ЫрғЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



жүктеу 5.76 Mb.
бет7/26
Дата21.04.2019
өлшемі5.76 Mb.
1   2   3   4   5   6   7   8   9   10   ...   26

Иҫтәлектәр

Айбулаттың Ныязғол менән яңынан ҡатнашыуы ана шулай башланды. Тәүҙә ике араны Мәғфүрә килештереп йөрөнө. Шунан Тимерғәле ҡарт килде. Ул Гөлйөҙөмдө һорап яусылай барҙы. Ләкин унан ҡыҙҙың атаһы Үмәрҙең яҡын да килергә уйламағанын белеп ҡайтты.

— Белмәйем, балалар, булырлыҡ самаһы бер ҙә күренмәй. Мин барып инеп сәләм бирҙем: “Юҡ юҡлап йөрөйөм, ул һеҙҙә юҡмы икән?” — тип үҙебеҙҙең йола менән генә һүҙ башлағас та, төҫө боҙолоп китте. Ҡыҙ тураһында һүҙ асҡас, ул: “Минең көтөүсегә бирерлек ҡыҙым юҡ”, — тип кенә уйҙы. Танауын күтәргән. Моратша бай бит. Һин дә, Айбулат улым, бик кенәсел булма. Байҙан аҡмаһа ла тама ул. Бер баш малһыҙ, ағай-эне ярҙамынан башҡа донъя көтөп китеүҙәре бик ҡыйын ул. “Эйелгән башты ҡылыс сапмаҫ” тигәндәр боронғолар. Ныязғол менән килешкәнең яҡшы булыр. Үпкәләшмәй булмай инде. Шуның өсөн дә донъя бит ул. Гел һинеңсә генә булмай, һине һыртың менән дә һөйрәтеп алып китә ул. Арыу ғына балаһың, үҙең өсөн әйтәм. Ныязғол бай, әле нисә әйтһәң дә, боронғораҡ кеше. Ғәҙәт-йоланы, ағай-энелекте онотмай. Имайҙы әйтеп булмай. Кеше күңеле тип тормай, тотҡан еренән һындырып йәшәргә тырыша. Ул яңы бай шул. Ныязғол ҡустыға ла һүҙ юҡ. Итәғәтле. Әле ана былтырғы, Ҡаратанау буйындағы сабынымды уларға биргәйнем. Имай шуның аҡсаһын бирмәй ошо көнгә еткерҙе бит. Ахыры, аптырап, Ныязғолға барҙым. Ауыҙымды ла астырманы. “Аҡса кәрәкме, ни кәрәк?” — тип тора. Мин әйттем: “Аҡса ла кәрәк кәрәген дә, шунда ла бынау өҙөк ваҡытта, онмо, бойҙаймы биргәнең арыу булыр ине”, — тим. “Алдыңда булһын, ағай, тирмәнгә барып интегеп йөрөгәнсе, ҡарт кеше”, — тине лә, ботона баҙарға ҡарағанда ун биш тин артыҡ һалып, өс бот он үлсәтте лә бирҙе. Ҡыйбатһынһам да, өндәшмәнем. Берәү теленән өҙөлөп, өлтөрәп торғас, ҡалай итәһең... Тормош ана шулай бит ул, балалар.

Тимерғәле ҡарт Йомаҡайҙан һәнәк һорап алды ла:

— Ҡура тирәмде йыйыштырайым әле, һүҙгә әүрәп оҙаҡ ултырып киттем, — тип өйө яғына йүнәлде. Уны оҙатҡанда Айбулат бер ни тип тә ҡаршы әйтмәне. Ярар, олатай, тип тә ыңғай һүҙ ҡушманы.

Ҡарт тағы ла:

— Шулай ҙа тағы бер барып ҡарайым әле. Тик минең һүҙемде ҡолағыңа алғаның арыу булыр. Байҙар ҡатнашһа, Үмәр риза булыр ул, — тине.

Айбулат Мәғфүрәнең Рәхимәнән алып ҡайтҡан ҡалған ашын йылытып ашап ятҡас, усаҡ көлөндә быҙлап ятҡан сытыр ҡуҙының ваҡ-ваҡ ҡына осҡондарына ҡарап, усаҡ янында ятҡан өлкән һары бесәйҙең мырылдауын, Ҡотлояр менән Мәғфүрәнең мышылдап йоҡлауҙарын тыңлай-тыңлай, Тимерғәле ҡарттың ошо кәңәштәре тураһында уйланы.

Үҙе иҫ белгәндән бирле Ныязғол өйөнән күргән нужалары бөтәһе лә күҙ алдына килде, йәне әсене. Ныязғол, Айбулаттың атаһы Айҙар үлгәс, уның опекуны булып алды ла, уның йәшлегенән файҙаланып, уға тейгән ике душ ерҙең бөтәһен дә үҙе биләне. Ул үҫеңкерөгәс, үҙем сәсеп бирәм тигән булып, уның еренә иген сәсте, бесәнен сапты, үҙен, эт итеп тигәндәй, ялсы урынында эшләтте. Айбулат менән әсәһенә, һеңлеһенә йылына ни бары ун биш-егерме бот иген, малға етер-етмәҫ бесән, күп ваҡытта һалам, әүрәү бирә килде. Айбулаттың бөтәһенән дә нығыраҡ асыуы килеп хурланыуы бынан өс йыл элек шундай бер ваҡиғанан булды: ул, әсәһе үлгәс, уны ерләргә тип, йүгерекләп йөрөгәндә, Ныязғол, үҙе саҡыртып алып, уға кәфенлек алырға тип биш һум аҡса бирҙе. Фидиәгә муллаға үгеҙ башмағын бирергә кәңәш итте. Сәлимәне күмешергә йыйылған халыҡты йәймәгә саҡырып, мулланан аят уҡытҡанда, Рәхимә үҙе, илаулап йөрөп, уларҙы һыйлашты. Ҡөрьән сығырға тип муллаға бер ҡаҙын бирҙе. Айбулат ул ваҡытта уларҙың был изгелектәре өсөн әллә ниндәй рәхмәттәр әйтергә, әллә ниндәй яҡшылыҡтар эшләргә уйлағайны. Ләкин был эшкә ярты йыл да үтмәне, Имай, Айбулатты саҡырып:

— Йә, ҡустым, утыҙ һум бурысыңды ҡасан түләйһең? — тине.

Айбулат аптырап китте:

— Ниндәй бурыс ул, ағай?

Имай, ҡаласа ҡырҡтырған текә терпе сәсен артҡа һыйпап, ауыҙындағы папиросты ҡырын тешләне лә ялтыр ҡара битен Айбулатҡа борҙо. Былай ҙа ҡапыс күҙҙәрен нығыраҡ ҡыҫып, контора лавкаһының бейек һикеһенә ашыҡмай ғына һикереп менеп ултырҙы ла, бик һалҡын ҡан менән генә иҫәпләй башланы.

— Ниндәй бурыс булһын, әллә оноттоңмо? Әсәйеңә кәфенгә биш һум аҡса, — ул бармаҡтарын бөгә барҙы, — уны күмгән көндә йәймә бешерергә киткән он менән майға бер һум һикһән тин, өсөн уҡығанда бешерелгән тәкә өс һум илле тин, етеһен уҡығанда ете һум, ҡырҡын уҡығанда 13 һум (хәҙрәт килгәс, расход күберәк булды), гүр саҙаҡаһына тигән ҡаҙ, өләшкән хәйерҙәр... бына үҙең иҫәпләп ҡара.

Айбулаттың башына һуҡҡан кеүек, битенә төкөргән кеүек булды. Ниндәй генә бурыс тураһында уйлаһа ла, әсәһен ерләгәндә Хоҙай өсөн киткән был сығымды унан түләтерҙәр тип башына ла килтермәгәйне. Ул ни тип әйтергә лә белмәне. Асыуланырға ла, оялырға ла булдыра алманы. Тик нәфрәт менән ҡайнаған баҫалҡы, өҙөк эске бер тауыш менән:

— Уны мин түләйемме ни? — тине.

Имай баяғыса тыныслыҡ менән яуап бирҙе:

— Ато кем түләһен? Мин түләмәм инде, үҙ әсәйең бит.

Айбулаттың башҡа һүҙ ҡайтарып әйтергә көсө етмәне. Ни эшләргә белмәгән кеше һымаҡ, аяғындағы аҡ сарығының ҡысмауын тартты. Күтәрелеп Имайға асыулы ерәнгес күҙ һалды. Башындағы ҡара таҡыяһын бер алға, бер артҡа һыпырҙы ла, тамағы кибеп, конторанан сығып китте. Ә Имай үҙенең уңайлап ултырған урынында, бер нәмә лә булмаған ҡиәфәт менән, лавка приказчигы менән һөйләшеп ҡалды.

Айбулат унан сыҡҡас, әллә ниндәй бер бик ҡәҙерле өмөтөн юғалтҡан кеше һымаҡ, башын баҫып, Мәғфүрәгә барып инде. Хәлен һөйләне.

Мәғфүрәнең быға иҫе китте:

— Ҡуйсы, ҡуйсы, Айбулат, ысынмы? Был тиклем дә ҡарун булырҙар икән! Сәлимә еңгәм, бахыр, алыҫ булһа ла, Ныязғол ҡайнағаға еңгә тейә лә баһа. Был Имайҙың ғына эше булыр. Бер тин тиһәң, иманын һата, йөҙө ҡара, күн бит. Әле бөтә ауыл: “Бына, исмаһам, рәхмәт изге кешеләргә. Үҙ әсәһе кеүек ҡәҙерләп күмде. Теге донъяла йөҙө аҡ булыр. Ныязғолдоң малына Хоҙай бәрәкәт бирер”, — тигән булып маҡтаны тағы. Ә улар үлектең ; һөйәген ҡуҙғатып яталар. Утыҙ һум. Әҙ аҡсамы ни, бер ат хаҡы бит. Ҡайҙан алаһың ти уны. Алланың ҡәһәре һуҡҡыр, күҙ буяусылар. Үҙҙәре үлеп барғанда ауыҙҙарына бер тамсы һыу һалырлыҡ әҙәмдәр түгелдәр. Тупһаларына аяҡ баҫырлыҡ түгел. Тик бына нужаһы йөрөтә. Туҡта, мин Рәхимә еңгәмә әйтеп ҡарайым, бәлкем, Ныязғол ҡайнағаға әйтер ул.

Ләкин был эш барыбер Айбулаттың игеҙ бәрәсле ҡуйын алыу, көҙ көнө ай ярым буйынса Ныязғолға иген йыйнау менән бөттө. Ныязғол үткән көҙ тағы ла уның ерен һөрөргә булғас, Айбулат быға ҡаты ҡаршылашты:

— Бирмәйем һеҙгә. Уртағына булһа ла, ятҡа бирәм. Һеҙ барыбер бушҡа ашайһығыҙ, — тип ҡысҡырышты.

Имай менән ирәгешеп барып Ныязғол янына килделәр. Ныязғол:

— Айбулат энем, һин бит әле минең опекунлыҡтан да сығып бөткәнең юҡ. Һине беҙ тәрбиәләмәй, кем тәрбиәләп әҙәм итте, кешенән оялмаһаң, алланан ҡурҡырға кәрәк, — тип өгөтләй башлағас, Имай атаһының һүҙен бүлеп екерҙе:

— Ни нәмәһе шул Сәлимә буралҡының эте менән һөйләшеп тораһың, атай, ҡыу ҙа сығар! — тине. Айбулат та ҡыҙып китте:

— Э, һин ҡоторған эт, ҡарун! — тип ҡысҡырҙы.

Уғаса булмай, Имай уның сикәһенә йоҙроҡлап һуғып ебәрҙе. Айбулат сайҡалып китте, ләкин йығылманы. Ул арала килеп инеп:

— Был ни эш был, был ни эш? — тип ҡысҡырып ебәргән Үмәрҙән оялып, сығып йүгерҙе.

Айбулат шунан һуң уларҙың бөтәһенә лә, бигерәк тә Имайға, ҡаты дошман булды. Уларға бармай, эшләһә, бүтәндәргә эшләп, ҡатышһа, тик Мәғфүрә еңгәләренә, Тимерғәле ҡарттарға ғына ҡатыша торған булды. Эсенән ут ҡайнап, сит баярҙарға көтөү көтөргә йөрөнө.

Ошо үткән йылдарҙың намыҫҡа тейә торған иҫтәлектәре уның асыуын бөгөн тағы ла ҡуҙғаттылар. Ул инде Ныязғол байҙарҙан изгелек күрмәйәсәген күңеленә ныҡ урынлаштырған. Ул уларҙың йөҙҙәренә ҡабат әйләнеп ҡарамаҫлыҡ булып биҙгәйне. Ләкин бөгөнгө Тимерғәле ҡарттың һәм Мәғфүрәнең һүҙҙәре уның ошо һерелеген ҡаҡшатҡандай булдылар. Тимерғәле ҡарт: “Байҙыҡы аҡмаһа ла тама”, — тине. Кем белә, бәлки, ысынлап та, Ныязғолдоң берәй ярҙамы тейеп ҡуйыуы бар. Өлкән еңгәм ороша, ти. Ул орошһа әла, йәлләй торған. Бәлки, уның да берәй ярҙамы булыр, тип уйланды.

Бигерәк тә бөгөнгөһө ҡыйын бит әле. Барлығы илле һум аҡса бар. Көтөүҙән тейгән иген алып ҡайтылмаған. Быҙаулы ҡыҙыл һыйыр бар. Уны туйға һуйып, илле һумды мәһәргә бирһәк, уның аръяғында туй кәрәк-яраҡтары, үҙеңә өҫ-баш, буласаҡ кәләшкә лә кейем-һалым, бүләк, ҡайныға сапан, ҡәйнәгә инә туны, ҡәйенйеңгәләргә таҫтарлыҡтар, балдыҙҙарға көмөш тәңкәләр, ҡәйнештәргә бәке, кейәүләй барғанда, саҡырылып ингән бер өйҙә, сәй эсеп бөткәс, шәшке түңкәргәндә һалырға ун биш, егерме тин көмөш аҡса, калуш йәшергән ҡыҙҙарға тағы ла көмөштәр...

Айбулаттың был һандарҙан иҫе китте. “Әллә, ысынлап та, барып һаулашайым, күрешәйемме икән?”

Ошондай уйҙарҙың беренә-бере ҡаршы булған көстәре елгә һуғылған төтөн кеүек уралышып ҡаҡлығышалар ҙа ихтыярһыҙҙан Гөлйөҙөмгә табан тарталар, уны күҙ алдына килтереп, йөрәкте ҡыҫалар.

Ул бөгөн Гөлйөҙөмдәр урамынан ике-өс тапҡыр үтте. Төштән һуң, Исхаҡ менән үткәндә, Гөлйөҙөмдөң көлөмһөрәп ҡараған матур ҡара күҙҙәренең бер генә секундҡа үҙ күҙҙәре менән осрашыуы уны бигерәк ныҡ ҡаушатты. Улар бик оҙаҡ ҡарашҡан кеүек тойолдо. Айбулат Гөлйөҙөмгә бик ныҡ текләп яуап бирмәксе ине, ләкин ниҙер енде. Ниҙер уның күҙ ҡабаҡтарын ихтыярһыҙ түбән баҫты. Ул һис көтмәгәндә Гөлйөҙөмдән оялып ҡыҙарҙы. Уға үҙенең аяғына кейгән яңы итеген Гөлйөҙөм кешенеке тип уйлай һымаҡ булды. Ул шуға йылмаялыр һымаҡ тойолдо. Айбулат икенсе тапҡыр башын күтәреп ҡарағанда, Гөлйөҙөм соланға йүгереп инеп киткәйне инде. Айбулатты, егет булып йөрөп тә, аҡса-мал менән еңеп, кәләш ала алмаҫ егет итеп иҫәпләгәндер инде ул, тип уйланды... Тимерғәле бабаһының, кисә икенсе тапҡыр яусыға барғас, Үмәр ҡарттың әле булһа ипкә килмәй, һикһән һум мәһәр, туйға бер тана, инә туны, ҡайныһына сапан, тағы әллә ниҙәр һорағанлығын әйтеүе иҫенә төштө. Үмәр ҡарт ошо һорауҙарҙы ҡуйған саҡта, Тимерғәле олатай ни нәмә тип әйтте икән? “Егет ярлы, уның быларға көсөнән килмәҫ”, тигән булһа... ә Гөлйөҙөм ошо һөйләшкәнде шаршау артынан тыңлап торған булһа, үлемең дә кәрәкмәй. Егет намыҫы...

Был уйҙарҙан Айбулаттың күҙҙәре төн ҡараңғыһына ҙур асылдылар. Тышта ел, ыжылдап, һауаның боҙолғанын белдерә ине. Шунан һуң ул, Исхаҡ менән етәкләшеп, ҡайҙа баҫҡанын белмәй, урамдың икенсе яғына сыҡты.

Исхаҡ, туҡтап:

— Ана, ул солан ишеген ҡыҫып ҡарап тора, ҡул болға, — тине.

Ә Айбулат әйләнеп тә ҡараманы, ҡул да болғаманы. Өйгә ҡайтҡас, Исхаҡ уны ысынлап әрләне:

— Егет булып йөрөүең ҡороһон. Ҡыҙ ҡарап торғанда ҡул болғай алмағас, һин ниндәй егет инде? Гөлйөҙөм һәр бер күҙләүсегә кәртә аша ҡарап ҡалмай ул. Ҡыҙҙың ҡәҙерен белмәһәң, бик тиҙ эйә табылыр. Ана, Таллы ауылынан Моратша бай...

Айбулат түҙмәне, уға ҡаты екерҙе:

— Китсәле, Исхаҡ! Һинән башҡа мин үҙем белмәй тиһеңме? Өйрәткән булаһың. Моратша бай ҙа Моратша бай. Уның шикелле мин аҡсаны ҡырсын ташы кеүек һибеп йөрөһәм ине... — Айбулат, асыуланып, ғәрлегенән быуылды. Йөҙө ҡыҙарып, ҡура мөйөшөндә өйөлгән бесәнгә ҡырын ауҙы ла кеҫәһенән махорка сығарып төрә башланы.

Исхаҡ иптәшенең был ҡыҙыулығына ла бирешмәне:

— Харап икән! Ул аҡсалы булһа ла, яртаҡыл. Ә һин үҙең алтын бит, алйот. Ҡул болғағандан ни була ине? Гөлйөҙөм үпкәләгәндер әле. Ни хәтле йөрөп ҡайтып, һағынмаған да икән, тиер әле. Һин юҡта нисәмә егеттең күҙ һалыуына ул гел кире ҡағып торҙо. Яланбикәгә әллә нисә рәт әйтеп илаған. “Айбулаттан башҡа кеше күҙемә лә күренмәй, һағындым, ҡасан ғына ҡайта инде”, — тип әйткән.

Улар шулай оҙаҡ һөйләштеләр.

Айбулаттың әсәһе, үлер алдынан уны янына саҡырып, аҡтыҡ тапҡыр башынан һыйпап һөйҙө лә васыят әйтте:

— Айбулат балам, һине башлы-күҙле итеп, килен рәхәте күрә алманым. Минең өҫтөмдә ҙур бурыс китте инде, бәхил бул, балам. Әгәр ҙә башың һау булып, кәләш алһаң, киленгә минең ҡомартҡым итеп бирерһең, — тип уң ҡулының урта бармағынан ҡара биҙәк менән биҙәлеп, ҡашына “Сәлимә” тип яҙылған яҫы көмөш балдаҡ һурып биргәйне. Айбулат шул балдаҡты, ҡыҙыл сатин яулыҡҡа урап, еҫле һабын ҡушып, Исхаҡтан Гөлйөҙөмгә бирҙертте. Былтыр биргән вәғәҙәһен онотмаған булһа, ҡабул итер. Әгәр күңеле һыуынып, яттарға ҡараған булһа, кире ҡайтарыр. Бәлки, ул яҙ башында ҡар һыуына барғандағы осрашыуҙы онотҡандыр, уйын үҙгәрткәндер... Кем белә бит, ҡайһы ҡыҙҙар бик сыбар йөрәкле булалар. Уларҙың күңеле, һәр бер ялтыр нәмәгә елберләп ҡунырға әҙер торған ел ҡанатлы күбәләктәр һымаҡ, һәр бер ялтырауыҡҡа ҡыҙығыусан булалар...

Үткән яҙҙың матур шаян ҡояшлы төш ваҡыты Айбулаттың күңелендә әле лә бөтә йылылығы менән һаҡлана. Ул көндө иҫенә төшөрһә, Айбулатҡа әллә нисек, тормошта бер нужа ла ҡалмаған һымаҡ, еңел тойола. Ул был көндө бөтә ваҡ-төйәктәре менән бөртөкләп яңынан уйлап сыға. Ауыҙ-күҙҙәре ихтыярһыҙ уйсан йылмаялар.

Ул, йомранға һыу ҡойорға барып, бер көндө егермеләп йомран тотоп, уларҙың тиреһен яурын аша һалып, һыҙғырып көйләп, Яллытауҙың итәк уйпатынан Өсҡайын төбөнә ҡалҡып сыҡты. Айбулат башта үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы... Үҙенең бик ныҡ яратып та бер һүҙ ҡушырға ҡыймай йөрөгән ҡыҙы Гөлйөҙөм, бер нисә иптәш ҡыҙы менән, Өсҡайын эргәһенән бөгөлөп үткән йыраҡанан шыялап аҡҡан көмөш кеүек ҡар һыуын сүмесләп-сүмесләп аҡ күнәҡтәргә тултыра ине. Ҡыҙҙар, үҙ-ара ниҙер һөйләшеп, саф тауыш менән шарҡылдашып көлөшәләр.

Башта улар Айбулатты абайламанылар. Тик Гөлйөҙөм генә һиҫкәнеп боролоп ҡараны. Уның сусып ырғып тороуына һаҡал, сәсмәүҙәре шылтыранылар. Ике итәкле аҡ күлдәге елберләне. Сүмесен силәгенә төшөрөп ебәреп, һыуын күк кәзәкейенең салғыйына сәсрәтте:

— Ай Хоҙайым, ҡурҡҡанымды! — тине Гөлйөҙөм. Уның был тауышына ҡыҙҙар ҙа боролоп ҡаранылар, оялышып, йөҙҙәрен йәшерҙеләр.

Күрше ҡыҙ Яланбикә оялманы:

— Бәй, Айбулат ағайым бит, — тине ул. — Ҡарағыҙ әле, ни тиклем йомран тотҡан. Ҡайһылай күп, ағай, һыу ҡойҙоңмо, ҡапҡан һалдыңмы?

— Һыу ҙа ҡойҙом, ҡапҡан да һалдым, ҡыуалап та тоттом.

Ҡыҙҙар был һүҙгә шым ғына көлөштөләр.

Айбулат, Яланбикәнең иркен һөйләшеүенән файҙаланып, йомран тотҡандағы бөтә ҡыҙыҡтарҙы һөйләй-һөйләй, ҡыҙҙар менән ҡатарлап ауыл яғына атланы. Гөлйөҙөм, унан тартынып башын баҫҡан көйө көйәнтә-силәктәрен ҡупшы бәүелтеп, ситтәрәк бара, һүҙгә ҡатнашмай. Ләкин Айбулат, был уңай осрашыуҙы ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн, һөйләшергә яйлы һүҙҙәр эҙләне:

— Гөлйөҙөм һылыу, ниңә оялаһың, оялма, барыбер һөйләштең бит инде, — тине Айбулат. Яланбикә:

— Эй, уның ғүмеренә ҡылығы шул инде, юҡҡа ояла ла ҡала, — тине.

Гөлйөҙөм, ҡояш ҡыҙыулығынан да, оялыуҙан да ҡыҙарған биттәрен аҙ ғына бороп, ал ҡыҙыл яулығы аҫтынан ғына йылмайып, Айбулат яғына ҡараны:

— Нимә һөйләшәйем һуң?.. Оялмайымсы мин, — тине. Айбулатҡа ошо ғына кәрәк ине. Бер һүҙ ҡушты, бер һирпелеп ҡараны, тимәк, бының аръяғына иркен һөйләшергә була. Ул шуға күрә, иркенләңкерәп, Гөлйөҙөм янына килде. Гөлйөҙөмдөң йөҙөн тағы ла яҡынданыраҡ күрергә теләп, ҙур ҡара күҙҙәренең ҡойроғо менән генә йылмайҙы. Уның тигеҙ аҡ тештәре яҙғы елгә ҡарайған битенең ҡуңыр тутында тағы ла ағыраҡ булып ялтыранылар. Ҡалын ҡара ҡаштары дуғаланып һикерҙеләр. Ул, башындағы бүркен алып, тирләгән маңлайын усы менән һыпырҙы. Уның ҡара ҡуйы сәстәре түгелеп маңлайына һибелделәр.

— Ни һөйләйем тип ни, барыһын да һөйлә... — Шунан ул шаян тауыш менән ҡапыл: — Эй, ҡыҙҙар, ниңә һеҙ ҡар һыуына бында килдегеҙ әле, Ырғыҙҙа һыу бөткәнме әллә? — тип уйынсаларға теләне.

Ҡыҙҙар үҙ-ара ниҙер әйтеп көлөштөләр. Яланбикә, Айбулаттың был шаян һүҙҙәренең серен аңламайынса, ысынлап яуап бирҙе:

— Ҡар һыуы кер йыуырға ла, сәйгә лә йомшаҡ була ул, ағай. Әсәйем дә, Муйылбикә инәйем дә: “Ҡар һыуы сәйгә йомшаҡ, барығыҙ әле”, — ти ҙә торалар. Беҙгә ни, йөрөү булһа, етте. Һыу күбәйеп китһә, түгәбеҙ ҙә Йөҙөкәй әхирәтем менән тағы киләбеҙ.

Уларҙың күҙҙәре тағы ла осраштылар.

Гөлйөҙөм был юлы ҡыйыуыраҡ булырға тырышып:

— Тауға һыуға барыуы ирмәк бит ул. Һыу бөтмәһә ни, — тине.

Айбулат һүҙ урауы килеп етмәһә лә, тағы уйын әйтеп ҡалырға тырышып, кинәйә тапты:

— Шулай инде ул. Ирмәк тә була. Һыу менән һыуҙың да, кеше менән кешенең дә айырмаһы күп була.

— Әллә мин уныһын белмәйем.

— Ә бына мин беләм. Ҡыҙҙар менән ҡыҙҙар араһы ла ер менән күк араһы кеүек була. — Ул яуап көткәндәй итеп Гөлйөҙөмгә ҡарап барҙы. Башта Гөлйөҙөм ҡарамаҫҡа тырышты, һүҙ менән дә яуап бирмәне. Түҙмәйенсә, ул һис бер йылмайыу, шаярыу әҫәре булмаған, ул арала әллә ниҙәр уйлап өлгөргән һылыу йөҙө, уйсан күҙҙәре менән Айбулатҡа бер генә күҙ һалды ла ҡапыл башын баҫты. Был ҡыҫҡа, мәғәнәле уйсан ҡараш Айбулатҡа Гөлйөҙөмдөң бөтә эс серен аңлатты, бөтә уйын һөйләне. Егет йөрәгендәге һөйөү йылыһын көслө ялҡынға әйләндерҙе.

Улар һыртҡы гумналарға яҡынлашҡас, Айбулат ауылға икенсе юлдан инде. Ҡыҙҙар уның был аҡылына кинәнделәр. Булмаһа, әңгәһәрҙәй егет менән бергә ҡалайтып ауылға инәһең. Кеше әллә ни һөйләр.

Айбулат үҙенең артынан Гөлйөҙөмдөң матур күҙҙәренең эйәргәнен һиҙә ине. Шуның өсөн урамға боролор алдынан, уң яурынындағы тиреләр бәйләмен һул яғына алмаштырған кеше булып,. тағы бер артына боролоп ҡараны ла күкрәген киреп ары атланы.

Кискә табан ул түҙмәне. Ике илеләй генә ҡағыҙға хат киҫәге яҙып, Яланбикәнән Гөл йөҙөмгә бирҙертте.

Ике ҡыҙ ҡураға сығып, сыуал арттарына йәшенеп, күпме ваҡыт хат уҡығандарҙыр. Ләкин Айбулат иртәнсәк утарға көтөүгә китер алдынан яҙыу яҙа белмәгән Гөлйөҙөмдән Яланбикә аша тел яуабы алды:

Ҡыҙарып бешкән алмаларҙы



Нисек итеп яңғыҙ ашайым!

Йөрәгемә ялҡын уттар һалдың,

Нисек итеп уны баҫайым?

Ҡара такыя килешә

Һинең кара ҡашыңа.

Моңло бала түгел инем,

Моңдар һалдың башыма.

Хат яҙмаһын. Кеше ҡулына төшөр ҙә, әллә ни тип һөйләрҙәр. Үҙе ситкә китеп барғанда, минең башымды әүерәгә һалмаһын. Атайымдар һиҙһә, йәнемде алырҙар, үҙе ҡайтҡас, күҙ күрер”. Был йырҙар, был һүҙҙәр егет өсөн әллә ниҙәрҙән ҡәҙерле вәғәҙә ине. Ул был йырҙарҙы ынйы бөртөктәрендәй итеп күкрәгендә һаҡланы. Көтөүен үрешкә йәйеп, йәшел үлән, еҫле сәскәләр араһында көслө күкрәк тауышы менән, төрлө көйҙәргә һалып, бөтә ялан, һыу буйҙарын яңғыратып йырланы. Үҙе лә Гөлйөҙөмгә йырҙар сығарҙы:



Ырғыҙ йылға буйын, ай, буйланым,

Таянырға таяҡ тапманым.

Гөлйөҙөмкәй, һиңә хаттар яҙҙым,

Ебәрергә кеше тапманым.

Алтын ғына булып ағайым,

Көмөш кенә булып тамайым,

Бәхетһеҙ ҙә үҫкән был башымды

Һалдың утҡа, дөрләп янайым.

Сыбар ҙа ғына ҡанат аҡ ҡарсыға,

Осамы икән күктә ҡош күреп,

Йөҙ илле лә керпек йөҙөн ябып

Йоҡлаймы, икән һылыуым төш күреп.

Айбулат ауылдан киткәндә Гөлйөҙөмдө осрата алманы. Яланбикә аша әйтеп ҡалдырған тел сәләмәнән башҡа бирерҙәй бүләге лә булманы. Йәйҙең оҙон айҙары көтөү артынан сыбыртҡы һөйрәп йөрөп үтте. Бер генә көнгә булһа ла ауылына ҡайтып, Гөлйөҙөмдө бер генә тапҡыр булһа ла күреп килгеһе килде. Ләкин был мөмкин булманы. Бөтә йәй буйына йөрәк талсыҡты. Моңло йырҙар күңел асҡандай булды. Ләкин уның артынса, көслө елдән үрләгән ут ялҡындары һымаҡ, көслө һөйөү ялҡыны уның йөрәген ялманы.

Инде ни булыр?

Усаҡтағы сытыр ҡуҙы ла һүнеп бөттө. Өй эсе бик ҡараңғы булып китте. Айбулат төрлө яҡҡа әйләнеп ҡараны, ләкин уны йоҡо алманы.

Аҙ ғына таң беленеп, һөт кеүек аҡһыл яҡтылыҡ яйлап ҡына тәҙрәнән һикегә һуҙылды. Тәҙрәнең һоро быялалары аҡрынлап ҡына ҡуйы зәңгәр төҫкә әйләнделәр. Тышта ел көсәйҙеме, мөрйә нығыраҡ геүләй башланы. Айбулатҡа был геүләү шул тиклем күңелһеҙ тойолдо, бәхетһеҙлек хәбәре кеүек булып, күңеленә шомлоҡ һалды. Тәҙрәнән йымылдап күренгән нурлы таң сулпаны Гөл-йөҙөмдөң күҙҙәрен хәтерләтте. Нисек итеп шул йондоҙҙарға барып етергә инде... Быға тик бер генә ауыр юл ҡалды, ул да булһа Ныязғол менән барып күрешеү, уға баш эйеү ине. Гөлйөҙөмдө алғас, күҙ күрер. Тимерғәле олатай әйткәндәй, эшләп түләрмен. Гөлйөҙөм минеке булыр. Ҡаты булһалар, бурысым бөткәс, тағы ҡатнашмабыҙ. Гөлйөҙөм менән икәү бергә булырбыҙ. Икәү генә... Минең бүләгемде яратты микән?

Шул уйҙар Айбулаттың башында аҙаҡҡы тапҡыр уралдылар, сырмалдылар ҙа уны йоҡоға алып киттеләр.



Ҡайнар сәләм

Ул, йоҡонан тороп ҡына аяғына кейеп ултырғанда, башына ҡыҙыл сатин кәзәкейен генә бөркәнеп, Яланбикә елтелдәп килеп инде. Ул, уянып тәмәке тартып ятҡан Ҡотлоярҙы күреп, бер аҙ тартынды ла, йомош тапмағас, һыйыр һауырға ҡураға сыҡҡан Мәғфүрәне һораны:

— Еңгәм ҡайҙа китте?

Ҡотлояр өндәшмәне. Айбулат сикһеҙ ҙур өмөттәр менән тулған күҙҙәрен Яланбикәнең йөҙөнә текәне. Ул Яланбикәнең Йөҙөкәйҙән килгәнен шунда уҡ һиҙеп алды.

Яланбикә үҙенең хәйләләп өйрәнмәгән, алдай белмәгән холҡо менән күҙендә, йөҙөндә уйнаған шаян йылмайыуын да йәшерә алманы, бер Ҡотлоярға, бер Айбулатҡа ҡарап, икеләнеп торҙо ла, кеҫәһенән бер бәләкәй генә төйөнсөк сығарып, Айбулатҡа бирҙе.

Үҙе, ҡабаланып, яңылыша-яңылыша, килештерә алмай алдаған булды:

— Айбулат ағай, бына һиңә ағайым ебәргәйне, нимәлер, белмәйем.

Шуны ғына көткән Айбулат ҡапыл ынтылып төйөнсөктө алды ла, ни әйтергә белмәйенсә:

— Үҙе ҡайҙа? — тине.

— Үҙе өйҙә. Әй, өйҙә юҡ, тирмәнгә китте.

Айбулат, бер көлөп, бер ҡомһарып, үҙенең һорауына уңайһыҙланды. Ялт әйләнеп Ҡотлоярға ҡараны. Сөнки улар кисә Ҡотлояр менән икәүләп Исхаҡты тирмәнгә оҙатып ҡалдылар. Ҡотлояр уға тарттырып алып ҡайтырға тип ике бот бойҙай ҙа һалып ебәргәйне. Үткер Ҡотлояр, был бала-сағаның белер-белмәҫ көйҙәренә хәйлә ҡороп аҙапланыуҙарына ҡырын ғына күҙ һалып, оҙон ҡара мыйыҡтары аҫтынан көлөп ята ине. Ул, Айбулат ҡарағас, ауыҙынан ҡуйы тәмәке төтөнө бөркә-бөркә:

— Исхаҡтан һиңә күстәнәс килгән икән, — тине.

Айбулат көлөмһөрәне лә өндәшмәне. Яланбикә оялышынан йүгереп сығып китте.

Айбулат ашығыс кейенде лә, тиҙерәк сығып, төйөнсөктө ҡутарҙы. Шатлыҡтан уның тыны ҡурылды. Бына ул, һөйөклө Йөҙөкәйенең — хыялының, йөрәк ялының бүләге!

Ул үҙенең ҡайнар һөйөү хистәрен эсенә йыйған матур бүләктәр ебәргән: бына үткән яҙҙы тәүге осрашҡанда үҙе ябынған ал кешмир яулыҡтың ике бөртөк сәскәһе. Ул шуны өҙгән дә, яндырылған шырпының бер башына ҡош йөнө бәйләп, ошо ал сәскәләргә ураған. Тимәк, Өсҡайын төбө бөгөнгөләй уның хәтерендә. Яулыҡтың ике бөртөк сәскәһе — уларҙың шундағы икәүләп осрашыуҙарының билдәһе, Гөлйөҙөм дә, бына ошо янған шырпы һымаҡ, янып, көйөп йәйҙе үткәргән, ләкин осоп барыр өсөн, ошо күк күгәрсен ҡауырһыны кеүек, еңел ҡанаттары булмаған. Етмәһә, матурлап төрөп төрлө йөндән ситтәренә ваҡ ҡына сулпылар төйөп суҡлаған, йәшел атлас менән ҡыҙыл бәрхәттән ҡорап яһаған тәмәке тоҡсайы. Был — ҙур вәғәҙә. Киләсәктәге яҡты бәхеттәр тураһында, ҡауышыу тураһында йылы өмөттәр бирә торған теләктәр билдәһе...

Айбулат был нәмәләрҙе ҡарағанда, уның йөрәге шул тиклем ныҡ һуҡты, ул Гөлйөҙөмдөң үҙен күреп, уның үҙе менән һөйләшкәндәй булды. Был бүләктәрҙе әллә нисә алып, ус эсенә йәйеп, әллә нисә ҡараны, донъялағы бөтә ҡиммәтле алтын-көмөштәргә алмаштырмаҫ был бүләкте ул һулаҡай яҡ күкрәк кеҫәһенә — йөрәге өҫтөнә һалып ҡыҫты.

Ни өсөн икәнен үҙе лә аңламайынса, тәҙрәләренә тиҙәк тултырып һыланған үҙенең кирбес өйө тирәһенә барып әйләнде. Әйтерһең дә, уның яҡты өмөттәре, күренмәҫ нурлы күләгәләр булып, ошо эйәһеҙ өй тирәһендә ураңғылайҙар. Ул, ошо күтәренке күңел менән Мәғфүрәләргә ҡайтып, улар менән сәйгә ултырҙы. Бер-ике сынаяҡ сәйҙән һуң Мәғфүрә тағы һүҙ ҡуҙғатты:

— Айбулат, һин бөгөн дә Ныязғол ҡайнағаларға барып әйләнмәнеңме әле?

Айбулат был бер ҙә аяғы тартмаған юлды һаман артҡа ҡалдырып килде:

— Юҡ әле, еңгә, ниңә? — тине.

— Ниңә тип ни, үҙең белмәгән ни эш бар. Үмәр ҡарт Тимерғәле ҡайнағаны тағы кире ҡайтарған бит. “Ағай-эне оҡшатмай, кире ҡағалар. Ҡыҙ быйылға бирерлек түгел, йәше етмәгән”, тигән була, ти. Мәһәрҙе һаман кәметмәй, етмәһә, туйына тыу бейә һуйырһың, тип әйтә, ти. Тимерғәле ҡайнаға: “Берәй һарыҡ һуйһаҡ ярамаҫмы?” — тип әйткән икән, ул ҡыҙып-ҡыҙып китте, ти. Минең һарыҡ һуйып туйлай торған тол ҡыҙым юҡ, хәленән килмәһә, буйы етмәҫ ергә үрелмәһен, тип әйтә, ти. Ҡуй инде, бер көндө аҙыраҡ ыңғайланғайны, әле тағы әллә ни эшләп киреләнгәнсе. Шайтан ғына аралайҙыр инде. Анау Моратша бай ҡыҙыулата, ти, шуға күрә арҡаһын ныҡҡа таянып һөйләшәлер инде ул.

Айбулат ҡойған сәйен йота алманы. Әле генә беренән-бере матур булып теҙелгән өмөттәрҙе был һүҙҙәрҙең ауырлығы бер юлы баҫып китте. Иртәнсәктәге шатлығы, болот баҫҡан ҡояш һымаҡ, ҡараңғыланды.

Мәғфүрә һаман кәңәш бирҙе:

— Һүҙемде тыңла, Айбулат, бар. Көнөң төшһә, бит һыуыңды биш түгеп, яттарға ла инәләһең ул. Былар әле нисек әйтһәң дә үҙеңдекеләр.

Быға тиклем өндәшмәй сәй эсеп ултырған Ҡотлояр Айбулатҡа асыуланды:

— Ни һин, Айбулат, шуларҙың ыҙыр-мыҙырына ҡарайһың. Ҡыҙҙы алып ҡас та кит! Бар, ана, эҙләп арыһындар. Туйға бейә түгел, бәрәс тә һуймабыҙ, танауҙарын тартһындар. Әйтәм бит, бер тин сығарма. Улай үҙҙәре әллә кем булғас, һин уларҙан да эре бул.

Айбулат, һыуынып бөткән сәйен бер-ике йотоп, сынаяғын батмусҡа ҡуйҙы ла төшөнкө тауыш менән:

— Ҡыҙ, ҡасам, тип торамы һуң ул һиңә? — тине.

— Ҡыҙ, ҡасам, тип торорға, уның башы ике тиһеңме әллә? Ни өсөн һуң һин егет булып ер өҫтөндә йөрөйһөң, бер ҡыҙҙы ла алып ҡаса алмағас? Бөгөн Яланбикә килтергән төйөнсөк һинең башыңдан ашҡан. Ҡыҙ үҙе йүгереп килмәй ул. Шулай итеп бүләк, сәләм ебәрә лә егеттең батырлығына таянып көтә. Ҡыҙ кеше өсөн был үҙе бер ҙур батырлыҡ. Ә һин егет исемен юғалтма, ал да кит. Ат кәрәк булһа, бынамын тигән пар ат табып килтерәм. Ә сана, Моратша бай төшөндә лә күрмәгән сана булыр.

Мәғфүрә тауышын күтәреп уға ҡаршы төштө:

— Ҡуйсәле, һин туҙға яҙмағанды һөйләмә лә. Бына Айбулат Рәхимә еңгәмдәргә барһын, һөйләшһен. Кисә ул бик ыңғайланғайны. Ҡайнаға менән дә кәңәшеп ҡарарға булғайны. Кенә ҡыуып эш сыҡмаҫ, үткән эштән төш яҡшы, бер барып ҡара, Айбулат.

Ҡотлояр, сынаяғын шарт түңкәреп, аҫтындағы мендәрен мөйөшкә ырғытты ла һуҙылып ятты.

— Бирер һиңә Рәхимә еңгәң, көтөп тор! Һин уларға эшләгәндә генә яҡшы ул. Йомошоң төшөп ҡараһын әле, күрерһең. Әйтәм бит, ҡыҙҙы алып ҡас та кит, Айбулат. Ҡурҡһаң, үҙем күсер булырмын.

Мәғфүрә бирешмәне:

— Юҡ менән болартма инде. Эште һәүетемсә генә бөтөрөргә кәрәк. Ана, Рәхимә...

Ҡотлояр ҡыҙып китте:

— Ҡартайғансы һиңә лә аҡыл ултырманы. “Рәхимә еңгәм, Ныязғол ҡайнағам” тип, ауыҙ һыуың ҡорой. Ун биш-егерме йыл шулар тупһаһында йөрөп ғүмер итәһең, әле булһа шуларҙың ҡылыҡтарына төшөнмәйһең. Ғәзимәһе туп-тура әйтә, ә Рәхимәһе, йомшаҡ түшәп, ҡатыға ултырта. Миңлекәйе ул — ҡала юхаһы. Бер әйләнеп, биш тулғанып, эҫеңә инә лә аҡтыҡ киҫәгеңде үҙенә ҡалдыра. Ныязғол суфый булып, хәҙрәткә мөрит булып йөрөй, ә ҡалала һин уны күрһәң ине, араҡы эсеп, фәхишәләрҙән ҡайтмай. Имайҙың телгә алырлығы ла юҡ, имәнес. Һаман шулар яҡшы һиңә.

— Бигерәк тә телең әсе инде. Гонаһынан ҡурҡмай, арыу кешеләр тураһында әллә ниҙәр һөйләйһең. Ишетеп ҡала күрмәһендәр, алла һаҡлаһын. Уларҙың яҡшымы-яманмы икәнен тикшереү менән мин нисек әйтәйем? Аҙ булһа ла, ярҙамдары теймәҫме тип йөрөнөм шул. Һин үҙең ситтә йөрөп күҙең күрмәгәс тә, беҙгә бында еңел тиһеңме әллә? — Мәғфүрәнең тауышы ҡалтырап, күҙенә йәш эркелде.

Ҡотлояр уға төмһәүеп ҡараны ла йәлләпме, ни эшләп, өндәшмәне, ә Айбулатҡа:

— Барһаң, барып әйлән. Минең әйткәнде иҫеңдә тот. Ныязғол һиңә ярҙам иткән хәлдә лә ул уның өсөн биш ҡат тиреңде һуйып түләтәсәк. Күр ҙә тор, — тине.

Уларҙың үҙе өсөн ирәгешкәндәренә эсе бошоп тыңлап ултырған Айбулат Ҡотлоярҙың һуңғы һүҙҙәренән ҡырҡа ҡарарға килде.

— Ярай, ни булһа булыр, барып ҡарайым әле, — тине ул.





Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   10   ...   26


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет