Маҡсат: Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш



жүктеу 34.74 Kb.
Дата09.06.2018
өлшемі34.74 Kb.

Тема: Мм хәрефе, [м] өнө.
Дәрес төрө: уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу дәресе.

Маҡсат:

Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: әңгәмәсенең әйткәнен ишетеп, аңлап, дөрөҫ йүнәлештә эш итеү; уның һөйләгәнен күҙенә ҡарап тыңлай белеү; ата-әсә кәңәштәренә, иҫкәртеүҙәренә ҡолаҡ һала белеү.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: эште уның шартына ярашлы эҙмә-эҙлекле итеп үтәргә; уның дөрөҫлөгөн тикшерергә, баһаларға күнегеү.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: [м] өнөнөң әйтелешен иғтибарлы тыңлау, яһалышын күҙәтеү. Уның хәреф тамғаһы менән танышыу.

Йыһазландырыу: мультимедия проекторы, дәрескә презентация, бесәй һүрәте, эштәр яҙылған карточкалар.
Дәрес барышы
1. Ойоштороу минуты

- Хәйерле иртә, уҡыусылар. Бөгөн мәктәпкә килгәндә тирә яғыбыҙҙы күҙәтергә онотманығыҙмы? Бөгөнгө көн тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? Бөгөнгө датаны кем әйтер?


2. Фонетик һәм артикуляцион күнегеүҙәр

- Бөгөн беҙҙең дәресебеҙгә кем ҡунаҡҡа килгән? (слайд)



Тик ниңәлер беҙҙең бесәйебеҙҙең кәйефе юҡ. Әйҙәгеҙ уға шиғырҙар ятлап, төрлө күнегеүҙәр күрһәтәйек. (слайд)



Һуҙынҡыларҙы йырлап уҡыу.

а-а-а-ы-ы-ы - өҙмәйенсә уҡыу

у-у-у-ы-ы-ы – илап уҡыу

ө-ө-ө-ә-ә-ә - уҫал-йылмайып уҡыу

у-у-у-ү-ү-ү – ғәжәпләнеп уҡыу
(слайд)

тик һуҙынҡыларҙы ғына уҡыу.

Р Ә К Н И Л М Ө А С Ы У Ү


(слайд)

Беҙ һеҙҙең менән һәр хәрефкә шиғыр ятланыҡ, уларҙы иҫкә төшөрөп үтәйек.

Ә Ө О Ү Э И


3. Ситуация тыуҙырыу. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Тик бесәйебеҙ кәйефе шулай уҡ. Әйҙәгеҙ бесәйгә исем бирәйек (Мыраубикә)

Мыраубикә һүҙендә беренсе ниндәй өн ишетелә (м)

-Бөгөн беҙ дәрестә м өнөнә тулы характеристика биреп, м өнөнөң хәреф тамғаһы менән танышып үтербеҙ. (слайд м хәрефе)


4. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

Әйҙәгеҙ әле ҡарайыҡ, бесәйебеҙҙең кәйефе нисек икән? (слайд)Инде ни эшләргә? Белдем, белдем. Бына бит өләсәй ойоҡбаш бәйләгәндә йомғаҡҡа энәләр ҡаҙаған, шуның өсөн бесәйебеҙ уйнай алмай. Мыраубикәгә ярҙам кәрәк.

Ләкин был энәләр ябай түгел, ә эштәр менән. Беренсе энәне алам (слайд)

м______

___м___

_______м

Ә хәҙер балалар слайдҡа ҡарағыҙ. Был схемаға ҡарап беҙ ни эшләргә тейешбеҙ.



Төркөмдәрҙә эшләу

1-төркөм 2-төркөм 3-төркөм



м______ ____м____ ______м

Ниндәй һығымта яһап була?


5. Ял минуты

Бесәй, бесәй, бесәй шул,

Бесәй әле кескәй шул.

Үҙе мырлай ҙа мырлай,

Әллә ул шулай йырлай.

Килтерегеҙ сысҡан, ти.

Ҡайҙа һуң ул ҡасҡан, ти.

Килтерегеҙ хәҙер, ти

Мин тоторға әҙер, ти.
6. [м] тулы характеристика биреү.

[м] өнө һуҙынҡымы, тартынҡымы?

- Ул тартынҡы.

- Тартынҡы булырын нисек иҫбатларһығыҙ.

- Өндө әйткәндә ирендәр ныҡ итеп ҡымтыла, үпкәнән сыҡҡан һауа ҡаршылыҡҡа осрай.
М




[М] – яңғыраумы? М

– һаңғыраумы?
М Ә К М А М Ы Ҡ

Ни өсөн мәк һүҙендә схеманы һары төҫ менән эшләнең, ә һин ни өсөн зәңгәр төҫ менән?

Һығымта яһау.
7. Китап буйынса эш

Йомаҡтан икенсе энәне алам. Был энәлә ниндәй эш.

Китаптағы биремдәрҙе уҡып үтәйек.


  1. Хор менән уҡыу

  2. Шым ғына уҡыу

  3. Нәҙек ижектәрҙе ҡыҙҙар уҡыу, ҡалын ижектәрҙе малайҙар.


8. Күҙҙәр өсөн гимнастика

Мыраубикә йомаҡтар менән уйнағанда өләсәйҙең төрлө төҫтәге ептәрен сымалтып бөткән. Әйҙәгеҙ әле уларҙы йомғаҡҡа уратайыҡ


Слайд (күҙҙәрҙе айырым төҫтәрҙән югертеп сығыу)

Слайд (айырым йомғаҡтарға ҡарау)



9. Яҙыу дәфтәрҙәрендә эш.

Йомаҡтан һуңғы энәне алам.

Беҙ ни эшләргә тейешбеҙ.

М хәрефен яҡшыраҡ иҫтә ҡалдырыр өсөн, беҙ уны яҙып та үтәйек.

(слайд)




М-м

Бәләкәй м хәрефе нисә элементтан тора (3).

Беренсе элемент ниндәй?

Икенсе элемент ниндәй?

Өсөнсө элемент ниндәй?

Таҡтала күрһәтеү:

1- аҫҡы эш һыҙығынан түңәрәкләндереп ауыш һыҙыҡ менән өҫкө юлдың уртаһына тиклем күтәреләбеҙ;

2-тура һыҙыҡты аҫҡа тиклем төшөп, түңәрәкләндереп, тағы ла өҫкө юлға тиклем күтәреләбеҙ;

3- тура һыҙыҡ менән аҫҡы эш юлына төшөп түңәрәкләп ҡуябыҙ.

Хәҙер тылсымлы ептәребеҙ ярҙамында м хәрефен яҙығыҙ.

* һауала яҙыу.

* дәфтәрҙә яҙыу.
10. Рефлексия

Мыраубикә ебенә ҡарайыҡ әле, ул ни эшләй. Тимәк беҙ Мыраубикәгә



ярҙам иттекме?

  • Бөгөн беҙ дәрестә нимәләр эшләнек? Дәрес һеҙгә оҡшанымы?

  • Дәрес өсөн рәхмәт.

Каталог: uploads
uploads -> Английские слова и выражения в оригинальном написании a horse! a horse! MY KINGDOM FOR a horse! англ букв. «Коня! Коня! Мое царство за коня!»
uploads -> Викторина по пьесе В. Шекспира «Гамлет, принц Датский»
uploads -> Қазақстан Республикасы Қорғаныс министрінің 2016 жылғы 22 қаңтардағы №35 бұйрығымен бекітілген тиісті деңгейдегі білім беру бағдарламаларын іске асыратын Қазақстан
uploads -> 2018 жылға арналған Жарқайың ауданы бойынша айтақты және естелік күнтізбесі 24 маусым
uploads -> Ақмола оато үшін есікті қайта сатып алуды жүзеге асыру туралы хабарландыру 2016 жылғы 11 қазан Астана қ. Тапсырыс берушінің атауы мен пошталық мекенжайы «Ұлттық ақпараттық технологиялар»
uploads -> «Қостанай қаласы әкімдігінің білім бөлімі»


Достарыңызбен бөлісу:


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет