«Аҡмулла һәр заманда хаҡ мулла» Эшләне



жүктеу 36.79 Kb.
Дата21.01.2018
өлшемі36.79 Kb.


«Аҡмулла - һәр заманда хаҡ мулла»

Эшләне: Ҡарабулатов Илнур, Ейәнсура районы Абзан урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы

Етәксеһе: Ҡарабулатова Гөлкәй Шәһәҙәт ҡыҙы,башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Аҡмулла - һәр заманда хаҡ мулла.

Һәр халыҡтың үҙ дәүеренә ҡарата алдынғы фекер йөрөтөүсе аҡыл эйәләре була. Улар - үҙ халҡын белемгә, ғилемгә өндәүсе, тыуған халҡы, теле хаҡында борсолоусы ябай һәм бөйөк шәхестәр.Шундайҙарҙың береһе – исеме бөтә төрки халыҡтарының күңелендә урын алған, бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла.

Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла 1831 йылдың 14 декабрендә Миәкә районы Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Тәүге һабаҡтарҙы ул атаһынан ала,унан күрше ауылдарҙағы мәҙрәсәләрҙә уҡый. Бер нисә йыл атаҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый, һуңыраҡ Троицк ҡалаһына юл тота. Ҡышын ул мәҙрәсәләрҙә уҡыһа, йәй көндәре ҡаҙаҡ балаларына һабаҡ биреп йөрөй. Уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге, сәсәнлеге өсөн халыҡ уны Аҡмулла тип атай. Аҡмулла ҡаҙаҡса тура һүҙле, ғәҙел кеше тигән һүҙ. Аҡмулла исеме уға халыҡ тарафынан ҡушылған ҡәҙерле исем.

Аҡмулланың тура, ғәҙел һуҙенән байҙар ҡурҡыр булған.Сөнки ул ҡомһоҙ байҙарҙан, наҙан муллаларҙан көлөп, шиғыр, өләңдәр сығарған. Байҙар бындай баш бирмәҫ шағирҙан үс алыу өсөн төрлө этлектәрен эшләгән. Мәҫәлән, Аҡмулланың « Нәфсе » исемле шиғырын алайыҡ. Был шиғырҙа байҙарҙың ҡомһоҙлоҡ, рәхимһеҙлек кеүек сифаттары асыла. Эйе, Аҡмулла ошондай байҙарҙы аҡылға ултыртмаҡ булып, төртмә һүҙле шиғырҙары менән көрәшеп ҡараған. Шиғырҙарын төрлө мәжлестәрҙә, йыйындарҙа һөйләгән, аҡындар менән сәсәнлек ярышында ҡатнашҡан. Халыҡ был шиғырҙарҙы отоп алып, яттан һөйләп йөрөр булһа, байҙар уның һүҙенән ҡурҡып,үсләшеп йөрөгәндәр. Хатта бер ғәйепһеҙгә төрмәгә лә ултыртып маташҡандар.Ләкин былар ғына Аҡмулланың рухын һындыра алмаған. Ул тағы ла үткерерәк шиғырҙарын сығарыуын дауам иткән. Миңә шағирҙың « Аттың ниһен маҡтайһың? » исемле шиғыры бик оҡшаны. Уға эйәреп, мин үҙем дә ошондай шиғыр ижад иттем:
Аҡмуллаға эйәреп.
Илде талап байыған етәксенән

Аҡыл менән эш иткән башлыҡ артыҡ;

Сит ерҙәрҙең байлығына ҡыҙыҡҡансы

Ата-бабаң ҡәберен белеү артыҡ;

Ике йөҙлө ҡурҡаҡ юлдаштан

Күңеле аҡ булған дуҫ артыҡ;

« Йәшел йыланды » тәмләп ҡарайым тигәнсе

Таҙалыҡҡа файҙа булған ҡымыҙ артыҡ;

Тәмәке тигән ағыуҙан да

Ҡул һелтәһәң мең артыҡ;

Ауыҙ тултырып һағыҙ сәйнәгәнсе

Әсә телен өйрәнеү күпкә артыҡ;

Урам буйлап эт һуғарғансы

Аҡмулланың щиғырын яттан белеү артыҡ!


Ысынлап та, Аҡмулланың әйтеүенсә, әҙәмдәрҙә күңел боҙоҡлоғо, һәр төрлө насарлыҡ, аҙғынлыҡ, бер ҡыйынлыҡ күрмәй йәшәүҙән килә:

Бер ҡаза күрмәйенсә, әҙәм шашыр,

Бәндәнең ҡаза тигән күңелен баҫыр,-

ти ул үҙенең « Урыным – зиндан » тигән шиғырында.

Аҡмулла үҙенең күп шиғырҙарында сабыр холоҡло, әҙәпле, аҡыллы булырға өндәй. Ошолай итеп, ул беҙҙе тәрбиәле булырға саҡыра. Халыҡтың яҡты, матур киләсәген ул тәрбиәле быуында күргән дә инде. Ә йәштәрҙе мәғрифәткә, белемгә ынтылдырыусы төп көс ул - ислам дине аша ғына атҡарып була, тип һанаған. Ул ваҡыттағы муллалар, дин әһелдәре йәштәргә оло үрнәк булырлыҡ шәхестәр булған. Уларҙың иңендә оло яуаплылыҡ ятыуын Аҡмулла йыш әйтеп торған. Ләкин ҡайһы бер әхләҡ яҡтан тәрбиәһеҙ муллалар әҙәм башын ҡатырырға ғына эшкинә, һәр төрлө фетнәләр шул муллаларҙан сыҡҡанлығын әйтә:

Фетнәнең күбе сығыр телебеҙҙән,

Сәлләһе өлкән тигән кешебеҙҙән.

(« Замана ғалимдарына »).


Дин әһелдәренә ҡарата бындай ҡарашын Аҡмулла ғүмере буйы һаҡлай.

« Мулла » тигән төшөнсәгә шағир үҙе аҡыл эйәһе тигән мәғәнәне һала. Һәм, әлбиттә, Аҡмулланың ғалим, аҡыл эйәһе мулланың иң элек ғилемле, белемле булыуын, йәш быуынға матур тәрбиә биреүендә күрә.

Аҡмулланың дини ҡараштары, бер быуаттан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, бик актуаль, тип уйлайым. Йәштәребеҙҙең генә түгел, өлкән быуын инәй-олатайҙарҙың да әҙәплелеген, күркәм холоҡло булыуын дин юлына баҫыуҙарында күрәм. Ауылдарҙа бик күркәм, матур мәсеттәр асылып тора. Улар бер ваҡытта ла буш тормаһын. Яйлап өлкәндәр артынан балалар ҙа эйәрһен ине, тигән изге теләктәмен. Ә ул иман йорттарының хужалары донъя малына ҡыҙыҡмаған, халыҡты ғилем - һөнәргә ынтылдырыусы, таҙанырға ярҙам итеүсе изге күңелле муллаларыбыҙ булһын.

Шулай уҡ, илебеҙҙә муллыҡ, тыныслыҡ хөкөм һөрһөн тиһәк, етәксе түрәләребеҙҙең дә аҡыллы, ғәҙел, мәғрифәтле булыуы үтә лә мөһим.



Нисә быуат үтһә лә, шағирҙың шиғриәте, аҡыллы һүҙҙәре, тормош юлы бер ҡасан да иҫкермәйәсәк, онотолмаясаҡ. Сөнки ул тәрән йөкмәткеле, халыҡсан рухлы бөйөк шиғриәткә нигеҙ һалған бөйөк шәхес.

...Әле тышта – декабрь айы. Тышта өйөрөлөп-өйөрөлөп ап-аҡ ҡарҙар яуа. Бар тирә-яҡ аҡҡа төрөндө.Ошондай матур мәлдәрҙең береһендә тыуғанғамы икән, Аҡмуллабыҙҙың да уйҙары аҡ, яҡты булған бит. Үҙ теленең ҡәҙерен белеп, белемгә ынтылған йәш быуынға ҡарап ҡыуаналыр кеүек йәннәттән бағыусы Аҡмулла. Эйе, уның хыялдары тормошҡа ашты. Бар булмышы менән илем тип йәшәүсе, кешене изгелеккә өндәүсе аҡ уйлы, аҡ фекерле, аҡ күңелле муллаһын күп быуындар хәтерләр, уны өйрәнер әле. Амин, шулай булһын!
Каталог: data -> olimp
olimp -> 5-8-се кластар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙарына яуаптар
olimp -> V –viii кластар њсњн башќорт љЎљбиљтенљн интернет-олимпиада яуаптары
olimp -> Аҡмулла һәр заманға хаҡ мулла
olimp -> Ответы на задания II тура дистанционной олимпиады по Башкирскому языку для учащихся 9 11 классов (второй этап)
olimp -> 1797 года в Химмельпфортгрунде небольшом пригороде
olimp -> Башҡорт һәм рус халыҡ балалар уйындарын сағыштырыу
olimp -> Населенные пункты, расположенные на территории современной Республики Башкортостан и существовавшие к 1812 году
olimp -> Фгбоу впо «бгпу им. М. Акмуллы» Центр развития одаренности школьников Кафедра татарского языка и литературы
olimp -> Вәлиева Айгөл, Өфө ҡалаһы М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының 9Б класы уҡыусыһы Башҡорт теленән интернет-олимпиада һорауҙарына яуаптар


Достарыңызбен бөлісу:


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет