Лексика иленљ сљйљхљт



жүктеу 28.73 Kb.
Дата12.07.2018
өлшемі28.73 Kb.



Лексика иленә сәйәхәт.
(Йомғаҡлау дәресе.)

Мораҙым мәктәбенең башҡорт теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Килдина
Гөлсара Ғәйфулла ҡыҙы.


Маҡсат.Уҡыусыларҙың тема буйынса алған белемдәрен ҡыҫҡаса ҡабатлау,системаға килтереү;Һүҙ байлығын,фекерләү ҡеүәһен арттырыу,туған телгә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу.Дәрес-сәйәхәттең картаһы,туҡталыштар исеме,плакат-таблицалар.

Дәрес барышы.Уҡыусылар,бөгөнгө дәресебеҙ ябай дәрес түгел.Беҙ бөгөн сәйәхәткә барабыҙ.Ә ҡайҙа сәйәхәткә барабыҙ икән?Бөгөнгө сәйәхәтебеҙ синонимдар,антонимдар,омонимдар илненә булыр.

Сәйәхәткә сығыр өсөн беҙгә транспорт төрө һайларға кәрәк.Бының өсөн йомаҡтың яуабын табырға кәрәк.

Уф итер,пуфф итер,

Сөскөрөр ҙә бышҡырыр.

Унан һуң алып китер,

Теләгән ергә илтер.

-Балалар,был нимә?

-Дөрөҫ,был поезд.

-Әйҙәгеҙ,поезға билеттар алайыҡ.Кемдәр матур һүҙҙәр әйтә,шуларға ғына билет бирәбеҙ.
-Хөрмәтле пассажирҙар,бына беҙ “Синонимдар” ҡалаһына ла килеп еттек.Был ҡалаға инер өсөн һорауҙарға яуап бирергә кәрәк икән.

-Нимә ул синонимдар?

-Ни өсөн беҙҙең телмәребеҙҙә был һүҙҙәр кәрәк?(Яуаптар.)
Синонимдарҙы тап!

а)Иҫһә лә ҡеүәтле елдәр,

Бөгөлмәй ҡайын,

Килһә лә ыжғырып дауыл,

Һығылмай ҡайын.

б)Ҡыуаныр атаң һиңә,

Шатланыр Ватан һиңә.
Булһаң зирәк,әйт тиҙерәк!

Матур,батыр,зирәк һүҙҙәренең синонимдарын табырға.
Карточкаларға һөйләмдәр яҙылған.Таҡтаға сығарылған балалар һөйләмдәрҙе уҡыйҙар ҙа артыҡ һүҙҙәрҙе алып ташлайҙар.

а)Һалҡын һәм һыуыҡ ҡыш етте.

б)Машина тиҙ һәм шәп йөрөй.

в)Йәйге көндәр эҫе һәм ҡыҙыу була.


Балалар,әйҙәгеҙ артабан киттек.Беҙҙе “Киреләр” ҡалаһы көтә.

Аҡ ҡараны кеймәҫкә…(кире һүҙҙәр әйтешеү.)Икегә бүленергә; бер команда әйткән һүҙҙәрҙең антонимын икенсе команда әйтергә тейеш.

Һүҙҙәр:эҫе,яҡты,йылы,көн,алыҫ,кисә,йәй,дуҫ,шатлыҡ,аҙ.

Йомаҡтарҙың яртыһын тап.

Ике ағай бара…(бер-береһен күрмәй)

Мунсала бар…(өйҙә юҡ)

Ҡара һыйыр тороп китте…(аҡ һыйыр ятып ҡалды)

Яҙмағанда-ҡап-ҡара…(яҙыу яҙһаң,ағара)


Уҡыусылар.Беҙҙе түҙемһеҙлек менән “Омонимдар” ҡалаһы көтә.

-Омонимдар нимә ул?

-Был һүҙҙәрҙе беҙ ни өсөн өйрәнәбеҙ?

Табып ҡара.

Мин-яҙ айы,

Табып ҡара,

Хәҙер мин аш,Ҡабып ҡара.

(май-май.)


“Теймә”тигән һүҙҙер мин,

Тейһәң,һис кем маҡтамаҫ,

Хәҙер ултырам көҙөн,

Ҡыҙарып бешеп баҡсала.

(алма-алма).
“Йөҙ” тип әйтәләр миңә,

Булам кешелә,башта.

Буламын дәфтәр,журналда,

Хатта һәр бер китапта.

(бит-бит).

Йомғаҡлау.

-“Лексика иле”-икһеҙ-сикһеҙ.Бер генә сәйәхәттә уны тулыһынса өйрәнеп булмай.Иңләп-буйлап сығыу өсөн беҙ ғүмер буйы һүҙҙәр диңгеҙендә сәйәхәттә.Дәресебеҙҙе,сәйәхәтебеҙҙе К.Бакировтың һүҙҙәре менән тамамлайбыҙ.

Һөйләшегеҙ туған телдә,

Туйғансы һөйләшегеҙ!

Тел тыуҙырған шатлыҡтарҙы



Кешегә өләшегеҙ!

Өйгә эш.190-сы күнегеү.
Каталог: uploads -> doc -> 0d73
doc -> Сабаќтыњ тарихы: ХІХ ѓасырдыњ 60-70 жылдарындаѓы ќазаќ халќыныњ отарлыќ езгіге ќарсы азаттыќ к‰ресі
doc -> 1 -сынып, аптасына сағат, барлығы 34 сағат Кіріспе (1 сағат)
doc -> Сабақтың тақырыбы: XVIII ғасырдың бірінші ширегіндегі Қазақ хандығының ішкі және сыртқы жағдайы Сабақтың мақсаты
doc -> Сабақтың тақырыбы: XVIII ғасырдың бірінші ширегіндегі Қазақ хандығының ішкі және сыртқы жағдайы
0d73 -> Сабақтың тақырыбы : §3 Жасушаның ашылу тарихы.Ұлғайтқыш құралдар
0d73 -> Сабақ Тақырыбы: Архимед күші Мұғалім : Темирова А. А
0d73 -> Жаңатаң орта мектебі
0d73 -> Кырмыскаларны күзәтү Максат


Достарыңызбен бөлісу:


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет