ЫрғЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



жүктеу 5.76 Mb.
бет10/26
Дата21.04.2019
өлшемі5.76 Mb.
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   26

1

Ҡотлоярҙың бәләкәс кенә кирбес өйө, ныҡып тултырған кеүек, халыҡ менән тулған. Ҡарттар түрҙән теҙелгәндәр. Йәштәр урындыҡ ситен тултырып ултыралар. Ишек төбөндәрәк ваҡ малайҙар.

Тимерғәле бабай, һирәк һаҡалын һыйпай-һыйпай, уйланып һөйләнә:

— Һай, һай, ауыр хәл килеп сыҡты. Көтөлмәгән нужа. Алла үҙе уңын бирһен инде, бик ауыр...

Ҡотлоярға күптән түгел генә дошман булып йөрөгән Үмәр ҙә бөгөн уны оҙатыу кисенә килмәй ҡалмаған, сөнки ул кешене һуғышҡа оҙатыуҙы үлемгә оҙатыу менән бер күрә, шуға күрә Ҡотлоярға йәлләү ҡараштары ташлап һөйләнә:

— Эйе, ни эшләмәк кәрәк, был эштәр бик ҡурҡыныс эштәр шул. Беҙҙең ҡайғылар ҡайғы булмаған икән, бына хәҙер баш ҡайғыһы тыуҙы.

Үмәр хәҙер Гөлйөҙөмдөң ир бала булмауына, йыл буйы ҡайтып күренмәһә лә, һуғышта булмауына шөкөр итә. Шуның артынан уҡ, Әхмәҙийе бар икәнен хәтерләп, ҡото оса, тәрән уфылдай.

— Япон беҙҙән ни таптырам ти икән? — тип һорай Саттар ҡарт. Ул да йышылып бөткән таҡыяһын артҡа шыуҙырып ебәреп уйлана.

Әпләс ҡарт, был турала һорашып та тормай, үҙенсә хәл итә.

— Ни япон булһын, үҙебеҙҙең батшаның эшелер әле. “Өрә белмәгән эт өйөнә ҡунаҡ килтерә”, ти. Ул шунда сит илдәр араһына барып ҡыҫылғандыр, ҡойошҡанға ҡыҫылған тиҙәктәй булып.

— Улай ҙа булып бөтмәҫ. Япон үҙе башлай бит. Әпләс риза түгел, шуға һүҙен бирмәй:

— Ай, ҡуйһаңсы, Саттар ҡорҙаш, батшаларҙы ни, уны береһен ал да береһен һуҡ, ботонан ал да ергә һуҡ. Улар араһына инеп, яҡлашып торорға ла тура килмәй.

Әпләстең был һүҙҙәренә барыһы ла көлөшәләр.

Ҡотлояр уның һүҙен ҡеүәтләй:

— Бына, исмаһам, Әпләс ағай бик дөрөҫөн әйтте. Әгәр беҙ Николай батшаның ботонан алып ергә һуҡһаҡ, үҙе бер байрам буласаҡ, һуғыш та туҡтаясаҡ.

Саттар ҡарт тағы ла үҙенсә еңешә:

— Батша булмаһа, халыҡ, көтөүһеҙ һарыҡ һымаҡ, туҙышып китер ҙә, уларҙы кем йыйыштырыр?

Быға ҡаршы кешеләрҙең күбеһе геүләй:

— Юҡ инде, ағай, халыҡ һарыҡ булмай ул. Улар үҙҙәрен-үҙҙәре ҡарарлыҡ булғандар инде.

— Әллә халыҡтың бөтәһе лә беҙҙең кеүек һантый тиһеңме? — тип ҡыҙа Әпләс. — Донъяның ҡайҙа табан ағып ятҡанын беҙ белмәгәс тә, уны белгән уҡымышлы кешеләр тулып ята хәҙер.

— Ҡайҙа һуң уларың? — тип ҡысҡыра Саттар.

— Ҡайҙа, имеш. Бер ҙә алыҫтан эҙләй торғаныбыҙ юҡ. Бик йәш кенә булһа ла, үҙебеҙҙең Айбулат бар, тик ул өйҙә генә юҡ, ул һиңә һөйләп бирер ине.

— Эй, йәштәр һөйләр инде, улар донъяла күпме генә йәшәгәндәр.

— Аҡыл йәштә түгел, башта, — тине Тимерғәле. Ҡотлояр Айбулатты маҡтауҙан үҙен маҡтағандай эреләнә:

— Беҙҙең Айбулатмы? Ул ғилем тоғоноң ауыҙын яңы ғына систе әле. Һау булһаҡ, беҙ унан күп нәмәләр ишетербеҙ әле, — ти ул. Был кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәренә яңы хәбәр булып ишетелә.

— Айбулат, тиме?

— Шулай тисе.

Әпләс, үҙенең был туралағы фекеренең бик дөрөҫ икәнен нығытҡандай, тауышын күтәрә биреп: — Шуны әйтеп ултырам да мин, — ти.

Үмәр ҡарт, үҙенең кейәүе Айбулат исеме сыҡҡас, берәй һүҙ ҡыҫтырып, уның бер туған ҡайныһы булғанлығын иҫкәртеп үткеһе килеп ҡуйғайны, ләкин әле Айбулат менән бөтөнләй килешеү яһалып бөтмәгән булыуы оронсоҡланы, шуға күрә ул тамаҡ ҡырыу менән генә сикләнде.

Мәғфүрә, ҡашаяҡ яҡта шаршау артында илай-илай, иренә юл аҙығы бешерә. Уға Шәһиҙә әбей бауырһаҡ ҡырҡып ярҙамлаша. Хәҙер ул Мәғфүрә менән бик әшнә йәшәй, уның холҡон бик ярата, “эскерһеҙ, асыҡ күңелле”, тип маҡтай. Тәүҙә ул Мәғфүрәгә “ҡыҙым” тип өндәшә торғайны, ә хәҙер инде, Айбулат Гөлйөҙөмдө алып киткәне бирле, улар бер-береһенә “ҡоҙағый” тип өндәшәләр.

Шәһиҙә әбей соҡалаҡтағы самауырға ағас һалып маташҡан Диләгә: “Бешеп ҡуйма, балам”, — тип кәңәш бирә лә Мәғфүрәне әүрәтә:

— Илама, ҡоҙағый, илау менән бер нәмә лә эшләп булмай ул, — ти.

— Бынамы ир-егеттәрҙең ҡаны ҡойолор инде. Беҙҙең ауылдан Ғәббәс, Шәйхи, Ғәҙелгәрәй, Ҡотлояр. Ташкүстәндән алты кеше.

— Олостан барлығы ҡырҡ алты кеше тиҙәр, — тип ирҙәр шаулашып алдылар.

Уларҙы тағы ла моңһоулыҡ баҫа.

— Хоҙай тәғәлә сәфәрҙәрен ҡыҫҡартһын инде. Ни эшләйһең бит, яҙмыш шулай ҡушҡас, — ти Саттар ҡарт.

Ҡотлоярҙың тыныс иркен тауышы, был моңһоулыҡҡа йән өрөп терелткәндәй, айырым яңғырай:

— Эй, ағай-эне, алдан моңаймай торайыҡ әле. Барып ҡарайыҡ, күҙ күрер, унда беҙ үҙебеҙ уйлашып ҡарарбыҙ әле.

— Уйларға бирһәләр... Ҡотлояр бирешмәй:

— Уйлағанда кешенән һорап уйламайһың инде ул.

Уларҙың бөтә һүҙҙәрен ишек артында тыңлап торған кешеләй, Айбулат ҡапыл килеп инде лә ҡысҡырып сәләм бирҙе. Өй эсе тағы ла гөжләп китте.

Ҡотлояр, урынынан һикереп тороп, ҡунаҡты ҡысҡырып сәләмләп ҡаршы алды:

— Бына кәрәк булһа, һау ҡайттығыҙмы?

Айбулат бик иркен итеп һаулыҡ һорашты, бөтәһе менән ҡуш ҡуллап күрешә башланы.

Мәғфүрә, йүгереп тышҡа сығып, Гөлйөҙөмдө алып инде. Шаршау артынан булһа ла, уның шыбырлағаны ишетелеп тора ине.

— Әйҙә, әйҙә, килен, ҡотло аяғың менән ин. Гөлйөҙөм Шәһиҙә инәһе менән ҡосаҡлашып күреште. Әбей уны:

— Уй балаҡайым, һау ҡайттыңмы? Сисен, өшөмәнеңме? — тип һораша-һораша яратты.

Ирҙәр яғы йәнле әңгәмәгә әйләнде. Ҡотлояр һаман да ҡысҡырып һөйләне:

— Әйттем бит, ҡарттар, юҡҡа моңаймайыҡ, тип. Бына беҙгә туй шатлығы үҙе килеп инде. — Ул Айбулатты ҡулынан етәкләп, ҡайны янына килтерҙе:

— Давай, Айбулат, ҡайның менән күреш инде. Бына, ҡоҙа, ҡасҡалаҡтар ҙа табылды, кейәүеңә доғаңды бир, ә күренешен ул һуңынан бирер. Үпкәләштәр ҙә шуның менән бөтһөн, — тип ул беренән-бере ҡыҙыу бойороҡтар биреп ташланы.

Тимерғәле ҡарт ярҙамға әҙер тора ине.

— Ниндәй үпкәләш булһын, һүҙ ҡуйышҡанбыҙ, ҡан ҡатышҡанға йыл тулды, үпкәләр, кенәләр бөттө инде, — тине ул.

Айбулат көтмәгәндә килеп сыҡҡан, туйға оҡшаған, ләкин туй булмаған был йыйылышта үҙен нисек тоторға белмәйенсә бер аҙ уйланып ултырҙы. Ҡайныһы Үмәр менән күрешкәндә, берәй нәмә әйтеп, тауыш сығарырмы икән, тиеберәк шикләнгән ине, ләкин ул шикле уйы ла таралды. Сөнки Үмәр ҡарт күрешкәндә: “Бәхетле бул, күп йәшә”, — тип теләне. Ләкин Айбулатты былар ғына тынысландырманы. Ҡотлоярҙың, һуғышҡа китергә әҙерләнеп тә, үҙен ҡунаҡҡа йыйынған кешеләй тотоуы уны борсой ине.

Ҡотлояр ҡустыһының был хәлен тиҙ үк аңлап алды һәм уны ирәбеләндерерлек итеп:

— Бына шулай, ҡустым, Ҡотлояр ағаң да япондарҙы туҡмарға китергә ең һыҙғанып ултыра инде, — тип көлдө. Айбулат аҙыраҡ күңелләнде:

— Шуны ишетеп ашығып ҡайттым. Үҙем тураһында ниҙәр булғанын да ныҡ белмәнем, көтмәнем, — тине.

Ҡотлояр, дөйөм шау-шыуҙан файҙаланып, Айбулатҡа аҡрын ғына яуап бирҙе:

— Ул турала мәсьәлә бөттө. Тимер һыуынды, ел дә юҡ. Беҙҙең ул, туралағы һүҙҙәр, һуғыш хәбәре килеп сығыу менән, ҡарағоштан ҡурҡҡан турғайҙар һымаҡ, таралып бөттөләр. Ныязғол да ул эште тырышып йөрөп осланы шикелле, һеҙ хәҙер ни, мин ҡайтҡансы, беҙҙә еңгәң менән тора бирегеҙ.

Айбулат яңы хәбәрҙәр һөйләргә ашыҡты:

— Ағай, йөрөй торғас, мин Кузьмин утарына тағы барып сыҡтым әле.

— Шунан. Киленде ҡайҙа ҡалдырып йөрөнөң һуң? Айбулат оялыңҡырап көлдө.

— Икәүләшеп инде, — тине.

— Әһә, шулай тиген.

— Тетя Даша, бахырҡай, күтәреп тигәндәй ҡаршы алды.

— Унан эш ҡалмаҫ. Ә үҙең ни эштәр бөтөрҙөң? Быға тиклем шаулашып ултырған кешеләр, һүҙҙән туҡтап, уларҙың һүҙҙәрен тыңлай башланылар.

— Әллә ни бөткән эшем булманы. Баярға, Һамар ҡалаһына иген оҙатышырға кешеләр кәрәк икән, ялландым да шундағы үҙемдең ҡаҙаҡ иптәшем Истебай менән икәүебеҙгә дүрт ат ҡыуып киттек. — Айбулат, аръяғын дауам итергәме, юҡмы тигән һымаҡ, тирә-яғына ҡарап алды.

Ҡотлояр, нығыраҡ ҡыҙыҡһынып:

— Йә, йә, һөйлә, унда кемдәрҙе осраттың? — тине.

— Дядя Гришаны күрҙем.

— Йә, йә, шуны ишеткем килеп, ҡолағым ҡарпайып ултырам да. — Айбулат янына урындыҡ ситенә шыуып ултырҙы. — Ни хәбәрҙәр һөйләй изге ауыҙҙан?

— Улар үҙҙәренең заводында ла стачкаға әҙерләнеп яталар. Шуға күрә беҙҙең менән бик оҙаҡ ултырып һөйләшерлек ваҡыты булманы. Шулай ҙа байтаҡ ғәжәп хәбәрҙәр һөйләп өлгөрҙө. Хәҙерге көндә Рәсәй эштәренең ҡайҙа, ни эшләп ятҡандарын һөйләп килеп, һуңғы көндәрҙең иң изге хәбәренән шуны әйтте. РСДРП-ның большевистик комитеттары етәкселегендә төрлө ҡалаларҙа эшселәрҙең стачкалары башланған.

Әпләс ҡарт та Айбулатҡа яҡыныраҡ шыуҙы. Кәзә һаҡалын ике-өс рәт һыйпаштырып ҡуйғас, һорау бирергә булды:

— Сташка тигәндәре ни була һуң ул, балам? Айбулат өсөн Ҡотлояр яуапланы:

— Стачкамы, ул, бына заводта булһын, фабрикта булһын, бик күмәк эшселәрҙең, бер төптән һүҙ ҡуйышып алып, бөтәһе бер юлы эш ташлауҙары була. Улар асыу итеп эш ташлайҙар ҙа хужалары алдына үҙҙәренең кәрәкле талаптарын ҡуялар.

Әпләс асыҡ төшөнә, бүтәндәр ҙә аңлайҙар.

Үмәр ҙә был юлы бик мөһим төҫ менән һүҙгә ҡушыла:

— Был инде беҙҙең Асҡарҙың Златоусттағы эш ташлауҙары һымаҡ була инде. Уныһын яҡшы беләбеҙ ғуй.

— Һуғыш тураһында һорашманыңмы? Башҡалар ҙа был һорауға ҡушылдылар:

— Эйе, эйе, һуғыш тураһында бер нәмә лә һөйләмәйме ул кеше?

— Һуғыш тураһында ни, һаман да шул бер һүҙҙе һөйләй инде. “Был һуғыш капиталист, помещиктарға ғына кәрәк, башҡа берәү өсөн дә кәрәкмәй”, — ти. Әле бына һуғыштың сығыуының башы ла шунан икән: байҙарға үҙҙәренең тауарын, малын үткәрергә ҙурыраҡ баҙарҙар кәрәк, шуға күрә улар Ҡытайҙы үҙ ҡулдарына алырға тырышалар. Ә тегенән япон ебәрмәй. Шунан талаш китә икән.

Айбулатты ипләп кенә бүлеп, Тимерғәле һорау бирә:

— Байҙарға баҙар кәрәк булһа булыр инде. Унса байлыҡты ҡайҙа ҡуйһындар? Ә һуң һуғышты байҙар иғлан итмәй бит әле, батшалар иғлан итә.

Быға тағы Ҡотлояр яуап бирә:

— Батша ана шул байҙар яғында шул. Уларҙы ғына ҡайғырта ла. Беҙҙең һымаҡ ябай халыҡтар — тере ҡорбан.

Йыйылған кешеләр ҙә Айбулатҡа һорауҙар яуҙыралар. Айбулат бөтә һорауҙарға ла асыҡ яуап бирә, үҙе белгән яңылыҡтар тураһында һөйләй.

Мәғфүрә Ҡотлоярға сәй өлгөргәнен белгертте. Ҡарттар сәйгә ултырҙылар. Йәштәр таралыштылар.

Мәғфүрә, Шәһиҙә һәм Гөлйөҙөм өсәүләшеп шаршау артында сәй эстеләр.

Мәғфүрә, тынысһыҙланып:

— Ҡоҙағый, килендәр килеп төшкәс, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы саҡырып алырға ине лә, нисек булыр икән? — тине. Әбей уны ҡырҡа тыйҙы:

— Ауыҙыңа ла алма. Улар үҙҙәре саҡырырға тейештәр. Балалары һау ҡайтты, саҡырһындар. Һиндә ҡунаҡ ҡайғыһы түгел инде хәҙер, баш ҡайғыһы. Бына хәҙер Муйылбикә киленгә үҙем барып һөйөнсө алам әле. Һеҙҙе лә саҡырырға ҡушам, — тине.

Бик оҙаҡҡа һуҙылған был киске ултырыштағы кешеләр, бик күп хәбәрҙәр һөйләшеп, сәй эсеп, һаулашып таралышты.

Иртәгеһенә үк Ныязғол Айбулатты саҡыртып алды. Ул һаман да үҙенең түрендә яҫтыҡҡа сумып ултыра ине.

Айбулаттың сәләмен ул бик аҡрын ғына ҡабул итте, тешен ҡыҫып ҡына яуап бирҙе. Күҙенең ҡабағы аҫтынан тексәйеп текләне лә:

— Йә, шәп йөрөп ҡайттыңмы? — тине.

— Бик һау, бик шәп йөрөп ҡайттым, ағай, үҙегеҙ һау торҙоғоҙмо? — тип Айбулат ашығыс яуап бирҙе лә шунда ултырғысҡа барып ултырҙы.

— Ниңә тура беҙгә килеп төшмәй, киленде ситкә алып төштөң?

— Әллә уныһын уйлап торманым инде.

— Һе, уйлап торманым. Беләһеңме, һин мине күпме расходҡа һуҡтың? Өс йөҙгә барып төштөң. — Ныязғолдоң тауышында ярһыу бар ине.

— Беләм, ағай, рәхмәт. Мин дә буш ҡалдырмам, эшләп булһа ла түләрмен. Әгәр ҙә элекке минең ерҙе, шунан хеҙмәттәремде иҫәпләгән саҡта, минең дә һеҙҙән аяған эшем юҡ бит.

Айбулаттың тыныс тауыш менән биргән был яуабы Ныязғолдоң асыуын ҡабартты. Ул хәҙер бер-береһенә булған бурыстар тураһындағы һүҙҙе аша төшөп, икенсе яҡтан нығыраҡ һуғырға булды:

— Һине Һамарҙа булған тип ишеттем.

— Эйе, булдым, ағай, Кузьминға иген оҙатыштым.

— Шунан?

— Шунан шул. Ул миңә бойҙайлата түләне.

— Һиңә нисек түләне тип һорамайым мин. Һамарҙан ниндәй һуғыш хәбәрҙәре тейәп ҡайттың?

— Бәй, ағай, һуғыш хәбәре менән донъя тулған инде, мин дә ишеткәнде һөйләнем.

— Кит, йөҙө ҡара, ипләп һөйләш. Әллә һин кешенең никахлы кәләшен урлағас та, мин һине яҡлашып, судтан ҡотолдороп алып ҡалғас та, донъяла һиңә сәпсим закон юҡ тип, иркенләп киттеңме?

Айбулат, бер нәмә лә булмаған һымаҡ, тыныс ине.

— Бөтә Рәсәй һөйләп ятҡан хәбәрҙе ни, кем һөйләмәй ултырһын? — тине ул.

Ныязғолдоң бите ҡыҙара бүртте. Урынынан ырғып тороп, ҡулын артҡа ҡуйып, кейеҙҙәр өҫтөндә бер ары, бер бире йөрөй башланы. Айбулатҡа яҡыныраҡ килеп әрләне:

— Етте тим һиңә, баш-баштаҡ! Ыстудент булғанһың икән, сусҡа, ҡыҙыл ауыҙ булғанһың. Ҡотлоярҙың өйөндә, күмәк кеше араһында, батша хәҙрәтенә тел тейҙереп һөйләгәнһең.

Айбулаттың был күренештән әллә ниңә бик ныҡ көлгөһө килә, күңеле бик кинәнеү менән елкенә ине. Ул, тағы ла төҫөнә иғтибарһыҙлыҡ биреп:

Унда бит, ағай, күмәкләп йыйылғандар ҙа, мине йә һөйлә әле, әңгәмә бит әле тип ҡуштылар, — тине.

— Тапҡанһың әңгәмәне. Утыҙ тештән сыҡҡан хәбәр утыҙ ауылға тарала. Ә һин, ахмаҡ, батша тураһында ауыҙыңды иркенләп йәйеп һөйләргә тотонғанһың.

Айбулаттың тағы ла Ныязғолдо ҡыҙҙырғыһы килде:

— Һиңә Саттар ҡарт алып килеп еткергәндер инде. Башҡа ниндәй “утыҙ теш” булһын. Ул бик ихлас тыңлап ултырғайны, — тине.

— Кем әйткәнен һин тикшермә. Мин үҙем беләм. Мин һиңә шуны нығытып киҫәтеп әйтеп ҡуям: икенсе тапҡыр ундай хәбәрҙәрҙе һөйләгәнеңде мин ишеткән булмайым. Әгәр ҙә ишетһәм, үҙеңә үпкәлә.

Айбулат бүтән өндәшмәне.

Ныязғол, аҙыраҡ асыуы баҫылғас, Айбулатҡа яңы бойороҡтар бирҙе:

— Мин дә оҙаҡламай Һамарға иген оҙаттыра башлайым. Һин дә шунда оҙатышып йөрөрһөң. Киленде лә үҙебеҙгә алып килеп ҡуй. Әле һин һеҙҙең турала ғауға бөткән икән тип иркенләмә. Моратша үҙе старшина ваҡытта был ыҙғышты ташламаясаҡ. Үҙеңде бына тотор ҙа һуғышҡа оҙатыр, шул ваҡытта мин һиңә тағы ла кәрәк булырмын, — тине Ныязғол.

Айбулат Ныязғолдоң Һамарға йөрөү тәҡдименә ихлас риза булды. Ныязғолдоң Моратша менән ҡурҡытыуы бер сәбәп һымаҡ ҡына булһа ла, Айбулат уға иғтибар итмәне. Ә Һамарға барып Григорий Ивановичтарҙы күреп йөрөү мөмкинлеге уға башҡаса шатлыҡ бирә ине.

Һуғыш булған һайын ергә ғәжәп бер ауырлыҡ тарала. Был ауырлыҡ кешеләрҙә лә, малдарҙа ла, хатта бөтә тәбиғәттә лә һиҙелә. Ҡалын булып ямғыр болоттары ҡалҡһа — һуғыш төтөнө килеп еткән һымаҡ, ҡояш ҡыҙарып сығып, ҡыҙарып байыһа — офоҡ буйлап һуғыш ялҡындары тарала һымаҡ тойола. Кешеләрҙең һөйләгән һүҙҙәре лә, йырлаған йырҙары ла ошо ауырлыҡтан талсыҡҡан шикелле һәлмәк булалар.

Иренең ситтә көтөү көтөп йөрөп, өйҙә бергә тороуҙан бигерәк, башҡа тороуҙарына Мәғфүрә әллә ҡасан күнегеп бөткән ине инде. Ул йыл әйләнәһенә бер ҡайтып күренмәһә лә, Ҡотлоярын өҙөлөп һағынғаны юҡ. Ә хәҙер уның китеүенә ни бары тулыр-тулмаҫ алты ай. Ә Мәғфүрәгә ул алты йыл буйы ҡайтмағандай оҙаҡ тойола. Ул нимә генә эшләргә тотонһа ла, Ҡотлоярҙы юҡһына.

Етмәһә, Айбулат менән Гөлйөҙөмдө лә Ныязғол үҙенә алып, эшенә егеп ҡуйҙы. Ярай әле Айбулат, ваҡыт табып, Мәғфүрәгә дисәтинә ярым бесәнде сабып биреп китте. Хәҙер ул шуны күбәләп, йыйыштырып йөрөгән була. Ҡырға сыҡҡанда Диләһен дә алып сыға, бәләкәс булһа ла, иптәш бит әле, тип уйлай.

Кисә кис, шулай итеп, Мәғфүрә, үҙенең бесәнен күбәгә тарттырып йөрөп, бик һуңға ҡалып китте. Ай ҙа ҡалҡып яҡтырҙы. Мәғфүрә, эшен бөтөрөп ҡайтырға уйлап, аҙыраҡ хәл алырға тип, юл ситенәрәк туғарған ат-арбаһы янына барып ултырҙы. Күп тә үтмәй, бесән тейәлгән ике арба юлдан аҡрын ғына шығырлап үтеп китте. Мәғфүрә уларҙың кемдәр икәнен танып өлгөрмәне, алдағы йөк өҫтөндәге берәүһе бик моңло оҙон яңы көй менән йырлап ебәрҙе.

Мәғфүрә ул йырҙың һүҙҙәрен ишетә алманы. Ә уның ҡушымтаһы, үҙенән-үҙе килеп күңелгә һеңгән һымаҡ, бөгөн дә иҫенән сыҡмай йөрәген әрнетә.



Нужа килһә,тартып ала,

Манжурға һала.

Тик ауыр хәл сит илдәрҙә,

Сит ерҙәрҙә ерһетә

Ошо көй иҫенән сыҡмағанға, Мәғфүрә ҡайғылы, сөнки был йырҙар ҙа, Ҡотлоярҙың Порт-Артурҙан яҙған хаттары һымаҡ, йөрәген һыҙлата ине.



Ул да күптән түгел:

Япундар туп аталар,

Порт-Артурҙы ваталар,

Ҡайһы аяҡһыҙ, ҡайһы ҡулһыҙ

Тилмерешеп яталар, —

тип йырҙар яҙып ебәргәйне.



Самарканы үткәндә

Самарка йылғаһының күпере янында йырып үткеһеҙ сират. Күперҙең өҫтөндә генә түгел, арғы яҡ башында ла, бирге яғында ла тулы йөктәр, бушаған арбалар, аттар, дөйәләр, кешеләр мыжғып торалар, күҙ күреме ерҙә ябырылып яталар. Күперҙә хәрәкәт туҡталғанға байтаҡ ваҡыт үтте. Тәртип булдырыу, йөктәрҙе ипләп сығарыу тураһында уйлаусы ла юҡ шикелле. Һәр кем үҙе алданыраҡ сығып ысҡыныу яғын ҡарай, ҡысҡырыша, ирешәләр, ә эш уның һайын, туҡталып, оҙаҡҡа тартыла.

Айбулат менән Сәйетҡолдоң бойҙай тейәгән йөктәре лә, тәртиптән сығып, күперҙең ике яҡ ситенә табан тайпылышҡандар, аттар уҙалы-ҡаҙалы һырнығышып баҫҡандар ҙа арттағыларҙың ҡыҫырыҡлауы арҡаһында ҡамыттары, елкәләренән сығып китерҙәй булып шыуып, уларҙың баштарын үргә ҡаҡайтҡандар. Аттар шуға асыуланып, яндарында ҡатар торған бүтән ят аттарҙы тешләп ҡыуырға ынтылып, үҙҙәренә тағы ла ҡыйынлыҡ тыуҙыралар, сыйылдашып, кешнәп, тауыш ҡуптаралар.

Айбулат үҙенең йөгө өҫтөндә ултырып бер талай көтһә лә, өмөтлө ҡуҙғалыш күренмәгәс, үрәсәгә баҫып, үҙҙәренең обоз төркөмөнән башҡа йөктәрҙе һәм кешеләрҙе күпер өҫтөндәме, әллә сығып өлгөрҙөләрме икәнен күрергә тырышып ҡараны, ләкин береһен дә күрә алманы. Ул шунан үҙ йөгө өҫтөндә ултырған Сәйетҡолға:

— Сәйетҡол ағай, һин тороп тор, мин алғараҡ барып ҡарайым әле, — тип, ҡайҙа йөктәр өҫтөнән, ҡайҙа күпер терәге эргәләп, алға табан китте.

Күперҙең Һамарға сыға торған ауыҙында ғына аты туғарылған бер йөк бойҙай арҡыры төшөп ултыра ине. Йөктө урынынан ҡуҙғатырға төрлө яҡтан үрәсәгә йәбешкән, тәртәнән тартып маташҡан кешеләр араһында Айбулат Бөрйән ауылыныҡы Алтынбай менән Зөфәрҙе таныны ла, улар янына баҫып, арбаны әтергә ярҙамлаша һәм һораша башланы:

— Ни булды, Алтынбай, был кемдеке? — тине. Алтынбай иламһырау ҡатыш асыулы ине, ул:

— Ни булһын, ана, күрмәйһеңме, атымды дөмөктөрҙөм, — тине.

Айбулат иғтибарлап күҙ һалып, күперҙән сығарып, Самарка янына һөйрәп ташланған ҡола атты күрҙе. Ул, аунаҡларға уйлап ятҡан һымаҡ, дүрт аяғын да тарбайтып һуҙып, башын ҡалҡыта биргән кеүек ята ине. Айбулат, һаман да ни булғанын аңламай, Зөфәргә ҡараны.

Зөфәр:


— Алтынбай әҙерәк ҡыҙыулыҡ итте, — тине. — Аты сығынланы ла ары бармай, бер улай, бер былай тайҡалай. Халыҡ ни әрләй, ҡыуа, туғарып алып булһа ла юл бирергә ҡуша. Шунан ул туғарып та алды, ат ни, бахыр, беләме, һаман артҡа сигенә.

Зөфәрҙең һүҙен Алтынбай үҙе бөтөрҙө:

— Шунан дуғаны алдым да ҡаҡ маңлайына тондорғайным, тәгәрәне лә үлде, — тине.

— Бына һиңә. Мал беләме ни, бына алйот! — тине Айбулат.

Улар арбаны ла ситкә һөйрәп сығарҙылар. Аҙыраҡ юл да асылды, күперҙәге бөтә йөктәр, арбалар, пробкаһы ысҡынып, сиректән атылған ҡымыҙ һымаҡ, бер юлы атлығып, туҙылышып алға ынтылдылар.

Сәйетҡолдоң да, Айбулаттың да аттары ошо ағынға ҡушылып килеп еттеләр. Айбулат Сәйетҡолға ла, Зөфәргә лә күперҙән сыҡҡас, уңға боролоп туҡтарға ҡушты. Үҙе бер бурыл аттың башынан алып алдан китте.

Улар шулай бер-бер артлы барып, оло юлдың бер яғында туҡталдылар. Айбулат:

— Йә, был Алтынбайҙың йөгөн бер нәмә эшләтәйек инде, — тине.

Зөфәр атын ситкәрәк тартып, башын шаҡарҙы ла:

— Мин дә шуны әйтәм әле, — тине.

Улар бер аҙ кәңәшләштеләр ҙә, Алтынбайҙың бойҙайлы тоҡтарын өс-дүрт йөккә бүлеп тейәп, уның буш арбаһын күперҙән алыҫ түгел бер харчевняға ҡалдырып, үҙҙәре йөктәре янында йәйәүләшеп, ҡалаға үрләй башланылар.

Был күңелһеҙ мәшәҡәттән бушағас, улар үҙҙәре тураһында һөйләшә башланылар. Айбулат Алтынбайҙы йәлләне.

— Бахырҙың яңғыҙ атҡынаһы әрәм булды бит. Игене кемдеке, — Духловтыҡымы әллә Расторгуевтыҡымы?

— Духловтың игенен тейәгән булғайныҡ та, — тине Зөфәр. — Әле беҙҙең бик күп кешеләр алдан киттеләр. Барлығы утыҙлап йөк, ә һеҙ кемдең игенен тейәгәнһегеҙ?

— Беҙ Ныязғолдан. Беҙҙең дә унлаған йөк алдан китте.

— Мин әле быйыл тәүләп кенә киләм. Баҙарҙың рәте бармы икән һуң?

— Баҙарҙың рәте киткәндер инде, үткән йәкшәмбелә көскә һатып ҡайтҡайныҡ.

Айбулат көлөп ҡуйҙы.

— Рәте китһә ни, беҙгә һыныҡҡа һылтау, ҡалала ни хәлдәр булып ятҡанын күреп ҡайтырбыҙ, — тине лә Зөфәргә һынаулы ҡараш ташланы.

— Эйе, уныһы ла бик ҙур эш, әлбиттә. Мин дә Яйыҡтан яңыраҡ ҡайттым. Беҙ уҡыған мәҙрәсә ябылды.

— Ә, ысын, һин бит, Зөфәр, шәкерт, унда уҡып ята инең, ни эшләп мәҙрәсәгеҙ ябылды һуң?

— Билдәле инде, революция.

Айбулат, быға аптыраған һымаҡ, Зөфәргә ҡараны:

— Революцияһы революция ла һуң, ә Мотиғулла хәҙрәт мәҙрәсәһендәге шәкерттәргә революцияның ниндәй шауҡымы ҡағылырға мөмкин?

Зөфәр ҡапыл ҡыҙып яуап бирҙе:

— Юҡ инде, Айбулат, улай яңылыш ҡарарға ярамай. Хәҙер революция бөтә Рәсәйҙе ҡаплап алған. Уны кем нисек аңлай, нисек көрәш алып бара, шуныһын аңлай белергә кәрәк. Беҙ, шәкерттәрҙең ярлы-ябағайҙары, уҡытыу методтарын фашлап, хәҙрәттәр, байҙарға ҡаршы сыҡтыҡ та талаш китте. Шунан мәҙрәсәне яптылар.

...Уларҙың ҡыҙыу әңгәмәһен Сәйетҡол ҡысҡырып бүлде:

— Айбулат, ҡайҙа боролабыҙ. Казанскийғамы?

— Юҡ, ни эшләп Казанскийға булһын, Хлебный площадҡа борол!

Дуҫлашып алған егеттәрҙең һәр береһе үҙ уйына сумып бара ине. Уларҙың хөрриәт тураһында һөйләгән баяғы һүҙҙәрен тыңлап барған Алтынбай:

— Һеҙгә хөрриәт ҡайғыһы, ә миңә ат ҡайғыһы, — тине. Айбулат уны йыуатты:

— Ни эшләтәйек һуң, Алтынбай, атыңды үҙең һуғып йыҡҡанһың бит. Һин, атһыҙ ҡалдым тип, хөрриәткә ҡул һелтәмә әле. Һин атһыҙ ҡалдың, ә мин үҙ ғүмеремдә ат эйәһе була алғаным юҡ. Быға кем ғәйепле? Бына беҙ байҙарға ҡаршы һуғышырға әҙерләнәбеҙ, ә үҙебеҙ шул ҡәһәр һуҡҡан байҙарҙың игенен ялланып ташып йөрөйбөҙ. Бына ошо тормоштағы дөрөҫ булмаған ҡыйыш юлдарҙы йүнәтеп, тура бер эҙгә һалып ебәрергә кәрәк. Шунда беҙ үҙебеҙ ҙә рәхәт йәшәрбеҙ.

Алтынбайҙа ат ҡайғыһы көслөрәк ине. Ул шуға күрә, һөйләшкеһе лә килмәй, ҡул ғына һелтәне лә ары китте.

Улар ҡалаға инә барған һайын, ундағы ғәҙәттә була торған тәртипте күрмәнеләр. Баяғы күпергә һыймай торған кешеләр кеүек, ҡайһы бер тыҡрыҡтарҙа, урамдарҙа геүләшкән, ҡысҡырышҡан күмәк тауыштар яңғырай. Ҡайһы бер оло урамдарҙан Волгаға табан сабышып үткән жандармдар ҙа күренә, ә ҡайһы бер урындарҙа ябай кейемдәге һыбайлылар осрайҙар, улар йөк менән барған кешеләрҙе туҡтатып һорашалар ҙа ары китәләр.

Айбулаттар барлығы алты йөк бойҙай менән Хлебный площадҡа етеп туҡтанылар. Был тирә-яҡ урамдарҙан ҡалҡыу урында һәр ваҡыт иген йөктәре теҙелеп тора торған иген баҙары бөгөн буп-буш ине. Сәйетҡол, алдағы аттарҙы туҡтатып ҡуйып, Айбулаттарға ҡаршы ыңғайланы.

Айбулат менән Зөфәр Мурзин да баҙарҙың буш икәнен күреп, уларҙан алда киткән йөктәрҙең дә ҡайҙа икәнен төшөнмәйенсә, аптыраңҡырап һөйләштеләр.

Был ни хәл был, ҡайҙа киттеләр һуң әле беҙҙекеләр? — тине Айбулат.

Зөфәр, үҙенең быйыл беренсе тапҡыр килеүе сәбәпле, бөтә маршрутты Айбулатҡа тапшырғайны.

— Һеҙ беләһегеҙ инде. Мин ни, һеҙ ҡайҙа — мин шунда, — тине.

Сәйетҡол:

— Алламорат бай, баҙарҙа алыусы булмаһа, Соколов тирмәненә алып барырға ҡушты, тигәйне, әллә шунда киттеләрме икән, ә?I

— Ул башындағы меҫкен бүркен уң яҡ ҡолағынараҡ ҡыйшайта биреп уйланды.

Улар дүртеһе бер йөк янына йыйылдылар ҙа, йөктәр килеп сығыр тип көткән ҡиәфәт менән, тирә-яҡҡа ҡарандылар.

Шул арала Дворянский урам яғынан биш һыбайлы былар янына сабышып килеп етте һәм, ҡамаған һымаҡ итеп, дүртәүһен әйләндереп туҡтанылар, ә береһе улар янына яҡын килеп:

— Һаумыһығыҙ! Ҡайҙан килдегеҙ? — тине.

— Имелдекеләр, — тип батырланып яуап бирҙе Айбулат, сөнки улар башта быларҙы жандармдармы икән тип шикләнгәйнеләр, ә улар ябай ғына кейенгән эшселәр булып сыҡтылар, был һөйләшеп торғаны иһә дядя Гриша цехында бергә эшләүсе Никитин ине.

Никитин Айбулатҡа иғтибарлаңҡырап ҡараны ла:

— Ә, Айдаров, һинме ни әле был? С приездом! — тине һәм уға яҡын уҡ килеп, ат өҫтөнә эйелеп ҡул бирҙе. Айбулат тағы ла күңеллерәк яуапланы:

— Рәхмәт, Роман Борисович. Ни эшләп беҙҙе былай бик хөрмәтләп ҡаршы алдығыҙ әле? — тине.

— Шулай кәрәк, иптәш Айбулат. Быны революция талап итә. Һеҙҙе Никитин генә түгел, — ул ҡалған дүрт һыбайлыға һулаҡай ҡулын йәйеп күрһәтте, — эшселәр дружинаһының дружинниктары ҡаршы ала. Хәҙер шуны әйтегеҙ инде, был игендәр ҡайһы баярҙан?

Айбулат, үҙҙәре алып килгән йөктәрҙе күрһәтеп:

— Бына был дүрт йөк Ныязғолдан, ә анауҙары Духловтан, ә бына был Мурзин тигән егет, — ул Зөфәргә күрһәтте, — ошо йөктәргә хужа, — тине. — Таныш булығыҙ.

Был тәҡдимдән һуң Зөфәр Никитинға яҡын килеп ҡул бирҙе, фамилияһын әйтте лә һорау бирҙе:

— Кем игене булыуы һеҙгә ни өсөн кәрәк? Никитин уға иғтибар менән ҡараны:

— Шуның өсөн кәрәк, хәҙер бына барығыҙ ҙа тәртип менән аллы-аралы теҙелегеҙ ҙә бөтә игендәрегеҙҙе Соколов тирмәненә алып барып бушатығыҙ, — тине ул.

— Ә нисек инде ул, Роман Борисович, иген тапшырыу өсөн беҙҙе оҙатыусылар булырға тейеш, аҡсаһын улар бирәләр бит, — тине Айбулат.

Никитин Айбулаттың был һорауын оҡшатманы. Уға тағы ла яҡын килеп, ләкин бөтәһенә лә ишетелерлек күтәренке тауыш менән асыҡлап бирҙе:

— Һин башлы егет бит, Айбулат, бөгөн әйткәнде ни эшләп төшөнмәйерәк тораһың әле? Мәсьәлә былай тора: мин, әлбиттә, бөгөн Соколовтың иген закупщигына әйләнмәгәнмен. Мин бөгөн һеҙҙең янға һәм һеҙҙе ҡаршы алырға эшсе депутаттарҙың Һамар Советы исеменән килдем. Шуның өсөн мин аҡса ла түләп тормайым, ә һеҙҙе оҙатыусы “әфәнделәр” бөтәһе лә хәҙер тирмәндә, һеҙ ҙә тиҙерәк барып етергә тырышығыҙ, бына ике һыбайлы иптәш һеҙҙең менән бергә барыр, — тине.

Никитин, уң ҡулын баш кейеменә күтәреп, пока, тип һаубуллашты ла, ике һыбайлыға Айбулаттарҙы оҙатырға ҡушып, үҙе менән ике һыбайлыны эйәртеп, тағы ла Дворянский урамға табан юрттырып сығып китте.

Айбулат менән Мурзин:

— Әйҙә инде, былай булғас, беҙ игенде бик уңай һатабыҙ түгелме һуң? — тип көлөшә-көлөшә, Сәйетҡол менән Алтынбайҙы ла ҡуҙғаттылар.

Сәйетҡол был эшкә аптыраһа ла, бошонмай ине. Алтынбай, ҡайғыһы яңынан яңырғандай, мыжый башланы:

— Һеҙгә әллә бик күңелле инде, көлгән булаһығыҙ. Ә мин ни эшләйем? Аттан да яҙҙым, Духлов та обоз хаҡын түләмәҫ инде. Ни эшләргә һуң былай булғас? — тип урынынан ҡуҙғалғыһы килмәй торҙо.

Айбулат менән Мурзинға уны икәүләшеп ҡоҙаларға, димләргә тура килде.

Улар тирмәнгә барып еткәндә, унда митинг бара ине. Йөҙәрләгән буш арбалар янында, төрлө яҡтан килгән обозсылар бер урынға йыйылып, бейек әрәндәк үрәсәһенә баҫып һөйләүсе ораторҙы тыңлайҙар ине.

Айбулат, ораторҙы күргәс тә, ҡыуаныслы тауыш менән Мурзинға:

— Ана, Григорий Иванович, үҙе һөйләй, — тип хәбәр итте.

Мурзин, үҙенең йөктәрен дә онотҡандай булып, ораторға ҡарай-ҡарай, алға атланы. Уның һүҙҙәрен асығыраҡ ишетергә тырышты.

— ...Бына шулай, крәҫтиән туғандар. Батшалыҡты ҡолатмай тороп, беҙгә тулы иреккә ирешеү мөмкин түгел, сөнки батша беҙҙең ҡанды эсеп байыусы фабриканттар, заводчиктар яҡлы. Ул, сынйырҙағы эт һымаҡ, шуларҙың файҙаһын күҙәтә. Батша һеҙҙең ҡанды эсеп байыусы помещиктар яҡлы. Шуға күрә помещиктарҙың һәр береһе меңәр десятина ер биләй, ә крәҫтиәндәрҙең меңләбенә бер десятина ер биләмәгән урындар күп. Һеҙ бына хәҙер шуны аңларға тейешһегеҙ. Батшаның манифесы күҙ буяу, батшаның манифесы — ҡапҡан ғына ул. Ул манифесты яҡлаусылар шул уҡ помещиктар һәм либералдарҙың ҡойроҡтары булған кадеттар, эсерҙар, меньшевиктар һәм башҡалар. Беҙ, большевиктар, шуның өсөн, “долой самодержавие”, тип барабыҙ, беҙ, большевиктар, пролетариат диктатураһы өсөн көрәшәбеҙ, ә һеҙ, крәҫтиән туғандар, беҙҙең көрәшкә һәм үҙегеҙҙең хоҡуҡтарығыҙ өсөн булған көрәшкә беҙҙең менән, эшселәр менән, бер юлдан барырға һәм ныҡлы ярҙам күрһәтергә тейешһегеҙ.

Бына бөгөн Кузьмин баяр ҡул аҫтындағы ауыл хужалығы эшселәре үҙҙәренең намыҫлы көрәшсе икәнлектәрен күрһәттеләр, улар Кузьминдың игенен, бесәнен, үҙҙәре конфисковать итеп, астар араһында бүлделәр, шул уҡ ваҡытта, утыҙ биш йөк иген килтереп, беҙгә ярҙам күрһәттеләр.

Ораторҙың һүҙен бүлеп, бөтәһе лә геүләп ҡул саба башланылар.

Халыҡ шаулашҡан арала Григорий, тирә-яғына ҡарап, кемделер янына саҡырып алды. Үҙе һүҙен тағы ла дауам итте.

— ...Һеҙ килтергән игендәрҙе беҙ, Һамар эшселәре депутаттары Советының уполномоченныйҙары булыу сифатында, конфисковать итеп алабыҙ һәм уны восстаниела көн-төн көрәш алып барған эшселәр файҙаһына тотасаҡбыҙ. Улар асығалар, ләкин көрәште бер минутҡа ла һүрелдермәйҙәр. Уларҙың геройҙарса көрәше тағы ла нығырак көсәйә бара. Тағы ла ҡабатлайым, беҙ үҙ иркебеҙҙе үҙебеҙ яулап алмаһаҡ, уны бер кем дә алып бирәсәк түгел. Быға күптән түгел генә булып үткән “Ҡанлы йәкшәмбе” фажиғәләре, күптән түгел генә булып үткән “Потемкин” восстаниеһы һәм бөгөнгө көндәге Мәскәү восстаниелары беҙҙең өсөн, ялҡынлы факелдар һымаҡ, юл күрһәтеп торалар. Онотмағыҙ, иптәштәр, синфи көрәштә тик беҙҙең большевиктар юлы ғына тулы еңеүгә алып барып сығарасаҡ. Үҙегеҙҙең ҡан дошманығыҙ булған баярҙар менән иҫәпләшергә ваҡыт!

Халыҡ тағы ла геүләне. Ҡайһылары арбаларын шалтыратып тарала башланылар.

Айбулат дядя Гришаға күренмәй китә алманы. Митингыла һөйләүселәр бөтә башлағас та, Айбулат янына ҡурҡып, аптырап ҡобараһы осҡан Алламорат килеп:

— Ни эшләйбеҙ инде, Айбулат, беҙ ҡайтҡас, Ныязғол ағайым беҙҙе ни эшләтә инде? — тип зарланды. Айбулат ҡул ғына һелтәне:

— Йә, ерле юҡҡа ҡотоң осҡан икән. Ҡурҡма, бөтәбеҙҙе лә аҫып ҡуймаҫ әле, — тине лә Алтынбай менән һөйләшеп торған Мурзинды саҡырҙы.

— Әйҙә, Зөфәр, дядя Гриша янына, — тине ул.

Улар икәүләшеп уның тирмән ҡапҡаһы эсендә бойороҡтар биреп торған еренә барып күрештеләр. Григорий Иванович, унда йыйылған иген килтереүселәрҙең Алламорат һымаҡ ҡурҡҡандарына ҡарап, үҙ янындағы Никитингә:

—Бына был егеттәрҙең бөтәһенә лә (уларҙың барлығы ете кеше) хужаларына күрһәтеү өсөн үҙ ҡулың менән яҙып, документ өләшеп бир, — тине.

Шунан үҙенең янында торған икенсе бер япырай һаҡаллы, мыҡты кәүҙәле, үткер бер крәҫтиәнгә әйләнеп, уға күңелле йылмайып:

— Ә бына Кузьминдан килгәндәргә ундай яҙыуҙың кәрәге юҡ, — тине.

Теге һаҡаллы крәҫтиән:

— Шайтаныма кәрәк. Әгәр беҙҙең уй барып сыҡһа, бер-ике көн эсендә тағы ла шул тиклем килтерәсәкбеҙ! — тип ғорур яуапланы.

Ошо һөйләшеүҙәрҙән һуң Григорий Иванович Айбулатҡа ла йылмайып һүҙ ҡушты:

— Ә һиңә, “башҡорт улы”, нимә кәрәк? Айбулат бик батыр төҫ менән:

— Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Ана, Ныязғолдоң приказчигы һыҡрап йөрөй, уға бирегеҙ, ә мин, һеҙгә кәрәк булһа, башҡа ярҙамды тырыштырырмын, — тине.

Был яуапҡа Григорий риза булды, аҙыраҡ уйланды ла:

— Айбулат, ысынлап та, һиңә минең бер бик мөһим йомошом бар, — тине. Ул Айбулаттың еңенән тартып ситкәрәк алып китте. — һин, әлбиттә, аттар менән килдең инде, нисә атың бар?

— Минең ҡулда ике ат бар.

— Ике ат — бик яҡшы. Әгәр ҙә аттар бишәү булһа һәм һинең менән бер-ике ышаныслы иптәштәрең дә булһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Беҙ, бөгөн төндән дә ҡалмай, Казанский менән Кәрәждән беҙҙең Трубочный заводҡа ҡорал күсерергә тейешбеҙ. Булдыра алырһыңмы? — Григорий Айбулаттың күҙенә тура текләне.

Айбулат аҙ ғына уйлап иҫәпләне лә:

— Булдыра алырбыҙ, Григорий Иванович, — тине.

— Ә нисек уйлайһың?

— Миндә ике ат. Духлов игенен килтереүселәрҙән бер бик яҡшы иптәштә ике ат, шунан беҙҙең менән килгән тағы бер кешенең үҙен алып бармаһаҡ та, атын алырға була, — тип һөйләп бирҙе.

Григорий Айбулаттың төплө һүҙҙәренә тағы ла нығыраҡ кинәнде. Уның арҡаһына еңелсә генә һуғып:

— Рәхмәт, Айбулат, әйҙә әҙерләй башла! Тик бер кем дә белмәһен. Һинең иптәшең ышаныслымы?

— Ышаныслы. Уральскиҙан ҡайтты, үҙебеҙҙең Имел егете, Мурзин.

— Бик яҡшы, һин хәҙер үк беҙҙең фатирға бар. Вася менән ҡасан, нисек эшләргә ныҡ һөйләшеп, эште төйнәп ҡуй. Аттарың менән был башҡа обозсыларҙан айырыла алһаң, уңай булыр ине.

— Уныһы ла була, беҙҙең фатир Казанский, 9. Сафиуллин дворында.

— Улай булһа, бигерәк тә яҡшы. Беҙҙән ни бары биш-алты квартал. Әйҙә, һыҙ! — тине Григорий.

Айбулат үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр үҙендә күтәренке рух, дәртле ғорурлыҡ һиҙеп, дядя Гришаның приказдарын үтәргә ашыҡты.

Айбулаттың бөтә ғорурлығын, дәртен тигеҙ бүлешкәндәй, яңы дуҫы Зөфәр ҙә уның менән ҡатарҙан ашығып атлай ине.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   26


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет