ЫрғЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



жүктеу 5.76 Mb.
бет6/26
Дата21.04.2019
өлшемі5.76 Mb.
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   26

Яусы

Землянка баҙарына барһаң, барыуы-ҡайтыуы менән һикһән саҡрымдан артыҡ юл йөрөргә кәрәк. Атың бер төрлө булып, йәки йөгөң ауырыраҡ булһа, ара ҡунып йөрөп, дүрт-биш көн үтеп китә. Шәп атлылар, йөк тейәмәй аҡса менән генә барыусылар кисә үк ҡайтып бөттөләр. Шуға күрә лә Землянкаға нисә саҡрым тигән саҡта, кешеләр: “Яҡшы атҡа ҡырҡ саҡрым, насар ат менән алтмыш-етмешкә етә”, — тип яуап бирәләр.

Үмәр ҡарт бишенсе көндә төш ауа ғына ҡайтып төштө.

Ул ҡайтып, ат туғарырға өлгөрмәне, тирә-яҡ күршеләр тулып киттеләр. Баҙар хаҡын һорашалар. Ундағы бойҙай, арыш, он, бесән, ситса, сәй, шәкәрҙән башлап энәһенән ебенә тиклем тикшерәләр. Улар кисә ҡайтыусыларҙан да әллә нисә тапҡыр һорашып белешһәләр ҙә, уларҙың бер кисәһендә берәр самауырлыҡ йыйналып баҙарлыҡ сәйе эсһәләр ҙә, әле Үмәр ҡарт менән көнө буйы һөйләшеп ултырып, уның сәйен эсеүгә лә кире тормайҙар.

Ике ҡулын артҡа ҡуйып, тәүҙә Әпләс ҡарт килеп етте, уның артынса башҡалар ҙа, аҡрынлап ҡына һөйләшә-һөйләшә килеп, ишек алдына йыйылдылар. Һүҙгә әүрәгән кеше булып, өйгә инделәр. Уларҙың ҡартыраҡтары ингәс тә түргә менеп ултырҙылар. Урта йәштәгеләрҙең ҡайһы берәүҙәре самауыр ҡайнар алдынаныраҡ:

— Ярай, һау йөрөп ҡайтҡас, бик яҡшы, бик яҡшы. Әйҙә, ҡайтайыҡ инде, — тип урындарынан торһалар ҙа, Үмәр ҡарт уларҙы ҡоро ауыҙ сығарманы.

— Юҡ әле, Әхмәтйән, ҡайҙа ҡабаланаһың, бына баҙарлыҡ сәйе эсеп сыҡ, — тине.

Ҡунаҡ та артыҡ ҡыҫтатманы.

— Йә һуң, улай булһа, эсһәк эсәйек, — тип, ҡаталарын сисеп, түргә уҙып, тағы ла һүҙгә керештеләр:

— Йә, иген ни хаҡ тора был баҙарҙа? Аҙыраҡ күтәрелгән тигәндәй булалар?

Үмәр ҡарт, мейес эргәһендәге һандыҡ өҫтөнә ултырып, кәзәкейен сисеп, камзулынан ялпылдап сығып торған аҡ күлдәгенең киң еңдәре эсенән бармаҡтарын аралаштырып, һорауҙарға яуап бирә:

— Юҡ, ҡайҙан күтәрелһен. Үткән баҙарҙа бойҙайҙың бото бер һум һикһән тингә етте тигәйнеләр. Был юлы минең ниндәй эре бойҙай бер һум биш тиндән генә китте. Дөрөҫ, ана Ныязғолдоҡолар ҡиммәт үткәрҙе, ботон бер һум утыҙҙан биргән, тиҙәр. Ун биш йөк тейәгәйне. Уның ни, знакум күп, прикащигы Алламорат ер аҫтынан йылан көйшәгәнен белә. Әллә ҡайҙа барып һөйләшеп, әллә ниндәй контораға тулайым һатҡан, ти.

— Уларҙың эше елле. Байҙыҡы бара инде ул. Әйтәм ерле, кисә Имаметдин, аҙыраҡ ҡағып алып, үҙе менән кырандасҡа Мәкәр купец улын ҡатар ултыртып, саптарҙы ҡыя сүкетеп, Сәргәйгә инеп бара ине. Ылауға урыҫтарҙы яллап, тағы бер утыҙ йөк Быҙаулыҡҡа тейәтә, ти.

— Тейәтә, тейәтә. Ике мең ярым бот игенде ҡайҙа ҡуйып бөтһөн.

— Шулай инде. “Байҙыҡы фарман менән, юҡтыҡы дарман менән” тигәндәй, тәгәрмәсе алға ғына тәгәрәй инде.

— Ситса хаҡы ни булды?

Был юлы Үмәр, урынынан тороп, мейес янындағы таяу эргәһендә ятҡан тоҡто ҡутарҙы. Ирҙәр бөтәһе лә тоҡ янына шыуышып эркелделәр:

— Бына быныһы сәтин һымаҡ бер нәмә, бөрләнтин тиҙәрме, аршыны егерме биш тин ярым. Ҡыҙға күлдәк булыр тип алдым. Бынауһы бер ҡара нәмә, ламбек тиһәң, ебе эрерәк, ни тип атайҙарҙыр инде. Аршыны ҡырҡ өс тин. Үҙемә кәзәкейгә булыр тип алты аршын алдым. Бынауһы бына шаршаулыҡ, аршыны ун биш тин, ун аршын. Бынауһы ситлек өс аршын. — Ул шулай һөйләп аңғартып, алған нәмәләренең уңын-тискәреһен әйләндерҙе. Өҫтәренән ҙур бер ҡәҙер менән һыйпап, тауарҙарҙы өҫтө-өҫтөнә һалып, һәр береһе тураһында айырым туҡталды.

Уны ҡараусылар ҙа ҙур бер ҡыҙыҡһыныу менән:

— Ай-һай, бик яҡшы икән. Бик аҫыл икән. Ҡайһы лавканан алдың, Әләксәйҙән алдыңмы әллә Трофимға индеңме? — тип һораштылар.

— Әләксәйҙән, Әләксәйҙән. Трофимдан алайым тип ингәйнем, үҙе лә бик ҙурлап ҡаршы алғайны ла, нәмәһенә яҡын барырлыҡ түгел. Бынау ҡырҡ өс тинлек ҡаранан ҡырҡ ете тин һорай. Бер тин төшмәй, йөҙө ҡара. Шунан ҡатынға бер баш яулығы ғына алдым да сығып киттем.

— Не ходи, Әләксәйҙең тауары гнилай, тигән була. Мин инде уйлап-уйлап торҙом да, гнилай булһа, гнилай булыр, быға биш-алты тинде әрәм ебәргәнсе тип, Әләксәйгә киттем.

— Шулай итмәй ни. Трофим борондан да һараныраҡ кеше лә ул. Анау бер йылды минең бер һум ҡырҡ тинде күрәләтә йотоп китте бит!

Улар шулай хәбәр арты хәбәр һөйләп, Үмәрҙең алып ҡайтҡан бер бау ҡаласы, бер ҡаҙаҡтай монпасийы, Муйылдың май-ҡаймағы, сөсө икмәге менән оҙаҡ итеп, самауырҙы өҫтәтеп-өҫтәтеп, бер сирек маҡтаулы аҡ ҡойроҡло сәйҙе бөтә яҙғансы эсеп таралдылар.

Муйыл ишек төбөнә йыйылып киткән бала-сағаны ла буш ҡалдырманы. Ҡалас һындырып, йә баҙар икмәгенән берәр телем икмәк, йә берәр монпаси өләште.

Ҡыҙ-ҡатындар был ирҙәр ҡайнашҡан көндө һырттан, өй тирәләренән, Гөлйөҙөмдән генә һорашып таралдылар.

— Атайың нимә алып ҡайтҡан, Гөлйөҙөм?

— Миңә күлдәк, әсәйемә күлдәк, үҙенә кәзәкей... — Гөлйөҙөм барыһын да берәмләп һанап сыға. Ҡайһылары уға риза булмай, төҫтәрен һораша, хаҡын белешә. Аршыны егерме биш тингә төшкән ҡыҙыл сатин күлдәкте күргеләре килеп күҙҙәре яна. Иртәнсәк сәйҙән һуң Муйылдың саҡырып баҙарлыҡ сәй эсереүенә ышаналар:

— Атаҡ, оҙаҡлап киттем. Ярар инде, иртән күрербеҙ әле, — тип йүгерекләп ҡайтып китәләр.

Уларҙың бөтәһен оҙатып бөткәс кенә, Муйыл саҡ бушанып, самауыр яңыртып, үҙ ғаиләһе менән сәй эсергә ултырҙы. Ул сәй янына етеле шәмде яғып һандыҡ өҫтөнә ултыртты ла нәмәләрҙе ҡутарырға тотондо:

— Ҡана әле, нәмәләрҙе күрер ҙә әмәл юҡ. Халыҡ ҡайнашты ла киттесе. — Ул был һүҙҙәрен ҙур бер эрелек менән күршеләрҙең үҙҙәренең байлығын күрергә йыйылғандарына маһайып әйтте. Үмәр ҡарт та бөтә төҫө менән ризалыҡ күрһәтте:

— Әйҙә, кешенең килгәне яҡшы ул. Күрһендәр. Нәмәнең насарын алырға тырышылманы инде. Баҙарҙа Хәйҙәр бажа ла күргәс: “Ай-һай, бажа, ҡыйратҡанһың, әллә Айҙаҡай ауылында үҙеңә бер лавка асырға уйлайһыңмы?” — тип көлә. Икәүләп трактирға инеп сәй эстек. Мин әйтәм: “Йыл да алына торған нәмәләр түгел бит, урожай йыл тура килгәндә бөтәйеп ҡалырға кәрәк”, — тим. Ул Гөлйөҙөмгә алған күлдәклеген алып ҡыҙына күрһәтә:

— Бына, ҡыҙым, яратһаң, үҙең әйтеп ебәргән ҡыҙылды алдым, — тине.

Әйбәт бит, ни эшләп яратмайым, — ти. Атаһы быға тағы ла нығыраҡ риза булды.

— Мин алғас, ҡыҙым яратыр. Мин уның ниндәйҙе яратҡанын беләм бит. Ҡыйбат булһа ни, булһын, Яңғыҙ ҡыҙымды кейендерергә генә аҡсам етер әле. Киләһе баҙарҙа йәшел бәрхәттән кәзәкей алам, бәлки, берәй сәсәкле яулыҡ та алып булыр.

— Атай, шунда күлдәгемә төрлөлөккә таҫма ла алырһың, яраймы?

— Алырмын, ҡыҙым, алырмын, биш-алты төрлөһөн, — ти атаһы.

Улар сәйҙе шулай йылы һүҙҙәр, матур өмөттәр менән эстеләр. Сәйҙең аҙағына табан:

— Әссәләмәғәләйкүм! — тип Тимерғәле ҡарт килеп инде.

— Вәғәләйкүмәссәләм. Әйҙә, ҡорҙаш, әйҙә, юғары уҙ. Бәләкәс яманлаңҡырап киләһең дә килеүен, ярай инде, маҡтаған сағың да булыр әле, әйҙә, — тине Үмәр.

— Юҡ, ҡорҙаш, яманлау ҡайҙа ул. Әле, ана, Ныязғолға бойҙай иләп йөрөп һуңға ҡалып киттем. Булмаһа, һине ҡайтты тип ишеткәс тә киләйем тигәйнем.

Гөлйөҙөм Тимерғәле ҡарттан оялып тороп китте, урталағы ҡыҙыл шаршауҙы төшөрөп, мейес артына сыҡты. Муйыл һөйләшмәһә лә, яулығын йыйнаштырып, еңдәрен түбән һыпырып, башын түбән баҫты. Шунан, сынаяҡҡа сәй яһап, ҡартына шыбырланы:

— Мә, ҡунаҡ алдына ҡуй.

Гөлйөҙөмдә ҡарттың былай һуңға ҡалып яңғыҙ килеүе ҙур ҡурҡыныстар, билдәһеҙ шатлыҡтар ҡатыш тулҡынлы уйҙар тыуҙырҙы. “Ул ебәргәндер, Яланбикә әйткәйне... Атайым ни тиер икән. Бирһәләр?.. Бирмәһәләр?.. Ул Исхаҡ ағай менән урамдан үткәндә, мин ҡарап торғанды күрҙеме икән, юҡмы икән?.. Күргәндер әле, Исхаҡ ағай көлөп ҡараны. Ул да күргәндер инде. Күрҙе шул! Ни эшләп ул көлмәне икән һуң?.. Әллә яратмаймы икән, әле Тимерғәле олатайым яусы ла булып килмәнеме икән? — Гөлйөҙөмдөң бер шатлыҡ, бер ҡайғы, бер ҡурҡыуҙар менән тулған был уйҙарҙан йөрәге дөпөлдәне. Ул арлы-бирле ҡаҙан тирәһен йыйыш-тырып маташҡан булды. Ләкин ҡулы эшкә барманы. — Исмаһам, Яланбикәһе лә килмәне бит...”

Ҡарттар сәйҙән һуң яйлап баҫып ишек алдына сыҡтылар. Үмәр атын бесәнгә ҡушырға һарай яғына ыңғайланы, һарайға ингәнсе һүҙ һаман баҙар тураһында булды. Ат һарайына инеп утлыҡсаға ҡатар ултырғас ҡына, Тимерғәле ҡарт үҙенә тапшырылған мөһим эш тураһында һүҙ башланы:

— Ҡорҙаш, мин һиңә юҡ-юҡлап, балағымды тыштан һалып, саталы таяҡ таянып килдем.

— Ярай, хәйерлегә булһын.

— Юғымдың һеҙҙә табылғаны яҡшы булыр ине. Ата-бабанан ҡалған йола — ҡыҙ бирмәк, ҡыҙ алмаҡ бар... — Тимерғәле үҙенең бөтә һүҙ оҫталығын юлға һалды. Ә Үмәр уның һүҙе бөткәнсе, төрлө уйҙарға батып, ҡорҙашының кемдән яусы булып килгәнен сисергә аҙапланды. Уның уйына быға тиклем ҙур өмөттәр биргән Моратша бай килде. Ул булһа, ҡайҙан бер ҡатыш-сатышһыҙ Тимерғәлегә барып сыҡһын... Әле уның был ауылға ҡабат килгәне лә ишетелмәй ине. Шулай ҙа ул уның һүҙен бүлмәне, түҙемһеҙлек менән көттө. Тимерғәле ҡарт, һүҙен алыҫтан уратып килтереп, төп маҡсатҡа килеп текәлде:

— Юғын юҡлап йөрөгән бала, арыу бала. Йәш егет Айбулат. Әллә ни алҡынып ятҡан байлығы булмаһа ла, көн күрерҙәй яйы бар. Эсмәй, тартмай. Яҡшы ата балаһы. Тоҡомона һүҙ тейҙерерлек түгел. Бөрйән тоҡомо. Әгәр күңелеңә оҡшатҡандай булһаң, ҡыҙың еткән. Алла сәстәрен бәйләгән булһа, бай һүҙеңде ишетәйек.

Тимерғәле һүҙенең осо күренмәһә лә, был тәңгәлгә еткәс, Үмәр түҙмәне, уны бүлде:

— Ҡорҙаш, тел төбөңә ҡарағанда, ниәтеңдең ҡайҙа барыуын төшөнөп торам. Мин һине аталы, әсәле, йортло, ерле бер кеше балаһынан килгәнһеңме әллә тип тыңлап ултырһам, һин төптө бер юҡ урындан килеп һүҙ асҡанһың икән. Ҡорҙаш, күңелеңә ауыр алма, минең көтөүсегә бирергә тип үҫтергән ҡыҙым юҡ, — тине. Тимерғәле ҡарт бирешергә уйлап та ҡараманы:

— Улай көфөр һөйләүең ярап бөтмәҫ, ҡорҙаш. Йәшең алтмышҡа табанлағанда, аҡылһыҙ йәштәр һүҙен һөйләйһең. Айбулат улай һин уйлағанса шыпа ҡоро ҡул ҡайтмаған. Ул донъясыл, бөтмөр егет. Ҡулындағы байлығы һинең туй мәһәрҙәреңде ҡапларға түгел, ике-өс йыл сүп ҡайырмай эшһеҙ ятһа ла етерлек. Буш ҡул менән һинең һымаҡ арыу кешенең балаһына ынтылырға башына тай типкән аҡылһыҙ бала түгел ул. Өйө лә бар. Быҙаулы танаһы бар.

— Бик белеп торам, ҡорҙаш. Һанға һуғып килеүеңә бик рәхмәт. Мин үҙ һүҙемде әйттем инде.

Ләкин бындай яуаптың бик мөмкин булыуын алдан уйлап килгән таһыллы яусы әле теҙемгә индерә башламаған бик күп һаҡлыҡ дәлилдәрен дә юлға һала башланы:

— Һүҙҙе улайтып уртанан һындырырға ярамай. Талды ла ҡапыл һындырып булмай. Хәйерле эште яҡшы һүҙҙән башлаған яҡшы. Көтөүсе булһа ла, яҡшы ата балаһы. Әҙәм балаһы тыумыштан маңлайына яҙғанды күрмәй булдыра аламы. “Яҙмыштан уҙмыш юҡ” тигәндәй, һәр кем үҙ муйынына төшкән бурысын үтәй. Һин бөгөн бай, иртәгә ярлы. Йәки бөгөн көтөү көтһә, иртәгә әллә ниндәй данлы ир булып китеүе бар. Бына Ныязғолдан ғына ғибрәт алайыҡ: әле ҡасан ғына үҙебеҙҙең тиң тигәндәй үҫеп, бергә бесән сабып йөрөгән егет ине, хәҙер ҡайһылай булып китте. Һонолоп һыу ҙа эсмәй.

— Ҡорҙаш, инде ни генә әйтһәң дә, Ныязғол үҙ урынында, Айбулат үҙ урынында. Күреп торабыҙ бит, Ныязғолдоң байлығы Айбулатҡа буласағы юҡ. “Мал ҡәрендәш түгел, йән ҡәрендәш” тигәндәре шулдыр инде. Ике бармаҡ кеүек бер туғандан тыуған кешеләр, береһе байығып донъя рәхәтендә йәшәй. Икенсеһе урыҫ байы тупһаһында тилмереп мал көтә. Инде ҡалай итеп мин шул кешегә берҙән-бер ҡарап торған ҡыҙымды бирәйем, ти. Күңелеңә ауыр алма, тал бөгөлгән ерҙән һынмаһа, быуынһыҙ ергә бысаҡ һалып та бер эш тә сыҡмаҫ.

Улар оҙаҡ һөйләштеләр. Уны-быны абайламаған Муйыл ҡыҙынан урын һалдырҙы ла, шәм һүндереп, йоҡларға ятты. Ләкин Гөлйөҙөм үҙенең бөтә йәшлек зирәклеге менән ҡарттарҙың был ултырыштарынан һүҙҙең үҙе тураһында барғанлығын аңланы. Ул, өйҙө унан-бынан йыйып, үҙенә ҡашаяҡ яҡҡа урын һалып, шаршауҙы төшөрҙө лә ипләп кенә өйҙән сыҡты. Ул, бейек дағалы матур ҡара итектәренең күтәрмәһе эсендәге сылтырауыҡты сылтыратмаҫ өсөн, сысҡан ауларға барған бесәй һымаҡ ҡына баҫып, ҡураға инде. Ҡыҫыҡ ишеккә ҡолағын һалып, атаһы менән Тимерғәле ҡарттың һүҙҙәрен тыңланы. Уларҙың бик һаҡ ҡына һөйләшкән һүҙҙәре ҡуйы ирҙәр тауышы менән гөмбөрләп ишетелә ине. Тура ҡырҡа һүҙҙәрҙән бигерәк, күбеһе кинәйәләрҙән торған был көрәште Гөлйөҙөм тулыһынса аңлай алманы. Тик аҙаҡҡы һүҙҙәрҙе ишетеп, бөтә йөрәгенә өмөт шатлығы тейәп, тын да алмай, аяҡ осона баҫып, ҡуранан сыҡты. Ул ишеткән аҙаҡҡы һүҙҙәр атаһының төшөнкө тауыш менән, тик Тимерғәле ҡарттың кеше еңмәҫ оҫта теленән ҡотолор өсөн тигәндәй әйтелгән һүҙҙәр ине.

— Инде, ҡорҙаш, оло башыңды кесе итеп килеүеңә рәхмәт. Ашыҡҡан ашҡа бешкән, ти. Уйлашайыҡ әле. Ҡыҙҙың әсәһе лә, ағай-энеләре лә бар. Муллаға ла әйтеп үтеү тейеш. Ҡыҙҙың йәше никахҡа яраймы, юҡмы. Ат ҡыуа торған алыҫ ер түгел. Аҙаҡҡы һүҙемде иртән әйтермен, — тине.

Тимерғәлегә шул ғына көрәк ине. Ул быға ихлас күнде:

— Эйе, эйе, дөрөҫ. Ашығыу ул шайтан эше. Улай өтөп-ҡырып һөрлөгөп йығайым тигән уй менән килмәнем. Ундай өлкән эштә кәңәшһеҙ буламы? Шулай-шулай, — тине, яйлап ҡына урынынан торҙо ла ипләп кенә һарайҙан ҡураға, ҡуранан ишек алдына сыҡты. Үмәр ҡарт уны оҙатып мөйөштән кире әйләнгәндә, Гөлйөҙөм солан ишеге артына ышыҡланды. Шунан ҡабат сығып, силәктәрен шалтыратып йыйыштырған кеше булып, келәткә ыңғайланы. Атаһы уны күреп, һаман йоҡламағанына аптыраны:

— Ни эшләп әле булһа ятмайһың, ҡыҙым? Бик һуң бит инде!

— Хәҙер ятам, атай. Бынау усаҡ келәтен йыйыштырып йөрөнөм дә.

Үмәр аҡрын ғына уйлана-уйлана өйгә инеп китте. Гөлйөҙөм ҡурҡышынан да, шатлығынан да һуҡҡан йөрәген баҫып, үҙ алдына йылмайҙы. Келәттәге һөрөмләнеп һүнеп барған сепрәк менән манып яндырған туң май шәмде, ел һүндермәһен тип, ҡулы менән ҡаплап тотоп, келәт ишеген бикләп боролғанда, келәт мөйөшөнән:

— Йөҙөкәй, — тигән һаҡ тауыш ишетте. Ул тәүҙә ҡурҡып китте. Ләкин май шәм яҡтыһына ашығып атлап Исхаҡ килеп сыҡты:

— Был мин, Йөҙөкәй. Мә, һиңә Айбулат бирҙе, — тип күҙ асып йомғансы уның ҡулына бер бәләкәй генә төйөнсөк тотторҙо ла шунда уҡ, йәнле күләгә кеүек, келәт артына китеп тә юғалды. Гөлйөҙөм бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Тик Исхаҡтың биш билле ҡара кәзәкейен, ҡыҙыл таҡыяһын, йыуан ҡуныслы итектәрен арттан ғына күреп өлгөрҙө. Келәт артында шым һөйләшеп ашығыс атлап китеүҙәренән ул Исхаҡтың яңғыҙ түгел икәнен төшөндө. Уның йөрәге тағы ла нығыраҡ һуҡты. Ни өсөндөр, ул был юлы, башҡа ваҡыттарҙағы кеүек, әллә ниндәй кешеләрҙән ҡурҡыу урынына, келәт артындағы аяҡ тауышының үҙенең яҡын кешеһе, бөтә йәй буйы һағынып көткән, көндөҙ урамдан үткән, бер генә минутҡа күҙҙәрен осратҡан үҙенең Айбулатының аяҡ тауыштары икәнен аңланы. Ул был шатлыҡтан ни эшләргә белмәне. Эсенә һыймаған тынын тәрән итеп көрһөнөп сығарҙы ла ҡулындағы май шәмгә өрҙө. Ул, елпелдәп, йығылырға теләмәгән һымаҡ, бөгөлөп-бөгөлөп һүнде. Ул бер ҡулына май шәмле шәшке аҫтын, икенсе ҡулына ҡулды яндырып барған кеүек эҫе күренгән төйөнсөктө тотоп өйгә инде лә, тиҙерәк сисенеп, урынына тәгәрәне. Әсәләре һиҙмәһен тип, ипләп кенә бүләк төйөндө систе. Эсенән сыҡҡан еҫле һабынды еҫкәне, көмөш балдаҡты урта бармағына кейеп ҡараны, ҡулъяулығын һыйпаны, бөтәһен бергә урап, яҫтығы аҫтына төпкә йәшерҙе. Иртәнсәк урын йыйғанда ғына онотмаһам ярар ине, тип уйланы. Шунан ҡыуанып юрғанға уранды. Ләкин күҙгә йоҡо килмәне.

Быға тиклем һис таныш булмаған әллә ниндәй көслө тойғолар Гөлйөҙөмдөң бөтә барлығын ҡаплап алдылар. Ул күҙҙәрен йомоп ятып ҡараһа ла, Айбулаттың ҡуйы ҡара сәстәре, тәрән уйсан күҙҙәре, ҡупшы төҙ кәүҙәһе күҙ алдынан китмәне. Яңы атҡан ал сәскәгә өрөп иркәләгән яҙғы таң еле һымаҡ, беренсе һөйөүҙең күренмәҫ йылы тулҡындары уның йәш йөрәген иркәләп бәүелттеләр...

Гөлйөҙөм, таң яҡтыһының аҡһыл шәүләләре өй эсенә һуҙылғас ҡына, йоҡоға китте.

Һуғым һуйғас

Ныязғолдоң ҡара ҡаршы торған өлкән-өлкән ике ағас өйө арт яҡтан оҙон ситән кәртәләр, таш келәттәр, кирбес-ҡура, ат һарайҙары менән уратып алынған. Был дала кеүек йәйелеп киткән кәртәнең өй тирәһендәге әйләнәһе генә ҡара таҡыр булып тапалған, ә кәртә янындағы аласыҡҡа табан бара торған тар берләм юл ҡырау һуҡҡан ҡаҙ үләндәре араһында уҡа һымаҡ ағарып ята.

Ныязғолдоң бөтә өй эсе көтөү-көтөү мал менән йәйләүҙә ятып, бер-ике йома элек кенә ҡышлауға күсеп ҡайтҡанға күрә, ҡура-тирәләрҙе әйләндереп баҫып үҫкән эре алабуталар тапалмайынса, көҙгө ҡарлы һыуыҡҡа ҡатып ултыралар. Һарайҙар артындағы йәй буйы ҡошҡорт тауыштары сыуылдап торған тирәктәр, сылтырап аҡҡан шишмә тауышы хәҙер инде тынып ҡалғандар. Тик шишмәне аша сығып Ырғыҙға китә торған һыу юлының ике яғындағы түмҫәйеп ятҡан бейек күндек өҫтөндәге ала сәүкәләр генә, ҡарҡылдашып, Ныязғолдоң кисә һуйҙырған ҡаҙыяһы ая сыҡҡан һимеҙ тыу бейәһенең боғаҙ ҡаны сәсрәгән ерҙә, мәке янында — эсәк-ҡарын йыуған урындарҙа, бер ерҙән икенсе ергә һикерәнләп, осоп-ҡунып йөрөйҙәр.

Бөгөн бына шул бейәнең ите Ныязғолдоң ике өйөнөң һәм аласығының ҡаҙандарында борҡоп ҡайнай, ҡуйы күк төтөндәре мөрйәләрҙән ҡабарып-ҡабарып сыға. Ҡаҙы, ял, һимеҙ ит еҫтәре, ел түбәне ыңғайына боролдап, танауҙы ҡытыҡлап, ауыл урамының түбәнге һарҡыуына һирпелә.

Мәғфүрә ошо тымыҡ көндөң һалҡын һауаһына һирпелеп урамға йәйелгән күкһел аҡ болоттарға ҡаршы — Ныязголдарға табан атланы. Ул, өлкән бисәгә һөйләй торған һүҙҙәрен барғас нисек итеп һәйбәтләп теҙеп әйтергә әҙерләгән һымаҡ, ҡайһы саҡта шәберәк, ҡайһы саҡта әкренерәк атлай. Ул, көпөһө ҡуйындарын ҡымтый-ҡымтый, сәстәрен яулыҡ аҫтына йыйыштырғылап, ирҙәр юҡмы икән тип һаҡ ҡына баҫып, ҡапҡа эсенә инде. Ишек алдында ситтән килгән ҡунаҡтарҙың ҡайһы туғарылған, ҡайһы туғарылмаған аттары, кырандастары тора. Аттар янында күсерҙәр шаулашып йөрөйҙәр. Мәғфүрә, уларҙан артыҡ тартынмай үтеп, аш аласығына инеп китте. Унда өс ҡатын-ҡыҙ ҡабалана-ҡарһалана усаҡ, ҡаҙан тирәһендә ҡайнашалар ине.

Мәғәфүрәнең бөтәһе менән бер юлы һаулашыуына, урындыҡ ситенә ултырып бер табаҡ итте турашырға әҙерләнгән Рәхимә:

— Бик шәп әле, Мәғфүрә килен. Үҙең һау ғына йөрөйһөңмө? Бик уңай тура килдең әле. Бына бөгөн тирә яҡ күршегә һуғым ашатайыҡ, йәйләүҙән иҫән-һау ҡайтыуға ҡарттарҙан бер доға алайыҡ, тип ҡайнашып ятҡан көн әле. Һине кисә үк ебәртеп алдырайым тигәйнем дә, бала-саға тапманым. Ҡарын алғанда килендәр етешә алмай ҡырын-ҡыйҡыу булдылар. Әйҙә әле, анау мейес һикәлтәһендәге салғы бысаҡты алып яныма ултыр. Бынау итте икәүләп турай һалып алайыҡ. Килендәр һалманы ҡырҡып алһындар. Ату ҡатып бара. Миңлекәй анау бала-сағаны уҡытырға урынлаштырайым тип киткәндән ҡайтҡаны юҡ. Ҡалаға, үҙ ағай-энеһенә барғас ни, яйлап ҡунаҡ булып тик ята инде.

Мәғфүрә байбисәнең был һүҙҙәренә, үҙенә эш ҡушыуына кинәнеп, уның һәр ваҡытта үҙен маҡтап, аш-һыуға оҫтаһың тип һөйләүенә эстән бик риза булып, уның йомоштарын тыңлай ине. Әле лә ул, юлымдың уңдарына булһын, тип юрай һалып, йылмайған, асыҡ йөҙ менән:

— Кисә ни, ҡәйнешем ҡайтҡас, бушай алманым. Киләйем тип әллә нисәмә уҡталдым, еңгә. Кеше ебәртмәһәң дә, һуғым һуйғас, өй мәшәҡәте күп булырын белеп торҙом инде, — тине. Үҙе йәһәт кенә көпөһөн сисеп ташлап, күлдәк еңенең тирәһендәге йыртығын йәшерә-йәшерә һыҙғанып, бысаҡ алып ит турашырға тотондо.

Байҙың килене Фариза, ҡаҙан аҫтындағы тиҙәк ҡуҙҙарын ҡуҙғатып, ҡырҡҡан һалмаларын һалып, һурпа ла ҡайната башланы.

Уртансы бисә Ғәзимә, ғәҙәттәге һытыҡ сырайы менән Мәғфүрәгә һүҙ ҡушмай, ҡабағын тексәйтеп бер генә күҙ һалды ла үҙ алдына ҡуйылған бер оло табаҡ итте турауында булды.

Мәғфүрә үҙенең йомошо тураһында һүҙ башларға бик уңай булғанын, тик Ғәзимәнең генә бында булыуы оронсоҡлағанын уйланы.

Улар итте турап бөтөп, ике өлкән ҡоштабаҡҡа өйөп, урындыҡ ситенә шылдырҙылар. Рәхимә ҡулындағы бысаҡты Мәғфүрәгә бирҙе:

— Ҡана, килен, һин оҫта яный торғанһың, ҡаҙан ҡылысына ғына ошоно бер-ике тартып бир әле. Тел дә ҡыймай башланы бысағым. Асатайҙың үткерләүе лә шул инде, — тине.

Мәғфүрә бысаҡты ҡаҙан ситенә шыйылдатып бер нисә тартып яныны ла Рәхимәгә кире һуҙҙы:

— Үтә шикелле, — тине ул.

Рәхимә, өлкән биҙәкле батмуста уралып-уралып, йыуан булып күпереп ятҡан оҙон ҡаҙыларҙы, һарғылт булып майы һарҡып торған ял киҫәктәрен ипләп кенә телемләп ҡырҡҡылай-ҡырҡҡылай:

— Бына, исмаһам, үтеп ҡалды, — тип кинәнде. Ғәзимә:

— Мәғфүрә килен яһил бит ул. Яһил янып үткәрә, тип шуны әйткәндәр ул, — тине.

Ғәзимәнең төртмә теленә күнеп бөткән Мәғфүрә был һүҙҙәргә иғтибар итмәне. Байбисә лә был һүҙгә ҡыҫылманы. Мәғфүрәнән:

— Йә, Ҡотлояр һау ҡайтҡанмы, өҫтө-башығыҙға ала алғанмы? — тип һораны.

Мәғфүрә иренең иҫән-һау ҡайтҡанын, әллә ни арттыра алмағанын, берәр ҡат күлдәктән башҡа нәмә алып ҡайтмағанын зарланмаған төҫ менән генә һөйләп алды. Ул иренән бер ваҡытта ла зарланманы. Уның көнө-төнө урыҫ баярының йылҡы көтөүе артынан арып-талып йөрөүен йәлләп һөйләй. Үҙҙәренең етешһеҙ, аслы-туҡлы үткәргән ярлы тормоштары тураһында һөйләргә лә ғәрләнә ине.

Уртансы бисә бында тағы ла сәнсеп ҡыҫылды:

— Ҡотлоярҙың ни уның, эт ялҡауы, тырышҡан тиһегеҙме? Эсеп-туҙҙырып йөрөгәндер шунда, — тип бик урынлы һүҙ әйткән һымаҡ көлөп ҡуйҙы. Мәғфүрә ирен яҡлап Ғәзимәгә әллә ниндәй һүҙҙәр әйтеп ташлағыһы килһә лә, эсенән генә тынды.

— Әллә инде, ирҙәрҙекен белмәҫһең, — тине ул. Рәхимә, ҡаҙы-ялдарҙы турап бөтөп, бер төпсөк ҡаҙыға бер ҡырҡым ит ҡушып Мәғфүрәгә бирҙе:

— Мәле, килен, һоғон әле. Үҙең былтыр һауған тура бейәнең итенән ауыҙ ит. Быйыл тыу йөрөп яҡшы һимергән икән хайуан, — тине.

Мәғфүрә:

— Ҡуйсы, өлкән еңгә, ҡунаҡтар ашамаҫ борон ни, — тип саҡ ҡына артҡа тартынды. Рәхимә уны ҡыҫтаны:

— Йә, ҡунаҡтар килер ҙә китер, ҡап, ҡап.

Мәғфүрә шунан һуң ғына уның ҡулынан һоғондо. Ул арала һалма бешеп өлгөрҙө, Фариза уны бер силәктәге боҙло һыуыҡ һыуға сулпы менән һоҫоп төшөрҙө лә, араһында ойошҡандары булмаһын тип, уларҙы аралай-аралай, ҡәйнәләре эргәһенә урындыҡ өҫтөнә килтереп ҡуйҙы. Рәхимә ҡушыуы буйынса, Мәғфүрә һалма менән итте табаҡтарға яһап, һурпа эҫеләп, уның алдына ҡуйҙы. Рәхимә был ит өҫтөнә үҙе тураған ҡаҙы-ялдарын бик тигеҙләп теҙеп, уның өҫтөнә сыҡҡансы һуған тураған майлы тоҙлоҡ ҡойоп әҙерләп бөткәс, ирҙәр йыйылған өлкән өйгә аш өлгөрөүе тураһында хәбәр иттерҙе. Мәғфүрә ошо аранан файҙаланып, Айбулаттың да кисә көтөүҙән ҡайтҡанын, аҙ-маҙ аҡсаһы булғанын, берәй кәләш алып башлы-күҙле булырға уйлауын һөйләп алды.

Ләкин Рәхимәгә был хәбәр оҡшаманы. Айбулаттың ситтән ҡайтып та, бер туған тигәндәй ағаһына, еңгәләренә килеп сыҡмауына кәйефе ҡырылды:

— Бына бит ул ҡайһылай ят бауырлы. Бер ҙә беҙҙең кешенең ҡылығына тартмаған. Торғаны менән Сәлимә еңгәм, бахыр, ҡырыҫ. Ошонда килергә, һаулыҡ һорашырға, яманмы, яҡшымы, ағаһы бит, хәлен белергә кәрәк ине. һис тә олоно оло итә белмәй бит, сусҡа, — тип орошоп алып китте.

Мәғфүрә уны төҙәтергә тырышты:

— Киләм тигәйне ул, өлкән еңгә. Мин, кешенең мәшәҡәтле сағы тип, уға бөгөн килмәҫкә ҡуштым. Әле бына шуға күрә, мин һеҙгә барам тигәс, ул һиңә бер юлы кәңәш итеп ҡара әле тигәйне.

Рәхимә ҡырт киҫте:

— Кеше аша сәләм әйтеп ятырға, беҙ уның яты түгел. Килһен, күрешһен, һөйләшһен. Асыҡ сырайын, яҡты йөҙөн бирһен. Бүре һымаҡ аҫтан ҡарап, ситләп йөрөргә, беҙ уның атаһын үлтергәнме? — тине.

— Ҡунаҡтарҙың ҡулдарын йыуҙырҙыҡ, — тип Асатай менән Эптерәхман килеп аштарҙы алып киттеләр.

Фариза, бер ҙур баш ыҫлаған ҡоротто иҙеп, бер ҡаҙан һурпаны ҡатыҡлап, борос һибеп, ҡыҙыл саған туҫтаҡ менән ҡәйнәһенә тәмләп ҡарарға һуҙҙы. Рәхимә, һүҙен бүлә-бүлә, һурпаны эсеп ҡарап:

— Бәләкәс тоҙо еңелерәк, һалыңҡыра, — тине.

Мәғфүрә Рәхимәнең ярһыуы баҫылғансы өндәшмәне. Ҡунаҡтарға әҙерләнгән өлкән-өлкән өс самауырҙың тояҡтарын, ҡолаҡ төптәрен, боҙлоҡ тирәләрен һөрттө. Көбәгенә бер нисә тапҡыр өрөп ҡуйҙы.

Рәхимә сәс үрмесенә таҡҡан биш-алты тимер, еҙ асҡыстарҙы шалтыратып әйләндереп алдына һалды ла, мөйөштә ултырған ҡара һандыҡты асып, өс сәй сәйнүгенә услап сәй һалып, Мәғфүрәгә бирҙе:

— Һыу ал да усаҡтың һүрән ҡуҙғынаһын тартып ултырт, ҡайнатмай ғына ҡабартып ал. Сәй ҡайнаһа, тәме бөтә уның.

Үҙенең килененә лә бойороҡ бирҙе:

— Сапсан бул, килен. Ҡайның үҙе ҡуҙғалып сыға күрмәһен, оят булыр. Ни бызмырлайһығыҙ, тиер. Ҡана, тиҙ генә келәттән йүкә бал тәпәнен индерә һалып, кәрәҙле бал тумыр ҙа, ана, өлкән таштабаҡтарға һалып бир. Ҡунаҡтар һурпа эсеп бөтәләрҙер инде. Аса-тайға еҙ ҡомғанға йылы һыу ҡойоп, еҙ тас менән ҡыҙыл башлы таҫтамалды бир. Ҡунаҡтарҙың ҡулдарын йыуҙырып алһын. Ыңғайында һигеҙ таштабаҡҡа һары май тултырып индерергә онотма.

Мәғфүрә менән килен Рәхимәнең бөтә ҡушҡандарын йәһәт эшләп торҙолар. Уртансы бисә шәшкеләр һөртөп батмустарға теҙҙе. Өлкән өйҙөң ишегенән аш өйөнә әле байҙың улы, әле ялсы Асатай менән күрше Әптерәш алмашлап килеп нәмәләрҙе ташый торҙолар. Килендәр йүгергеләп әҙерләп өлгөрттөләр.

Бай улы, сәсен артҡа ебәреп, йондоҙло кәләпүш кейгән. Уның бурҫлаҡ һимеҙ йыуан бите, ҡалын ҡарағусҡыл ирендәре, йәше утыҙҙан уҙғанда үҫә башлаған ҡорһағы, ауыр кәүҙәһе эштең ниндәй тығыҙ ваҡытында ла, мине көтөрһөгөҙ әле тигән һымаҡ, ашығырға теләмәйҙәр. Ҡыҫҡа ҡара бәрхәт кәзәкейенең көмөш ҡаптырмаларын, гамбр итегенең ҡайтарма ҡуныстарын ялтыратып һәлмәк баҫып ишектән килеп инә лә, йә бисәһенә, йә әсәһенә бер-ике һүҙ әйтә. Улар өтәләнеп яуап бирәләр. Әле лә ул, Асатайҙан алда инеп, кеҫәһенән ҡулын алмай ғына:

— Йә, самауырығыҙ буламы? — тине.

Фариза боҫо борлап ултырған аҡ самауырҙы тиҙ генә соҡалаҡтан алып Асатайға һуҙҙы. Рәхимә:

— Булды, балам, булды. Бауырһаҡтарҙы ғына алып ин, Мәғфүрә килен, тиҙ генә батмус менән шәшкеләрҙе алып бар, йәһәт булығыҙ! — тине.

Улар, шулай йүгерекләшеп, һуңғы самауырҙы оҙатҡас, дүртенсе бәләкәй еҙ самауырҙы ҡуйып үҙҙәре сәй эсергә ултырғас ҡына, Рәхимә ашъяулыҡ янына иркенләп ултырып алды:

— Аллаға шөкөр. Атҡарҙыҡ. Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ, үҙебеҙ ҙә тамаҡ туйҙырып алайыҡ. Иртән, алла бирһә, бисәләрҙе лә саҡырып сығарһаҡ, өҫтән ҙур бер йөк төшкәндәй булып ҡалыр ине. Иҫән-һау йәйләүҙән ҡайтҡас, муллаларҙан, ҡарттарҙан хәйер-доға алмай булмай шул. Беҙҙең Имаметдин ауылда ҡунаҡ саҡырыуҙы бик яратып бөтмәй ул. Әллә ни эшләп үҙебеҙгә оҡшамаған. Ҡаланан -ниҙән килгән татар, урыҫ-улаҡ булһа, кинәнә инде. Улар менән һин дә мин. Урыҫсаны һыу урынына эскәс ни, улар менән кинәнеп һөйләшә. Ауыл кешеләре менән әллә ниңә бер ҙә яҡмай шул.

Ғәзимә Рәхимәне йөпләне:

— Заманаһына ҡарап эш итә ул беҙҙең Имаметдин. Ауыл ҡарттары менән уның ни һүҙе килешһен, уҡыған кешенең. Сәйҙе йотҡан һайын Рәхимәнең тауышы тынысланды:

— Ҡотлояр ҡәйнеште саҡырып та булманы. Һин уға алып ҡайтып булһа ла ашат инде. Һыйлы аштан ауыҙ итһен. Үҙе бына саҡырғанды көтмәй ошонда килеп ураңғышып йөрөһә, бик ярар ине лә бит, әллә ни нәмәһенә уныһы ла ҡырыҫайып китте. Бер тоҡом тип әйтерлек түгел. Үҙе уйлап ҡараһасы, Бөрйән ырыуынан килгән Һыуын тоҡомонан бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалдылар бит. Бына ҡайнағаң да Имаметдин. Айҙар ҡайнаға мәрхүмдең өс улы. Уларҙан тыуған унлап ир бала йәнен иҫәпләйек. Ҡтлояр. Инде анау ҡыҙ яғынан таралған ҡупшы “ҡара тундарҙы” һанға ла индерә торғаны юҡ.

Улар тоҡом нәҫелде лә онота башланылар. Онотмаһалар ҙа, “беҙ ҡыпсаҡтар” тип ата яғын ҡыуалар, танау буйҙарына ҡарап, юрға аттарға ултырып алалар ҙа сәләм дә бирмәй үтәләр. Улары эреләнһә, ярай инде, әҙәм шикелле хәлле көн итәләр. Бына Айбулатҡа асыуым бик ҙур. Йыл буйы тигәндәй ситтә йөрөп ҡайтып, килеп хәл белергә лә ярамай. Ярлы тәкәббер, кафыр. Мин уны ҡасан ситкә ҡаҡҡаным бар? Ағаһынан да уҫаллыҡ күрҙем тип әйтә алмаҫ. Мин, үгәй ҡәйнә булһа ла, уның әсәһе мәрхүмәгә үҙ киленендәй булып ҡәҙер иттем. Сәлимә еңгәм, бахыр, үлә үлгәнсә: “Рәхмәт, килен, һинән күргән изгелекте алла ҡайтарһын”, — тип алҡышланып ятты. Айбулатҡа шуның ҡәҙерен ҡайтарырға кәрәк ине.

Мәғфүрә яһаған сәйҙе Рәхимә алдына ултыртты ла, башын баҫып, ашъяулыҡ ситен йомарлай-йомарлай яуап бирҙе:

— Айбулат ул эре түгел дә ни. Бала кеше ҡалай бөкһәң, шулай, йәш тал шикелле бит әле. Мин уға яҙ башында уҡ, урыҫҡа эшләгәнсе, ағайыңдарға хеҙмәт ит, тигәйнем дә бит. Ул да ҡалырҙай булғайны. Тағы ла әллә ни эшләп Имаметдин үҙен орошҡанмы, һуҡҡанмы, шуға ғәрләнеп китте лә барҙы. “Мине кеше алдында һуҡты, — ти. — Кеше булмаһа, мин бер һүҙ ҙә әйтмәҫ инем”, — ти.

— Һай-һай, харап булған икән. Орошһа ла, һуҡһа ла, үҙ ағаһы бит. Ул тиклем күкрәк булырлыҡ ни нәмәһе бар. Кесе кешегә әҙерәк ҡаҡҡанды, һуҡҡанды ла күтәреп өйрәнергә кәрәк. Уның күргәне юҡмы ни, Имаметдин ағаһы ҡаҙаҡ ялсыларын ятҡырып ҡамсы менән яра торғайны. Ә улар баштарын баҫып бер һүҙһеҙ “ағакәм” тип торалар ине лә баһа. Ситтә йөрөп ни ҡыйратып ҡайтҡан, һаман шул алама көпөһөлөр әле.

— Хәҙер ул үпкәһен онотҡан шикелле инде. Бала кешенең кенәһе ни ҙә, үҙе ни. Еңгә, һин бер күреп үҙен аҙыраҡ өйрәтеп әйтһәң, тыңлар ул. Әле бына аҙ-маҙ аҡса ла эшләп ҡайтҡан. Әллә берәй ерҙән ҡыҙ әйттереп ҡарап, башлы-күҙле итһәк, үҙегеҙгә бер ҡулғамытлыҡ булырмы тип, ағаһы менән дә уйлашҡайныҡ әле. Тапҡан хәрезе туйға етһә — мәһәргә, мәһәр бирһә — туйға етерлек түгел. Бөгөн килгән килеүем дә, өлкән еңгә, һиңә кәңәш итеп ҡарайым, тип уйлауым ине. Айбулат та, әйтеп еткермәһә лә, ҡаға-һуға ошоно аңлатҡандай булды. Өлкән еңгәм ни әйтеп, ни ҡуйыр икән, тигән була. Йәш булһа ла, төптән уйлай әле ул. Ағайымдар нисек ҡарарҙар икән, ти.

Мәғфүрә, шулай итеп, үҙенең бөтә тел оҫталығын йыйыштырып, үҙенсәләп ипләп, яйлап һөйләп, Рәхимәнең күңелен йомшартырға тырышты. Рәхимә лә уның был һүҙҙәренән риза булып тауышын йыуашайтты:

— Беҙҙән эш ҡалмаҫ. Тик бына үҙе өлкәнде өлкән итеп ҡәҙерләй белһен. Беҙҙең, аллаға шөкөр, байлығыбыҙ бар. Әгәр үҙебеҙгә ил булып ҡырыҫланмай баш һалып килһә, ағаһы ла ситкә ҡаҡмаҫ. Ул беҙҙең үҙ ҡаныбыҙ бит. Беҙгә сит ялсылар ҙа бөтмәгән. Тик йорттан һүҙ ишетеп тороуы яҡшы түгел. Кеше бит ул берҙе биш итеп һөйләй. Ана, ти, Ныязғол бай етем энеһен һыйҙырмай урыҫ тупһаһында йөрөтә, байыған һайын һаранайҙы, ти, бит ул кеше. Кемдеке — уныҡы. Туп-тура килһен дә һөйләшһен. Төбәгән ҡыҙы бармы, булмаһа, үҙебеҙ һайлап әйттереп бирербеҙ. Беҙгә тигәндә, берәүһе лә кире ҡаҡмаҫ.

Мәғфүрә эштең былай ыңғай яҡҡа боролоп китеүенә ҡыуанып, көлөп ебәрҙе. Айбулаттың Гөл йөҙөмдө яратыуы тураһында әйтергә уйлаһа ла, йә шайтан аралар, әлегә әйтмәй торайым, тип уйланы. Шуға күрә:

— Барҙыр инде ул. Егет кеше ҡыҙ күҙләмәй булмаҫ, — тип кенә ҡуйҙы.

Төн уртаһына тиклем Мәғфүрә уларға ҡунаҡ һыйлашып, эштәрен эшләшеп, һауыт-һаба йыйыштырып бөткәс, ҡәйнәһе ҡушыуы буйынса, Фариза уға бер сүлмәк ҡалған һурпа, һалмалы ит, мөнйөлмәгән һөйәктәр, турағандан ҡалған ҡаҙы төпсөктәре күтәртеп ебәрҙе. Ул сыҡҡанда Рәхимә:

— Килен, иртән иртәрәк килергә тырыш. Бисәләр саҡырғанда кәрәк булырһың, — тип ҡалды.




Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   26


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет