ЫрғЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



жүктеу 5.76 Mb.
бет9/26
Дата21.04.2019
өлшемі5.76 Mb.
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   26

Ҡайғылы хәбәр

Гөлйөҙөм өйҙәге эштәрен иртә үк бөтөрҙө. Буш ваҡытында әңгәмәләшеп ултырырға әхирәте Яланбикә өйҙә юҡ, ҡунаҡтан ҡайтмаған. Шуға күрә ул, ҡаба төбө алып ҡайтып, йөн эше менән булашырға уйлап, кәзәкейҙән генә Хәмдиә еңгәһенә китте.

Бөгөн уның күңеле күтәренке. Йөрәге, әллә ниндәй бер еңел генә шатлыҡ осҡоно төшкән кеүек, йылы ғына булып елпелдәп һуға ине.

Ул барып инеү менән, еңгәһенең усаҡ янында сүкәйеп ултырғанын күреп, артынан килеп муйынынан ҡосаҡлап тартып йыҡты ла рәхәтләнеп көлдө.

— Эй, еңгә, төптө хәлең юҡ икән. Серәкәй! — тине. Еңгәһе:

— Ай шаян ҡыҙ, билемде ауырттыраһың бит, — тип ҡысҡырып ебәрҙе лә, усына таянып тороп, үҙе лә бергә көлөштө: — Әйҙә, әйҙә, шаярып, уйнап ҡал. Бына үҙеңде старшина улына биреп ашаһаҡ, һин дә серәкәй кеүек кенә булып ҡалырһың әле, — тине.

— Бирә, бирмәй ни! Мине ашап, бирән ҡорһаҡ булырһың. Барамдыр шул мин уға. — Ул, һаман шаян көлөп, урындыҡ ситенә барып ултырҙы. Хәмдиә, усаҡта сытырлап янған сағыр төбөрҙәрен төҙәтә-төҙәтә, бикәсенә сер систе:

— Бармай ни хәл итерһең. Эште бөтөргәндәр инде. Гөлйөҙөм, аптыраулы, ышанмаған күҙҙәрен тултырып, еңгәһенә ҡараны, ҡаушаған тауыш менән:

— Еңгә, юрый алдатаһыңмы әллә ысынды һөйләйһеңме? — тип һораны.

Хәмдиә уның янына килеп, яурынына ҡулын һалды.

— Юҡ, бикәскәйем, уйнап һөйләмәйем, ысын, — тине. — Мин ул эште бынан бер йома элек ишетһәм дә, һиңә әйтергә йәлләп йөрөнөм. Әле бөгөн бына ҡәйнәм: “Килешеп бөттөк, туй-ярағын күрә башларға кәрәк”, — тигәс, түҙмәй, һиңә әйтеп тороуым. Берүк мин әйткәнде кешегә белгертмә, йәнемде алырҙар.

Быға тиклем уйнап-көлөп һөйләнгән был хәбәрҙең бындай ысын төҫ алып китеүенә Гөлйөҙөмдөң ышанғыһы килмәне. Тик еңгәһенең бөтә ваҡ-төйәктәре менән ентекләп һөйләүе уны ышандыра бара ине.

— Ҡайным үткән кесаҙна көнө ғөшөр биргән саҡта муллаға кәңәш итеп ҡараған икән. “Бына, хәҙрәт, беҙҙең ҡыҙыбыҙ үҫте, төрлө яҡтан яусылай башланылар. Айҙар мәрхүмдең улы Айбулат та һүҙ һалдыра”, — тип кәңәшкән икән. Мулла тамаҡ ҡырған булды ла, ти: “Йә, Үмәр аҙамат, уның ниһенә ҡабаланаһың, ашығыу шайтан эше, ҡыҙыңдың йәше лә етмәгән, никах уҡырға ла иртә”, — тигән, ти. Әле инде мулланың кейәүе Дәүләт купецҡа Моратша бай килеп төшөп, уның улын яусы итеп йөрөтә башлағас, үҙенең был һүҙҙәрен онотҡан, ахыры. Хәҙер: “Бынан да ҡулай урынды ҡайҙан табаһың, изге эште ҡабаландырған яҡшы булыр”, — тип әйтә, ти. Ағайың уларҙың араларында йөрөп бөтәһен дә ишетеп ҡайтып һөйләй. Муллаңдың шәриғәте лә шул, сей тире һымаҡ, ҡайҙа теләһә, шунда һуҙыла, ти. Ҡыҙҙы харап итәләр инде, ти. Бөгөн иртәнсәк ул ҡайныма кире ҡағыу тураһында әйтеп ҡарайым тигәнсә, арыу уҡ һүҙгә килешеп алғандар. Ҡайным ағайыңдың туҙаҡайын ғына осора, ти.

Хәмдиә һаман һөйләне. Гөлйөҙөм уның һайын ҡайғырҙы. Еңгәһенән өтәләнеп һораны:

— Еңгә, бөтөнләй һөйләшеп бөткәндәрме ни инде?

— Әйтәм бит инде, оҙаҡламай никах уҡыталар. Никахҡа бер һарыҡ, йөҙ ҡырҡ һум мәһәр, туйҙа бер тыу бейә, ҡалымына ла бер һимеҙ йылҡы малы, ҡайныма бер сапан, ҡәйнәмә инә туны, һиңә бер ҡат яҡшы кейем, тағы әллә нәмәләр алырға һөйләшкәндәр.

Гөлйөҙөм ни эшләргә лә белмәне. Бер тәҙрә янына барҙы, бер еңгәһе янына килде. Ул ҡуҙғалған һайын, сәс тәңкәләре ҡаҡлығып сылтыранылар. Алһыу йөҙө бер ҡыҙарҙы, бер ағарҙы. Көлөп, һөйөп ҡарауҙан башҡаны белмәгән матур күҙҙәре ҡайҙа туҡтарға белмәй яндылар. Тел әйтергә һүҙ тапманы. Ул үҙенең йөҙөк-беләҙектәр менән тулған ҡулдарына күҙ һалды. Бына уның урта бармағында Айбулат бүләк итеп биргән көмөш балдаҡ. Ул уны, кешеләргә күрһәтмәҫкә тырышып, һаҡлап ҡына кейә. Эй, Айбулат...

— Юк, еңгә, мин ул кешегә мәңге барасаҡ түгелмен. Еңгә, үҙең беләһең бит инде, Айбулат... — Уның тауышы ҡалтыраны, һүҙенең аръяғын әйтә алманы. Күҙҙәренән эре-эре йәш бөрсөктәре тәгәрәп төштөләр.

Был Гөлйөҙөмдөң башланып өлгөрмәгән йәш ғүмеренең беренсе ҡайғыһының тәүге йәш бөрсөктәре ине.

Еңгәһе, өндәшмәй бер аҙ торғандан һуң, йәлләгән тауыш менән уны әүрәтте:

— Белгән менән ҡалайтайым һуң, Йөҙөкәс. Ҡайнымдың һүҙенән берәү ҙә сыға алмай. Ул үҙ ғүмеренә байый алмаһа ла, мал тип хәлдән тая. Моратша байҙың фәләнсә баш йылҡыһы, төгәнсә баш һыйыры, тип ауыҙ һыуы ҡорой. Уны еңеү ҡайҙа ул. Нисек булһа ла, күнергә кәрәк. Бына ағайыңды ла мин ниндәй кеше икәнен дә белмәй килдем. Шунда ла һәйбәт торабыҙ. Һин дә шулай күнеп китерһең әле... — Ул Гөлйөҙөмдө йыуатырға ошонан да яҡшы һүҙҙәр таба алманы. Үҙенең уйҙар ебен ялғап алып киткән һымаҡ, сытырлап янған усағына ҡарап сүкәйеп ултырҙы ла, уң ҡулы менән эйәгенә таянып, тынып ҡалды.

Гөлйөҙөм өҙөлгән тауыш менән:

— Ҡуй инде, еңгә, башымды ашайҙар бит инде!.. — тине лә, буҫығып илап, урындыҡ ситенә ауҙы. Уның күңелендә тик Айбулатты ғына күреү, уға бөтәһен һөйләп, унан ярҙам көтөү ине.

Барыбер яттарға ҡалдырмам

Үмәрҙең, ҡыҙы алдында тауыш сығармаҫҡа булһа ла, йыуаш төҫ менән тырҫылдап, юҡ-барға мыжыуы уның кәйефенең насар икәнлеген белдерә ине. Гөлйөҙөм сығып киткәс, ул Муйылбикәгә кисәге һүҙҙәрен ныҡланы.

— Ҡыҙыңдың ике аяғының береһен кешегә атлатма. Изге эште ен аралап ҡуйһа, алдың өлөштө! Ишеттеңме әле һин, ауыл араһында ниндәй яман хәбәр таралған? Әгәр ҡыҙыңдың шул йолҡош көтөүсе менән исем-атағы сыҡһа, бел уны, муйыныңды өҙөрмөн!

Муйылбикә Гөлйөҙөм менән Айбулаттың яратышыуы тураһында сала-сарпы ишетелгән хәбәрҙәргә бик ныҡ ҡолаҡ һалһа ла, анығын белә алманы. Ҡыҙының бик тыныс йөрөүе, уйынға-фәләнгә бармауы тураһында уйлап, бер нәмә лә юҡтыр, тигән өмөт менән эстән тынып йөрөй ине. Кисә Хәмдиәнең: “Гөлйөҙөм ер-һыу илай. Бармайым, тип әйтә”, — тигән һүҙҙәренән эсе ҡайнаны. Берҙән, ҡыҙын йәлләп, икенсенән, ҡартынан ҡурҡып: “И Аллам, үҙең дуҫ-дошман көлкөһөнән һаҡла”, — тип аллаға тапшырып, никах уҡытҡас, никах һыуы менән бит, ҡулын йыуындырырмын да бөтөр әле, тип шым ғына илап ҡуйҙы.

Айбулат Гөлйөҙөмдө алып ҡасырға һағалай икән тип ишеткәс тә, дошман һүҙе булыр, күрә алмайҙарҙыр, тип ышанмаҫҡа уйланы. Ләкин ҡартының көн дә ҡайтып бөтә асыуын уға төшөрөүенә ул түҙмәне. Ҡартына ҡаршы һүҙҙәр әйтте.

— Башымды ғына ҡаңғырттың, әйтәгүр! Ҡарғалай ҡалҡмаған баланы биреп ашайым тип, бөтә өйҙөң аҫтын-өҫкә килтерәһең. Шул Моратшаның яртаҡылына биреп, уларҙың байлығы беҙгә булыр тиһеңме? Айбулат көтөүсе имеш, үҙең әллә кемдер!

— Мин әйткәнмен, бөткән. Әйткәнде генә тыңла! — Үмәр ҡайҙалыр ашығып сығып китте.

Муйылбикә бөтә ҡайғы-ярһыуын өйгә моңайып ҡайтып ингән Гөлйөҙөмгә һелкеп һалды. Күҙ йәштәрен бер ағыҙып, бер һөртөп, ҡыҙын өгөтләргә тотондо:

— Был ни тигән эш инде, балам? Атайың булһа, атайың мине тереләй ашап алып бара. Һин булһаң, һин әленән-әле һүҙгә ҡалып бараһың. Мин ҡалай итәйем инде, ике уртала, ҡайһығыҙға булайым? Ысын һүҙме һуң ул, ни эшләп улай итеп атайың биргән ергә бармайым тигән хәбәр сығараһың? Атайың икебеҙҙе лә эт һыйыбыҙҙы китереп туҡмаһа, ил өҫтөндәге ояттан ҡайҙа барып йығылырбыҙ? Мин һине шулай баш-баштаҡ булһын — тип һылап-һыйпап үҫтерҙемме ни! Күкрәгемдең аҡ һөтөнөң ҡонон шулай ҡайтараһыңмы?

Гөлйөҙөм башын түбән эйгән көйө әсәһенең әрнеү, өгөттәрен тыңлап, өндәшмәй тик ултырҙы. Уға әсәһе бигерәк йәл тойолдо. Йәлләгән менән уны ни тип тынысландырырға үҙе лә белмәне. Уға бөтә хәсрәтен, бөтә уйҙарын, әллә ни генә эшләтһәләр ҙә, Моратша балаһына бармаясағын, утҡа-һыуға ырғытырбыҙ тип торһалар ҙа, Айбулатҡа китәсәген һөйләгеһе килде. Ләкин әсәй тигән ҡәҙерле, өлкән кешегә бындай эштәр тураһында бер ваҡытта ла һөйләргә ярамай, оят, тип тәрбиәләнгән Гөлйөҙөмгә бөгөн генә ундай батырлыҡ ҡайҙан килһен!

Әсәһе уны шулай орошоп та бер һүҙ ҙә ала алмағас, туйғансы үкһеп иланы ла: “Әллә балаҡайымды сихырланылармы икән? Моғайын, йә өшкөртөп эсергәндәрҙер, йә берәй шәлкем сәсен ҡырҡып алып, тупһаға күмгәндәрҙер. Башҡаса булмаҫ”, — тип . уйланы. Ул ҡыҙының өндәшмәүенән уның үҙенә буйһонмаясағын аңланы. Шулай булмағанда Гөлйөҙөм: “Юҡ, әсәкәйем, юҡты һөйләйҙәр, төптө юҡҡа көйәһең”, — тип әсәһен әүрәтер, үҙе лә бергә илашыр ине. Юҡ, бик һере тора. Харрас баҡшыға ғына барайым да, сихыр булһа, эҫе мәлендә ҡайтарта һалайым. Ысынлап та, кеше һүҙе дөрөҫкә сығып, Гөлйөҙөм ҡасып китә торған булһа, никах ҡылырға торған кейәү алдына, ҡоҙалар ҡаршыһына ни битең менән сыҡмаҡ кәрәк. Муйыл үҙенең был уйҙарынан ҡото осто. Ашыға-ашыға кейенде лә, башына һоро мамыҡ шәлен унан-бынан урап, ҡаталарын ҡабаланып эләктерҙе лә, имсе Барсын әбейгә, унан булмаһа, Харрас баҡшыға тип, йүгерекләп сығып китте. Әсәһе сығып киткәс, Гөлйөҙөм һулҡылдап иланы. Ҡайғы менән тулған күңелен йырлап йыуатты.

Әсәкәйем мине тапҡас,

Аҡ биләүгә биләгән,

Аҡ биләүҙәргә биләгән,

Бәхетле бул, тимәгән.

Ниңә үҫтем, ниңә булдым мин ҡыҙ

Үҙ теләгем менән тормағас,

Ни эшләтәйем йәннәт һине күреп,

Тиңем менән бергә булмағас.

Ул, илап та, йырлап та арығас, көйәнтә, силәктәрен алып, Ырғыҙҙың ялтыр боҙҙарында уйылған мәкегә һыуға китте.

Һыуға барырға алыҫ түгел. Уларҙың келәте артынан йылғаға текә генә тау төшә. Бәләкәй сағында Гөлйөҙөм ҡыштың ҡыш буйы иптәш ҡыҙҙары менән өшөп, ҡыҙарып, ошо тауҙа шүмән эйә торғайны. Шүмән зыулатып ел сығарып, ҡар туҙандарын туҙҙырып тау түбәненә осоп китә лә, үҙенең ҡыҙыуы менән йылға буйлап әллә ҡайҙа шыуып китә. Ҡыҙҙар, сыр-сыу килеп, береһен-береһе ҡыуышалар. Ҡайһылары юлда йығылып төшөп ҡалалар, ҡысҡырышып көлөшәләр ине.

Эй ул бала саҡтар!..

Хәҙер атаһы тауҙың был еренән киртләсләп баҫҡыс яһаған, ат эсерергә, һыуға төшөргө юл һалған. Көн кисәүләгән, кешеләр өйҙәренә ут алғандар. Кис матур. Аяҙ зәңгәр күктә эре йондоҙҙар йылмылдай. Аҡ ҡарҙың һалҡынса булып биткә бәрелгән һыуығы Гөлйөҙөмдө бер аҙ тынысландырҙы. Ул, башын түбән баҫып, уйланып атлап, яйлап ҡына мәке янына барып етте. Мәкенең биҙәкләнеп, ҡаймаҡланып туңа башлаған йоҡа боҙон көйәнтә башы менән һуғып тиште. Уның һуғыуынан сыңҡылдап сыҡҡан боҙ тауышы йылға буйына тәгәрәне.

Ул, силәген батырып һыу алайым тип эйелгәндә генә, йомшаҡ ҡына итеп ҡар шығырлаған тауышты ишетте. Һыуҙың арғы яҡ яр башында ҡапыл ғына кемдер берәү гармун уйнап ебәрҙе. Гөлйөҙөм һиҫкәнеп башын күтәрҙе. Гармунға Айбулат, Исхаҡ, тағы бер нисә егет йырлап ҡушылдылар. Улар, Гөлйөҙөмдөң үҙҙәрен абайлағанын күргәс тә, йырлай-йырлай түбән төштөләр.



Абау алла тиһәм дә,

Тиһәм дә, тимәһәм дә,

Барыбер яттарға ҡалаһың,

Өҙөлөп-өҙөлөп һөйһәм дә.

Айбулат, көрт аша һикереп, Гөлйөҙөм янына төштө. Ул, үҙенең ҡайғыһын белгертмәҫ өсөн, Гөлйөҙөмгә ҡарап йылмайҙы ла, ашығып һуҡҡан йөрәген тыйырға тырышып, аҡрын ғына итеп:

— Гөлйөҙөм... — тине.

Гөлйөҙөм, быны ишеткәс, бөтә быуындары ҡалтырап, Айбулатҡа мөлдөрәп ҡараны.

Айбулат, уның йөҙөндәге был тиклем ҙур үҙгәреште күргәс, аптырап та, уны йәлләп тә, тағы ла аҡрыныраҡ тауыш менән:

— Гөлйөҙөм, һиңә ни булды?.. — тине. Яҡыныраҡ атланы. Ләкин был мәке ҡарҙары аҙ ғына ҡаплаған асыҡ урында бөтөнләй яҡын килеү ҡурҡыныс, һәр кемдең күреүе мөмкин ине. Гөлйөҙөм Айбулатты күреү шатлығынан да, башына төшкән ҡайғынан да тулҡынып ҡайнаған йөрәгенең дөпөлдәп һуғыуын хатта үҙе ишетә ине. Ул Айбулатҡа ни тип әйтергә лә белмәне. Был минут эсендә ни генә әйтеп аңлатаһың. Ул көслөк менән:

— Бер нәмә лә булманы... — тигән булды.

Уның бөтә хәлен һүҙһеҙ аңлаған Айбулат, үҙе лә йөрәк өҙөп барған әрнеү менән көрәшеп, тыныс булырға һәм Гөлйөҙөмдө лә Тынысландырырға тырышты:

— Гөлйөҙөм, һин ҡайғырма. Улар теләһә һине Ҡаф тауы артына алып барып ташлаһындар, барыбер мин һине улар ҡулында ҡалдырасаҡ түгелмен. Йөҙөкәс, үҙең беләһең, мин ебәргән яусыны атайыңдар ҡырҡа кире һуғып ҡайтарҙылар. Тегегә бирергә килешеп бөткәндәр икән.

Һуңғы һүҙҙәр Гөлйөҙөмдөң йөрәген әрнетеп сәнселделәр. Ул, быға тиклем булған бөтә тартыныуҙарын онотоп, башын ҡапыл артҡа ташлап, Айбулатҡа тура ҡараны. Уның был ҡарашында шул тиклем ҡыйыулыҡ, ҡырҡыулыҡ бар ине. Ул Айбулаттың һүҙҙәре әйтелеп бөтмәйенсә үк:

— Юҡ, Айбулат, мин ул кешегә үлтерһәләр ҙә бармайым, — тине.

Айбулат, күптән анһығып көтөлгән был ҡиммәтле һүҙҙәрҙе ишеткәс, үҙе лә һиҙмәҫтән шатланып ҡысҡырып ебәрҙе:

— Ысынмы, Гөлйөҙөм? Улай булһа, әйҙә, икәүләп берәй яҡҡа башыбыҙҙы алып сығайыҡ та китәйек! Әгәр һин ҡурҡмаһаң, кеше һүҙе тимәһәң, риза булһаң? Гөлйөҙөм?..

Гөлйөҙөм быға тиклем томанлы ғына уйлап йөрөгән был “кейәүгә ҡасып китеү” тигән хурлыҡлы атаҡтың бөгөн, ысынлап та, күҙ алдына килеп баҫыуына аптырап ҡалды. Ул был хәлдән һуң үҙен ни тиклем язалар көткәнен белә. Ата-әсәһенең ҡарғышы, үсле кешеләрҙең шатлығы, мулланың теге донъяла башы мәңге тамуҡтан сыҡмаҫ тип ҡурҡытыуҙары, старостаның ҡарттар менән бергәләп уның йөҙҙәренә ҡором буяп, алама септәләр тағып, муйынына ат ҡамыты кейҙереп: “Минән ғибрәт алығыҙ”, — тип урам буйлатып йөрөтөп ҡысҡыртырға ҡушыуы, бирелгән иренең, урядниктар менән килеп, ҡыҙҙың сәсенән һөйрәп туҡмап алып ҡайтыу фажиғәләре, барыһы ла йәшен тиҙлеге менән уның уйынан үттеләр. Ул тағы ла Айбулатҡа инәлеп ҡарап икеләнде:

— Эй, Айбулат. Оят булыр бит. Биткә ҡара яғырҙар. Урамда йөрөтөрҙәр, үрәдниктәр килер, һиңә ауырлығы төшөр. Тимерғәле олатайымды тағы ла ебәреп ҡара.

— Ярай, Гөлйөҙөм, тағы ла ебәрермен. Әгәр һаман күнмәһәләр, китербеҙ, Йөҙөкәс! Ҡурҡма, берәүһенән дә тырнаҡ менән дә сирттермәм. Әллә ҡайҙа китербеҙ, Йөҙөкәс! Ваҡыт аҙ ҡалды. Беҙгә тик бер генә юл шул инде, — ул үткер күҙҙәрен шул тиклем йомшаҡ, иркә итеп Гөлйөҙөмгә текләне лә яуап көттө.

Ошо ҡараш Гөлйөҙөмгә ышаныс бирҙе. Эсендәге бөтә ауырлығын тышҡа бөрккән кеүек, тәрән тын алды ла:

— Ул ваҡытта... китербеҙ, — тине.

Айбулат был яуапты ишетеү менән бик ныҡ шатланды. Тағы ла аҙ ғына яҡыныраҡ атланы. Уның Гөлйөҙөмдө ҡыҫып ҡосаҡлағыһы, күтәреп алғыһы килде. Ләкин был урында ул мөмкин түгел ине. Ул тик бик аҡрын тауыш менән генә:

— Гөлйөҙөм, йәнем, бәғерем... вәғәҙә, — тине. Гөлйөҙөм өндәшмәне. Эйелеп силәктәрен күтәрҙе. Ул арала ҡайҙалыр йәшенеп көтөп торған Исхаҡ килеп етте. Ул:

— Тиҙ бул, Айбулат! — тине. Улар йүгерә-атлай китеп барҙылар.

Ҡыҙың сихырланған

Муйылбикә, баҡшы Барсын әбейҙән ҡаратып, әле килгән үҙе менән бер туған апаһына башына төшкән ауыр хәлен һөйләп ултыра.

— Бына, апай, иҫ киткес эштәр булып китте. Йә, исмаһам, һин юҡһың. Ауыл ашаһы ер бит. Йыш килә алмайһың. Кемгә барып кәңәш итергә лә аптырайым. Әле бына Барсын әбейгә барҙым. Уның күршеһе Сәхиптең кесе улы сәсрәп ауырып киткән. Шуға ҡот ҡойорға барған. Эттән ҡурҡҡан икән, ҡурғашында ялбыр эт һүрәте төшә, ти. Шуны көтөп ултырып оҙаҡланым. Ҡайтҡас, кейеҙ өҫтөнә йәйеп, ноҡот һалып ҡараны. “Бик ваҡытлы килгәнһең. Тап ошо икенде-аҡшам араһында ҡараһаң, күренә инде ул”, — тине. Ҡайтып ингәс тә шулай, ти, хикмәт шикелле. Мин әле уға ниңә килгәнемде лә әйткәнем юҡ. Баҡшы тиһәң, баҡшы инде.

— Бына, тине, ете төн уртаһында тороп барып, мәкенән бер сүместәй һыу алып ошо тоҙҙо иҙ ҙә ҡыҙыңдың ятҡан Сәсе-башы туҙған, өй эсе боларып бөткән, һыуыҡ, бахырҡайҙың. Бер баш ҡорот менән ҡыйырсыҡ икмәк бирҙем. Ҡыуана-ҡыуана ҡараны. Шул. Баяғы ҡырҡ бер ноҡотто әллә нисә бүлде. Һаман бер төҫ сыға, ти. Өшкөртөп эсергәндәр, ҡыҙыңдың сәсен ҡырҡып алып, ҡырҡ төйөн төйнәп, тупһаңа ла күмгәндәр, ти. Сихыр ғәләмәте, күрәләтә сихыр ғәләмәте, ти. Хәҙер ана шул тупһанан Аша атлаған һайын йөрәгенә елкереп, күңеле әләңләп тора икән, ти. Әйтерһең, берәү алдан һөйләп ҡуйған тиерһең. Ғәжәп шикелле бына, өҫтөнә генә баҫып әйтеп тик ултыра. Шуға аҙыраҡ күңелем тынысланып ҡайтты әле. Бына өшкөргән тоҙ бирҙе ул. — Муйыл яулыҡ осондағы бер семтем тоҙҙо усына ҡағып алып, мейес соҡалағындағы бер ағас ҡалаҡҡа бушатып, өҫтөн сепрәк менән ябып ҡуйҙы. Үҙе һүҙендә булды:

— Бына тине, ете төн уртаһында тороп барып мәкенән бер сүместәй һыу алып ошо тоҙҙо иҙ ҙә ҡыҙыңдың ятҡан урын-еренә һибәлә, шунан ҡалғанын таң ваҡытында алып сығып тупһаңдың тыш яғына эргәләтеп кенә ҡойоп сыҡ. Алла бирһә, ҡул менән һыпырып алған кеүек булыр, тине. Бөгөн шулай итеп ҡарайым әле. Харрас баҡшыға ла барайым тигәйнем, Барсын ебәрмәне. Ҡуй, йөрөмә, бына минең әйткәнде генә эшлә, тине. Шунан мин уйлайым, әллә, ҡороғоро, үҙе сихырлаған булып, үҙе ҡайтарамы икән, тим. Булмаһа, бигерәк белеп тотондо бит. Уны халыҡ бик һөйләй, бик әмәлсе, тиҙәр. Ер аяғы ер башынан килеп ҡараталар бит.

Ғәззә әбей алыҫ юлдан йәйәүләп, өшөп, арып килгән. Ул мейескә арҡаһын терәп ултырып, туғанының һүҙҙәрен иғтибар менән тыңлай. Ул Муйылға ҡарағанда байтаҡ оло. Йәшенә ҡарап, ҡыйыҡса ташлап таҫтар бәйләргә күсмәһә лә, йыйырсыҡлы бите, нужа менән баҫылған күҙҙәре уны тағы ла ҡартыраҡ күрһәтәләр. Йәштән тол ҡалып, етем балалар аҫрап үҫтереп, ул донъяның әсе-сөсөһөн Муйылға ҡарағанда күп күргән. Сихыр хәлдәрен дә күп ишеткән. Ләкин донъяның бөтә ауырлығын үҙ өҫтөндә үткәрә килгән был тәжрибәле, аҡыллы ҡарсыҡ ундай юҡ-барҙарға бик күптән ышанысын юғалтҡан ине. “Ҡуй, булмаҫ. Кешенең маңлайына яҙылғанды берәү ҙә имләп кенә үҙгәртә алмаҫ. Уның менән яҙмыш юйылмаҫ. Күргәнбеҙ инде. Бәхетең булмаһа, башыңды бөгәһең дә ҡамытыңды һөйрәй бирәһең икән ул”, — ти торғайны. Бөгөн дә ул һеңлеһенең былай өтәләнеп йөрөүенә, ышанып һөйләүенә ысынлап ҡолаҡ һалһа ла, эсенән ышанманы. Ләкин башҡа ваҡыттарҙағы кеүек, ҡырҡа ҡаршы төшөп тә, уның күңелен һындырғыһы килмәне. Муйылдың һүҙе бөткәс:

— Ярай инде, маташтырып ҡара, тик балаға бер нәмә лә эсерә күрмә. Һыу һөлөгөндәй һылыу ҡыҙҙы аяҡтан йығып, ситлеккә бикләгән һандуғастай итеп һарғайтырға ни йәнең тарта? Ишеткәс тә күңелем ытырғанды. Исмаһам, һин ризалыҡ бирмәһәңсе? — тине Ғәззә әбей.

Уның был һүҙҙәренән Муйылдың хәтере ҡалды. Иламһыраған үпкәләү тауышы менән:

— И апай, кейәүеңдең холҡон беләһең бит. Беребеҙҙе лә тыңламай. Ирешеп, талашып та бөттөк инде. Риза булыу ҡайҙа ул. Ҡартҡа, толға, үгәй өҫтөнә килеп, үҙем аҙ ҡайғы күрҙемме? Яңғыҙ баламдың үҙ тиңе менән йәшәүенә мин ни эшләп ҡаршы булайым инде? — тине.

Һыу көйәнтәләп ҡайтҡан Гөлйөҙөм уларҙың һүҙен бүлде. Ул силәктәрен һикегә ултыртты ла, йүгереп килеп, Ғәззә инәһен ҡосаҡлап күреште. Ғәззә әбей уның арҡаһынан тапап һөйҙө, башынан һыйпаны. Ҡарт күҙҙәре менән уның йөҙөнә иркәләп ҡараны ла:

— Собханалла, ҡайһылай ҙурайып үҫкәнһең. Һау ғына бул. Бәхетле бул, — тине.

Ҡанат ҡаҡҡанда

Йоманан сыҡҡас, Тимерғәле ҡарт юлда Ныязғолдо осратырға тырышты. Һүҙҙән һүҙ сығарған кеше булып, уратып-ҡыялатып, Айбулат тураһында һүҙ асты.

— Ай Ныязғол ҡусты, ғүмер үтә бит. Һә тигәнсе йомаһы ла килеп етеп тора. Ел кеүек үтә. Әле бына ҡасан ғына һинең атайың мәрхүм менән ошолайтып мәсеттән ҡатарлап ҡайта торғайныҡ. Бик ир-егет ине, мәрхүмең. Иманы юлдаш булһын.

— Шулай, Тимерғәле ағай. Фани донъя шулай үтә тора. Беҙ генә донъя ҡыуабыҙ тигән булып, ҡасан үлеребеҙҙе белмәй, алланы иҫтән сығарып ташлайбыҙ.

— Хәлдән килгәне шул инде. Үҙе ҡабул итһен. Бына әле һинең артыңдан ҡарап килдем дә, йөрөшөң хас атайың. Ә холҡоң уға оҡшап етмәгән.

Төлкө тунды ярпайтып асып, йәйрәп барған Ныязғол, үҙенең ғәҙәте буйынса, Тимер ҡартҡа ҡарамай ғына еңел көлдө:

— Һе, ниңә улай тиһең, Тимерғәле ағай?

— Юҡ, былай, һүҙҙән генә әйтәм. Үҙең күреп тораһың да инде. Ҡустыңдың танау аҫтынан Моратшалар ҡыҙын тартып алып яталар, ә һин бер бостоҡ та бошмайһың.

— Һуң, бошоп ни, Айбулат һораған, улар бирмәгән. Егет булып йөрөп үҙе ҡыҙ ала алмағас, мин ҡалай итәйем. Әйҙә, бирһендәр. Ҡыҙҙың аҙағы булыр тиһеңме? — Ул ғәмһеҙ атлауында булды.

Ләкин Тимер ҡарт та унан ҡалышманы:

— Бына шуның өсөн әйтәм дә шул. Атайың бахыр булһа, шул Моратша тоҡомона сер биреп, үҙ нәҫеле алам тип торған ҡыҙҙы уларға ебәреп торор инеме, бик намыҫлы ир ине бит ул, бахырың! Моратша бай, Үмәр ҡыҙын улына алып бирһә: “Бына Бөрйән тоҡомоноң күҙ терәп торған һылыу ҡыҙын тартып алдыҡ. Ныязғолға мал түгел, ҡыҙ алыу ҡайҙа ул һыҡмырға, ҡырҡһаң ҡаны сыҡмаҫ, шундай һаран”, — тип маҡтаныр инде. Әле кисә Дәүләт купецтарға тәкә һуйып бирергә барҙым. Әйткәс, тыңлайым тип барғайным, аш ашарға ла ҡалдырҙылар. Шул, Моратша эстәршинә ярыла бит. “Мин көтөүселәр менән ярышып та тормайым, ти. Ныязғолдоң ата-бабаһының сабата кейеп бесән сабып йөрөгән сағы бына ғына тора. Ә беҙҙең тоҡом борон-борондан Буҙыҡай кантондан килә”, — ти. Ауыҙына һуғып булмай, һөйләй.

— Һуң, көтөүсе тиһә ни, мин көтөүсе түгел дә.

— Һин булмаған менән, Айбулат шул уҡ беҙҙең егет бит. Исеме бит уның, дан китеүе. Айбулат, малы булһа, аямаҫ ине, юҡты ҡайҙан алһын. Әгәр һин керешһәң, шул Үмәр ҡартты күндереп булмаҫ инеме? Аҡса ғына кәрәк. Һиңә ул сүп тә түгел бит. Бына унда һүҙең дә һүҙ булыр, үҙең дә еңгән исеме күтәрер инең.

Ныязғол Тимерғәленең был һүҙҙәренән тәрән уйға төштө.

...Ысынлап та, Моратша бай тоҡомо менән унар йыл буйына һуҙылып килгән талашты ул ни эшләп онотоп ебәрҙе һуң әле? Атаһы мәрхүм, Өсүҙәндән күсеп килеп, Ырғыҙ буйында ер бүлешкәндән бирле: “Улар беҙҙең ҡан дошман, уларға үткәндә сәләм дә бирмә”, — ти торғайны. Үткән һайлауҙа Ныязғолдоң старшина булыуына ла ул киҫә арҡыры төшөп үҙе ултырҙы. Хәҙер бына байлыҡ мулайҙы. Киләһе һайлауҙа үҙенә старшина булып үтергә кәрәк. Имай: “Уның кәрәге юҡ, аҡсаң ғына күп булһын”, — ти ҙә бит, был дөрөҫ түгел. Хөкөм үҙ ҡулыңда булғас, ни эшләһәң дә — үткәреп була. Тик бына шул Моратша кеүек дошмандарҙы еңергә кәрәк. Улар тағы ла алдан әҙерләнеп аяҡ салырға тырышасаҡтар. Ҡара һин уны, өсөнсө көн генә килеп түремдә ҡунаҡ булды. Ул әле булһа килеп Ныязғолдоң ашын ашай, сығып ғәйбәтен ашай икән. Тимәк, тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай. Айбулаты ла ҡандай мәшәҡәткә тарытты. Үҙе сәсрәп китһен ине лә, исемде һата бит әле... Ул туҡтаны ла бөтә кәүҙәһе менән Тимерғәлегә боролдо:

— Йә, һин һуң, Тимерғәле ағай, ошо хәбәрҙәрҙе ишетә тороп, ниңә әллә ҡасан килеп әйтмәнең уны? Хәҙер көнө еткәс, эш таҡалып терәлгәс, килеп хәбәр һөйләйһең.

— Һүҙ йөрөтөү минең эшем түгел, әле тик һүҙ ыңғайы сыҡҡанға әйтеп китәм. Айбулат тураһында Рәхимә киленгә нисә тапҡыр әйттем. Айбулат үҙе һиңә барҙы. Бергә сәй эскән саҡта, үҙең бит: “Минән эш ҡалмаҫ”, — тигәнһең.

— Һин, Тимерғәле ағай, ҡарт башың менән юҡты һөйләйһең! Ир кеше бисәләре менән аҡыллаша торғайнымы? Уларҙың сәсе оҙон, аҡылы ҡыҫҡа бит ул. Айбулаты тағы, ауыҙына йөҙөк йәшереп, өндәшмәй-тындашмай сәй эсте лә ҡайтып китте. Мин уның ни уйлағанын ҡайҙан беләйем?

— Донъя күргән иргә сәйнәп ҡаптырыу кәрәкмәй. Кешенең тын алғанын да һиҙә белергә кәрәк. Айбулаттың башында бала аҡылы. Беҙгә үҙебеҙгә уйлашырға кәрәк.

Ныязғол ҡыҙып китте:

— Әйҙә, Тимерғәле ағай, хәҙер үк Үмәр ҡартҡа минең исемдән яусы булып бар. Ул Айбулат алйотлоғона ҡарап, бында дан һатыр хәл юҡ әле. Шул бит, ана, етем аҫрап изгелек күрәһеңме ни? Ни саҡлыға төшһә лә, Үмәрҙе кире дүндереп, ҡыҙҙы һалдырып алырға кәрәк. — Үҙе күңелдән тиҙ генә иҫәпләп алды. “Бер йөҙ, ике йөҙ, өс йөҙ сыҡһын. Шунан Айбулат та быға тиклем даулашып йөрөгән бер душ ере тураһында өндәшә алмаҫ. Ошо расходҡа һуғаһың да ҡуяһың”. Был ҡарарҙан уға тағы ла күңеллерәк булып китте. “Бер юлы ике ҡуян атыла бит”, — тип уйланы ул.

— Ана шулай кәрәк шул! Исмаһам, ир һүҙе ишетәм. Туҡта, мин өйгә генә инеп сығайым да йомошомда булырмын, һиңә тиҙ үк хәбәр итермен.

Тимерғәле, шатлығынан йүгерә-атлай, өйөнә, унан сығып, Ҡотлоярға килеп, дошманын еңгән батыр һымаҡ, башын ҡаҡайтып хәбәрҙе һалды:

— Иллә, йығылһам йығылдым, айҙы күккә сығарҙым тигәндәй, Ныязғолдоң ауыртҡан еренән тотоп ҡысҡырттым әле! Утҡа баҫҡан бесәй һымаҡ, ҡайҙа баҫыр урынын тапмай, өйөнә китте. Намыҫҡа текәлгәс, шулай була ул, хатта сәй эсергә лә саҡырҙы.

Унан шаулашып һораштылар. Ул яңынан һәйбәтләп, берәмләп, булған бөтә һөйләшкәнде ҡабатланы.

Быға ышанысһыҙ ҡараған Ҡотлояр, усаҡ көлдөксәһе ҡаршыһында тәмәкеһен боролдатып өрә-өрә, мыҫҡыллы көлдө:

— Йә, йә, кем еңер икән. Ныязғол да улай иреп киткәс, таштар сәскә атыр инде. Иртән ҡояш кире яҡтан сыҡмаһа ярар ине. Мәғфүрә ирен орошоп ташланы:

— Ай-һай, һинең шул телеңде! Эш ыңғайланғанда кеше кирегә һөйләмәһен ул!

Көтөлмәгән был боролоштан аптырап ҡалған Айбулат ишек төбөндәге һандыҡ өҫтөнә йыйылған ҡораҡ юрғанлы, ала тышлы яҫтыҡлы урынға һөйкәлеп, уларҙың һөйләшкәнен һүҙһеҙ тыңланы. Ул был сыр-сыуҙың бик һуң булғанын, Ныязғол менән Тимерғәле ҡарттың хәҙер инде никахҡа килеп терәлгән эште кире һүтә алмауҙарын яҡшы төшөнә ине. Шуға күрә, Тимерғәле ҡарт китеп, өйҙәге ҡупҡан тауыш баҫылғас, ул Ҡотлоярға кәңәш итте:

— Ағай, бөгөн кис никах уҡыйҙар, ти, бит. Мулла никахты уҡып өлгөрһә, эште кире һүтмәҫтәр бит?

Ҡотлояр, уға ҡарамай, тәмәке тартыуында булды. Бер аҙ уйлағас:

— Ә ҡыҙ ни ти һуң? — тине.

— Ул ни тиһен? Алып китһәң, китә лә барам, ти. Аҙағы нисек булыр икән? Кире алып ҡайтып, туҡмап, иренә көсләп биреп ебәрерҙәр тип ҡурҡабыҙ.

— Эй Айбулат, мин һине ир-егет икән тип уйлай торғайным. Бер толкһыҙ малай булып сығырһың, ахырыһы!

Айбулат ғәрләнеп ҡыҙарҙы ла ҡапыл урынынан торҙо:

— Ниңә шулай тиһең, һиңә кәңәшеп әйтәм бит! — тине.

— Ниңә, имеш. Ауыҙыңа сәйнәп ҡаптырғанды йота алмағаныңа асыу килә. Донъяла ҡуяндан ҡурҡып йәшәгәнсе, йәшәмәгәнең артыҡ. Гөлйөҙөм маладис ҡыҙ икән!

— Ни эшләйек һуң, шуға кәңәшәм дә баһа! Мин үҙем өсөн ҡурҡаммы ни, ҡуян, имеш!

— Мин һиңә әллә ҡасан әйттем. Ҡыҙҙы алып ҡас та кит. Бар, шунан эҙләп алһындар! Мулла китабынан фәтүәләр тапҡансы, һин Ивановкала булырһың. Ҡыҙ үҙе риза булғас, уны көсләп алырға закон юҡ ул. Алып кит тә, шау-шыу баҫылғансы, күҙҙәренә күренмә. Урыҫ ауылына барыуың яҡшы. Сөнки башҡорт ауылдарында хәбәр тиҙерәк таралып килеп етер.

— Ныязғол ағайға белгертәйемме, ул ни әйтер икән?

— Уның ни әйтеүе һиңә кәрәкмәй. Ул хәҙер Моратшаға ҡаршы сәмләнеп керешкәс, һинең турала уйламай ҙа ул. Хәҙер улар, ике әтәс кеүек, ер тырнап, бер-береһенә ырғышып сәкәләшәләр инде. Һин ҡыҙҙы алып китеүеңде бел. Ҡалғанын беҙ үҙебеҙ бында яйларбыҙ. Ныязғол, аҡсаһын йәлләмәһә, эште тиҙ төҙәтер. Төҙәтмәһә, ихтыяры, төкөр шуларға, инәлеп йөрөмә! Ҡайтып килергә ашыҡма. Ҡыйрап ятҡан донъяң юҡ әле. Бик оҙаҡҡа китһә, шунда берәй мулла һымаҡ кеше тап та, ижап ҡабул яһат. Указный мулла булмаһа, никах уҡый алмай ул. Ә былай ғына йөрөүегеҙ килешмәҫ. Мин хәҙер үк Расторгуй утарындағы Михайланың пар ҡара атын егеп ҡайтайым да, улар никах уҡып ҡайнашҡанда, һин Исхаҡты күсергә ултырт та, әйҙә, Ивановкаға һыҙ. Унда минең менән көтөү көткән Гаврилаға төш. Аттарыңды Исхаҡ кире ҡайтарып бирер ҙә үҙе, белмәмеш булып, өйҙө тик йөрөһөн. И шуңың менән эш тә бөтә.

— Атты бирһә ярар ине знакомың?

— Ул турала уйлап та тормайым. Бер һүҙһеҙ бирә. Михайла ул бик егет кеше. Ауыҙ ҙа астырмаҫ.

Ул арала тәҙрә төбөнән ялпылдап атлап Исхаҡ үтте. Ул өтәләнеп килеп инде.

— Әй Айбулат, булмаҫ, ахыры, Тимерғәле олатайым: “Үмәр ҡарт һөйләшмәй ҙә”, тип ҡайтып бара. “Ир һүҙе бер булыр, мин ҡурсаҡ уйнамайым”, тип әйтә, ти. — Ул тағы ниҙер әйтергә ахылдап тотонғайны, Айбулат уның һүҙен бүлде:

— Ярар, Исхаҡ. Теләһә ни эшләһендәр. Беҙ бында икенсене уйланыҡ. Тик Гөлйөҙөмдө генә ҡотҡарып алыу кәрәк, уны бер ҡайҙа ла сығармайҙар, ти.

— Алып китәһеңме? — Исхаҡ шатланып ҡысҡырҙы. — Гөлйөҙөм тураһында ҡайғырма. Уны Хәмдиә еңгәләргә ебәрмәй хәлдәре юҡ. Ә Хәмдиә еңгәне үҙем күндерәм уны. Кейем-һалым Яланбикәнеке булыр. Тик Әхмәҙи ағай белмәһен инде. Ул тәүҙә бирергә риза булмаһа ла, атаһын еңә алмағас, хәҙер ҡаршы түгел. Ҡасырыуға үлһә лә күнмәҫ, ғәрләнер.

Ҡотлояр уларҙы асыуланып туҡтатты:

— Етәр, малайҙар, күп ләпелдәмәгеҙ! Бик һаҡ булырға кәрәк. Өтәләнеп эште бозорһоғоҙ әле. Бар, Айбулат, минең ҡоланы эсереп кил дә, мин Расторгуйға киттем. Ҡояш байыуға пар ат менән өйҙә булырмын. Штобы әҙер тороғоҙ. Бер ерҙә лә шылт тигән тауышығыҙ сыҡмаһын, ишеттегеҙме? — Ҡотлояр күҙҙәрен аҡырайтып, бармаҡ ҡағып команда бирҙе. — Барығыҙ, йәһәтләгеҙ!

Айбулат ат эсерергә, Исхаҡ яйлап атлап Әхмәҙиҙәргә китте.

Төштән алып кискә саҡлы дауыл алдынан тынған серле һауа кеүек, бөтә ауыл тып-тын ҡалды.

Гөлйөҙөм, еңгәләренең мейес янында ҡулдарын артҡа ҡуйып һөйәлгән көйө, тыныс булырға тырышты. Бер ҡурҡып, бер шатланып, бер асыу менән типкән йөрәгенең дөпөлдәүен үҙе генә белә ине. Күҙҙәге йәштәр ҙә киптеләр. Тик бөтә эске болоҡһоуҙы күрһәткән биттәге сөм-ҡыҙылдар ғына тәҙрәнән төшкән ҡояш сыуағына нурланды. Күкрәккә һыймай ташып барған тулҡындар ауыр көрһөндөрә. Тын шул тиклем эҫе, хатта Гөлйөҙөмдөң ал ҡыҙыл ирендәре ҡарағусҡыл булып ҡыҙарып ярылдылар.

Уны өҙлөкһөҙ күҙәтәләр. Әсәһе, ҡоҙа һыйлау мәшәҡәттәрен ташлап, әле бер, әле икенсе йомош тапҡан булып, Әхмәҙиҙәргә килә. Ҡыҙының тыштан тыныс күренгән йөҙөнә абайлатмай ғына ҡарап йәлләй ҙә ҡайтып китә.

Гөлйөҙөмдөң янына ситтән бер кемде лә индермәйҙәр. Тик Хәмдиә генә, ҡайныларына бер барып, бер ҡайтып, йомошҡа йүгерә. Самауыр алып бара, шәшкеләр, туҫтаҡ, ҡалаҡтар ташый. Һалма баҫа, һалма йәйә, ҡайта һалып, Гөлйөҙөмгә ашығып шыбырлап хәбәр итеп тора.

— Ҡояш байыуға ҡоҙалар бында булалар. Шәм алғас та, никах уҡыйҙар. Моратша бай мәһәрҙе тағы утыҙ һумға үҫтергән. Көттөрмәй, барыһын бер юлы бирә. Һуңынан берүк минең белгәнде әйтә күрмә, һылыуым! Ағайың үлтерер. Мин нисек тә Яланбикәне яныңа килтерергә тырышырмын. Ҡәйнәмә әйтһәм, тыңлар. Ҡайным да әллә нисә һорашты: “Ни эшләй, иламаймы?” — ти. Йәлләй, ахыры, үҙе. “Иламай, уйнай, көлөп һөйләшә”, — тип яуап бирҙем. Белмәһәләр генә ярар ине. Китһәң, исмаһам, күҙең күрмәҫ. Әллә ҡайҙан эҙләп таба алмаҫтар әле.

Уның был әле ишеккә, әле тәҙрәгә ҡарап ҡурҡып шыбырлауының күбеһен Гөлйөҙөм аңламай. Уға хәҙер барыбер. Бөтә кеше һөйләйәсәк, көләсәк. Ҡасып ҡотола алмаһалар, әллә ни саҡлы ауырлыҡ, хурлыҡ күрәсәк. Ул быларҙың бөтәһенә лә алдан күнгән. Тик әсәһенә генә ҡыйын булыр. Атаһы кире кеше, бирешмәҫ әле. Ләкин уныһы ла аяулы, йорт алдында... ниҙәр генә булһа ла, ул береһенә лә ҡарамаясаҡ. Тик өйҙән генә ысҡынып сығып китеп булһын...

Ҡояш тауға терәлгәндә, Яланбикә килеп инде. Гөлйөҙөм, стенаға һөйәлеп торған еренән ҡуҙғалып, Яланбикәне ҡосаҡлап алды:

— Һине нисек индерҙеләр, Яланбикә?

— Әллә, Муйыл еңгәм үҙе әйтте. Гөлйөҙөмдөң бер үҙенә ҡыйындыр, янына бар, тине. Мин килеп ингәндә туп-тулы кеше ҡарап торалар ине. Бөтәһе лә, ни эшләрҙәр икән, тип аңдып торалар, ахыры. Дәүләт купецтың Ширәйе һыҙғырып ҡалған булды, ҡараманым. Ҡәһәр һуҡҡыры, шул шымсы булып йөрөйҙөр әле. Исхаҡ ағайым уны, арлы-бирле булғансы, бал эсереп иҫертәбеҙ, ти.

— Айбулат ҡайҙа?

— Ул иптәштәре менән урамда йөрөй. Ҡотлояр ағайым атҡа китте бит, ишеттеңме һуң?

— Еңгәм әйтте.

— Ағайымдар һине ошо минең кейемдәрҙе кейһен дә сыҡһын, мин ҡайта икән тип уйларҙар, — тинеләр.

Улар тәҙрәнән һүҙһеҙ генә ҡарап ултыра башланылар.

Ана, урамдың уң яғында, бер өй аша, Гөлйөҙөмдәрҙең өйө. Ана, уның атаһы ҡабаланып, бер инеп, бер сығып йөрөй. Хәмдиә, лавканан ике оҙон бау ҡалас алып, муйынына тығып ҡайтып килә. Ҡулында ла ҡағыҙға ураған төйөнсөктәре бар, монпаси, йөҙөмдөр инде. Мөрйәнән ҡуйы төтөн борлай. Тимәк, аш беште, хәҙер һалма ҡайнатырға әҙерләнәләр. Ул арала пар ат егелгән ике сананы сажлатып, өс кеше килеп туҡтаны. Уларҙың береһе — төлкө тун, ҡама бүрек кейгәне — Моратша. Уның һимеҙ ҡыҙыл бите, ялпаҡ танауы һыуыҡҡа тағы ла нығыраҡ ҡыҙарған. Янындағы аҡ сәлләле, күк тышлы кәзәкей тун кейгән мулла менән улар ипләп кенә сананан төштөләр. Уларҙан алда үҙ санаһынан һикереп төшкән лавкасы Дәүләт, тунының көмөш төймәләрен ысҡындыра-ысҡындыра, әллә ниҙәр һөйләп көлә, ялағайланып, Моратша старшинаға сананан төшөргә ярҙамлаша. Ана, Үмәр ҡарт өҫтөнә кәзәкей, бүрек кенә кейгән дә, аҡ ыштанының балаҡтарын өлтәңләтеп, ҡунаҡтарға ҡаршы сыҡты. Уларҙы әйҙәләп алып инеп китте. Әхмәҙи, аттарҙы башынан алып бороп, һарай алдына кәртәгә алып инде лә, эркелешеп торған йәш егеттәргә туғарырға ҡушып, өйгә йүгерҙе.

Өй эсендә ҡыран-ҡыйҡыу килделәр, күрәһең. Аҫмалы лампаның тәҙрәнән төшкән яҡтыһында күләгәләр йылпылданы. Ишек төбө бала-саға, бисә-сәсәләр менән тулды. Ҡайһыһы ярҙамлаша, ә ҡайһылары былай ғына ҡарап торалар.

Гөлйөҙөм быларҙың бөтәһенә ҡарап ултырҙы ла:

— Эй, Яланбикә, ашанылар бит башты, харап иттеләр, ҡотолоп булманы инде, — тине.

Яланбикә дуҫының башын күкрәгенә ҡыҫып әүрәтте:

— Ҡайғырма инде, Йөҙөкәс, ҡайғырма. Хәҙер сығырһың да китерһең. Ана, әллә кемдәр килә.

Ҡараңғы соланға ике кеше шыптырлатып килеп инде. Ҡыҙҙар ҡурҡышып ырғып торҙолар. Ләкин уларҙан алда Хәмдиә ашығып килеп инде лә уларҙы тынысландырҙы.

— Ағайыңдар ризалыҡ һорарға киләләр, — тине. Алдан Әхмәҙи, унан Йомағужа килеп инделәр. Йомағужа, урындыҡ янына яҡын килеп:

— Йә, туғаным Гөлйөҙөм, атаң биргән ергә — Моратша бай улы Сәйетғужаға хәләл ефетлеккә барырға риза булаһыңмы? — тип һораны.

Гөлйөҙөм өндәшмәне. Йомағужа һорауын ҡабатланы, яуап булманы. Шунан Әхмәҙи уның салғыйынан тартты.

— Әйҙә, киттек, — тине.

Улар муллаға ҡыҙҙың һорауға яуап бирмәгәнен әйттеләр. Ул был яуаптың бик урынлы булыуына риза булған төҫ менән башын әйҙе лә: “Өндәшмәү — ризалыҡ ғәләмәте”, — тине. Шунан ул әғүзе бисмилла менән башлап никах уҡырға кереште. Өй эсен тантаналы бер тынлыҡ баҫты. Ҡыҙыл ашъяулыҡты уратып ултырған ҡоҙалар, ҡунаҡтар, Үмәр ҡарт, Әхмәҙи — бөтәһе лә, баштарын эйеп, бер һүҙен дә аңламаған ғәрәп һүҙҙәрен, мулланың күҙен йомоп ҡалғып-ҡалғып уҡыған ойотҡос тауышын тәьҫирләнеп тыңлап ултыралар. Ә был һүҙҙәр ир енесенең ҡатын енесенә ҡарағанда юғарылығы, ир кеше дүрт ҡатын алырға хаҡлы булып, буласаҡ ир — Сәйетғужаның әле Гөлйөҙөмдөң өҫтөнән тағы өс ҡатын алырға ирекле икәне тураһында һөйләйҙәр ине.

Никах уҡылып, доға ҡылынғас, Үмәр ҡарт, ашъяулыҡ өҫтөндәге бер сәйнүк һыуҙы алып, шаршау аҫтынан бисәһе яғына бирҙе. Дин китаптары буйынса был — “никах һыуы” — бөтә ауырыуҙарҙан дауа ине.

Өй арттары, ишек төптәре, тәҙрә буйҙары ҡыҙыҡһынған халыҡ менән тулып китте.

Бер аҙҙан Хәмдиә килеп инде лә ҡыҙҙар алдына һалмалы ит ултыртты.

— Алгағыҙ, никах ашы, — тине. Үҙе Гөлйөҙөмдөң битенә әсәһе биреп ебәргән никах һыуын һөрттө. Уның янып барған бит алмаларын еүеш ҡулы менән һыйпап, ҡолағына:

— Исхаҡ килеп китте. “Яр буйында Ғәлиҙәр тирәге төбөндә көтәбеҙ, сыҡһын да тура төшһөн”, — тип әйтергә ҡушты, — тине, шыбырлап ҡына.

Был хәбәрҙән Гөлйөҙөмдөң йөҙө аҡ ҡағыҙ кеүек ап-аҡ булды. Ҡапыл боролоп Яланбикәгә ҡараны. Яланбикә, үҙенең көпөһөн ҡабаланып сисеп, уға кейҙерҙе. Яулығын бәйләне.

Хәмдиә тағы ла ныҡ һаҡлыҡ менән:

— Гөлйөҙөм, шикләнерҙәр. Һыуға барған кеше бул. Көйәнтә-силәк ал да, мәке янында ҡалдырырһың, — тине. Үҙе ашығып ҡунаҡлы өйгә йүгерҙе.

Гөлйөҙөм, ҡалтыранған ҡулдары менән кейенә һалып, еңгәһе әҙерләгән көйәнтә-силәктәрҙе алып, тышҡа сыҡты.

Көн буйы сыҡмай өйҙә ултырыуҙан, ашамай илауҙан, көслө тулҡыныуҙарҙан уның хәле бөткәйне. Тышҡа сығыу менән башы әйләнеп китте. Аяҡ быуындары ҡалтыраны. Бөтә кеше тик уны ғына ҡарап торған кеүек булды. Йөрәге ашығып һуҡты. Ләкин уның көнөнә әллә нисә үтеп йөрөгән ҡарлы һуҡмаҡтан аяҡтары үҙенән-үҙе атланылар. Ул ярға еттем тигәндә, баҫҡыста бер ҙур кәүҙәле ҡара кейемле кеше осраны. Гөлйөҙөм, тертләп, силәктәрен шалтыратып төшөрөп ебәрҙе. Ҡотлояр үҙенең ҡалын тауышы менән:

— Ҡурҡма, туғаным, әйҙә, йүгер! — тине.

Гөлйөҙөм, тик ошо һуңғы һүҙҙе генә көткән кеүек, көйәнтә-силәктәрен аяғы менән тибеп ситкә тәгәрәтте лә йән-фарманға яр аҫтына йүгерҙе. Уға ҡаршы ҡулдарын йәйеп килгән Айбулат уны, ҡосаҡлап күтәреп алып, санаға ултыртты. Күсерҙәге Исхаҡ, ҡабаландырып:

— Йә, тиҙерәк, тиҙерәк! — тине.

Күҙ асып йомғансы булмай, пар туры аттар еңел сананы елдереп алып киттеләр.

Ырғыҙҙың тигеҙ ялтыр юлы менән жыйылдап киткәс тә, Айбулат Гөлйөҙөмдөң ҡар яҡтыһында тағы ла ағыраҡ күренгән йөҙөнә текләп ҡараны. Уға эҫе тынын бөрктө, йөрәгенән сыҡҡан тауыш менән:

— Гөлйөҙөм, ҡурҡма инде, тыныслан! — тине.

Гөлйөҙөм, хәлһеҙ йылмайып, үҙенең һалҡын битен Айбулаттың эҫе сикәләренә һөйкәп, уға һыйынды. Айбулат уны, бала ураған һымаҡ итеп, башынан алып итекле аяҡтарына тиклем өлкән ҡара толоп менән нығытып ураны.

Исхаҡ дилбегә ҡағып аттарын ҡыуҙы ла артта ҡалған ауылға ҡараны. Шунан сапалағы дуҫтарына ҡарап ҡыуаныслы көлгән тауыш менән:

— О, киттек, берәү ҙә күренмәй, — тип хәбәр итте, сабып барған аттарға: — Әйҙә, осоп алып барығыҙ, хайуандар! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Был ғүмерҙә ғөрөф-ғәҙәттә булмай торған, дингә лә, законға ла һыймай торған ғәжәп хәл бөтә ауылдың иҫен китәрҙе.

Иң тәүҙә Хәмдиә барып ҡәйнәһенең ҡолағына шыбырланы:

— Ҡәйнәм, мин аш алып барғанда ғына Гөлйөҙөм иламай-нитмәй һөйләшеп ултыра ине, әле туҫтаҡ алайым тип барһам, Яланбикә генә ултыра. Гөлйөҙөм әллә ҡайҙа сығып киткәнсе... — тине.

Муйыл, килененең был һүҙҙәренән ҡото осоп, ҡулындағы сынаяҡ аҫтын төшөрөп ебәрҙе лә, аңламаған һымаҡ:

— Ә? — тип ҡуйҙы.

— Гөлйөҙөм әллә ҡайҙа булған тим, ҡәйнәм!

— Уй Хоҙайым, ауыҙыңдан ел алғыры! Бар, ҡара, ҡайҙа булһын ул?!

Ләкин ул, Хәмдиәнең ҡуҙғалғанын көтмәйенсә үк, үҙе күлдәксән сығып йүгерҙе. Аҡылдан яҙған кеше һымаҡ, ишеккә ҡаҡлыға-һуҡлыға, Хәмдиәләр өйөнә барып инде, Яланбикәгә ташланды. Яланбикә ҡурҡышынан ырғып торҙо.

— Ҡайҙа Гөлйөҙөм? Ҡайҙа, күрмәнеңме ни! Һин бергә ултыраһың да баһа! Ҡайҙа барам тине? Ни тип сығып китте? Ҡасан сыҡты? Ниңә сығарҙың? Ниңә бергә сыҡманың? — Ул, үҙенең ни һөйләгәнен дә белмәгән кеүек, һорауҙар яуҙырҙы.

Яланбикә:

— Һыуға китте, — тип кенә әйтте лә, башҡа бер нәмә лә өндәшмәй, башын баҫҡан көйө тора бирҙе.

Хәмдиә, Муйыл артынан килеп инеп, уны тынысландырырға тырышты:

— Ҡәйнәм, туҡта әле, бик ярһыма, берәй яҡҡа ғына сыҡҡандыр, һыуҙа булһа, хәҙер ҡайтыр, ҡәйнәм! Ләкин әбей уға асыу менән екерҙе:

— Ҡыҫылма миңә, ҡара йылан! Һинең генә эшеңдер әле, белмәмеш булып тораһың, юха! Күҙ нурындай һаҡларға ҡуштым. Һиңә ышанған булдым бит, алйот! Эй Хоҙайым, ҡайныңа ни тип яуап бирәм инде? Бар, ни ҡарап тораһың, эҙләп алып ҡайт! — Ул, ярһыуына сыҙамай илап, урындыҡ ситенә ҡоланы.

Хәмдиә, уның янына ултырып, уны әүрәтә-әүрәтә, Яланбикәгә:

— Бар, ағайыңды алып кил! — тине.

Яланбикә, итеген ҡуңалтаҡ ҡына кейә һалып, Хәмдиәнең көпөһөн башы аша бөркәнде лә ҡунаҡлы өйгә йүгерҙе.

Әхмәҙи, ҡоҙаларға һурпа бирергә әҙерләнеп, һалманан бушаған табаҡтарҙы шаршау артына шылдырып ултыртты ла, ҡашаяҡ яғында берәү ҙә күренмәгәс, соланға сыҡты. Ике өлкән еҙ самауырҙың соланға тулған ҡара төтөнөнә сәсәй-сәсәй:

— Әсәй, Хәмдиә, ҡайҙа киттегеҙ? Һурпа бирегеҙ! — тип бушлыҡҡа ҡысҡырҙы.

Яланбикә, йүгереп килеп:

— Әхмәҙи ағай, һине еңгәм тиҙ генә ҡайтһын әле, тип ҡалды, — тине.

Әхмәҙи шикле тауыш менән:

— Ниңә, ни булған? — тине лә соландан тышҡа сыҡты. Яланбикә, был ҡурҡыныс хәбәрҙе ҡапыл әйтергә ҡурҡып, тура яуап бирмәйенсә:

— Муйыл еңгәм дә шундай илай, — тине.

— Ә, илай, тиһеңме? Ниңә, ни булған? — Ул Яланбикәгә яҡыныраҡ килде. Яланбикә аҙ ғына артҡараҡ ҡалды ла ашыҡмай ғына:

— Гөлйөҙөм әллә ҡайҙа булған, — тип мөңгөрләне. Әхмәҙи, был хәбәрҙе алдан уҡ көткән кеше кеүек:

— Ни эшләп әллә ҡайҙа булған, ҡасып киткәнме әллә? — тип һораны.

Яланбикә, уға яуап биреп тормайынса, ҡапыл боролдо ла үҙҙәренең өйөнә ҡарай йүгерҙе.

Әхмәҙи, илашып сыр-сыу килгән ике бисә янына барып инеп, күҙҙәрен асыу менән уйнатты:

— Тегендә ҡоҙалар һурпа көтә, һеҙ ни нәмә эшләп бында буҙлашып ултыраһығыҙ?

— Һиңә һурпа ҡайғыһы! Ана, Гөлйөҙөмдө әллә ҡайҙа ебәргәндәр. Яланбикә: “Һыуға барам”, — тип сыҡҡайны, ти. Әллә ҡайһыһы муйынын бороп мәкегә һалғандыр инде. Һыуға барырға кем ҡушҡан уға, бынау киленде әйтә күр! — Әбей тағы ла сеңләп илай башланы.

Был хәбәрҙән һуң Гөлйөҙөмдө Айбулат алып китеүенә Әхмәҙиҙең шиге ҡалманы. Был турала Хәмдиәнең белмәүенә лә ышанманы. Гөлйөҙөмдө Моратша улына биргәнгә атаһына ҡаршы булһа ла, никахтан һуң эштең былай килеп сығыуына ул ҡаты ғәрләнде. Тештәрен асыуланып ҡыҫып:

— Йә, етәр, күп сыуылдашмағыҙ! Ауылдан сығып китмәһә, мин уның елкә сәсенән һөйрәп алып ҡайтырмын. Сәғәт эсендә ошонда булыр. Сыуылдашып йәүкәләмәгеҙ! — тип екеренде. Бисәһенә асыу менән ҡарап:

— Әйҙә, йәһәт бул, ҡоҙаларға һурпа бирә һалырға кәрәк, — тине.

Хәмдиә, иренең һүҙен тыңлап, уның менән бергә сыҡты. Әхмәҙи тышҡа сығыу менән уны йоҙроҡлап тәгәрәтә һуғып ебәрҙе. Хәмдиә сүмәксеп барып ҡарға тәгәрәне лә асыу менән:

— Ни эшләйһең, ен! — тине.

— Ни эшләгәнеңде күрерһең, дуңғыҙ. Белмәмеш була, эт! — Әхмәҙи урынынан торған Хәмдиәне тағы һуғып ебәрҙе.

Ләкин Хәмдиә был юлы бирешмәне, йығылманы. Иренә ҡаршы екеренде:

— Әйҙә, Гөлйөҙөм асыуын минән ал, алйот! — тине.

Үҙе алдан китте.

Ҡунаҡ өйөндә әҙерләнгән бер ҙур ҡаҙан һурпаны ҡорот менән ҡатыҡлап, туҫтаҡтарға ҡойоп, иренә бирҙе. Ире, эстән ярһыһа ла, ҡоҙалар алында сырайын һытмаҫҡа тырышты.

Атаһының:

— Был ни был, мыштырлап, оҙаҡлап киттегеҙ? — тип шыбырлап асыуланыуына ла өндәшмәне.

Ҡунаҡтар уны-быны һиҙмәнеләр. Ҡурай уйнап, йырлашып, хәҙрәт Дәүләт купец төп ҡоҙа менән һөйләшеп, рәхәт көлөшөп, сәй эсеп бөткәнсе тыныс ултырҙылар. Ләкин был тыныслыҡ шунан да ары һуҙылманы. Әбейҙең болоҡһоп илап ҡайтып, шаршау артына инеүе, Әхмәҙиҙең ҡапыл сығып юғалыуы, килендең, урыҡ-һурыҡ килеп, сәй әҙерләүенең рәте булмауы — бөтәһе лә Үмәр ҡарттың күҙенән ысҡынманы. Ул эштең ниҙә икәнен төшөнә һалып аптырап ҡалырға өлгөрмәне, был хәбәр ишек алдына йыйылған малайҙар, йәш егеттәр аша ҡоҙаларға килеп етте, йәшен тиҙлеге менән бөтә ауылға таралды.

Төп ҡоҙа, асыуынан ҡобараһы осоп, ат егергә ҡушты. Мулла, ул-был итеп өгөтләп ҡараһа ла, уның һүҙен тыңлаған кеше булмағас, кейенде лә, тамаҡ ҡырып, таяғын ҡулына тотоп, өйөнә шылды.

Әхмәҙи йәштәр һәм ағай-энеһе ярҙамы менән бөтә ауылды зыҡ ҡуптарып эҙләне. Көйәнтә-силәктәрҙең яр буйында ятып ҡалыуынан, Гөлйөҙөм әллә үҙен-үҙе мәкегә ташланымы икән, тип шикләнеп тә ҡуйҙы.

Шуға күрә яр аҫтына фонарь яндырып төшөп ҡаранылар. Тик һуңынан, унда ҡар өҫтөндә ярылып ятҡан яңы сана эҙҙәрен күргәс кенә, уның ауылдан сығып киткәнен белделәр.

Ҡамсы тотоп сапҡан биш-алты һыбайлы, был эҙ артынан өс-дүрт саҡрым барғас, эҙҙе өс юл сатында юғалттылар. Юлдар әле улай, әле былай уҙғанлыҡтан, уның ҡайҙа боролғанын белеп булманы.

Һыбайлылар, өмөт өҙөп, кире әйләнеп ҡайтҡанда, Дәүләт купец ҡыҙып-туҙып, башын ҡайҙа ҡуйырға белмәй ҡаңғырып ултырған Үмәр ҡарттан түләгән мәһәрҙе, малды кире дәғүәләп ултыра ине.

— Битте был тиклем оятҡа ҡалдырырға булғас, ундай ҙур урын менән ҡатнашмайҙар ул! Ҡыҙыңдың илдә даны киткән, атағы сыҡҡан икәнен белә тороп, һин атай кеше үҙ самаңды ҡарарға, үҙ тиңдәреңде ҡарарға кәрәк ине. Бына Моратша бай: “Бирелгән бөтә мәһәр аҡсаһын, башҡа бирнәләрҙе бөгөн үк кире ҡайтарһын да, бер сәғәт тә тормай ҡайтып китәм, ә ҡалғанын ҡайҙа барып һөйләшергә үҙем белермен, минең старшина икәнде онотмаһын!” — тип ҡыҙа. Беребеҙгә лә яҡшылыҡ булмаҫ инде. Ҡайҙан һуң беҙ яусы булып тығылдыҡ әле, хурлығы ни тора! Ҡана, Үмәр ағай, мин тик шул йомош менән генә килгәйнем, — тине Дәүләт.

Ләкин Үмәр ҡарт әллә ҡасан был аҡсаны тотоп бөтә яҙған: никах мәжлесенә тотҡан, муллаға саҙаҡа биргән, мал алып һуйған, хәҙер барыһы етмеш һумлап ҡына аҡсаһы ҡалған ине. Уға ҡайғы өҫтөнә ҡайғы өҫтәлде. Ҡыҙының ҡасып китеү хурлығы өҫтөнә хәҙер уны бурыс түләү, Моратшаның ҡурҡытыуҙарынан нисек ҡотолоу хәсрәттәре ҡаплап алды. Ул урындыҡ ситендә, аяҡ-ҡулдарын һалындырып, хәлдән тайып ултыра.

Ул ошо бер-ике сәғәт эсендә әллә нисә йыллыҡ ҡартайҙы. Елкәһе бөгөлдө. Бая ғына шатлыҡ менән ялтыраған маңлайы хәҙер әллә ни тиклем тәрән йыйырсыҡтар менән һырланды. Ул өмөтһөҙ тауыш менән:

— Инде, ҡустым, үҙең белмәгән ни хәл бар? Ул тиклем аҡсаны хәҙер генә ҡайҙан таба һалып бирәйем, ана бит, ни саҡлы расход түктем. Ҡоҙа ҡайтмай торһон, бәлки, ҡыҙ табылыр... — тине.

Дәүләт мыҫҡыллы көлдө.

— Моратша байҙың һинең расходыңда ни эше бар уның? Ҡыҙың ҡайтты ни, ҡайтманы ни, хәҙер уның бер тингә лә кәрәге юҡ. Әйҙә, старшина балаһын ташлап, көтөүсегә сыҡҡас, юлы таҡыр булһын. Байға ҡыҙ табылмаймы? Булмаһа, судҡа бирһә лә, һинең ҡыҙыңды бөтә мал-ҡаралдыларың менән тарттырып алдыра ала бит ул. Уның үҙ хөкөмө үҙ ҡулында. — Ул бер аҙ өндәшмәй ултырғандан һуң: — Таң атҡансы табырға тырыш, — тине лә күк буҫтау тундың ҡама яғаһын ҡымтып, хушлашмай-нитмәй, ишекте шарт ябып сығып китте.

Үмәр ҡарт, төштә күргән кеүек кенә булып, әле генә геүләп ултырған ҡунаҡтарҙың эҫеһе лә һыуынмаған урындарына ҡарап ҡатты. Унда иҙелгән мендәрҙәр, сите йомшартылған буй һуҙма юрғандар, биҙәкле кейеҙҙәр, аҫмалы лампа ташлаған түңәрәк күләгә эсендә ташландыҡ нәмәләр кеүек аунап яталар. Әйтерһең, Үмәр ҡарттың шундай өмөттәр менән көткән бәхете күҙ асып йомғансы ғына уның түренә килеп ҡунған да, нимәнәндер ҡурҡҡан ҡош кеүек, ҡанатын ялпылдатып осоп сығып та киткән. Ниндәй кешеләр менән ҡан ҡатнаша ине бит, ә?! Ул быларҙың бөтәһенә ғәжәпләнгән кеүек башын сайҡап ҡуйҙы ла һаҡалы буйлап тәгәрәгән эҫе йәш бөрсөктәрен ҡулы менән һыпырҙы.

Был төндә был ике ғаиләнең күҙенә йоҡо инмәне. Өйҙәгеләр халыҡтың тәҙрәнән килеп ҡарауҙарынан, инеп-сығып төрлө хәбәр таратыуҙарынан аптырап, шәмде һүндереп, ҡараңғыла ҡайғырыштылар.

Әхмәҙи һаман да өйгә ҡайтып инмәй, әле урамда, әле яҡын кешеләренә инеп, йүгергеләп, ни эшләрен белмәй йөрөнө. Хәмдиә үҙенең өйөндә йыйылған ике-өс апһыны менән әкрен генә һөйләшеп, көрһөнөшөп ултырҙы. Ул ҡайныһын да, ҡәйнәһен дә, Гөл-йөҙөмдө лә, Әхмәҙиҙән нахаҡ туҡмалғаны өсөн үҙен дә йәлләй. Өнһөҙ генә илап ала. Хәҙер Гөлйөҙөмдөң Айбулат менән китеүе бөтә ауыл өсөн дә асыҡ ине.

Тауыш-тын бер аҙ баҫылып, төн уртаһы ауғас, Үмәр ҡарттың тәҙрәһен ипләп кенә сирттеләр. Ул тертләп китте. Әбейенә сығып ишек асырға ҡушты.

Был Тимерғәле ҡарт ине. Ул өйгә инеп, аҡрын ғына сәләм бирҙе, хәл һорашты.

Ҡайғынан тауышы ҡарлыҡҡан Үмәр ҡарт:

— Эй, ҡорҙаш, хәлдең ниһен һорайһың инде! Утҡа һалды бит-йөҙө ҡара, биткә ҡара яҡты бит, сусҡа бала, ике донъяла изгелек күрмәгер, аҙғын ҡыҙ! Уй алла... — тине.

Тимерғәле ҡарт уны әүрәтте:

— Ҡуй, ҡорҙаш. Инде ҡарғап ни сыға? Ҡарғышың төшөп ҡуйыр. Ни әйтһәң дә, һиңә бала бит.

Ләкин Үмәрҙең был һүҙҙәрҙән асыуы көсәйҙе генә:

— Ҡаты ҡарғышым төшһөн, мәлғүнгә. Йөҙөн күрмәйем, кафырҙың. Ҡайтып тупһама баҫмаһын, ике донъяла изгелек күрмәһен. Ата-әсә хөрмәтен белмәгән ләғнәт балаға минән фатиха шул... — Уның тауышы ҡалтыраны, һуңғы һүҙҙәрен әйткәндә һаҡалы буйлап тәгәрәп төшкән күҙ йәштәре артынан үкһеү тауышы ишетелде.

Тимерғәле ҡарт уны ҡыҙғанды. Шунда уҡ ҡурҡышынан уның күҙ йәшле ата ҡарғышын туҡтатырға ашыҡты:

— Ҡуй, ҡорҙаш, ҡуй. Әйтмәгәнең булһын! Ул ни эш, күҙ йәш түгеп, үҙ балаңды ҡарғайһың? Бер ни ҙә булмаҫ. Мин бында Ныязғол байҙан килдем, ул мине ошо турала һөйләшергә ебәрҙе. Бөтә мәһәрен түләһен дә Моратшаны кире ҡайтарһын, ҡыҙҙы үҙебеҙ туйлап алабыҙ, тип әйтергә ебәрҙе.

Ләкин ҡыҙған ҡарттың быға ҡолаҡ һалғыһы килмәне.

— Яңы иҫенә төшкән икән Ныязғолдоң! Башта уҡ әҙәмгә һанап үҙе яусылатҡан булһа, был көнгә, был хурлыҡҡа төшмәй инек. Уға хәҙер бик еңел, “түләһен”, имеш. Мин ҡайҙан алайым ти туҙҙырған аҡсаны? Шәриғәт ни әйтә быға? Мулла һиңә уҡыған никахты кире һүтә аламы ни? Ҡыҙ хәҙер үҙ ҡулығыҙҙа булғас, килеп һөйләшеүе еңел шул! Минең Айбулат менән мәңге килешәсәгем юҡ. Әйҙә, бөтә донъямды тартып алһындар, хәйерселәп сығып китәйем, хәҙер инде бынан да артыҡ хурлыҡ булмаҫ! — Ул тыны эсенә һыймай ярһыны. Һүҙҙәр үҙҙәренән-үҙҙәре сәселделәр.

Уның ҡыҙып-туҙғанын Тимерғәле оҙаҡ көттө. Иренең ҡайғыһына көс биргән кеүек, ул аҙыраҡ туҡтауға, әбей кереште:

— Үҙҙәре шул көнгә төшһөндәр, үҙҙәре шул хурлыҡҡа ҡалһындар, ҡайнаға, үҙең дә ҡыҙ аҫрайһың әле, бына алла үҙ алдыңа килтерһен. Яҙмыш ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй ул.

Тимерғәле ҡарт Муйылдың был һүҙҙәренән тынысһыҙланды.

— Ҡуй әле, Муйыл килен! Ул ни тигән ҡарғыш ти? “Ҡыҙлы өйгә ҡырҡ ат бәйләнә”, тигән. Мин һуң һинең ҡыҙыңды яусылауҙан башҡа ни зыян эшләнем? Хурлыҡ тип ни, алла яҙғаны шул-дыр инде, беҙ ҙә алда ни булғанын күрербеҙ. Бына әле шуның яйынан килдем. Ныязғол бай үҙе ебәрҙе. Мәһәрен кире ҡайтарһын, тулмаһа, үҙем бирермен, яҙ арендаға алған еренең срогын оҙайтырмын, ти. Моратша артынан көл һибеп ҡалһындар, ти. Мин ни, илсегә үлем юҡ тигәндәй, килдем. Алдығыҙҙамын.

Үмәр ҡарт уйға ҡалды, баҫылыңҡыраны, уны ҡаты аптырашҡа ҡалдырған аҡса мәсьәләһе аҙыраҡ сиселгәндәй булды.

Ул арала тағы ике кеше килеп инде. Уларҙың береһе Әхмәҙи, икенсеһе Ҡотлояр ине. Улар башта ҡарттар һүҙен тыңланылар.

Әбей улынан:

— Табылманымы? — тип һораны. Әхмәҙи, көрһөнөп:

— Юҡ, әсәй, — тине.

Ҡотлояр ҡарттарҙың бер аҙ тынысланғанын көттө лә үҙ уйын әйтте.

— Инде, ҡарттар, һүҙ көрәштереп эш сығара торған ваҡыт үтте. Бына хәҙер эште үҙебеҙсә яйларға кәрәк. Булмаһа, ана, Моратша бай пар атын олосҡа саптырҙы, тиҙәр. Урядник килтертә башлаһа, эш ҙурға китер. Үмәр ағай, һин дә беҙҙең һүҙҙе аңла ла ҡуй. Ныязғол бай ыңғайлағанда, әйҙә, бөтәһенә күн. Ул да киреләнһә, дуңғыҙҙан бер бөртөк ҡылды ла ала алмай ҡалырбыҙ. — Ҡотлояр кинәнгән төҫ менән көлөп өҫтәне: — Йәштәр ни, улар ике аҡсарлаҡ кеүек остолар инде. Уларҙы, ете ҡат күк өҫтөнә менеп, ете ҡат ер аҫтына төшөп, шәм менән эҙләһәң дә, табалмайһың инде. Ҡыҙ егет ҡулында, — тине.

Был көлөүҙән Үмәрҙең тағы ла асыуы ҡабарҙы. Ләкин Ҡотлоярҙың һүҙенең дөрөҫлөгө уға ҡыҙып китергә ирек бирмәне.

Ул тик ғәрләнгән баҫынҡы тауыш менән:

— Эйе, хәҙер һеҙ иркен һөйләшәһегеҙ инде, — тине.

Тимерғәле ҡарт Ҡотлоярҙың ҡырҡыулығын йомшартырға тырышты:

— Иркен һөйләшеүҙән түгел, кемдең ағай-эне менән яманлашҡыһы килә. Беҙ һиңә: “Ҡыҙҙы тәүҙә бирмәгәйнең, хәҙер ул беҙҙең ҡулда”, — тигән уй менән һине үсәйек тип килмәнек. Эште яҡшылыҡ, татыулыҡ менән бөтөрәйек, тип килдек. Ҡана, ҡорҙаш, әйтер һүҙегеҙҙе әйтегеҙ ҙә, беҙ ҙә үҙ юлыбыҙҙа булайыҡ.

Аҡрынлап баҫылған дауыл кеүек, Үмәр ҡарттың да асыуы аҡрынлап кәмене. Бик оҙаҡ ошондай һүҙ көрәштереүҙән һуң, башҡа юл ҡалмағанын белгәс, ул, үҙенең асыуын баҫырға тырышҡандай, көслөк менән, тешләнеп риза булды:

— Ярай, күнермен. Дүрт яғыңдан килтереп ҡыҫҡас, күнмәй, атаңа бараһыңмы! Әгәр минең ҡулымда мәһәргә алған аҡса ғына теүәл торһа ла, мин ҡалай һөйләшергә белер инем. Ныязғолоңа ла, Моратшаңа ла төкөрөр инем мин. Хәлең булмағас, кемгә асыуланаһың!

Ҡотлояр ҙа, Тимерғәле лә уның һүҙен элеп алып киттеләр.

— Бына, бына, күптән шулай тиҙәр уны! Әйҙә, хәҙер үк Ныязғолға барабыҙ, аҡсаны ҡулға алып ҡуй ҙа, иртән Моратша бай менән ҡайҡайып һөйләшерһең, һин үҙ алдыңа старшина булһаң, мин үҙ өйөмдә старшина тиерһең!

Улар эште тиҙ тоттолар. Иртәгеһе көн кискә Моратша бай, мәһәр аҡсаһын кире алғанда, бөтәһен дә эттән алып эткә һалып һүкте. Мулланың, әллә ҡайҙан фәтүәләр табып: “Хәҙер Үмәр ҡыҙы Гөлйөҙөм һинең улыңа хәләл ефетлеккә ярамай, сөнки ул хәҙер сит егет ҡулында нәмәхәрәмгә әйләнде, уны яңынан алған хәлдә лә ике ай ғиҙҙәт һаҡларға, һәм һеҙгә шул мөҙҙәт эсендә сабыр итергә тура килә”, — тип һөйләүенә асыуынан ярыла яҙҙы. Эште былай ҡалдырмай, окружной судҡа бирәсәген, мөфтөйгә яҙып мулланың указын һалдыртып аласағын әйтеп, бармаҡ янап ҡайтып китте.

Ныязғол үҙенекен итте. Ул яңы һайлауҙарға тиклем Моратша менән, бер һелкетеп алып, халыҡ алдында уны күҙҙән төшөрөргә күптән бер мөнтөк эҙләп йөрөй ине. Һис көтмәгәндә килеп сыҡҡан был әҙер сәбәпкә ул ихлас йәбеште. Әбейенең һүҙенә төшөп, тауышһыҙ ҡалмағанына ҡыуанды.

Пар атта килеп төшкән ҡыҙыл танаулы урядникты ул үҙе сығып ҡаршы алды:

— Ә, һин, Иван Иваныч, тиҙ килдең. Молодец, дуҫлығыңды күрһәттең. Әйҙүк, әйҙүк.

Ул уны өҫтәл янына ултыртты. Һыйланы. Эштең ниҙә икәнен һөйләп бирҙе. Төрлө закускалар менән араҡы ҡуйҙы ла, һыйҙың бының менән генә ҡалмаясағын белдереп, мәғәнәле күҙ ҡыҫты.

Урядник, бер стакан араҡыны һуғып алып тамаҡ ҡырғас, риза булған төҫ менән мыйыҡтарын һыпырҙы. Шунан ул:

— Ҡурҡма, Ныязғол. Закон үҙебеҙҙең ҡулда. Окружной судҡа мин Моратшанан алда барып өлгөрәм. Унда минең ныҡ таяу бар, — тине, үҙе Ныязғол һымаҡ уҡ күҙ ҡыҫты. Улар икәү бергә эсеп, ухылдашып көлөштөләр.

Урядник китте.

...Боҫо боролдап торған майлы ҡурҙаҡ, һары майлы, баллы сәй янында ултырған мулланы ла Ныязғол үҙ һүҙҙәрен табып шымаланы.

— Йә хәҙрәт, эш һиндә инде. “Үткән эштән төш яҡшы” тигән мәҡәл булһа ла, беҙ уны үҙебеҙсәләп, һин әйткәндәй, китапсалап алып, берәй яйын табайыҡ инде. Ир һүҙен ерҙә ҡалдырма. Миңә бында Айбулаттың кәләш алыу-алмауында бер зыян да, файҙа ла юҡ. Тик бына ир намыҫы ҡиммәт. Уныһын һиңә һөйләп тора торғаны юҡ инде. Моратшаның үҙен беләһең, минең ҡан дошман. Әгәр ошо юлы ул минән еңелеп ҡайта икән, хәбәр бөтә ун алты ауылға таралып, унан көләсәктәр. Шуның бер мөздәм булып ҡайтҡаны кәрәк ине, — тине Ныязғол.

Мулла уны тиҙ аңланы:

— Эйе, эйе, мулла Ныязғол. Әйтерең бармы, китаптан ҡараштырып ҡарайыҡ. Хәҙер инде, алланың ҡушыуы буйынса, ҡыҙ Моратша улына ярамай, нәмәхәрәм булды. Уны кире тартып алғанда ла, ике ай ғиҙҙәт һаҡлатып, көттөрмәй хәлебеҙ юҡ. Тик бына закон яғы... — Мулла икеләнде.

Ныязғол уға ауыҙ асырға ла ирек бирмәне:

— Ул яғын ҡайғыртма, мулла, ҡайғыртма. Ул яғын беҙ Иван Иваныч менән булдырабыҙ уны. Һин шәриғәтеңде генә бел. Нисек булһа ла, мөрйә ҡыйыш булһа ла, төтөнө тура сыҡһын.

Мулланы санаға ултыртып өйөнә оҙатҡанда, Ныязғол һүҙ ыңғайы килтергән һымаҡ итеп:

— Әйткәндәй, хәҙрәт, мин быйыл ғөшөргә тип йөҙ бот иген арнап ҡуйғайным. Берәй ваҡыт тапҡанда ат ектереп ебәрт, — тине. Мулла уға йомшаҡ йылмайҙы:

— Алла риза булһын, алла риза булһын! Доға ҡылырмын. Ат ебәртермен, — тине.

Нужа килһә, тартып ала”




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   26


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет