Баязит Бикбай. "Ер" поэмаһы



жүктеу 67.44 Kb.
Дата12.09.2017
өлшемі67.44 Kb.
түріПоэма



Баязит Бикбай.

Ер” поэмаһы.




Тема: Баязит Бикбай. “Ер” поэмаһы.

(Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 синыфтары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программала 8-се синыфта Баязит Бикбай ижадын өйрәнеү буйынса 5 сәғәт бүленгән. Был бүлек буйынса 1-се дәрес.)



Маҡсат: 1) Яҙыусының ҡатмарлы тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу.

2) Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү, шағирҙың әҫәрен уҡырға теләк булдырыу.

3) “Ер” поэмаһы менән таныштырыу.

4) Баязит Бикбай шәхесенә һоҡланыу тойғоһо тәрбиәләү.



Эпиграф.

“Ер, һыу – бөтә башланғыстың башы бит ул. Уларҙан башҡа кеше

үҙе лә юҡтыр, бәлки”

Б.Бикбай

Йыһазландырыу: Яҙыусының портреты, плакаттар, китаптарынан күргәҙмә, ижад һәм тормош юлына арналған папка, мультимедия проекторы, электрон дәреслек.

Һүҙлек һүҙҙәре: бығау, аҫыл ғүмер, сыбыҡ, бураҙна, төрән.
Дәрес барышы.


  1. Инеш. Һәр кемдең күңеленә иң яҡын, иң ҡәҙерле ере була. Ул тыуып үҫкән ер. Ә һеҙ Тыуған ил төшөнсәһен нисек аңлайһығыҙ? (Әңгәмә ойоштороу). Ошо әңгәмә аша өйгә бирелгән эште тикшереүгә күсеү.

Өйгә эште тикшереү. Уҡыусыларҙың Тыуған ил, ер тураһында яҙып алып килгән хикәйәләрен, шиғырҙарын, мәҡәлдәрен тыңлау.

Уҡытыусы:



  • Бөтә яҙыусылар һәм шағирҙар ҙа үҙ ғүмерҙәрендә бер тапҡыр булһа ла тыуған ил, ер тураһында әҫәр ижад итә. Ә Баязит Бикбай өсөн был тема уның ижадында төп темаларҙың береһе була. Ошо темаға уның “Ер” поэмаһы әле лә бик актуаль. Юҡҡа ғына түгел беҙ бөгөн дәрестең эпиграфы итеп, Баязит Бикбайҙың әҫәренән ошо юлдарҙы алдыҡ.

Экрада сыға.

Ағиҙелдең ағышы ла,

Тауҙарым, ҡырҙарым да,

Кешеләрҙең яҙмышы ла

Уралды йырҙарыма.

(Дәфтәрҙәргә числоны, теманы, дәрестең эпиграфын яҙҙырыу.)

Эпиграфты уҡып, дәрестең темаһын һәм маҡсатын тағы бер ҡабат ҡабатлап үтеү.

Уҡытыусы:

- Бөгөн беҙ дәрестә Б.Бикбайҙың ҡатмарлы тормош юлы, ижады тураһында мәғлүмәт алырбыҙ, уның “Ер” поэмаһы менән танышырбыҙ. Поэмала ергә ҡағылышлы ниндәй мәсьәләләр күтәрелгәнлеген ҡарарбыҙ. Төркөмдәр менән эшләрбеҙ.


  • Ә кем һуң ул Баязит Бикбай?

Экранда яҙыусының портреты сыға.

Ошо урында уҡытыусы яҙыусы тураһында уның ҡәләмдәштәренең һүҙҙәрен килтерһә,бик урынлы булыр.



Экранда сыға.

  1. “ Мин ижади ғүмеремдең бала сағын һағынам. Тәүге “әҫәрҙәрем” ятҡан сәңгелдәккә тәү тапҡыр өмөтлө ҡараш ташлаған күҙҙәрҙе, шәфҡәт менән һуҙылған ҡулдарҙы үтә һағынып иҫкә алам. Шулар арһында Б.Бикбай ҡулдары ла бар”. (Мостай Кәрим, Башҡортостан халыҡ шағиры.)

  2. “Баязит Бикбай иҫ китмәле күп һәм төрлө-төрлө жанрҙарҙа ла берҙәй уңыш меән эшләне, һәр саҡ ижад уты менән янды. Уның ише эшһөйәр, уңған кешене үҙ ғүмерендә күп осратырға тура килмәне миңә. Ә бит ижад өсөн эш һөйөү генә етмәй, һөҙөмтәле эшләү ҙә кәрәк. Был йәһәтттән Баязит Бикбайға тиңләшерлек кеше аҙ булыр беҙҙә.” (Заһир Исмәғилев, композитор, СССР-ҙың халыҡ артисы.)

  3. Уйсан әҙип либретто яҙыуҙы ла халыҡ алдындағы бурысы һананы. Йәш мәҙәниәте үҫеше өсөн үҙен яуаплы тойҙо. “Әгәр ҙә беҙ, драматургтар, ярҙамға килмәһәк, сәнғәтебеҙҙең иң ҡатмарлы бер жанры – опера сәнғәте артта ҡалыр һәм был милли мәҙәниәтебеҙҙең үҫешенә ҙур кәмселек килтерер ине”, - тигән хәүефтән сығып, үҙ өҫтөнә аныҡ ил хәстәрен күтәреү бурысын алғайны ул. Бындай замандаш менән ғорурланмау мөмкин түгел”. (Хөсәйен Әхмәтов, композитор, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.)

  4. “Баязит Бикбай башҡорт поэзияһында, әҙәбиәтебеҙҙә ҙур күренеш. Ул бөтә намыҫлы ғүмере, ихлас күңеле, керһеҙ йөрәге менән әҙәбиәткә йәнен-тәнен биреп хеҙмәт иткән кеше.

Тура һүҙлелек, хәҡиҡәт уның өсөн иң ҙур иман да, йәшәү йәме лә булып күтәрелде”. (Назар Нәжми, Башҡортостандың халыҡ шағиры.)

  1. Рауил Бикбаев, Баязит Бикбайҙың юғалтыу ҡайғыһын кисереп, уның яҡты иҫтәлегенә арналған һүҙҙәрен ошо юлдарға һалғайны:

Балҡып торған көҙгө был ҡара таң

Килеп керҙе ҡайҙан аҙашып?

Ҡара таңдың

Ҡара ҡуйынына

Ауҙы аҙашым.

Тәүге ҡарға баҫып, сабый кеүек

Йөрөр инек бөгөн һөйөнөп.

Ҡар өҫтөдә инде һинең эҙ юҡ,

Ҡар өҫтөндә - тупраҡ өйөмө.

Аҡ кәфендәй ҡарға

Һулыған сәскә, япраҡ ҡойолған.

Аһ, был – ҡәбер түгел,

Ҡәбер түгел!

Дөрләп янған йондоҙ,

Күк балҡытып,

Атылып килеп,

Ергә уйылған, -

Тип яҙҙы.


II. 2.1. Электрон дәреслектән Баязит Бикбай тураһында уҡытыу. (Башҡорт әҙәбиәте. 5-9 синыфтар өсөн электрон ҡулланма).

    1. 2.2. Электрон дәреслектән фотоһүрәттәрен ҡарау. (Шунда уҡ).

2.3. Уҡытыусы.

  • Уҡыусылар, һеҙ Баязит Бикбайҙың ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ? (Программа буйынса 5-се синыфта өйрәнгән Б.Бикбайҙың “Тыуған тел”, “Рус теле” шиғырын иҫкә төшөрөү. Шиғырҙы тасуири уҡытыу һәм төп темаһын иҫкә төшөрөү.) Шиғырҙарҙы электрон дәреслектән уҡыу.

III. “Ер” поэмаһын өйрәнә башлау.

3.1. Һүҙлек эше. (Был һүҙҙәр таҡтала яҙылған)

Бығау – зд.: путы, оковы, узы

Аҫыл ғүмер – драгоценная жизнь

Сыбыҡ – зд.: провода

Бураҙна – борозда

Төрән – плуг

3.2. Әҫәрҙе фонохрестоматияна тыңлау. Шунда уҡ экранда әҫәрҙең йөкмәткеһенә ярашлы һүрәттәр, картиналар сыға. (Әҫәрҙең эмоциональ ҡабул итергә ярҙам итеүсе төп сараларҙың береһе – уның аңлы һәм тасуири уҡыу. Был ғына әҫәрҙең идея-эстетик мәғәнәһен тулыһынса асырға мөмкинлек бирмәй, уны тик әҫәргә анализ яһағанда ғына тулы килеш асырға мөмкин. Поэманы өйрәнгәндә тарихи һәм идея-эстетик характерҙарға ҙур урын бирергә кәрәк.)

3.3. Төркөмдәрҙә эшләү. Бирелгән һорауҙарға тулы яуаптар әҙерләп яҡлау.

I төркөмгә эш:

- Ни өсөн поэма “Ер” тип атала? Фекерегеҙҙҙе текстан миҫалдар килтереп дәлилләгеҙ.

II төркөмгә эш:

- Өҙөктә ниндәй тарихи осорҙар тураһында һүҙ бара? Һәр бүлекте яҡынса даталарға бүлергә.



III төркөмгә эш:

- Поэманың төп геройы кем? Геройҙар. Геройҙарға ҡылыҡһырлама бирегеҙ.

(Халыҡ. Яҙыусы әҫәрҙең башынан алып аҙағынса халыҡ яҙмышын, уның ауыр көрәш юлын күрһәтә.

Ошо образдар менән бер рәттән поэмала индивидуалләштерелгән образдар ҙа алына. Поэмала халыҡ образы менән бергә ер образына мөрәжәғәт итеү яҙыусыға ундағы төп теманы тулыраҡ асыу мөмкинлеген бирә.Ер образы поэманың башынан алып аҙағына тиклем килгән үҙәк образдарҙың береһе.)

IV төркәмгә эш:

- Әҫәрҙең художество үҙенсәлектәре, теле, стиле.

(Б.Бикбайҙың халыҡ ижады поэтикаһын яңы йөкмәтке менән байытыуҙағы новаторлығы уның поэзияһында айырыуса киң кәүҙәләнә. Башҡорт поэзияһы гәүһәре – “Ер” поэмаһы, мәҫәлән, баштан-аяҡ башҡорт халыҡ эпосы үҙенсәлектәре менән һуғарылған әҫәр. Бына поэмалағы көрәшкә саҡырыу ауаздары строфикаһы:

Батшаға баш эймәгеҙ, атаҡай!

Ҡоллоҡ бауы кеймәгеҙ, әсәкәй!

Баярға ер бирмәгеҙ,

Атаҡай,


Әсәкәй, Ау…

Уралдай ҡалҡығыҙ,

Урмандайшаулағыҙ,

Үҙ өсөн тормошто

Үҙегеҙ даулағыҙ!

Бында ҡобайыр үлсәме менән әҙәби стилдәге шиғри үлсәмле строфалар аралашып килеп, әҫәрҙең үҙенсәлекле ритмикаһын барлыҡҡа килтергән.

Б.Бикбай ижадында фольклор традицияларының новаторҙарса үҫтерелеүен йәнә бик күп планда күрһәтеп бирергә мөмкин булыр ине. Шуларҙың айырыуса ҡыҙыҡлы күренгән береһенә генә туҡталайыҡ. Халыҡ ижады әҫәрҙәрендә “аҡ” һәм “ҡара” төшөнсәләре художестволы образ дәрәжәһенә күтәрелеп, күпселек осраҡтарҙа контраст алымы хеҙмәтен үтәгән. Б.Бикбай әҫәрҙәрендә лә “аҡ” һүҙе йыш осрай: “Акселән”, “Аҡсәскә”, Ағабей, Аҡмырҙа һ.б. Уларҙа “аҡ” һүҙе шатлыҡты, сафлыҡты белдереүсе образ рәүешендә йөрөй.)

3.4. Төркөмдәрҙең эштәрен тыңлау, анализлау.

IV. Теманы йомғаҡлау маҡсатында викторина үткәреү һәм уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.

Викторина һорауҙары.



  1. Кем ул Баязит Бикбай?

  2. Б.Бикбай ҡайҙа тыуған? (Көйөргәҙе районы Ҡалта ауылында)

  3. Б.Бикбай ҡасан тыуған? (1909-1968)

  4. 1923 йылда Б.Бикбай тормошонда ниндәй ваҡиға була? (Ул ырымбурҙың Башҡорт педагогия техникумына барып инә.)

  5. Б.Бикбай Өфөшгә ҡасан килә? (1928 йылда)

  6. Ҡасан тәүге китабы сыға? (1932 йылда)

  7. Тәүге шиғырҙар китабы нисек атала? (“Үтеп барған көндәр”)

  8. Б.Бикбай әҙәбиәттең ниндәй өлкәһендә эшләй? (Поэзия, драматургия, проза өлкәһендә берҙәй уңышлы эшләй.)

  9. Б.Бикбайҙың ниндәй әҫәрҙәрен өйрәндек?

  10. “Ер” поэмаһы нимә тураһында?

  11. Әҫәрҙең төп геройы? (Халыҡ) (Поэма тураһында артыҡ күп һорауҙар кәрәкмәй, сөнки киләһе дәрестә әҫәрҙе өйрәнеү дауам ителә.)

V. Өйгә эш: Тексты шартлы рәүештә мәғәнәүи өлөштәргә бүлегеҙ һәм исемдәр бирегеҙ, йәки әҫәрҙән үҙең теләгән өҙөктө ятларға.

VI. Уҡыусыларҙың дәрестә эшләүҙәрен баһалау.





Б.Бикбайҙың “Ер” поэмаһы буйынса үткәргән дәрестән күренештәр



Достарыңызбен бөлісу:


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет