Розалия солтангәРӘева йәМҒИӘтте тотоп торған рухи бағана нимә ул йола?



жүктеу 430.92 Kb.
Дата08.05.2018
өлшемі430.92 Kb.



Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА


ЙӘМҒИӘТТЕ ТОТОП ТОРҒАН РУХИ БАҒАНА
Нимә ул йола?
Кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән алып уның менән бергә йәшәйеш тәртибен, һәр ҡәүемдең тупланып, ойошҡан дәүләт төҙөүен тәьмин иткән механизм хасил була. Төрлө халыҡтың үҙ тарихи йәше менән бер ҡатар үҫешә. Тау халыҡтарында ул мәктәп адат, ҡаҙаҡтарҙа — салт, сыуаштарҙа — йала-ерке, алтайҙарҙа ялаһ тип атала. Кеше һәм кеше — ырыу, кеше — тәбиғәт, кеше — йәмғиәт араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйлау, ырыу көсөн арттырыу, сәләмәтлекте һаҡлау һәм ижади ҡеүәтте байытыу, тормош-көнкүреш талаптарын дөрөҫ камиллыҡта үтәп еткереү моделе иһә башҡортта йола тип атала һәм алда әйтелгән атамалар менән ауаздаш.

Борон-борондан башҡорт иле үҙенең төп законына — йолаға — нигеҙләнеп йәшәгән, үҫешкән. Оло хаҡы, кесе хаҡы, ҡатын хаҡы, ир хаҡы, бала йәки баба хаҡы, йәғни Кеше хаҡын фәҡәт йола ғына теүәл һаҡлаған. Олоно оло итеү, туған менән туған, кеше менән кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙең тейешле ыңғай барышы, йәғни гармонияһы, берҙән-бер хоҡуҡи сара — йолаға — буйһонған. Оло кеше (атай, ағай) өҫтәл янына ултырмайынса, ризыҡ ейеү тыйылған, баланы ҡаты рәнйеткән оло кеше мантымай, тигәндәр, ул битәрләнгән; махсус исем ҡушыу йолаһы үтәлмәйенсә, бала ырыу ағзаһы тип һаналмаған; ҡалым түләү, сеңләү, ҡыҙ илатыу йолаһы башҡарылмайынса, туйҙа йыуаса һибеү, һандыҡ асыу булмайынса, килен ҡаршылауҙа ығырмау таратылмайса һ.б. йолалар үтәлмәйенсә, килен икенсе ырыуҙың яңы ағзаһы, ир ҡатыны хоҡуғына ысын мәғәнәһендә эйә булмаған. Йола теге йәки был ваҡиғаны "оҙатып" бармай (ғәҙәттә, шулай фекер йөрөтәләр) йәки уның биҙәүесе лә, тулыландырыусыһы ла түгел.

Йола үтәлмәһә, донъя боҙола, яманлыҡ алға сыға. "Урал батыр" эпосында, мәҫәлән, атаһы ҡушҡан йоланы боҙған өсөн Шүлгән яман кешегә әүерелә.

Тәбиғәт тормошонда ла шулай. Үҫеүгә, етлегеүгә ҡаршы булған һәр кире ҡылығы өсөн кеше Тәбиғәттән яза ала, тимәк, артабан яҡлаусыһыҙ ҡала. Йола әхлаҡ, әҙәп тамыры булып формалаша. Торнаны үлтермә, аҡҡошҡа атма — нәҫелең ҡорор; һыуға төкөрмә, бысратма, һүгенмә — кейәһен (зыянын) күрерһең; ут менән уйнама — үкенерһең һ.б. тыйыуҙар шуны һөйләй. Ошондай тыйыу-күҙәтеүҙәр нигеҙендә йоланың тәғәйенләнеше лә асыҡлана. Йолалы ырыу ғына ойошоп, бер бөтөн булып йәшәй ала. Үҙен уратҡан донъяла тәртипһеҙ ҡыланһа, кеше көсһөҙләнә. Тәбиғәт яза бирмәй кешегә, ә бары тик ҡурсалауһыҙ ҡалдыра. Ә был инде — Тәбиғәттә кеше өсөн иң ҡаты яза. Тәбиғәттең телен белгән, яҡлаған, һаҡлаған кеше үҙе лә ошо бөйөк Көстән яҡлау таба. Шулай мәңге йәшәгән башҡорт һәм йәшәйәсәк.

Башҡорт йолаһы — тәғәйене ифрат киң, күп фунциялы этник феномен, һәм уны махсус байрам йәки сара рәүеше тип кенә аңлау милли фәлсәфәне ябайлаштырыр ине. Күренекле ғалим Абдулҡадир Инан йола һүҙен "тын", "йән", "ҡот", "ҡан", "тәртип", "ысул" төшөнсәләре менән бәйләй һәм шуға ла бик объектив фекер йөрөтә (А. Инан. Шаманизм тарихта һәм бөгөн". Өфө, 1998).

Боронғо төрки телендә "түрә" һүҙе үҙе үк йола тигәнде аңлатҡан, йәғни фәҡәт тейешле ҡағиҙә һәм хаҡлыҡ буйынса эшләп, ил-ырыу тәртибен тотоусы ғына ғәҙел Ил башлығы булып һанала алған.

Этрусск яҙмалары нигеҙендә (боронғо төркигә тиклемге графика) Ф. Латипов күп һүҙҙәрҙең, шул иҫәптән йола һүҙенең дә асылына төшөнөрлөк мәғлүмәттәр тапҡан. "Хакимлыҡ итеү өсөн кәрәкле изге доға — ҡағиҙәләр" тигән алтын дискка яҙылған бер нисә ҡағиҙәне уҡый ул. Диск, боронғо төркисә sulak, йәғни юла — бер күсәрендә үҙгәрешһеҙ әйләнеп тороусы түңәрәк. Шулай итеп, юла — предмет булараҡ үҙендә яҙылған һүҙҙәрҙең йөкмәткеһен аңлатыусы. "Юла" йолаға әүерелеп, предмет исеме күренеш атамаһын, "үҙгәрешһеҙ, үҙ көсөндә мотлаҡ үтәлергә тейешле" тигән идея функцияны эсенә ала башлай.

Йола — бер яҡтан әхлаҡи төшөнсә, йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана. Шуға ла "Йолалы ил — тәртипле", "Йолаһыҙ ил — болалы" һ.б. мәҡәлдәр йоланың законға торошлолоғон асыҡлай. Ул архаик дәүерҙән алып тормош барышын яйлаусы берҙән-бер яҙылмаған закон, именлек һәм уңыш моделе булып үҫешә. Халыҡты халыҡ итеп һаҡлап ҡалыусы мәшһүр система ул йола. Юғиһә, ошо көндәргә тиклем башҡорт йолаһы үҙ халҡының хәтерендә изге итеп һаҡланыр инеме?!

Законы, йәғни йолаһы, емерелгән ҡәүем тарихтан юғала. Йолаһын — халыҡтың рухи, әхлаҡи, физик ныҡлығын тәьмин иткән системаны — юҡ итеү милләттәрҙе ҡолға әйләндереү өсөн бик ҡулай. Октябрь инҡилабынан алып илдә үҙгәртеп ҡороу башланған осорға тиклемге 70 йылда "архаизм ҡалдығы", "варварҙар ысулы" тип иғлан ителгән был мәшһүр донъя тотҡаһы емерелде, тарҡалды, рухи ҡиммәттәрҙең күбеһе тарих буранында юғалды. Тик мәғәнәүи нигеҙе халыҡтың генетик хәтерендә һаҡлана килде. Ҡалым туй урынына "ҡыҙыл туй"ҙар үтте, башҡортҡа башҡорт исемдәрен ҡушыу һирәгәйҙе, төрлө ят бауырҙыҡы менән милләт исеме алмашынды, тәбиғәткә арналған йолалар ҡыйратылды — нәфсе ҡолона әүерелә башланы кеше. Рәсәйҙә һәм Башҡорт илендә лә шулай булды. Нәфсе ҡотортҡандан тыуған әхлаҡһыҙлыҡ, иманһыҙлыҡ, нәфрәт һәм асыу аҙҙы, еңел байығыу, эгоизм һәм индивидуаллек алға сыҡҡан дәүләттә эскелек, суицид, игенһеҙ ялан, балаһыҙ мәктәп, әсәһеҙ һәм әсәле етемдәр күбәйеп, Ил тигән бөйөк ҡәүем емерелер сиккә етте.

Башҡорттоң милли идеологияһы булған Яҡшылыҡ эшләүгә шик белдерелде. Үҙенең йолаларына таянмаған халыҡ быуат менән быуат сигендә тормош һынауҙарынан бөгөлә башланы. Бер башҡорт милләтенә генә түгел, дөйөм Рәсәй халыҡтарының рухиәтенә үлемесле көс төштө. Әммә ҡотолғоһоҙ мәл юҡ. Әгәр халыҡтың үҙ Теле, Ере, Исеме, Йолаһы бар икән, ул үҙен ҡотҡара ала әле.

Йола, әхлаҡ һәм тормош именлеге гаранты булараҡ, яңы дәүерҙә яңы мөмкинлектәре менән асыла ала. Сөнки халыҡ үҙ йолаһын, ижадын үҙ тормошо өсөн тыуҙыра, быуаттар буйы уны камиллаштыра һәм шунда нығына. Йола ижадында күңел, ризыҡ, дауа, сәнғәт, тәрбиә-тәртип, көнкүреш, ғаилә көтөү, мөхәббәт һәм тәбиғәт балаһы булыуҙың ҡәҙрәтле белеме, иң кәрәклеһе — Ҡото һалынған. Һәр тарафтың барышына үҙ йола ғәмәле бар. Һәр төрлө ваҡиғаға йәмғиәт алдында фәҡәт йола махсус санкция бирә. Йола ваҡиғаны оҙатмай, ул донъяны, хәлде, яҡшылыҡты үҙе тыуҙыра!

Мәҫәлән, сәнғәтте нисек йола буйынса үҫтерергә мөмкин? Башҡорт үҙ милли сәнғәтен камиллаштырыу өсөн ифрат талапсан принциптар, милли асылын һаҡлауға нигеҙләнгән мәктәп булдырған. Йыйын ярыштары — шуларҙың береһе. Әгәр ҡурайсының көйө ел ыңғайы — 10, ә йырсының йыры ел ыңғайы 5 саҡрымға ишетелә икән, улар "ырыу ҡурайсыһы", "ырыу йырсыһы" тигән ихтирамлы исемгә лайыҡ була. Бейеүсе иһә, үҙ бейеүен күрһәтеп, аҡһаҡалдар ҡушыуы буйынса тағы 12 быуын өҫтәп, йәнә төрлө кейек януар йә кеше булып ҡыланып күрһәтә икән — оҫта бейеүсе!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йола феноменын киң рәүештә, һәр нәмәлә кәрәкле "тәртип", "рәт" һәм мөмкинлек кеүек мәғәнәләрен күрмәй, төрлө һүҙ менән алмаштырыу әле уҡымышлыларыбыҙҙа ла күҙәтелә. Бура бурау, теге йәки был емеште йыйыу, ир һәм ҡатын мөнәсәбәттәре, бала тәрбиәләү һ.б. күренештәрҙе "кәсеп", "хеҙмәт", "ғәҙәт" һүҙҙәре менән алмаштырырға әүәҫтәр. Әммә йола — жанр түгел. Тормош итеүҙең ғәмәли сараһы ул. Ә инде һүҙ+көй+хәрәкәт+идея берлегендә ул сәнғәти, ғәмәли-ижади импровизация феномены — жанр була. Аҡыллылар һәм ырыҫлылар ижады булараҡ эстетика, зауыҡлылыҡ һәм халыҡсанлыҡ категорияларын тоташтырыу йәһәтенән ул фольклор күренеше лә. Әммә ошо мәлдә лә йола төп функцияһын, йөкмәткеһен юғалтмай.

Өйрәнеү мәсьәләһенә ҡарап, йоланы төрлөсә асыу мөмкин. Әммә бер нәмәне асыҡ аңлау тейешле: тормош-көнкүрештә барыһы ла аныҡ тәртиптә генә бара ала. Һәр ҡайһыһының үҙ тәртибе бар, һәм ул һәр саҡ йола тигән атаманы күтәрә. "Ҡатын йолаһы", тиҙәр ҡатын-ҡыҙ айлыҡтарын; "кеменең дә — үҙ йолаһы, ҡуйсының да — үҙ йолаһы", тиҙәр белем, тәрбиәгә арнап; "ҡорт йолаһы яратмай күп һөйләүҙе", тиҙәр бал ҡортона арналған тыйыуға бәйләп... Йәғни хатта һатыу, төҙөү, йыйыу, киҫеү, күлмәк бесеүгә лә үҙ тәртибе — йолаһы бар.

Туй, ерләү-ҡуйыу, исем ҡушыу һ.б. йолалар — улар оло, мөһим ваҡиғаны ил алдында ҙурҙан рәсмиләштереп, ырыуға яңы ағза өҫтәлеүен, ә әхирәткә күскән яңы йәндең әруах булғанын раҫлай. Оло ваҡиғаларҙы бәләкәйҙәре бәйләй, һәм улар ҙа, бер тәртип, ысул, сара ролен үтәп, "йола" исемен ала. Шулай итеп, башҡорт үҙенең йәшәйеш тәртибен дә, рухиәтен-хикәйәтен дә аныҡ, төҙөк нормаларҙа камиллаштырған.

Дин — йолаһыҙ, йола динһеҙ булмай. Ислам дине халыҡ йолаһын төптән инҡар итмәй, мөмкин тиклемен үҙләштереп, байытып, ҡабатланмаҫ рухиәт мәктәбе ҡора алды. Бөгөн этносты тәрбиәләүҙә һәм әхлаҡты нығытыуҙа ошо бөтөнлөк, берҙәмлек, бергәлек ифрат кәрәкле һәм фәтүәле. Ислам дине һәм халыҡтың бик борондан килгән йолалары бер-береһен тулыландырып, яңы заманда кешегә үҫеү, рухи нығыныу мөмкинлеген аса. Мәҫәлән, архаик дәүер аңына хас ғәҙәт — ташҡа табыныу — иһә Ҡәғбә ташын ололауҙа дауам итә, ҡорбан салыу, ямғыр саҡырыуҙарҙа ямғыр намаҙы һәм халыҡ йолалары ҡушылыуы ла милләт көнкүрешендә ҡаршылыҡ тыуҙырмай, сөнки ул йолалар — Бөйөк Аллаһ яратҡан Тәбиғәт һәм уның тарафтарын ҙурлау, тимәк, Аллаһты ҙурлау тигән һүҙ. Тәбиғәткә арналған йола-байрамдарҙы, үҫемлек йә миҙгел күренештәренә иғтибар бүлеп ололау йәки махсус һүҙ, арбау әйтеү — милләттең алтын хазинаһы. "Башҡорт — тәбиғәт балаһы" тигән оло баһалы билдәне раҫлаусы мираҫ ул.

Халыҡ рухиәтенең философик күҙаллау тамырҙарын фәҡәт Х-ХI быуаттарға бәйләп һәм ислам белемен генә ҡиммәтле тип һанаған әһелдәр, ошо хазинаны "мәжүсилек" тип атап, бер һүҙ менән ҡара мөһөр һалмаҡсы. Йолабыҙҙы тамам бөтөрөүгә, юғалтыуға инде был ҡараш — ХХI быуаттағы мәкерле ҡапҡан. Мәжүсилектең үҙенең термины һәм тәғлимәте бар. Тәбиғәтте ололау йолаларын "язычество", "мәжүсилек ҡалдығы" тип дорфа ғына эш итеүселәр иһә йоланың тормошсан аҡылын, асылын һәм милләт өсөн кәрәклеген аңлап бөтмәй. Ғилми сикләнгәнлек һәм Дин менән Ғилемдең әле һаман бер йүнәлештә, бөйөк тәбиғи ғәмәли бергәлектә үҫешмәүенең касафаты был. Ике оло идеология бер бөтөнлөккә үҫешһен һәм кешелек яңы-яңы баҫҡысҡа күтәрелһен өсөн эш аҡылы кәрәк. Үҙебеҙ таяныс тапҡан мәшһүр йола мәктәбен, рух ағасын киҫеп ташлау ҡурҡынысы бар — әгәр уяу, һиҙгер һәм киң ҡарашта булмаһаҡ!

"Язык" "народ" тигән төшөнсәне алмаштыра, тимәк, "язычество" "халыҡ мәҙәниәте", "халыҡ белеге" тигән һүҙ!

Всяк сущий в ней язык

Тунгус и друг степей калмык!" — тигәндә А.С. Пушкин "язык" һүҙен халыҡ менән бер итә!

Шуға ла "язычество" термины — ғилми түгел, ә сәйәси йөкмәткеле һүҙ, үҙ хазинаһынан, тамырынан, аҡылынан, йәшәү идеологияһынан халыҡты биҙҙерер өсөн махсус уйлап табылған термин, билдәләмә ул. Ә кеше, халыҡ Тәбиғәттән тыуа һәм Тәбиғәткә ҡайта. Халыҡ та шулай.

Тәбиғәтте яратыу, һөйөү, һаҡлау, яҡлау, һәр үҙгәрешенә иғтибарлы булып байрам үткәреү — табыныу һәм ҡырағай мәжүси ҡылыҡ үрнәге түгел! Иң цивилизациялы, мәҙәни белекле, зауыҡлы, алдынғы фекерле кешенең юғары ватансыл йөрәге гражданлыҡ позицияһы, фиҙакәр эше ул! Тәбиғәт ниғмәттәре бит Аллаһы Тәңретәғәләнең илаһи емеше һәм кешегә бүләк-өлөшө. Тәбиғәтте данлау Аллаһты данлау була. Тере Тәбиғәткә яратыуҙы белдермәгәнгә, яҡлай алмай бысратҡанға күрә бит кейәһен күрәбеҙ. Бөгөн инде тәүбәгә килеп, Тәбиғәт Анабыҙҙы ҡотҡарыу юлына баҫыр ваҡыт бәндәгә.

Тәбиғәттең һәр мәленә иғтибар итеп, теләк әйтеп, яҙын Ҡарғатуй, көҙөн Сөмбөлә үткәреү һ.б. — башҡорт халҡының мәжүсилеге түгел, ә боронғо экологик белем хазинаһы ул! Кеше менән кеше нисек һаулыҡ һораша — шулай уҡ байрамдар, йолалар үткәреү тәбиғәт менән һаулыҡ һорашыу "теле" була ла инде. "Мине тотма, шуны тот!" — тип һыу инер алдынан һыуға томбойоҡ япрағы ташлау (батмаҫ өсөн); шифалы үлән, миндек алыр алдынан: "Һиндә ғәйеп юҡ, миңә дауа юҡ!" тип ғәфү үтенгәндәй һүҙ әйтеү; "Кил, Күгем, кил, Күгем, Уралдан кил — һыйыр һөтлө була!" тип, беренсе күк күкрәүҙе ҡаршылау — Тәбиғәт алдында кеселекле кешенең матур булмышы, тәртибе, асылы ул мәгәр! Тәбиғәтте буйһондорорға түгел, ә уға хеҙмәт итергә тырышҡан Аҡыллы кеше ғәмәле был! "Мәжүси" кешенән ҡалған ошо изге йолаларҙы, тәбиғәт "телен" белеүҙе кем әйтер ҡырағайлыҡ, наҙанлыҡ тип? Тере тирә-яҡҡа ихлас һөйөү мөнәсәбәте башкөлләй булғанда ғына кеше үҙенең ғорбаян идеяһынан, Тәбиғәткә баш булам тип донъя ҡырылыуға килтергән ҡырыҫлығынан, бәлки, сигенер. Ер-һыуҙы бысратыу, шартлатыу, һыу янында һүгенеү, утҡа төкөрөү, ер һатыу һ.б. — нәфсеһе аҙған кешенең эше. Ағастарҙы самаһыҙ киҫеп, Ер-әсәне — тунһыҙ, илде — үпкәһеҙ, балаларыбыҙҙы бишекһеҙ ҡалдырыуыбыҙ менән бергә туҡтауһыҙ Ер ҡанын — нефтте һурҙырып алып, беҙ, әлбиттә, ҡырағай, наҙан, тәкәббер булдыҡ. Бөгөн уның асы һөҙөмтәләрен күрәбеҙ. Тәбиғәт бит аныҡ ишаралар бирә. Таҙа һыу китә башланы, Еребеҙҙе ут ялмай, Һауа тыныс түгел... Үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы, йәнә Аллаһты, Анабыҙ Тәбиғәтте, Йоланы аңлап һөйөргә, яратырға, яҡларға өйрәнһәк, беҙ яңы, яҡшы Ваҡытҡа сығырбыҙ һәм бәхетле йәшәрбеҙ. Йолаларыбыҙ донъя гармонияһын нығытырға ярҙамсы, башҡорттоң милли әҙәбен, намыҫын нығытырға, Ҡотон ҡайтарырға, йөрәген ултыртырға затлы, кәрәкле Белек булыр.
ҺЫУҒА БӘЙЛЕ ҒӨРӨФ-ҒӘҘӘТ
Йола, тыйыуҙарға бәйле халыҡ ырым-ышаныуҙары — реаль күрһәтмә, ҡурҡытыу түгел, ә философия. Уларҙы ла бирәбеҙ — тәрәнерәк аңлар өсөн.

“Һыу — ҡатын сығанағы”, ти халыҡ. Тыуҙыра, туйҙыра, таҙарындыра, дауалай ул. Һин һыуға ҡараған мәлдә унда тулы сағылаһың. Ул һине һәр саҡ күрә. Һине белә ул. Ул тере, тере булғанға һиңә йыуынғанда ла, эскәндә лә, уйланғанда ла ләззәт килтерә. Әҙәмдең ише — һыу. Ҡәҙер итһәң генә ул һине тыңлай, шифайәт ебәрә, донъяңды гөл итә. Ҡәҙер итмәһәң...

Ҡатын сығанағы — һыу. Шуға ул барыһын да ыңғайлата ала. Һыуҙы ала бел, тота, уға бурыс ҡайтара ла бел.

***


Ҡояш ҡалҡмайынса һыу алырға ярамай. Им-том итергә генә, дауаға алыу мөмкин. Ҡояш нуры төшмәгән һыу уянмаған була. Һыу алғанда “бисмилла” әйтеп, ипләп кенә, тыныс күңел менән алырға кәрәк. Уның күңеле, аҡылы бар.

Ҡояш байығас, һыуға барырға, крандан ағыҙып алырға ла ярамай — һыу пәрҙәләнгән була, йоҡлай. Әгәр шулай тура килһә, һыуҙан рөхсәт алырға кәрәк. Әйтә торған һүҙе бар:

Эй, Һыу инәһе!

Әссәләмәғәләйкүм!

Аҡбуҙатлы ҡунаҡ килгән,

Самауырға һыу кәрәк!

Һыу бир, “өлөшөм”, — тиермен!

Йәки:


Һыу инәһе! Һыу бир,

Көндөҙ килеп булманы!

Ҡояш байығанда һыу алһаң, артыңды ҡамсылау кәрәк, ти ололар. Үҙенең мәғәнәһе бар. “Әгәр һыу алғанда рөхсәт алмаһаң йәки һыуға өлөшөн һалмаһаң, Һыу инәһе артыңдан эйәрә. Шуға үҙебеҙҙе үҙебеҙ “ҡамсылай” инек. Ҡайтыр юлда һыйыҡ сыбыҡ алабыҙ ҙа ҡамсылайбыҙ. Ҡояш байығас, һыу алып ҡайтһаҡ, атай:

— Ана, ҡайтты һеҙҙең менән, һөйләшә хатта, — тиер ине.

— Кем?

— Һыу эйәһе!



— Беҙ бит ишетмәйбеҙ!

— Һеҙҙеңсә һөйләшмәй ул! — ти. — Ана, хәҙер өйгә инеп ултыра.

Ул йәмһеҙ ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә кеше булып өйгә инеп ултыра икән. “Һеҙҙең һыуығыҙ тәмһеҙ!” — тип илай, ти. Тауышы ишетелһә, шунда уҡ мылтыҡтан атҡандар. Ҡоро дары менән. Шаулап сығып китер булған.
Һыу самаһын тот — шифалы булыр
Мунсала йыуынғанда ла, бәләкәй сабыйҙы пакландырғанда ла, мәйет йыуғанда ла, кер сайҡағанда ла, иҙән йыуғанда ла һыу самаһын белеү кәрәк. Артығын тотонһаң, кейәһен (зыянын) күрәһең. Һәр ғәмәлдә пакланырға өс ҡаҙаҡ һыу етә. Мунса эйәһе: “Минең өлөшөмә керҙе”, — тип кешегә бошоноу ебәрә, ти.
Һыу инерҙән алда...
Кисен һыу йоҡоға тала. Төнөн һыу инеү ҡәтғи тыйыла. Тик бер генә төндө һыу инергә ярай: ай тулған мәл — июндең 21-23-тәренә тура килгән төн ул. Ошо ваҡыт борон түлһеҙ ҡатындар, ҡыҙҙар һыу ингән. Йәш ҡатындар һыуҙан түл, бала һораған. Төнөн һыу ингән кешенең енес көсө кәмей, зәхмәт, китмәҫ ауырыу ҡағыла.

“Һыу инер алдынан ҡапыл-ғара йүгереп, шабырлап барып керергә ярамай. “Әҙәм һыуы (тире) минән оло түгел”, ти икән һыу. Һыу инәһе асыулана, быуындан ала, ти. Ул бит һинән, минән, Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән дә оло. Рәтен белеп һыу донъяһын ихтирам итеү кәрәк”. Тирҙе һыу яратмай. Туҡтап сәләм бир, тирең кипһен, күңелең ултырһын. Һыу “ризалығы” тип, тәүҙә бер бәләкәй таш, еп йәки томбойоҡ япрағы һалаһың:

Һыу инәһе!

Иҫәнлек-һаулыҡҡа,

Таҙалыҡҡа һыу инәм,

Мине тотма — шуны тот,

Сир-сырхауымды йот! —

тиһең. Бер бөртөк сәсеңде лә шулай һыуға саҙаҡа итеп һалып була”.


Тере һыу тылсымы — ғүмер ырымы”
“Һәр көн иртән тулы кәсә йә стакан менән һалҡын һыу эсергә кәрәк. Ил башына, ғаилә башлығына, үҙеңә һаулыҡ теләп, исемеңде әйтеп “бисмилләһир-рахмәнир-рахим” тип, аяғүрә тороп баҫып эсәһең. Тик яҡшы теләк теләйһең, һәр ағзаңа һаулыҡ юрайһың. Беҙҙең ата-бабанан, борондан килә был йола. Һыу һинең теләкте ишетә, шуға гел изге теләк, һүҙ, юрау әйт”.
Баланы мунса индергәндә, миндек менән сапҡанда әйтемләп торалар:

Һап! Һап! Һап! Һап!

Мунса ташы, бүрәнә башы,

Атаң киҫкән утын түгел,

Инәң яҡҡан мунса түгел,

Айыу, бүре балаһы!

Айыуҙай аға бул,

Бүреләй буға бул!

Ата-инәле –

Алтын ҡанатлы бул!

Минең ҡулым түгел,

Ғәйшә, Фатима (батман*, тиҙәр ҡайһы саҡ) ҡулы!

Ят та йоҡла,

Тор ҙа уйна!

Һап! Һап! Һап! Һап!

Олоно “оло” тип әйт,

Бабаны “баба” тип әйт,

Әбейҙе “әбей” тип әйт,

Ағайҙы “ағай” тип әйт,

Үҙеңдән олоно “ағай” тиң,

Үҙеңдән олоно “апай” тиң.

Һап! Һап! Һап!

С-у-у-п! Тьфү! Тьфү! Тьфү! — тип, баланың арҡаһынан аҫтан өҫкә табан һыуҙы һурып алып, ситкә төкөрөргә кәрәк. Шулай сир, күҙегеү бөтә. Бала матур үҫә. Һыу менән бергә кешегә иң яҡшы сифаттар “беркетелә”.
Өлкән кешенең миндек менән сабыныуы
Оло кеше мунса ингәндә үҙен миндек менән саба-саба ошолай һамаҡлай:

Һап! Һап! Һап!

Мунса ташы! Һап! Һап!

Бүрәнә башы! Һап! Һап!

Ала бейә алдан саба!

Һап! Һап! Һап! (кәүҙәнең алғы өлөшөн саба)

Һары бейә һырттан саба!

Һап! Һап! Һап! (ҡабырғаларын саба)

Бүртә атым былай саба! (ботон саба)

Һап! Һап! Һап!

И-һо-һо-һо!

И-и-һо-һо-һо-һо!

тип, тын ташлап, ҡысҡырып “кешнәй”. Шулай хәлең бөтмәй, киреһенсә, шәбәйгәндән-шәбәйәһең. Яман күҙ ҙә теймәй, тел-теш тә китә. Аңлатма: “Ат кешнәүе элек-электән ен-зәхмәтте ҡыуыусы, тылсымлы өн-ауаз булып һаналған. Им итеүҙә лә ул ошо мәғәнәһе булғанға ҡулланыла: эс ауыртыуын имләгәндә имсе ҡапыл кешнәп йә олоп ебәрә.
***

“Мунсала һәр бер сүмес һыуыңды үлсәп кенә алырға кәрәк. Доға уҡып исемеңде әйтеп: “Фәләндең өлөшө” тип ташҡа һыу һалаһың. Бер һалғанда бер йә өстө һалырға кәрәк. Таҡ һан булырға тейеш.

Өлөшһөҙ сабынырға ярамай. Ҡойонғанда һыуға шөкөрана тип доға әйтергә кәрәк.

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Тәнемде һыу паклаһын,

Йәнемде иман паклаһын,

Аллам үҙе һаҡлаһын!

Шатлыҡта керләнергә яҙһын! — тип әйтергә.

“Кәүсәр һыуы менән таҙарынам!

Кәүсәр һыуы менән таҙарынам!

Кәүсәр һыуы менән таҙарынам!” — тип ҡойонорға!

Мунсанан сыҡҡанда һул аяҡтан сығырға һәм мунса эйәһенә өндәшеп китергә кәрәк:

“Абыстайҙар килә,

Мулла-мәзиндәр килә!

Фәрештәләр килә!”

Юғиһә, мунса эйәһе осаға тибеп ҡала, ти. Шунан кеше ауырый. Мунса тупһаһынан һул аяҡ менән сығалар. Ҡайтҡас, мотлаҡ ауыҙҙы өс тапҡыр таҙа һыу менән сайҡаталар, сөнки эҫеләнгәндә ауыҙҙа төрлө насар бүленмә йыйыла. Халыҡта иһә “пәрей тыны ҡала” тиҙәр.

Шунан һуң йылы һыу, сәй эсергә мөмкин.

Өйгә ҡайтып ултырып, мунса яҡҡан кешегә рәхмәт әйтеп, өйҙәгеләргә шифалы быу теләп, Хоҙайҙан һаулыҡ һорайҙар. “Быуың шифаға һеңһен”, — тиҙәр.


***

Мунса миндеген яғырға ярамай — битең шаҙра була.


***

Мунса һыуына кер йыумайҙар, юғиһә, кеше өлөшө хаҡына зыян килә йәки мал үрсемәй. Бер мунсала ике рәт йыуынырға ярамай. Бөтмәгән булһа, һыуҙың иҫкеһен түгеп, яңынан ташыйҙар.


Кейәү мунсаһы
Беренсе тапҡыр мунса ингәндә киленгә һыу өлөшөн тик парлы еңгә һала: шулай йәштәрҙең тормошо ҡотло була, йәш килендең ғаиләһе ишле була.

Ҡыҙ мунсанан кейәү биргән бүләк — кейемгә кейенеп сыға.

Кейәү ҙә мунсанан ҡыҙ биргән бүләктәрҙе — өҫ кейемен — кейеп сыға. Ҡаршы алған ҡыҙҙар биргән һыуҙан ауыҙ сайҡай, ҡатламаны ҡаба ла бер ҡабымды артҡа ташлай — мунса донъяһына саҙаҡа була быныһы.

Мунсанан ҡайтҡас, өс рәт ауыҙын таҙа һыу менән сайҡағас ҡына һыу йә сәй эсә ала. Юғиһә, шайтан үбә, ирен сабырта, ти. Шуны белмәһә, ҡыҙҙар уның битен ҡором менән буяй. Ултырып “Фатиха”, “Ихлас” сүрәләрен уҡырға тейеш кейәү кеше.

Кейәү мунсаға аҡса һалып ҡалдыра. Миндек эсенә йә иһә таш араһына, тәҙрә төбөнә, таҫтамалға төйнәп, йәшереп һала. Мунса әҙерләгән килендәргә бүләк, “мунса хаҡы” була ул.
ЯРҒА СЫҠҠАН БОҘ — ТӘҢРЕ БҮЛӘГЕ”
Боҙ оҙатыу йолаһы
Боҙ киткәнен ҡарап ҡалырға кәрәк. “Боҙ китә! Боҙ китә! Һыу буйына барығыҙ!” — тип балалар ҡысҡырып йөрөй. Шаулап-гөрләп, ярға боҙ ташлай-ташлай китә ул һыу. Бер генә көн шулай була. Һыуға ҡаршы баҫып изге теләк әйтергә, һаулыҡ һорарға кәрәк.
Ҡар һыуына барыу
Оло инәйҙәр бала-сағаға, сирле-сырхауға им итер өсөн ҡар һыуын мотлаҡ йыйып ҡалырға тырышҡан. Сөнки ул һыу таҙа урындан алынһа, өҫтөнә доға “ябылһа” (доға уҡылһа), тыныс урында ултырһа, боҙолмай, айҙар буйы еҫләнмәй, шифалы сифаттарын юғалтмай. “Ҡар һыуынан ғөсөл ҡойондоҡ, икенсе ҡарға тиклем сирләмәйбеҙ тип. Аҙна буйы эсә инек, шифаһын алып”.

“Мунса тышын, мейес, келәт аҡланыҡ, ҡар һыуына аҡбур иҙеп. Бөтөн өҫ кейемдәрен керле булмаһа ла сайҡап ҡуя инек ҡар һыуына. Шулай ҡәҙерле булды ул. Әбейҙәр, ҡартинәйҙәр шулай эшләй ине. Беҙ ҙә шулай иттек”.



2013 йылда Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылында Ш.Ә. Танһыҡҡужинанан (1927 й.); Нуриман районында 2008 йылда яҙып алынды.
Ямғыр саҡырыу
Ҡоролоҡ булһа, оло инәйҙәр тау башына менеп ваҡ таш йыйып алып төшә. “Доға уҡып, әйтеү әйтеп уларҙы һыуға һалып ҡуялар. Тағы ла намаҙ уҡыйҙар. Ямғыр бер-ике көн яуғас, ул таштарҙы кире тауға мендерәләр”.

Аңлатма. Таш — борон-борондан бик ҙур тылсым сығанағы. Ныҡлығы, оҙаҡ йылдар буйы формалашыуы уны серле билге, үҙенсәлекле, хикмәтле белек йомғағы булараҡ ҡабул иттерә. Таш культы — башҡорттоң бик боронғо аманаты. Ә инде ҡояшта — Тәңрегә яҡын урында — тауҙа ятҡан таш, һыуға һалғас — һыу саҡырып ятыуына ишара.
***

Ямғыр саҡырыу өсөн борон ҡорбан салынған, уны “теләк салыу”, “ямғыр ҡорбаны” тигәндәр. Аят уҡылғас, ҡорбан ите бешкәнсе, өлкәндәр ямғыр намаҙы уҡый. Ир-ат, ҡатын-ҡыҙ айырым ултыра.

Һәр ике бәндә ихлас булырға тейеш. Ил, Ер-һыу хәлен һорап, доғала ултырғанда бөтөн йөрәгенән ҡушылып торорға бурыслы. Борон был йолаға сығыусылар кисен ниәт итеп ятһа, иртән ғөсөл ҡойоноп, таҙа кейем кейенеп барған.

Һыу буйында һыу һибешеү була. Йәше, ҡарты, олоһо, кесеһе, хатта мулла үҙе лә — елән осон булһа ла һыуҙа сылатырға тейеш. Бер-береһен һыуға ташлау бөтөн ауылда ҡыҙыҡ уйынға әүерелгән. Йола хаҡы буйынса бер кем дә ҡоро кейемдә ҡалырға тейеш түгел. Өйҙәргә инә алмаһалар — мөрйәнән, ихатаға керә алмаһалар — ҡойманан, аҙбар-ситәндәргә, ихатаға, түтәлдәргә һыу һибелгән. Күнәктән һоҫоп сәсрәткәндә теләк әйтелгән. Балаларҙы инәйҙәр ауыл буйлап йүгерткән: “Барығыҙ, ямғыр теләгеҙ! Йәш кешенең теләге йәшендәй етеҙ, етер еренә етә!” — тигәндәр.

Балалар һамаҡлай:

Ямғыр, яу, яу, яу!

Иген үҫһен тау, тау,

Ваба сире булмаһын,

Астан халыҡ үлмәһен,

Яу, ямғырым, яу, яу!

Ҡара тәкә һуйырмын,

Башын һиңә ҡуйырмын,

Майын үҙем ашармын,

Тояғын һыуға һалырмын,

Ямғырҡайым, яу, яу!

Майлы бутҡа бирермен,

Тәтәй ҡашыҡ бирермен,

Ямғырҡайым, яу, яу!

Беҙ булайыҡ һау, һау!

Бәрәмәстән, ҡоймаҡтан

Яу силәктән

Яу иләктән! Яу! Яу!

Шулай итеп, бала һамағында бик боронғо йолалар — һыуға ҡорбан салып бағышлауҙар сағыла.

Һыу һибешкәндә тик ир менән ҡатынға һыу һибешергә ярамай — аралары һыуына. Ауыл буйлап йүгереп, шаулашып балалар ҡайтыуға ямғыр яуыр булған, сөнки йолала әҙәм ихлас була.


Тауҙа теләк
Тауҙа теләк әйтеү — айырыуса көслө сара. Тик гел изге булырға тейеш ул. Тау, һыу, ут, урман, таш янында насар теләк, һүҙ әйткән кеше “бер килеп ҡороға”, ти халыҡ.

Тауға ниәт әйтеп менәләр. Тауыш-өнһөҙ, ҡысҡырышмай ғына үргә күтәрелгәс, ултырып доға уҡыла. Бер нисә кеше ҡулға-ҡул тотоноп ҡояш әйләнәһенә табан өс рәт түңәрәк үтә:

Эй Аллаһым!

Һинең ниғмәтең киң,

Хазинаң бөйөк,

Үҙең бойор!

Ямғыр кәрәк — ямғыр бир!

Тыныслыҡ бир!

Илгә-көнгә бир!

Теләктәрҙе ҡысҡырып әйткәс, барыһы ла ҡиблаға йөҙ менән ултырып, “Фатиха”, “Нәс”, “Фәләҡ”, “Ихлас” сүрәләрен уҡый.

Тәбиғәт туған үҙ халҡына ифрат хозур. Тәбиғәткә рәхмәт уҡып, насар ҡылыҡтар өсөн ғәфү һорап, кеше көслө була. Һоҡланған һәр кеше оло сауаплы була. Менгәндә лә, төшкәндә лә тауҙа артҡа ҡарамаҫҡа! Төшөп еткәс, туҡтап, тағы ла Аллаһҡа, тау рухына, Ер-һыуға шөкөрана ҡылып доға әйтелә.

***


Ямғыр намаҙынан һуң ҡорбан итенән аш бешерелә. Барыһы теләк теләп, шөкөр әйтеп һыйланғандан һуң, ҡорбан һөйәктәрен һыуға һалып алалар. Ямғыр бутҡаһы бешерелгәс, ҡаҙанды түңкәреп, һыуға һалалар.
Һыу
Һыуға төкөрөргә ярамай — битең шаҙра була. Һыу янында һүгенергә ярамай: һыу тота, енес көсөң бөтә; һыу ағынында ҡысҡырып йырлама: һағышың арта, һыу ташҡанда ағынға ҡаршы изге теләк телә, ағым ыңғайына бошоноуыңды ебәр. Ҡара ташҡа һағышыңды һөйләп һал: ҡайғың юғалыр. Аҡ ташҡа олғашыңды һөйләп һал: теләгең юл алыр.
Ут йолаһы
Ут — изге, тылсымлы көс. Усаҡ яҡҡанда һәр ваҡыт “бисмилләһир-рахмәнир-рахим!” тип башларға кәрәк.

Алас, алас, алас!

Шайтан беҙҙән ҡас,

Ен-зәхмәте, ҡас, ҡас!

Яман беҙҙән ҡас, ҡас! —

Алас! Алас! Алас!



Аңлатма: Алас изге ут тигәнде аңлата. Боронғо төрки (монгол, бүрәт) халыҡтарында аласлама — изге ут менән дауалау йолаһы булған. Көслө был стихияға табыныу палеолит дәүеренә ҡайтып ҡала. Яман күҙҙән, сир-сырхауҙан ҡотолор өсөн сепрәкте майға манып ут төртәләр ҙә шуның менән һыйыр сирләһә лә, кеше сирләһә лә өтәҫләйҙәр ине.

“Утҡа төкөрмә — телең көрмәлер”, тиҙәр ине әбейҙәр.

Ут янында яман һүҙ һөйләмә, ҡысҡырма, кеше менән әрләшмә — көсө үҙеңә ҡаршы килә, ти. Йәйге ҡояштың иң юғары торошона арналған байрам көндәрендә (21 — 24 июндә) “ут ашатыу” йолаһы үтә ине.

Аңлатма: “Ут — ҡояштың ерҙәге илсеһе, шуға утҡа май, ит һалып, “күңелен күргәндәр”.

*батман — мул, ауыр, шифалы мәғәнәһендә.


Ут ҡоймағы
Яҙ беренсе тапҡыр йәйге аласыҡҡа сыҡҡанда, ҡоймаҡ бешерелә. Сөсө ҡоймаҡ яңы ут "күңелен күреүгә" арналған булғанға исеме лә шулай "ут ҡоймағы" тип аталған. Бешереүсе иң беренсе ҡоймаҡты үҙе ҡаба, унан күршеләрҙе, бала-сағаны һыйлай. Беренсе утты ҡәҙер итеп яғып, ҡоймаҡ менән "һыйлаһаң", тормошоң ҡотло, һыйырың һөтлө, умартаң баллы була, тип тә юрағандар. Ут яҡҡанда һәр ваҡыт "Салауат" доғаһын уҡыу кәрәк. "Изге ут бул, файҙа күрер ут бул", тип әйтергә.
Ут аша һикереү
Ут аша һикереү йәйге уйындарҙа, ҡояш торошона арналған байрам төндәрендә генә мөмкин булған. Ут аша һикереү ырыу-ара йыйындарында ла осраған.

Һикерер алдынан кеше усына тоҙ йә икмәк ала. Өс тапҡыр ут аша ырғығандан һуң усындағы икмәк валсығын утҡа һибә лә:

"Ошоно аша,

Минән сир-

сырхау китһен!"

тип әйтә. Һикергәндә ҡысҡырырға, һүҙ әйтергә ярамай. Һәр кем үҙ көсө менән тырышырға тейеш. Һикерә алмаған малайҙар йүгереп килә лә таяҡҡа таянып ырғый. Өс рәт һикерергә кәрәк. Үҙ көсө менән һикергәнгә бүләк тапшырыла. Ҡағиҙәләр: 1) ут кейемгә, салбар салғыйына тейергә тейеш түгел; 2) аҡырырға, ҡысҡырырға ярамай; 3) ҡулында булған икмәк йә тоҙҙо башҡалар менән бүлешеп ашарға, утҡа һибергә мөмкин. Ут аша үткән ризыҡ көслө, дауалы була тигән инаныс сағылған бында. Утты һикереп сыҡҡас ҡына һикереүсене хуплайҙар, ҡотлайҙар. Алдан ярамай. Иң аҙаҡ уттың һүнгәнен бергәләп көтөп, урынын таҙартып, өҫтөнә кәҫле үлән һалалар. Ер шулай тағы ла яңыра.


Ут име
Майлы сепрәкте яндырып, бик ҡаты ауырыған кеше тирәләй әйләнеп, уратып йөрөткәндәр.

Алаҫ! Алаҫ! Алаҫ!

Сир-зәхмәте, ҡас, ҡас! —

тип һамаҡлағандар, алаҫлағандар.


"Ут ҡотло булһын — сәләм бир!"
Килен беренсе тапҡыр кейәү йортона кергәндә, мейескә өс рәт башын, унан осаһын тейҙереп ала.

Көлдөксәң тулы көл булһын,

Ҡаҙаның тулы аш булһын,

Итәк тулы бала булһын,

Артың тулы мал булһын,

Донъяң ҡотло булһын! — тип теләк әйтәләр уға.


Һауа тылсымы
Һауаға ҡарап аҡырырға, ҡысҡырып көлөргә, атырға ярамай — "күк һуға". Тик бер көндә генә һауаға ҡарап һөрән һалыу мөмкин. Сәсеү бөткәс, һабантуй алдынан ҡыҙҙар йыйылып тауға сыға, шунда күккә ҡарап ҡысҡыралар. Йәнәһе, Күк Тәңрегә — Атаға сәләм ебәреп, уның миһырбанлылығына, ярҙамына һәм "дәрте уянып" ямғыр ебәреүенә өмөт итәләр.
Тау — Тәңрегә яҡын урын
Тауға менер алдынан тәүҙә итәгендә туҡтап тороп ниәт әйтәләр, доға уҡыйҙар. Иң изге ниәт булырға тейеш. "Тау эйәһе! Алла бойороғо менән мине иҫән-һау йөрөт, изге теләк менән менәм! Рөхсәт ит!" — тип әйтеү кәрәк. Менгәндә шауларға, көлөргә ярамай. Тауға күтәрелгәнсе туҡтамаһаң, теләгең ҡабул була. Менеп еткәс, тауҙың иң бейек түбәһендә теләгеңде ҡысҡырып әйтәһең. Күмәкләп теләгәндә тәүҙә ҡояш әйләнәһенә түңәрәк буйлап йөрөп алалар, шунан ҡулдарҙы өҫкә күтәреп:

Эй, Аллаһы Тәғәләм! Эй, Тәңрем!

Һин бар! Һин бер!

Күренмәйһең — барын күрәһең,

Беленмәйһең — барын беләһең,

Төҫөң һәм тауышың юҡ!

Һәр ерҙә барһың,

Бер ерҙә лә юҡһың!

Тыумайһың! Тыуҙырмайһың!

Тиңдәшең вә оҡшашың юҡ,

Ни бойорһаң — була, бойормаһаң — юҡ!

Бойор, Тәңрем! Аллам!

Иҫән булһын илем!

Имен булһын Ерем!

Һау-сәләмәт булһын,

Мәңгелек бар булһын,

Ҡеүәтле, бай булһын башҡорт халҡы!

Ғаиләм, туғандарым менән

Оҙон, бәхетле ғүмер бир!

Ямғыр бир! Бәрәкәт бир!

Эй, Аллам! Эй, Тәңрем!
Тау — Тәңрегә яҡын урын
Һәммә тапҡыр тауға күтәрелгәндең үҙ маҡсаты була. Шуға ыңғайлап теләк әйтелә. Әгәр ямғыр теләргә әбейҙәр менә икән — һыу ситенә һалырға тауҙан ваҡ таш алып төшә. Ә инде ямғырҙы туҡтатыр өсөн, Алла ризалығын һорап, ул ташты тауға кире илтеп ҡуя. Тауҙан төшкәс, тағы ла тау эйәһенә рәхмәт әйтелә. Доға уҡыла. Артҡа боролоп ҡарамай ҡайтып китәләр.

Тау башында әүлиә ҡәбере булһа, ҡырҡ аҙым ҡала сәләм бирергә, мотлаҡ доға, аят бағышларға кәрәк.

Яман эсле, ҡара ниәтле, көнсөл кешене тау эйәһе яратмай, ел-дауыл ебәрә. Тау башында араҡы, һыра эсеү ҡәтғи тыйыла. Зиһене тайшанған (иҫерек) кешенең ғүмергә зәғиф булып ҡалыуы мөмкин, тиелә халыҡ ышаныуында. Тау эйәһе хатта бер кеше бәләһе өсөн ауылға ҡаза ебәргән: йыландар төшөп, мал-тыуарҙы, кешене ҡазалаған.
"Ҡышҡы Нардуған — оло байрам ул, туған!"
Нардуған байрамы йыл ахырында, көн ҡыҫҡарыуҙан туҡтағас уҙғарыла. Ҡыш булыуына ҡарамай, берәй иркен йортта йыйын йыялар. Йыйынға һәр кем үҙ өлөшөн тотоп килә: итен, ҡаҙы-ялын, майын, һалмаһын, ярмаһын — барсаһын. Сапҡынсылар, бала-саға өйҙән-өйгә хәбәр тарата, теләк теләй, теләкте урамда ла әйтеп йөрөйҙәр:

Нар, нар, нарына,

Бәхет бирһен барына.

Мал-тыуарың түл йәйһен,

Бала-сағаң ит ейһен!

Малың ашһын ҡуранан,

Ашың ашһын буранан!

Илең, йортоң һил булһын,

Күңелегеҙ киң булһын!

Өйгә инеп, шулай тигәс, өй хужалары, үҙҙәре ни ашаһа, теләкселәргә лә шунан өлөш бирә. Өйҙән сығыр саҡта йәнә һамаҡлағандар:

Нар, нар, нарына,

Рәхмәт һеҙгә барына!

Малдарығыҙ түл йәйһен,

Барсағыҙ ҙа ит ейһен;

Һөтлө булһын бейәгеҙ,

Уҡлы булһын йәйәгеҙ;

Мәргән булһын уғығыҙ;

Барға сыҡһын юғығыҙ,

Малығыҙ ашһын ҡуранан,

Ашығыҙ ашһын буранан;

Ил-йортоғоҙ һил булһын,

Йәннәттәргә тиң булһын.

Әйҙә, амин тотайыҡ,

Йортоғоҙҙо ҡотлайыҡ!

Шулай тип доға ҡылалар ҙа:

"Нар, нар, Нардуған,

Нардуғанға бар, туған", —

тип саҡырып китәләр.

Йыйын булған йорт эсендә һый бөтөүгә тышта төрлө уйын уйнала — ҡарттар урам буйлап тәкбир әйтеп уҙа. Аулаҡ йортта ҡыҙҙар йондоҙнамә аса, фал һала — кейәүгә сығырҙарын, кемгә барырҙарын юрай. Иртәгәһен өйҙән-өйгә ҡунаҡҡа йөрөшөү башлана. Байрам ике-өс көнгә, аҙнаға һуҙыла.
Ҡышҡы Нардуған
Ҡышҡы Нардуған 21 декабрҙән 25-енә тиклем ҡояштың торошона арналған байрам итеп үткәрелә. Ҡар бәрешеп уйнау, көрәш, тауҙан тәгәрәшеү һәм башҡалар була.

Аңлатма: ҡышҡы уйындар тынысыраҡ үтә, сөнки был мәл Тәбиғәттең ваҡытлыса үлгән мәле һанала. Шуға күрә "кис ултырыуҙар", "аулаҡ өй"ҙәрҙә төрлө йыр, уйын ойоштороп, әкиәт, ҡарһүҙ һөйләү үтә. Батырҙар, ҡаһармандар хаҡында һөйләү, йырлау кешегә көс йыйырға, ваҡытлыса көсһөҙ булған тәбиғәт ҡеүәтен арттырыуға булышлыҡ итә. Борон йылҡынан ҡорбан салынған, бар халыҡ бергә йыйылып һыйланған.

Бер-береңде ҡунаҡҡа саҡырып һыйлау, йыр-моң мәжлестәре үткәреү "саҡырышыу" тип аталған.


"Йәйге Нардуған — яңы йәшеллек тулған"
Йәйге Нардуған аяулығы менән айырыла. Был көндәрҙә (25 июндән 5 июлгә тиклем) Тәбиғәтте аяғандар. Ау аулау, тереклектән ҡан сығарыу — мал салыу, ағас киҫеү, бесән сабыу — кеүек эштәр тыйылған. Тик, ни ғәжәптер, нәҡ ошо ваҡытта им-томға тип сәскәләр, шифалы үләндәр йыйып алғандар. Аяҙ көндәрҙә йылға-күлдәргә етмеш ете төрлө сәскә һалғандар. Был шулай уҡ йәйҙең һәйбәт килеүенә ышанып эшләнгән. Тора-бара был ғәҙәткә инеп киткән: халыҡ йыл һайын сәскә байрамы үткәрә башлаған.
"Науруз байрамы — Яҙ башы, йыл башы"
Науруз байрамы көн менән төн тиңләшкән мәлдә (21-25 мартта) башлана ла ай ахырына тиклем һуҙыла. Уны халыҡта Яңы йыл башы, Яңы йыл байрамы тип тә йөрөтәләр.

Наурузға алдан әҙерләнеп ҡуялар. Һәр кем, һәр ауыл хәленән килгәнсә йыйына, уйын төрҙәрен уйлай, ҡайһы ерҙә ҡайһыныһын ойоштороу тураһында һүҙ беркетелә.

Науруз тыуған көндө һәр өйҙә һый әҙерләнә. Айырыуса бешкән итте табаҡҡа турап, шуның өҫтөнә килелә төйөп быҡтырылған бойҙай һалынған ашҡа өҫтөнлөк бирелә. Бойҙай туҡлыҡ, ырыҫ билдәһе ул. Унан аш әҙерләнә:

Науруз йылға баш булыр,

Бойҙай ашҡа баш булыр,

Бойҙай уңһа, аш булыр,

Уңмаһа, аш таш булыр,

Йылдың башы уң булһын!

Ризығы мул булһын!

Игендәр шашып уңһын!

Ҡаҙандар ташып торһон!

Бир көндәрҙең һилен —

Илдәр булһын имен! —

тип һамаҡлайҙар. Шулай әйтә-әйтә, тәүҙә бойҙайҙы ауыҙ итәләр, сөнки ул — аштың иң өлкәне.

Науруз байрамы башланғас та, иртә менән бөтә бала-саға, йәштәр, үҫмерҙәр ауыл ҡарттарын күреп сығырға тейеш. Һәр өйгә инеп "Әссәләмәғәләйкүм!" тип сәләм биреп, ике ҡуллап оло кешеләр менән күрешәләр, уларҙан фатиха алалар. Ситтә булған оло ҡәрҙәштәргә барып, улар менән күрешеп, фатиха алыу ҙа изге эш һанала.

Науруз байрамында бөтәһе лә милли кейем кейә. Урам тулып йөрөйҙәр. Эске булмай ине, тип хәтерләй ололар.


"Күкүк саҡыра яҙын,

Кеше күрә күңелен"...
"Кәкүк сәйен элек май айында, кәкүк килгәс үткәрәләр ине. Тәбиғәткә сыҡмаҫтан алда малайҙар йә һыбай, йә йәйәү өй һайын йөрөп ашамлыҡ йыя. "Илгә бәлә килмәһен", — тип кәкүк булып ҡыланып бейейҙәр. Кемдер һөт, май, ҡорот бирә, кемдер талҡан тарта; йомортҡа, майлы икмәк йыйып алалар. Шунан ҡыҙ-ҡырҡын, ҡарт-ҡоро, бисә-сәсә матур итеп кейенешеп, бала-сағаһы менән ҡырға сыға.

Ауылдың ғөрөф-ғәҙәтен белгән ағинәй нимә ҡуша, шуны эшләй торғайнылар.

Кәкүк үҙе матур итеп ҡысҡырһа ла, кеше уға шомланып, шикләнеп ҡарай торғайны бит. "Өй башына ултырып ҡысҡырһа — килешмәй: йортҡа ҡайғы килә. Ауылға осоп килһә, аслыҡ була", — ти халыҡ. Шуға ҡырға сыҡҡан ыңғайы тирәк төбөнә аҡ ризыҡ — һөт, ҡатыҡ — ҡоя торғайнылар. Малайҙар йомортҡа ла алып барып һала. Илгә именлек һорап, кәкүктән гел яҡшылыҡ теләп, тирәк башына ҡарап ялбара торғайнылар.

Ҡыҙҙар "һылыу егеткә сыҡмаҫмынмы икән" тип кәкүктең күпме саҡырғанын һанай. Бер туҡтауһыҙ оҙаҡ саҡырһа — һылыу кейәүгә, әҙ генә саҡырһа, яманға була инде. Әбейҙәр кәкүктән нисә йыл ғүмере барлығын һораған була торғайны. Күберәк саҡырһа, оҙағыраҡ йыл вәғәҙә итә. Шуға рәхмәт йөҙөнән тирәк төбөнә һөтмө, ҡатыҡмы алып барып ҡоя торғайнылар. Ундай саҡта "Наза", "Аҡ тирәк, күк тирәк", "Күмер йөҙөк" кеүек уйындар уйнайҙар. Талпына-талпына кәкүккә оҡшатып бейей торғайнылар. Йырҙарҙы ла кәкүккә арнайҙар ине".


Яҙ башы — Ҡарға бутҡаһы
"Алсабыр алдан барыр,

Йола хаҡын атҡарыр".


Ҡарға бутҡаһы байрамын үткәрер алдынан ҡыҙ-ҡырҡын, бисә-сәсә, әбей-һәбей йыйылып кәңәш-төңәш итә. Байрамды ҡайҙа, ҡасан уҙғарыу, уға ҡайһы ауылдан кемде саҡырырға һүҙ беркетәләр. Үткенерәк еткән ҡыҙҙарҙан, килендәрҙән саҡырыусылар һайлана.

Ҡарға бутҡаһы — ҡатын-ҡыҙ байрамы. Бешерем-төшөрөм, бәйгеләрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү сығымдарын улар бергәләп күтәрә. Ауыл буйлап бүләк, ярма, май, йомортҡа йыйыусыларҙы алсабырҙар тип йөрөтәләр. Алсабыр итеп ауылда абруйлы, һүҙе үтемле, үҙе күңелсәк, йыр, бейеү оҫтаһы булған әбейҙәрҙе һайлайҙар. Ауыл буйлап бүләк, ризыҡ йыйғанда, алсабырҙар сағыу-сағыу күлдәктәр кейеп, биҙәкле таяҡтарға таянып, һамаҡлай-һамаҡлай йөрөйҙәр. Уларға бала-саға эйәрә, ҡысҡырып һамаҡ әйтә:

Ҡарға әйтә: "Ҡар, ҡар!",

Ҡарғатуйға бар, бар,

Ҡарғатуйға бармағандың

Күңеле булыр тар, тар,

Күңеле булыр тар, тар —

Ҡарғатуйға бар, бар!


Ҡарға бутҡаһында ямғыр теләү
Бутҡа ашалып бөткәс, "һыуға һалыш" башлана. Тәүҙә мулланы йә икенсе бер оло кешене һыуға һалалар... Бөтәһе лә ямғыр теләй:

Ямғыр, яу, яу, яу!

Һимеҙ һарыҡ һуйырмын,

Һимеҙ ерен ҡуйырмын,

Ямғыр, яу, яу!

Бала-саға, үҫмерҙәр әсе-әсе итеп, зыйлатып һыҙғыра, уларға һыбыҙғылар ҡушыла.

Ямғыр, яу, яу,

Беҙ булайыҡ һау, — тип һамаҡлайҙар.


Йыйын таралғанда:

Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар!

Ишетәһегеҙме, ҡарғалар!?

Баҡсаларҙа алмағас,

Ҡорой, ямғыр яумағас.
Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар,

Беҙ тағы ла китәбеҙ.

Йыйылышып, һыйланығыҙ,

Ямғыр, яу! тип теләгеҙ, —

тип, ҡалған бутҡаны, ҡарғалар ашаһын өсөн, ергә, үләнгә һипкеләп китәләр.
Ҡуҙғалаҡ байрамы
Ҡуҙғалаҡ байрамы яҙ булғас, ер-һыу кибеп, ҡуҙғалаҡ сыҡҡас үткәрелгән. Унда бөтә ырыу ҡатнашҡан. Ауыл халҡы йыйылышып, ҡорбан салған. Уйын-көлкө, йыр-моң һәр урында яңғырап, ялан-туғай тулған, бейеүҙәр башҡарылған. Беренсе тапҡыр ҡуҙғалаҡ ҡапҡанда: "Мин киләмен — ауыҙың ас, мин киләмен — зәңге, ҡас!" — тигәндәр.
ЙЫЙЫН
Аңлатмалар: Йыйын урынын көн элгәре борон ат менән йөрөп, уратып билдәләп алғандар. "Ер һыҙыу" йәки "ер әйләнеү" тип аталған ул. Бик боронғо йолаларға (һаҡланыу тылсымы, биләмәгә билдә һалыу һ.б.) ҡараған сара әлеге көнгәсә Пермь өлкәһе, шулай уҡ Ейәнсура, Яңауыл, Ҡариҙел, Балтас, Әлшәй районы башҡорттарында һаҡланып килә.

"Йыйын — башҡорттарҙың йәйге байрамы. Ғәҙәттә, ураҡҡа төшөрҙән алдан үткәрелә торған был сараның башы бик боронғо замандарҙан килә. Ул ваҡытта башҡорттар мәжүси булған әле... Йыйынға халыҡ бөтә тирә-йүндән килә. Йәштәр башҡорт ҡурайына, думбыра, ҡумыҙ сиртеүгә, скрипкаға ҡушылып йырлай, бейей. Көрәш, ат сабыш, уҡ атыш ойошторола. Көрәштә барыһы ла ҡатнаша. Аҙаҡ өйҙән-өйгә йөрөп һыйланалар...

Йыйын бер нисә ауылға уртаҡ булып, меңәрләгән кеше ҡатнашлығында үткән. Урынды шул ауылдарҙың ҡап уртаһында һайлағандар, кесе йома көнө ҡунаҡтар килгән, йома йыйын үткән... Киләһе аҙнала сараны күршеләрҙә ойошторғандар. Йыйындар 15 майҙан 10-15 июлгәсә һуҙылған...

Йыйында Ил яҙмышына ҡағылған мөһим мәсьәләләр хәл ителгән: һуғыш — солох, яңы бей һайлау, батырҙарҙы икенсе илгә ярҙамға ебәреү, йәйләү һайлау һ.б. Башҡорттарҙың иң яратҡан байрамы хатта йот йылы ла үткәрелә килгән.

Йыйынға тиклем бер аҙна самаһы ваҡыт ҡалғас, ҡыҙ-ҡырҡын, бисә-сәсә, әбей-һәбей бөтәһе лә тырышып-тырышып булған йорт-йыһазын, кейем-һалымын, ҡашығаяғын йыуа, йышырын йыша. Мөрйәләрен аҡлайҙар.

Аңлатмалар: Ирҙәр көсөн күрһәтер батырлыҡты (көрәш, ат сабыш, уҡ атыш, таш атыш) һәм ҡыҙ-ҡатын матурлығының тылсымлы мәғәнәһен алға сығарған махсус йолалар (иң һылыу ҡатын бәйгегә һөлгө бирә, бәхәсле хәлдәрҙе яйларға хоҡуҡлы, уның ҡул эше булған таҫтамал оло бүләк һанала һ.б.) Йыйындың этногенетик тамырҙары ифрат тәрән, беҙҙең эраға тиклемге тарихи дәүергә тоташҡанын раҫлай. Ил ҡеүәтен һаҡлау һәм Тәбиғәт көстәрен дәртләндереүгә, уятыуға бәйле магик функцияһы асыҡ сағыла. Йыйылып Ил именлеге өсөн ҡорбан салыу, Ил алдында антыңа тоғролоҡ белдереү күренеп тора. Боронғо грек йолаларына хас уйындарға яҡынлыҡ бар. Ир-атаның физик ҡөҙрәтен тамаша итеү. Был инде Йыйын иң башта хәрби күнекмә, Ил хоҙайбикәһен һаҡлау тәғәйененән баш алған тигән фекер уята. Төрлө ауылдарҙан килеп тупланып, яу-көрәш уйындары, нәфис ярыштар үткәреү ана шул Алиһәне, йәғни Ил, Ер-һыу рухын ризалатыу, яҡлау, һаҡлауға бер сара булған Йыйын. Йәғни аҫаба халыҡ мәҙәниәтенә, тарихына ғына хас йола, йәшәү ҡануны.
Гәйнә башҡорттары йыйын байрамын жыйын тип әйтә. Халыҡ хәтерендә уның боронғо тамырҙары нығыраҡ һаҡланған.

"Бүретау асты жыйыны, Барда жыйыны, Тол буй жыйыны тинек.

Жыйын алдынан сөрән сугалар.

Барысы да таяҡҡа жыйып бүләк жыя. Бүләкне жыйынға тиклем бер атка, ике атҡа элек жыялар. Тауыш шығарып, жырлап бүләк жыялар. Сарыҡлар алып бараларыйы. Шунда суйып та бешерәләр, көрәшселәргә лә бирәләр. Бүләктәрҙе бейеүше, йыршы, көрәшеүсе ала" (Гәйнә башҡорттарының тел үҙенсәлеген махсус һаҡларға тырыштыҡ).

Йыйын үтә торған яланды урап түңәрәк әйләнәләр. Бер километр тирәһе сабып, һыбайлылар бер нисә рәт үтә. Йыйын урыны һәр саҡ бер урында үткән һәм алдан атап әйтелер булған. "Һыу аша сығып ҡорбан салдыҡ", — ти халыҡ. Ҡоролоҡ булғанда үткәрелер йыйынды ла жыйын тип атағандар. Уны уҙғарыр алдынан бергәләп аят уҡытыу була. Тик оло ҡатын, оло ирҙәр йыйыла унда, намаҙ уҡыу үткәрелә. Ҡоролоҡ булғанда һыу аша сығып ҡорбан салыу йолаһы бөйөк Һыу тәңреһен ризалатыу алымы булараҡ бик тәрән йөкмәткеле.

"Иң төп ярыш — көрәш. Ауырлыҡ буйынса түгел, ә шыбаға тотошоу буйынса кем-кемгә тура килһә, шуның менән көрәшәләр. Ололар көс һынашҡанда, балалар бейеп йөрөй".


Аңлатма

Гәйнәләрҙә яҙын-йәйен ҙур байрам үтеүе, халыҡ йыйылыуы һәм уның да жыйын тип аталыуы тарихи йөкмәткеле. Ил мәнфәғәтен, халыҡ, йәмғиәт именлеген алға һуҙған был йола сәсеүгә генә бәйле байрам түгел. Иль һинд-иран мифологияһында Ер-һыу, халыҡ йәшәгән урын һаҡсыһы хоҙайбикәһенең, алиһәһенең исеме булған. Сәсеүселек күпкә һуңғараҡ барлыҡҡа килгән. Шул уҡ ваҡытта һабантуй һүҙендә батырҙарҙы, ҡаһармандарҙы ҙурлауға бәйле сакраль йола эҙе бар. Һинд-иран мифологияһында Һәүбән-Хаубен ифрат көслө, батыр ир тигәнде аңлата. Оҙон тарихи дәүерҙә илде һаҡлауға, ғәскәри күнекмәләргә бәйле майҙандар һәм батыр ирҙәр көсөн арттырыуға йүнәлтелгән йолалар артабан игенселек үҫеше традициялары менән ҡушыла.

Һөрән һуғыу (сөрән сугыу) — майҙанға халыҡты ҡысҡырып саҡырыу мәлендә эсе ҡыуыш оҙон бүрәнәгә күҫәк менән бер ритмда һуғыу йолаһы. Ошондай йоланың фәҡәт гәйнә, мең, үҫәргән, ҡыпсаҡ ырыуҙары хәтерендә һаҡланыуы ла Йыйын йолаларының үрҙә әйтелгән ҡәүемдәр тарихында, уларҙың Ил булып формалашыуында төп мәктәп булыуын дәлилләй.

Йыйын, һабантуйҙарҙың архитектоникаһында һәр саҡ фәҡәт көс, йылғырлыҡ һынау йолаларының борон-борондан тотороҡло һаҡланыуы (көрәш, уҡ атыу, таш ырғытыу, ҡаяға менеү, йүгереү, йөҙөү, атта сабыу һ.б.) был байрамдарҙың тамыры мифологик аң-белемгә таяныуын һөйләй.

Донъя моделендә Кешенең маҡсатын, философияһын, йәшәү барышын мифологик белемдән символик йола-ритуал теленә күсереү иһә йыйын төҙөлөшөндә асыҡ сағыла. Бушлыҡты өйөрөлтөп алыу — донъя төҙөү (ат менән йөрөп сығыу): ул урынға нөктә, билге ҡуйыу — хужа булып баған ҡатыу; тормошта үлем һәм йәшәү көрәшен сағылдырыу (батырҙар, атта сабышыусылар, йүгереүселәр, таш атыусылар, бағанға менеүселәр ярышы) һәм Еңеү культын күрһәтеү ул (батырға — бәрән, матурҙарҙың бүләк биреүе, мәргәндәргә — теләк, сәсәндәрҙең ҡобайыр әйтеүе һ.б.). Шул уҡ йыйын эсендә тормоштоң күңелле мәле лә ритуалләшә. Көлөү, ирмәк, мәрәкә тылсымын йолалаштырыу (ҡатыҡҡа баш тығып тәңкә алыу, тоҡ кейеп йүгереү, наказ һуғыу һ.б.) атҡарыла. Быларҙың барыһы ла донъя төҙөлөшөн, барышын һәм унда фәҡәт көслө, дәртле булыуҙы аныҡ маҡсат итә. Дим буйы башҡорттарында һабантуй урынын дүрт мөйөшлө киң ялан итеп күҙаллап, дүрт бағана ҡаҡҡандар. Иң төп бағана уртала булған. Ҙур майҙанды уратып, һабан һөрөп билге һалғандар (Әлшәй районының Себенле ауылында Рафиҡов Бәхтиәр Ғилем улынан яҙып алынды (1924 йылғы). Шулай итеп, дәүләт, үҙаллы ер-һыу урынын билдәләү һәм ҙурлау ана шул Баған ҡуйыуҙа сағыла ла инде.

Йыйын боронораҡ "Тауға сығыу", "Тау", "Тауға барыу" тип тә аталған. Ҡалҡыуыраҡ урын йәки, ғөмүмән, тауҙарҙы культ дәрәжәһендә ҙурлап, уларҙы тере, ифрат көслө, дәһшәтле рух итеп ҡабул итеүгә бәйле ул.



Һабантуй барышы
Ҡор башы (майҙың атаһы ла тиҙәр) һабантуй менән халыҡты ҡотлап, изге теләк теләй, ниндәй көрәш, бәйгеләр булырын, кемдәр, ҡайҙан ҡунаҡтар килгәнен, уларҙың ырыуын һанап сыға, ниндәй атаҡлы ҡурайсыларҙың, думбырасы, ҡумыҙсыларҙың, былтырғы батырҙарҙың, йырсыларҙың килеүен әйтә, уларға халыҡ сәләмен еткерә. Ҡунаҡтарҙы майҙан ҙурлап ҡаршылай: дөңгөр һуғалар, һорнай уйнайҙар. Ҡор башы, шулай уҡ майҙанда ил хәлдәренә ҡағылышлы ниндәй етди һүҙ булыры тураһында ла һөйләй.
Ат сабышы
Иң тәүге бәйге — ат сабышы. Унда, ғәҙәттә, үҫмер малайҙар сабыша. Бәйгегә тиклем аттарҙы тәрбиәләйҙәр. Бәйгенең беренсе бүләген (һебәһен) ауыш ҡолғаға тағып ҡуйыр булғандар. Беренселекте алыусы, сабып килешләй үк, ул бүләкте эләктереп алған. Көрәш бәйгеһен дә малайҙар башлаған. Шунан ғына ир ҡорона еткәндәр бил һынашҡан. Көрәшселәр буй йә ауырлыҡҡа ҡарап түгел, ә йәрәбә, шыбаға буйынса көрәшкән. Ғәҙәттә, һәр ауыл үҙенең батырын махсус әҙерләгән: тәкә һуйып, ай буйы ашатып, һыйлап йөрөткәндәр.

Борон йома көн иртән һуйылған малдың ҡанын мөгөҙгә һалып (йә туҫтаҡ менән) батырға эсергәндәр. Батыр даны ырыу данына әйләнгән. Ҡунаҡтар, бер урынға йыйылып, йомортҡа тәгәрәткән. Оло түңәрәк булып, әйләнә-тирәләй ултырған йәш-елкенсәк, малайҙар йомортҡа тотоп алыр өсөн ирмәк итеп төрткөләшкән.


Һабантуй һыйы
Аңлатмалар

Көрәш йолалары: бил һынашҡанда ҡысҡырырға, аяҡ салырға, ҡушаҡ менән көрәшсенең бөйөрөнә баҫырға йәки тубыҡланып ҡабырғаға һалып йығырға ярамай. Бөтә был ҡағиҙәләр көрәштең физик көс һынашыу ғына түгел, ә аҡыл, оһоллоҡ, Ил башы булырҙай ирҙе һынау, махсус статусҡа эйә булыу хоҡуғына өлгәшеү сараһы икәнен күрһәтә. Этногенетик, тарихи тамырҙары бик тәрән һәм халыҡ-ара ареалы киң булған институт (ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, алтай, бүрәт, монгол, ҡарағалпаҡ, сыуаш һ.б. халыҡтарҙа) боронғо төркиҙә хакимлыҡ итеү системаһының бер өлөшө булған, күрәһең.

Һәр ауыл, ҡаҙан аҫып, байрамға атап һуйған һуғымын бешергән, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы бүлешеп алып һыйлаған, хөрмәт иткән. Һуғым башын йәки баш итен ҡарттарға илтеп биргәндәр. Йола буйынса, уны, баш эйеп, батыр килтергән. Аҡһаҡал йә мулла ҡабул иткәндә егеткә рәхмәт әйткән. Баш итен ҡарттар барыһы ла ауыҙ итергә тейеш булған. Өлөшсө иң тәүҙә алып килеүсе батыр егеткә баш итенең уң ҡолағын (йә ҡолаҡ арты өлөшөн) киҫеп биргән дә: “Уң хәбәр менән генә йөрө!” — тигән.


Аттан тартышыу
Көс, йылдамлыҡ, сослоҡто һынау өсөн һыбайлылар бер-береһен аттарынан тартып төшөрөргә тырыша.
Таш ырғытыу
Бик боронғо көс һынашыу алымы. Мифологик тамыры көс культына бәйле. Батыр егет оло ташты күтәреп сорғота. Ни тиклем алға ташлай — тимәк, шул хәтлем көслө.
Түңәрәктә әйләнеп,

таҡмаҡ әйтешеү
Түңәрәк уртаһына ҡурайсылар, скрипкасылар, ҡумыҙсылар баҫа. Түңәрәктең икенсе ҡатында таҡмаҡ әйтәләр, сәмгә һалып ярышып бейешәләр:

— Тыпыр-тыпыр бейе әле,

Таҡта табырбыҙ әле.

Бер төшкәндә бейеп ҡал,

Һағынып һөйләрҙәр әле.

Беҙҙең ауыл — ҙур ауыл,

Урамдары киң ауыл.

Беҙҙең яҡта һабантуйҙар

Ана шулай үтә ул!

Түңәрәктә ауыл менән ауыл таҡмаҡ әйтешә, мәрәкәләшә. Ҡурайсы, йырсы, сәсәндәрҙең, бейеүселәрҙең ярышы һабантуй буйына бара.


Атылмаҡ йәки

сәңгелдәк уйнау
Ике бейек бағананы тоташтырған урҙаға йыуан арҡандан ҙур сәңгелдәк (атылмаҡ) эшләнә. Ике-өс ҡатлы арҡанға өсмөйөшләп таҡта һалына. Уның бер башына ҡыҙ, икенсеһенә егет баҫа. Башҡалар ҙур түңәрәк булып торалар ҙа, ҡулға-ҡул тотоношоп, йәштәрҙең сәңгелдәктә бәүелгән ыңғайына һамаҡлайҙар:

— Ҡарағай таҡта — шыма таҡта,

Ялтырайҙыр сыуаҡта.

Бер башы уның — ҡояшта,

Бер башы туп(ы)раҡта.

Һу-у-у! —

Ошолай итеп төрлө тауыштар менән һөрәнләйҙәр:

— Ҡарағай таҡта, буй-буй таҡта,

Талпына ла ҡалҡына,

Талпына ла ҡалҡына,

Йәш йөрәгем елкенә.

Һу-у-у!
Мәрәкә уйындар


Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып, тоҡ кейеп йүгереү, бүрәнә өҫтөндә эсенә юнысҡы, бесән тултырылған тоҡ менән “һуғышыу”, күҙ бәйләп әйбер киҫеү, аҙым һайын исем әйтеү, тулы күнәктәр менән йүгерешеү, ике кеше “бер кеше” булып (береһенең һул аяғына икенсеһенең уң аяғы бәйле килеш) һикереү һ.б. Мәргәнлекте һынау өсөн бейек ҡолғаға тағылған түбәтәй йә бүреккә уҡ атышыу, бүкән өҫтөндә ултырған сеүәтәгә атыуҙар, ағас ботағына йә ҡолғаға аҫылған нәмәгә таяҡ менән бәреүҙәр һ.б.

Һабантуй аҙағында еңеүселәргә бүләктәр тапшырыла. Колхоз, совхоз эштәре, сәсеү мәшәҡәттәре буйынса алдынғылар һабантуй башында билдәләнә. Һабантуй әләмен алдынғы механизатор йә һауынсы күтәрә. Уларға бүләктәр тапшырыла.

Элек һабантуй бер нисә көн барған. Һәр ырыу, ара үҙенең бар һәләтен, батырҙарын күрһәтергә, һәр ҡайһыһы тирмәләрҙә ҡунаҡ булып сығырға тейеш булған. Йыйын бағанаһына тамғалар ырып, ырыу араһында тоғролоҡҡа ант әйтешеү үткән.
Мал ҡото —

Аллаһ һынауы”
Яҙын баш итенә саҡырышыу була. “Баш күрһәтеү” йәки “һарыҡ башын күрһәтеү” тиҙәр. Йәй булһа ла, ҡыш булһа ла үткәргәндәр. Яҙын үткәргән был йола малдың ҡотон һаҡлай, ишәйеүенә булышлыҡ итә тип һаналған. 23-25 мартта баш ашы үткәргәндәр, майлы, кимерсәкле урынынан ҡойҡа бешереп һыйлағандар.
Сәсеү йолаһы
Өлкәнерәк ир менән ҡатын, аҫҡы кейемен һалып, тупраҡҡа ултырып ҡарай. Әгәр ер һыуыҡ булһа, тупраҡ батып барһа, сәсергә иртә. Усҡа тупраҡ йомоп ҡарайҙар: әгәр ер уҡмашһа — сәсеүгә иртәрәк, тупраҡ таралып торһа, тимәк, ваҡыт еткән, тиҙәр.

Сәсеүгә сыҡҡанда элек бабайҙар ергә бешкән күкәй “сәскән”, йәғни тәгәрәткән. Башаҡ йомортҡа һымаҡ тәгәрәп үҫһен, иген мул булһын тигәндән шулай эшләгәндәр.


Яҙын тәүге күк күкрәү —

йыл килеү билдәһе”
Тәүге күк күкрәгәндә, йәй менән ҡыш айырыла, ти халыҡ. Күк иртә күкрәһә — йәй иртә килә, һуң булһа — һуң килә, ямғырлы йәй була.

Күк күкрәгәндә ергә ятып тәгәрәйҙәр, уңға, һулға бер нисә рәт шулай итәһең.

“Билем, башым, аяҡас!

Ҡаҫта, яман минән ҡас!” —

тип ҡысҡыралар, ат булып кешнәйҙәр.

Беренсе күк күкрәүен ишетеү менән әбейҙәр өй, ихата тирәләй йүгән шалтыратып йөрөй. Күккә ҡарап йүгәнен болғай-болғай ҙа ергә һуға, болғай-болғай ҙа ергә һуға.

Ҡорайт, күгем! Ҡайт, күгем!

Ҡорайт, күгем! Ҡайт, күгем!

Уралдан кил — һыйыр һөтлө була,

Яландан кил — бейә һөтлө була,

Туғайҙан кил — үлән һөтлө була,

Ҡорайт, күгем! Ҡорайт, күгем!

И-һо-һо-һо! Һо! -Иһо-һо! —

тип һамаҡлағанда, ат булып кешнәгәндәр. “Ерҙә тәгәрәү шифалы була, иҫке сирҙәр китә”, — тиҙәр оло инәйҙәр.


Күкәй тәгәрәтеү йолаһы
Май аҙағы — июнь башында борон-борондан ҡалҡыу урындан, йәшел хәтфә өҫтөндә күкәй тәгәрәтеү йолаһы үткәргәндәр. Һәр өйҙә күкәй буяғандар. Ғәҙәттә, уны беренсе май алдынан кис буяйҙар. Һуған һарыһын йә имән ҡайырыһын ҡайнатып, шул һыуға бешерәләр. Ҡыҙыл-һарғылт, күкһел төҫтәге йомортҡаны тәгәрәтеү — Ер-анаға рәхмәт һәм олоҡлау белдереү. “Күкәй һымаҡ эре булһын бойҙай! Туҡ булһын икмәк! Туҡ булһын балалар!” — тип теләйҙәр. Аҡһаҡал ҡалҡыу урын өҫтөндә уртала ултыра ла төрлө яҡҡа тәгәрәтеп ебәрә. Күкәй артынан балалар йүгереп, үҙҙәре тәгәрәтеп ярыша. Кемдеке йырағыраҡ китә, ватыла, шуның өлөшө күп тип юрап, күкәй ашайҙар. Ҡош-ҡорт, үлән өлөшө тип ерҙә лә ҡалдыралар.

Аңлатмалар: йомортҡаны ҡыҙыл төҫкә буяу (һуған ҡабығына ҡайнатып) — ҡан символы: туғанлыҡ, буласаҡ тереклек, тыуым артыу хаҡына магия. Йомортҡа тәгәрәтеү буласаҡ уңыш, бай дәүләт тылсымына ҡарай. Мифологик планда иһә күкәй тәгәрәтеү Ер-ананы аталандырыу мотивын сағылдыра.

Матур кейенеп, уҡалы яулыҡ, елән, бәбәйле күлдәк кейеп яланға сыҡҡандар, сөнки һәр тамға, биҙәк — Тәбиғәт көстәрен саҡырыусы, ишәйтеүсе серле тылсымлы билдә, символ ул.


Сәғәт һуғыу көнө
Йәйге миҙгел башланыу мең башҡорттарында борон-борондан бер көн тылсымына бәйле. 7 июнде сәғәт һуҡҡан көн, тиҙәр. Ошо мәлдән алып һыу инергә, йылы тупраҡҡа йәшелсә ултыртырға мөмкин булған. Йәй ултырыуы, йәғни көн йылыныуы башлана. Был көндө ҡайын япрағы йыйып, мунса инәләр, йыуынып таҙарыналар. Байрам ваҡытында "сәғәт ҫуҡҡан көн ҫабантуй кеүек үтә" ти халыҡ: көрәш, ат сабыш, йүгереш була. Был байрам ял көнөнә тура килеү-килмәүенә ҡарамай үтәлә, бөтөн тирә-яҡ ауылдарҙан йыйылалар. Оло инәйҙәр ошо көндә төйөнсөккә япраҡ йыйып алып ҡайта, эҫеләп бешереп, сәй эсә. Уның шифаһы көслө була, тиҙәр.

Был мәл сәсеү бөткән ваҡытҡа тура килә. Ҫабантуй кеүек була ул. Әлшәй районының Ғәйнеямаҡ ауылында Әхмәтова Мәрйәм Хәбиәхмәт ҡыҙынан (1926 йылғы) яҙып алынды.

Беренсе күк килгәндә оло инәй йүгән ала ла, шылтырата-шылтырата өйҙө — өс, ихатаны өс рәт әйләнеп йөрөй. Унан күккә ҡарай ҙа ергә йүгәнде шылтыратып, болғап-болғап һуға. Үҙе һамаҡлай:

— Ҡорайт, Күгем!

Ҡайт, Күгем!

Ҡорайт, Күгем! Ҡайт, Күгем!

Урмандан кил — һыйыр һөтлө булыр!

Уралдан кил — бейә һөтлө була!

Ҡибланан кил — бесән күп була!

Иҙелдән кил — ямғыр кәрәк була!

Кил, Күгем! Кил, Күгем!

Балалар хаҡынан!

Бабалар хаҡынан!

Тешһеҙ заттар хаҡынан!

Иһа-һа-һа!

Йәтимдәр хаҡынан!

Шулай итеп, Күкте саҡыра-саҡыра инәй кешнәп тә ебәрә. Кешнәү ен-шайтанды ла ҡурҡыта, мәшһүр күктең — аттың көс-ғәйрәтен үҙләштереп, ҡеүәтҡә ылыға торған тылсымлы сара ла була. Ошонан һуң күрше-күлән бергә йыйылып яңы Күкте ҡотлап сәй эсә. Мәшһүр сихри Ат-күк шулай итеп ергә “төшә” һәм кеше, уны ҡулға эйәләштереп, ярҙамсы итә була.
* * *
Беренсе йәшенде ҡайҙа ишетәһең — шунда арҡа менән ергә ятып тәгәрәп китәһең дә теләк теләйһең:

— Билемдән кит,

Тәнемдән кит (ауырыу).

Һаулыҡ бир,

Бәрәкәт бир,

Хоҙайым!

Киң ризыҡ бир! — тиһең.
Батҡаҡ сәйе
Яҙлы-көҙлө юл боҙолоп, йырылып ятҡан мәл була. Ошо ваҡыттың хәйерле үтеүен теләп, батҡаҡ сәйе үткәрелгән. Аҙна буйы өйҙән-өйгә йөрөп, сәй менән бер-береһен һыйлайҙар. Көлсә, бутҡа — иң төп, иң оло йола ашы. Ауылда был мәл һыйланмаған кеше ҡалмаҫҡа тейеш.
Яҙғы батҡаҡта “Хәйерлеһе менән ҡара ергә баҫтыҡ!” тип саҡырышыу үткәрәләр.

(2005 йылда Һарытау өлкәһенең Күҙәбай ауылында Бибисара Мөхәмәтша ҡыҙы Ғафарованан (1921 йылғы) яҙып алынды).
Аңлатма.

Батҡаҡ — тупраҡтың бер рәүеше, мифологик аңда — Ер Ананың “күңеле” иләҫ-миләҫ, боҙоғораҡ, төҙөк булмаған бер мәле. Кеше, уға махсус аш һәм күмәк йыйналыу арнап, үҙенсәлекле ризалатыу һәм ярҙам күрһәтә, ҙурлай, хәстәрләй.
Бесән туйы
Бесәнгә төшөү алдынан ҙур байрам үткәрелгән. Туғайҙа һарыҡ һуйып, матур мәжлескә туған-тыумаса, яҡын күрше йыйыла. Ҡалҡыуыраҡ урында түңәрәк ҡор яһап һөйләшәләр, доға уҡыла. Кемгә ниндәй ер бүлергә, нисек эшкәртергә, эшләргә — һәммәһе хаҡында кәңәшләшәләр. Барыһын килешкәс кенә, ер бүләләр. Иң тәүҙә йәш буйынса ла, абруйы йәһәтенән дә өлкән, ихтирамлы кешегә (туған ырыу араһынан) ер бүленә.

Бесәнгә төшөү көнөндә үләнде тота килеп саба башламағандар. Тәүҙә йырлап, бал балы менән һыйлашып мәжлес үткәрәләр. Үләнде, ҡоштарҙы, ағастарҙы һыйлайҙар. Аят уҡыла, теләк әйтелә. Аллаһ ризалығы алына. Бер көн шулай үтә. Икенсе көнөн генә саба башлайҙар.


Бесән сабып бөткәс һабантуй кеүек итеп байрам үткәрелгән: йүгерешеү, көрәшеү, арҡан тартышыуҙар һ.б. була. Бесән сабыу өмә яһап, күп кеше саҡырып эшләнгәнгә күрә, хужа, килеүселәрҙе ҙурлап, ҡолғаға яулыҡ, таҫтамалдар элеп, күңел асыу ойоштора. Шулай итеп, бесән сабыр алдынан да, сабып бөткәс тә туғандар, ырыу-ара йыйылышып, байрам иткән. Ер рухы, үлән эйәһе ризалатыла, кешенең киткән көсө "ҡайта", яңыртыла.

Бесән туйы тураһында мәғлүмәттәр Йылайыр, Әлшәй һ.б. райондарҙа (Әлшәй районының Ташлы ауылы Радик Тимерхан улы Мостафиндан, 1931 йылғы) 2004 йылда яҙып алынды).
Әбейҙәр сыуағы байрамы
23—28 сентябрҙә, йәғни йылы, тыныс көҙгө миҙгелдә ҡояштың иң юғары мәле була. Халыҡ күҙәтеүенсә, "үрмәксе ауҙары осоп, ел дә тынып торған көндәр" әбейҙәр сыуағы тип атала.

Был байрам көҙгө йылы осорҙа үткәрелә. Өлкән әбейҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, төйөнсөк күтәреп, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй. Таяҡ башына ап-аҡ яулыҡ элеп, яурынға ҡуйып, икенсе ауылға ҡунаҡҡа баралар, күмәкләшеп сәй эсәләр, аят-доға уҡыйҙар.

Силәбе башҡорттарында ошондай йола һаҡлана: йәштәр оло инәйҙәргә ҡамыр аштары (ҡоймаҡ, күмәс) алып барып һыйлай. Оло инәйҙәр фатиха әйтә.

Кендек инәйҙәрен ҙурлап, уларға бүләк биреп ризалатыу ҙа ошо көндәрҙә махсус йола булараҡ атҡарыла. "Мин кендек әбейемә үҙе үлгәнсе, үҙем ҡартайғансы бүләк биреп йәшәнем. Йыла ризалығын алдым", — тине Рабиға Сафиуллина (Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы Трубный ауылынан). Хәҙерге Сөмбөлә көндәрендә күрше-күлән бергә сәй эсә, бешеренеп алып килеп, күстәнәстәре менән һыйлаша.


Аңлатмалар

Көҙгө һалҡындарға күсеү, ҡояштың яңы дәүергә йүнәлеүе мәленә халыҡ бер ҡасан битараф булмаған, сөнки бер ваҡыттан, тарафтан икенсегә күсеү (өйҙән тупһа аша сығыу, йәйләүгә күсеү, яңы айға аяҡ баҫыу һ.б.) — үҙе бер көсөргәнешле айырым иғтибар һәм тәртип, итәғәт талап итеүсе махсус мәл.

Бындай ваҡыттарҙа ваҡиғаны ыңғайлатыр өсөн һәр саҡ алғыш әйтелә. Һамар, Һарытау башҡорттарында "яңы икмәк", "яңы он ашы", "яңы ашҡа саҡырышыу" байрам рәүешендә һуңғы ваҡыттарға тиклем үтәлгән. Яңауыл, Борай башҡорттары "ҡортҡалар сыуағы" ти.

Шумбултум — боронғо шумер мифологияһында йондоҙлоҡ исеме, "Алтын башаҡ", "Һары башаҡ " тип тәржемәләнә. Йәғни, ошо йондоҙлоҡ (Ҡыҙ йондоҙо) иң юғары торған мәленә ҡарап, яңы ашлыҡтың өлгөрөүен беләләр. Боронғо төркисә Шумбултум "Сөмбөлә" булараҡ яңғырай.
Ҡыҙҙар туғайға сығып, күңел асыр, түңәрәк йөрөтөп бейер, уйын-көлкө, төрлө юрау-һынау ойошторор булған. Был да күсеү-яңырыуға бәйле тылсым. Махсус уйында һайланған Сөмбөлә исемле (шартлы исем) ҡыҙ көҙгө ҡояш торошон, тәбиғәт рухын сағылдыра. Уның яуаптары ла киләсәккә изге һорауҙар юш килһен өсөн әйтелә.

— Сөмбөлә, әйт әле, балмы, ялмы?



— Бал! Иншалла, ҡышты бал ашап үткәрәбеҙ!

Ошондай һынау-атамыштар һәр саҡ ыңғай фекерҙе алға сығара, нығытып ҡуя һәм ҡатнашыусыларға рухи көс, дәрт, дарман йәлеп итә. Мотлаҡ яңы ондан ҡамыр ашы бешереп күрше-күләндәге һыйлау, ризыҡ бәрәкәтен арттырыуға ҡарай. Ғөмүмән, башҡорт йомартлығының нигеҙендә ризыҡ культы, пәйғәмбәрҙәр рухына тоғролоҡ ята. Шуның өсөн һәр байрамдың махсус ашы бар.


Достарыңызбен бөлісу:


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет