Тексты выступления главы сельского поселения Нигаматовский сельсовет Вахитовой Фании Гиляжовны



жүктеу 75.01 Kb.
Дата17.02.2018
өлшемі75.01 Kb.
түріОтчет

Тексты выступления главы сельского поселения Нигаматовский сельсовет Вахитовой Фании Гиляжовны


Башҡортостан Республикаһы Баймаҡрайоны муниципаль районының Ниғәмәт ауыл советы ауыл биләмәһе советы хәкимиәт башлығы Вәхитова Фәниә Ғиләжҡыҙының отчеты

Тағы ла бер йылды артта ҡалдырып, 2013 йылдың тәүге айҙарын барлай башланыҡ та инде. Уҙған йылды дөйөмләштереп, киләһе йылға маҡсаттар ҡуймайынса эшләү мөмкин түгелдер.

2012 йылдың Ниғәмәт ауыл Советы өсөн насарҙарҙан булмауын баштан уҡ һыҙыҡ өҫтөнә алыу кәрәктер. 6 ауылды үҙ эсенә алған ауыл Советы биләмәһендә 3661 халыҡ иҫәпләнә. Йыл башынан 146 кешегә артҡан.Бөтәһе: 2010 йылда – 3492 кеше, 2011 йылда – 3515  кеше, 2012 йылда – 3664 кеше. Тыуым буйынса ла күрһәткестәр насарҙан түгел:2011 йылда – 36 бала, 2012 йылда – 38 бала доньяға килгән.Үлем осраҡтарына килгәндә 12%. Шуныһы ҡыуаныслы, суицид осрағы булмаған.

Ауылда мал көтмәйенсә йәшәп булмай.Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан мал һаны кәмемәне. 2012 йылда 1930 баш эре мөгөҙлө мал иҫәпләнде. Ауыл халҡының малын көтөү өсөн бөтәһе 11 урында һыйыр малы,4 урында аттар көтөүҙәр ойошторолдо. 18 көтөүсе йәлеп ителде. Яһалма ҡасырыу буйынса 2 пункт эшләне, көтөүҙәргә үгеҙҙәр бүленде. Көтөүселәргә Салауат исемендәге АКХ , «Рәхимов”  КФХ-һы аттар беркетте, 2 көтөүсе үҙенең шәхси аттары менән көттө. Көҙ көнө малдарҙы һатыу өсөн ауыл халҡына ярҙам күрһәтелде, шулай уҡ ҡышлатыу өсөн бесән, һалам мәсьәләләре күҙ уңынан ысҡындырылманы.Сабынлыҡ ерҙәрен тәртипкә килтереү буйынса ер эштәре башҡарылды. 28 кеше сабынлыҡ менән тәьмин ителде. Ауыл халҡынан һөт йыйыу шулай уҡ йылдағыса ойошторолдо. Малсылығ буйынса Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативыэшләне.7917 ц. һөт етештерелде. Һыйыр башына 1759 кг. Тәшкил итә. Эре мөгөҙлө мал 275 башҡа, артым 627 ц. үҫте. Йылҡы малы 14 башҡа, артым 68 ц. тәшкил итте. 95 баш эре мөгөҙлө мал өҫтәмә һатып алынды. Әлеге көндә 698 баш эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә.Июнь айында Салауат исемендәге АКХ-һында район һауынсылары, техник осеменаторҙары район конкурсы булып үтте.. Салауат исемендәге АКХ-ға дәүләт тарафынан 3196 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтелде. Әммә ҡоролоҡ арҡаһында уңыш быйылғы йылда булманы..

Ауыл хужалығы йүнәлешендә бөтәһе 11 крәҫтиән – фермер хужалығы эшләй. 2 кеше 2012-2014 йылдарҙа КФХ нигеҙендә ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү программаһында ҡатнашып береһе грантҡа лайыҡ булды, икенсеһе документтар тапшырыу өҫтөндә. Бал ҡорто, умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны артты. Нийәтшин Азат Сәйет улы Республика бәйгеһендә был йүнәлештә беренсе урын алды. Әүҙем рәуештә малдарҙы биркалау һәм табра һуғыу үткәрелде. Бының өсөн аыул хәкимиәте тарафынан аҡса бүленде.

Аыул биләмәһендә бәләкәй эшҡыуарлыҡүҫеш юлында. 2011 йылда 21 сауҙа нөктәһе халыҡты көнкүреш тауарҙары менән тәьмин итһә, 2012 йылда улар һаны 2-гә артты. 7 пилорама халыҡты төҙөлөш материалдары менән тәьмин итә. Шулай уҡ халыҡты утын, газ менән тәьмин итеү, һөт йыйыу, күмер яғыу, йәшелсә үҫтереү кеүек тармаҡтар ҙа үҫешә.. Көнөнә 3  тапҡыр Үрге Яйыҡбай – Баймаҡ маршрутындағы шәхси автобус юл йөрөүселәргә хеҙмәт күрһәтә. Сибай- Байым йүнәлешендәге шәхси маршрут менән студенттар файҙалана.. Еңел автомашина, трактор һатып алыусылар һаны ла артты. Кредит алыусылар һаны ла арта.2012 йылда Россельхоз банк хеҙмәте менән 22 кеше файҙаланған. Былар барыһы ла халыҡтың йәшәү кимәлен күрһәтеүсе факторҙар.

Ауыл биләмәһендә урынлашҡан 5 мәктәптә бөтәһе 399 балаға 60 уҡытыусы белем һәм тәрбиә бирә. Балалар баҡсаларында 95 бала тәрбиәләнә. Әлбиттә, илдәге оптимизация беҙҙең мәғариф учреждениеләрен дә урап үтмәне. 2012 йылда 12 кеше ҡыҫҡартылыу сәбәпле икенсе эшкә күсергә, йә булмаһа эшһеҙлек буйынса иҫәпкә торорға мәжбүр булған.

Ауыл биләмәһенән 21 бала инвалидлыҡ буйынса пособие ала. Балаларын тәрбиәләүҙә битарафлыҡ күрһәткән !ҙ ата-әсә махсус иҫәптә тора.2011 йылға ҡарағанда улар һаны 2-гә кәмегән. Ләкин ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһе урынына икенселәре табылып тора. Был ғаиләләр даими конролдә:рейдтар, профилактик әңгәмәләр үткәрелеп, уларға ҡарата 32 протокол төҙөлгән. Бәлиғ булмағандар комиссиһы тарафынан 3 ата-әсәнең тәртибе тикшерелгән.

Хоҡуҡ боҙоуҙар күләме киреһенсә 3-кә артҡанг, 2011 йылда-26, 2012 йылда – 29. Был инде участка инсперторының эшкә яуапһыҙ ҡарауы һөҙөмтәһе. Кыҙғанысҡа ҡаршы ауыл Советы үҙ вәләкәтендә булмаған эштәр менән дә шөғөлләнергә мәжбүр.

Ауыл хакимиәтенең төп тәғәйенләнеше халыҡҡа информацион, методик ярҙам күрһәтеү, тейешле документтар менән тәьмин итеү. 2012 йылда төрлө һорауҙар меннән 1643 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың барыһы ла ыңғай хәл ителгән. һорауҙарҙың күпселеге ер участкаһы, торлаҡты яҡшыртыу, ағас менән ярҙам итеү, сабынлыҡ ере менән тәьмин итеү һәм башҡаларға ҡағыла.. Эшһеҙлек буйынса иҫәпкә тороу үҙәгенә бөтәһе 50 кеше теркәлгән, 398 ғаиләгә субсидия юлланылған, 158 гражданға нотариаль хеҙмәт күрһәтелгән.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандарҙың тол ҡатындарының 3-һөнә квартира алыр өсөн сертификат бирелгән.Шундай уҡ сертификатҡа 2012 йылда 2 күп балалы әсә, 3 етем бала эйә булған. Торлаҡ хәлен яҡшыртыу маҡсатында 6 кеше иҫәпкә ҡуйылған. Күп балалы ғаиләләр өсөн 20 ер участкаһына кадастр паспорттары эшләнелгән. Ләкин күп балалы ғаиләләр Баймаҡтан, йә Иҫке Сибайҙанер алырға ашҡына.

Өлкән йәштәге кешеләр даими иғтибар үҙәгендә. 2012 йылда 24 кеше хаҡлы ялға сыҡҡан. Ярҙамға мохтаж 42 кешегә 6 социаль хеҙмәткәр ярҙам күрһәтә.

Шуныһы ҡыуаныслы, йәштәр һуңғы йылдарҙа ауылда төпләнә. 2012 йылда 2 йәш ғаилә «Ауылды социаль үҫтереү» программаһында ҡатнашып, льготалы ссуда алып өй төҙөнө. Өйҙәрҙе сафҡа индереү буйынса ауыл биләмәһе районда тәүге урындарҙы биләй. 2010 йылда – 14 өй, 2011 йылда- 16 өй, 2012 йылда 14 өй, 921 кв.м. торлаҡ сафҡа инде.

Фельдшер – акушерлыҡ пункттары ла 5 ауылда уңышлы эшләп килә.. Улар тарафынан бөтәһе 2917 ауырыуға ярҙам күрһәткән.,97 мең һумлыҡ дарыу һатылған.

2012 йылдың иң ҙур ваҡиғаларының береһе Ниғәмәт мәҙә!ниәт йортон сафҡа инеүе. Мәҙәниәт усаҡтарышулай уҡ 5 ауылда эшләп килә. Улар тарафынан халыҡтың ялын ойоштороу буйынса маҡсатлы эш алып барылды. Даими рәүештә төрлө саралар, конкурстар үткәрелеп барылды. 1812 йылдағы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған район смотр- конкурсында беҙҙең биләмә 2-се  дәрәжәле  дипломға лайыҡ булды. Был сараларҙа «Атайсал», «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары әүҙем ҡатнашты. Темәс , Юлыҡ ауылдарының «Атайсал», «Ағинәйҙәр» клубы ағзаларының беҙҙә булыуы, уҙебеҙҙекеләрҙең Төркмән, Кәрешкә ауылдарына барыуы оло сараға әйләнде.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре лә мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалманы. Айырым үҙҙәренә лә мәҙәниәт йорттары, ҡатын- ҡыҙҙыр Советтары менән бергәләп тә төрлө саралар ойошторҙолар. Ниғәмәтттә асылған моделле китапхана, шулай уҡ йыл сараһына әүерелде.

Ҡатын –ҡыҙҙар Советтарының эшен дә ыңғай яҡтан баһалап китер инем. Бигерәк тә Байым ауылы ҡатын ҡыҙҙар Советы әүҙем эшләне. Рәйесе Вәлиева Таңһылыу Әхмәтхан ҡыҙы.Улар ысын мәғәнәһендә, ауыл Советы үткәргән сараларҙың үҙәгендә булдылар.

Урындағы үҙидараны яңғыҙ ғына үҫтереп булмай. Шул маҡсаттан 6 ауылда ла старосталар һайлап ҡуйылды. Көтөүҙе контролдә тотоу, көтөүселәргә аҡса йыйыу мәсьәләләрендә уларҙың ярҙамы ҙур булды. Бигерәк тә Байым ауылы старостаһы Аминева Нәғимә Заһит ҡыҙын билдәләп үтер инем.

Ауыл биләмәһе йәштәр араһында зона, район  спорт ярыштарынан ситтә ҡалманы. Егеттәр волейбол командалары һуңғы 2 йылда рәттән 1-се урынды зона ярышында яуланы. Район ярышында тәүге 6 иҫәбенә инде. Шулай уҡ 5 йыл рәттән 23 февраль-Ватан һаҡлаусылар көнөнә арналған волейбол ярыштарын үткәреү матур йолаға әүерелде.. Был ярыштарҙа 5-6 команда мотлаҡ ҡатнашып тора.

Хәҙерге заманда мәғлүмәтһеҙ йәшәү мөмкин түгел. Биләмә халҡы телефон, IP ТВ, интернет менән файҙаланыу, кәрәҙле телефон менән бәйләнеш тотоу мөмкинселектәренә эйә. Яҙма баҫмаларға ла бик теләп яҙылы. 2012 йылда баҫмаларға яҙылыу 105%үтәлгән.Был эштә бигерәк тә Таңғатарова Фәхирә Шәйхетдин ҡыҙы әүҙем эшләй.

Ниғәмәт ауыл биләмәһе Баймаҡ районында берҙән – бер үҙ-үҙен финанс яғынан тәьмин итеүсе биләмә һынала. Үҙ ҡаҙнаны тулыландырыу 2011 йылда – 113%, 2012 йылда -114% үтәлгән.Был тотороҡлоҡ беҙгә күп кенә эштәрҙе башҡарырға, ауыл биләмәһендәге социаль объекттарға ярҙам итергә мөмкинселлек бирә.. Даими үткән мәҙәни , спорт һәм башҡа сараларҙы үткәреү өсөн аҡса бүленә. Мәктәптәр, балалар баҡсаларының Яңы йыл байрамдарын үткәреү өсөн шыршылар менән тәьмин итеү, ҡыш бабай тоғона күстәнәстәр һалыу күптән инде ғәҙәткә әйләнгән. Әүҙем уҡыусыларҙы Арҡайым тәгәрмәс – ҡалаға ебәрәү үҙ көсөндә ҡала. Мәктәп автобусының страховкаһы булмау сәбәпле был сара кисектерелгәйне. Быйыл вәғәҙәне үтәрбеҙ тип уйлайбыҙ.

Ниғәмәт ауыл биләмәһендә эшләргә теләге булған кешеләр өсөн эш урындары етерлек. Талҡаҫ шифаханаһында әлеге көндә 70 кеше эшләй. Йәйге сезонда эшсе ҡулдарға моғтажлыҡ тағы ла арта. Унан тағы Ирәндек ял базаһы, Отленок балалар лагеры, АКХ,КФХ, ИП-ларҙа эш урындары етерлек.

2012 йылда бөтә төр саралар, эшләнгән эштәр өсөн бөтәһе хакимиәт бюджетынан 1652834,71 һум аҡса тотонолған. Был сумма эсенә төҙөкләндереү, Иҫән-Түбә, Бикеш-Байым юлдарын төҙөү, Талҡаҫ ял үҙәге, таҙартыу ҡоролмалары төҙөү проект – смета документтары, 2-се Этколда һыу үткәргес проект экспертиза документтары, күп балалы ғаиләләр өсөн ерҙе бүлеү-үлсәүдокументтары, юлдарға ҡырсынташ түшәү, асфальт юлдарҙы өлөшләтә ямау, ташҡындың эҙемтәләрен бөтөрөү, туҡталыштарҙы яңыртыу, юл. Тамғаларын эшләтеү, ҡыйлыҡтарҙы өйҙөртөү, рекультивация үткәреү, обелисктарға реставрация үткәреү һәм башҡа эштәр инә.Төҙөкләндереү өсөн ҙур иғтибар бүленде.

2012 йылда үткән Рәсәй Федерацияһы Президенты, район Советына депутаттарһайлауҙарында биләмә халҡы әүҙем ҡатнашты. Районда 5 һайлау участогында, шул иҫәптән Ниғәмәт тә КОИБ-тарҙың ҡуйылыуы был мөһим сараның яңылығына әүерелде.

Әлбиттә уңыштар менән бер рәттән етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел.. Беҙҙең алда йәштәрҙе йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы кәметеү, яңынан –яңя эш урындарын булдырыуөсөн бәләкәй эшҡыуарлыҡты артабан үҫтереү, бала тәрбиәләү эшенә битараф ата-әсәләрҙең үҙ аңын үҫтереү өсөн профилактик саралар үткәреү, планлы эш алып барыу һәм башҡа бихисап эштәр тора. Ә быларҙың бөтәһен дә беҙ, ошонда ултарғандар-активменән берлектә эшләһәк кенә атҡарып сыға аласаҡбыҙ.

Тәрбиә эшендә мәсеттәрҙең әһәмиәте ҙур. Биләмәнең ғ ауылындамәсеттәр эшләп килә. Түбәнге Яйыҡбай ауылы мәсете тарихи ҡомартҡылар исемлегенә индерелеп, 2013 йылда реконструкция үткәреләсәк. Әлеге көндә мәсеттәргә техник һәм кадастр паспорттары эшләнелде, ә Иҫән ауылында мәсет нигеҙенә таш һалынды.

2013 йылға яңы уй, пландар менән аяҡ баҫтыҡ. 2013 йылдың ноябрь айында 2-се Этҡол ауылында мәҙәни – социаль объекты сафҡа индереү планлаштырылды. Ул үҙ эсенә мәктәп,библиотека, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пунктын аласаҡ.Хәҙрге көндә унда фундамент эштәре башҡарыла. Бер рәттән 2-се Этҡолда һыу үткәргес торбаларын һуҙыу эштәре бара.Үрҙә һынап үткән проекттар буйынса эштәр башҡарыласаҡ. Иҫән ауылында Орленок лагерының яңы корпусы төҙөләсәк.Завод сафҡа инәсәк.

Республика кимәлендәге «Байым ишан » көндәре, Иҫән ауылында «Урал батыр » эпосын ятҡа һөйләү республика ярыштары үтәсәк. Бындай саралар беҙҙән ҙур яуаплылыҡ талап итә. Быйылғы йылдың Тирә яҡты һаҡлау йылы булыуы ла бик күп эштәрҙе башҡарыуҙы күҙ уңында тота.



Мин ышанам, беҙ бергәләп барыһын да атҡарып сығырбыҙ. 2012 йылда башҡарған бөтә төр эштәр, саралар өсөн барығыҙға ла рәхмәт, һаулыҡ, уңыштар теләйем. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.


Достарыңызбен бөлісу:


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет