ЫрғЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



жүктеу 5.76 Mb.
бет26/26
Дата21.04.2019
өлшемі5.76 Mb.
1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   26

Еңеү

Йәйге төн. Иге-сиге күренмәгән иркен дала, үҙенең күкрәген көн буйы ҡайнар ҡояшта ҡыҙҙырып алған да шуның ҡыҙыуын хәҙер һауаға бөркөп ята. Хәҙер ҡайҙа ғына ятһаң да, ниндәй үлән өҫтөнә тәгәрәһәң дә, ер шундай ҡоро, йылы, хәл йыйҙырғыс рәхәтлек бирә. Был ваҡыттарҙа бала-саға өҫтәренә лә ябынмай, аҫтарына ла түшәмәй, ишек алдарына теҙелешеп, тәгәрәшеп йоҡлайҙар. Ә ололар, йоҡонан бик йыш уянып, берәй хәтәрле тауыш юҡмы икән тип, ҡолаҡ һалып тыңлайҙар ҙа, тағы ойоп китәләр. Уларҙың йоҡоларында тыныслыҡ юҡ. Йыл буйына һуҙылған, йома, ун көн һайын тигәндәй ҡабатланып торған һуғыш, бәрелештәр бөтә тыныслыҡты алғандар.

Ҡояш сығышы яғынан Ырғыҙҙы аша сығыу менән юл Айҙаҡайҙың бесәнлек яланына китә. Ул ялан Кәсәүни тигән түмәләстән башлана ла, тотош бер арҡа булып һуҙылып барып, егерме,утыҙ километрҙар киткәс, Сергей тигән урыҫ ауылының иген яланына барып төкәлә. Ә инде Ырғыҙҙы аша сыҡмайынса уның ағышына ҡаршы атлап көнсығыштан төньяҡҡа табан ыңғайлап барһаң, бик алыҫ китмәйенсә үк Тряпкин тигән утарға етәһең. Шунан аҙыраҡ барып һулғараҡ тартһаң, шыңғырап ятҡан таҡыр ялан юлы ике тау араһына алып кереп китә лә Алмағаслы утарына, ҡыҙыл партизандарҙың иң ныҡ тупланған, иң төп отряды торған төйәккә алып бара. Юлдың үҙәккә инеп китә торған ауыҙында ике яҡлап ҡайын ағастары, япраҡлы ботаҡтарын суҡа-ландырып, матур бер йәшел ҡапҡа яһағандар.

Бына ошо тәбиғи ҡапҡаның ике яғында ла, унан күтәрелгән тау башында ла, йәйге төндөң һирәк ҡараңғыһын үтә күргән үткер күҙҙәрен ялан, тауҙарҙан алмайынса шыҡ баҫып, партизан отрядының часовойҙары торалар. Был үҙәкте ике яҡлап гигант дөйәләрҙең ҡуш үркәсе һымаҡ көмрәйешеп ятҡан ҡырлас тауҙы буйлатып та часовойҙар баҫҡандар. Улар керпек тә ҡаҡмайҙар. Отрядтың һәр бер кешеһенә кәрәкле күрһәтмәләр, приказдар инде бирелгән. Улар ошо боевой приказдарҙы эңерҙән үк алып ҡуйғандар ҙа уларҙы теүәл үтәргә сигнал ғына көтәләр. Тынлыҡ. Утарҙы уртаға ярып, тоноҡ һалҡын шишмә сылтырап ағып ята. Әллә ҡайҙа бытбылдаған бүҙәнәләрҙең тауышы ҡолаҡ төбөндә генә ишетелә. Уларҙы уҙып, әллә ҡайҙа алыҫта, көйөлдө көйләп ҡуя, ағас араларындағы аттарҙың ғуршылдатып үлән сәйнәгәне, ҡайһыһы-ның ушҡырғаны асыҡ ишетелә. Быларҙың береһе лә үткер часовойҙарҙың иғтибарынан ысҡынмайҙар.

Алмағаслының уртаһындағы өс тәҙрәһе көньяҡҡа ҡараған ҡыҙыл түбәле өйҙөң урта тәҙрәһенә ҡаршы ҡуйылған киң өҫтәлдә кәрәсин шәм яна. Был өйҙә — отрядтың штабы. Өҫтәл артындағы ултырғыста, төн буйына күҙен дә йоммайынса, тәрән уйға батып, отряд командиры Мурзин Зөфәр ултыра. Уның оҙон матур ҡаштары, дуғаланып бөгөлөп, икеһе бергә ҡушылған кеүек йыйырылғандар. Уның ҡулындағы тәмәке яйлап ҡына нәҙек төтөн сығара. Ләкин Зөфәр уны баянан бирле һурғаны юҡ. Уның алдында ниндәйҙер ҡағыҙҙар, гәзиттәр ята. Ул ҡайһы саҡта уларға күҙ һала ла, бер аҙ уҡый, ҡайһы саҡта кистән үк ошо өйҙөң хужа ҡатыны үҙ баҡсаһынан индереп ҡуйған ҡыҙыл әнис, эре йәшел антоновка, аҡһыл һары йүкә алмаларынан берәй тешләп ҡуя ла тағы гәзит, яҙыуҙарын ҡарай.

Отряд ял итә. Өс көндән бирле разведкала йөрөп арығандары өсөн ял итергә ҡушылған Тимербулат, Диләфрүз, Ҡотлояр, алма ағастары аҫтындағы таҡыр ергә баш аҫтарына кейемдәрен һалып, теҙелешеп ятҡандар.

Былай ҙа арыуҙың ни икәнен белмәгән йәштәр, Тимербулат менән Диләкәй, бөгөн бөтөнләй ҙур яуаплылыҡ, ғорурлы шатлыҡ менән ҡанатланғандар. Улар, өлкәндәрҙе уятмаҫҡа тырышып, күҙҙәрен аҙ ғына йомоп яталар ҙа тағы шыбырлаша башлайҙар. Улар хәҙер бала түгелдәр, ә ҡыҙыл партизандар. Улар хәҙер инде ябай рядовой партизандар түгел, ә разведчиктар. Улар, быға тиклем хәбәр ташыу эшен бик яҡшы үтәп килһәләр ҙә, уны ябай эшкә һанайҙар ине. Ә был үткән көн эсендә разведкала йөрөү, улар өсөн айырыуса ауыр, ҡатмарлы, ҡурҡыныслы боевой задание булды. Һәм был задание тулыһы менән яҡшы үтәлде. Был турала командирҙар үҙҙәре уларға рәхмәт әйттеләр. Бының өҫтөнә кисә иртә менән Тимербулат әсәһенең һаулығын ишетте. Был хәбәргә бөтә отряд ҡыуанды, һәр кем бындағы дошманды бөтөрөү менән Гөлйөҙөмдө, Кузьмин ҡурғыһы ярынан тәгәрәшеп төшөп, бандит пуляһынан ҡотолған партизандарҙы табып алып ҡайтырға тырышып, һәр ҡайһыһы унда үҙен ебәреүҙе һораны. Ә бер нисә сәғәттән улар бөтә отряд менән һуғышҡа, шул бысраҡ дошмандарҙы бөтөрөү өсөн атакаға китәсәктәр. Ни эшләп инде ошондай ҡайнап торған бөйөк күтәрелеш заманында йәштәр күҙенә йоҡо килһен. Мөмкин түгел. Тимербулат урынында мыштырлап әйләнә. Үҙенең ҡыҫҡа мылтығын һыйпап ҡуя ла билендәге револьверын шыуҙыра.

Дилә апай, йоҡланыңмы әллә? — ти ул.

— Юҡ, Тимерәй, йоҡо килмәй. Ниңә йоҡламайһың?

— Мин шуны уйлап ятам әле, кисә һин Истебайҙан әсәйем хәбәрен ишетеп ҡайтып әйткәс, йөрәгем ярылып китерҙәй булды. И түҙеп булмай, бер юлы илағы ла килә, көлгөм дә килә, әллә кемдәрҙе, әллә ҡайҙағы тетя Дашаны ла, ҡаҙаҡтарҙы ла ҡосаҡлап алғым килә.

— Эй Тимерәй, һин түҙеп торһаң да, мин һине аңланым. Һин тәүҙә ҡып-ҡыҙыл булдың, шунан танау остарыңа тиклем ағарып киттең дә күҙеңә мөлдөрәп йәш эркелде, ә үҙең ҡыуанып йылмаяһың. Тик мин һине һүҙ әйтеп борсоманым. Һине Мурзин ағай күкрәгенә ҡыҫып ҡосаҡлап тәбрикләгәндә, үҙемдең күҙҙән, минең генә түгел, Йәмиләнең дә, Нюраның да, башҡа бик күптәрҙең дә күҙенән йәш тәгәрәп китте. Тимерәй, һин уны әйтәһең, ул турала Истебай ағайҙан орошолдом әле. Беләһеңме, ул ошо хәбәрҙе яйлап ҡына әйтеүенә, мин ҡапыл ҡысҡырҙым да ебәрҙем. Ул миңә асыулана биреп ҡараны ла: “Диләкәй, һин улай осҡалаҡ булып өйрәнмә. Һәр бер эште, ниндәй шатлыҡлы, ниндәй ҡайғылы булмаһын, тыныс йән, һалҡын ҡан менән үткәрергә кәрәк. Хәҙер заманы шундай. Һин бит партизанка, етмәһә, разведчикһың...” — тине. Мин дә ҡарышманым. “Ағай, бында, күл янында, һыйырҙар ҙа беҙ генә бит”, — тип үҙемде аҡларға маташҡайным, “барыбер” тип кенә ебәрҙе.

— Истебай ағай үҙе бер герой инде ул, — тине Тимербулат. — Юҡ, мин ҡысҡырманым да, тыныс та булдым, ҡыҙыҡ бит әле, бер юлы илағы ла, көлгө лә, ҡысҡырып ебәрге лә килә. Ни эшләп улай икән, кешенең шатлығы бик ҙур булһа, шулай буламы икән әллә?

— Күрәһең, шундай тойғолар бер юлы ҡаплап алалыр инде.

— Их, иртәгә аҡтарҙы ҡырып ырғытһаҡ, бер-ике көндән Кузьминға ла етеп булыр ине. — Ул бер аҙ уйланды. — Әсәйемде алып ҡайтыр инек, теге алты партизанды табып алыр инек. Шунан...

— Шунан?

— Бәй, аръяғын үҙең беләһең инде. Әсәйемде ҡарап, ауырыуынан төҙәтер инек тә Һамарға уҡырға китер инек, һин бараһың бит?

— Барам. Һуғышты бөтөргөс, беҙ бергә китербеҙ.

Улар тағы ла аҙыраҡ тындылар. Ә уларҙың йәш йөрәктәре саф. лыҡ, ғорурлыҡ хистәре менән тибә.

Таң яғы алланды. Алмағаслы утарын, Үркәс тауҙарын, уларҙан һуҙылып киткән яландарҙы баҫып, оҙаҡ йоҡога талдырған кеүек тойопған тынлыҡ, ысынында, тик тышҡы тынлыҡ ҡына ине. Арыҫлан да бит берәй ҡуйы ҡыуаҡ аҫтына боҫа ла, өҫтөнө бер ырғыу менән дошманын бәреп йығырға йәтешләнеп, уның уңайлы яҡынлағанын көтә. Партизандар ҙа, шуның һымаҡ, тыштан шымдылар ҙа, эстән бөтә ғәйәр көстәрен йыйып, дошманға аҙаҡҡы, хәл иткес ҡаты ударҙы бирергә әҙерләнеп, уңайлы моментты һағалап торҙолар.

Был момент оҙаҡ көттөрмәне.

Үркәс тауҙарҙың уң яҡтағыһының түбәһенән килеп ҡыялап төшкән текә берләм юлдан дөпөлдәп сабып төшкән ҡара айғырҙың тояҡ тауышы төнгө тынлыҡҡа сик ҡуйҙы ла бөтә отрядты аяҡҡа баҫтырҙы. Ике сәғәт буйына елеүҙән аҡ күбектәре осоп килгән был ҡара айғырҙың ахылдап барып туҡтағанын да көтмәйенсә, Асатай һикереп ергә төштө, шул арала ҡаршы алып көтөп торған Заһит, теҙгенгә йәбешеп, атты етәкләп алып та китте. Асатай, йүгерә-атлап, Мурзин янына кереп китте. Ул честь биреп, рапорт яһаны.

— Иптәш командир, һеҙ ҡушҡан задание тулыһы менән үтәлде, — тине ул.

Уны ҡаршы алып баҫҡан Мурзин:

— Яҡшы, ултыр, һөйлә, — тине.

Асатай ул күрһәткән ултырғысҡа ултырҙы.

— Хәҙер үк бынан бөтә отряд менән ҡуҙғалырға!

— Туҡта, һин тәртип менән. Ҡайҙа тап булдың, кемдәр һәм күпме көс килә?

— Ташкүстәнде үтеп егерме биш саҡрым самаһында, Ҡушуба тәңгәлендә тап булдым. Туптар, пулеметтар менән өс-дүрт йөҙ самаһы ҡыҙыл армеецтар.

— Ниндәй күрһәтмәләр?

— Хәҙер үк бөтә отряд менән ҡуҙғалырға. Сәғәт таңғы өстән дә ҡалмайынса Тряпкинды үтеп, Ырғыҙҙы аша сығып, Кәсәүниҙе арҡыры киҫеп, Ҡаратауға еткәнсе цепь тартып торорға. Бына беҙгә план да ебәрҙеләр. — Асатай планды Мурзинға бирҙе лә, түш кеҫәһенән тағы бер конверт сығарып, көлөмһөрәп һуҙҙы: — Ә бынауһы, Зөфәр ағай, еңгәмдән хат, — тине. Мурзин конвертты тиҙ генә асып, ашығыс күҙ йүгертеп сыҡты. Был хатта Юлия имтихандарҙы яҡшы биреп, врач исеме алғанын, Ырғыҙ буйҙарындағы хәрби частарға врач итеп ебәрелгәнен, тиҙҙән ҡәҙерле Мурзинын күрәсәген яҙғайны.

Мурзин, был хатты уҡығас, үҙендә ниндәйҙер бик күңелле еңеллек тойҙо. “Юлинькам, минең аҡыллы Юлинькам”, — тине ул. Шунан, Асатайға ҡарап:

— Әйҙә, тиҙ генә йыйылығыҙ! — тине.

Егермеләп командирҙарҙың бөтәһе лә штабҡа килеп тулдылар. Ҡыҙыл Армиянан килгән планды өҫтәлгә йәйеп һалып, бөтәһе лә шуның өҫтөнә эйелделәр. Мурзин, ҡулындағы ҡәләм менән төртөп, билдәләргә күрһәтеп, иптәштәренә аңлатты. Ул:

— Бына шулай. Бик дөрөҫ. Беҙҙең һорауҙар һәм тәҡдимдәрҙе нығытҡандар ҙа бына өҫтәлмә күрһәтмәләр яһап ебәргәндәр. Бик яҡшы, иптәштәр, бик шәп, — тип һүҙен бөтөрҙө. Уның һүҙе туҡтауға, командирҙар төрлө һорауҙар менән Асатайға боролдолар.

— Йә, унда кемдәрҙе күрҙең?

— Ни тинеләр беҙҙең турала?

— Машиналары бик шәпме инде уларҙың? Асатай уларҙың ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерҙе.

— Ух, иптәштәр, уларҙың эш шәп инде. Өҫтәрендә ялт иткән ҡыҙыл армеецкий форма, һәр береһендә шалтылдап торған ҡорал, алдарында пулемет. Командир менән комиссар мине ашатып, эсерҙеләр ҙә, беҙҙең бындағы хәлде һорашып, тиҙ генә ошо планды һыҙғылап бирҙеләр. Беҙҙең мәғлүмәттәр бик яҡшы булып сыҡты. Шунан, беләһегеҙме, иптәштәр, ундағы комиссар минең таныш.

— Йә, кем ул?

— Бәй, 19-сы йыл үҙем Һамарҙан барып алып килгән чекист, бишенсе йылдан партиялағы подпольщик Доронин. Әлбиттә, тәүҙә ҡапыл танышманыҡ. Ә фамилияларҙы ишеткәс, ул да, мин дә бер аҙ ҡарашып торҙоҡ та, тәүҙә мин, унан ул төҫмөрләп һораштыҡ та, ҡыуанышып, яңынан күрештек. Ул барыһын да һораша. Айбулат ағайҙың да, Баҡый уҡытыусының да, Баһауҙың да, Сәғәҙәт ағайҙың, Ғәпделлатифтың да харап булғанын күптән ишеткән. Ул турала көйөнөп алды ла: “Ярай, беҙ уларҙан үсте шундай алырбыҙ, көлдәре күккә осор”, — тине.

— Шулай тиме? Ай, күп йәшәгер большевик.

—“Тимербулаттың отрядта йөрөгәнен әйткәс, эй ҡыуанды. “Ә, мин күргән бәләкәй ҡара малаймы? Молодец, бик яҡшы!” — ти.

Улар шулай итеп бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә геүләшеп һөйләшеп алдылар ҙа, ашығыс кәңәшмәгә ултырҙылар. Унан һуң Мурзиндың һәр бер командирға берәмләп биргән ҡыҫҡа, асыҡ приказдарын тыңлағас, бөтәһе лә штабтан сығып киттеләр. Һәр кем бик тиҙлек менән үҙенең группаһы менән ҡуҙғалып, ике йома буйына алмағастар аҫтына ятҡырып ял иттергән, ялан, далаларҙа һирәк осрай торған тәбиғәттең был матур мөйөшө менән һаубуллашып, ҡуҙғалырға команданы көтөп, хәрби тәртипкә теҙелделәр.

Мурзин үҙенең баҫҡан ерендә бейеп торған, бөҙрә яллы, йондоҙ ҡашҡа аҡ бәкәл туры атының билендәге ҡашлы эйәренә еңел һикереп атланды ла, һалҡын шишмә бөгөлөшөндәге убаға күтәрелеп, бер нисә минут буйына бөтә отряд өҫтөнә һынаулы ҡарап торҙо. Шунан ул, алда теҙелгәндәрҙән күҙен алып, артҡа ҡайырылып ҡараны. Унда Хөсәйен командаһы аҫтындағы мыҡты егеттәр үҙҙәренең аттарына менеп теҙелгәндәр ине. Уларҙың төҫөндә ниндәйҙер бер айырым эрелек, ҡаты етдилек күренә. Улар аттарының ауыҙлыҡтарын шыҡырайта тартҡандар ҙа, үҙҙәренең баштарын артҡараҡ ташлап, үткер ҡараш менән ҡарап торалар.

Мурзин, атын атлатып, улар янына барып туҡтаны, уларҙың барыһына ла берәмләп ҡарап сыҡты ла тағы бер ҡат төшөндөрҙө:

— Иптәштәр, һеҙгә особый мөһим задание тапшырам. Уның ни тиклем мөһимлеген һеҙ үҙегеҙ ҙә яҡшы аңларһығыҙ. Һеҙ батырлыҡ менән күп һыналған егеттәрһегеҙ. Хәҙер һеҙгә мин шуны ҡабатлайым, иптәштәр, иң беренсе бурыс һеҙгә — дисциплина, иптәштәр. Хөсәйендең һүҙенән сыҡмағыҙ. Юл буйлап йөрөмәгеҙ. Сусаҡтауҙың ҡырласынан юлһыҙ тура тартығыҙ. Аттарығыҙҙы тау араһында ҡалдырып, йәйәү, кәрәк булһа, түш менән шыуып китегеҙ. Уларға тын алырға бирмәгеҙ, эштәрен бөтөрөгөҙ. Был, иптәштәр, беҙҙең еңеүебеҙҙең иң үҙәге. Ярар, туғандар, изге юл.

— Тыңлайбыҙ, иптәш командир, бөтә күрһәтмәләр тулы үтәлгән булыр! — тине Хөсәйен.

Мурзин бөтәһе менән дә исемдәрен әйтеп һаубуллашты. Аҙаҡ уң ҡулы менән Хөсәйендең муйынынан ҡосаҡлап, маңлайынан үпте лә команда бирҙе:

— Уңға шагом марш!

Әйтерһең дә, партизандарҙың үҙҙәре генә түгел, аттары ла ошоно ғына көтөп торғандар: барыһы ла бер секундҡа ялт итеп артҡа боролдолар ҙа бая Асатай сабып төшкән берләм юл менән тауға елеп менеп киттеләр.

Айҙаҡайҙағы бандиттар әле һаман йоҡлайҙар ине. Уларҙы таң әтәстәре лә уята алманы. Был саҡырылмаған ҡунаҡтар килгәндән бирле өрөүҙән туҡтамаған эттәр тауышы ла уларҙың йоҡоһон боҙманы. Үҙҙәрен был тирәлә хужа һанап, иркенләп йөрөргә керешкән был ҡан эскес хәшәрәттәр йәйрәшеп ятып йоҡлайҙар ине.

Сусаҡтау аша ялтырап төшкән Һамар юлында һаҡта торған шешмәк күҙле, ялбыр сәсле бандит часовой йоҡонан уянып, тәмле итеп бер иҫнәп алды ла, бик оҙаҡ һуҙылып кирелгәндән һуң, кеҫәһенән кисетен сығарҙы. Тик ул ҡағыҙ эҙләп тәмәке төрөргә әҙерләнгәндә генә, ҡуйы әрем араһынан шыпырт иткән тауышҡа, юлдың уң яғына боролдо. Ул яҡшылап тыңланы, был шыптырлағандың ни нәмә икәнен тикшерергә уйлап, мылтығын тоҫҡап, әремгә табан әйләнде лә, ике аҙым алға ынтылыуы булды, шул секундта уның арт яғынан шыҡ иттереп елкәһенә бирелгән приклад уны сүмәксетеп ергә ҡолатты. Шунда уҡ уның башына тоҡ һымаҡ бер нәмә ҡапланылар ҙа, ике партизан ике ҡулынан тотоп, әремлеккә һөйрәп алып та киттеләр.

Хөсәйен командаһындағы егеттәр Ҡыҙыл Армияға Һамар яғынан юл асып көттөләр.

Ҡыҙарып ҡояш сыҡҡан саҡта партизандар отрядының алдағы частары, Айҙаҡайҙың көнсығыштан көньяғына Ҡуҙғалған типһәнлегенән буйлап барып, Ҡаратанау һөҙәгенә килеп етеп, Казачи гранға үтә торған оло юлды бүлеп алғайнылар инде.

Связнойҙарҙан Әхмәҙи, Миша Фролов, Исхаҡ, Тимербулат үҙҙәренең яҡшы аттарында үҙәк буйлап Кустинға ҡарай саптылар. Отряд шулай наступлениеға әҙерлек менән тупланып торғанда, Айҙаҡай яҡта тытырлаған пулемет, шартлаған снаряд тауыштары бөтә яланды яңғырата башланылар.

Күп тә үтмәне, ауылдан сығып ҡасҡан төркөм-төркөм һыбайлылар, берәм-берәм сәселеп йүгерешкән йәйәүлеләр күренә башланы. Уларҙың кейенеп, атҡа атланып өлгөргәне яланға саба. Ҡайһылары йоҡоһонан торған көйгә, күлдәк-ыштандан ғына, ялан аяҡ йүгерешеп сығалар ҙа, үҙҙәрен ярҙан ырғытып, һыу буйҙарындағы кесерткән, әрем араларына тәгәрәйҙәр, таллыҡҡа ҡасалар, ҡайһылары өй, ҡураларға ышыҡланалар ине.

Ҡотлобай менән Колчак офицеры, егерме-утыҙлаған һыбайлы уртаһында, пар ат еккән кырандаста ултырып, ауылдан йән-фарман сабып сыҡтылар ҙа Ҡаратанауҙың көньяҡ итәгендәге ҡыуаҡлыҡҡа тарттылар. Арттараҡ ҡалған ҡасҡын һыбайлылар ҙа тәртипһеҙ рәүештә улар артынан саптылар. Ҡотлобай ошо ҡыуаҡлыҡта отрядын йыйып алып йә төпләнеп һуғышырға, йә элекке еңелә башлағандағы тәжрибәһе буйынса, ары, Слабодкаға тартып, казак урыҫ яландарына, ундағы ҡуйы ҡурғыларға ҡасып ҡотолмаҡсы ине. Ләкин ул был ниәтен тормошҡа ашырыу түгел, уйын да ослап, план да ҡороп өлгөрә алманы, был яҡтан ҡыуаҡтар ышығында тупланып әҙер торған ҡыҙыл армеецтарҙың ҡаты көсөнә ҡаҡлыҡты. Бандиттар ҡыуаҡҡа килеп етеп тә өлгөрмәнеләр, партизандар ура ҡысҡырып, Мурзиндың командаһы аҫтында улар өҫтөнә ташланды.

Бер юлы өс яҡтан атылып килеп төшкән гранаталарҙан Ҡотлобайҙың пар аты бер юлы үрәпсеп барып, һөрөнөп тәгәрәне, кырандас түңкәрелеп китте. Ҡотлобай менән офицер, икеһе ике яҡҡа сәсрәп барып төшөп, аяҡҡа баҫтылар. Офицерҙың башынан сорлап ҡан китте. Ҡотлобай, ҡаныҡҡан эт кеүек, ҡыҙыл күҙҙәрен аҡайтып тештәрен шыҡырлатып, револьверҙан ата башланы.

Ҡыҙыл Армия менән партизандарҙың берләшкән көсө эште тиҙ тотто. Бандиттарҙы өс яҡлап ҡыҫып алып, ҡайһыһын ҡылыстан үткәрә, ҡайһыһын мылтыҡ көбәгенән осора башланылар.

Шул көндән башлап Ырғыҙ буйҙары халыҡтың иң яҡшы улдарының, ҡыҙҙарының башына етеп йөрөүсе бысраҡ бәндәләрҙән әрселеп ҡалды. Ил күкрәк киреп тын алды, алдағы тыныс, матур тормошҡа аяҡ баҫты.







Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   26


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет