V –viii кластар њсњн башќорт љЎљбиљтенљн интернет-олимпиада яуаптары



жүктеу 56.26 Kb.
Дата12.09.2017
өлшемі56.26 Kb.

V –VIII кластар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән интернет-олимпиада яуаптары
Башҡарҙы: Хәмәҙиев Тимур, 8В класы уҡыусыһы Өфө ҡалаһы, 141-се мәктәп

Етәксеһе: Мортазина Фәүзиә Фәһим ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы
1. 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышы осоронда башҡорттар араһынан сыҡҡан иң күренекле сәрдар Ҡаһым түрә (Ҡаһым Мырҙашев).

2. 1812 йылғы Ватан һуғышы темаһына арналған әҫәрҙәр: Яныбай Хамматов “Төньяҡ амурҙары” (роман), Баязит Бикбай “Ҡаһым түрә” (драма).

3. Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта, уң ҡулында булыр ҡурыйы”. Уң – эш, тормоштағы яҡшы, теләккә ярашлы һөҙөмтә.

4. Һуғышҡа китеүсе башҡорт ғәскәрҙәрен Байыҡ Айҙар сәсән оҙатып ҡалған.

Сәсән – импровизатор, шағир. 1735-1740, 1755-1756 йылдарҙағы ихтилалдарҙа ҡатнашҡан. Йәшәгән йылдары:1 декабрь 1710 йыл – 10 октябрь 1814 йыл. 103 йәшендә вафат була. Тыуған урыны: Мәхмүт ауылы, Мырҙалар олосо, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы. Атаһы Байназар тархан булған.

5. “Төньяҡ амурҙары” романының авторы Яныбай Хамматов. Һынлы сәнғәттә “Төньяҡ амурҙары” тип аталған картиналар серияһы бар.1812 йылғы Ватан һуғышы

6. Ватан һуғышы батыры Ҡаһым түрә хәҙерге Башҡоттостандың Стәлетамаҡ районы Айыусы ауылында тыуып үҫкән.

7. В. Зефиров “Йәнтүрә хикәйәләре”.

8. Ватан һуғышының 100 йыллығына арнап яҙылған драманың авторы Баязит Бикбай, “Ҡаһым түрә”.

9. Мәскәүҙе азат итеү өсөн барған һуғыштар “Любизар” йырында сағылыш тапҡан.

10. Ата-бабаларҙың ҡанын һулап

Үҫкән сауҡаларҙан уҡ юндыҡ, - тип “Эскадрон” йырында әйтелгән.

11. 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда ил башында батша Александр I торған.

12. “Төньяҡ амурҙары”, “Ҡаһым түрә”, “Абдахман”, “Икенсе әрме”, “Кутузов”, “Һары ла сәс”, “Әхмәт Байыҡ”.

13. Легенда буйынса Ҡаһым түрәгә яуҙан һуң батша полковник хәрби дәрәжәһен биргән.

14. Башҡорттар 1814 йылда Парижда саҡта билдәле инглиз яҙыусыһы Вальтер Скотт уларҙың көнкүрешен мауығып яҙған.

15. Наполеонды еңеп, һуғыш бөткәс, улдары ҡайтҡанда, Байыҡ сәсән 103 йәштә була.
V –VIII кластар өсөн башҡорт теленән интернет-олимпиада яуаптары
1. Төп башҡорт һүҙҙәре: әсәй, йүкә, олатай, елән, сәңгелдәк, нәфис, ябалаҡ, яу, ябай, һыу, юл, ҡорот, әйбер.

2. Атаҡ – аҙаҡ, атығ – атай, тағ – тай, iч – ит, б`a`н – мен, буң – моң, `a`р – ер.

3. Дөрөҫ яҙылған һүҙҙәр:көньяҡ, Гөлйемеш, дуҫ-иш,аҡтамыр.

4. – партизан

– патриот

– юлбашсы

– драматург

– ректор

5.


Наполеон армияһы һөжүме орудиеларҙың көслө атышы менән башланды. Уларға ҡаршы йәҙрәләр ямғыры һирпелде, ерҙә лә, һауала ла снарядтар, гранаталар ярылды.

Профессионализм



Ғәскәр башлығы янына аяғына шпорлы итек, өҫтөнә ҡазаҡ сәкмәне, башына түңәрәк башлығын кейгәнҠаһым түрә инде.

Омонимдар



Улар бер-береһен ныҡлап белергә, ауыр уй-хыялдарын аңларға тырышып, аулаҡ саҡта серләшеп ҡалыуҙы кәрәкле һананылар.

Шундай ҙур йөрәкле булыуығыҙға рәхмәт, Ваше величество. Беҙ бүләк өсөн түгел, ә Рәсәй иле азатлығы өсөн һуғыштыҡ.


Күсмә мәғәнәле һүҙҙәр



Француздар һөңгөләр һәм уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған баһадир, тәүәккәл, арыҫлан башҡорт яугирҙарын “Төньяҡ амурҙары” тип атағандар.

Синонимдар



Ғәскәр әҙерлеге тикшерелгәндән һуң ике көн ваҡыт уҙғас, смотрҙа ҡатнашасаҡ уҡсы дивизиялар, ҡаҙаҡтар һәм казачий башҡорт полктары, иртәнге таң беленер-беленмәҫтән, Париж урамдары буйлап ағылды.

Үҙләштерелгән һүҙҙәр



Матур-матур бик күп алдырларға, кәртүк, табикмәк, көлсә, һалма өйөлгән табынға ул Ҡаһымды саҡырҙы.

Диалект һүҙҙәр



Яңы баш командующий Кутузов – беҙҙең генерал-губернаторыбыҙҙың иң яҡын дуҫы! – тип маҡтанып баш ҡаҡты ғәскәр старшинаһы.

Күсмә мәғәнәле һүҙҙәр



Аустерлиц эргәһендәге һымаҡ еңел еңеүгә ышаныс тотоусы Наполеон, рус ғәскәрҙәренең удар көсөнә ҡаҡлығып еңелеүгә дусар булды.

Антонимдар



Үҙенә тәғәйенләнгән шәхси бүләктән баш тартып, башҡорттарға ер-һыу һәм азатлыҡ һорауы полковнигының яман уй менән йөрөүен раҫлай… белемле башҡорт егете, һис шикһеҙ, ҡурҡыныслы, унан нисек тә булһа ҡотолоу мөһим!..

Дөйөм ҡулланышлы һүҙҙәр



Һыбайлы башҡорт полктары яугирҙары тантаналы байрам өсөн сәрмәләрендә һаҡлап ҡына йөрөткән иң яҡшы ҡалпаҡтарын, кәзәкәйҙәрен, ҡаталарын кейеп, елкәләренә уҡ-һаҙаҡтарын аҫҡан көйө, эйәр өҫтөндә ғорур ҡиәфәттә баралар.

Иҫкергән һүҙҙәр


6. Батыр яуҙа беленер, сәсән дауҙа беленер.

Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй.

Байлыҡ күрке мал менән, батыр күрке дан менән.

Күҙ ҡурҡаҡ, ҡул батыр.

Батыр бер үлер, ҡурҡаҡ мең үлер.

Егет булһа, батыр булһын, ҡыҙ булһа, матур булһын.

Батыр алдында арыҫлан да ҡуян.

Батыр ут булыр, ҡурҡаҡ юҡ булыр.

7. Ҡуш йөрәкле – арыҫлан йөрәкле

Тишек кәмәгә ултыртыу – кәкре ҡайынға терәтеү

Балтаһы һыуға төшөү – танау төшөү

Айыу майы һөртөү – сәлдереү

Телдән ҡалыу – телдән яҙыу

8. “Башҡорттоң хатта аты ла үҙенең яйына ҡалыплашҡан: салт сыҙам һәм өркөүһеҙ, шуның өҫтәүенә, әрһеҙ һәм арзан”, – тип яҙа генерал Чернов.

9. Сифат ҡылымдар: ҡаршылашҡан, йыйылған, булған, шымартыусы.

10. Мәскәүгә лә керҙек беҙ, Парижды ла күрҙек беҙ. – теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм. Башҡорт халыҡ йыры “Любизар”.

11. 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында биш йөҙ кешенән торған 28 башҡорт полкы ҡатнаша. Башҡорттар армия өсөн яуға 4139 ат ебәрә. Дәһшәтле яу яланында башҡорттарҙың уҡ, һөңгөләренә ҡаршы Наполеон ғәскәре туп-йәҙрәләр менән ут аса. Француздар башҡорттарҙы тиҙ хәрәкәт итеп көнмәгәндә һөжүм итеүҙәрен күреп “Төньяҡ амурҙары” тип атай. Башҡорттарҙа Кутузов: “Любезные вы мои башкиры, молодцы!” – тигәс, еңеүгә дәрт көсәйҙе генә. Ҡайһы бер башҡорттарға яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн батша хөкүмәте миҙалдар таға. Башҡорттарҙан 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашыуҙары тураһында иҫтәлек булып халыҡ йырҙары килеп еткән. Һыбайлы ир-егеттәр яуҙан еңеү менән ҡайталар.

12. Әкрен (сифат) ул (алмаш), яман (сифат) уттарҙы (исем), тиҙ (рәүеш) етә (ҡылым), яман (рәүеш) үкереп (хәл ҡылым).

13. Башҡорттар 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашалар. Уларҙың атта оҫта һыбай елеүҙәренә, мәргәнлектәренә хайран ҡалып француз генералы Марбо “Төньяҡ амурҙары” тип атай. Милләттәштәребеҙҙең яуҙа күрһәткән батырлыҡтары тураһында төрлө легенда, риүәйәттәрҙе уҡып, тарихи йырҙарҙы тыңлап беләбеҙ. Бына улар – халҡыбыҙ гәүһәрҙәре: “Любизар”, “Ҡаһым түрә”, “Әхмәт Байыҡ”, “Һай, илкәйем”, “Француз көйө”, “Йәнтүрә”, “Кутузов”, “Абдрахман”, “Һары ла сәс”, “Икенсе әрме”.

14. Атайың, бахыр, был шатлыҡлы кәндәрҙе күрә алманы.

Хәбир сажин буйлы, баһадир кәүҙәле, ыласын кеүек ҡыйыу, яҡты ҡарашлы, шат, шаян егет булып үҫеп китте.

- Юлтый, таныйһыңмы был кешене?

- Бабичты кем белмәй?

15. 1. Әҙәби телдәге һүҙҙәр урынына ерле һөйләштәрҙә ҡулланылған һүҙҙәр диалект һүҙҙәр була.

2. Башҡорт теленең һүҙлек составына башҡа телдәрҙән ингән һүҙҙәр үҙләштерелгән һүҙҙәр була.

3. Лексик яҡтан өлөштәргә бүленмәгән бер нисә һүҙҙән тороп, бер генә мәғәнә

аңлатҡан һүҙ ҡушылмалары фразеологик берәмек тип атала.

4. Теге йәки был белгестең эш үҙенсәлегенә бәйле ҡулланылған махсус һүҙҙәр профессиональ һүҙҙәр була.

5. Телдә барлыҡҡа килгән яңы һүҙҙәр неологизмдар була.



6. Телдә ҡасандыр ҡулланылып, ваҡыт үтеү менән актив ҡулланыуҙан бөтөнләй сыҡҡан һүҙҙәр иҫкергән (архаизмдар, историзмдар) һүҙҙәр була.

7. Бер нисә тел өсөн уртаҡ булған һүҙҙәр интернациональ һүҙҙәр була.
Каталог: data -> olimp
olimp -> 5-8-се кластар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙарына яуаптар
olimp -> Аҡмулла һәр заманға хаҡ мулла
olimp -> Ответы на задания II тура дистанционной олимпиады по Башкирскому языку для учащихся 9 11 классов (второй этап)
olimp -> 1797 года в Химмельпфортгрунде небольшом пригороде
olimp -> Башҡорт һәм рус халыҡ балалар уйындарын сағыштырыу
olimp -> «Аҡмулла һәр заманда хаҡ мулла» Эшләне
olimp -> Населенные пункты, расположенные на территории современной Республики Башкортостан и существовавшие к 1812 году
olimp -> Фгбоу впо «бгпу им. М. Акмуллы» Центр развития одаренности школьников Кафедра татарского языка и литературы
olimp -> Вәлиева Айгөл, Өфө ҡалаһы М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының 9Б класы уҡыусыһы Башҡорт теленән интернет-олимпиада һорауҙарына яуаптар


Достарыңызбен бөлісу:


©kzref.org 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет