Таҙҙар ауылы тарихы



жүктеу 33.24 Kb.
Дата10.05.2019
өлшемі33.24 Kb.

Таҙҙар ауылы тарихы.

Яңы Таҙҙар ауылы тарихы Иҫке Таҙҙар ауылы менән бәйле. Иҫке Таҙҙар ауылы боронғораҡ, тарихи документтар һәм легендаларға бәйле рәүештә шуны әйтергә була: Таҙҙар ауылына 16-сы быуат урталарында йәки 16-сы быуат аҙағында нигеҙ һалынған.

Ауылыбыҙҙың исеме ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Таҙ тигән исемдең килеп сығыуына халыҡта ике төрлө аңлатма йәшәй.

Беренсе аңлатма буйынса: таҙ тигән башҡорт ырыуы Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә киң таралған. Танып ырыуы ла киң таралған ырыу, беҙҙең яҡта ике ырыуҙан да халыҡ таралған булырға тейеш. Тимәк, ауылыбыҙҙың исеме ырыу атамаһы менән бәйле булырға мөмкин.

Таҙ ҡәбиләһе табын ырыуҙары берләшмәһенә ҡараған булған. Уралға таҙҙарҙың ата-бабалары табындар менән күсеп килгән. Таҙ тигән ҡәбилә иһә бик борон Саян Алтай тауҙарында йәшәгән. Улар хәҙерге ҡаҙаҡтар составына ла ингән. Кесе Йөҙҙә таҙ тигән ҡәбилә бар. Үзбәктәрҙең Зеравшанда йәшәгән манғыт ҡәбиләһенә таҙ тигән ырыу ҡараған. Ҡырғыҙҙарҙың сарыбағыш тигән ҡәбиләһе составында таҙ тигән ырыу булыуы билдәле. Төрөкмәндә лә йомуд ҡәбиләһенең тазы тигән ырыу бар.

Таҙҙар Башҡортостанға ла бер юлы ғына ҙур төркөм булып килмәгән. Шуға ла таҙҙар төрлө ҡәбилә составында бар, мәҫәлән, ҡыпсактарҙа, бөрйәндәрҙә, табындарҙа һ. б. Таҙ тигән аймаҡ, ара исемдәре иһә бөтә Башҡортостанға таралған.

Сағыштырмаса компактлы төркөм булып таҙҙар ике ерҙә урынлашҡан. Бер төркөм таҙҙар көнсығыш табындар менән Урал тауы армыттарына һәм Урал артына йүнәлгән. Улар унда әйле ҡәбиләһенең ҡаратаулы, дыуан ырыуҙары менән күрше йәшәгәндәр.

Таҙҙарҙың икенсе төркөмө иһә Башҡортостандың төньяғына юл тотҡан һәм Танып йылғаһы буйына урынлашҡан. Урындағы тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: таныптағы таҙҙар оҙаҡ йылдар буйына әйле ҡәбиләһенә ингән таҙҙар менән бәйләнеш тотҡан. Таҙҙар ырыуы Йәнәй, Гәрә, Йылан, Йәлдәк ырыуҙары менән бергә этнографик әҙәбиәттә Түбәнге Ағиҙел башҡорттары тип аталалар.

Икенсе аңлатма буйынса: башлап Иҫке Таҙҙар ауыл еренә башы таҙ булған ҡарт килеп йорт төҙөп инә, уның артынан башҡа ырыуҙан булған, әлегә ҡәҙәр күсмә тормош менән көн күреүсе башҡорттар ҙа унан күреп йорт һалып, малсылыҡ, игенселек һөнәрен үҙләштереп көн күрә башлайҙар. Һәр нимәне исемләгән шикелле ауылға ла исем кәрәк була. Башлап килеп ултырған Таҙ бабайға бәйле рәүештә был урынды Таҙҙар ауылы тип йөрөтә башлайҙар. Ул ваҡыттарҙа Таҙҙар ауылы икегә бүленмәйенсә, бер ауыл булып йәшәйҙәр. Көтөүлек һәм сәсеүлек ерҙәре Танып йылғаһының икенсе яғында ла ифрат ҙур була. Ауыл ҙурая һәм халыҡ айырылып яңы урынға күсеп ултыра, был ауылды Яңы таҙ тип йөрөтә башлайҙар. Әле лә Яманғол, Имәнғол йылғалары булған урында Яңы Таҙға күскән халыҡтарҙың ҡәберлектәре һаҡлана. Яңы Таҙ ауылы халҡы ул урынды Иҫке Йорт тип йөрөтә. Ләкин был урында Яңы Таҙҙар оҙаҡ йәшәмәй, йәшәү шарттары уңай булмау сәбәпле халыҡ әлеге ауыл урынына, Бигәйле йылғаһы буйына күсә.Ауылдың бүленеп сығыу ваҡыты билдәле түгел, шулай ҙа 1748 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында документтарҙа ике ауыл да күрһәтелә.

Заманына ҡарата халыҡ мул һәм бай йәшәй, игенселек менән шөғөлләнә, күп итеп мал аҫрай, ҡортсолоҡ та киң таралған була. Тирә-яҡтағы урмандар йәнлек, ҡош-ҡортҡа бай булғанлыҡтан халыҡ һунарсылыҡ менән шөғөлләнә.

Башҡорт халҡы үҙ ирке менән рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң беҙҙең яҡтарға ла, Казан яғынан, Иҙел йылғаһы буйынан татарҙар, удмурттар, мариҙар, мишәрҙәр күсеп ултыра башлай. Бындағы ерле халыҡ күсеп килеүселәрҙе кире ҡаҡмай. Шулай итеп, 18-се быуат башында Касияр ауылы Таҙҙар еренә рөхсәт һорап килеп ултыралар, ерҙе һатмайынса арендаға биреп торалар (Касияр ауылын Вотское Тазларово тип йөрөткәндәр).

Ваҡыт үткән һайын ауылдар ҙа үҙгәрә, төҙөкләнә, ҙурая. Байҙар менән ярлылар килеп сыға, сауҙәгәрҙәр күбеһе бай алпауытҡа әйләнә. Халыҡ араһында элеке мәжүси дин бөтөп, мосолман дине ныҡлап тарала. Ауылдарҙа мәсеттәр һәм мәҙрәсәләр төҙөйҙәр. Ике ауылда ла мәсет була, ә Иҫке Таҙҙа 1767 йылдан мәҙрәсә булып, ошо мәҙрәсәлә тирә-яҡ ауылдарҙан килеп белем алғандар.

Октябрь революцияһына тиклем Таҙҙар ауылы Ырымбур губернияһының Бөрө өяҙе, Таҙҙар волостенә ҡарай. XVIII-XIX быуат урталарында (1865 йылға тиклем) кантон системаһы индерелгәс, беҙҙең ерҙәр 10-сы башҡорт кантонына индерелә.

1864-1866 йылдарҙа беҙҙең ауыл Борай волостенә ҡарай башлай. 1920-1930 йылдарҙа Борай, Ҡалмыҡ, Киҙгәнбаш волостары Башҡорт АССРҙың Бөрө кантонына ҡарай. 1920 йылдарҙың аҙағында Яңы Таҙҙан – Әрнәш, Иҫке Таҙҙан – Таҙтүбә ауылдары айырылып барлыҡҡа килә.



1930 йылдың авгусында Борай районы ойошторола һәм хәҙерге ваҡытҡа тиклем Яңы Таҙҙар ауылы Башҡортостан республикаһының Борай районына ҡарай.

Достарыңызбен бөлісу:


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет