Содержание I. Целевой раздел


Белем бар байлыҡтан да артыҡ – 5 сәғәт



жүктеу 7.93 Mb.
бет26/50
Дата25.02.2019
өлшемі7.93 Mb.
түріПояснительная записка
1   ...   22   23   24   25   26   27   28   29   ...   50

Белем бар байлыҡтан да артыҡ – 5 сәғәт.

Мәжит Ғафури. “Нурлы мәктәп”.

Рәшит Ниғмәти.” Хәйерле юл һеҙгә!”. Шиғырҙарҙа уҡыусыларҙың йәйге каникулын һәм уҡыуҙың тәүге көнөн тасуирлау.Уҡытыусы образы.Хеҙмәткә,уҡыуға мөхәббәт тәрбиәләү йәһәтенән шиғырҙарҙың әһәмиәте.

Раил Байбулатов. “Ағас һәйкәл”.Хикәйәлә малайҙарҙың дуҫлығы, бер-береһенә булған мөнәсәбәттәренең сағылышы.

Ризаитдин Фәхретдинов. “Белем” (“Нәсихәттәр”китабынан)

Шиғырҙа уҡытыусы образының бирелеше, тасуири-һүрәтләү саралары.



Уҡытыусы – ул ҙур исем! – 2 сәғәт.

М.Кәрим.”Уҡытыусыма»

Н.Нәжми. “Беренсе дәрес”. Шағирҙың ижадында,тормошонда тәүге уҡытыусыһының образы.

Л.Яҡшыбаева. “Бәхетең үҙең менән”. Әҫәрҙә уҡытыусы образы.

Килеп етте көҙҙөң алтыны - 8сәғәт.

Д.Юлтый. “Көҙ”. Көҙгө тәбиғәт матурлығының сағылышы.

А.Карнай. “Урманда” Хикәйәлә көҙгө тәбиғәтте тасуирлау.Йөкмәткеһенең аллегорик характерҙа булыуы.Төп образдар.Тәбиғәтте тасуирларға өйрәтеүХикәйәнең йөкмәткеһе,образдары, художестволы үҙенсәлектәре.

Ғ.Рамазанов. “Ураҡ өҫтө”. Игенселәрҙе данлау

Ф.Аҡбулатова. “Атай икмәге”. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың аяныслы яҙмыштарын, уларҙың хыялдарын һүрәтләү.Балалар образдарының бирелеше.

Әҙәбиәт теорияһы. Тасуирлау тураһында. Сағыштырыу тураһында. Хикәйә тураһында.

Күңел күрке – тел - 4 сәғәт.

Ҡ.Аралбай.”Башҡорт теле.” Туған телебеҙгә дәүләт теле статусы бирелеүе менән ғорурланыу,шатланыу тойғоларын һүрәтләү.

Б.Бикбай. “Туған тел”, “Рус теле”.Туған тел һәм рус теленең халыҡ тормошонда тотҡан әһәмиәтен,матурлығын,байлығын данлау, телгә хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү,шиғыр теленең байлығы,образлылығы өҫтәндә күҙәтеүҙәр.Бөгөнгө көндә ике телдең дә дәүләт теле булыуы хаҡында мәғлүмәт биреү.

Р.Ғарипов. “Туған тел”. Туған телдең матурлығын,байлығын данлау, телгә хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү.

Х.Тапаҡов «Бибинур өләсәй»

Уҡып барған һәр бер юлым, һәр бер һүҙем

Була минең юл күрһәтеүсе йондоҙом – 6 сәғәт.

М.Ғафури. “Балалар һәм китап”. Китап уҡыуға өндәү

Д.Бүләков. “Яралы китап”.Бөйөк Ватан һуғышы осоронда халыҡтың берҙәмлеген,илдең азатлығын һаҡлау өсөн бөтә халыҡтың күтәрелеүен һүрәтләү.Һуғыштан һуң уҡыусыларҙың һуғышта ҡатнашыусыларҙы иҫкә төшөрөүҙәре.

Я.Ҡолмой. “Ҡыҙыҡлы китап”

Н.Иҙелбай. “Иң яҡын дуҫ” . Шиғырҙарҙа бала ғүмерендә китаптың роле,уның иң яҡын дуҫ булыуы, әһәмиәте һүрәтләнеүе. Балаларҙа китапты яратыу,уларға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Р.Фәхретдин “Китап һәм уҡыу”.

Халыҡ әйтһә - хаҡ әйтер… - 9сәғәт.

Башҡорт халыҡ ижады.

Әкиәттәр. “Алпамыша батыр”, “Әминбәк”, “Ҡәмән менән Сәмән,картуф сәсәкн Сәлмән”, “Айыу менән бал ҡорттары”. Халыҡ аҡылының һәм халыҡтың әхлаҡ ҡараштарының сағылышы. Әкиәттәрҙә хыял һәм ысынбарлыҡты, изгелекте һәм яуызлыҡты ҡапма-ҡаршы ҡуйыу. Ыңғай герой һәм уның дошмандары. Әкиәттәрҙең традицион үҙенсәлектәре.

Йомаҡтар.Мәҡәлдәр. Халыҡ тәжрибәһенең сағылышы. Образлы фекерҙәр.

Башҡорт халыҡ йырҙары. Башҡорт фольклорында йыр жанры. Оҙон һәм ҡыҫҡа көйлө йырҙар, таҡмаҡтар.

Әҙәбиәт теорияһы. Синоним һәм омонимдар. Антонимдар. Башҡорт халыҡ әкиәттәре. Әкиәт һөйләүселәр.

Боронғонан аманат - 3сәғәт.

С.Юлаев. “Ҡайтып киләм”, “Яуҙа яраланғас”, “Йырҙарҙан”.

Азатлыҡ өсөн көрәш. Батырлыҡ,кешелеклелек темаһы.



Ғәбдерәхим Усман. “Егет булһаң”

“Ҡармасан менән Сәрмәсән”

С.Яҡшығолов. “Дим буйында яҙғы таң”. Туған тәбиғәт менән һоҡланыу.

Я.Юмаев. “Шәкерт”.

Килеп етте ҡыштың һыуығы… - 3сәғәт.

Н.Нәжми. “Беренсе ҡар”.

Г.Юнысова. “Ҡотло булһын Яңы йыл”.

С.Сурина. “Ҡышты ҡаршылағанда”

Х.Назар. “Яуа ҡарҙар” Ҡышты тасуирлау. Ҡышҡы тәбиғәт менән һоҡланыу тойғолары тәрбиәләү.

Башҡортостан – тыуған төйәгем – 5 сәғәт.

Р.Ғарипов. “Башҡортостан”

И.Кинйәбулатов. “Дуҫлыҡ төйәге”

Уралҡайҙан бейек, ай, тау булмаҫ,

Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ - 4 сәғәт.

Р.Шәкүр. “Урал батыр иле-сал Урал”. Шағирҙың Урал ерлеге менән һоҡланыуы, ғорурланыуы, сал Уралдың тарихи үткәнен тасуирлау, Урал батыр иленең данын һәм шанын һүрәтләү.

Р.Ниғмәти. “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”. Шағирҙың Ватан тураһында уйланыуҙары һәм балаға аңларлыҡ итеп һөйләүе, төп йөкмәткеһе,идея мәғәнәһе, төп образдары.

А.Йәғәфәрова “Урал иле”

Изгеләрҙән-изге әсәйҙәр – 4 сәғәт.

К Кинйәбулатова “Әсә күңеле”. Әсә күңеленең изгелеклелек һәм мәрхәмәтле булыуын тасуирлау.

Х.Назар. “Таҡта сәй”

Ғ.Вәлиев. “Әсәйем фатихаһы”

Яҙ килә, яҙ! – 6 сәғәт.

Р.Назаров. “Яҙ башы.

Д.Бүләков. “Яҙғы ташҡын менән килгән бәхет”

Ш.Бикҡол.“Яҙғы уйҙар”

Әҙәбиәт теорияһы. Эпитет тураһында.

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай – 7 сәғәт.

Р.Ниғмәти.”Еңеүселәргә дан!”

Й.Мостафин. “Ыласын”. Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәткән яугирҙарға ихтирам тәрбиәләү.

М.Кәрим.”Билдәһеҙ һалдат”.

Т.Ғиниәтуллин. “Миҙал”. Хикәйәлә һуғыш ветеранының халыҡ тарафынан нисек иғтибарға мохтаж булыуын күрһәтеү.

Әҙәбиәт теорияһы. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү.

Тәбиғәт донъяһында – 7 сәғәт.

Р.Ғарипов “Һабантурғай”.

А.Карнай.”Турғай”



З.Хисмәтуллин. “Урман ҡунағы”. Олатай һәм уның ейәненең тәбиғәткә мөнәсәбәте.

Т.Йосопов. “Ерән ҡашҡа”. Йәйге урман тәбиғәтен,йәнлектәрҙе,хайуандарҙы һүрәтләү.

С.Агиш. “Турыҡай”. Хикәйәлә Турыҡайҙың батырлығы, үҙенең өйөрөн һаҡлау өсөн бүреләр менән алышҡа инеүен һүрәтләү.

Йәмле йәй килде – 8 сәғәт.

К.Кинйәбулатова. “Барыһы ла тыуған еремдә”.

Ф.Иҫәнғолов. “Хәмит күпер”. Әҫәрҙә хеҙмәт темаһының сағылышы.

А.Игебаев. “Һыу буйында балыҡсы”

М.Әбсәләмов. “Йомағужа тирәктәре”

Әҙәбиәт теорияһы. Характеристика тураһында.

Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте – 5 сәғәт.

М.Йәлил. “Йырҙарым”. Шағирҙың тормош юлы һәм ижады. Шиғырҙарының яҙмышы ,концентрацион лагерҙа яҙылғаны тураһында.

Дәрдмәнд. “Нурый менән Зәйнәб”. Әхлаҡ ҡағиҙәләренең бирелеше.

С.Моҡанов. “Минең республикам.” Шағирҙың үҙенең тыуған республикаһын данлауы, уның менән ғорурланыуы.

Яҡташ яҙыусылар ижады- 3 сәғәт.

Яҙма эштәр-3

Сиреклек контроль эш – 4 сәғ

6-сы класс

Алтын һуҡмаҡ – 3 сәғәт.

Ф.Ғөбәйҙуллина. “Башҡортостан флагы”. С.Әлибаев.“Мәктәп юлы”. Я.Вәлиев. “Беренсе көн” Я.Ҡолмой.Мәктәп. Р.Фәхретдин.Мәктәп.



Уйҙың күрке-тел,телдең күрке – һүҙ -4сәғәт

З. Биишева. Башҡорт теле.- 1 с. Туған телдең матурлығын, нәфислеген, яғымлылығын данлау. Ҡ.Аралбаев “Башҡорт ҡоролтайына”-1с.. Р.Бикбаев “Халҡыма хат” поэмаһынан өҙөк-1с



Ил ҡеүәте – икмәктә. – 7 сәғәт.

Г.Юнысова “Ер улына ”,Д. Бүләков “Ҡара икмәк”. Ф.Чанышева “Икмәк еҫе”. Ә. Вахитов “Өс бөртөк бойҙай” хикәйәһе.

Халыҡ һүҙен ташлама. – 8 сәғәт.

“Урал батыр” әкиәте. Батырҙар тураһында әкиәттәр. “Ҡариҙел”. Легенда тураһында. Бәйеттәр. Таҡмаҡтар.

Уҡытыусы! Ошо исемдән дә юғарыраҡ ниндәй исем бар! – 4 сәғәт.

К.Кинйәбулатова “Уҡытыусым” Л.Яҡшыбаева “Уҡытыусы – ул белем биреүсе лә, икенсе әсәй ҙә…” Р.Шаммас “Уҡытыусыға”. Ф.Иҫәнғолов “Уҡытыусы Ғүмәров”.



Беҙҙең боронғо әҙәбиәтебеҙ. – 3 сәғәт.

Яҙма ҡомартҡыларыбыҙ. Ҡол Ғәли. “Йософтоң матурлығы”. Табын ҡәбиләһенең Ҡара Табын ырыуы шәжәрәһе. Сәйф Сараи. Парсалар.



Ата-олатайҙарҙың да төйәге- 4 сәғәт.Т.Йосопов “Ай Уралым, Уралым”. Н. Иҙелбай “Салауат ташы”. Жәлил Кейекбаев “Урал тураһында ҡобайыр.”

Батырҙарҙы яуҙа күп күрҙек, Салауаттай батыр юҡ икән… – 5 сәғәт.

Салауат Юлаев шиғырҙары. “Юлай менән Салауат” (эпостан өҙөк) М.Иҙелбаев. “Төш”. Образ тураһында төшөнсә. Рәми Ғарипов “Салауат батыр”.



Башҡортостан – Гөлбостан… – 3 сәғәт.

Ш.Бабич “Башҡортостан” шиғыры. Ялыҡ Бурнаҡ улы. З.Биишева “Башҡортостан”. Н.Нәжми “Башҡортостан”.



Һыҙҙырт, ҡурай, башҡорт моңдарын. – 4 сәғәт.

Ҡурай (башҡорт халыҡ йыры). Нур Ғәлимов “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай”. Ҡ.Аралбай “Йомабай ҡурайы”.

Әсәй күңеле – тулы ҡояш. – 5 сәғәт.

А.Игебаев “Әсәйемә”. Йыһат Солтанов “Ҡәнәфер сәскәһе”. Р.Ғарипов “Әсәм ҡулдары”. Бер әсәнең зарыҡҡаны (башҡорт халыҡ әкиәте)

Яуҙа еңеп ҡайтығыҙ! – 6 сәғәт.

Шайморатов генерал (йыр). Ә.Бикчәнтәев “Бөркөт һауала үлә”. Т.Килмөхәмәтов “Турайғыр”хикәйәһе.

Тәбиғәт донъяһында. – 5 сәғәт.

Г.Юнысова “Талы бөгөлөп тора”. Ф.Ғөбәйҙуллина “Умырзая”хикәйә. А.Игебаев “Сыйырсығым”.



Р.Назаров. “Офоҡтағы ҡояш”. Сәлмән Яҡупов “Ҡарабаш турғай”.

Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте. – 3сәғәт.

Ғабдулла Туҡай “Шүрәле” әҫәре. Виталий Бианки “Ҡоторған тейен”. Ибраһим Йосопов “Ҡара бүрек хаҡында һүҙ”шиғыры.

Яҡташ яҙыусылар ижады- 2 сәғәт.

Сиреклек контроль эш- – 4 сәғәт

7-се класс

М. Ямалетдинов. “Көрәш, кеше!”, Ғ.Дәүләди. “Ҡоролтайға барам”

Шиғырҙарҙа йәмғиәтте яңыртып ҡороу, торғонлоҡтан ҡотолоу өсөн көрәшкә саҡырыу идеяһы. Ҡоролтайҙа халҡыбыҙҙың азатлыҡ. Яҡтылыҡ көрәше традицияларына таяныу, халыҡты берләштереү, йәмғиәтте яңылыҡ, шәфҡәтлелек, гуманлыҡ өсөн яңы көрәшкә өндәү.



И. Бураҡаев “Башҡорт көсө”

Әҫәрҙә сағылдырылған осор. Башҡорт ғәскәрҙәренең Сыңғыҙхан ғәскәре менән көрәше. Дошман ҡулына эләккән башҡорт яугирҙарының рухи ныҡлығын, ғәҙеллеккә, туҡанлыҡҡа. Берҙәмлеккә тоғролоғон тасуирлау. Образдарға характеристика.



Ғ.Хөсәйенов “Ете ырыу”,”Алдар батыр ҡиссаһы”

Яҙыусының биографияһы. Әҫәрҙәрҙә тарихҡа аңлатма биреү, халыҡтың тормош-көнкүрешен, социаль һәм милли-колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәшен һүрәтләү. Аҡһаҡалдар, ил батырҙары, Алдар батыр образын һүрәтләү. Кире образдар.

Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү. Уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яктары. Ер-һыу, ырыу-ҡәбилә тарихы: «Етегән йондоҙ», «Ай менән Зөһрә». Ырым-ышаныу: «Сыңрау торна». Тарихи риүәйәттәр: «Бошман ҡыпсаҡ батыр». Тормош-көнкүреш риүәйәте: «Ғилмияза»

Б.Рафиҡов “Эйәрләнгән ат

Әҫәрҙә сағылдырылған осор. Тарихи фараздың жанр үҙенсәлектәре. Рогервик крепосы тотҡондарының тормошо. Образдарға характеристика.



Я.Хамматов “Төньяҡ амурҙары”

Яҙыусының тормош юлы. Романда башҡорттарҙың XIX быуат башындағы тормошон һүрәтләү. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәре күрһәткән батырлыҡтар. Кутузов, Ҡаһым түрә, Буранбай образдары.



Синыфтан тыш уҡыу-.”Мәзин йортонда”

Йырҙар, риүәйәттәр -

Йыр тураһында төшөнсә. Боронғо һәм хәҙерге йырҙар. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Йырҙарҙа көй һәм моңдоң әһәмиәте. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленеше. Халыҡтың рухи тормошонда йырҙың роле. Тарихи һәм лирик йырҙар. Тарихи йырҙар («Эскадрон», «Урал»). Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында («Йәйләүек»). Ҡасҡындар тураһында («Буранбай», «Бейеш»). Кантон башлыҡтары тураһында («Тәфтиләү», «Ҡолой кантон»). Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһында («Зөлхизә», «Ғилмияза»).



Сеңләүҙәр -

Сеңләүҙәрҙең туй йолаһы менән бәйле булыуы, уларҙа элекке башҡорт ҡатын-ҡыҙының ауыр яҙмышы сағылышы. Ижтимағи шарттар үҙгәреү менән сеңләү жанрының да бөтөүе. Сеңләүҙәрҙең әһәмиәте.



С.Юлаев-

Тормош юлы. 1773-1774 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Салауаттың тотҡан урыны. Шағир-импровизатор. Шиғырҙары. Салауат образы әҙәбиәттә, сәнғәттә.



Әҙәбиәт теорияһы-.Импровизация һәм импровизатор. Һүрәтләү саралары. Метафора.

Йәнтүрә “ хикәйәһе .

1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары күрһәткән батырлыҡтар. Йәнтүрә. Аҫылбикә образдары. Уларҙың батырлыҡ. Ҡыйыулыҡ сифаттары.

Аҡмулла Тормош юлы. Ижадында мәғрифәтселек идеялары,мораль –этик проблемалар.

М.Ғафури . Яҙыусының биографияһы. Шиғырҙарҙа хеҙмәткә дан йырлау, хеҙмәт кешеләренең генә маҡтауға лайыҡлы булыуҙарын күрһәтеү. Шиғырҙарҙың тәрбиәүи әһәмиәте.

Әҙәбиәт теорияһы. Шиғыр төҙөлөшө тураһында. Ритм. Рифма. Строфа.

Ш.Бабич-

Тормош юлы. Ҡурай образы аша башҡорт халҡының данлы үткәнен сағылдырыу.



Синыфтан тыш уҡыу Р.Бикбайҙың Ш.Бабич тураһындағы монографияһы.

Д.Юлтый- “Тимеркәй фәлсәфәһе”

Яҙыусының тормош юлы. Ябай кешенең фажиғәле яҙмышын. Эске донъяһын, уй-кисерештәрен сағылдырыу. Тимеркәй образы. Сәмси образы.Ауыл байы Ҡотлояр образында кешелекһеҙлек һыҙаттары.



Әҙәбиәт теорирой тураһында төшөнсә

Һ.Дәүләтшина-Яҙыусының тормош юлы. «Айбикә» повесы (өҙөк). Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда азатлыҡ өсөн көрәштең, ҡатын-ҡыҙҙың рухи үҫешенең һүрәтләнеше. Ауыл кешеһе йәшәйешенең сағылышы. Образдарға характеристика.

Әҙәбиәт теорияһы-. Портрет. Повесть. Юмор һәм сатира.

Р.Ниғмәти-“Йәмле Ағиҙел буйында” поэмаһында Ағиҙел образы. Поэманың художестволы үҙенсәлектәре.

Синыфтан тыш уҡыу-Ә.Лотфуллин тураһында әңгәмә

М. Кәрим- Тормош юлы. ”Айгөл иле”драмаһының йөкмәткеһе,темаһы. Идеяһы. Драмалағы образдар. Художестволы үҙенсәлектәре.

Әҙәбиәт теорияһы-Драма тураһында төшөнсә.Сюжет элементтары.

Р.Өмөтбаев”Атлы башҡорт” әҫәрендә Ватан һуғышы ваҡиғаларын, яугирҙар һәм ат образын һүрәтләү.

Синыфтан тыш уҡыу-Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тормош юлы һәм ижады.

Т.ү”Минең яратҡан геройым”

Әҙәбиәттән бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Яҡташ яҙыусылар ижады

8-се класс

Ә. Моратов., Р. Бикбаев -

Шиғырҙарҙа халыҡ характерына хас ыңғай сифаттарҙы сағылдырыу, халыҡты йәмғиәтте яңыртыуға. Демократик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороуға, был көрәштә берҙәмлеккә саҡырыу идеяһы.



Ҡобайырҙар

Ҡобайырҙарҙа XVI – XVIII быуаттарҙағы ваҡиғаларҙың сағылышы. Халыҡты хандарға , бейҙәргә ҡаршы көрәшкә өндәү идеяһы. Ҡобайырҙарҙың поэтик үҙенсәлектәре.

Әҙәбиәт теорияһы. Ҡобайыр тураһында төшөнсә. Жанр үҙенсәлеге, шиғыр төҙөлөшө. Әйтеш тураһында.

Шафиҡ Әминев- Тамъяни

“Урал “, “Башҡорт бабаларының тарихы” шиғырҙары.



Мөхәммәт пәйғәмбәр. “Ҡөрьән китабы”

Р. Бикбаев «Хәҙистәр», М. Ямалетдинов «Ҡөрьән сүрәләре» -

Ғ. Ибраһимов

“Кинйә” романына өҙөк. Романда сағылдырылғаносор,социаль- тарихи шарттар, халыҡ тормошо һөм көрәшенең сағылышы.



Б.Бикбай

Яҙыусының ҡыҫҡаса биографияһы. “Ер” поэмаһында халыҡтың үҙ азатлығы өсөнбыуаттар буйы алып барған көрәшен һөм азатлыҡ яулауын һүрәтләү. Лирик герой образы. Поэманың художестволы үҙенсәлектәре.

“Ҡаһым түрә” драмаһында башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын кәүҙәләндереү. Рус халҡы менән башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡты сағылдырыу.

Ғ. Сәләм -

Ғ.Сәләмдең биографияһы. “Шоңҡар” поэмаһының темаһы,идеяһы, йөкмәткеһе.Төп образдар. Композиция үҙенсәлектәре.

Әҙәбиәт теорияһы. Поэтик синтаксис тураһында төшөнсә.

З. Биишева -

“Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әҫәренең идея- тематик йөкмәткеһе.



М.Кәрим

М.Кәримдең биографияһы.”«Үлмәҫбай” поэмаһы. Башҡорт яугирҙарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтарын кәүҙәләндереү.

”Алыҫ юлға эйәрләйҙәр”, “Йәшәйһе бар” шиғырҙарында кеше ғәмере,йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйланыуҙар.

Әҙәбиәт теорияһы. Лиро-эпик поэмаларының үҙенсәлектәре.



Н.Мусин

“Йыртҡыс тиреһе” романынан өҙөк.

Әҫәрҙә Һолтанбайҙың ауыр яҙмышы. Йәмғиәттә хөкөм һөргән шәхес культы осоро эҙемтәләрен, заманыбыҙҙың законһыҙлыҡ, шәфҡәтһеҙлек күренештәрен, фажиғәһен тасуирлау

Р. Ғарипов

“Урал йөрәге”, “Аманат”,”Уйҙарым”

Шағирҙың биографияһы. Заманһулышы менән һуғарылған “Һүҙем бар””Урал йөрәге” шиғырында тыуған Башҡортостан, уның тарихын, бөгөнгөһөн һүрәтләү.

“Кеше ғүмере” шиғырында кешенең оло йәнлелеген, кешелеклелеген, рухи матурлығын сағылдырыу, гуманлыҡҡа саҡырыу.



Ғ. Хөсәйенов

“Һуңғы тарпан” хикәйәте. Хикәйәттә ҡырағай аттар – тарпандарҙың ҡырып бөтөрөлөүен күрһәтеү. Кейек-хайуандарға, аттарға рәхимле булырға, уларҙы һаҡларға өндәү.

Әҙәбиәт теорияһы. Әйләнмә композицион сара.

Р. Бикбаев

”Башҡортостан бында башлана”, ”Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда”, ”Дауыл”. “Барып етһен ине хаттарым”, “Йәншишмәбеһ ошо тупраҡта” шиғырҙарында тыуған ергә мөхәббәт, уның именлеге,тәбиғәтте һаҡлау проблемалары.



Т. Ғиниәтуллин -

“Мәтрүшкә еҫе”, “Әсә һәм бала” әҫәрҙәре.Әҫәрҙә ябай кешеләрҙең күңел күркәмлеген, эске донъяһының сафлығын күрһәтеү. Хәбибулла образы.

“Әсә һәм бала” хикәйәһендә әсә менән бала араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырыу. Әҫәрҙең йөкмәткеһе, образдары.

Н.Нәжми “Башҡортостан”, “Аҡ шишмә”Тыуған Ер – әсәгә һөйөү тойғоһон сағылдырыу. Лирик герой образы.

Ҡ.Аралбаев – “Беҙ – кеше” ( поэманан өҙөк)

Ф.Туғыҙбаева –. “Аҡмулла”, “Ҡыңғырау”

Ә.Әминев –“Ҡытай-город”Әҫәрҙең йөкмәткеһе, төп образдары.

Р.Камал –. “Таня-Таңһылыу”. Әҫәрҙән өҙөк. Йөкмәткеһе, образдары, шәфҡәтлелеккә саҡырыу

Х.Назар – “Башҡортостан – минең баш йортом”, “Аҡҡа табыныу!, “Дауа”. Шиғырҙарҙа ил, телде, башҡорт йырын данлау, изгелеккә, күңел сафлығына саҡырыу.

Поэмала бөгөнгө көндә бөтәбеҙҙе лә уйландырған, борсоған мәсьәләләр: тәбиғәт бысраныуы, ер-һыу ағыуланыуы, ил, тел яҙмышы хаҡындағы ҡараштарҙың сағылышы.



Яҡташ яҙыусылар ижады

9-сы класс

Инеш -

Мәҙәниәт системаһында әҙәбиәт. Художестволы әҙәбиәт һәм фән. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы.

Халыҡ ижады

Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Халыҡ ижады һәм яҙма әҙәбиәт. Башҡорт халыҡ ижады. Уның традицион жанрҙары.

Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар.

“Урал батыр” эпосы. Уның боронғолоғо,мифологик нигеҙе. Төп идеяһы – халыҡ бәхете хаҡында тәбиғәттең стихиялы көстәренә ҡаршыы көрәште данлау. Урал һәм Шүлгән образдары. Ҡобайырҙың художестволы үҙенсәлектәре.

“Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосы. Тарих һәм халыҡ эпосы. Иҙеүкәй образы. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар.

Боронғонан алып XVIII быуат аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте –Боронғо әҙәбиәт.боронғо төркиҙәр һәм уртаҡ төрки әҙәбиәт. М.Ҡашғари һүҙлеге. Ундағы йыр, дастан, мәҡәл үрнәктәре. Боронғо әҙәби әҫәрҙәрҙең «Ҡиссаи Йософ» , “Буҙйегет” поэмалары.

Урта быуат әҙәби ҡомартҡылары. Ҡотб, Сәйеф Сараи, Хәрәзми, Хисам Кәтиб дастандары. Уларҙың идея-тематик йөкмәткеһе, тел-стиль үҙенсәлектәре.

XVIII быуатта Башҡортостанда азатлыҡ өсөн көрәш һәм уның ауыҙ- тел, яҙма әҙәбиәттә сағылышы. Батыршаның батшаға яҙған хаты.

Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады

Һабрау, Асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған йырауҙар. Ҡобағош сәсән, Ҡарас сәсән, Ерәнсә сәсән, Байыҡ сәсән, Буранбай-Йәркәй сәсән, Ишмөхәмәт сәсән, Ғәбит сәсән. Уларҙың тормошо һәм ижады.

Салауат Юлаев –

Яугир - шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә.

Т.Ялсығол – әл- Башҡорди –

Тормошо. Сәйәхәттәре. Мәҙәни һәм әҙәби эшмәкәрлеге.

Ғәбдрәхим Усман–.

Тормош юлы. Башҡортостандағы ғүмере. Эшмәкәрлеге.

19-сы быуат әҙәбиәте – .

М.Аҡмулла –

Тормошо һәм ижад юлы. Мәғрифәтсе. Ижадында халыҡ педагогикаһының сағылышы. Шиғыр оҫтаһы. Аҡмулла образы әҙәбиәттә һәм сәнғәттә.

М.Өмөтбаев

М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге.

Р.Фәхретдинов

Тормошо, дини эшмәкәрлеге. Журналист. Мәғрифәтсе . Тарихсы. “Сәлимә”, “Әсмә” әҫәрҙәре.

20-се быуат башында әҙәбиәт

Башҡортостанда милли әҙәбиәттең тыуыуы. Мәғрифәтселек реализмынан тәнҡитле реализмға күсеү.

Сафуан Яҡшығолов

Яҙыусының тормош юлы һәм ижады.

Ф. Сөләймәнов

Тормош юлы. Әҙәби ижады. Әҙәби-ғилми ижадының халыҡ-ара әһәмиәте.

Мәжит Ғафури

Яҙыусының тормош юлы һәм ижады. Шиғриәте. Проза әҫәрҙәре.

Ш.Бабич –

Шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Башҡортостан, азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт темаһы. Романтик. Сатирик.Шиғыр оҫтаһы. Башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны.

Яҡташ яҙыусылар ижады
2.2.2.5 Иностранный язык (английский язык)

Предметное содержание речи

Моя семья. Взаимоотношения в семье. Конфликтные ситуации и способы их решения.

Мои друзья. Лучший друг/подруга. Внешность и черты характера. Межличностные взаимоотношения с друзьями и в школе.

Свободное время. Досуг и увлечения (музыка, чтение; посещение театра, кинотеатра, музея, выставки). Виды отдыха. Поход по магазинам. Карманные деньги. Молодежная мода.

Здоровый образ жизни. Режим труда и отдыха, занятия спортом, здоровое питание, отказ от вредных привычек.

Спорт. Виды спорта. Спортивные игры. Спортивные соревнования.

Школа. Школьная жизнь. Правила поведения в школе. Изучаемые предметы и отношения к ним. Внеклассные мероприятия. Кружки. Школьная форма. Каникулы. Переписка с зарубежными сверстниками.

Выбор профессии. Мир профессий. Проблема выбора профессии. Роль иностранного языка в планах на будущее.

Путешествия. Путешествия по России и странам изучаемого языка. Транспорт.

Окружающий мир. Природа: растения и животные. Погода. Проблемы экологии. Защита окружающей среды. Жизнь в городе/ в сельской местности.

Средства массовой информации. Роль средств массовой информации в жизни общества. Средства массовой информации: пресса, телевидение, радио, Интернет.

Страны изучаемого языка и родная страна. Страны, столицы, крупные города. Государственные символы. Географическое положение. Климат. Население. Достопримечательности.

Культурные особенности: национальные праздники, памятные даты, исторические события, традиции и обычаи. Выдающиеся люди и их вклад в науку и мировую культуру.



Виды речевой деятельности. Коммуникативные умения

Говорение


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   22   23   24   25   26   27   28   29   ...   50


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет