ЫрғЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



жүктеу 5.76 Mb.
бет5/26
Дата21.04.2019
өлшемі5.76 Mb.
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   26

Тыуған ауылда

Айбулат шатлыҡлы уйҙар менән ауылына ҡайтып килде. Ул килеп ингәндә, урындыҡтың кейеҙен төрөп ташлап, ҡысҡырыша-ҡысҡырыша шапылдатып һуғып кәрт уйнаған дүрт кешенең ҡайһыһы Ҡотлояр ағаһы икәнен дә айыра алманы. Улар бәләкәс кенә өйҙө тәмәке төтөнө менән шул тиклем быҫҡытҡандар, күҙгә төртһәң күренмәй тигәндәй ине.

Айбулат күтәренке, күңелле тауыш менән ҡысҡырып сәләм бирҙе, һаулашты. Ләкин үҙ эштәренә баштан-аяҡ сумған кәрт уйнаусыларҙың уның сәләмен ишетерлек хәлдәре юҡ ине. Улар араһында ниндәйҙер талаш сыҡҡандыр, ахыры, бер-береһенә тындары бөтөп ҡысҡыралар, күҙҙәрен алартып бер-береһенә ул һуғарҙан, был һуғарҙан ынтылалар ине.

— Ни нәмәһе, күҙгә ҡарап тороп юҡты алдайһың, ә! Вәлитте мин һалдым, Әптерәш етелек бирҙе, Әхмәҙи туз менән һуҡты!

— Түгел, Ҡотлояр ағай, түгел! Туз минеке ине. Үҙем һуҡтым.

— Һуҡманың, минең күҙем юҡмы ни! — Ҡотлояр һаман һүгенде. Айбулатҡа иғтибарһыҙ ғына күҙ төшөрҙө лә, уны көн дә күргән кеше һымаҡ итеп, иғтибарһыҙ кире алды. Алдындағы ҡайһыһы ялан баш, ҡайһыһы иҙеүен ысҡындырып, тирләтеп, итектәре менән урындыҡ таҡтаһын бысратып ултырған иптәштәренән кәрттәрҙе һелкә тартып йыйып алды.

— Бирегеҙ, яңынан өләшәм, атағыҙҙың баштары, һеҙ әле мине — ҡарт бүрене алдамаҡсы булаһығыҙмы әле, шайтандар. Мин һеҙҙең кәүектәрҙе күрмәгәнме? Бир, Сафа, кәртте.

Башҡаларына ҡарағанда күпкә йәш булған Әптерәш, Айбулаттың ҡорҙашы, бүтәндәр кеүек ирешмәй, тик ҡыҙарып, бүртенеп, бик етди төҫ менән Ҡотлоярҙың уйнап торған ҡулдарына күҙ эйәртте.

Ҡотлояр, кәртте өләшеп бөтөп, бөтәһенә лә еңгән төҫ менән күҙҙәрен ялтыратты ла, ҡарсыға танауы өҫтөндәге тирен һөртөп алды:

— Конда ун дүрт һум, малайҙар, бирегеҙ уны, — тине.

Башҡалар өндәшмәнеләр. Һәр кем үҙенә тейгән кәртте, әллә ниндәй ҡәҙерле бер нәмә кеүек итеп, ситтән-ситтән генә күҙ һалып ҡатланылар ҙа, берәйһе тартып алыуҙан ҡурҡҡан һымаҡ, устарына ҡыҫып тотоп, ҡаш аҫтынан шикле ҡарап, киҙәктәге кешенең йөрөүен көттөләр.

Ҡотлояр тағы команда бирҙе:

— Йөрө, Сафа, ход һинеке!

Айбулаттың шатлығы ҡапыл һүнде. Шул тиклем һағынып ҡайтып та, бер кешенең дә уны ҡыуанып ҡаршы алмауы уның күңелен ҡырҙы. Ул урындыҡ ситенә ултырып бер аҙ ҡарап көттө лә, өндәшеүсе кеше булмағас, тороп бүркен сөйгә элеп, итектәрен сисәйем тип иңкәйгәндә, ишек асылып китте.

Һыу көйәнтәләп Мәғфүрә ҡайтып инде. Уның йөҙө һытыҡ. Иренең өҙлөкһөҙ кәрт уйнауынан йонсоп бөткән. Тупһаны аша атлап, бер силәкте өйгә индереү менән, кәрт уйнаусыларға асыулы күҙ һирпте. Көйәнтәһен мейес артына шалтыратып ырғытты. Шунан һуң, Айбулатты күреп, ҡыуанып көлөп ебәрҙе.

— Бәй, Айбулат, һин ҡайтҡанһың бит, һаумы! — тип, ул Айбулатҡа яратып ҡарай-ҡарай силәктәрен усаҡ янындағы һикегә ултыртып: — Шәп ҡайттыңмы, атаҡ, һин төптө еткән егет булғанһың инде, — тип, һөйләнә-һөйләнә килеп, ике ҡуллап күреште.

Айбулаттың күңеле күтәрелеп китте. Тоҡсайын сисеп, Мәғфүрәгә тип алып ҡайтҡан ҡыҙыл биҙәкле яулыҡты алып бирҙе. Мәғфүрәнең, быны күргәс, шатлығынан күҙе йәшләнде.

— Ҡуйсы, ҡуйсы, Айбулат бахырҡайым, ниңә улай итеп мәшәҡәтләнәһең инде. — Ул яулыҡты тәҫләп бөкләп урын егенә ҡыҫтырҙы ла ҡайғылы төҫ менән шыбырланы:

— Бына ағайың да йылҡы көтөүенән өсөнсө көн генә ҡайтты. Әллә ниңә бик асыуланып ҡайтҡан. Ҡайтҡас, аҡса ла бирмәне. Бер француз биҙәкле күлдәк, бер сирек сәй, Диләгә бер яулыҡ, ярты ҡаҙаҡтай монпаси алып ҡайтҡан. Бүтән бер нәмәһе лә юҡ. Һорашһаң, яратмай, әрләй. Ҡайтҡаны бирле кәрт уйнай ҙа кәрт уйнай. Кисә лә отторҙо, бөгөн дә оттороп тик ултыра. Ирешһәм, туҡмар тип ҡурҡам. Һин уға аҡсаңды күрһәтә күрмә инде. Ату, биреп тор, тип алыр ҙа кәрткә һалып отторор. Алманым әле, тиген, йәме?

Айбулат, ярар тип, баш эйҙе.

Мәғфүрә, алып ҡайтҡан һыуын самауырға ҡойоп, ут һалды ла мейес соҡалағына ултыртты.

Ул арала урамда уйнап йөрөп өшөп бөткән Дилә, йүгереп инеп, Айбулатҡа ташланды. Ул:

— Айбулат ағайым ҡайтҡан, Айбулат ағайым, — тип ҡысҡырып шатланды.

Айбулат уны иркәләне. Уға еҫле һабын бирҙе. Дилә быға ҡыуанып бөтә алмай, әсәһенә күрһәтте:

— Әсәй, ҡара әле, Айбулат ағайым миңә еҫле һабын алып ҡайтҡан. Тәтәйле.

Мәғфүрә лә ҡыҙы менән бергә ҡыуанышты:

— Ай-һай, минең ҡыҙымды ағаһы ҡайһылай ярата, һабыныңдың тәтәйен йыртмай ғына әрсе лә һандыҡ эсенә йәбештерербеҙ, — тип кәңәш бирҙе.

Кәртте төн уртаһына тиклем уйнанылар. Айбулат, ҡашаяҡ яҡҡа сығып, усаҡ янынараҡ ултырып, Мәғфүрә менән бик оҙаҡ һөйләште. Мәғфүрә уға күберәк Гөлйөҙөм тураһындағы хәбәрҙәрҙе һөйләне. Уны һоратып күрше ауылдан яусы килгәнен, атаһының риза булып, әсәһенең күнмәйерәк торғанын да, Гөлйөҙөм менән үҙе бер нисә тапҡыр осрашып, Айбулат тураһында ҡаға-һуға ғына Һүҙ асыҡлағанын да һөйләне.

— Гөлйөҙөмдөң күңеле һиндә, Айбулат. Кисә лә әле уның еңгәләренә барып ултырғайным, атаһының, уны бирәбеҙ, тигәнен ишеткәс, илай, ти. “Үлһәм дә бармайым, минең күңел һалған кешем бар”, — тип әйтә, ти. Ярай әле, ҡайтып өлгөрҙөң. Берәй йүнен ҡарарға кәрәк.

Айбулат күберәк Мәғфүрә еңгәһенең һөйләгәнен тыңланы. Үҙе һүҙ ҡыҫтырманы, һорауҙар бирмәне. Күп уйланы, нисек кенә булһа ла, Гөлйөҙөмдөң үҙен күргеһе килде.

Мәғфүрә һаман дауам итте.

— Моратша бик күп мәһәр бирә, ти. Ул үҙе бер серегән бай икән, етмәһә, үҙе старшина икән. Улының күҙе ҡылый, имеш, ти. Шуға күрә ярлы ҡыҙы булһа ла, күрмәлекле булһын тип, Гөлйөҙөмдө алырға һарылып яталар, ти. Хәҙер эш тик ҡалым бирергәме әллә туй ғына яһарғамы, булмаһа, ҡалым да, туй ҙа яһарғамы икәнлеге тураһында ғына тора, ти. Гөлйөҙөмдөң атаһы: “Ҡалым алам”, — тип әйтә, ти. Ә тегеләр: “Туй яһайыҡ та ҡуяйыҡ, йөҙҙән ашыу мәһәр, үҙе генә ни тора”, — тип әйтәләр икән, ти. Ошо киләһе йома эсендә ни булһа ла була, тип торалар. Һин ҡайһылай булһа ла ашыҡтырырға тырыш. Булған аҡсаң, һөйләшкәс, әллә мәһәренә етер ҙә һуң, туйына кәрәк, ҡалымына кәрәк, уны ҡалай итерһең икән инде?

Улар шулай кәңәшә-һөйләшә сәй эстеләр. Мәғфүрә ирен ни тиклем сәй эсергә ҡыҫтаһа ла, ул иғтибар итмәне, уйнай бирҙе.

Мәғфүрә тәрән көрһөнөп сәй яһаны. Айбулат алып ҡайтҡан монпасиҙан кеше башына өсәр бөртөктән генә бүлеп һалды ла ҡыҙына:

— Аша, балам, Айбулат ағайыңдың күстәнәсе. Танауың ҡысытҡандыр әле, — тине.

Дилә, иркәләнеп, аҙыраҡ боршаңланы ла әсәһенең сәй ҡойғанын көттө.

Кәртселәр араһында тағы ла ниндәйҙер талаш сыҡты. Тағы ла ирәгешә, һүгешә, талаша башланылар. Был юлы Ҡотлояр, бигерәк ныҡ асыуланып, бөтә кәрттәрҙе туҙҙырып ырғытты ла икенсе яҡҡа боролдо.

— Уйнамайым, чорту. Һеҙҙең менән бында мухлевка яһап ултырырға мин маңҡа малай түгел, әллә кем булаһығыҙ, собакалар. Сафа унан да яман ҡыҙып һүгенде:

— Уйнамаһаң, наплевать. Әллә мин һинең шул биш тәңкәң өсөн уйнайыммы? Рас отҡанмын икән, отҡанмын инде.

Ул шулай һүгенә-һүгенә күҙҙәрен алартып, бүркен эҙләп кейҙе лә, кондағы бөтә аҡсаларҙы тырнап алып кеҫәһенә һалды ла ишекте шарт итеп ябып сығып китте.

Кәрт уйнарға быйыл ғына өйрәнгән йыуаш Әхмәҙи өндәшмәй генә тәмәке һурҙы. Тәмәкеһен тартып бөткәс, үҙен дә, Ҡотлоярҙы ла йыуатҡан тауыш менән:

— Әйҙә инде, фарт килмәһә, килмәй инде ул. Уның өсөн дыуылдауҙың файҙаһы юҡ, — тине.

Мәғфүрә уларҙы сәй янына саҡырҙы.

— Әйҙә, ҡуй, сәй эҫегеҙ. Бер тотонһағыҙ, осо ла юҡ, ҡырыйы ла юҡ. Тағы, етмәһә, әллә ни тапҡандар, уйнай торғас, ирешәләр ҙә китәләрсе.

Ҡотлояр уға бер генә ҡысҡырҙы:

— Етәр, тим һиңә! Ҡыҫылған булаһың да тораһың! Шунан ул Әхмәҙигә боролдо:

— Әйҙә, Әхмәҙи, сәй эсергә ултыр. Ни нәмәһе, балтаһы һыуға төшкән кеше һымаҡ, уйға ҡалып ултыраһың.

Әхмәҙи, көлөмһөрәп, ашъяулыҡ янына килде.

Ҡотлояр ҙа, Әхмәҙи ҙә, Айбулатты яңы ғына күргән һымаҡ, һаулашып күрештеләр.

Ҡотлояр сырайын һытып торҙо ла көлөп ебәрҙе:

— Ну ярай, Айбулат, һау эшләп ҡайтҡас. “Ҡуян алмаҫ, артынан ҡалмаҫ” тигәндәй, бына ағаң да (ул үҙенә төртөп күрһәтте) ун биш йыл буйы мал артынан ҡараңлай. Әйҙә, һин дә тырышып ҡара инде, ҡустым. Исмаһам, кәләш алырлыҡ бол йыя алдыңмы, юҡмы? Өс йыл көтөү көтөп, итек, салбар, көпө алдың, тағы бер-ике йыл көтөү көтһәң, кәрт уйнарға ла өйрәнеп алырһың әле.

Айбулат Ҡотлоярҙың был уйынлы-ысынлы һүҙҙәренә ни тип тә мәғәнә бирә алманы. Бер ваҡытта ла үҙенең тормошонан зарланып сер бирергә яратмаған Ҡотлоярҙың былай һөйләнеүенән ул аптырап ҡалды. Сөнки ул, үҙенең эрелеген юғалтып, бындай һүҙҙәр һөйләмәй торғайны. Ул күп ваҡытта, “йә, төкөрҙөм мин Ныязғолдоң повозкаларына. Үҙемдең ҡола атым һау булһын. Мин уның менән бөтә Ырғыҙҙы ике көндә буйлап сығам”, ти. Йә булмаһа, “икмәгем таҙа булғас, урамда ла ултырып ашайым, Ҡаҙанҡап Абдулла һымаҡ, кеше талап йыймаған”, ти, ә ҡайһы саҡтарҙа: “Эй, ҡустым, беҙгә ни ике донъя, бер мөрйә, үгеҙ үлһә — ит, арба ҡыйралһа — утын. Урыҫ байының бер аты ҡазаланы иһә, бер айлыҡ һуғым. “Знакум, махан надо, возьми”, тип ая сыҡҡан һимеҙ һуғымды алдыңа үҙе килтереп йыға. Тиреһен һыҙырып бирһәң, шуға риза”, — тип маҡтана торғайны.

Айбулат Ҡотлоярҙың үҙе генә зарланып түгел, үҙенә төртөп һөйләүенә бик ғәрләнде. Сөнки иртәнме, бөгөнмө яусы ебәрергә торған Гөлйөҙөмдөң бер туған ағаһы алдында үҙен кәмһетеүҙе күтәреү ҡыйын ине. Ул асыуынан ҡыҙара бүртте. Ләкин Әхмәҙи алдында һүҙ көрәштергеһе килмәне.

Бәхеткә ҡаршы, Әхмәҙи уға иғтибар итмәне. Айбулатҡа дуҫтарса көлөп ҡарап:

— Ярар, “егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, тигәндәр ҡарттар. Әллә ниҙәргә өйрәнеп китер әле йәш кеше, — тине ул. Ҡотлояр ҙа бер аҙ тынысланды. Көлөп ҡуйҙы.

— Хәйер, һин дә минең кеүек йырсы бит әле. Бына Мәғфүрә еңгәңдең атаһы мәрхүм һымаҡ, бер алйот ҡурайсы тура килһә,һинең йырлағаныңды тыңлар ҙа ҡыҙын үҙе етәкләп килтереп бирер әле.

Мәғфүрә асыуланып ирен тыйҙы.

— Йә, етер инде. Ошо бер һөйләнә башлаһа, иҫерек кеше шикелле тотона торған.

— Ниңә, ысынды һөйләйем бит мин. Әллә юҡты һөйләйемме? Ныязғолдоң уртансы бисәһенең ҡалымында һинең атайыңды ҡурай уйнарға, мине йырларға саҡырғайнылар. Минең йәш саҡ, һалдатҡа китерҙән бер йыл элек, тәмәке лә тартмай инем әле. Күкрәк киң. Килеп-килеп тороп “Буранбайҙы йырлап ебәргәйнем, малай, бабайҙың күҙ йәштәре һаҡалы буйлап тәгәрәне шул. Тартҡан ҡурайын ашъяулыҡ өҫтөнә ырғытты ла:

— Ай афарин, улым! Илдә бер егет икәнһең. Ҡырҡ йыл ҡурай тартып йөрөп, бындай йырсыға осрағаным юҡ ине. Һыйлар инем, атым юҡ, яңғыҙ ҡыҙым бар, әйҙә, һиңә булһын, тине, бахыр. Шулай итеп килгән Мәғфүрә еңгәң ул бына. — Ул, ҡырын ятҡан көйө һөйләнә-һөйләнә, Мәғфүрәнең яурынына һуғып ҡуйҙы. Бөтәһе лә көлөштөләр.

Мәғфүрә лә, көлөп, иренә шәшке менән сәй бирә-бирә:

— Эй, маҡтансыҡ. Ғүмеренә шул маҡтаныуын ҡуймаҫ инде, — тине.

— Ярар, бисә, ярар. Мин маҡтанһам да, һине кәмләмәйем бит. Нисәмә йылдар ғүмер иттек. Мин һине алтын-көмөш түгеп алған байбисәләрҙән кәм аҫрайыммы ни. Тамағың туҡ, өҫтөң бөтөн, тырнаҡ менән дә сирткәнем юҡ. Тик бына бөгөн генә берәй һыйыр алырға етерме тип йәй буйы йыйған аҡсаны анау һаҫыҡ Сапар отоп китте. — Ҡотлояр үҙенең әңгәмәһенә үҙе кинәнеп көлөп ебәрҙе. Уға эйәреп башҡалар ҙа көлөштөләр.

Улар шулай байтаҡ әңгәмәләшкәс, Әхмәҙи хушлашып ҡайтып китте.

Айбулат күстәнәскә алып ҡайтҡан бер пачка махорканы Ҡотлоярға сығарып бирҙе. Ул уны ҡыуанып алды.

— Бына быныһы яраған. Әллә үҙең дә тартырға өйрәндеңме, малай?

— Юҡ әле, өйрәнмәнем.

— “Юҡ әле”, имеш. Әллә өйрәнергә уйлап тораһыңмы? — Юҡ, ағай, юҡ. Уйламайым да, өйрәнмәйем дә.

— Шулай тип ҡотол!

Ҡотлояр һаман ҡырын ятҡан көйө тәмәке төрөп, ҡағыҙын яйлап йәбештерҙе лә тоҡандырмай һөйләнде.

— Ярай, ҡустым, һау ҡайтҡанһың. Аҙып-туҙмағанһың. Көтөү эше бик йыбаныс, файҙаһыҙ бер һөнәр ул. Бына мин күпме көтөү көттөм, ә нимәгә өйрәндем? Кәрт уйнарға, тәмәке тартырға, уҙа-барһа, араҡы эсергәме инде?

Айбулат Ҡотлояр өсөн бая ғәрләнеп асыуы килһә, хәҙер уның был һүҙҙәренән ауыр тормоштан бик йонсоғанын күрҙе, йәл булды. Шулай ҙа ошо турала әйтеп үтмәй түҙә алманы.

— Ағай, һин әллә ни бер ҙә үҙеңә оҡшамағанһың, зарланаһың.

Унан тағы ни өсөн инде мине Әхмәҙи алдында битләп ултыраһың? — тине.

Ҡотлояр иҙерәйеп яуап бирҙе:

— Алла, харап булған икәнһең! “Тура әйткән — туғанына ярамаған”. Әхмәҙи әллә һинең менән минең көтөүсе икәнде бөгөн күреп торамы? Беҙҙең эш, әйтәм бит, бер генә лә һөнәр арттыра торған эш түгел. Минең баштан үткән инде.

— Һинең баштан үтһә, минең баштан үтмәгән әле. Һин күңелеңде төшөрһәң дә, мин төшөрмәйем әле, кәрт менән тәмәкегә лә биреләсәгем юҡ!

— Ҡара һин уны! — Ҡотлояр Айбулатҡа һынаулы ҡараш ташланы. — Әллә ысынлап та байып ҡайттыңмы? Бик эре һөйләшәһең.

— Байып ҡайттым шул, аҡсаға булмаһа, аҡылға байып ҡайттым. — Айбулат асыу менән ҡыҙыу яуап бирҙе.

— Аҡыл, аҡыл, имеш, һин берәй һөнәргә өйрәндем тиһәң, ҡолаҡҡа ятыр ине. Аҡыл ни, ул үҙемдә лә тулып ята торғайны. Тик бына бөгөн аҡса ла бөттө, аҡыл да бөттө.

Айбулат Ҡотлоярҙың аҙаҡҡы һүҙҙәренән ҡысҡырып көлөп ебәрҙе, уның асыуы ла һүрелде.

— Юҡ, ағай, ысын. Мин әллә ни һөнәргә түгел, бик аҡыллы кешеләрҙе күреп, уларҙың бик тәрән мәғәнәле, файҙалы һүҙҙәрен тыңлап ҡайттым.

Ҡотлояр, тағы ла үҙһүҙләнеп, иғтибарһыҙ көлдө:

— Булған ти һиңә Кузьмин утарында аҡыллы кешеләр. Әллә һин уның апара ҡорһаҡ управляющийын әйтәһеңме? Ул ҡайһы саҡта үҙ файҙаһына бик шыма телле була торған. Әллә теге приказчик — тыртыҡ ҡуянды һөйләйһеңме?

Айбулат көрһөнөп ҡуйҙы.

— Юҡ, ағай, һин беҙҙең һөйләшеүҙе уйынға һабыштырыуыңды ҡуйсәле. Бөтөнләй улар түгел. Был ысын күңелле, ана шул һин әйткән “апара ҡорһаҡтарҙы” күралмай торған яҡшы кеше бар.

— Йә, кем һуң, мин беләмдер әле?

Айбулат Ҡотлоярҙы аптыратырлыҡ етди итеп:

— Дядя Гриша, — тине. Ҡотлоярҙың ысынлап та иҫе китте:

— Кит бынан. Юҡты һөйләмә! Әллә һин төш һөйләйһеңме? Әллә ысынлап та Григорий менән осраштыңмы? — Ул урынынан тороп уҡ ултырҙы.

— Бер ҙә төш һөйләмәйем. Кузьмин утарында әллә нисә көн бергә булдыҡ. Бик күп һөйләштек.

Ҡотлояр, Мәғфүрәнән ҡуҙ һорап алып, тәмәкеһен тоҡандырҙы. Уны бер генә һурҙы ла Айбулатҡа ҡараны.

— “Һөйләштек” тип әйтмә инде. Һин ни беләһең? Ул һөйләгәнде һөйлә.

— Һуң, ағай, һөйләй белмәһәм, тыңлай беләм, һораша беләм дә инде, һин бигерәк тағы. Унан мин яңғыҙ ғына түгел бит унда. Күмәк инек. Шуға күрә “һөйләштек” тип әйтәм.

— Юҡ, һин мин әйткәнде ауырға алма. Григорий Иванович менән һөйләшеү — ул һиңә күҙ йомоп ҡөрьән тыңлау түгел.

— Әллә һин дә беләһеңме уны, ағай?

— Һин дә беләһеңме, тиһең. Уны был тирәлә белмәгән әҙәм юҡ. Хәҙер ул ҡайтып килгәс, был тирәләге баярҙарыңдың йөрәктәре үксәләренә китте инде. — Ҡотлояр маҡтанған тауыш менән көлөп ҡуйҙы, ҡулын алыҫҡа һелтәп ҡуйҙы. — Оҙаҡҡа ҡайтҡан микән? — тип һораны ул.

— Уныһын һорашманым. Уларҙың эшләгән цехтары ябылған шикелле, дөрөҫөн генә белмәйем.

— Ну, ну, һөйлә, ниҙәр ишеттең унан?

Айбулат бик ҙур дәрт менән Григорийҙан бөтә ишеткәндәрен, бөтә аңлағандарын һөйләп бирҙе.

Айбулат, яңы иҫенә бер нәмә төшкәндәй, кеҫәһен ҡутарып бер яҙыу сығарып Ҡотлоярға бирҙе. Был яҙыуҙы Ҡотлояр артыҡ ҡыҙыҡһынмаған төҫ менән яйлап ҡына алды ла хәрефтәрен бөртөкләп кенә:

— Прокла-ма-ция, — тип уҡыны. — Гриша биргәндер инде. Ҡыҙыҡлы микән, кемдән уҡытабыҙ инде? — тип өҫтәп ҡуйҙы. Айбулат:

— Дядя Гриша бирҙе шул. Үҙем уҡып ишеттерәм хәҙер мин һиңә, — тине.

— Ну? Әллә урыҫса уҡырға ла өйрәндеңме?

— Вася менән йәй буйы урыҫса уҡыу менән заниматься иттек, тип бая бер ҡабат һөйләгәйнем бит инде. Ҡотлояр шатланып китте.

— Бына һиңә кәрәк булһа, һөнәргә өйрәнмәнем тиһең, ай, тинтәк малай? Ҡайтҡас та шулай тиһәңсе һуң.

Айбулат, Ҡотлояр ағаһының үҙен һалҡын ҡаршы алғанын хәтерләп:

— Һе, ул ваҡытта һинең минең менән һөйләшеп торорлоҡ ваҡытың бар инеме ни, кәрттән аҡса һуғып, байып ултыра инең бит! — тип сәнсте.

Ҡотлояр уға ла үпкәләмәне. Ул ҡулын һелтәне лә:

— Ҡуйһаңсы, шул зимагур һөнәре лә булдымы бер хәбәр. Ҡотлояр урынынан тороп уҡ китте. Ул бер аҙ ишекле-түрле йөрөнө лә, тулҡынланыуын йәшермәй, Мәғфүрә алдына туҡтаны.

— Ишеттеңме, бисә, Айбулат ниндәй ғилемдәр тейәп ҡайтҡан. Иртәгә иртүк тороп сыбар тәкәне һуям. Ҡотлайбыҙ, Айбулаттың ҡайтыуын туйлайбыҙ, булдымы, бисә? — тине.

— Аһа, бигерәк яҡшы. Мин уға ҡуш ҡул ҡуям, — тине Мәғфүрә.

Ул, баянан бирле уларҙың ҙур һәм ҡыҙыҡлы хәбәрҙәрен тыңлап, үҙенең дә һөйләгеһе килеп, тамшанып ултыра ине. Әле Ҡотлояр үҙенә өндәшкәс, ул да һүҙгә ҡушылып китте:

— Ҡарағыҙ әле, һеҙҙең һөйләшкәнде тыңлап ултыра торғас, иҫемә төштө әле, анау көнө Муйылбикәлә балсыҡ өмәһендә булғайным. Шунда беҙ өмә балсығы ебәреп Урал әбейен саҡыртҡайныҡ.

Айбулат, аптыраңҡырап, Мәғфүрәнең һүҙен бүлде:

— Кем ул, Урал әбейе?

— Эй, уныһын һин белмәйһең бит әле. Ҡайтып-китеп йөрөгәс, ағайың белә. Яҙ көнө һин көтөүгә киткәс, Үмәр ҡарттарға бер ят кеше бер ҡарсыҡты тейәп алып килеп төшкәйне. Бына шул ят ҡарсыҡ Үмәр ҡарттың апаһы булып сыҡты. Ул бәләкәйҙән китеп, Урал тигән яҡта ғүмер иткән. Шуға күрә йәштәр уға “Урал әбейе” ти ҙә ҡуялар. Ана шул әбей менән беҙ Муйылдарҙа төн уртаһына тиклем һөйләшеп ултырҙыҡ.

Ҡотлояр:


— Ниңә, ул хәҙер Үмәрҙә тормаймы ни, саҡырҙыҡ, тиһең? —
тип һораны.

— Юҡ, бергә тормай. Уны үҙҙәренең элекке иҫке өйҙәренә башҡа сығарып, ағай-энеһе йыйылып бер һыйыр алып биреп ҡуйҙылар. Яңғыҙ тороп өйрәнгәнмен, кешегә лә йөк булғым килмәй, тип әйтә, ти.

— Ә, улай икән, шунан ул ни һөйләй?

— Ул үҙе торған ҡалала булған ҡот осҡос нәмәләр тураһында һөйләне. Уның улы әле бына һеҙ һөйләгән һымаҡ, үҙҙәренең хужалары — байҙар менән һуғышып, уны бик күп иптәштәре менән атып үлтергәндәр. Шул әбей, бахыр, улының әллә ниндәй яҙыуҙарын, доғалыҡ шикелле итеп, муҡсайға һалып йөрөтә. Беҙгә ҡутарып, таратып күрһәтте. Бөтә яҙыуҙары ла ташҡа баҫылған.

Айбулат бик ныҡ ҡыҙыҡһынып тыңланы:

— Еңгә, мин һораһам, күрһәтер микән ул яҙыуҙарҙы? — тине ул. Ҡотлояр тағы ла үҙенең кирелеген итте.

— Йә, ул алйыған әбей ни һөйләгән тиһең, берәй әкиәт һөйләгәндер әле, — тип ҡуйҙы. Мәғфүрә ныҡ асыуланды:

— Һин үҙең алйыған ҡарт. Кеше үҙенең яңғыҙ балаһын әкиәт итеп һөйләй тиме ни? Берәүҙәр жандарҙар менән һуғышып баш| һалғандар, ә һиңә әкиәт. Ҡартайғансы уйламай һөйләүеңде ташлай алманың!

Айбулат Ҡотлоярға ризаһыҙ төҫ менән ҡараны.

Ҡотлояр өндәшмәне.

Мәғфүрә дауам итте:

— Ул әбей әйтә, был яҙыуҙарҙы үҙемдең улым кеүек бер егеткә бирәсәкмен, ти. Шуны үҙемдең тыуып-үҫкән илемә улымдан ҡалған бер мираҫ булһын тип алып ҡайттым, ти. Айбулат, һиңә уҡырға бик ихлас бирә инде ул.

Айбулаттың күҙҙәре янды, урынынан һикереп торҙо.

— Эй, еңгә, мин ул инәй менән күрешһәм, ә?

— Бәй, күрешәм тиһәң ни, иртәгә тәкә һуйғас та ҡунаҡҡа алып киләм мин уны. Һине күрһәтәм. — Мәғфүрә был вәғәҙәһенәүҙе лә көлөп ҡуйҙы. — Тик абай бул, ул бит Гөлйөҙөмдөң атаһынан да оло инәһе. Күренеш бирмәй күрешергә тура килә инде! — тине. Айбулат аҙыраҡ ҡыҙарҙы:

— Эй, ул иләнмәгән-һуғылмаған эш бит, — тине.

Уның был һүҙен Ҡотлояр элеп алды:

— Уны иләп һуғыуы оҙаҡ эш түгел, ҡыҙҙы урлайбыҙ ҙа алып киләбеҙ, — тине ул.

Һүҙ был мәсьәләгә күскәс, Мәғфүрә тағы ла һүҙҙе оҙайтты.

Улар, шәм һүнгәс тә бик оҙаҡ һөйләшкәндән һуң, өсәүләп бер ҡарарға килделәр: ҡулдағы аҙ-маҙ аҡса туҙмаҫ борон, Гөлйөҙөмдө һоратып, тиҙерәк яусы ебәрергә булдылар.



Таныш булмаған дуҫтың бүләктәре

“Не в шумной беседе

Друзья познаются...”

Ҡунаҡтар таралғас, Мәғфүрә, Айбулатты күрештереү ниәте менән, Шәһиҙә әбейҙе ҡунырға алып ҡалды. Ул уны ҡунаҡҡа алырға барғанда уҡ, үҙенең бик аҡыллы, бик уңған ҡәйнешенең ситтән йөрөп ҡайтыуы хөрмәтенә һуйылған тәкә итен ашарға саҡыра килгәнен һөйләгәйне инде.

Шәһиҙә әбей, үҙен бик ҙурлап ҡунырға ла алып ҡалғас, тағы ла нығыраҡ иреп китте:

— Рәхмәт инде, ҡыҙым, мин, бахырҙы, былай итеп хөрмәт-ләүегеҙгә бик күп рәхмәт. Ҡәйнешеңдең бәхете асылһын. Күрмәгә бик һәйбәт, бик һөйкөмлө бала, — тип маҡтаны.

— Маҡтаныуым түгел, инәй, ҡәйнешем елғыуар егет түгел. Уны һиңә күрһәтергә тырышыуымдың тағы бер сәбәбе шул: ул егеттә һинең улыңдың — Асҡарҙың ғәҙәттәре бар. Ул да шулай, һинең улың мәрхүм кеүек, әллә ниндәй ташҡа баҫылған урыҫса яҙыуҙарҙы шытырлатып уҡып бирә, мәғәнәләрен дә әйтә. Мин уға Шәһиҙә инәйҙә төрлө яҙыуҙар барлығын әйткәйнем, ул: “Еңгә, берүк, шуны инәйемдән һорап ҡара әле, миңә уҡып торорға бирмәҫ микән?” — тип быуыныма төштө. Үҙе һорарға ҡыйып бөтмәй, — тип Мәғфүрә Шәһиҙә әбейгә Айбулаттың үтенесен тапшырҙы.

— Аһа, уҡыһын улым, уҡыһын. Ул ундай өлкән эштәр тураһында уй йөрөтә белә торған егет булғас, мин ни эшләп унан йәлләйем, ти. Ҡайтҡаныма байтаҡ заман үтеп бара, бер ҙә күҙгә эленгәндәй егет осрата алғаным юҡ ине әле.

Шәһиҙә, ҡултығынан дәүләтен сығарып, ҡутара-ҡутара һөйләнде:

— Ҡайҙа китте һуң әле ул балам?

— Бына ҡунаҡтарҙы ғына оҙата сыҡты. Хәҙер ҡайтып инер, — тип яуап бирҙе Мәғфүрә.

Шәһиҙә әбейгә Айбулат бик оҡшаны. Улар, күптәнге таныш кешеләр кеүек, әсә менән бала кеүек тиҙ үк үҙләшеп киттеләр.

Әбей Айбулаттың был тирәләге үҙе белгән ҡорҙаштарынан айырылып торған, үҙенә айырым бер холоҡло кеше икәнен һынап алды. Ул, уның менән бер талай һөйләшеп ултырғас та: “Был бала булдыҡлы бала булырға оҡшай, үҙенең тиңдәштәре араһында айырылып уҡ тора. Мәғфүрә лә был турала бер ҙә арттырып һөйләмәгән”, — тип уйланы һәм үҙе һаҡлап йөрөткән бөтә яҙыуҙарҙы Айбулатҡа бирҙе.

— Мә, улым, һиңә минең улым Асҡарҙан бер ҡомартҡы булһын, — тине, Айбулаттың арҡаһынан тапап һөйөп ҡуйҙы.

Айбулат был әбейҙә иң тәүҙә үк үҙенең әсәһенең ҡылығын күрҙе. Ул үҙенән-үҙе: “Был инәй ҙә минең әсәйем һымаҡ бер бөртөк хәреф тә танымай, бер ниндәй ҙә уҡыу күрмәгән. Шунда ла үҙе, минең әсәйем, бахыр, шикелле, балалары өсөн уҡыу-яҙыу, ғилем, һөнәр тураһында, уларҙың бәхетле булыуҙары тураһында айырыуса бөйөк теләктәр менән йәшәгән”, — тип уйланы.

Айбулаттың әсәһе үлгәнсе, үҙенең ғәзиз балаларын бушҡа эшләтеп интектереп, эт типкеһендә йөрөткән Ныязғолдарҙы ҡарғап ятһа, Шәһиҙә үҙенең бөтә ғүмерен заяға үткәреп кенә түгел, уның күҙ нурындай күргән улы Асҡарҙы фажиғәле үлемгә дусар иткән завод хужалары, уларҙың һаҡсылары булған Долгов, Богдановичтарҙы аҙаҡҡы һулышына тиклем ҡарғаясаҡ, уларҙың ҡәбәхәт эштәрен илгә, йәштәргә фаш итеүҙән туҡтамаясаҡ икәнен ул асыҡ төшөнә.

Ырғыҙ буйында ла, Айҙаҡайҙа ла аҡыллы ҡарттар, аҡыллы әбейҙәр бик күп. Уларҙан Айбулат күп тәжрибә күргәне, күп аҡылға өйрәнгәне бар. Ә улар янында был Урал әбейе Айбулатҡа быға тиклем таныш булмаған, ирҙәрсә ҡыйыу, ҡурҡыу һәм икеләнеүҙе белмәй торған тура аҡылы менән айырылып тора. Ул үҙенең ғүмер иткән, ҡайғы-шатлыҡтарын үткәргән һәм бөтә ғаиләһен шунда күмеп ҡалдырған Златоусты, прокат заводын, Уралын, хатта уның улы Асҡарҙың остаҙы Якутов йәшәгән Өфө ҡалаһын иҫенә төшөргәндә лә, уның күңелендә уларға мөхәббәт, уларҙы үҙ ғаиләһен һағынғандай, өҙөлөп һағыныу ҡуҙғала. Шәһиҙә әбейҙең бындай киң һәм изге күңелле булыуына Айбулат һоҡланып аптырай ине.

Бик оҙаҡ һөйләшеп ултырғандан һуң, Шәһиҙә әбей йоҡларға ятты. Мәғфүрә лә Диләһен ҡосаҡлап йоҡлап китте. Ҡотлояр ҡунаҡҡа киткәндән ҡайтмаған.

Хәҙер Айбулат, бер үҙе ултырып ҡалып, үҙенә бер ваҡытта ла танышырға тура килмәгән Урал тауҙары аша ҡомартҡы булып килеп төшкән ҡиммәтле хазиналарҙы таратып һалып уҡып ултыра ине.

Иң тәүҙә ул үҙе көткән “Искра” гәзитенең бер нисә номерын таратты ла Вася һөйләгәндән бирле күңеленә тәсбих булып ныҡ һеңгән һүҙҙәрҙе тиҙерәк эҙләп тапты.

“Из искры возгорится пламя”, тип уҡыны ул.

Был гәзиттәр “Искра”ның тәүге номерҙары ине.

Айбулат бик ҡәҙерле нәмәһен юғалтып та, әле генә тапҡан һымаҡ ҡыуанды. Тик үҙенең янында хәҙер серләшеп һөйләшергә Васяның булмауы ғына, ҙур кәмселек булып, эсте бошора ине.

Сөнки Айбулат урыҫса бик яҡшы һөйләшә. Уҡырға ла хәҙер зарланырлыҡ түгел, арыу уҡ тиҙ уҡый белә, уҡыған һүҙҙәренең бөтәһенә төшөнә. Ләкин шулай ҙа һүҙҙәрҙең бөтә мәғәнә тәрәнлеген аңлап етә алмай, ҡайһы саҡта аҙашып, тарҡалып китә ине. Ә был турала асыҡлап аңлатыуҙы һорарлыҡ бер кем дә юҡ. Шуға күрә Айбулат күп мәсьәләләрҙе үҙ-үҙенән уйлап, бик ныҡ сейәләнгән ҡыл арҡанды сисергә тырышҡан һымаҡ тырышты.

Ләкин уның үҙенә үҙенең күңеле бөтмәне, ризаһыҙлыҡ һиҙҙе. Был ҡыш буйына уҡып кинәнерлек булған үҙенең байлығын — тәүҙә гәзиттәрҙе, унан брошюраларҙы, улар өҫтөнә “Что делать?” китабын тәҫләп бөкләп һалды ла уларҙың бөтәһен дә яҡшылап төшөнгөһө, бөтөнләй ятҡа бикләп алғыһы килеп уйланды.

Уның был уйҙарын Ҡотлояр ҡайтып килеп бүлде.

— Һин әле булһа йоҡламаныңмы ни?

— Йоҡо килмәй, уҡып ултырҙым.

— Теге яҙыуҙарҙы ҡулыңа төшөрҙөңмө ни?

— Эйе, Урал инәйем бирҙе уларҙы.

— Ни яҙылғанын төшөнөп буламы һуң?

— Төшөнөп була ла, ауырыраҡ. Ә ҡайһы берҙәрен төшөнөп тә булмай.

— Тешең үтеңкерәмәйме ни? — Ҡотлояр сисенә-сисенә һорашты. — Төшөнмәһәң дә ғәжәп түгел. Һинең менән миңә уҡыу эләктеме ни? Былай һупалағас та бик ҙур эш. Аҡрынлап асылып китерһең әле, бойоҡма. Был бит һиңә әкиәт түгел.

— Бына шуға күрә лә бойоғорға тура килә шул, ағай, — тине лә Айбулат тағы уйға ҡалды.

Ҡотлояр ҡапыл уйлап тапҡан шикелле итеп:

— Юҡҡа борсолма әле һин. Мин иртәгә Кузьминға китәм дә баһа. Һин төшөнмәгән урындарыңды миңә әйтеп, яҙып ебәр. Мин, Григорийҙан һорашып ҡайтырмын, — тине.

Был тәҡдим Айбулатҡа бик оҡшаны. — Ысын, ағай, һин шулай итеп ҡара әле, — тине ул.




Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   26


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет