ЫрғЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



жүктеу 5.76 Mb.
бет19/26
Дата21.04.2019
өлшемі5.76 Mb.
1   ...   15   16   17   18   19   20   21   22   ...   26

Алыҫтан хат

1

Григорий Волгин, 1905 йыл революцияһында әүҙем ҡатнашҡанлығы өсөн самодержавиеның ҡаты язалы төрмәләрен үтеп, Нарым крайында биш йыллыҡ һөргөн срогын тамамлап, Һамарға, үҙенең тыуған заводына ҡайтып урынлашты. Ул һөргөндә тағы ла нығыраҡ сынығып, теоретик белемгә байып ҡайтҡайны. Ҡайтып төшөү менән ул революцион эшкә өсләтә арттырылған көс менән тотондо.

Юлия иһә, башҡорттар араһында эшләгәндә ҡасырға мәжбүр булғандан һуң, бында, Һамарҙа, хәрби госпиталдә эшләй ине.

Айбулат, Саратовтағы госпиталдән сығып өс айлыҡ отсрочка алғас, ҡатыны, балалары янына ҡайтып торманы, ә Юлияның хаты аша Григорийҙың эшмәкәрлеге тураһында ишетеп, туп-тура Һамарға килде. Ошонан башлап Айбулат Григорийҙың уң ҡулына әйләнеп китте.

Ләкин Айбулаттың яраһы буйынса бирелгән өс айлыҡ отсрочкаһының ваҡыты аҙағына яҡынлашты. Ул хәҙер тағы ла Саратовҡа барып комиссиянан үтергә лә, тағы ла бер аҙ ял бирһәләр, ауылға ҡайтып килергә уйлай ине.

Ул китер алдынан кис менән Волгиндарға килеп ингәндә, Маруся ла, Юлия ла өйҙә инеләр. Айбулатҡа улар, үҙ ғаилә ағзаһы кеүек күреп, эйәләшеп бөткәндәр. Шуға күрә уның килеп инеүе уларҙа күңеллелек тыуҙыра ине.

Әле лә Маруся ишек асырға сыҡҡас та:

— Ә, Айбулат, бик яҡшы килдең әле, — тип ҡаршы алды. Айбулат уларҙың икәүһе менән дә һаулашты ла:

— Йә, ни өсөн мин бөгөн яҡшы килдем әле, башҡа көндәрҙә насар килә инемме ни? — тип шаяртты.

Юлия әллә ниндәй ваҡ-төйәк өй эштәре менән төпкө бүлмәлә шыптырлай ине. Ул бүлмә аша:

— Бына, тетя Маруся, эләктең, — тип көлдө. Маруся улар ыңғайына уйын һүҙҙәр ысҡындырһа ла, уның эсе бошҡанлығы һиҙелә ине. Айбулат быны тиҙ үк аңлап алып:

— Йә, тиҙерәк һөйлә, Маруся, ни өсөн мин бик яҡшы килдем? — тине.

Маруся көрһөндө.

— Шуның өсөн, Айбулат Айдарович, Васяға бик ныҡ ярҙам итергә кәрәк. Ауырыуы бик оҙаҡҡа һуҙылды, — тине ул.

— Дөрөҫ, Маруся, бик дөрөҫ. Уны бындағы лазаретҡа күсереү сараһын күрергә кәрәк.

— Беҙ ҙә шуны уйлағайныҡ шул. Мин, һинең менән барып, ошо турала юлламаҡсы инем. Һиңә лә китергә ваҡыт етеп ҡалды, нишләйбеҙ һуң?

Уларҙың һүҙҙәрен тағы шаҡылдаған ишек тауышы бүлде. Ишекте астылар.

Григорий Иванович ҡайтып инде. Уларҙың ғаилә кәңәше тағы ла нығыраҡ ҡыҙып китте.

Айбулат Сызрандән Васяны Һамарға күсереү мәсьәләһе тураһында бик күп мәшәҡәттәр менән йөрөп юллағанса, өс көн ваҡыт үтеп китте.

Бына ошо өс көн эсендә Романовтарҙың өс йөҙ йыллыҡ тәхете ҡолап төшөп, шуның тауышы бөтә донъяға таралып шаулай ине.

Вася Айбулатҡа, танымаған шикелле, иғтибарһыҙ ғына күҙ төшөрҙө. Тик Айбулат бер нисә тапҡыр:

— Вася, Вася, Сергеев, — тип өндәшкәс кенә ул, күҙҙәрен ҙурыраҡ асып:

— О, һинме ни Булатик? — тип ҡуйҙы ла хәлһеҙ ҡулын күрешергә һуҙҙы.

Айбулаттың йөрәге һыҡтап, дуҫын йәлләне. Бигерәк тә Васяның бынан ун биш йылдар элекке дуҫлыҡтарын күҙ алдына килтереп “Булатик” тип өндәшеүе Айбулатты ныҡ болоҡһотто.

— Вася, беҙ һине Һамарға күсереү мәсьәләһен хәл иттек.

— Маруся килдеме?

— Улар иртәгәнән дә ҡалмай килерҙәр. Юлия менән икәүһе килерҙәр.

Вася, арыған һымаҡ, күҙен йомдо. Уны оҙаҡ һөйләштереп арытырға ярамай ине. Ләкин Айбулат Вася өсөн бик ҙур һәм ҡәҙерле булған хәбәр — батшаны төшөрөү хәбәрен әйтмәй китә алманы. Ул, Васяның эҫе ҡулын үҙенең һалҡынса устары эсенә алып, уға яҡын эйелде.

— Вася, ҡара әле, мин һиңә бик ҙур яңылыҡ алып килдем, Вася, ишетәһеңме?

Вася, тағы ла күҙҙәрен асып, башын Айбулатҡа бороп, һорау ҡарашы менән туҡтаны.

— Самодержавие долой, Вася.

Васяға, әйтерһең, һалҡынса йомшаҡ ел өрөп, уның ҡайнар тәненә хәл керетте. Ул бик тыныс күренгән төҫ менән яйлап йылмайҙы, тыны иркенәйгәндәй булып көрһөндө.

— Наконец-то... — тине ул.

— Эйе, Вася, тәхет ауҙарылды инде, һин дә тиҙерәк төҙәл.

— Ҡасан?

— Кисә.


Вася тағы ла көлөмһөрәне лә:

— Төҙәләм, тиҙ үк төҙәлергә тырышырмын. Бигерәк тә Юлия ҡулында... Бигерәк тә ошондай шатлыҡта, — Вася бер аҙ уйланғас, — бигерәк тә... — тине лә, иҫенә бер нәмә төшкән кеүек бик асыҡ тауыш менән: — Ә власть кем ҡулында? — тип һораны.

— Хәҙергә Ваҡытлы хөкүмәт ҡулында, буржуйҙар ҡулында.

Васяның әле генә килгән йәпле шатлығына болот күләгәһе һымаҡ күләгә төшкәндәй булды. Ул, ҡаштарын аҙыраҡ йыйырып, ҡайҙалыр алыҫҡа ҡараны:

— Ана бит ул, Булатик, шулай булғас, ни эшләп оҙаҡ ауырымаҡ кәрәк, ярамай, һис тә ярамай. Тимәк, беҙгә тағы ла ҡорал күтәреп һуғышырға кәрәк әле, — Васяның тауышы ҡапыл көрәйҙе. Палаталағы башҡа ауырыуҙар уға ҡарап:

— Бына беҙҙең Сергеев та терелә башланы, — тип ҡыуанышып һөйләштеләр.

Бик ауыр хәллеләр палатаһы тип аталған унынсы палатаға баш врач үҙе килеп инеп:

— Ни булды, ни булды, ниңә шаулашаһығыҙ? — тине. Ауырыуҙар һүҙҙәренән туҡтанылар. Айбулат уға боролоп ҡарап:

— Доктор, ауырыуҙарығыҙ шатлыҡтан терелергә яҡынланылар, шуға шаулашалар, — тип яуап бирҙе.

Врач Айбулат янына яҡын килеп, күҙлеген ҡулына алды. Тиҙ генә эйелеп Васяның һул ҡулын алып, пульсын һананы ла, Айбулатҡа ҡарап:

— Бына бит, һалдат, мин һеҙгә хәл белергә инергә рөхсәт иткәндә күп һөйләшмәҫкә ҡуштым. Һеҙ инде бөтә халыҡтың йөрәген йыш һуҡтырған ҙур хәбәрҙе лә ауырыуға әйтеп өлгөргәнһегеҙ, ахыры. Әгәр уны тулҡынландырырға яраһа, мин һеҙгә алдан әйтмәгән булыр инем, йә үҙебеҙ кисә үк уның үҙенә әйтеп шатландырған булыр инек. Ярамай, бына хәҙер уның пульсы ниндәй йышайҙы, кискә, көт тә тор, температураһы тағы утыҙ туғыҙға һикерәсәк.

Айбулат врачтың орошоуын урынлы тапты. Шуға күрә һүҙ көрәштереп торманы, Васяға ҡараған көйө тик ултырҙы. Ысынлап та, Вася тыштан тыныс күренһә лә, уның бик тәрән тәьҫирләнгәнен битенә бәреп сыҡҡан ҡыҙыллыҡ белдерә ине.

Вася күҙҙәрен ҡапыл асып врачҡа караны ла, көлөмһөрәп:

— Ҡәҙерле доктор, зинһар, тынысһыҙланмағыҙ. Минең хәл белеүсемде лә юҡҡа орошмағыҙ. Һеҙ минең тәнемде дарыулайһығыҙ, ә минең дуҫым, беләһегеҙме, минең унар йылдар һыҙлаған йәнемә дарыу бирҙе. Шулай булғас, һеҙҙең икәүегеҙгә лә мин ҙур рәхмәт әйтәм, — тине.

Айбулат Васяның был һүҙҙәренә ысын күңелдән ҡыуанды, врачҡа ҡарап:

— Бына, доктор, һеҙҙең ауырыу хәҙер бик тиҙ төҙәләсәк, — тине.

Врач күҙлеген яңынан кейҙе лә, бер Васяға, бер Айбулатҡа ҡарап:

— Эх һеҙ, мировой философтар! —тине. — Шулай ҙа бөгөнгә етеп торор һеҙгә, бына төҙәлгәс, көнө-төнө һөйләшерһегеҙ, — тип өҫтәне. Ул хәҙер бик етди ине.

Айбулат та урынынан торҙо.

— Дөрөҫ, Вася, һиңә бик тыныс ятырға кәрәк. Һиңә бит иртәгә юлға сығыу эше лә тора.

— Ярай, Булатик, рәхмәт, хуш.

Айбулат Васяның ҡулдарын тағы бер ҡат ҡыҫып һаулашты ла сығып китте.



2

Ул үҙенең полкын өс-дүрт ай күрмәй торған арала ундағы тормош танымаҫлыҡ булып үҙгәргәйне. Айбулаттың ундағы бөтә иптәштәрен дә тиерлек алмаштырып бөтөргәндәр ине. Унда элекке йыуаш, йонсоу, бик аҙ һүҙле төмҫәй кешеләр урынына: “Хәҙер диңгеҙ тубыҡтан”, тигән кеүек уңайһыҙ, шаян, бер өҙлөкһөҙ шаулашып, ҡысҡырышып йөрөгән кешеләр тулып киткәйне. Улар еңеү шатлығы менән иҫергәндәр, улар өйгә ҡайтыу өмөтө менән ҡанатланғандар, шунлыҡтан шат кешеләргә әүерелгәндәр.

Электән аҙ һүҙле, үткер аҡыллы, оҫта телле Титов та хәҙер бер туҡтамай һөйләп көлдөрөп, бөтә полк һалдаттарын үҙ тирәһенә ойоштороп алған. Айбулат үҙенең уны элек бик яҡындан белмәгәненә аптырап ҡуйҙы. Титовтың хәҙерге ваҡыттағы бер туҡтауһыҙ алып барған егәрле эше, ниндәй генә формала булмаһын, тотош ялҡынлы большевистик агитация икәнен үтә күрҙе лә уның менән бик яҡындан дуҫлашып китте.

Титов Айбулаттан Һамар, Саратов, Сызрань һәм бүтән бик күп Волга буйы большевиктары, уларҙың эштәре, бигерәк тә һалдаттар араһында алып барған эштәре менән ныҡ танышып, үҙенең бындағы белем һәм практикаһына көс арттырҙы.

Титовтың күңелле, шаян ҡылыҡтары масса араһында саҡта бик асыҡ, бик тәбиғи хәл булһа, үҙе яңғыҙ ҡалып, тәрән уйҙарға төшкән сағында йәки Айбулат менән ҡалып һөйләшкән сағында, ул бик етди төҫлө, хатта асыу ҡатыш ҡайғылы була торғайны.

— Эх, иптәштәр, был әле беҙҙең бөйөк эштәрҙең башы ғына бит. Ә бынан ары бара-тора... — тип киләсәк көрәште иҫәпләй ине.

Күп тә үтмәне, Владимир Ильичтың Швейцариянан килгән “Алыҫтан хат”ы баҫылған “Правда” гәзите килеп төштө. Унда яҙылған революция етәксеһенең революцияның үҫеше тураһындағы Һүҙҙәре Айбулаттарҙың артабанғы көрәш юлдарын яҡтыртып ебәрҙе.

Айбулат, үҙ полкына ҡайтып, үҙ часындағы Әхмәҙи менән күрешкәс тә, Әхмәҙи уға:

— Бында ни, кейәү, эш бөттө, көлтә йыйырға ғына ҡалды, — тип көлдө — Ни тип тағы ла был фронтҡа үҙ аяғың менән кире әйләнеп килдең? Туп-тура өйгә һыпырмай...

Ул, Айбулаттың Саратовта ғына түгел, Һамарҙа ла булып, Айҙаҡайға ҡайтып әйләнергә ваҡыты булмағанын ишеткәс, тағы ла нығыраҡ аптыраны:

— Бына бер ғәжәп. Бала-сағаңды ҡайтып күрмәй, ни йәнең менән түҙҙең? — тине ул.

Айбулат үҙенең, Саратов комиссияһынан тағы ла бер аҙ отсрочка алһа, ҡайтырға булыр тип уйлағанын, ләкин ул комиссияға барып еткәнсе тормоштоң бындайға әйләнеп китеп, уның был ниәте барып сыҡмағанын һөйләне.

— Батша төшкәс, уның комиссияһы һиңә ниңә кәрәк ине?

Айбулат, Әхмәҙиҙең әле булһа был эшкә төшөнөп бөтмәгәнен аңлап бер тамсы ла йәшермәй, уға эште төшөндөрҙө.

Айбулат, Титов, Альков һымаҡ бик күп ир-егеттәрҙең өҫтәрендә партия йөкмәткән бурыстар бар. Шуларҙы көнө-сәғәте менән үтәмәй тороп, ауылға ҡайтырға ашҡыныу, батшанан Ваҡытлы хөкөмәткә күсеп ҡалған иҫке армиянан дезертировать итеү генә түгел, ә үҙеңдең большевистик эшеңә хыянат итеү булыр ине, тип һөйләне ул.

Айбулат ошо тәңгәлдә ҡайнағаһына байтаҡ һөйләне, ябай миҫалдар килтерҙе. Ләкин Әхмәҙи үҙ-үҙеңде шундай ҡаты дисциплинаға ҡуйҙырта торған идеяның ҡайһы юғарылыҡта икәненә төшөнә алманы. Ул ике ҡулын йәйҙе лә үҙенсә хөкөм йөрөттө:

— Һуң, кейәү, ҡыҫҡа ғына әйтәйек: батшаны ҡолаттыҡ, хөрриәт яҡланыҡ. Инде ни ҡалды? Хәҙерҙән үк үҙ ауылдарыбыҙға таралырға ла ерҙе Һәйбәтләп тороп бүлешеп алып, йырлап һабан һөрөргә ҡалды. Шулай түгелме ни? Минеңсә, шулай.

— Инде ни ҡалды тиһеңме, ҡайнаға? Инде беҙҙең алда башланмаған Һуғыш, еренә еткерелмәгән еңеү ҡалды әле.

— Улай булһа, был герман һуғышы ла бөтмәгәнме ни?

—- Хәҙергә власта буржуйҙар, улар герман һуғышын туҡтатмасҡа уйлайҙар. Быға һин ни әйтерһең?

Әхмәҙи таҙартып ултырған мылтығын күтәреп ергә бәрҙе.

— Юҡ инде, кейәү, улай булһа, мин бынан кире һалдат түгел. Байҙар, помещиктар именлеге өсөн яңынан ҡан түгәсәгем юҡ. Иртәгә үк өйгә һыпырам. Бергә-бергә ҡайтып китербеҙме әллә тип, һинең килгәнеңде көттөм, инде һин теләһәң ни эшлә.

Уларҙың һүҙҙәрен тыңларға тағы бер нисә татар һалдаты килеп ултырғайны.

Айбулат үҙенең бая ғына уҡыған Ленин хатын быларға ла уҡып ишеттерҙе. Аңлатып һөйләне. Был ултырыш киске ашҡа тиклем һуҙылды. Һәр кем ошо алыҫтан килгән ҙур хаттың мәғәнәһен тикшерә, фекер йөрөтә ине.

Айбулат Әхмәҙигә:

— Бына, ҡайнаға, һин мылтығыңды атып бәрҙең дә бит, уны тағы күтәрергә кәрәк буласаҡ, — тине.

— Әлбиттә, күтәрергә тура килер. Ләкин инде мин уны күтәрһәм, ваҡыты еткәс, кемгә ҡарата тоҫҡарға тура приказ булғас ҡына күтәрермен. Ә хәҙергә миңә ҡайтыуҙан башҡа бер эш тә юҡ, — тип яуап бирҙе Әхмәҙи.

Айбулат ҡайнағаһына ҡал-маҙар тип ныҡышманы. Сөнки ул уның өндәшмәҫ булһа ла, үҙ һүҙле икәнен белә ине.

— Ҡайтһаң ҡайт, ҡайнаға, унда ла аңлы һалдаттар кәрәк. Хәҙер беҙҙең ауыл да бутҡа һымаҡ ҡайнай торғандыр. Ҡайтҡас, үҙең күреп төшөнөрһөң. Бында ни булған, ни ишеткәндәреңде, Лениндың хаты тураһында (әгәр ҙә ишетмәгән булһалар) бәйнә-бәйнә һөйлә, ошо һиңә большевиктар ҡушҡан боевой задание булыр, шуны онотма. Ни булғанын миңә яҙып тор. Дезертир-фәлән тип бәйләнеүселәр булһа, ҡулдарына эләкмә. Бала-сағаларға, бөтә ауылға сәләм әйт. Ғаиләләргә күҙ-ҡолаҡ бул. Зөфәр Мурзин да хәҙер өйгә ҡайтҡан. Улай-былай төшөнмәгән мәсьәләләр тыуһа, уға мөрәжәғәт ит, — тине.

Иртәгеһенә таң ҡараңғыһынан Әхмәҙи һәм тағы ла унлап һалдат котомкаларын елкәләренә йөкмәнеләр ҙә, һаубуллашып, ҡайтыр юлға сығып киттеләр.



3

Уларҙы яңынан йыйып, ҡыҙыл вагондарға тейәп, фронтҡа оҙаттылар. Ҡайһы фронт, кемгә ҡаршы фронт икәне һалдаттарға билдәһеҙ ине.

Эшелон башта ашыҡманы.

Айбулат ултырған вагонда Титов та, Альков та бар. Улар өсәүһе лә Ярославский полктың үткер,большевистик агитаторҙары.Улар китергә йыйынған саҡта ла, юлға сығып вагонда барғанда ла, һалдаттарҙы фронтҡа барғас һуғышмаҫҡа , хәҙерге һуғыш, барыбер батша ваҡытындағы һымаҡ, буржуазия файҙаһын күҙәтеү өсөн барғанлығын, Ваҡытлы хөкүмәт буржуазия политикаһын тотҡанлығын һөйләп, хәрби приказдарҙы үтәмәҫкә өндәй барҙылар.

Эшелонды юлда бер кесерәк ҡала станцияһында туҡтаттылар. Йыуынып, сайынып алырға приказ булды.

Һалдаттар, июль айының эҫе саңын борхолдатып, ҡалаға таралдылар. Улар берәмләшеп тә, икәүләшеп тә, күмәкләшеп тә урам тапанылар.

Һалдаттарҙың был йөрөүҙәрендә бөтәһенә лә ғәжәп булып күренгән нәмә — хәрби башлыҡтарҙың, элекке һымаҡ, бөтә формала, погонда, артыҡ эре ҡиәфәттә йөрөүҙәре ине. Генералдар, офицерҙар, полковниктар булһын, батшалыҡ донъяһында һис бер үҙгәреш булмаған шикелле, ата ҡаҙ һымаҡ, ҡыйҡырая баҫып, баштарын ҡаҡайтып, бик ғорур йөрөп яталар ине.

Быларҙы күргәс, һалдаттарҙың береһе:

— Әллә Николай үҙенең бөтә свитаһы менән бында күскәнме? — тине.

— Иптәштәр, ысынлап та, бында беҙҙең полктың ҡайнар ҡулдары һуғышмағаны күренеп тора, — тип башта әңгәмәгә һабыштырҙылар.

Ҡайһылары:

— Эх иптәштәр, быларҙы ла аҙыраҡ ҡағып-һуғып алырға ине, улар ҙа ҡыҫаланың ҡайҙа ҡышлағанын белерҙәр ине, — тип ҡызырыҡланылар .

Һәм, ысынлап та, кискә табан был бәрелеш килеп тә сыҡты.

Һалдаттар тротуарҙан үтеп барғанда бер офицер тап булған. Һалдаттар, әлбиттә, честь бирергә уйламағандар ҙа. Етмәһә, береһе, офицер барған яҡ ситтән уртаға тайпылыңҡырап, уның күкрәгенә күкрәге менән бәрелеп:

— Ах, поганая морда, — тип ысҡындырған. Киткән шау-шыу, уларҙы шунда уҡ бындағы һалдаттар, офицерҙар уратып алып, ҡайҙан, кемдәр, ни эшләп йөрөгәндәрен тикшереп, вокзалға киләләр. Китеп барған эшелон икәнен беләләр, һалдаттарҙың күбеһе таралған. Ипләберәк ҡараһалар, һәр вагондың һыртына аҡбур менән эре һәм яҡшы ҡулъяҙма менән лозунгылар яҙылып бөткән.

“Беҙ — большевиктар! Беҙгә һуғыш кәрәкмәй!”

“Йәшәһен Ленин!”

“Даешь Петроград!”

“Долой грабительскую войну!”

“Йәшәһен большевиктар!”

“Бөтә власть Советтарға!”

Тегеләрҙең күҙҙәре дүрт була. Ләкин улар ҡапыл вагондар янында тауыш ҡуптармай, эшелон начальнигы Федоровты алып ҡайҙалыр инеп китәләр.

Шул саҡта Титов та, Альков та ҡайтып килделәр. Тиҙ генә Айбулатты яндарына саҡырып алып, бик ашығыс рәүештә бөтә һалдаттарҙы йыя һалып, митинг асып ебәрҙеләр.

Титов һалдаттарҙы бындағы хәл менән таныштырҙы. Был тирәлә офицер, генералдар бик төплө ултырып алып, бөтәһе немецҡа ҡаршы ебәреләсәк наступление яҡлы кешеләр булып, улар ошо турала бик ҡыҙыу эш алып барыусылар икәнен һөйләне.

Альков әллә ҡайҙан “Окопная Правда” гәзитенең бер нисә яңы номерын алып килгән дә башҡа вагондарға берәр номерҙан өләшә һалды. Бер номерын Айбул атҡа биреп, үҙендә ҡалған аҙаҡҡы гәзитте уҡып сығып, һөйләп аңлатты.

— Күрәһегеҙ, иптәштәр, эштәр ҡатмарлана бара. Ваҡытлы хөкүмәттең халыҡты, эшсе-крәҫтиәндәрҙе, һалдаттарҙы алдауы көндән-көн асыҡлана бара. Хәҙер былар беҙҙе маршевой менән оҙатырҙар, йә булмаһа, таратып, бүлгесләп бөтөрөрҙәр, иптәштәр. Хәтерләп ҡалығыҙ: ҡайҙа ғына барһағыҙ ҙа капиталистар, помещиктар файҙаһын күҙәткән ҡомағай һуғышҡа ҡаршы барырға! Иптәш Лениндың Апрель тезистарын һәм уның хатын онотмағыҙ!

Һалдаттар геүләшеп вәғәҙә бирҙеләр:

— Онотмабыҙ, — тинеләр. Альковты тағы Титов алмаштырҙы.

— Иптәштәр! Хәҙерге көндә VI партсъездың күрһәтмәләре беҙҙең өсөн боевой лозунгыға әйләнһен. Съезд тап беҙҙең өсөн манифест сығарған. Ошо манифест беҙҙе бына ҡайҙа саҡыра:

“Беҙҙең боевой иптәштәр, яңы һуғыштарға әҙерләнегеҙ! Провокацияға бирелмәйенсә, ныҡлы, батыр һәм тыныс рәүештә көстәр туплағыҙ, боевой колонналарға теҙелегеҙ! Пролетарийҙар һәм һалдаттар, партия байрағы аҫтына! Ауылдың иҙелгән кешеләре, беҙҙең байраҡ аҫтына!”

Иртәгеһенә таң менән уларҙы тағы ла вагондарға тейәп оҙаттылар.

Был хәлдән Айбулаттың ғына түгел, бөтә полктың да бик ныҡ асыуы килде.

— Балалар кеүек алдап, теләһә нисек, әллә ҡайҙа оҙатһындар, имеш.

— Әлбиттә, немец менән һуғышҡа, башҡа ҡайҙа булһын.

— Етмәһә, вагондарҙың тәҙрә-ишектәрен дә астырмай, аҡырышып торалар. Әйтерһең, беҙ арестанттар.

Һис бер ерҙә йүнләп туҡтамай елгән эшелон эсендәгеләрҙең йөрәктәре ҡәһәрле асыу менән ҡабарҙы.

— Инде бер уңайы килгәндә былай ғына ҡалдырмабыҙ, — тинеләр.

Уларҙың бөтәһен дә фронтҡа — иң алдынғы һыҙыҡҡа алып барып ауҙарҙылар.

Күп тә үтмәй, немец бомбаһы яуа ла башланы.

Октябрь таңы

Петроград үҙенең ғәҙәттәге дымлы күк томанына уранған. “Аврораның” яңғыратып гөрһөлдәп осҡан туп йәҙрәләре, ошо томанды ярып үтеп, Ҡышҡы һарай тирәһенә төшәләр ҙә уны тамыры менән аҡтарғандай итеп һелкетәләр.

Съезд делегаттары Смольныйҙың йөҙәрләгән бүлмәләрен, ҙур залдарын, оҙон коридорҙарын, хатта бөтә ишек алдын тултырып геүләшәләр, тарихи минуттарҙы үткәрәләр...

Төн уртаһы шулай үтте.

1917 йыл октябренең егерме алтыһы, сәғәт иртәнге өс.

Советтар контрреволюцияның аҡтыҡҡы таянысы — Ҡышҡы һарайҙы ҡулдарына алдылар.

Төньяҡ фронт делегаттары, үҙҙәренә бер ҙур түңәрәк булып, Смольныйҙың ишек алдына ҡараған бүлмәһендә геүләшеп һөйләшәләр. Улар араһындағы Айбулат менән Исхаҡ та, бөтәһенә лө әҙер торған ҡиәфәт менән, үҙ-ара ни нәмә тураһындалыр һөйләшәләр. Айбулат тыныс һөйләшә. Исхаҡ ҡыҙыулыҡ итә, күрәһең. Ҡулындағы мылтығының төйҙәһе менән иҙәнгә туҡылдатып, ҡулын һелтәп ала.

Уларҙың был һүҙҙәрен залдан ишетелгән тауыш бүлде. Делегаттарҙың бөтәһе лә залға ағылдылар.

Съезд Ленин ҡулы менән яҙылған ҡыҫҡа, көслө тарихи мөрәжәғәтте ҡабул итте:

“Эшселәргә, һалдаттарға һәм крәҫтиәндәргә!

Эшселәр һәм һалдаттар депутаттары Советтарының Икенсе Бөтә Рәсәй съезы асылды. Уға Советтарҙың бик ҙур күпселегенән вәкилдәр килгән. Съезда крәҫтиәндәр Советтарынан да байтаҡ делегаттар ҡатнаша. Соглашатель Үҙәк Башҡарма Комитетының полномочиелары бөттө. Эшселәрҙең, һалдаттарҙың һәм крәҫтиәндәрҙең бик ҙур күпселегенең ихтыярына таянып, эшселәрҙең һәм гарнизондың Петроградтағы еңеүле восстаниеһына таянып, съезд власты үҙ ҡулына ала.

Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылды. Ваҡытлы хөкүмәт ағзаларының күпселеге аресҡа алындылар инде...”

Съезд геүләне. Ул, йәйге йәшенле ямғыр кеүек, ҡул сабыуҙар мейән геүләй. Ура тауыштары, шатлыҡ тулҡындары Смольныйға һыймағандай булып алҡына, үргә ынтыла.

Бөйөк Ленинға сәләмдәр яуа. Ул үҙенең тыныс, мөләйем йөҙө менән съезға ҡарап йылмая, күҙҙәренән йылы нур һибелә.

Айбулаттың йөрәге күкрәгендә түгел, әллә ҡайҙа арҡа һыртында һуҡҡан кеүек булып тарһылдай. Ҡара күҙҙәре ялтырай. Ниндәйҙер эрелек уның тотҡол йөҙөнә һирпелгән. Ул, үҙенең ҡәҙерле кешеһе Лениндан күҙен ала алмай, ҡул саба.

Айбулат янындағы Исхаҡ та болоҡһоған:

— Айбулат, ҡара, Ленин, — ти.

Айбулат Исхаҡҡа боролоп та ҡарамай, ошо ҡәҙерле исемде бик ныҡ һаҡлаған төҫ менән ярым шыбырлай:

— Эйе, Исхаҡ, беҙҙең Ленин... — ти.

Мөрәжәғәт дауам итә:

“Совет власы бөтә халыҡтарға һис кисекмәҫтән демократик

ярашыу һәм бөтә фронттарҙа һис кисекмәҫтән ваҡытлы ярашыу яһарға тәҡдим итер. Ул власть помещик ерҙәрен, удел һәм монастырь ерҙәрен крәҫтиән комитеттары ҡарамағына түләүһеҙ биреүҙе тәьмин итер, армияла тулы демократиялаштырыу үткәреп, һалдат хоҡуҡтарын яҡлар, производствоға эшселәрҙең контролен ҡуйыр, Учредительный собраниены үҙ ваҡытында саҡырыуҙы тәьмин итер, ҡалаларға иген һәм ауылға беренсе кәрәк нәмәләрҙе килтереү тураһында ҡайғыртыр, Рәсәйҙә йәшәүсе бөтә милләттәргә үҙ яҙмыштарын үҙҙәре хәл итеү өсөн ысын хоҡуҡ тәьмин итер.

Съезд ҡарар итә: урындарҙа бөтә власть эшселәр, һалдаттар һәм крәҫтиәндәр депутаттары Советтарына күсә, улар ысын революцион тәртипте тәьмин итергә тейештәр ҙә.

Съезд окоптарҙағы һалдаттарҙы уяу булырға һәм ныҡ торорға саҡыра. Советтар съезы, яңы хөкүмәт демократик ярашыу төҙөлөүгә ирешкәнгә хәтле, революцион армия революцияны империализмдың һәр төрлө ҡул һуҙыуҙарынан һаҡлай алыр, тип ышана, демократик ярашыуҙы яңы хөкүмәт бөтә халыҡтарға туранан-тура тәҡдим итәсәк. Яңы хөкүмәт мөлкәтле синыфтарға реквизициялар яһау һәм налогтар һалыу буйынса ҡырҡа политика үткәреү юлы менән революцион армияны бөтә кәрәк нәмәләр менән тәьмин итеү өсөн бөтә сараларҙы күрәсәк, шулай уҡ һалдат ғаиләләренең хәлен яҡшыртасаҡ.

Корниловсылар — Керенский, Каледин һәм башҡалар Петроградҡа ҡаршы ғәскәрҙәр ебәрергә маташалар. Керенский тарафынан алдау юлы менән ебәрелгән бер нисә отряд восстание күтәргән халыҡ яғына сыҡты.

Һалдаттар, корниловсы Керенскийға әүҙем рәүештә ҡаршылыҡ күрһәтегеҙ! Һаҡ булығыҙ!

Тимер юлсылар, Петроградҡа Керенский тарафынан ебәрелә торған бөтә эшелондарҙы туҡтатығыҙ!

Һалдаттар, эшселәр, хеҙмәткәрҙәр, — революцияның яҙмышы һәм демократик ярашыуҙың яҙмышы һеҙҙең ҡулығыҙҙа.

Йәшәһен революция!”

Делегаттар бөтәһе лә аяғөҫтө тороп алҡышлайҙар — мөрәжәғәтте ҡабул итәләр.

Смольный гөрләй.

Таң атҡан. Ҡояш сығышынан таралған ҡыҙыллыҡ нурын көсәйтә, күккә үрләй. Петроград өҫтөндәге аҡ томанды таратып ҡыуа. Смольныйҙың аҡ стеналарына ла ошо ҡыҙыл таң ҡыҙыллығы төшә, уны алһыулай.

Смольный гөрләй.

Нисәмә тәүлектәр йоҡламаған делегаттарҙың күҙенә йоҡо килеп тә ҡарамай. Улар ғорурлы еңеү шатлығы тулҡындарында йөҙәләр.



Совет өйөндә

1

Айҙаҡай ауыл Советы өйө итеп Ҡаҙанҡай Абдулланың ике ҡара-ҡаршы һалынған ҙур ағас өйөнөң урамға ҡарағанын алғандар. Хәҙер инде был өй, көнө-төнө тигәндәй, бер туҡтауһыҙ шаулап йөрөгән халыҡтан бушамай. Олостан килгән һәр кеше иң тәүҙә шунда туҡтала. Көн һайын тигәндәй йыйылыштар, ултырыштар була. Айырым әллә ниндәй бер эш булмаған саҡта ла, шунда ултырып һөйләшеү ғәҙәт булып киткәйне. Шуға күрә күп кешеләр иртәнсәк йоҡоларынан уянғанда: “Йә, бөгөн Советта ниндәй яңылыҡтар бар икән”, — тигән ҡыҙыҡһыныу менән уяналар.

Кисә кис Сәйетҡол үҙенең һыңар ағас аяғы менән шаҡылдата баҫып барып инде. Бындағы кешеләр күңелле әңгәмәгә керештеләр. Кис бик һуңлап китте.

Сәйетҡол үҙ ваҡытында сәй эсергә ҡайтмай оҙаҡлағас, уның бисәһе Хәлимә, ирен йәһәт кенә ҡайтарырға булып, Совет өйөнә барғайны. Уны ҡаршылағы өйҙән сыҡҡан Ҡаҙанҡаптың йәш бисәһе Шәһәрбаныу күреп ҡалды ла:

— Ни эҙләп йөрөйһөң, килен кеше? — тип һораны.

— Бына үҙе әллә ҡайҙа киткән дә, ошондамы икән тип, ҡайтарырға килә ятам, — тине.

Хәлимә Шәһәрбаныуҙың был һорауына бер ҙә уйлап тормайынса тура яуап бирҙе лә ҡуйҙы. Үҙе Совет өйө ишегенә ыңғайланы. Ләкин Шәһәрбаныу Хәл имәнең ошо яуабынан, йомортҡанан йөй эҙләгәндәй итеп, тауышын күтәрә биреп, төрткө телләнеп дауам итте:

— Әйҙә, әйҙә, инеп ҡара, хәҙер үҙең беләһең бит, һәр бер аяҡҡа баҫҡан, ултырып шыуған беҙҙең өйгә ябырыла. Һинең сатаның да шунда булмай, ҡайҙа булһын, — тине.

Хәлимә хәҙер элекке йыуаш Хәлимә түгел, ундайҙарға яуапһыҙ ҡалмай.

— Аһа, аһа, уның ниһенә аптырайһың, беҙҙең кешеләр Советҡа килмәй, ҡайҙа барһындар? Совет өйө ни эшләп һинең өйөң булһын? Әллә һин һаман да, минең Ҡаҙанҡабым староста имеш тә, старшина имеш, тип, бында килгән кешеләр һинең эшеңде эшләргә килергә тейештәр имеш тип, һаташып ултыраһыңмы?

Шәһәрбаныу ялған тауыш менән ҡысҡырып көлдө лә:

— Ярар, хәҙер һинең ирең түрә булыр, — тине.

— Минең ирем әллә ҡасан түрә булған инде. Күрмәйһеңме әллә, ул ҡасандан бирле халыҡ милитсәһе. Ҡулында мылтығы. Һинең ирең нисәмә йыл түрә булһа ла, мылтыҡты төшөндә лә күргәне юҡ.

Шәһәрбаныу Хәлимәне был тиклем телдәр булыр тип көтмәгәйне. Ул, элеккесә, ярлы-ябағай бисәләргә туйғансы ҡысҡырырмын да туҡтатырмын тип уйланы, шикелле. Эш улай булып сыҡманы. Һүҙ эйәрә һүҙ китте.

— Харап. Сатан түрә бисәһе булған да шәбәйгән! — тип тә ҡотола алманы Шәһәрбаныу.

Хәлимә уны иркенләп әрләне:

— Таптың һүҙ. Бик яҡшы, сатан булһын. Бына һин үҙең дә сатан ғына булһа ла берәй түрә бисәһе булырға бик теләйһең дә, булмай шул. Хәҙер һеҙҙекеләрҙе түрә итмәйҙәр. Хәҙер — түрә тигәндең үҙе лә юҡ. Нәсәлник тә милитсә, берсиҙәтел дә сиклатар, вәт, белә белһәң. Ә һеҙ буржуй, һеҙ контрһығыҙ. Шуға эсең яна ла. — Хәлимә үҙенең ярһыуы баҫылғансы, үсе ҡанғансы әйтте лә, Шәһәрбаныуҙың тағы ла әллә ниҙәр тип ҡысҡырыуын тыңлап та тормайынса, шартлата баҫып баҫҡыстан менеп китте. Ул ҡыҙыулыҡ менән болдорҙа ла дөрһөлдәп атлап барып, ишекте ҡапыл тартып асып ебәрҙе лә, тупһа аша атлай алмай, шаҡ ҡатты: өйҙөң төпкө бүлмәһенән был яҡ бүлмәгә дүрт кеше сығып килә ине. Иң алдағы Ҡотлояр:

— Әйҙә, килен, тартынма! — тип ҡаршы алды. Хәлимә кире сығып китергә лә булғайны, килештермәне. Өйгә инде лә тиҙ генә мейес аръяғына үтте. Ҡотлояр тағы ла:

— Шулай кәрәк, килен. Ҡаҙанҡаптың һылыуының кәрәген бирҙеңме әйтәгүр! — тип хахылдап көлөп ебәрҙе. Башҡалар ҙа уға ҡушылдылар. Үҙҙәре рәхәтләнеп көләләр, үҙҙәре Хәлимәне маҡтайҙар.

Сафа ла ҡушыла:

— Беҙҙең Хәлимә еңгә өндәшмәй генә әрәм булып йөрөй. Әгәр ҙә беҙ собраниела уны һөйләргә ҡушһаҡмы, булыр-булмаҫ ораторҙарҙан уҙҙыра ул!

Әхмәҙи артыҡ көлмәй. Ысынға һабыштырып өҫтәп ҡуя.

— Көлмәгеҙ әле, ағай-эне, ысын шул, ул Шәһәрбаныуҙы әрләй, мин тәҙрәнән ҡарап тороп кинәнеп бөтә алмайым. Ул, элекке кеүек, тауыҡ себешемде алғанһың, тигән һымаҡ бисәләрсә ирешмәй бит, советты яҡлап, кулак бисәһен әрләй. Әле беҙҙең ҡатын-ҡыҙ собраниеға йөрөп өйрәнмәй ята әле. Бына шунда һөйләйәсәктәр улар, тороп тор, — ти.

Сәйетҡол ғына өндәшмәй, көлөп тик тора.

Был хәлдәрҙе һис көтмәгән Хәлимә оялышынан ер тишегенә инеп китерҙәй булды. Ҡотлояр, ҡайнаға башы менән, быға тиклем һөйләшмәгән киленгә шулай итеп тороп ҡарап һөйләмәһә ни була икән. Бынау Сафа менән Сәйетҡол ғына булһалар ҙа, артыҡ оялып тормаҫ ине. Ә Әхмәҙи ағай инде, ул берсиҙәтел булһа ла, ҡайнаға тейеш кеше түгел. Өйрәнешеп бөткән күрше кеше. Ҡуй инде, хәҙер Ҡотлояр ҡайнаға менән һөйләшеп китһәң дә оят, һөйләшмәһәң дә килешмәй, уның алдында шул тиклем ҡысҡырып ирешкәс...

Хәлимә ошо уйҙарға төшөп, тәрән хафаға батты.

Сәйетҡол уның хәлен төшөнгәндәй булып ярҙамға ашыҡты.

— Йә, йә, бисәкәй, ул тиклем шыбыр тиргә төшөп оялма. ҡайнағаңа барыбер күренеш бирҙең инде. Хәҙер инде, үҙең әйткәндәй, буржуйҙар заманы үтте.

Ҡотлояр был юлы көлмәйенсә, ысынлап Сәйетҡолдо хупланы:

— Дөрөҫ, хәҙер килендәргә ҡайны, ҡайнағалар менән һөйләшмәҫкә тигән закон сәпсим бөткән. Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуғы ирҙәр хоҡуғы менән тип-тиң. Үлсәп ҡырҡҡан шикелле — артығы ла юҡ, кәме лә юҡ, — тине.

Хәлимәнең был турала бик күпте ишеткәне бар. Шунда ла оялта бит әле.

Ярай әле ирҙәр тағы ла үҙ-ара һөйләшергә керештеләр.

Сәйетҡол уның янына килеп:

— Ниңә килгәйнең һуң? — тине.

— Бәй, ҡайт тиҙерәк. Самауыр һыуынып бөттө. Сәй эсер ваҡытты беләһең, ҡайтмай көттөрәһең. Етмәһә, ни тиклем мажара ҡупты. — Хәлимә, шыбырлап булһа ла, Сәйетҡолдо орошоп алды ла тиҙ генә сығып китте.

Уның артынан Сәйетҡол да ҡуҙғалды:

— Әйҙә, Сафа, ҡайтайыҡ, һиңә лә минең менән юлайҡан бит, — тине.

Улар сығып киттеләр.

Ҡотлояр менән Әхмәҙи, яйлап ҡына тәмәкеләрен һурып, бер аҙ өндәшмәй ултырҙылар. Әллә ҡайҙа яҡында ғына әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.

— Бына һиңә кәрәк булһа, таң да ата, — тине Ҡотлояр.

— Ә беҙҙең эш бөгөн дә бөтмәне. Етмәһә, бесәнгә төшөр ваҡыт етте. Уны тиҙерәк халыҡҡа бүлеп бирергә кәрәк ине. Тиҙерәк ошо һайлау эштәрен үткәреп алһаҡ, аҙыраҡ ҡул бушар ине әллә.

— Ниңә аптырайһың? Бесән мәсьәләһен иртәгә буласаҡ собраниела хәл итеп алырбыҙ.

— Юҡ, аптырауҙан түгел. Бер собраниеға бөтә мәсьәләне тейәп тултырыу менән эш сыҡмаҫ. Ярлылар комитетын һайлау үҙе байтаҡҡа һуҙылыр. Продкум эштәре тураһында Мурзин ағай үҙе доклад яһай. Һөйләүселәр ҙә күбәйә лә китә торған. Унан сабынды ла бында ултырып бүлеү менән эш бөтмәй, үҙебеҙгә сығып йөрөргә кәрәк.

— Шул инде, Әхмәҙи, төп ике мәсьәлә. Ә яланда йөрөп сабын бүлеү эшенә ана шул беҙ һайлаған комбед ағзалары һыҙғанып тотонорҙар. Тик бына Мурзин менән Мөғәллим һуңлап тормай килеп етһәләр, бик яҡшы булыр ине.

— Һуңламаҫтар. Мөғәллим Плаксинда ғына. Ул ундағы собраниены бөгөн үткәрешеп бөтһә, таң менән бында буласаҡ. Биш саҡрым ерҙә ҡунып та ятмаҫ әле. Ә Мурзиндың урынбаҫары Сәғди ҡайтҡан булһа, ул да һуңламаҫ.

Ҡотлояр, урынынан тороп, бер кирелеп алды ла:

— Ярар, Әхмәҙи, әйҙә ҡайтып, исмаһам, ҡояш сыҡҡансы бер тына йоҡлап алайыҡ, — тине.

Ауылды тулған ай яҡтыһы ҡаплаған. Уның һалҡын нурҙары тәҙрә быялаларында ялтырай. Ҡояш байышындағы ҡыҙыллыҡ һүнеп бөтмәгән, көнсығыш яғынан таң алланып ҡалҡа башлаған.

Йәйҙең йәмле төнө, саф һауаға таралған тәмле сәскә еҫтәре тәнде иркәләй, тыныс ял итергә саҡыра.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   15   16   17   18   19   20   21   22   ...   26


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет