ЫрғЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



жүктеу 5.76 Mb.
бет18/26
Дата21.04.2019
өлшемі5.76 Mb.
1   ...   14   15   16   17   18   19   20   21   ...   26

2

Был ғәжәп машинаны күрергә барған кешеләр уны себен кеүек һырып алғайнылар.

Машинаның яҫы ҡайышлы тәгәрмәстәре дыуылдап әйләнәләр. Ҡаҙаҡ егеттәре, урта йәштәге ирҙәре, сапандары өҫтөнән билдәрен быуып, баштарындағы ҡырпыулы бүректәрен артҡараҡ кейеп, иҙеүҙәрен ысҡындырған көйө, көҙҙөң аяҙ һалҡынына ҡарамайынса, ҡара тиргә батып, һауаға быу күтәреп эшләйҙәр.

Теҙелеп торған эре эҫкерттәрҙән бесәнде машинаға һала торалар, ә ул әллә ҡайҙа инеп китеп, ҡыҫып бәйләнгән эре йәшел кирбес була ла, шыуып барып сыға. Уларҙы алып ситкә ырғыта баралар. Сарсынбай тигән ҡаҙаҡ килгән кешеләрҙең ниндәйҙер һорашыуҙарына бик белгән төҫ менән ниҙер әйтеп аңлатайым тип ҡулдарын һелтәгәнсә, бесән кирбестәре өйөлөп тә китте.

Приказчик Алламорат быға тура килеп:

— Уй, арҙа ҡаҙаҡ, аңшайма, эшеңде ҡара! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Сарсынбай уға ишеттермәй генә ҡаты һүгенде лә кирбестәрҙе тағы ла ашығыс ырғыта башланы. Приказчик үҙенән-үҙе риза төҫ менән, итек ҡуныстарын ялтыратып, ике ҡулын ҡыҫҡа пальто кеҫәһенә тығып, яйлап баҫып, машина буйлап китте.

Йыйылған халыҡ хайран ҡалды:

— Ҡайһылай йыйнаҡ була, ә!

— Эйе, туҙмай ҙа, һыуланмай ҙа.

Староста Ҡаҙанҡап Абдулла үҙ байлығы менән маҡтанған һымаҡ маһайҙы:

— Һай, һай, был Ныязғол байҙы әйтәм, бигерәк ҙур урындар, өлкән кешеләр менән эш йөрөтә бит, әй. Был бесәнде бер бик ҙур генерал һуғыш аттарына бәйләттертә, — ти.

Кемдер яуапланы:

— Шунда китә, ти, шул. Унда ат тигәнең күптер инде.

— Хисапһыҙ инде ул.

Өсөнсө берәү быларҙың һүҙен йөпләмәне:

— Хисаплыға ла ҡалыр инде. Өс йыл буйы ҡырылыуға. Беҙҙекеләрҙең бер ҙә алға барған эше юҡ, ти, әле.

— Төрлөһө булыр инде. Пулшәне лә биргәс.

— Балтыҡтан да кире сиктек, тип яҙған, ти, әле Ғәли бажа.

— Рәт китте инде. Ни еткермәк кәрәк унса ғәскәргә.

— Ныязғолға бының өсөн ҡаҙна күп аҡса түләйҙер әле.

— Түләмәй, бушҡа эшләтә тиһеңме? Ә хеҙмәт сәпсим буш төшә инде уға. Ҡаҙаҡтар һуғышҡа алынмағас, уларҙы шулай төрлө ергә эшкә ҡыуалар икән шул.

— Шулай, ти, шул. Әле бынау аҡ сапанлыһы менән бер көндө һөйләшкәйнем. Ике улымды окоп ҡаҙырға оҙаттылар, ти.

— Был һуғыш Ныязғол бәхетенә генә булды, ахырыһы. Ысынлап та, Ныязғолға һуғыш ауырлығы теймәне. Имай әллә ҡасан фронтта булырға тейеш; булһа ла, военнач менән һөйләшкәндән һуң, стройҙан тыш һуғыш хеҙмәтендә һаналып, Ырымбурҙа урынлашты ла, бисәһен янына алдырып, бесән, иген кеүек һуғыш заказдары үткәреп тыныс ята бирҙе. Ҡыҙы Фатиха ла ағалары янында — Ырымбур гимназияһында уҡып ята. Ваҡ балалары өйҙә уҡыйҙар. Өйҙә лә тыныслыҡ. Һуғыш йылдары уның өсөн бөтә теләктәренең эшкә ашыу йылдары булып китте.

Уның төрмәлә ятып ҡайтыу ваҡиғаһы ла хәҙер онотолоп, бара. Унда ул, биш ай ғына ятып, ҡотолоп ҡайтҡан көнө менән еңел атлап иртәнге намаҙға барҙы. Ул унда ауыл ҡарттарының бөтәһе менән ҡуш ҡуллап күрешеп, бик һағынып, нужа күреп ҡайтҡанын һөйләп, намаҙ артынса бөтәһенә лә хәйер өләште. Кис мулланы, Абдулланы һәм шундағы үҙенең сере һыйғандайҙарҙы саҡырып алып һыйланы. Уларҙан ул ситһенмәне. Быға тиклем тирә-яҡ ауылдарҙа уның төрмәлә булыуын ишетмәй ҡалғандарҙың булмауын үҙе яҡшы белгәнгә күрә, хәҙер ул хәбәргә үҙ файҙаһына яраҡлы дөрөҫ ағым биреп ебәрергә тырышты.

— Шулай, ағай-эне. Ризыҡ булғас, алла яҙғанын күреп, ситкә сәселгән ризыҡты йыйып ҡайттым. Донъяла дуҫтан дошман күп. Дуҫ-иш ташламағас, дошмандар япҡан нахаҡ бәләләрҙән биш ай эсендә ҡотолоп ҡайттым. Алланың биргәненә шөкөр.

Дуҫтар баштарын сайҡап хупланылар:

— Бәрәкалла, бәрәкалла.

— Әйтерең бармы.

— Ысын шул.

— Беҙ ҙә бик шатланабыҙ.

Ныязғол эштең нисек булғанын өҫтән-мөҫтән генә һөйләп, бөтә ғәйепте банкыла ултырған урыҫ начальниктарына япһарып, уларҙың башҡортто, мосолмандарҙы күрә алмаусылыҡтарынан килеп сыҡҡан бәлә итеп, үҙенең “һөттән аҡ, һыуҙан пак” икәнлегенә ышандырып ҡуйҙы.

Шулай итеп, был ҙур байлыҡты ул үҙ ҡулында юҡҡа һаҡлап ҡалдырманы. Донъя ҡыуып мал арттырырға тағы ла ихласыраҡ дәрт менән, төн йоҡоларын ҡалдырып, эшкә кереште. Ул хәҙер элек үҙе менән эш алып барған компаньондарынан да уҙҙырып ебәрергә тырышты. Тирә-яҡтағы урыҫ байҙарының доходтары күплегенән көнләште. Ҡайҙа, ҡайһы эшендә генә һүрәнлек һиҙһә, шул урынға ынтылды. Юлға һалды. Әйләнгән һайын ҡалаға барҙы. Имайға етеп ҡайтты. Уның аҡыллы кәңәштәре, ҡалала эш йөрөтә белеүе уға тағы ла ҙур терәк булды. Йөрөгән бер ерендә яңылыҡтар ҡутарып ҡайтты. Ауылдың осондағы ун ике тәҙрәһе оло урамға ҡараған ике ҡатлы, күк көмбәҙле матур йорт, уның тирә-яғындағы ҙур таш һарай, Таллы күл, тимер түбәле кухня, таш тимерлектәр, ҡалалағыса кранлап һалдырылған оло мунса, ялсылар йорто, иген машиналары, пар двигателе, тапам машиналары менән тулып ултырған киң ихаталар, оҙатылған меңәр бот игендәр ҙә уның күңелен тынысландырманылар. Ул хәҙер Кузьмин байҙың бесән бәйләтә торған машинаһы кеүек машина килтереп ултыртып, эшкә ҡушты. Машина килеүгә Яйыҡ яғынан оло фургондарға тейәлгән ике йөҙләп ҡаҙаҡ килеп төшөп, ихата һыртына ҡыуыштар ҡороп урынлаштылар.

Тимерғәле ҡарт, башҡалар менән бергә аптырашып йөрөп, өйөнә ҡайтты. Оҙаҡ йөрөүҙән уның биле тағы ла нығыраҡ ауыртҡайны. Өйөнә ҡайтып инеү менән Сәғиҙәгә бөгөндән дә ҡалдырмай һөлөк һалырға ҡушты. Сәғиҙә, әмәлсе Барсын әбейҙе саҡырып кәңәшкәндән һуң, уның һүҙен тыңланы.

Барсын әбей:

— Юҡ, Сәғиҙә, бөгөн шишәмбе көн, һөлөк һалыуҙың бер файҙаһы ла булмай ул. Иртән шаршамбы көн, һәйбәтләп тороп һалырбыҙ, алла бирһә. Һөлөк арты яраһына ябырға тип кейәү үләне йыйып ҡуйғайным. Бешереп кенә ябырбыҙ. Ул яраны ла тиҙ еткерә, ҡанды ла тарҡатыусан була. Уның бик шифалы сағында, май айында, ҡаҙаҡ урыҫы еренән барып йыйғанмын. Иртән һалырбыҙ, иртән, — тине.

Тимер ҡарт та быға күнде. Бик һыҙланһа ла:

— Ярар инде, улай көнө тура килмәгәс, бер көн көткәндән әллә ни булмаҫ, — тине ул.

Иртәгеһенә мейестең түрьяҡ эргәһендә ҡартты арҡаһы менән яҡтыға ҡаратып ултыртып, Барсын әбей уның бөтә биленә буйлатып һөлөк һалды. Өлкән йәшел бутылканан эре-эре ҡара юлаҡ һыртлы ҡуңыр һөлөктәрҙе сығарып, стаканға һалып, ҡарттың тәненә ҡапланы. Ас һөлөктәр, баштарын кәкәңләтеп, тәнгә йәбешәләр ҙә, һулҡылдап, ҡан һура башлайҙар. Барсын уларҙың туйып төшкән береһен табансала әҙерләп ҡуйылған ваҡ тоҙға баштарын төртөп ҡоҫтора ла, һығып, һыуҙа сайҡап, кире бутылкаға төшөрә бара. Үҙе һөйләнә:

— Мин быларҙы йәй көнө Селекле күлдән үҙем барып тотҡайным. Унда ҡара һөлөк тә күп икән. Ҡапмаһа ярар ине, тип ҡурҡып бөттөм. Ҡара һөлөк ҡапһа, төшмәй ул. Улай ҙа йәбешмәне. Ҡайһы бер күлдең һөлөгө әллә ни эшләп әрсәнке була, тиҙ үлә. Бына быларҙы мин өсөнсө кешегә һалам инде, әле тик бишәүһе генә үлде. Утыҙ бише тере. Собханалла, тфү, тфү...

Һүҙсән Барсын шундай үҙенең күргән-белгәндәрен, әмәлдәрен, өҙлөкһөҙ һөйләй-һөйләй, оҙаҡ итеп Тимерғәле ҡарттың ҡанын һурҙыртты. Уның ундай хәбәрҙәре бик күп ине.

— Бына бындай ҡандан килгән ауырыуҙарға тоҙло һыу ҙа бик файҙа итә. Ҡайһы ғына йыл әле, һуғыш сығыр йылы йәй инеме икән, хәтеремдә шулай ҡалған, Миңниса апайым, Хажғәле менән Ямал килен, Бикмырҙа, тағы кем бар ине һуң әле, иҫең ҡороғоро, анау Басир ҡарт мәрхүмдең улы, кем һуң әле, атың бар бул-ғыры...

— Насыйпты әйтәһеңме?

— Эйе, әйе, Насыйп. Шулайтып күмәкләшеп барып, тәкә һуйып бешереп ашап Әселекүлдә бер йома яттыҡ. Анау аҡһап йөрөгән Хажғәле лә һин дә мин. Төҙәлде лә китте. Миңниса апайым да, бына Тимерғәле ҡорҙаш һымаҡ, билдән сыҙамай торғайны, ана ул да шунан бирле һыҙланғаны юҡ. Тик Ямал киленгә генә әллә ни эшләп, хоҙаның хикмәте, шифаһы теймәне бахырға. Шунан ҡайтҡас, бер йомалай ғына түшәктә ятты ла, эсенән ҡуҙғала алмай, янып-көйөп ауырып, донъя ҡуйҙы. Алланың рәхмәтендә булғыры. Һәйбәт әҙәм ине. Эшмәкәр ине. Әҙәмгә зыяны булманы. Әйттем мин уға: “Ямал килен, мин әйтәм, күлгә төшкән саҡта һаҡ бул. Бисмилла әйтеп, төкөрөнөп төш. Төшкәндә бер-ике бөртөк сәсеңде өҙөп һыуға һал, эйәһе тотмаһын”, — тинем. Әллә бахырға шул күл эйәһе хаслыҡ итте инде. Барғанда арыу ғына барғайны. Ҡайтҡанда арбала ятып саҡ ҡайтып йығылды.

Ул арала һөлөктәрҙең иң аҙаҡҡыһы туйып, йыуан булып, быҙырайып тәгәрәп төштө. Ҡарттың хәле бөтөп, күҙ алды ҡараңғыланды, башы әйләнде. Төҫө ағарып, хәлһеҙ тауыш менән:

— Мин ятайым инде, бик арыным, — тине.

Барсын ҡабаланып яҫтыҡ бирҙе лә Сәғиҙәне ашыҡтырҙы:

— Ҡана, тиҙ генә һурпаңды өлгөрт. Кейәү үләне балыҡҡанмы, саҡ ҡына һыуыт та һөлөк яраһына яба һалайыҡ. Тимерғәле ҡарт түшәктә оҙаҡ ятты.



3

Яланбикәне кисә кис әсәһе ат менән барып алып ҡайтты. Уның янына хәл белергә барырға бер кем дә ҡыймаһа ла, Гөлйөҙөм шунда уҡ килеп етте. Ул үлек кеүек һары төҫтә, хәрәкәтһеҙ тонған күҙҙәрен аҡрын йөрөтөп, Гөлйөҙөмдөң һаулашыуына ҡаршы, нәҙек, һыуыҡ бармаҡтарын биреп, ҡуҙғалыш яһаны. Тағы ла тынды. Гөлйөҙөм түҙмәне, илап ебәрҙе. Сәғиҙә әбей ҙә өндәшмәй бер аҙ торғас, алама сепрәктәргә уралып, ташландыҡ булып ятҡан балаға күрһәтте:

— Ана ята әҙәм хурлығы, — тине. — Күргән ҡайғылар ҡайғы булмаған икән, бына икән ул ысын ҡайғы, — тип өҫтәне.

Улар башҡа бер һүҙ ҙә һөйләшмәнеләр. Гөлйөҙөмдөң берәй һүҙ әйтеп әүрәтергә лә, баланы асып ҡарарға ла батырсылығы етмәне. Һылтау йомош итеп килгән тәрән табаны ғына алды ла, күҙенән ихтыярһыҙ тәгәрәгән йәштәрен һөртә-һөртә, ҡайтып китте. Ул тағы ла: “Әрәм була бит әҙәм баштары”, — тип уйланды. “Ыуал-мағай, утҡа янһын, ғәзиз баштар юғала”. Ниңәлер ошо йыр аҙағы уның телендә уралды. Яланбикә бик йәл ине. Ни менән ярҙам итәһең...

Сәғиҙәләргә, Гөлйөҙөмдән башҡа, бер кем дә килмәҫ булды. Бер йоманан артыҡ ваҡыт үткәс, бер көн таң менән Сәғиҙә йүгереп килеп Гөлйөҙөмдөң тәҙрәһен түҙемһеҙлек менән шаҡылдатты. Гөлйөҙөм сусып ырғып тороп ишек асты. Сәғиҙә туҙған сәсе, аларған күҙҙәре менән Гөлйөҙөмгә йәбеште:

— Килен, балам, әйҙә әле. Яланбикә әллә ҡайҙа киткән. Гөлйөҙөмдөң быуыны бушап, ашығып кейенә башланы.

— Ни эшләп, ҡайҙа киткән?

Әбей хәлһеҙләнеп урындыҡ ситенә ултырҙы. Көскә сыҡҡан тауышы менән:

— Белмәйем. Әйҙә әле, әйҙә. Балаһын һыуға һалған да сығып киткән. Мин тышта әүерәләнеп йөрөп, күрмәй ҡалғанмын. Бабай ята ине.

Гөлйөҙөм тыны тарығыуҙан көскә атлап килеп етте. Өйҙә берәү ҙә юҡ. Иҙән уртаһында тәрән ағас ялғаш. Һыуы күҙенән. Ҡара сәсле, ап-аҡ тәнле ир бала, ауыҙын иларға әҙерләнгән кеүек асып, күҙҙәрен сырт йомоп ята ине. Уны Гөлйөҙөм йәһәт кенә ҡулына алды. Ләкин бала боҙ кеүек һыуыҡ булып күгәргәйне. Ул уны һике ситенә алып барып һалды ла:

— Ҡайнаға ҡайҙа һуң? — тине.

— Эҙләп киткәндер.

Әбей мәғәнәһеҙ ҡараш менән ергә сүкәйҙе.

Гөлйөҙөм, әбей һүҙенән уны эҙләргә кәрәк икәнен хәтерләп, урамға сыҡты. Хәмдиәгә барҙы. Мәғфүрәгә әйттеләр. Тиҙ арала был хәбәр таралып, ҡатын-ҡыҙ, шыбырлашып һөйләшеп, эҙләшә башланылар.

Тимербулат, ҡулына йүгән тотоп, тауҙан ҡайтып килә ине. Гөлйөҙөм улынан:

— Ҡайҙан киләһең, балам? — тип һораны.

— Атты тау ашырып ебәрҙем. Ату һаҙлыҡҡа китә лә бара. Әсәй, Яланбикә апайым ни эшләп был ваҡытта тауға һыуға китеп бара? — Ул, ҡар һыуына йөрөү ваҡыты ала ҡарҙа ғына булғанын белеп, был ҡыҙыҡ хәлдән ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. — Көйәнтәләп тороп китеп барасы!

— Туҡта әле, көлмә юҡҡа. Ҡайһы ерҙә осраттың?

— Ана, Өсҡайынға етеп бара ине.

— Бар, улай булһа, һин өйгә балалар янына ҡайт. Мин уның артынан барайым.

— Ни эшләп, әсәй?

— Бар, бар, ҡайт, балам. Төпсөп торма. Ауырығандыр ул, барайым әле.

Тимербулат, маңлайын тексәйтеп, ҡаштарын йыйырып, ашыҡҡан әсәһенең артынан һораулы ҡараш менән бер аҙ ҡарап торҙо ла ауылға төштө.

Яланбикә, көйәнтә-силәктәрен йыраҡаға ауҙарып ташлап, аҡ ҡайынға арҡаһын терәп аяҡтарын һуҙған да, тауҙы яңы күргән һымаҡ, аптырап ҡарап ултыра ине. Сәстәре туҙып төшөп яурындарын ҡаплаған. Яулығы эргәһендә ята, үҙе күлдәксән. Аяғында үксәһе тишелгән йөн ойоҡ. Уның ябығып кипкән тәне һалҡынға ҡужырайып ҡалтырап ҡуя. Ул Гөлйөҙөмдөң килгәнен абайламаны.

Гөлйөҙөм, уның янына ултырып, ипләп кенә яурынына ҡул һалды:

— Яланбикә, әхирәт!

Ул, ҡапыл тертләп, ҡасырға теләгән кеүек, урынынан шыуҙы. Гөлйөҙөмгә бер аҙ темһәйеп текләп торғас, ҡапыл шарҡылдап көлөп ебәрҙе:

— Йә, Йөҙөкәс, һин дә һыуға килдеңме? Әйҙә, ҡар һыуы тултырайыҡ, Йөҙөкәс. — Ул балалар кеүек шатланып ҡулдарын сәпелдәтте. Ултырған көйө йыраҡаға табан шыуып, Гөлйөҙөмдө саҡырҙы. — Әйҙә, һыу алып ҡайтайыҡ. Ҡар һыуы тоноҡ. Сылтырап ағып ята. Тауҙан аға. Йырлашып ҡайтырбыҙ. Һыу алайыҡ... Гөлйөҙөм ҡурҡып болоҡһоуҙан дер ҡалтыраны. Яланбикәнең аҡылдан яҙыуында шиге ҡалманы. Нисек итеп өйгә алып ҡайтырға, тип уйланды. Ул арала Яланбикә йыраҡалағы силәктәрен һыулы һымаҡ итеп, тырышып күтәреп алды ла, үҙе һөйләп, үҙе көлә башланы:

— Гөлйөҙөм, ҡара әле, силәк гармун булып уйнай. Бейейбеҙме? Ҡара, ҡара, үҙе зыңғылдай. — Ул, силәккә ҡулдары менән дыңҡылдатып һуҡҡылап, бейеү таҡмағы әйтә башланы: “Һәлләү, һәлиләү, һәлиләү, һәлиләү...” Ул тағы бер аҙҙан, эсе ауыртыуҙан сытырайып, кире ултырҙы.

— Йөҙөкәс, эсем бик ауырта шул. Бәпестән һуң шулай булды, — ул туп-тура ҡарап аҡыллы кеше кеүек етди төҫ менән зарланды.

Гөлйөҙөм Яланбикәнең үҙен танығанына ла, былай һөйләүенә лә аптырап: “Әллә иҫе инәрле-сығарлы тигәндәре шул буламы икән?” — тип уйланды.

— Мин улымды әле генә һәйбәтләп ҡойондороп йоҡларға һалдым. Һин күрҙеңме уны, минең улымды? Бик матур. Атаһына оҡшаған. Уның атаһы Хәсән түгел, Мотаһар гармунсы. — Ул аҙаҡҡы һүҙҙәрен шыбырлап ҡына әйтте лә, ниңә әйткәненә үкенгән һымаҡ, ауыҙын тиҙ генә ҡулы менән ҡаплап, балаларса ҡурҡҡан күҙҙәре менән Гөлйөҙөмгә текләне.

Гөлйөҙөмдөң уны йәлләүҙән эсе өҙөлдө. Ҡурҡыуын бөтөнләй онотто.

— Яланбикә, әйҙә ҡайтайыҡ, әхирәт, әйҙә.

— Ҡайтмайым. Әсәйем туҡмар. Хәсән дә яратмаҫ. Һин минең малайымды алып кил. Имгеһе килгәндер. Минең балаларым хәҙер күп. Барыһы ла матур, барыһы ла һөйкөмлө. — Ул тағы ла күңелләнеп көлә башланы. — Әсәйем һыуға һал да ҡуй, тисе, һалмайым әле. Атаһы күрмәгән бит. Ул ҡушһа, һалырмын. Эйе бит, Йөҙөкәй. Уға исем дә ҡушмаған булалар. — Ул, үпкәләгән кеүек ауыҙын күпертеп, ситкә боролдо.

Гөлйөҙөм уны һаман ҡайтырға димләне. Көйәнтә-силәктәрен үҙе алып, Яланбикәне ҡулынан етәкләне.

— Әйҙә, әйҙә, улың да унда. Әсәйең сәй эсергә тиҙ ҡайтһын тине.

Яланбикә теләр-теләмәҫ ауыр, аҡрын атлап Гөлйөҙөмдөң артынан эйәрҙе.

Гөлйөҙөмдөң ҡурҡыуы бөтһә лә, өшөгән кеүек, тештәре шаҡылдап ҡалтырай ине.

Был ваҡиғаның шау-шыуы байтаҡҡа барҙы. Баланы мулла килеп күмеште. Унда атаһыҙ тыуған йәки исем ҡушылмай үлгән балаларҙың бөтәһенә лә дөйөм булған “Абдулла” тигән исемде Яланбикәнең улына ла ҡуштылар. Яланбикәне ҡайныһы: “Хаяһыҙ, шуның өсөн алла ҡарғаған”, — тип әрләне. Күбеһе йәлләнеләр: “Нишләһен инде, бахыр. Дүрт аяҡлы ат та һөрлөгә. Яңылышҡандыр. Шайтан юлдан яҙҙырғандыр. Балалары әрәм булып етем ҡалдылар. Аҡылына килһә лә, барыбер ире алмаҫ, нисек донъяла йәшәһен”, — тип төрлөсә уйлаштылар. Яланбикә, иҫкә килмәйенсә, ҡыш буйына өйҙә ултырҙы. Ире фронттан, был хәбәрҙе ишеткәс, үҙенең ата-әсәһенә: “Балаларҙы етем итмәгеҙ. Яланбикәне лә ҡаты ҡаҡмағыҙ. Беҙ ҙә бында эт типкеһендә, төрлө хәлдәргә осрап йөрөйбөҙ. Ҡайтҡас күҙ күрер”, — тип хаттар яҙа икән, тип һөйләнеләр. Ләкин ул хаттарҙың береһе лә Яланбикә ҡулына төшмәне. Төшһәләр ҙә, ул уларҙы аңламаҫ ине. Ул бирһәләр ашап, бирмәһәләр һорамай, һорауҙарға яуап бирмәй, моңайып тәҙрәгә ҡарап, яҙҙы еткерҙе. Яҙ башында ҡоро һөлдәгә ҡалып, атаһы, әсәһенең йөрәктәрен өҙөп ятыуҙан уларҙы ҡотҡарып, апрелдең матур таңында йән бирҙе. Уның әсе тауышы менән “әсәй!” тип ҡысҡырып ебәреүенә Сәғиҙә, йоҡоһонан ырғып тороп, уның янына килде. Яланбикә тирләп, бышлығып, ҡулдарын башынан аша мендәргә ташлаған көйө эйәк ҡағып ята ине. Сәғиҙә: “Эй балаҡайым!” — тине лә ҡартын уятты:

— Һин, тор әле. Ясин сыҡ. Яланбикә үтеп бара.

Тимерғәле, тороп ултырып, ясин уҡырға тотондо. Сәғиҙә ҡасандыр өҙөлөп һөйгән, һуңғы ваҡытта шул тиклем әсе хурлыҡ килтереп рәнйеткән балаһын был сәғәттәрҙә йөрәге өҙөлөп йәлләне. Тағы ни менән генә уға ярҙам итергә лә белмәйенсә тирә-яҡҡа ҡаранды ла, хәҙер һис нәмә эшләргә лә мөмкин булмағанлыҡтан аптырап барып, ҡыҙының да үҙенә оҡшаған һары сәстәрен һыйпаштырҙы. Ҡайнар күҙ йәштәрен уның һыуынған йөҙөнә ағыҙҙы.

Яланбикәне үҙенең сабыйы янына күмделәр. Уны йыуышырға килгән бисәләр: “Ер күтәрмәҫлек ауыр гонаһ эшләгән был бәндәһен алла үҙе кисерһен инде”, — тип теләнеләр.

Ҙур шатлыҡ

Был хәбәрҙе ишетеү менән Гөлйөҙөм иң тәүҙә Шәһиҙә инәһенә йүгерҙе.

— Инәй, һөйөнсө, инәй, һөйөнсө!

Әбей, бер үҙе тын ғына ултырған еренән, ишектең ғәҙәттән тыш шартлап ҡапыл асылыуынан терт итеп ҡалды. Ә Гөлйөҙөмдөң, яулығы шыуышып төшөп, туҙып киткән сәстәренән, әллә ни тиклем ҡар һөйрәп ингән быймаларынан тағы ла нығыраҡ ҡурҡып китте.

— Инәй, һөйөнсө!

— Ни бар, балам? — Әбей ҡулындағы бәйләмен кейеҙ өҫтөнә һалды. — Ипле бул, тын да ала алмайһың да баһа, бер самауыр сәй һөйөнсөңә.

— Ысынды әйттең, инәй, — Гөлйөҙөм, урындыҡ ситенә ултырып, тәрән көрһөндө. — Тын да ала алмайым, йөрәгем сығып бара, батша төшкән, инәй. Хөрриәт!

— Ярабби Хоҙайым, ысынмы?

— Ысын, инәй, батшаның тәхетен ҡолатҡандар!

Гөлйөҙөмдөң шатлыҡ менән янған күҙҙәре, ҡыҙарған бите һаташҡан кеше һымаҡ, илай-көлә һөйөнсө һорауы Шәһиҙә әбейҙе аптыратҡан булһа, хәҙер инде ул үҙе урынынан һикереп торҙо.

— Ярабби Хоҙайым, ҡаты асыуланған саҡтарымда һине лә әрләй торғайным, рәхимең бар тигәндәре ысын икән. — Ул, калуштарын яҙа-йоҙа кейеп, урындыҡ ситенә ултырҙы. Үҙе күҙенән тәгәрәгән йәштәрен дә һөртөргә уйламаны. — Ярабби Хоҙайым, дөмөктөргәнһең икән ҡара йөрәкте!

Әбей үҙен ҡаплап алған шатлыҡ тойғоһона сумған. Ул, Гөлйөҙөм барлығын да онотҡан кеүек, ғибәҙәт ҡылғандағы һымаҡ, туп-тура алланың үҙе менән һөйләшә ине.

Бер аҙҙан ул:

— Кемдән ишеттең, балам, был өлкән шатлыҡ хәбәрен? — тип һораны.

— Олостан Ҡаҙанҡап Абдулла ҡайтҡан. Шул һөйләне тип, миңә Мәғфүрә еңгәм әйтте.

— Эй алла, ҡыҙым, бындай һөйөнсөгә бер самауыр сәй нимә генә ул. Ана, ала быҙауым һиңә булһын. Шундай ҙур эш. Беҙҙең балаларҙың түккән ҡандары ерҙә ҡалмаған икән, беҙҙең теләктәр ҡабул булған икән, балаҡайым.

Әбейҙең дә, Гөлйөҙөмдөң дә өйҙә түҙеп ултырырлыҡ хәлдәре юҡ ине. Улар икәүһе лә ҡабаланышып сығып, өйҙән-өйгә дуҫ-иштәренә ашыҡтылар.

— Һөйөнсө, батша төшкән!

— Һөйөнсө, батша юҡ!

— Һөйөнсө!

— Һөйөнсө имеш, мин иң тәүҙә ишетеп, үҙем күлдәк әйттем инде. Улым һуғыштан ҡайта бит инде. Һуғыш бөтә бит инде. — Сәғиҙәнең бер ҡайғыһы ла ҡалмаған шикелле, шатлығы шундай көслө. — Минең ирем ҡайта.

— Ә минең өс улым.

— Батша төшкәс, һуғыш та бөттө инде.

— Батшаның тәхетен ҡолатып төшөргәндәр беҙҙекеләр. Быға тиклем хәсрәт менән түгелгән әсе күҙ йәштәре әҙенән шатлыҡ менән тәгәрәгән йәш тамсылары ялтырай. Йөҙәр йыл буйы туңып ятҡан ауыр боҙ иреп шартланы һымаҡ. Халыҡтың ошо ҙур шатлығы ҡанатланып осто ла бөтә Ырғыҙ буйына таралды.

Имайҙың Ырымбурҙан ҡайтып төшөүе өйҙәгеләренә ҙур ҡыуаныс тыуҙырҙы. Барыһынан да бигерәк Рәхимә шат.

— Һау ғына ҡайтып еттеңме, балаҡайым? Нишләп киленде алып ҡайтманың? Фатиха ла ҡайтмаған, хатығыҙ ҙа юҡ.

Имайҙың һалдат кейемендә булмауы ла уның әсәһен ҡыуандыра.

Ярай әле, балам, ҡатҡан шинель һөйрәтмәгәндәр икән үҙеңдән. Үҙ кейемең булғас, күңелгә бик һәйбәт.

Имай әсәһенең өҙлөкһөҙ һорауҙарына яуап биреп өлгөрә алмай.

— Шинель кейҙем, әсәй, әле ҡайтҡанда сисеп ҡалдырҙым. Киленең менән Фатиха икәүләп ҡайтырҙар йә үҙем барып алырмын.

— Һин тағы китәһеңме ни? Батша төшкән бит һуң.

Был һорауға инде Имайҙың әҙер яуабы юҡ. Ул икеләнеп:

— Әллә шул, әсәй, эштәр нисек булып китер инде, — тине.

— Ҡуйсы, шулай тигән һүҙ буламы? — Рәхимә, көрһөнөп, улын һыйларға әҙерләнергә сығып китте.

Ныязгол да был арала бик күңелле йөрөй. Ул улының ҡайтыуына ысын күңелдән шат.

— Һау йөрөп ҡайттыңмы һуң, улым?

— Бик шәп ҡайттым, атай. Үҙегеҙ ни хәлдә ятаһығыҙ?

— Беҙҙең хәлдәр ал да гөл ине әле. Зарланырлыҡ бер нәмә лә булманы. Эштәр ҙә туҡтап торманы. Хатта ла яҙғайным үҙеңә. Мөлкәт артһа артты, кәмемәне, аллаға шөкөр.

— Уныһы бик яҡшы, атай. Хаттарыңды алып, төшөнөп торҙом.

— Һуң һеҙ ни эшләп улай итеп, мәңге йәшәгән хөкүмәтте алмаштырып ятаһығыҙ әле? Һуғышып-һуғышып, сит батшаларҙы еңеп ҡайтаһығыҙмы тиһәм әле мин, һеҙ үҙебеҙҙекен төшөрөп ташлағанһығыҙ. — Ныязғол һүҙен уйынға һабыштырып көлөп ҡуя. — Бына, үҙеңдеке үҙеңә яу!

— Шулай иттеләр бит. Мин ни, үҙем һуғышты барып күрмәгәс, Петроградта булмағас, ни тип әйтәйем. Беҙҙең өсөн был хөкүмәт тә барыбер, яҡшы булырға оҡшай.

Ныязғол яйлап, һуҙып һөйләй:

— Әллә шул, улым. Бик барыбер ҙә булып бөтмәҫ шул. Анауы Михайла Романовты тәхеткә ултырталармы-ниме тигән хәбәр таралғайны. Уныһы ла барып сыҡмаған, күрәһең. Ул булғанда, пожалуй, барыберҙән һәйбәтерәк булыр ине.

— Петроград эшселәре ход бирәләрме һуң ундай эшкә. Ваҡытлы хөкүмәттән Гучков тигән берәү ошо турала митингыла сығып һөйләгән икән. Эшселәр уға ауыҙ асырға ла бирмәгәндәр, үҙен тотоп ата яҙғандар, ти. Әле был хөкүмәт үҙе урынлашып, нығынып ҡалһа ярар ине.

— Ниңә, әллә уның да ултырған урыны төпһөҙ шүмәнгә оҡшаймы?

— Исеме “Ваҡытлы хөкүмәт” бит инде. Беҙҙең өсөн уныһы ла яман булмаҫ ине лә ул. Политикаһы ла арыу күренә. Еңмәй тороп һуғышты туҡтатмаҫҡа, тип ҡуя, ти, мәсьәләне. Һаман да әлеге большевиктар эште боҙалар бит. Улар был хөкүмәткә лә тыныслыҡ бирмәҫкә уйлайҙар, ти, шул.

— Йә, хөкүмәт хөкүмәт булыр әле ул. Большевиктарға ғына бирешеп тормаҫ. Ә Ырымбурҙа ниҙәр булып ята һуң?

— Ырымбурҙа шул инде, революция шатлығы бара. Ул яҡ башҡорттар үҙҙәренә башҡа хөкүмәт төҙөргә булып, әллә ниндәй “Башҡорт халҡы союзы” тигән ойошма төҙөп яталар.

Ныязғол ҡыҙыҡһыныуынан урынынан уҡ тороп китте:

— Йә, бына быныһы бик ҡыҙыҡ. Бик ҙур хәбәр. Был инде, улай булғас, анау бишенсе йылдарҙағы Ҡәүи ҡоҙа ҡайтып төҙөп маташҡан иттифаҡ һымаҡ бер нәмә булалыр шул.

— Эйе, шундайыраҡ ойошма. Тик хәҙер эште ҙур күләмдә алып бармаҡсылар, күрәһең. Мин уларҙың был нәмәләрен төпсөп һорашманым. Быны ла әле китер алдынан Ҡәүи ҡоҙа килеп һөйләп ултырҙы. Ул хәҙер бик ҙур кеше булып киткән. Ундай эштәрҙең уртаһында ҡайнай. Элеккесә малай һымаҡ та күренмәй. Ҙур интеллигент, иғтибарлы ҡала әфәндеһе булып киткән. — Имай ниңәлер ҡоҙаһының бындай үҫешенә көнләшкән тауыш менән мыҫҡыллы көлөп һөйләне.

Ныязғол тағы ла нығыраҡ дәртләнде:

— Ул бик аҡыл эйәһе инде. Атайым ишан тип тартынып торманы. Урыҫсаға ла ныҡ уҡыны, әллә ниндәй партияға ла инеп алды, эсер тиме шунда. Хәҙер был эштәре барып сыҡһа ярар ине лә һуң. Теге ваҡытта Ғәйнулла мулла менән килгәндәрендә бер эш тә сығара алмай ҡайтып киткәйнеләр.

— Ул ваҡытта Айбулат менән Мурзиндың ҡотҡоһо халыҡты еңде бит. Ҡыуып тигәндәй ебәрҙеләр. Һин дә, атай, йомшаҡ торҙоң ул саҡта.

— Йомшаҡ торманым инде. Хәлдән килеүе шулай булды шул. Бына уларҙың хәҙерге эштәре төплөрәк булырға оҡшай. “Башҡорт ойошмаһы” тигән һүҙ — бик ҙур ул. Ҡәүи ҡоҙа һаман шунда йөрөһә...

— Ҡәүи ҡоҙа ғына түгел, әлеге Ғәйнулла мулла ла шунда ҡайнаша. Ул хәҙер муллалығын ташлаған. — Имай тағы ла ниңәлер көлөп ҡуйҙы.

— Йә, ул да шунда тиң? Улай булғас, унда беҙҙең үҙебеҙҙең кешеләр бар икән дә. Ярай, ярай, бик ярай. Улар ҙа хәҙер аҡылды, тәжрибәне туплағандарҙыр инде.

— Аҡыллылар бар. Тик һаман да әлеге бер һүҙ, большевиктар ни әйтеп, ни ҡуйырҙар. Мәсьәлә шунда.

Ныязғолдоң шатлыҡ менән асылған йөҙө томан баҫҡан һымаҡ булды.

— Эйе, улым, был һүҙең ысын һүҙ. Тағы әлеге үҙебеҙҙең Айбулатты телгә алмай тура килмәй. Быйыл ҡыш Һамарға килеп, әллә ниндәй партийный собраниелар яһап йөрөгән бит. Әлеге Волгинға килеп төшкән дә, әллә ни тиклем эштәр эшләп ташлағандар, ти. Батша төшөүҙең дә иң төп сәбәбе шуларҙың, большевиктарҙың, уҫаллығынан килеп сыҡты шул.

— Шулай шул. Һуң Айбулат өйөнә лә ҡайтып китмәнеме?

— Юҡ, ҡайҙа ул, бушамай, ти. Хат яҙған өйөнә, “һау булһаҡ, еңгән батыр булып ҡайтҡас күрешербеҙ, үпкәләмәгеҙ”, тип яҙған, ти, ғаиләһенә. Күрәһеңме, Һамарға килеп ятып, өйөнә килеп китергә ваҡыты юҡ. Әйтерһең, бер министр тип уйларһың. — Ныязғол асыуынан ҡыҙарҙы. — Әле теге Мурзины ла ҡайтып төшкән, ти.

— Сәпсимгәме?

— Әллә, уныһын белмәйем.

— Шулай, атай, хәҙер бик ныҡ уйлашырға кәрәк булыр.

— Уйлашырға тип ни, хәҙер һинең менән минең уйлашыуҙан эш бөтмәй шул инде. Бында яңы хөкүмәттең ҡатнашы кәрәк. Ул ҡатнашып, ер тураһындағы мәсьәләне берәй төрлө хәл итмәй тороп, элеккесә үҙебеҙ-ара эшләп ташлаһаҡ, халыҡты ғына ҡуҙғатыу була. Бына хәҙер беҙҙең ауылдар, батша төшкәс, хөрриәт булғас, ер бөтөнләй халыҡ ҡулына күсте имеш тә, берәүҙән дә эҙләп, һорап тормай ғына, бүлешеп алабыҙ имеш, тип уйлайҙар. Ҡайһы бер хәленән килгәндәре быйыл яҙ сығып, беҙҙең анау Ҡушуба итәгенә һөрөп тә сәстеләр инде.

— Кемдәр һуң улары?

— Кем булһын, Сәйетҡол, Сафа, Асатай, Ҡотлояр.

— Һин бер нәмә тип тә ҡаршы торманыңмы?

— Юҡ, өндәшмәнем. Былары әле әллә ни ҡыйратырлыҡ түгелдәр. Бөтәһенә биш-алты десятина ер икән, әйҙә, бына дөйөм мәсьәлә ҡуҙғалғанда, беҙгә ныҡ торорға кәрәк.

— Кәрәген кәрәк тә бит, нисек итеп шул большевиктар менән көрәште көсәйтергә инде? Бында Айбулаттар, Мурзиндар, ә тегендә уларҙан да көслөрәк Нуриманов тигән кеше юл башлай.

— Уныһы кем, башҡортмо ул да?

— Башҡорт большевигы.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   14   15   16   17   18   19   20   21   ...   26


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет