Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов Ҡалдырма, әсәй!



жүктеу 1.26 Mb.
бет7/9
Дата21.04.2019
өлшемі1.26 Mb.
1   2   3   4   5   6   7   8   9

Ҡалай класташыбыҙ сос икән! Ысынлап та, бер нисә бүтән төҫлө кроссовки, костюмдар ҙа килтергәндәр. Бүтәндәрҙән айырылып торған кейемдә йөрөйәсәгемде күҙ алдыма килтергәс, күңелгә йылы йүгерҙе. Фәрит тә ҡыуанысынан ҡайҙа баҫырға белмәй.

Бына Әмилә үҙенә оҡшағанын һайлап алды. Башы күккә тейерҙәй булып ҡыуана инде.

Шунан беҙгә һайлашырға тотондо:

Тәк, Ильяс, быға тиклем ҡыҫҡа еңле костюмда йөрөүеңде онот! Хәҙер шартына килтерәбеҙ. Бына быныһын үлсәйек әле.

Киңерәк шикелле, Әмилә.

Улай булғас, быраҡтыр ситкә! — Тәрбиәсе ишетмәгәндә ҡолағыма шыбырланы. — Икенсеһен ҡарайыҡ.

Ныу, Ильяс, ҡалай шәп быныһы! — Ситтән ҡарап торған Фәрит һоҡланыуын йәшермәне. Тиҙҙән уға ла килешкәнен һайланыҡ. Был юлы тап килгән кроссовкаларҙы ла алдыҡ. Бына, исмаһам, шатлыҡ.

Һуңлап килгәндәргә бындай бәхет тәтемәне. Уларҙы быйыл да "инкубаторҙар" тип эләкләйәсәктәре көн кеүек асыҡ. Ә беҙгә улай тип әйтмәйәсәктәр. Үәт!

Беҙ быларҙы кемгә генә маҡтанып күрһәтмәнек. Төркөмдәштәр бына исмаһам көнләште! Ярай әле башлы Әмиләбеҙ бар! Мәктәптә лә иғтибар үҙәгендә булдыҡ.

Бына ҡарағыҙ әле — ниндәй кейем алып бирҙеләр! — Класташыбыҙ шундуҡ өйрөлөп тә күрһәтә. — Детдомдыҡы булғас та беҙҙе мәхрүмештәр тип уйламағыҙ!



Ауыл балалары ла быға һоҡланып ҡуя:

Оһо! Бигерәк килешә һиңә, Әмилә!

Йылы тәнеңдә туҙһын...

Ә һеҙ ана Ильяс менән Фәриткә ҡарағыҙ әле! — Ул беҙгә бармағы менән күрһәтә. — Үҙем һайлап бирҙем. Бына, исмаһам, джентельмендар хәҙер!



Инде беҙҙең өҫ-башты тикшерә башланылар. Матур кейемдә булғас, уҡыуы ла еңел икән. Үҙем генә бөгөн ике "бишле" алдым. Әмилә лә "бишле"не эләктерҙе.

Бөгөн бөтә дәрестәр ҙә һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Тиҙерәк киләһе уҡыу көнөнөң етеүен теләп, ҡайтырға сыҡтыҡ.

Шәп иттек, ивет малайҙар!

Эйе, рәхмәт һиңә, Әмилә!

Шатлығыбыҙҙың сиге булмаҫ кеүек ине...

Мәктәптән ҡайтҡас та детдом директоры кабинетына саҡыртып алды.

Мәүлиҙә Нурғәлиевна беҙҙе күреү менән, төкөрөктәрен сәсә-сәсә һөйләнә башланы:

Күҙегеҙ түпәгә менерҙәй итеп күп шаштығыҙ! Мәктәптә лә, бында ла эш боҙоп ҡына тораһығыҙ. Кисәге генә дәрестә һуғыш ойошторғанһығыҙ икән. Ә тәрбиәсегә ҡайтып, уҡытыусы ауырый тип алдағанһығыҙ. Хәкимә апайығыҙ, етмәһә һеҙгә кейем дә келәттән алып биргән. Юҡ-ҡ... Бындай рәхмәтһеҙ балаларҙы шаштырырға ярамай. Хәҙер үк быйыл алған бөтә кейемдәрегеҙҙе лә кире тапшырығыҙ! — Директорҙың һүҙҙәренән әллә нисек булып китте. Класташтарымдың да башы эйелде.

Апай, дөрөҫөн әйткем килә... — тип һүҙ башлағайны ғына Әмилә, Мәүлиҙә Нурғәлиевна шунда уҡ уның ауыҙын япты:

Етәр-р! Ишеткем дә килмәй тауышығыҙҙы! Күҙемдән юғалығыҙ һуғыш суҡмарҙары! Ә хөкүмәт әйберҙәрен хәҙер үк тапшырығыҙ! Марш бынан әремтамаҡтар!..



Яңы костюм, ялтлап торған кроссовки кейеп бүтән йөрөй алманыҡ. Улай ғына булһа ине лә ул! Йыл башында алған футболканы ла, свитерҙы ла, бүтән кейемдәрҙе лә тартып алдылар...
Эшләй белмәй
Көҙ — беҙҙең өсөн ҡыҙыу миҙгел. Быйыл бигерәк тә, сөнки картуф һәләк уңған икән. Тәрбиәсебеҙ Рәйфә апайҙың баҡсаһы ғәләмәт ҙур. Бына шунда көн дә эшләйбеҙ ҙә инде. Картуф алырға барасағыбыҙҙы алдан әйтеп ҡуя. Ял етһә, көнөбөҙ шунда үтә.

Бөгөн дә үҙе детдомда эш урынында ятып ҡалһа ла, алты баланы өйөнә ебәрҙе.

Көндәр боҙолорға тора, бөгөн эште бөтөрөгөҙ инде, — тине беҙҙе оҙатҡанда.



Рәйфә апайҙың баҡсаһындағы ер яман ныҡ ҡаты, шуға унда ҡаҙыуы ла ауыр. Анау көндә ҡулға сөйәл сығып бөттө, бил дә төнө буйына һыҙланы. Етмәһә, апай үҙе өйҙә булмаһа, уның ире беҙҙең хужабыҙ кеүек ҡылана. "Ярай, ҡайтып ашап килегеҙ", — тип, төш етһә детдомға ҡайтара. Тәрбиәсебеҙ төшкө аштан һуң йәнә үҙенә ҡыуа. Тәмләп өйөндә сәй эсереүҙәре һирәк кенә булғыланы.

Кисәге төркөмөбөҙҙә төнгө "няня" булып эшләүсе Флүрә апай үҙенә ҡунаҡҡа саҡырғайны.

Тәмле итеп аш бешерермен, ҡоймаҡ ҡойормон. Мунса ла яғырбыҙ әле, — тине мөләйем апай. Төшкә тиклем Рәйфә апайҙа бил бөктөк тә ул, тик детдомға килеп ашағандан һуң кире барғы килмәне. Арыным, шул картуфын күрге лә килмәй. Фәрит тә әллә ни атлығып тормай.


Фәрит, әйҙә, Флүрә апайға барайыҡ. Ул кисә саҡырҙы бит, — тинем бүтәндәр ишетмәгәндә.

Ысынлап та. Ҡара әле онотоп та торамсы. Әйҙә, барайыҡ...



Төшкө аштан һуң алтауыбыҙ Рәйфә апайҙың ҡушыуы буйынса баҡсаһына киттек.

Малайҙар, бөгөн өлгөртөр кәрәк... — тип йәнә ҡабатланы тәрбиәсебеҙ.



Детдомдың ҡапҡаһынан сыҡҡас та Фәрит менән икенсе яҡҡа һыпырттыҡ. Малайҙарға был турала өндәшмәҫкә ҡуштыҡ.

Беҙгә лә күстәнәс алып килһәгеҙ, Рәйфә апайға әйтмәбеҙ, — тине "эшселәрҙең" береһе. — Уның ире лә өйҙә юҡ шикелле. Моғайын, һиҙмәҫтәр.

Рәхмәт һеҙгә. Алып килербеҙ...

Йылғаға яҡын ғына матур өй бар. Ошо булыр Флүрә апайыбыҙҙың йорто. Ана, баҡсаһы тулы сәскә, әллә ҡайҙан балҡып тора.

О-о-о, ниндәй ҡунаҡтар! — Хужабикә беҙҙе күреү менән йылмайып ебәрҙе. — Әйҙүк, әйҙүк. Бына ашым да бешә. Кисәге генә һарыҡ һуйғайныҡ.



Тәмле еҫ өйгә таралған. Их, ҡалай танауҙы ҡытыҡлай ул! Күптән ундай ашты ашаған юҡ ине.

Флүрә апай шыж да пыж итеп ҡоймаҡ ҡоя, үҙе беҙҙең менән һөйләшә:

Улымды былтыр әрмегә алғайнылар — күңелһеҙ булып китте әле. Чечняға эләккән бәләкәсем. Ә ағайығыҙ эштә. Мин көнө буйы өйҙә яңғыҙым. Бына һеҙҙе күргәс, өй яҡтырып китте.



Эҫе генә ҡоймаҡтарҙы ҡаймаҡлап алдыбыҙға ҡуя.

Хәҙер ошоно бөтөрәйем дә, аш эсербеҙ, йәме... — ти яғымлы тауышы менән.



Был турала Флүрә апайға әйтергәме-юҡмы тип оҙаҡ уйлап ултырҙым. Шунан әсәләй яҡын күргән кешегә барыбер еткерергә булдым:

Беҙ бит Рәйфә апайҙан ҡастыҡ, — тинем.

Бәй! Нисек инде ҡастыҡ?

Һүҙгә Фәрит тә ҡушылды:

Бөгөн уның баҡсаһында эшләнек. Анау көндә картуфын ала башлағайныҡ. Бөгөн бөтөрөгөҙ, ти ҙә ҡуя. Былай ҙа төшкә тиклем хәл бөттө. Яңынан үҙенә ебәргәс, дүртәүбеҙ уға китте, ә беҙ Ильяс менән һеҙгә һыпырттыҡ.



Флүрә апай уйға батты.

Дә-ә-ә, улай икән. Шул Рәйфә апайығыҙ үҙенең ике балаһы булып, гел һеҙҙән эшләтә. Ҡышын уға һыу ташып йөрөгәнегеҙҙе лә беләм.

Эйе шул.

Малайҙарҙы малын ҡарарға ҡушҡанын, һарайын таҙартырға ебәргәне хаҡында ла ишеткәйнем. Ҡыҙҙарҙан өйөн йыйыштырырға, иҙәнен йыуырға ҡуша икән.

Дөрөҫ, апай...

Ә бына һеҙҙең мине яҡын күреүегеҙҙе өнәп етмәй Рәйфә. "Балаларҙы шаштырма, үҙеңдән алыҫ тот" тигән була. Анау тапҡыр һеҙгә йыуаса алып килеүемде лә оҡшатманы. Ҡыҙыҡ ҡатын инде ул.



Шунан апай эҫе генә аш һалды, күпереп бешергән икмәген дә өҫтәлгә ҡуйҙы. Ҡоротлап аш бигерәк тәмле икән! Бындай һөтлө сәйҙе лә күптән эскәнебеҙ юҡ ине. Уңған да инде беҙҙең Флүрә апайыбыҙ!

Туйып алғас, урамға сығып, күрше малайҙар менән уйнап та алдыҡ. Аҙаҡ мунса индек. Ошо мәлдә үҙемдең балалар йортонда йәшәүем хаҡында онотоп та киткәнмен. Бында бит бөтә нәмә өйҙәгесә. Шуны ярамай, быны ашарға хөкүмәт ҡушмай, тегендә бармағыҙ, унда йөрөмәгеҙ тиеүсеһе лә юҡ.

"Няня"быҙ ҙа үтә яғымлы, изге күңелле. Мунсанан һуң тағы баллап сәй эстек.

Көндөң кискә ауышыуын һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Флүрә апайҙа нисек кенә яҡшы булмаһын, беҙгә детдомға ҡайтыр кәрәк. Әгәр һуңлаһаҡ — Рәйфә апайыбыҙ тетмәбеҙҙе тетәсәк! Флүрә апай күп иткәнсе тәмлекәстәрҙе, бөгөнгө ҡоймағын да һалып бирҙе.

Барыһына ла минән сәләм әйтегеҙ. Иртәгә күрешербеҙ, йәме! — тип оҙатып ҡалды. Беҙ ҡыуанышып, ҡоралай кеүек һикерә-һикерә, ҡайтып киттек.

Бына үҙемә шундай матур өй төҙөйәсәкмен! — тигән була дуҫым. — Унда бөтәһенә лә урын етәсәк. Һин дә, Ильяс, шулай гел ҡунаҡҡа килеп йөрөрһөң.

Рәхмәт. Мин дә Флүрә апайҙарҙыҡы кеүек йорт һаласаҡмын.

Әйҙә, Ильяс, ҡул ҡыҫып ант итәйек — балалар йортонан сыҡҡас, матур итеп үҙебеҙгә донъя ҡорабыҙ ҙа, дуҫ, татыу ғаиләбеҙ менән аралашып йәшәйбеҙ...

Әйҙә! Ант итәм...



Рәйфә апай беҙ бүлмәгә ингәнде һиҙмәй ҙә ҡалды. Теге малайҙар арып ҡайтҡан, карауатта һуҙылышып яталар. Күстәнәс тулы пакетты күргәс, кемуҙарҙан уратып алдылар.

Бар ҡыҙҙарҙы ла саҡырығыҙ әле! Флүрә апай бөтәһенә лә теүәл бүлергә ҡушты, — ти Фәрит.



Тиҙҙән ҡыҙҙар ҙа бүлмәгә йыйылды. Һәр кемгә икешәр ҡоймаҡ, берәр ус кәнфит эләкте. Бындай бәхеттән тегеләр ҙә арығанын онотто шикелле.

Картуфты алып бөттөгөҙмө? — тинем.

Уй-й, ҡайҙан... Әле тағы бер көнлөк эш бар.

Эйе шул, ике көнлөк булмаһа.

Етмәһә, ире ҡайҙандыр ҡайтып инде лә һеҙҙе таптыра.

Ә һеҙ нимә тинегеҙ? — Фәрит урынынан ҡалҡына бирҙе.

Бер нимә лә тимәнек. Барыбер Рәйфә апайға шылтыратып әйтәсәген беләбеҙ бит.

Шул саҡ бүлмәгә Рәйфә апай килеп инде. Йөрәк жыу итеп ҡалды.

Ҡайҙа йөрөнөгөҙ, бездарҙар? — Тәрбиәсе тәүҙә Фәриткә килде лә, башына асҡыс менән шаҡ итеп һуғып ебәрҙе. — Кемегеҙ ҡотортто?



Яуап биреүсе булманы. Апай тапочкаһын сисеп, табаны менән минең дә башына шаҡылдата һуҡты. Башым әйләнеп китте. Бүлмәбеҙгә йыйылған малай-ҡыҙҙар сығып ҡасырға уйлағайны ла, Рәйфә апай шунда уҡ туҡтатты:

Берәү ҙә урынынан ҡуҙғалмай тинем! — Шунан беҙҙе һөҙөрҙәй итеп ҡарап алды. — Был бәндәләргә таянырға ярамай! Ҡалай сос булып сыҡтылар әле! Ничего, кәрәгегеҙҙе бирермен әле. Һеҙ булмағас — бүтәндәр эште бөтөрә алмаған. Ә иртәгә ҡар яуып ҡуйһа? Хоҙайҙан яҡшы көндө теләгеҙ, көн боҙолһа — башығыҙҙы ашайым. Шул Флүрәлә йөрөнөгөҙмө?



Бер һүҙ ҙә әйтмәнек. Рәйфә апайҙың асыуы ҡабарҙы ғына:

Һеҙҙе кәнфит менән әүрәтеп үҙ эшен эшләтәлер әле.

Беҙ эшләмә... — әйтеп бөтөргә лә ирек бирмәне.

Шым! Ауыҙыңды аса күрмә. Йән көйгәндә йә тәҙрәнән алып ырғытырмын... — Бүтәндәр ҡоймаҡ тотҡан көйөнә ҡатҡан да ҡалған. Быны Рәйфә апай ҙа күреп ҡалды.

Хәҙер үк аш һыуы биҙрәһен алып кил әле, — тине ҡыҙҙарҙың береүһенә.

Теге ҡыҙ етеҙ генә алып килде лә, бысраҡ биҙрәне бүлмә уртаһына ултыртты.

Ҡулығыҙҙа нимә бар — ошо биҙрәгә ташлағыҙ! — Быны ишеткәс, балалар бер-береһенә ҡарашты. Ҡоймаҡты күптәре онотҡанда бер күрә. Кемдер хатта уны берҙе тешләп, тәмен татып та өлгөргән.

Апай, тағы берҙе тешләһәм буламы? — тине кемдер арабыҙҙан.

Никаких! Хәҙер үк ташлағыҙ. Беренсенән, санэпидстанция ундай аҙыҡты ашатырға ҡушмай. Икенсенән, бүтән Флүрәнең ҡулынан берәй нәмә алып ҡарағыҙ әле!



Кемдер илап та ебәрҙе. Ашай ғына башлаған ҡоймағын да, кәнфиттәрҙе лә биҙрәгә ташлап, күңелдәре төшөп, бүлмәнән сығып киттеләр.

Ну был Флүрә теңкәмә тейҙе генә! Ул педагог түгел, белеп ҡуйығыҙ шуны, — тип апайҙы әрләргә күсте. — Балалар менән бөтөнләй эшләй белмәй. Һеҙҙең режимды боҙоп, үҙенә саҡырған кешене башы бар тип әйтеп буламы? Уның был ҡылығын мин, юғары белемле педагог, аңлай алмайым. Ошо турала Мәүлиҙә Нурғәлиевна менән һөйләшергә тура киләсәк.


* * *
Флүрә апай аҙнанан ашыу күренмәне. Уға нимә булған икән тип, борсолоп бөттөк. Бәлки, ауырыйҙыр, бына төҙәлер ҙә, эшкә сығыр тип уйланыҡ. Һәм бер көндө Флүрә апай төркөмгә килеп инде. Ниңә көндөҙ эшкә килгән, тип аптырап та ҡуйҙыҡ. Яратҡан апайыбыҙҙы сыр-сыу килеп шунда уҡ һырып алдыҡ. Уға бер-бер артлы һорауҙар яуҙы:

Һеҙҙе һағындыҡ, апай! Ҡайҙа булдығыҙ?

Әллә ауырынығыҙмы?

Хәҙер һеҙ көндөҙ ҙә эшләйһегеҙме?



Тик ниңәлер "няня"быҙҙың кәйефе юҡ. Ҡулына документтар тотоп алған. Бер аҙ шым торғандан һуң, йылмайырға тырышып беҙгә яуап бирҙе:

Рәхмәт, балаҡайҙар! Миңә бер ни ҙә булманы. Хәҙер беҙ һеҙҙең менән йыш осраша алмаясаҡбыҙ. Шулай килеп сыҡты инде. Әммә өйөмдөң ишеге һеҙҙең өсөн һәр саҡ асыҡ. — Флүрә апай һәр беребеҙҙең башынан һыйпаны ла, сығыу яғына ыңғайланы.



Бынан һуң ул балалар йортона бүтән килмәне...

Өҙөлгән өмөт
Март айының башы ине. Балалар йортоноң "башлығы" Даян киске аштан һуң Фәрит менән мине бүлмәһенә саҡырып алды. Нимә булды икән? Бер эш тә ҡылманыҡ шикелле. Тәртип боҙһаҡ, тәрбиәселәр уға "саңыбыҙҙы ҡағырға" ҡушҡанын беләбеҙ ҙә ул. Шулай ҙа...

Һеҙгә бик мөһим задание бар, — тине ялбыр сәсле Даян. — Белеп тораһығыҙ, 8 Март яҡынлашып килә. Байрамға һөйгән ҡыҙыма бүләк алырға аҡса кәрәк. Шуның өсөн һеҙҙе саҡырттым да инде. Сос икәнегеҙҙе беләм. Ике көн генә ҡалды. Икәүләшеп миңә илле һум табып килтерегеҙ...

Ә беҙ уны ҡайҙан алайыҡ? — тинем аптырап.

Уныһы һеҙҙең эш: һорап тораһығыҙмы, урлайһығыҙмы, эшләп алаһығыҙмы... Ике көн эсендә илле һум булмаһа, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ. Ярай, ошоноң менән һүҙем бөттө, хәҙер үк эҙләй башлағыҙ, — тине лә карауатына һуҙылып ятты. — Барығыҙ, барығыҙ!



Ошо Даянды... Ул беҙҙән шуға көслөрәк. Шуның менән файҙалана ла. Ә уҡыуы әллә ни яҡшынан түгел. Күпме балаларҙан көлгәне бар уның. Анау тапҡыр миңә лә эләкте. Бына хәҙер аҡса таптыра. Был турала тәрбиәсегә әйтһәң, үҙеңә генә насар эшләйәсәкһең. Ошаҡлашып йөрөйһөң тип кәрәгеңде биргәнсе туҡмар. Башҡа малайҙарҙы ла һиңә ҡаршы ҡотортор әле.

Ул тиклем аҡсаны ҡайҙан табырға! Беҙгә ул хәтлемде берәү ҙә биреп тормаҫ. Ишшеү, урлағыҙ тигән була! Юҡ, утта яндырам тиһәләр ҙә, ҡулымды кеше кеҫәһенә тыҡмам!

Иртәгәһен мәктәптән һуң магазин янына барҙыҡ.

Берәйһенән һораһаҡ, бәлки, бирерҙәр, — тине Фәрит.



Кешеләр инеп-сығып тора. Тик "аҡса биреп тороғоҙ әле" тип теләнселәү яман уңайһыҙ. Шулай магазин эсендә оҙаҡ ҡына әйбер ҡарап торған булдыҡ. Үҙәк урамда йәшәгән апай бына инде икенсе тапҡыр магазинға килде. Йәнә беҙҙе күргәс, аптырап китте.

Баяғы тоҙ алырға онотҡайным, шуға килдем әле, — тине ул һатыусыға. — Бынау малайҙар һаман тораларсы.

Әллә инде. Торһондар — миңә ҡамасауламайҙар.

Теге апай беҙҙән төпсөнөргә тотондо:

Кемде көтәһегеҙ, балаҡайҙар?

Бер кемде лә... — Кәштәлә ятҡан тәмле-татлыларға тексәйеп ҡарағаныбыҙҙы күргәндер инде. Кеҫәһенән ун һум сығарҙы ла, беҙгә һондо.

Мәгеҙ, бөгөн йома бит! — тине йомарт апай. — Шунан тоҙ һатып алды ла, сығып китте.



Ҡулыбыҙға ун һум аҡса эләккәс, шатлығыбыҙҙан ни эшләргә белмәнек. Тағын ҡырҡ һум тапһаҡ, Даянға бирәбеҙ ҙә ҡотолабыҙ. Детдомға ҡайтып барышлай юлдан тағы ике һум табып алдыҡ. Хәҙер 12 һум кеҫәбеҙҙә ята.

Ҡояш беҙҙең яҡта. — Фәрит аҡсаларҙы йәнә һанап ҡуйҙы. — Бына бит, дуҫым, беҙ ниндәй бәхетле.

Эйе, иртәгә тырышһаҡ, иллегә тултырырбыҙ ул...

Иртәгәһенә теге магазинға инеп торманыҡ, һатыусы алдында уңайһыҙ ине. Ҡыйыулыҡ табып, берәүҙән ваҡ аҡса һорап ҡарағайныҡ, ул ағай үҙебеҙҙе оялтып китте.

Ҙурайһам, берәүҙән дә аҡса һорамаясаҡмын, — ти Фәрит. — Үҙем күп итеп эшләйәсәкмен. Әгәр ҙә кемдер һорап килһә — биреп торормон.



Магазин алдында тапана торғас, Фәрит бик шәп тәҡдим яһаны:

Ильяс, өҫкө урамдарҙа юл ҡарҙан асыла башлаған бит. Әйҙә, шул яҡтарға йөрөп киләйек. Әгәр кемдеңдер кеҫәһенән тәңкә төшөп ҡалһа, ул ҡар ирегәс күренә бит.



Бигерәк башлы шул дуҫым. Тау башындараҡ урынлашҡан урам яғына юлландыҡ.

Кемдер урамдан китеп бара, шунан ошо тайғаҡ урында ҡолай. Аҙаҡ кеҫәһенән аҡсаһы ҡойола. Ә ул шуны белмәй, тора ла, юлын дауам итә. — Ваҡ аҙымдар менән Фәрит шулай үҙенсә һөйләнеп алға бара. Уныңса булыуы ла мөмкин. Был боролош яман ныҡ тайғаҡ шул. Тимер аҡса табырмын тип иғтибар менән юлымды ҡарап барҙым.

Ҡара, Ильяс, ҡара! — Класташым тамаҡ ярып ҡысҡырып ебәрҙе. — Илле тин таптым, илле тин! Ур-ра!

Ҡараңғы төшкәнсә урам буйлап йөрөһәк тә, бүтән табышҡа юлыҡманыҡ. Кеҫәлә ни бары 12 һум да 50 тин...

Детдомға ҡайтыуыбыҙҙы Даян түҙемһеҙләнеп көткән. Беҙҙе күреү менән бүлмәһенә саҡырып алды.

Илле һумды һалығыҙ усыма, — төлкөләй хәйләкәр ҡарашына эстән генә асыуланып ҡуйҙым. — Һалығыҙ, һалығыҙ! — Табылған аҡса Фәриттә ине. Ул барыһын сығарҙы ла, Даянға һондо.



Бер нисә тәңкәне күргәс, "башлыҡ"тың йөҙө боҙолоп китте.

Был нимә ул! Көләһегеҙме әллә минән?

Бүтән табып булманы. — Фәрит ҡалтыраулы тауыш менән яуапланы.

Знать не знаю. Нимә, аңлайышлы әйтмәнемме әллә?! Һеҙҙән һорайым!?

Ике көн буйына эҙләнек, — тинем аҡланып. — Йөрөмәгән еребеҙ ҡалманы.

Даян йоҙроҡтарын төйөп, шкафҡа шаҡ иттереп һуғып ебәрҙе.

Үҙегеҙгә үпкәләгеҙ тигәйнем. Мин үҙ һүҙемдә торам. Бөгөн Фәрит һинең менән, ә иртәгә Ильяс менән һөйләшеп алырға тура килер. — Йыйған аҡсабыҙҙы кеҫәһенә һалды ла, беҙҙе бүлмәһенән ҡыуып сығарҙы.



Күп тә үтмәй, Даян үҙ бүлмәһенә башҡа төркөм малайҙарын йыйҙы. Шунан һәр саҡ уға йомошсо булып йөрөгән малай Фәритте саҡырып алды. Хәҙер "башлыҡ" уның менән нимәлер эшләйәсәк. Иртәгә миңә сират етә тине бит. Даян менән беҙҙең бүлмә йәнәш, шуға берәй тауыш-тын ишетелмәҫме икән тип, һаҡ ҡына тыңлап торам. Әгәр дуҫымды туҡмай башлаһалар, тәрбиәсене барып саҡырырмын ул. Күп тә үтмәне, тышта нимәлер дөбөр-шатыр итеп ҡалды.

А-а-а, башы-ы-ым! — Йән өҙгөс тауыш ишетелде. — Үл-лә-әм! Үлә-ә-әм!



Тәҙрәгә уҡталдым! Ҡараһам, Фәрит ерҙә аунап ята. Уның янына йүгереп сыҡтым. Класташым түҙә алмай тегеләй-былай тулай. Барыһы ла шунда уҡ аңлашылды: Фәритте тумбочка эсенә ултыртҡандар ҙа, икенсе ҡаттан ырғытҡандар. Ҡар иреп, боҙға әйләнгән ҡаты урынға ғына килеп төшкән. Ипләп ҡараһам, дуҫымдың башынан шабырҙап ҡан аға. Быны күреп, ҡалтыранып киттем, үҙем дә күҙ йәштәремде тыя алманым. Урамда йөрөгән башҡа малайҙар Фәритте индерешергә ярҙам итте. Медпунктҡа алып барҙыҡ, башын бинт менән уранылар. "Туйға тиклем төҙәлерһең", — тине шаяртып шәфҡәт туташы.

Шул көндә Фәрит төнө буйына йоҡлай алмай сыҡты. Берсә карауатында туланы, берсә аяғына баҫып атларға ла маташты. Ыҙалай-ыҙалай таңды аттырҙы. Уның йөҙө ап-аҡ ине. Хатта иртәнсәк ашағыһы ла килмәне.

Даян дөрөҫөн әйтмәҫкә киҫәтеп ҡуйҙы. "Әгәр берәй кемгә һөйләһәгеҙ, көн күрһәтмәйәсәкмен", — тине ул беҙгә. Шулай ҙа мин Рәйфә апайға һөйләп бирергә булдым.

Юҡты һөйләйһең. Гел шул Даян тураһында ошаҡлашалар ҙа йөрөйҙәр. Ышанмайым, — тип үҙемде пыр туҙҙырып әрләп ташланы.



Фәрит мәктәпкә барманы. "Башым әйләнә, Ильяс, тора алмайым", — тине ул йәшләнгән күҙҙәрен һөртә-һөртә.

Тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай уны тыңларға ла теләмәне:

Мәктәпкә бармаҫ өсөн юрамал ҡылана инде. Үҙе шалҡан кеүек. Әй, хәйләкәр ҙә ошо йолҡоштар!



Бер нисә көн үтте. Һәр саҡ йылмайып, ҡыуанып йөрөгән дуҫымды алыштырҙылармы ни! Йүнләп ашамай ҙа. Бер ике ҡалаҡ ҡаба ла, тәрилкәһен ситкә этә. Баш ауырыуҙан дарыу биреп, уны көсләп мәктәпкә лә йөрөргә ҡуштылар. "Сикәм ауырта, башым гел әйләнә", — тип һаулығына зарлана бирҙе Фәрит. Тик уны тыңлаусы ғына булманы.

Ул ҡәһәрле көндән теүәл бер аҙнаға яҡын үтте. Нисек кенә көсләһәләр ҙә, дуҫым мәктәпкә ҡабат бара алманы. Көнө буйына бер кем менән һөйләшмәйенсә карауатында тик ятты. Мин уның янында ултырҙым, кәрәкһә, һыуын да килтерҙем.

Бер ваҡыт Фәрит һөйләшә башланы. Әллә төҙәлергә итә инде!

Ильяс, һин миңә ҡунаҡҡа киләһеңме?



Аптырап киттем. Быны нисек аңларға кәрәк!? Беҙ бит әле бер йортта, бер бүлмәлә йәшәйбеҙ.

Ана, туп-тура ҡарале, — ти ятҡан көйөнә бармағы менән күрһәтеп. — Күрәһеңме, минең матур өйөмдө. Алдында машинам да тора...



Билләһи, Фәрит хыялыйға әйләнгән шикелле. Әллә нимә һөйләгән була. Имеш, өйө тора, машинаһы бар. Тиҙ генә шәфҡәт туташын саҡырттым. Тәрбиәсебеҙ ҙә бүлмәгә атылып килеп инде. Ә Фәрит һаман да ниҙер һөйләй ҙә һөйләй. Шәфҡәт туташы тиҙ арала ҡалаға шылтыратып "ашығыс ярҙам"ды саҡырҙы. Күп тә үтмәй, класташымды дауаханаға алып киттеләр. Фәриттең йөҙө күм-күк ине...

Бер ай үтеп тә китте, тик Фәрит кенә дауахананан ҡайтманы.

Апай, дуҫым ҡасан ҡайта? — тип көн дә һорашып торҙом.

Тотаһың да һорайһың да йөрөйһөң. Уға кендегең йәбешкәнме әллә? Ҡайтмай ул! — тине ҡырт киҫеп Рәйфә апай. — Уны бүтән детдомға күсерҙеләр...

Өҫтөмә боҙло һыу һипкәндәй булды!

Нисек башҡа детдомға? Фәрит ризалашмаҫ ине ул. Балалар йортонан сыҡҡас та, дуҫ булып йәшәрбеҙ тип ант бирешкәйнек бит. Ул Флүрә апайҙыҡы кеүек йорт һалам тигәйне. Аҙаҡ ғаиләбеҙ менән ҡунаҡҡа йөрөшөрбөҙ тигәне лә хәтерҙә. Фәрит үҙ магазиным була тип хыялланды. Әгәр Рәйфә апай әйткәне дөрөҫ икән, тимәк, элекке уртаҡ хыялдар юҡҡа сығасаҡ. Ҡайҙан эҙләп табам мин уны? Тәрбиәсемдең был хәбәренән һуң оҙаҡ шаңҡып йөрөнөм. Ышанмайым. Үҙҙәре ҡотолоу өсөн әллә ҡайҙа көсләп ебәргәндәрҙер...

Уҡыу йылы тамамланыуға күп тә ҡалманы. Көн шул хәтлем аяҙ. Ҡояш битте ҡыҙҙыра ғына. Класта бындай мәлдә ултырып түҙеп булмай. Бына ҡыңғырау зыңғырланы. Бөтәбеҙ ҙә инеп ултырыштыҡ. Уҡытыусы бөтәбеҙҙе лә барлайым тигәйне, журналды алырға онотҡан икән.

Мөхәмәтов, бар уҡытыусылар бүлмәһенән класс журналын алып кил әле, — тине миңә.



Уҡытыусының ошолай ышаныс белдереүе беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Икенсе ҡатҡа күтәрелеп, уҡытыусылар бүлмәһенән журналды барып алдым.

Уҡыу йылы аҙағы бит инде. Кемгә сиреккә ниндәй билдә ҡуйыласағын шул тиклем белге килә. Берәү ҙә күрмәгән саҡта, тәҙрә төбөнә барып, журналды ҡарай башланым. Ниңәлер Фәриттең исеме һыҙып ташланған ине. Ҡыҙыҡһынып, һуңғы биттәрҙе ҡараштырҙым. Бәлки, ҡайһы балалар йортона күсеүе хаҡында яҙылғандыр. Барыбар дуҫымды табасағыма өмөтөм ҙур. Әһә! Таптым ул битте. Бында ваҡ итеп яҙғандар — танымаҫһың да. Шулай ҙа яҙмаға нығыраҡ тексәйҙем: "Выбыл из школы. Основание: свидетельство о смерти № ХР–10252". Был яҙыуҙы уҡығас, шаҡ ҡаттым. Ирендәрем ҡалтырап китте. Нимә? Фәрит үлгән?! Тәнгә эҫе булып китте. Тын алыуы ҡыйынайҙы. Башым зыр әйләнеп китте лә, иҙәнгә йығылдым...
Ҡунаҡ ҡаршылайбыҙ
Ял көнө һайын балалар йортонда йыйылыш үтә. Бөтә төркөмдө бер рәткә теҙеп ҡуялар ҙа, үткән аҙнаға "баһа" бирәләр. Тәүҙә директорыбыҙ һөйләй. Һуңынан завуч, аҙаҡ — тәрбиәселәр... Кем мәктәптә тәртип боҙа, кем насар уҡый — ошонда тетмәһен тетәләр. Аҙнаның иң тәртипле төркөмөн дә бында атайҙар. Ҡайһы берәүҙәр ҡырын эш эшләгәнен белә күреп, йыйылыштан ҡасып ҡалырға маташа. Кемдең шунда әрләнеп торғоһо килһен инде?! Ә был юлы берәү ҙә йыйылыштан ситтә тороп ҡалманы. Хатта кемдер бүлмәһендә йоҡлағанға һалышып, йәшенеп ҡалырға уйлағанын да саҡыртып алдылар. Ҡайһы бала ниндәй этлек ҡылған, кем үҙен тәртипһеҙ тота тип тикшереп торманылар. Күрәһең, ниндәйҙер унан да мөһимерәк яңылыҡ бар.

Балалар! Беҙҙең ваҡытыбыҙ бик ҡыҫҡа — шуға ла башҡа мәсьәләләргә бөгөн артыҡ туҡталып тормайым, — тип башланы һүҙен Мәүлиҙә Нурғәлиевна. — Эш шунда — иртәнән һуң Өфөнән ҙур ҡунаҡтар киләсәк.

Ҙу-у-ур? — Иң кескәйҙәр төркөмөнән ҡыҙыҡай аптырап һорап ҡуйҙы.

Эйе, бик ҙур кешеләр. Улар тиктомалға йөрөп ятмайҙар. Беҙҙең ниндәй шарттарҙа йәшәүебеҙҙе, тәрбиә эшенең нисек барышын тикшерәсәктәр. — Шунан тамағын ҡырып, тик кенә тороғоҙ тигәндәй бармағы менән янаны ла һүҙен дауам итте. — Хәҙер һөйләгәнемде ҡолаҡ төбөнә киртеп ҡуйығыҙ. Бөгөндән үк бөтәбеҙ ҙә ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ, бөтә бүлмәләрҙе лә аҫтын-өҫтөнә әйләндереп йыуабыҙ. Келәттән бөгөн үк яңы кейемдәр аласаҡһығыҙ. Аҙаҡ, кеше килгәндә, минең шуным юҡ, минең быным юҡ, тип мейемде серетеп йөрөмәгеҙ. Тағы ла шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: килгән ағай-апайҙар менән әллә ни һөйләшеп бармағыҙ. Нисек йәшәйһегеҙ тип һораһалар, бер үк ошаҡлаша күрмәгеҙ. Улар килер ҙә китер, ә һеҙгә бында йәшәргә кәрәк. Ярай, хәҙер тәрбиәселәрҙе тағы йыйып һөйләшеп алырмын. Ә һеҙ, тиҙ генә эшкә тотоноғоҙ!..





Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет