ЫрғЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



жүктеу 5.76 Mb.
бет4/26
Дата21.04.2019
өлшемі5.76 Mb.
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   26

Гөлйөҙөм

Өс тәҙрәһе һыу буйы урамына ҡараған, ҡыйыҡһыҙ стена, түбәләре тотош шыма итеп һылап ҡуйылған йыйнаҡ ҡына бер кирбес өй. Үмәр ҡарттың өйө. Ауылдың уртаһында ла түгел, ситенә лә бик сыҡмаған был ҡупшы өй, оло урамдарҙың береһенә лә буйһонмағандай, яр башында Ырғыҙ һыуының шаян тулҡындарына һоҡланып текәлгән өс күҙле бер януар һымаҡ, гел бер төҫ кенә, тыныс ҡына ултыра бирә. Был өйҙөң һул яғындараҡ уға ҡаршы һалынған уртаса ғына кирбес келәт, уға текәлеп, ялғанып киткән ҡура, бәләкәй генә һарай, ялан кәртәләр, бөтәһе бергә бөтөн генә, йыйнаҡ ҡына бер тормошто күрһәтәләр.

Уның арата ҡапҡаһы иртәнән кискә тиклем, бер асылып, бер ябылып, шығырлауҙан бушамай. Быйылғы уңышлы йылдың йәшел бесәне, уңған игендең алтын көлтәләре тейәп ташылған һигеҙ сабаҡлы бейек әрәндәкте, уның өҫтөндә ултырып ҡайтып, “трр!..” тип ҡысҡырған Үмәр ҡартты йә таң ҡараңғыһынан “на-на!..” тип ат ҡыуып сығып киткән Гөлйөҙөмдө был арата ҡапҡа шығырлап ҡаршы ала, оҙатып ҡала ине.

Улар аталы-ҡыҙлы бөтә яҙ, йәй, көҙ буйына шулай эшләнеләр.

Үгәй улы Әхмәҙи атаһы менән тыныша алмай башҡа сығып киткәс, Муйылбикә:

— Ҡороғоро бала, ҡарт көнөмдә, бала үҫтерҙем тип ҡыуанып торғанымда, ҡайһылайтып йорт алдында мәсхәрә итте, — тип иланы. Әхмәҙи булмағас, бөтә хужалыҡ емерелер шикелле булды. Был бәләкәй ҡыҙ — Гөлйөҙөм менән генә ҡайҙа бараһың, тип уйланы ул.

Муйылбикә үгәй улына, унан да бигерәк кире холоҡло атаһына асыуланды.

— Был тиклем дә бер-берегеҙгә ҡырыҫ булырһығыҙ икән. Һинең ҡомағайлығың бөтмәҫ инде. Үлһәң, бөтә донъяңды ҡәбереңә күтәреп китә алмаҫ инең әле. Исмаһам, шул яңғыҙ улың Әхмәҙиҙән донъяңды тартма тағы. Киленгә һүҙем юҡ, ҡәҙер итеп тора. Ерле юҡ өсөн баланы йорттан ҡыуып сығар, имеш. Әле һине яманатлы итмәҫтәр, һаман да шул мине, үгәй уҫаллығынан тип, ғәйепләрҙәр, — тип ҡартына бик ныҡышып ҡараны, ләкин Үмәр ғәҙәттәге үҙенең үҙ һүҙлелеген ҡуйманы.

— Һин, үгәй инә бауырһаҡ тигәндәй, шул Әхмәҙиҙе яҡлама. Йәшем иллегә етеп, улымдан аҡыл алып ултырайыммы? Мин бер төрлө өйрәтәм, ә ул үҙенсә эш йөрөтөргә тырыша. Кем уға үгеҙ башмаҡты һатырға ҡушҡан? Эҙләүһеҙ-һорауһыҙ итсе Мусаға юҡ хаҡҡа ысҡындырып ҡуйҙы. Өс тапҡыр баҙарға бесән тейәне. Мин уға, бесән ҡыйбатайһын, түҙергә кәрәк, тип ҡараным, юҡ тыңламай, үҙенекен итә.

Ҡартайғанда, саҡ донъя төҫө күрә башлағанда, мин шул тыңлауһыҙҙан малды тәләф иттерәйемме ни? Бер аҙ һуған һурпаһы эсһен. Әллә ҡайҙа китмәҫ, ҡайтып килер әле, атай кәрәк булһа, ҡайтыр.

— Кешенән оят бит, — тип Муйылбикә тағы ла ауыҙ асҡайны, Үмәр ҡарт киҫте:

— Етәр тим, уллы ла илар, улһыҙ ҙа илар, тигәндәр. Астан үлмәбеҙ әле.

Әхмәҙи кире ҡайтманы. Донъя көтөүҙең күп ауырлығы Гөлйөҙөмгә йөкмәлде. Ул ун өс-ун дүрт йәштән үк йортҡа ярҙам итә башланы. Хәҙер Гөлйөҙөмгә ун ете йәш ине.

Үмәр ҡарт Гөлйөҙөмдө бер арбаға ултыртып, үҙе икенсе арбаға ултырып, иртәнсәк таң ҡараңғыһынан китеп, кис күҙ бәйләнгәс кенә ҡайталар. Улар десятина ярым игенде Тимерғәле ағайҙар менән ҡул алмашлап урҙылар. Уны яландан көлтәләп ташып, һыртҡы ырҙынға өйҙөләр. Көҙгө көндөң арыу уҡ һалҡын елдәр өргөләй торған миҙгеле етте. Үмәр ҡарт, ай яҡтыһы бар саҡта, ошо иген әүернәһен бөтә һалып ҡуйырға тырышып, ҡалған көшөлөн ағас көрәк менән ашыға-ашыға елгәрергә кереште. Ул үҙенең көҙ эшләргә тип уйланған күп ниәттәренең тормошҡа атҡарыла барыуына риза төҫ менән йөрөй. Арыған сағында ла, башҡа ваҡыттарҙағы һымаҡ, Гөлйөҙөмгә мыжымай. Уны, ҡыҙ кеше булғаны өсөн, әҙәмгә һанап кәңәшмәҫкә тейеш булһа ла, үҙ алдына уйланған һымаҡ, ҡайһы бер уйҙарын һөйләгеләп ҡуя.

— Бер егерме бото һатылһа, бер ун ботон бесәнгә алыштырырға ла тура килер. Бесән таҡы-тоҡораҡ булыр. Ала һыйырҙы ла, танаҡайҙы ла ҡышлатып, киләһе йыл ике быҙаулы һыйыр яһап алырға тура килер.

Уның өҫтөнә ул Гөлйөҙөмдө кейәүгә биреү, туй кәрәк-яраҡтары тураһында ла уйлай. Ләкин ул уны әсенән генә уйлап бөтөрә. Уға ла байтаҡ иген кәрәк. Хәйер, уныһы мәһәрҙең нисек булыуына ҡарай инде. Мәһәрҙе күберәк һорарға тура килер, тип ҡарарлай ул.

Бөгөн дә улар көн оҙон икәү ҡайнаштылар. Ай, ҡалҡып, юғары күтәрелде. Гөлйөҙөм ҡыҙыу эшләп тирләне лә киске һалҡынға кәзәкейенең элмәктәрен ысҡындырҙы. Атаһы: “Һыуыҡ тейер, сисмә”, — тиһә лә, башындағы яулығын сисеп арбаға тейәлгән бойҙай өҫтөнә ырғытты. Ул таҙа бойҙайҙың һуңғы йөгөн өйгә алып ҡайтып китте.

Юлда туры ат башын салыҡлап, һәлпелдәп кенә атланы, Гөлйөҙөм арбаның алғы майһыҙ тәгәрмәсе шығырлаған тауышты бер аҙ тыңлап барҙы ла саф матур тауышы менән йырлап ебәрҙе:



Һандуғастар һыу ташый,

Ҡайҙа икән һыу башы,

Һағынып айға ҡарайым,

Айҙың да яңғыҙ башы.

Таш ташланым болаҡҡа,

Ташым китте йыраҡҡа. Т

ашламам, тип әйткән инең,

Ташлап киттең, йыраҡҡа.



Һыу буйына төшкәндә,

Һындырма талдарымды,

Кәкүк кеүек зарланһам да,

Белмәйһең хәлдәремде.

Туры ат ҡапҡаға етеп туҡтағас, ул, һикереп төшөп, ҡапҡаны асты. Уға әсәһе лә ҡаршы сығып килә ине, улар игенде икәүләшеп тиҙ генә бушата һалып алдылар.

Гөлйөҙөм, шатланып:

— Әсәй, ҡара әле, ни тиклем бойҙай булды. Ике бура ла тула яҙҙы бит, — тине.

Муйылбикә ҡыҙының шатлығына ҡушылып йылмайҙы ла:

— Эйе, алла бәрәкәтен генә биреп, үҙебеҙгә генә ризыҡҡа яҙһын инде, балам, — тине. Үҙе шунда уҡ, был игенде ҡайһылайтып ҡына һуҙһаң да, йыл әйләнәһенә, налог, ғөшөрҙәре менән булған бөтә сығымдарҙы ҡапларға етмәйәсәген уйлап ҡуйҙы. Тик был турала ул ҡыҙына әйтә торманы.

— Бар, балам, оҙаҡламағыҙ инде, — тип ҡапҡаны ябып ҡалды.

Гөлйөҙөм был юлы туры атты юрттырып китте. Атаһы уны:

— Йә, ҡыҙым, бынау һепергән ҡый-ҡыпырҙарыңды, көрәк, тырмаларҙы арба төбөнә һал да, әйҙә, ҡайтайыҡ инде. Бөттөк ҡуй ошо, — тип ҡаршы алды.

Гөлйөҙөм атаһының ырҙын төбөнән һепереп йыйып ҡуйған тауыҡ емлеген, тәүҙә көрәк менән, ҡалғанын усы менән һыпырып йыйып, торпошаға урап арбаға һалды ла үҙе лә һикереп менеп ултырҙы. Атаһы уға атты ҡыумаҫҡа ҡушып, үҙе йәйәүләп ҡайтырға булды. Ырҙын ҡапҡаһынан сыҡҡас та ул, күҙ ҡабаҡтарын тексәйтеп, был ауыр эштең ысынлап та бөткәненә ышанмаған кеше һымаҡ, үҙе өйгән һалам эҫкерттәренә ҡарап торҙо. Ҡапҡаның сүс бәйе ныҡмы икән, тип ҡабат-ҡабат тартып ҡараны. Шунан күрше ырҙындарҙағы елгәреп, ташып ҡайнашҡан кешеләргә күҙ һала-һала, ҡулдарын артҡа ҡуйып, өйгә табан ыңғайланы.

Муйылбикә улар ҡайтыуына сәй әҙерләне, бөгөн генә бешкән майын тәрилкәгә һалып, уның янына яңы ғына усаҡтан сыҡҡан сөсө күмәсте ҡулдарын бешерә-бешерә бүлгеләне лә батмус тирәләй өйләндереп ашъяулыҡҡа һалды. Ул, киң ҡыҙыл күлдәгенең итәген бөрмәһенән ысҡындырып, һыҙғанған ендәрен төшөрөп йәтешләнде лә ирен ҡабаландырҙы.

— Ҡана, тиҙерәк сәйгә ултырығыҙ! — Шунан, башында шыуып киткән яулығы аҫтынан сыҡҡан һарғылт ҡуңыр сәстәрен йүнәтеп һыйпап, яулыҡ остарын нығытып бәйләне лә “бисмилла” тип сәй яһарға тотондо.

Муйылбикәнең, утыҙ һигеҙ йәше үтеп, ҡатын уртаһына еткәнде күрһәткән йөҙө, күҙ тирәләрендә яҡшы уҡ беленә башлаған сырыштары, танауы янынан нәҙек кенә булып төшкән юлаҡтар уның йәш сағында матур ғына булған икәнен әйтеп торалар. Ул, Үмәр ҡарттың тәүге бисәһе үлгәс, тол кешегә бирелгән ҡыҙ булыуына, үҙ тиңенә барып ғүмер итә алмауына үкенгән йылдарын инде күптән артта ҡалдырған. Хәҙер ул үҙенә оҡшаған ҡыҙы Гөлйөҙөмдөң кеше күҙенә күренерлек булып үҫеп килеүенә ҡыуанып йәшәй, эсенән генә уның һылыу булыуына һоҡлана. Ул уға яҡшы тәрбиә бирергә тырыша. Гөлйөҙөмдөң ап-аҡ йөҙө, ҡыйғас ҡара ҡаштары, нәҙек ҡыр танауы, бит урталарын нурландырып янып торған ҡыҙылдар, ыҡсым ҡупшы кәүҙәһе үҙ ауылдарындағы егеттәрҙең генә түгел, аша ауыл егеттәренең дә күҙен төшөргән. Уның өҫтәүенә, ул бик эшлекле һәм егәрле. Әсәнең шуға күрә лә, кешегә һөйләмәһә лә, үҙ уйынан киләсәк яусыларҙың яҡшы, бай урындарҙан булыуына өмөтө ҙур ине. “Тик бына исем-атағы сығып ҡына харап булмаһын. Ҡыҙ бала сәскә менән бер бит ул, хәҙер генә күҙ тейергә, хәҙер генә һулырға әҙер тора...” — тип уйлана.Муйылбикә сәйҙең ҡуйыһын ғына яһап, самауырҙан һыу йөрөткәндә, Гөлйөҙөм дә шатланып килеп инде.

— Әсәй, өй ҡайһылай йылынып киткән, усаҡҡа яҡтыңмы әллә?

— Яҡтым шул. Бөгөн ни шул ҡаҙан индереп ултыртып, һылап мәшәҡәтләндем бит әле. Етмәһә, мөрйәне ҡором бороп киткән, уны таҙартып ыҙа сиктем. Быйыл шул мейесте боҙоп, яңынан сығарырға ҡул теймәне бит. Хәҙер һуң инде.

Үмәр ҡарт, мендәргә яҡшылаңҡырап ултырып, аяҡтарын ипләңкерәп бөкләп, ашъяулыҡ янына шыуҙы. Бисмилла тип икмәк һындырҙы ла, балғалаҡ менән май һоғона-һоғона, сәй эсергә кереште. Башта сәйҙе һүҙһеҙ эстеләр.

Гөлйөҙөм ике-өс шәшке сәй эсте лә, әсәһенең ҡолағына ниҙер шыбырлап әйтеп, өйҙән сығып йүгерҙе.

Үмәр, сәйгә туйыңҡырап алғас, һөйләшкеләй башланы:

— Бик арытты бит әле, бисә. Бөгөн, исмаһам, берәй төрлө һурпа бешерерлек йүнең булманымы ни һуң? Туҡмас кәрәк ине. Муйылбикә үҙен аҡлағандай итеп яуапланы:

— Әллә тағы, итсе Муса тана һуйған, имеш, ҡаҙағы һигеҙ тин менән ит һата, имеш, тип һөйләгәйнеләр. Ебәрергә кеше булманы. Йә үҙең шунда төшкә ҡайтҡанда иҫләмәнең. Бала-саға ебәрһәң дә, ит алыуҙың рәтен беләләрме ул. Бойорған булһа, иртән үҙең алып ҡайтырһың әле бер биш ҡаҙаҡ. Анау өлкән тауыҡты һуяйыҡмы әллә, тип уйлағайным да, һаман һалыуҙан туҡтамай, себештәр ваҡ.

Ул бөгөн аш бешерә алмауына тағы әллә ниндәй дәлилдәр табырға уйлағайны, ләкин Үмәр уның һүҙен бүлде.

— Хәҙер ни, тауыҡҡа тейергә яраймы, ем бар инде, ҡышлатырға кәрәк, — тине лә сынаяғындағы сәйен һемереп бөтөп, алдына һалған ҡыҙыл башлы таҫтамал менән тирләгән маңлайын һөртөп, иҙеүен ысҡындырҙы. — Гөлйөҙөм ҡайҙа китте, ҡунырғамы? — тип өҫтәне.

— Яланбикәһе янына китте. Уныһы бөгөн, Хәмдиә еңгәм яңғыҙ, беҙҙе ҡунырға әйтте, тип килгәйне. Ебәрмәҫкә лә булғайным, эштән арығас, аяным, барһын инде, тинем. Ҡыҙҙарҙың ни уларҙың, ҡаҙ себештәре һымаҡ, сутылдашып йоҡламаһалар, күңелдәре буламы ни...

— Ҡунырға йөрөтмәҫкә кәрәк, ҡыҙ еткән инде хәҙер, — тине атаһы. — Әле бына кисә Йыһангир ҡоҙаны күргәйнем. Ул Таллы ауылына барып әйләнгән икән. Бажаһында ҡунаҡта булған. Шул әйтеп торҙо әле, Моратша старшина улына ҡыҙ эҙләй, ти. Йоманан сыҡҡас, мәсет алдында һөйләшеп торғандар. Ул: “Йәйләүҙән яңы күсеп ҡайттым әле”, — тип әйтә, ти, килен әйттереү тураһында беҙҙең ауылға ла килеп сығасаҡ, имеш, ти. “Улым һайлағанын алһын, малды аямам, һеҙҙең ауылда күрке менән дан тотҡан бер ҡыҙҙы, беҙҙең ауыл менән һеҙҙең ауыл егеттәре яҙ сәхрәлә саҡырышҡандарында, улым күҙләп ҡайтҡан”, — тип әйтә, ти. “Кем ҡыҙы икән ул, төпсөргә ярамаймы, ҡоҙа кеше?” — тип көлгәйнем, ул: “Ниңә ярамаһын, беҙҙең кешенән ҡурҡҡан эшебеҙ юҡ, һеҙҙең Үмәр аҙаматтың ҡыҙы булһа кәрәк”, — тип әйтте, ти. Улын да бик маҡтайҙар икән, эсмәй, тартмай, йыуаш, ти. Әллә, әсәһе, ошо урын-яйы тура килһә, баланы урынлаштырып ҡуйғанда ла ярамаҫмы, тим. Һин был турала берәй уй йөрөткәнең бармы?

Был хәбәр Муйылбикәне йәшен кеүек һуҡты. Ҡарты яйлап һөйләп бөткәнсе, ул уйын әллә нисәгә бороп өлгөрҙө. Моратша бай исемен ишеткәс тә, ул бисәләр араһындағы: “Моратша бай аҡылға бер төрлө ҡылый күҙле малайына ике йыл буйы ҡыҙ таба алмай икән, үҙ тирә-яғындағыларҙың берәүһе лә бирмәй икән, шуға күрә ул хәҙер аша ауылдарға йөрөргә уйлай икән”, — тигән хәбәрҙәрҙе хәтерләне. Ул был турала ҡартына тура әйтергә баҙнат итмәй, байтаҡ өндәшмәй ултырҙы. Ҡырҡа әйтһә, уның киреләнеүен белгәнгә күрә, уратып яуап бирҙе:

— Әллә тағы, күрмәгән-нитмәгән кешене ҡалайтып оҡшатырбыҙ икән һуң? Әллә ҡайҙа алыҫ, ер аяғы ер башы. Йөҙөкәс ни әле ауыҙға алырлыҡ еткән ҡыҙ ҙа түгел бит әле. Саҡ ун етеһе тула, — тине.

— Алыҫ, тип ни, ат етмәҫлек ер түгел, ҡуй. Йәшен уның ниңә ҡайғыртаһың, үҙең ун дүрттә килен булып төштөң бит әле. Хәҙерге заманда ҡыҙ баланы аҫрауы бик ҡыйын эш бит. Урын насар түгел. Моратша бай борон-борондан түрәләр менән эш йөрөтөп килгән тоҡом кешеһе. Үҙе старшина. Шундай кеше беҙҙе һанға алғанда, беҙ ни нәмә менән эреләнә алабыҙ? — тине.

Муйылбикә башҡа өндәшмәне. Сәйен йыйыштырып, урын һалды ла, йоҡларға яттылар. Йоҡо алдынан Үмәр үҙенең иртә таң менән баҙарға иген тейәп китәсәген һөйләне. Бисәһе үҙ ниәте менән яуап бирҙе:

— Барһаң, барып ҡайт шул. Беҙ бында инан-ҡанан ғына өйҙө һылап алырбыҙ. Бөтә кеше тигәндәй өй һылап бөттө, тик беҙҙекенең генә балсығы ҡойлоғошоп тора. Өмә итермен дә һылатырмын, — тине.

Ҡыҙҙарҙың үҙ хыялдары, үҙ өмөттәре.

Әхмәҙиҙең тар ғына урындығы буйында иң мөйөштә Яланбикә, уның менән ҡатар Гөлйөҙөм, улар янында балаһын ҡосаҡлап, Хәмдиә теҙелешеп яталар. Мейес эргәһенә етер-етмәҫ түшәлгән кейеҙҙең сите тәңгәлендә Хәмдиәнең йәш балаһының сәңгелдәге элеүле тора. Ишек төбөнә табан Яланбикәнең ҡустыһы Исмәғил көпөһөн ябынып йоҡлай. Өйгә саҡ ҡына тиҙәк төтөнө еҫе сыҡҡан. Был еҫ Хәмдиәнең, иртәнсәк кешегә ут алырға йүгермәҫ өсөн тип, бер киҫәк тиҙәкте ҡуҙға һалып, өҫтөн нығытып көл менән күмеп, таба ҡаплап ҡуйған уты киҫәгенән сыҡҡан.

Бүтәндәр күптән йоҡлай. Тик йомалар буйы ҡыр эшенән бушап күрешә алмаған тиңдәш ҡыҙҙарҙың әле бер ҙә йоҡолары килмәй, серҙәре лә бөтөрлөк түгел. Улар, әле береһен, әле икенсеһен бүлеп, шыбырлашып хәбәр һөйләйҙәр. Башҡалар уянмаһын тип шым ғына көлөшәләр. Уларҙың һүҙҙәрен ишетергә тырышып, ҡолаҡ аҫтына терһәген ҡуйып тыңлаған Хәмдиәнең йоҡлап киткәненә инде әллә ҡасан.

— Шунан мин ҡабаланып ҡына һыуға төшөп бара инем, кемдер берәү әсе һыҙғырып ебәргәнгә ҡараһам, һыуҙың аръяғында, Мәкән инәйемдәрҙең тирәгенә ышыҡланып ҡына, теге ҡарап тора. Мин оялышымдан ни эшләргә белмәнем. Шунда ла һыу алып, көйәнтәләп ҡайтып киттем. Баҫҡыстан күтәрелгәндә, быуындарым ҡалтырай. Ҡәһәрлекте, һис тә күргем килмәй, ә ул әллә нәмәһенә ҡаныҡҡан да ҡалғансы. Исмәғилде күрһә лә: “Ҡәйнеш бул, бәке бирәм”, — тип үсектерә, ти, нишана. Айбулат ағайым һымаҡ, буй-һыны булһа икән, исмаһам. Терһәктәрен артҡа сығарып, елкәһен көмһөрәйтеп атлаған була ла, мөхәббәтһеҙ...

Гөлйөҙөм, Айбулат исемен ишетеүгә йөрәге дөпөлдәп һуҡһа ла, әхирәтен юрамал асыуландыра:

— И, һинең Айбулат ағайың да шул инде, ҡашы япырайып, сәсен ҡырын тарап, һауаға ҡарап йөрөй.

— Ярарсәле. Һиңә Айбулат ағайым эләкһә әле, яғаңды биш тотор инең дә, бына үҙеңде Моратшаның ҡылый тинтәгенә биреп ебәрһәләр әле, шунда буҙларһың!

Гөлйөҙөм быға ла иҫе китмәгәнгә һалыша:

— Һе, бирһәләр ни. Исмаһам, бынамын тигән бай старшина килене булып, пар аттарҙа ғына һеҙгә ҡунаҡҡа килермен. Уҡалы елән, оло ҡашмауҙарым, батмустай селтәрҙәрем булыр. Һинең Айбулат ағайыңдың ни, бер туҡалыҡ өйө генә. Кәртә-ҡураһы юҡ, соланының түбәһе юҡ. Һыйыры быҙауламаған, юрғаһы тыумаған, бойҙайы урмаған, бәхете булмаған, — ти Гөлйөҙөм, үҙе шаян көлә.

Был юлы Яланбикә ысынлап ныҡ асыулана:

— Ярар, улайтып хурлар булғас, ни нәмәһе “Айбулат та Айбулат” тип телеңдән өҙмәйһең. Киләһе баҙарҙа ҡайтам тип әйтеп ебәргән әле. Үҙеңде ошаҡламаһаммы, ҡара ла тор.

Гөлйөҙөмгә ошо хәбәр генә кәрәк тә. Ул, бөтә шаярыуын онотоп, әхирәтенең яурынынан ҡосаҡланы.

— Ысынмы, Яланбикә әхирәт, кем әйтте, ҡасан ҡайта, ти? — Ул ҡараңғыла Яланбикәнең күҙҙәрен күрергә тырыша. Хәҙер инде Яланбикә инәлтә башлай:

— Кем әйткәндә ни эшең бар? Әйҙә, ҡылый күҙеңдең ҡасан килерен һораш. Айбулат ағайым үҙе һымаҡ бер ярлыны табыр әле. Уғата тиһә, бигерәк тә эреләнеп китәһең. Ул ҡайтҡас, барыбер әйтәм мин уға: “Йөҙөкәй һине мыҫҡыл итә”, — тим.

Гөлйөҙөм был юлы урынынан тора.

— Эй инде, ошо Яланбикә булһа, уйнағанды күтәрмәҫ. Бигерәк тә ел теймәҫ ерәнсәһең, ҡыйтыҡ.

Яланбикә Гөлйөҙөмдө ҡыуаныслы үсекләп көлә. Уны тартып янына ятҡыра:

— Ә, шулаймы ни! Бына икенсе юлы ауыҙыңды йыйып һөйлә. Атайым Яйыҡҡа баҙарға барғанда юлда күргән. Көтөүен әйҙәп, утарға инеп бара ине, ти. “Олатай!” — тип ҡысҡырғанға әйләнеп ҡараһам, Айбулат икән, ҙурайып, матурайып киткән, ти. “Ике генә йома срогым ҡалды, шунан ҡайтам”, — тип әйтә, ти. “Ҡыҙ эҙләй торайыммы?” — тип әйткәс: “Эҙләй торғаны юҡ инде, олатай, Үмәр ҡорҙашыңды күндерә тор”, — тип әйтте, ти. Шатлыҡтан Гөлйөҙөмдөң тыны ҡурылды.

— Ысынмы, әхирәт? Алдамайһыңмы, Яланбикә?..

— Фу әттә. Ысынмы ла ысынмы! Йөҙәттең әйтәгүр. .Алдайым ти бына, һармаҡ. Кисә әсәйем менән атайым йоҡоға ятҡас, һөйләшкәндәрен тыңлап яттым. Улар мине йоҡлаған тип, ҡысҡырып һөйләшеп тик яттылар. Бына һиңә хәбәр шул. Миңә тигән йөҙөгөңдө әҙерләп ҡуй, көмөш булмаһа, алмайым.

— И оятһыҙ. Әллә мине еңгә тимәксе булаһыңмы? Ни ауыҙың барып шулай әйтерһең икән тиңдәшеңә.

— Атаҡ, атаҡ, еңгәм тимәй әллә, еңгә булаһың шул. Алла бирһә, үҙем һыуға башлармын әле.

Гөлйөҙөм әхирәтен нығытып ҡосаҡлай, йомшаҡ көлә.

— Ярар, көмөш булыр.

— Бикәсем, тип әйт.

— Юҡ, уныһын әйтмәй торам әле. “Иртә ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта”, — ти. Эй, Яланбикә, ул көндәрҙе күреп булырмы икән һуң? Атайым әллә ниңә лә риза булмаҫ инде...

— Күрербеҙ, күрмәй әллә? Тик күңелең генә ысын булһын.

Дуҫтар бик оҙаҡ серләштеләр. Оҙон төн етмәй ҡала. Улар, теләктәрҙең, матур өмөттәрҙең осона сыға алмайынса, таң алдынан ғына йоҡлап китәләр.

Өмәлә

Өй артына түңәрәкләп йәйгән ике өлкән йәйем мәте ҡатыш ҡомдоң уртаһына ат тиҙәге ташып өйгәс, ҡыҙҙар, килендәр сыр-сыу килеп шаярыша-көлөшә, Ырғыҙҙан көйәнтәләп һыу ташып ҡойҙолар, һалам һалдылар. Муйылбикәнең әҙерләп ҡуйған өс-дүрт силәк эҫе көлөн һибәләп, балаҡтарын төрөп, күлдәк итәктәрен бөрмәләренә ҡыҫтырып, ике йәйемгә бүленеп, тубыҡтан батып, балсыҡ баҫырға тотондолар. Балсыҡтың ҡайһыһы тиҙерәк булыуы тураһында шаян һүҙ көрәштерә-көрәштерә, ике йәйемде лә ашығып әйләнәләр. Көл уртаһында быҙлап ятҡан ваҡ ҡына тиҙәк ҡуҙҙары аяҡты бешерә, ләкин улар бирешмәҫкә тырышалар, “әэм, ҡалай эҫе” тиҙәр ҙә бешкән аяҡтарын һыуыҡ балсыҡҡа тығалар. Өмәселәр шулай итеп, балсыҡты һағыҙ кеүек булып шартлағансы баҫып әҙерләп, төшкө сәйгә ултырҙылар. Төштән һуң өйҙө һә тигәнсә һылап бөтөрөргә булдылар.

Муйылбикә ул йомарт ҡуллы. Өмә тигәндә бигерәк тә ныҡ һыйлаусан. Шуға күрә уға, ниндәй эшкә булһа ла өмә иттениһә, тирә-яҡтағы йәштәрҙең бөтәһе лә килергә ынтылып торалар. УртаI йәштәгеләр ҙә ҡоро ҡалмайҙар. Алама күлдәген кейеп, туҙып бөткән кәзәкейе өҫтөнән билен быуып, мәҙәк һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, Мәғфүрә лә килде.

— Беҙгә әйтмәнегеҙ ҙә, беҙ ҙә тырнап һыламайбыҙ, шыма ғына һылай беләбеҙ, — тип үпкәләшеп, Сабира ла апһыны Бәҙи менән килеп етте.

Ләкин улар уйлағандарынса бөгөн генә һылап бөтә алманылар. Киске туҡмастан һуң, тырышып-тырышып келәттәрҙе һылап бөтөрөргә ынтылһалар ҙа, йәштәрҙең эшкә ҡарағанда күберәк шаярыуҙары, таҡмаҡ-йырҙары менән эш ыраманы. Мәғфүрә уларҙы ҡабаландырһа ла, Хәмдиә менән Бәҙи ыжламанылар ҙа.

— Ҡуйсәле, еңгә, улай ҡыҫырыҡлама әле беҙҙе. Был ни, аҙаҡҡы өмә бит. Яҙға сәйен өмә күрмәбеҙ. Әңгәмәләшеп тик йөрөйөк, ҡәйнәмдең майы, ҡаймағы етер әле.

— Эйе шул, Үмәр ҡайнаға ла баҙарҙан ҡайтып төшһә, баҙарлыҡ менән сәй эсербеҙ, — тип көлөштөләр.

Иртәгеһенә балсыҡтың аҙаҡҡы баҫымын һылап бөтөп, ҡыҙҙар, килендәр, стенаға балсыҡ түңәрәтеп йәбештереп, иҫтәлек өсөн үҙҙәренең ҡулдарын, бармаҡтарын тарбайтып һуғып ҡуйҙылар.

Шаян Бәҙи Гөлйөҙөм менән Яланбикәне ирештерҙе:

— Киләһе көҙ кейәүҙәрегеҙ менән ҡунаҡҡа килгәнсе, беҙ илай-илай ошо ҡулдарға ҡарарбыҙ инде.

— Эйе шул. Беҙ кейәүгә китеп барабыҙмы һуң әле.

— Китеп бармай әллә, ҡартайышып өйҙә ултырмаҡ булаһығыҙмы?

Хәмдиә Бәҙиҙе йөпләне:

— Алла бирһә, быйыл туйҙарын ашап тороп, үҙҙәрен кейәүгә ҡушып, таҫтарҙарын алабыҙ инде. Бына Гөлйөҙөм бигерәк ҙурайып үҫеп китте. Түбәһенә иҫке сабата менән һуғырға кәрәк. Ҡабаланып әллә ҡайҙа бара, — тине.

Мәғфүрә ҡыҙҙарҙы ололарса яҡлаған булды:

— Ярар инде, теймәгеҙсе, үҫһендәр. Улар ни йәш үлән менән бер бит хәҙер, елберләп үҫәләр ҙә үҫәләр.

Еңгәләренең бындай шаяртыуҙарына күнгән ҡыҙҙар бирешмәйҙәр.

— Бирерһегеҙ, бирмәй ни. Ашарһығыҙ туйҙы. Тамағығыҙға арҡыры тормаһын, туй итен ипләп кенә, ҡылҡынып ҡына йот.

— Бәй, әллә һеҙҙе, биреп ашамай, һуйырға аҫырағандар, тип уйлайһығыҙмы?

Гөлйөҙөмдөң тел осонда ғына еңгәләренә ауыҙ асмаҫлыҡ итеп бирерлек яуаптары бар. Ләкин ул Айбулаттың еңгәһе Мәғфүрәнән тартыныңҡырай. Шуға күрә уларҙы тик ирен сығарып үсекләү менән генә туҡтай.

Өмәселәрҙең эш бөтәүҙәренә Муйылбикә ике силәк эҫе һыу алып сыҡты:

— Йә, килендәр, ҡыҙҙар, йыуынығыҙ. Тамаҡланып алайыҡ. Өшөп тә бөткәнһегеҙҙер инде, — тине.

Улар шаулашып, һыуыҡ балсыҡ менән булашыуҙан өшөп күгәреп бөткән аяҡ, ҡул, биттәрен йыуа башланылар. Сәңгеп өшөп бөткән ҡул бармаҡтары, эҫе һыуға тыҡҡас, зымбырлап ҡысыта, сәнскеләй. Ләкин уға иғтибар иткән кеше юҡ. Бындай эштә, өшөнөм, тип сер биреү үҙе ғәйеп һанала.

Һәр ваҡыт бер нәмә уйлап сығара торған Хәмдиә баҫым төбөндә ҡалған балсыҡтан бер йомғаҡ йомарлап алды ла:

— Әйҙәгеҙ, ҡана, бынау балсыҡты Шәһиҙә ҡәйнәмә ебәрәйек, — тине.

— Ҡайһы Шәһиҙә, теге Урал әбейме?

— Эйе, эйе, шуға инде, Урал әбейгә.

Был тәҡдимде ҡыҙҙар элеп алдылар. Бигерәк тә Яланбикә хупланы.

— Ысын ебәрәйек! Ул бөгөн генә беҙҙән гөбө алып тороп май беште. Әйҙә, кем алып бара? Бәҙи еңгә, һин бар Урал әбейгә, — ул йүгереп инеп өйҙән бер тәрилкә алып сығып, бер йомғаҡ балсыҡты һалды ла, өҫтөн таҫтамал менән ябып, Бәҙигә тотторҙо.

Мәғфүрә йәштәрҙе орошоп алды:

— Ул ни тағы, Урал әбей тигән исем таптығыҙ? Шәһиҙә инәй, тип әйтегеҙ.

— Бәй, үҙе шул яҡтан килгәс ни.

— Бәй, үҙе гел, Урал, Урал, тип һөйләгәс ни.

— Килһә ни ҙә һөйләһә ни. Кеше ишетеп ҡалып күңеленә ауыр алыуы бар, — тип Муйылбикә лә Мәғфүрәне яҡлашты. — Үҙеңдән өлкән кеше алдында һис бер ваҡытта үҙ исемен дә атап өндәшергә ярамай, инәй, тип әйтергә кәрәк. Ә һеҙ, етмәһә, ҡушамат тағып һөйләйһегеҙ.

Ҡыҙҙар уңайһыҙланып риза булдылар.

Бәҙи быйыл ҡыш ҡына төшкән йәш килен, тартына бирҙе:

— Оят булмаҫмы икән? Мәғфүрә уны күңелләндерҙе.

— Ни эшләп оят булһын, ти, бына. Өмәнән ебәрҙеләр тип әйт. Йола бит ул. Муйылбикә:

— Ҡуйсы, буш менән булмағыҙ, ҡарт кешене мәшәҡәтләп, — тиһә лә, үҙе ҡыҙыҡһынып көлә ине.

— Бына тағы. Ни эшләп буш булһын, ике көн буйы балсыҡ һылап донъяңды ысынъяһау итеп ҡуйҙыҡ. Өмә балсығы ла ебәрмәй әллә. Әңгәмәһе ни тора?

— Ул инәйҙе йырлатырбыҙ. Бик оҫта, ят йырҙар йырлай ул.

Бәҙи, яулыҡ осо менән битен ышыҡлап, башын түбән баҫып, урам аша сыҡты ла боролоп тыҡрыҡҡа инде. Өмәселәр уны әллә ниндәй ҙур йомош тапшырып оҙатҡан һымаҡ, артынан ҡарап ҡалдылар.

Улар йыуынып бөтөп, сәй янына йыйылғылағансы булмай, алдан Бәҙи, уның артынан Шәһиҙә әбей, баяғы тәрилкәнең балсығы урынына бер өлкән йомғаҡ май һалып, бер таба сөсө икмәк ҡултыҡлап килеп инделәр.

Муйылбикә уңайһыҙланып:

— Ҡуйсы, бикәм, бынауҙарҙың кеше аҙаплап йөрөгәндәрен, — тип һөйләнергә итһә лә, уға ирек бирмәнеләр:

— Ни эшләп аҙап булһын, инәйем үҙебеҙҙеке бит ул.

— Әйҙә, әйҙә, инәй, түрҙән ултыр, ана, мендәргә, мендәргә, — тип әбейҙе ҡултығынан күтәрмәләп урындыҡҡа мендерҙеләр ҙә мөйөшкә алып барып ултырттылар.

Әбей йәштәрҙең ойпаланыуынан һүтелеп киткән таҫтарын йүнәтеп бәйләп, осон эйәк аҫтына ҡыҫтыра-ҡыҫтыра, алтмыштан уҙған булыуына ҡарамай, теҙелеп торған аҡ тештәрен күрһәтеп көлә-көлә ҡыуанды.

— Ҡуй, Муйылбикә килен, юҡты һөйләмә. Аҙап була тиме? Мин бахыр ни, алйот әбей, һайт тигәнгә тайт тигәндең береһе бит. Уң яҡ усым ҡысытып, күҙ ҡабағым тартҡас, әллә берәй ерҙә күстәнәс ашарғамы, тип уйлағайным әле. Ул, баҡтиһәң, һеҙҙең өмә балсығығыҙҙы тоторға икән. Аҙап буламы ни! Әҙәмгә һанап, иҫкә алыу үҙе ҙур хөрмәт.

Өмәселәр уның һайын сыуылдашып әбейҙе ҡупырайттылар.

— Ана, әйттем бит, Шәһиҙә инәйемдә торош юҡ инде ул.

— Йәгеҙ, ултырығыҙ, барығыҙ ҙа, ашап-эсеп алайыҡ, — тине Муйылбикә.

Өмәселәр бер ҙур табын булып әйләнеп ултырҙылар. Әңгәмәләшеп, лабырлашып ашап-эсергә тотондолар. Уларға Муйылбикәнең һурпалы ит ҡурҙағы ла, тары бутҡаһы ла, йомғаҡлы аҡ майҙары ла бик тәмле тойолдо. Шау-шыу араһында Гөлйөҙөм:

— Сәй эсеп бөтөп, тамаҡ ебегәс, инәйемде бер йырлатып алырбыҙ әле, — тине.

Башҡалар шунда уҡ ярҙамлаштылар:

— Йырлатабыҙ инәйемде. Уның Уралдан алып килгән әллә ниндәй ят, матур йырҙары күп бит.

Мәғфүрә был һорауға ҡатнашты. Сөнки ул ошо “Урал әбейҙең” йәштәр әйткән ят, матур йырҙарының ниндәй тәрән ҡайғылы йөрәктән сыҡҡанын яҡшы белә. Уны әллә нисә тыңлап, эсе әрнегәне бар. Шуға күрә әбейҙе йырлатыу, уның эске ауыр яраһын ҡуҙғатҡан кеүек уңайһыҙ хәл, тип уйланы.

Ләкин Шәһиҙә әбей, һәр ваҡыттағы үҙенең ҡылығынса, ауыр кәйефлелек күрһәтмәне. Киреһенсә, күңелле яуап бирҙе:

— И балалар, хәҙер йырларға ни, ҡымыҙ мәле үтеп китте, тамаҡ ҡарлыҡты инде, — тип көлдө. Сабира уға ҡаршы төштө:

— Ҡуй инде, ҡымыҙ бөтһә ни, оҙаҡламай туй, ҡалымдар башланыр. Беҙ, билде биштән быуып, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы һыйларбыҙ. Һин түрҙә ултырып йырлап хөрмәтләрһең, — тине.

Муйылбикә уны ҡеүәтләне:

— Эйе лә баһа. Хәҙер бына һиңә көй яңырта торорға кәрәк. Эштән бушап күптән бирле йырлашҡан да юҡ.

Әбей, баяғыса күңелле көлөп, уларҙың әле береһенә, әле икенсеһенә ҡарап алды ла:

— Йә, был тиклем дә телгә оҫта булырһығыҙ икән. һеҙҙән аяғанымды эт ашаһын ине лә, бер ҙә көйө килмәй бит әле.

— Йырла, инәй, йырла, — тип һоранылар ҡыҙҙар.

— Туҡтағыҙ һуң, кешегә аҙыраҡ уйларға ирек бирегеҙ, — тип Муйылбикә ашъяулыҡты йыйыштырҙы. Өмәселәр төрлө ергә таралышып ултырып йыр көттөләр.

Шәһиҙә әбей йәштәрсә сыңғырлап торған моңло тауышы менән нәҙек кенә итеп йырлап ебәрҙе:

Ауаларҙа осҡан, ай, һар микән,

Аяҡҡайҙарын күргән бар микән?

Уҙып ҡына киткән был ғүмерҙең

Иҫәптәрен белгән бар микән?

Өмәселәр, тын да алмаған һымаҡ, тыңлайҙар. Бер кем дә ҡуҙғалмай. Әйтерһең, бәләкәс кенә ҡуҙғалыш та йырҙың моңон бүлер һымаҡ, уның сыңғырлап күтәрелгән музыкаһына ҡамасаулар шикелле ине.



Ҡыр ҡаҙҙары оса, ай, теҙелеп,

Күлдән-күлгә төшә өҙөлөп.

Беҙҙең генә өсөн кем илаһын,

Эс-бауырҡайҙары өҙөлөп.

Алыҫтан да ҡарайып, ай, күренгән

Иҙел башы, Ирәмәл таш икән.

Таш аҫтынан аҡҡан йылға тиһәм,

Күҙҙәремдән аҡҡан йәш. икән.

Әбей туҡтаны.

— Эй, ҡартайғас ни, тын ҡыҫыла. Йәш саҡтағы тауыш ҡайҙа ул, — тине Шәһиҙә әбей.

Мәғфүрә уға “ва-һай икән” тип көй күтәрҙе лә, күҙенән тәгәрәгән йәштәрен башына бәйләгән яулыҡ осо менән һөртөп ҡуйҙы.

Муйылбикәгә был етә ҡалды.

— Зерә һәйбәт йырлайһың, бикәм, тының да иркен әле, — тип көрһөндө.

Йәш килендәр баштарын түбән баҫҡан көйө уларҙы тыңланылар.

Тик ҡыҙҙарға ғына йыр ул тиклем ныҡ тәьҫир итмәне. Улар бер-береһенә көлөмһөрәп ҡараштылар. Яланбикә күҙҙәрен йыпылдатып ымлап Гөлйөҙөмдөң ҡолағына:

— Сеүәтәләрен йыуа башланылар, әйҙә, сығайыҡ, — тине. Гөлйөҙөм, тамағына тығылған көлкөһөн тыйып:

— Әбейҙәрҙең эше шул инде. Ҡара әле Хәмдиә еңгәм дә һытылып бара, — тип шыбырланы.

Әбей үҙе иламаны. Тик баяғы уйынсаҡ йылтыр күҙҙәрен тәрән уй баҫты. Ҡыҙҙарға ҡарап һоҡланды.

— Бына, йәштәр, һеҙгә донъяла рәхәт әле. Һеҙҙең ҡолонмайҙарығыҙ өҫтөгөҙҙә. Донъя хәсрәтен күрмәгәнһегеҙ әле. Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә тура килмәһен. Беҙ күргән ауыр көндәр һеҙгә лә килә ҡалһа, һис тә бирешеп бөгөлмәгеҙ. Беҙҙән ғүмер үтте лә китте. Беҙҙән дә үтте, эттән дә үтте. Шуға күрә йәшлектең ҡәҙерен бик ныҡ белегеҙ, донъя баҫып килһә лә, бөгөлмәгеҙ, балалар. Һуңынан, үҙегеҙ ҡартайғас, бер әбей беҙгә шулай тип әйтә торғайны, тип иҫкә алырһығыҙ.

Өмәселәр әбейҙең йырына ла, был нәсихәт һүҙҙәренә лә күп рәхмәт әйтеп шауланылар ҙа, йәш килендәр, бала-сағаларын, эштәрен иҫкә төшөрөп, ашығып һаулашып, ҡайтып киттеләр. Муйылбикә олораҡтарҙың берәүһен дә ҡайтарманы:

— Юҡ, юҡ, ҡуҙғалмағыҙ. Самауыр яңыртам. Баяғыһы өмә сәйе ине. Быныһы аулаҡ өй сәйе булыр, — тине. Хәмдиә менән Гөлйөҙөмгә самауыр ҡайнатыу, һыйыр һауыу йомоштарын ҡушты ла: — Хәҙер үҙем дә ҡунаҡтар менән бер ултырып хәл алайым әле, — тип урындыҡ өҫтөнә менеп, Мәғфүрә янына мейескә һөйәлеп ултырҙы.

Урал әбейе”

Шәһиҙә, Ырғыҙ буйҙарын ҡалдырып, Урал яғына сығып киткән сағында ун ике генә йәштә ине әле. Уның атаһы, Түңгәүер ырыуынан булған Ғәзим тигән кеше, кесе йәшенән үк ата-бабаһынан Өфө губернаһына ҡараған Урал тигән бер ил барлығын, ул ил урманға, һыуға бай һәм бик матур икәнен, ҡасандыр үҙҙәренең ҡартаталары шунда йәшәп тә, ошо Ырғыҙ буйына килеп сыҡҡан кешеләр булғанын, әгәр ҙә мөмкинлек булһа, шул Урал яғына кире күсеү тураһында хыялланып һөйләүен ишетеп үҫкән. Ҡарттар үлгәндәр. Ғәзим үҙе егет булып үҫеп алғас та, ошо урманһыҙ, һыуһыҙ, нужалы донъяға аяҡ баҫыу менән, ата-бабаһы мираҫ итеп ҡалдырған ошо хыялдан айнымаған. Ул, үҙенең Түңгәүер тоҡомо буйлап, быуындан-быуынға күсеп тултырыла барған бер шәжәрәне бик ныҡ тикшереп ҡарап, Ғәзимгә хәтле ун атаға айырылған булһа ла, тоҡом ебе шул Уралда йәшәгән Ярат тигән бер кешегә барып текәлгәнен белеп ала һәм, шул шәжәрәне кеҫәһенә һалып, бисәһе менән ҡыҙын эйәртә лә, тәүәккәлләп, Урал яғына ҡыҙырып сығып китә. Был Түңгәүер ырыуынан килгән Яраттың тоҡомо Уралда ҡалғанмы, Ғәзим барып уны тапҡанмы, әллә тапһа ла, бер нужанан ҡасып, икенсеһенә барып эләккәнме, асыҡ ҡына билдәле түгел. Ул ваҡытта бәләкәй булған Шәһиҙә лә тулы мәғлүмәт бирә алмай. Һәр хәлдә Ғәзимдең, уның ғаиләһенең һәм Шәһиҙәнең үҙенең дә үткәргән ауыр яҙмыштары Ғәзим мәрхүмдең эҙләгән бәхетен ҡыуып етә алмағанын иҫбат итәләр.

Ғәзим бер нисә йылдар төрлө ерҙәрҙә ҡыҙырып йөрөгәндән һуң, Златоустан алыҫ түгел Сутыш тигән бер ауылда урынлашып ҡала ла ғүмерен шунда үткәрә. Шәһиҙә ҡыҙ булып үҫеп етә. Уны шул ауылдың Златоуст ҡалаһында заводта эшләп йөрөгән бик аҡыллы, эшкә бик оҫта һәм бик уңған, ҡарап тороуға мөһабәт, үткер күренгән бер Батырйән тигән егеткә кейәүгә бирәләр.

Шәһиҙә ошо ире Батырйән менән булған бөтә ғүмерен Златоуста прокат заводында үткәрә. Балалары, үҙе әйткәндәй, тыуа торалар, үлә баралар. Уларҙың тик берҙән-бер улы Асҡар ғына үҫә.

Бына быйыл яҙ башында Шәһиҙә ҡайтып төшөп, әсәһе менән бер туған ҡустыһы Үмәрҙе тапҡас ҡына, әллә ҡайҙа бер кәштәлә саң баҫып ятҡан еренән табып алып уҡылған бер иҫке тарих һымаҡ йәшәй. Бүтән өлкән тарихтар менән сағыштырғанда, бер тамсы ла әһәмиәткә эйә булмағандай күренгән был бәләкәй генә ғаилә тарихы, әлбиттә, бер-ике ай буйы ауыл араһында һөйләнеп йөрөтөләләр ҙә онотолалар ине. Ә ысынында ул улай ғына булып сыҡманы. Йәштәр исем ҡушып алған “Урал әбейе” менән бергә был тарих, Урал илендәге йөҙәр йыл буйынса тау заводтарында эшләп тә, синфи көрәш уттарында ҡаты сынығып та үҫкән пролетариат һәм уларҙың ошо һуңғы йылдарҙағы юғары баҫҡысҡа үрләй барған революцион көрәш ялҡындары тураһында һөйләй торған өлкән тарихтың бер бите булып, Ырғыҙ буйына ҡайтып төшә.

Хәҙер ошо турала ирҙәр йыйылышҡан ерҙә, ҡатын-ҡыҙ түңәрәкләшеп ултырған өйҙә төрлө хәбәрҙәр һөйләнә. Унда булған ғәжәйеп ваҡиғалар, оңҡот завод хужалары, уларҙың файҙаһын яҡлашып эшселәр ҡанын түгеүсе батша ялсылары бөйөк Уралдың мөһабәт фонында йәнле картиналар кеүек кәүҙәләнеп, Ғәзим, Батырйән, Асҡарҙарҙың бындағы — алыҫтағы туғандарының һәм яҡташтарының йөрәктәрен һыҙлата, асыуҙарын ҡабарта ине.

Муйылбикәгә йыйылған өмәселәр ҙә Шәһиҙә әбейҙең үҙ башынан үткән хикәйәһен йотлоғоп тыңлайҙар, уны бик йыш бүлеп, һорауҙар яуҙыралар.

— Ул яҡтар беҙҙең Ырғыҙ буйҙарына бер ҙә оҡшамағандар, тауҙары шул тиклем бейек, хатта болоттар ҙа уның итәге буйлап ағалар. Ҡара урмандары йырып үткеһеҙ, әҙәм аяғы баҫмаған ерҙәре бик күп, унда айыу, бүре — төрлө кейектәр йәшәй. Һыуҙар ҙа унда бик шаян аға, бик йыш боролоп, ҡая таштар аҫтына инеп китергә яраталар, әллә ҡайҙа барып, тағы килеп сығалар. Бына ошо урманлы бейек тауҙар араһында Златоуст тигән бер ҡала бар. Уның ҙурлығы һөйләп бөткөһөҙ. Өйҙәре лә бындағы кеүек балсыҡ та, ҡыйыҡһыҙ ҙа түгел, барыһы ла ағастан бөткән, барыһы ла ҡыйыҡлы. Урамдарына таш түшәлгән. Улар тигеҙ генә дүрткел-дүрткел булып бер тау башына менеп китәләр, бер тау итәгенә төшөп юғалалар. Унда йөрөй-йөрөй аяҡ ҡалмай. Ә ҡаланың үҙенә кешеләрҙе суйын юлы алып барып төшөрә.

Урал әбейҙең хикәйә һөйләйәсәген ишетеп, бая сығып киткән ҡыҙҙар ҙа яңынан килеп инделәр. Улар һәр ваҡыттағы үҙҙәренең тиктормаҫ ҡылыҡтары менән ололарҙан орошолалар ҙа бер аҙ тыныс ултыралар. Оҙаҡ та үтмәй, ҡыҙыҡһыныуҙары уларҙы тағы еңә.

Әле тағы ла Яланбикә:

— Инәй, һин суйын юлында үҙең йөрөй беләһеңме? — тине.

— Беләм, балам, беләм. Ҡайтҡанда суйын юлы менән ҡайттым.

— Бүлмә, инәйемде, — ти кемдер берәү. Әбей дауам итә:

— ...Ана шул суйын юлы Златоустҡа барып етер саҡта уң яҡлап уның урамдары әллә ҡайҙан уҡ, сатрашлап теҙелгән эре шаҡмаҡтар һымаҡ, ялтырап күренеп яталар.

— Һе-һе, — тип аптырашалар йәштәр.

— Күрһәң ине.

— Бына ошо ҡалала, балалар, мин ҡырҡ йыллап ғүмер иттем.

— И-и-и...

— Ул ғүмерҙә күргәндәрҙең барыһын да һөйләр өсөн тағы ла шул оҙонлоҡ ғүмер кәрәк. Мин бөгөн һеҙгә башымдан үткән хәл-дәрҙең иң ауырын, һеҙҙең өсөн иң ғибрәтле булғанын, былтыр ғына булып үткән бер хәлде һөйләйем әле.

Әбей, үҙенең фекерҙәрен туплаған һымаҡ, байтаҡ өндәшмәй ултырҙы ла дауам итте.

— Ана шул Златоуст ҡалаһында ятып ҡалды минең яңғыҙ улымдың кәүҙәһе, — уға был турала әйтеү бик ауыр булған һымаҡ, ул тәрән көрһөндө.

Ҡыҙҙар тағы һоранылар:

— Инәй, улың нисә йәштә ине?

— Егерме өс тулғайны уға. Яратҡан ҡыҙы ла бар ине. Өйләнеп ғүмер итеүҙәр уға насип булманы шул. — Әбей дауам итте: — Ҡыш көнөнөң әсе һыуыҡтары ине. Минең улым Асҡар бик ашығып ҡайтып инде. Төҫө бик борсоулы, асыулы ине. Уның эш ваҡытында бындай болоҡһоп өйгә ҡайтыуын күргәс тә, мин тынымды эскә тарттым. Эштең тиген булмағанын төшөнөп торам инде. Улай ҙа һорай ҡуйҙым:

— Ни булды, балам, ни эшләп эш ташлап ҡайттың? — тинем. Ул мине тынысландырырға уйлапмы икән, әллә үҙе шулай тыныс булдымы икән, яйлап яуап ҡайтарҙы:

— Эй, әсәй, беҙҙең ни, һаман да шул бер ыҙғыш инде, — тине. Хатта әңгәмәгә һалыштырып көлөп ҡуйҙы. Үҙе кеҫәләренән әллә ниҙәр эҙләй. “Ыҙғыш” тигәс, мин яҡшы беләм инде, уның үҙенең иптәш эшселәре менән үҙ-ара бер ваҡытта ла ыҙғыш күтәргәне булманы. Ә атаһы мәрхүм тере сағында инде, мин бындай хәлдәрҙе бик күп күргәнмен. Ул да шулай әленән-әле: “Эш ташланыҡ, хужалар беҙ һорағанды бирмәһәләр, эшкә сыҡмайбыҙ”, — тип ҡайтып килә лә минең ҡотомдо ала торғайны. Бара-бара мин дә был эштәргә күнегеп киттем. Әле лә Асҡарымдың ошолай итеп ҡайтып килеүе миңә бик таныш ине. Ул былай ҙа хас атаһы холоҡло булды. Атаһын да бергә эшләгән иптәштәре, урыҫмы, башҡортмо булһын, бик ярата торғайнылар. Хужалары менән ниндәй генә бәрелеш булды ниһә лә, хәҙер килеп етәләр ҙә: “Йә, Батырйән, ҡалай, ҡалай итәбеҙ, ни эшләйбеҙ?” — тип уны үҙҙәренең кәңәштәренең уртаһына ала торғайнылар. Минең Асҡарым атаһына ҡарағанда ла үткерерәк, ҡыйыуыраҡ булды. Шул, баяғыса, тамағына әҙерләп ашаттым. Ул сығырға кейенеп тә өлгөрмәне, үҙе менән бергә эшләгән унлаған иптәше килеп тә инделәр.

Улар менән бергә Асҡарҙың иң яҡын дуҫы Сәргәй ҙә бар ине. Улар: “Әйҙә, тиҙерәк, Асҡар”, — тинеләр. “Беҙҙең прокатсылар бөтәһенән алда барып торорға тейеш”, — тинеләр. Үҙ-ара ҡыҙыу-ҡыҙыу һөйләштеләр:

— Ул дәфтәрҙе һис тә алырға ярамай.

— Алмайбыҙ. Унан беҙгә ни ҡала.

— Ни ҡалһын, көнөнә ун алты сәғәтлек эш ҡала. Эшләйһең, эшләмәһәң — сығаһың. Ә һин эштән сыҡтың иһә, һиңә донъя кәрәгенән бер сажин ер ҙә, бер йөкмәү утын да теймәйәсәк. Шул законды үткәрә бит был яңы дәфтәр.

— Өфөгә Иван Якутовҡа хәбәр иткәнбеҙ. Ул тағы берәй сара өйрәтер әле, — тип ҡыҙышалар ине.

Бына шунан башланып китте лә китте. Эшселәр: “Дәфтәрегеҙҙе алмайбыҙ”, — тигәндәр хужаларына. Хужалары: “Кем дә кем быға ҡаршы тора, шуны эштән ҡыуабыҙ, хөкөмгә тарттырабыҙ”, — тип янай башлағандар. Эшселәр, бер һүҙ ҡуйышҡас, боҙмайҙар инде ул һүҙҙе. Улар шулай берегешеп бер эште алдарына алалар икән, бик ныҡ, бер төптән тороусан булалар. Ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәйҙәр.

— Бахырҙар, ни эшләһендәр инде барыһы ла бергә эшләгәс, — тип һөҙөмтә яһай Мәғфүрә.

— Бөтә нужалары бергә инде уларҙың, — тип ҡуя Муйылбикә.

— Шулай итеп, беҙҙең балалар эшләгән прокат заводынан көндән-көн йыйыла, күбәйә барып, был ыҙғышҡа ике ай тигәндә улар ике мең кешегә тулып, тау нәсәлниге алдына барып баҫалар ҙа тағы бер ҡабат уларҙың хәйлә менән яҙылған эш дәфтәрҙәрен алмаясаҡтарын ҡырҡа белдерәләр. Нәсәлник ни арҡаһын юғарыға терәй. “Министр шулай ҡуша”, — тип кенә ебәрә. “Бөгөндән үк үҙ урындарығыҙға баҫып эшләй башлағыҙ”, — ти.

Нәсәлниктәр ҙә, үҙ-ара һүҙ төйнәп, батшаға тиклем хәбәр иткәндәр, күрәһең. Март айының уртаһы яҡынлағас, әллә ҡайҙан һалдаттар килә башланы. Шул арала беҙҙең алдан башлап йөрөгән ышаныслы ғына кешеләрҙе ҡулға ла ала башланылар.

— Ниңә, инәй? — ти Яланбикә.

— Бәй, ул кешеләр эшселәрҙе яҡлашып, бил быуып көрәшәләр ине. Эшселәр ни әйтә, шуны, илсе булып барып, хужаларҙан таптыралар. Шуға асыу итеп уларҙы төрмәгә ябалар.

— Уй, төрмәгә...

— Беҙҙекеләр уның һайын асыуланалар, уның һайын ныҡышалар. Хәҙер инде шул үҙҙәренең бикләнгән иптәштәрен ҡотҡарыуҙы талап итәләр.

Златоуста әллә утыҙ йыл уҫал эт кеүек ырылдап ятҡан Долгов тигән ротмистр жандарм бар ине. Ул эшселәргә: “Был эш миндә түгел, хәҙер губерна үҙе теләһә ни эшләй”, — тигән. Ул да, үҙенән сүп осороп, эшселәрҙе еңә алмағас, Өфөгә губернаторға хәбәр иткән булған. Губернаторы ла шуның һымаҡ бер ҡан эскес Богданович тигән бер уҫал бәндә булып сыҡты.

Тыңлаусыларҙың иҫе китә.

— Әллә һин ул губернаторҙың үҙен күрҙеңме, инәй?

— Күрҙем, күрмәй ни. Шунда үҙебеҙҙең бала-саға артынан, ҡотобоҙ осоп, шуларҙы һағалап, улар тау идараһы тигән өйгә барған һайын эйәреп йөрөйбөҙ инде, ҡайҙа ул!

— И бахыр ғыналар. Ни тиклем ыҙғырлыҡ...

— Әйтмә инде, төн йоҡоһо ла булмай ул ундай саҡтарҙа. Шул губернатор үҙе килеп төштө. Эшселәрҙең илселәре тураһында эште ҡарау ҡайҙа ул. Уларҙы төрмәнән сығарыу тураһында таптырып барыусылар менән һөйләшеп тә тормай, әллә нисә йөҙләгән һалдатты теҙҙертте лә беҙҙең балаларға ҡарап аттыра ла башланы.

Тыңлаусылар барыһы бер юлы ах итеп аптыраштылар.

— Уй Алла, бахырҙарҙы!

— Йә инде, — төптө юҡҡа...

— Ай, ҡан түгеүсе ләғинде, бына һин әле!

Әбейҙең күҙенән эре-эре ике бөрсөк йәш тамсыһы бите буйлап тәгәрәне. Ләкин уның сырайында бер үҙгәреш тә юҡ. Күҙҙәрендә ғорур асыу. Ул үҙенең шундай батыр үлеме менән үлгән улының хөрмәтен бер ваҡытта ла илап, зарланып һөйләп кәмһетмәҫкә һүҙ биргән. Хәҙер уның тауышы ныҡ һәм көр.

— Шулай итеп, әҙәм балаларын урам буйҙарына түшәп һалып ҡуйҙылар.

— Ҡуйсы, ҡуйсы, йәндәре лә юҡ икән эттәрҙең... — ти Сабира. Әбей һөйләй:

— Ҡысҡырыш, бәрелеш, боларыш китте. Мылтыҡҡа ҡаршы нисек бараһың? Беҙҙекеләрҙә ҡорал-маҙар юҡ ине. Беҙ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күбәйеп киттек. Һәр кем үҙ кешеһен эҙләп йүгерҙе. Мин улар менән бергә йүгерешеп Асҡарымды эҙләйем. Ул арала таҡта арбалы ылаусылар әллә ҡайҙан килеп еттеләр ҙә, яралыларҙы ла, үлгәндәрҙе лә тейәп, әллә ҡайҙа алып китә башланылар.

— Ай Алла, бик интегәләрҙер инде улар.

— Интегеүҙең сиге юҡ инде. Мин ул арбалар янына ла барып ҡарайым, юҡ, күренмәй. Беҙҙе лә бынан ҡыуалар, төртөп ебәрәләр. Мин шул тиклем ғазапландым да бер жандармдың битенә лас итеп төкөрҙөм. Ул мине һуғып ебәрергә ынтылғас та, әллә ҡайһыһы уның үҙен төртөп осорҙо. Асҡарымды таба алмағас, минең күңелемә: “Уға бүле теймәгәндер, хәҙер ул өйгә ҡарай киткәндер”, — тигән өмөт төштө лә, үҙебеҙгә табан ыңғайлап, бер тар ғына тыҡрыҡҡа боролдом, — әбей ҡапыл һүҙҙән туҡтаны, тыны ҡыҫылған кеүек булды.

— Асҡарым шул тыҡрыҡтың ситән стенаһына башын терәгән дә, көтөп торған һымаҡ булып, миңә ҡарап баҫып тора. Шатлығымдан: “Эй балаҡайым, һине эҙләйем бит”, — тип ҡысҡырып ебәрҙем.

Ул да, мине эҙләп йөрөп талҡандағы кеүек ҡыуанып, көлөп ҡуйған булды ла хәлһеҙ генә тауышы менән:

Мин бында, әсәй, — тине. Йөҙө ап-аҡ, күҙҙәре янып бара.

— Әйҙә, балам, китәйек, — тип ҡулынан тоттом. Ул ипләп кенә сүгеп ергә ултырҙы. Шул арала әллә ҡайҙан ситән аша уның дуҫы Сәргәй һикереп килеп төштө. Беҙ уның менән икәүләшеп тиҙ генә улымдың өҫкө кейемен ысҡындырҙыҡ. Күлдәге ҡыҙыл ҡанға буялып, түшенә йәбешкән ине. Бүле күкрәгенә тейгән, йөрәккәйемдең. Иптәше Сәргәй тағы бер кеше менән (уныһын мин танымай ҙа инем) Асҡарҙы күтәреп алып ҡайтып киттеләр. Өйҙә ул киләһе таңға тиклем тере ятты... Шунан һуң мин, яңғыҙ улымдан яҙып ҡаңғырып тороп ҡалдым.

Бисәләрҙең күбеһе үкһеп илайҙар ине.

Муйылбикә Гөлйөҙөм менән Хәмдиә килененә сәйҙе тиҙерәк ултыртырға ҡушты. Үҙе күҙ йәштәрен яулыҡ осо менән һөртөп алды ла, шәм яғып, әбей янындағы һандыҡ өҫтөнә ҡуйҙы.

Хәҙер инде әбейҙең тауышы күтәренке, үҙенән кеселәргә берәй эш ҡушҡандағы һымаҡ бойороҡло ине.

— Юҡ, балалар, мин әйтте тип иҫегеҙҙә тотоғоҙ, илау менән ундай кешеләр кире ҡайтмай ул.

— Эй, бикәм, бигерәк йәл бит улар, — тине Муйылбикә.

— Бик йәл, бик аяулы шул улар. Шуға күрә лә уларҙың башын ашаған күк һыртлы ҡан эскес бүреләрҙең илағанын күрергә теләйек. Бына шул йәнһеҙ бәндәләр әҙәм балаларын эт урынына ла күрмәй ҡырҙылар. Урам буйы ҡан менән буялды. Ут һүндергес мискәләр алып килеп, шуның эсәктәренән һыу һиптереп, урам таштарын йыуҙырҙылар. Ә ҡан уның һайын йәйелде. Шунан йөкләп-йөкләп ҡом килтереп һипкән булдылар. Улар шуның менән, ҡан эҙҙәрен йыуыу менән, үҙҙәренең ғәйептәре юйылыр тинеләр, күрәһең. Юҡ инде, балалар, был эштәр мәңге юйыласаҡ түгел.

Шәһиҙә әбей ошо һүҙҙәрен әйтте лә ултырған мендәренең бер ситенә ҡыҫтырылған муҡсайын сығарып ҡутарҙы. Ул был муҡсайын бер ваҡытта ла өйҙә ҡалдырмай, уның эсендәген ул һүҙ ыңғайында кешегә күрһәтергә ярата торғайны. Хәҙер ҙә ул унан әллә ниндәй эреле-ваҡлы ҡағыҙ киҫәктәре, төрлө ҡалынлыҡтағы китап кеүек нәмәләр сығарып күрһәтте:

— Бына, балалар, был ҡағыҙҙарҙың берәүһе лә шайтан ҡурҡытҡыс доғалыҡ түгел, быларҙың бөтәһе лә ана шул улымдан ҡалған изге яҙыуҙар. Быларҙың бик күбеһе Өфө ҡалаһындағы Якутов тигән ҙур кешенең ебәргән яҙыуҙары. Ул яҙыуҙарҙы мин улымдан ҡалған ҙур мираҫ итеп күкрәгемдә һаҡлайым. Улар миңә ысын яҡут ташы бөртөктәре кеүек ҡыйбатлы күренәләр. Үҙем һау сағымда шул минең Асҡарыма оҡшаған тағы бер батыр егет осрар әле, мин шундай бер балаға бүләк итермен тип һаҡлап йөрөтәм уларҙы.

Тыңлаусылар йыйылышып килеп әбейҙең дәүләтенән сыҡҡан ҡағыҙҙарҙы ҡаранылар. Ҡыҙҙар хатта һыйпап та ҡуйҙылар. Ләкин улар араһында арлы-бирле мосолманса хәреф танығандары булһа ла, урыҫса таныған бер кем дә юҡ ине.

— И инәй, һиңә бик күп рәхмәт инде, — тиештеләр ҡыҙҙар. Бисәләр:

— Хоҙай үҙеңә күркәм сабырлыҡ бирһен, — тип теләнеләр. Гөлйөҙөм үҙенә бик яҡын булған был инәһен бөгөн башлап күргән һымаҡ һоҡланып ҡарай ине.




Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   26


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет