәүләп йүгерҙек. Әммә ишек бикле ине. Типкеләп тә ҡараныҡ, ә ул асылманы...

Сараһыҙҙан түҙә алмай, иҙәнгә ултырып түгелеп иланыҡ. Ишек төбөндә беҙ оҙаҡ ҡына шулай үкһеп ултырҙыҡ. Беҙ бөгөндән — детдом балалары...
Әсәйемдең йыры




"Детдом балаһы" тигән һүҙгә яйлап күнә лә башланыҡ. Урамда китеп барғанда кешеләрҙең бер-береһенә ҡарап:

Ана, детдом балаһы йөрөп ята. Берәй нәмәңде сәлдереп ҡуймаһын! — тиеүҙәренә лә аптырамайбыҙ. Балалар йортонда йәшәһәк тә, ауыл мәктәбенә йөрөйбөҙ. Халыҡ детдомдыҡыларға бер төрлөрәк ҡарай. Малайҙарҙың береһе эш ҡылһа: "Эй шул детдомдыҡыларҙан яҡшыны өмөт итмә инде", — тиҙәр ҙә ҡуялар.



Балалар йортона килгәс тә, иң кесебеҙҙе бүтән төркөмгә урынлаштырҙылар. Детдомда йәмғеһе биш төркөм бар һәм балаларҙы йәшенә ҡарап бүләләр. Беренсе төркөмдә әле саҡ атлай башлағандары, ә бишенсеһендә — юғары кластарҙа уҡығандар. Зөлфирәне беҙҙән айырыуҙары үтә лә ҡыйын булды, сөнки һеңлемдең хәлен беләм тип теләгән ваҡытында барып булмай — ундағы график буйынса ғына. Ә был йортта тәртиптәр ҡаты — һин шуға буйһонорға тейешһең. Ҡайһы саҡта һеңлебеҙ йәшәгән төркөмгә барһаҡ — уның бите тырналған йәиһә ҡулы күгәргән осраҡ та булғылай. Баҡтиһәң, йә малайҙар уға ҡул күтәрә, йә тәрбиәсе шулайтып "уҡытып" маташа. Балалар йортондағы тормош ошондайыраҡ һынауҙарҙан башланды.

Үҙебеҙҙә йәшәгәндә урамға сығыу ҡыйын түгел ине. Ә бында тик тәрбиәсе рөхсәт итһә генә оло бәхет тәтей. Әгәр төркөмдәштәрҙән берәйһе мәктәптән "икеле" алып ҡайтһа, язаһын бөтәһе лә татый. Күмәкләшеп дәфтәр-китапҡа ғына текәлеп көнө буйына ултырырға тейешбеҙ.

Теләгән нәмәңде ашатмайҙар. Колбаса, кәнфит, ҡаймаҡ тигәндең нимә икәнен дә оноттоҡ. Бик күп ризыҡтарҙы бында ашарға ярамай. "Санэпидемстанция рөхсәт итмәй" тиҙәр ҙә ҡуялар. Уныһы кемдер ул, белмәйем.

Ярты йылға яҡын бында йәшәп, шуны аңланым: балалар ҙа, тәрбиәселәр ҙә төрлө икән. Беҙҙең төркөмдә ике тәрбиәсебеҙ һәм улар бер-береһенән шул тиклем айырылалар. Рәйфә апай уҫалыраҡ тойолһа, Хәкимә апай, киреһенсә, һәр саҡ алсаҡ йөҙлө.
* * *
Был байрамды бала саҡтан түҙемһеҙләнеп көтөп ала инем. Быйыл да ошо көндә ниндәйҙер мөғжизә булыр, күптәнге хыялдарым тормошҡа ашыр тип ышандым.

Яңы йылға тиклем ике аҙна ҡалғас та, бер нисә малай-ҡыҙҙы тамаша залына йыйып алдылар. Уларҙың араһында мин дә бар. Ундай сараларҙа элек өйҙә йәшәгәндә лә ҡатнаштым. Әле балалар йортонда ла һәләтемде күрһәтермен, тип уйланым.

Балалар! — тип башланы һүҙен байрамды ойоштороусы апай. — Иң күркәм байрамға һынаулы ғына көндәр ҡалды. Шуға ла беҙ ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, бөгөндән үк эшкә тотонорға тейешбеҙ. Әйҙәгеҙ әле, беҙ бүтәндәрҙе иҫ киткес тамаша менән ҡыуандырайыҡ!

Әйҙәгеҙ! — Алғы рәттә ултырғандарҙың күҙҙәре балҡып китте.

Шуға иң һәләтлеләрҙе йыйып алдым да инде. Беҙ әкиәт сәхнәләштерербеҙ. Имеш, Кащей исемле яуыз зат Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы үҙендә бикләп тота! Ә Ҡуян, Төлкө, Айыу һәм башҡалар байрамыбыҙҙың төп ҡунаҡтарын ҡотҡарырға тейеш. Ҡыҙыҡмы әкиәт?

Эйе-е! Ҡыҙыҡ! — тип кемуҙарҙан ҡысҡырҙыҡ. Күңел күтәрелеп китте. Бына хәҙер Айыу буласаҡмын һәм Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҡотҡарасаҡмын.Үәт, шәп була!

Ойоштороусы ролдәрҙе өләшә башланы. Тик ниңәлер урман йәнлектәрен уйнарға бүтәндәргә бирҙеләрсе.

Ә миңә? — тинем аптырам.



Ойоштороусы көлдө лә:

Һин, Ильяс, Кащей булаң, — тине. — Быны һин генә булдырасаҡһың.

Ниңә улай, апай! Мин насар, ҡурҡыныс нәмәне уйнағым килмәй, бүтәндәр минән көләсәк.

Юҡсы, туғаным. Һиңә иң яуаплы бурыс йөкмәтелде. Был бит ысынында түгел, ә әкиәтте күрһәтеү генә.

Нимәңде мыжып тораһың унда! — тигән тауышҡа боролоп ҡараһам, артымда тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай тора. Ул тамаша залына беҙҙең эш нисек барыуын ҡыҙыҡһынып ингән икән. Уны күргәс тә, башым түбән эйелде. Ә Рәйфә апай һөйләүҙән туҡтаманы:

Әй, ошо Ильясты! Үҙенә күрә түгел — әллә кем булып ҡылана ул. Гелән йә артист, йә яҙыусы булам ти ҙә йөрөй, йә ғалим булам тип аптырата. Ә үҙенең кәкре аяғы хаҡында уйлап та бирмәй. Һиңә Кащейҙы уйнайһың тип әйткәндәр бит, тимәк, булаһың!





Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет